Все новости
Литература
18 Октября 2021, 14:59

ҺЫҢАР АЛҠА

Йүнләп йоҡлай алманы был төндә Мәрғиә. Кисә кистән ире дуҫына запас тәгәрмәс алырға тип киткәйне, һыуға батҡан кеүек юҡ булды. Ҡапҡа шығырҙаған, ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуғылған һайын, ире ҡайтҡандыр тип, әллә нисә тапҡыр тышҡа сығып әйләнде. Етмәһә, өсөнсө көн бер туҡтауһыҙ яуған ямғыры ла күңелгә шом өҫтәгәндән-өҫтәне. Ҡустыһынан кисә алған телеграмма ла тынғылыҡ бирмәне. “Әсәй ауырый, тиҙ генә килеп етегеҙ “,- тиелгәйне унда. Тиҙ генә йыйынып, автобусҡа сыҡмаҡсы булғайны, ире: “Машина менән барырбыҙ, ҡәйнәмдең хәлен үҙем дә белгем килә”,- тигәс, ризалашты.

ҺЫҢАР АЛҠА
ҺЫҢАР АЛҠА

Ире ҡайтмағас, дуҫтарына, таныштарына шылтыратып ҡараны. Бер кем бер нәмә белмәй. Дауахана номерын йыйҙы. Унда ла юҡ. Әллә милициянан белешергәме, тип икеләнеп торғанында, телефоны шылтыраны. Әхирәте Гөлниса икән. “Кисә Рафиҡтың үрге ос ҡыпсаҡ Мөрит менән һөйләшеп торғанын күргәндәр, бәлки, шундалыр”,- тине.
Тиҙ генә шәлен яурынына һалды ла Мәрғиә, Мөриттәрҙең йортона табан атланы. Хужабикәһе иҫән саҡта әллә ҡайҙан ялтырап ултырған йорттоң тыштан һыланған балсыҡтары ҡойолоп, тәҙрә буяуҙары уңып, етемһерәп ҡалған, ҡапҡалары ла бер яҡҡа ауышҡан. Элек гөл-баҡсаға күмелеп ултырған урамды ҡый үләндәре баҫып алған. Өй ишеген асҡас, өнһеҙ ҡалды Мәрғиә. Элекке әхирәте Фазлияның матур донъяһынан бер нәмә ҡалмаған: тәҙрәләрҙә бысрап бөткән тюль киҫәктәре, бото ҡыйшайған өҫтәл һәм унда-бында тәгәрәшеп ятҡан буш шешәләр. Тышы керләнеп бәткән диванға Мөрит тәгәрәгән, ә ишек төбөндәге карауатта уның Рафиғы мышнай.
Мәрғиә бер һүҙ өндәшмәйенсә, ишекте шартлатып япты ла, кире өйөнә табан атланы. “Кәкрене ҡәбер төҙәтер “,- тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. "Әле бит “Абдуллаға“ барып ҡайтҡанына бары алты ай, ә унан алда эсеп саҡ үлмәй ҡалғайны, аңламағас, аңламай ”, - тип үртәнә-үртәнә ҡайтты ул. Тиҙ генә әйберҙәрен йыйҙы ла, күршеһенә берәй аҙнаға әсәһе янына киткәнлеген аңғартып, автобус туҡталышына табан атланы. “Ярай әле һыйыр малы бөтөрөлгән", - тип эстән генә ҡыуанды. Тауыҡтарға бер ни булмаҫ, күршеһе Хәтирә ем һибеп, һыу һалып торор әле.
Бәхетенә күрә, автобус та оҙаҡ көттөрмәне, елдереп ҡалаға ла барып етте. Поед ҡуҙғалырға ни бары ун минут ҡалғайны, өлгөрҙө.
Күпела унан башҡа бер кем юҡ. Яңғыҙ булыуынан файҙаланып, ҡабалан ғына тултырылған сумкаһын бушатып, әйберҙәрен рәтләп һалырға булды. Әсәһенә, туғандарына алған бүләктәрен теүәлләп ҡуйҙы. Кәрәк булыр әле тип, әллә нисә йыл тотонолмай, серванттың төпкө кәштәһендә ятҡан шкатулканы ла һалып алғайны. Уның эсендәге әйберҙәрҙе лә барларға булды. Бына уның элек яратып таҡҡан, ҡояш нурҙарында әллә нисә төҫтәргә баҙлап янып торған муйынсағы, йылдар үтеүгә төҫһөҙләнеп, тоноҡланып ҡалған. Рафиғы бүләк иткәйне, һинең зәңгәр күҙҙәреңә килешә, тип. Ул ваҡытта улар әле өйләнешмәгәндәр ҙә ине. Бәй, өйләнешкәндәренә утыҙ биш йыл да үтеп киткән, тоноғор ҙа шул. Хәҙер инде модаһы ла үткән. Ә был алтын сылбырҙы балалары бүләк иткәйне илле йәшенә. Алтын – алтын инде, ана, йылтылдап тора, бер ҙә генә төҫөн ташламай, өр-яңы һымаҡ. Көмөш беләҙек әҙерәк ҡарайып киткән, йә, ярай, ауылға барғас, ышҡып ялтыратып алыр әле. Ә быныһы - алҡа. Күҙҙең яуын алырлыҡ. Таштары сейә ҙурлығындай түңәрәк, ҡып-ҡыҙыл – рубин, бик затлы таш. Тик йәл… ҡуш түгел, бары һыңар алҡа. Бәлки, ише табылыр, тип, затлы әйберҙе ташларға йәлләне, ошо шкатулкала әллә нисә йыл ята инде ул.
Поездың һалмаҡ ҡына бәүелеүеме, әллә төнөн насар йоҡлауы сәбәпсе булдымы, башын яҫтыҡҡа терәү менән ойоп та китте Мәрғиә. Кемдәрҙеңдер көңгөр-көңгөр һөйләшеүенә уянып китте. Күҙен асып, йәнәшәһендәге һикегә ҡараны. Унда ике кеше: береһе - ҡатын ҡыҙ, икенсеһе ир кеше, бер-береһенә һыйынып ҡына ултыралар, ир кеше ҡатындың ҡулдарын устарына алған.
- Мин ҡурҡам, йәнем, - тине ҡатын.
- Ҡурҡма, ҡәҙерлем, мин һинең яныңда, - тип яуапланы ир кеше. “Һөйәркәләрҙер“,- тигән уй үтте Мәрғиәнең башынан.
- Барыһы ла яҡшы үтһә, ярай ҙа ул, - тип һаман илауланы ҡатын.
- Балалар өсөн ҡайғырма, врачтар менән һөйләшелгән, һинең үҙеңә айырым бүлмә, ә мин ағайымдарҙа урынлашам, - тип йыуатты ир.
Бәй, былар бит ирле-ҡатынлы, ҡайһылай ире аҡыллы, нисек ҡатынының күңелен иретерлек итеп йыуата белә, тип һоҡланып ҡуйҙы Мәрғиә. Ир кеше, сәй алып киләм, тип, купенан сығып киткәс, Мәрғиә лә урынынан ҡуҙғалды. Юлдаш ҡатын төҫкә-башҡа матур ғына, йоҡа кәүҙәле илле йәштәр самаһында ине. Ул арала ир кеше: ”Бына, йылы сәй ҙә килтерҙем “, - тип өҫтәлгә ике стакан ултыртты. Ипле генә итеп Мәрғиә менән сәләмләште лә, тағы сығып китте. Баҡһаң, Мәрғиәгә сәй алырға киткән икән.
Өфө дауаханаһында ҡатынына операция эшләргә тейештәр икән, ире лә, отпуск алып, ҡатынының иңенә төшкән ауырлыҡты еңеләйтергә булған.
 
... Автобустан төшкәс, үҙ ауылын үҙе танымай торҙо Мәрғиә. Тыуған ауылына бынан ун биш йыл элек, ҡустыһының туйына килгәйнеләр, шунан һуң нисектер юл төшмәне. Бейек яңы йорттар янында үҙҙәре тыуып үҫкән йорт тәпәшәкләнеп, ергә һеңеберәк киткәндәй тойолдо. Өй эсендәге әйберҙәр әллә ни үҙгәреш кисермәгән: шул уҡ диван, шул уҡ сервант, хатта өҫтәлдә шул уҡ алмалар төшөрөлгән ашъяулыҡ. Элек шаулап торған өй эсе тып-тын, әйтерһең, бында бер йән эйәһе ҡалмаған. “Әллә һуңланыммы?”- тигән уй мейеһен телеп үтте. Шул саҡ “Кем унда?” - тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Әсәһенең тауышын ишетеүе күңеленә йылы йүгертте, Мәрғиә төпкө өйгә үтте. Карауатта олоғайып, бәләкәсләнеп шиңгән, биттәре шырышланып киткән әсәһе ята ине.
- Был мин, әсәй! – тип Мәрғиә әсәһен ҡосаҡлап алды. Әсәһенең тоноҡланып ҡалған күҙҙәрендә бер-ике йәш бөртөге күренде.
- Һине лә күрәһем бар икән, ҡыҙым, - тине ул.
Һикертә баҫып, шаулатып донъя көткән, алты бала тәрбиәләп үҫтергән әсәһенең һуты ағып бөткән ағастай кипкән ҡулдарын үбә-үбә, Мәрғиә илап ебәрҙе.
Ул арала күрше йортта йәшәгән ҡустыһы менән килене килеп инде.
- Әсәй шәп кенә йөрөй ине, ҡапыл йығылды, больницаға барыуҙан баш тартты, - тине ҡустыһы.
- Миңә хәҙер врачтар ярҙам итә алмаҫ инде, - тип өҫтәне уны йөпләгәндәй әсәһе лә.
Әсәһен аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалды Мәрғиә. Дарыуҙарын да алды, уколдарын да һалды, төрлө-төрлө үләндән сәйҙәрен дә эсерҙе. Кис һайын әсәһенең баш осона ултырып, белгән доғаларын уҡыны. Доғалармы, әллә үләндәрме ярҙам итте - аҙна үтеүгә икәүләшеп сөкөрләшә-сөкөрләшә сәйҙәр эсә башланылар.
Әсәһенең ауырыуы менән бер аҙға онотолоп торған иренең хәлен белергә булып, бер көндө күршеләрҙән өйөнә шылтыратырға булды. Телефон трубкаһы, оҙаҡ ҡына оҙон гудоктар биреп, өндәшмәй торғас теге остан “Алло” тип ҡысҡырған тауыш ишетелде.
- Рафиҡ, был мин, - тип әйтеүгә, телефондың теге башынан өс ҡатлы һүгенеү тауышы ишетелде. Кеше-фәлән ишетеп ҡуймаһын тип, тиҙ генә телефон трубкаһын һалды Мәрғиә, ә үҙенең ғәрлегенән биттәре ҡыҙарҙы, маңлайынан тирҙәр бәреп сыҡты. Был хәлдә әсәһенә күренеп, уны борсорға теләмәйенсә, баҡса артындағы йылға буйына атланы. Йылға янындағы яңғыҙ тирәкте ҡосаҡлап, һулҡылдап-һулҡылдап иланы.

… Институт тамамлаған йәш белгесте рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға көньяҡ райондарының береһенә тәғәйенләнеләр. Биш йыл эшләрмен дә кире тыуған яғыма ҡайтырмын, тип уйлаһа ла, яҙмыш тигән нәмәнән уҙмыш юҡ икән. Ауылда эш башлағас та ваҡытлыса ғына Гөлсафа апайҙарға фатирға урынлашты. Уның берҙән-бер улы Рафиҡ армия сафында хеҙмәт итә ине. Гөлсафа апай менән Мәрғиә әсәле-ҡыҙлы кеүек, бик татыу йәшәнеләр. Гөлсафа апай йор һүҙле, күңелсәк, аш-һыуға ла бик оҫта ине. Тәбиғәте менән йомшаҡ күңелле, ололарға һәр саҡ матур мөғәмәләлә булған ҡыҙ уның күңеленә лә хуш килгәйне. Бәлки, шуғалыр ҙа, улы армия хеҙмәтен тултырып ҡайтһа ла, ул Мәрғиәне үҙ йортонан ебәргеһе килмәне.
- Йортобоҙ иркен, бер үҙеңә бер бүлмә, иркенләп йәшә, - тине.  Мәрғиәнең дә Гөлсафа апаһының күңелен ҡыйғыһы килмәне, етмәһә, уҡыу йылы тамамланыуға ни бары ай ярым ваҡыт ҡалғайны.
Һомғол буйлы, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, һорғолт күҙҙәре гел йылмайып, нур сәсеп торған Рафиҡ, ысынында, ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ егет ине. Армиянан ҡайтҡас ул эшкә сығырға ашыҡманы, ә ауыр хеҙмәттән һуң күңеле булғансы ял итергә булды. Көн һайын тиерлек клубҡа тип сығып китер ҙә, таң атҡас ҡына ҡайтып инер ине. Берҙән-бер улын өф итеп торған әсәһе лә уны төшкә хәтлем уятманы, донъя мәшәҡәттәренә өлгөрөр, күңеле булғансы ял итһен, тине. Тумалаҡ кәүҙәле, төҫкә-башҡа әллә ни сибәр булмаған Мәрғиәгә Рафиҡ күҙ ҙә һалманы, ауыл сибәре - шәфҡәт туташы булып эшләгән Нурсилә тип йән атты. Нурсилә лә Рафиҡҡа битараф ҡалманы. Уларҙың аҡҡоштай пар булып клубта бейеүҙәре күптәрҙе һоҡландырһа, ҡайһы берәүҙәрҙә көнләшеү тойғоһо уятты. Ана шуларҙың береһе шофер булып эшләүсе Һиҙиәт булды. Ул үҙе күҙ атып йөрөгән Нурсиләне Рафиҡтың ҡосағына һалғыһы килмәйенсә, егеттәр араһында Нурсилә менән төн уҙғарыуын һөйләп, маҡтанып йөрөгән. Был хәбәр Рафиҡтың да ҡолағына салынған. Ышанғыһы килмәгән, тик бер көн Һиҙиәт менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкәс, ышанырға мәжбүр булған.
Рафиҡ күп уйлап тормаған, бөтә ишеткәнен Нурсиләгә еткергән. Нурсиләнең кире яуабын ишеткәс, үҙеңдең ҡыҙлығыңды иҫбат ит, тигән. Нурсилә, бик ғорур ҡыҙ булғанмы, күп уйлап тормаған, ауылға ялға ҡайтҡан офицерға кейәүгә сыҡҡан да киткән.
Каникулдан һуң ошо хәбәрҙе иптәштәре ярышып-ярышып Мәрғиәгә еткерҙе. Мәрғиә был юлы фатирға Гөләндәм ҡарсыҡҡа урынлашҡайны. Бер көн Гөлсафа апаһы тап килеп, өҙмәй ҙә ҡуймай, үҙҙәренә саҡырҙы.
Сәй эскән арала улының колхозда агроном булып эшләп йөрөүен, ҡыҙының хыянатынан һуң төшөнкөлөккә бирелеүен һөйләне, хатта клубҡа ла сыҡмауына зарланды, һүҙ артынан һүҙ сығып, ошо көндәрҙә Рафиҡтың тыуған көнөн билдәләйәсәкбеҙ, һине мотлаҡ саҡырабыҙ, килмәйенсә ҡалма, тине.
Тыуған көн күңелле генә үтте. Йырланмаған йыр, бейемәгән бейеү ҡалманы. Барыһын да Мәрғиәнең моңло тауышы әсир итте. Хатта ул йырлаған ваҡытта Рафиҡ та, унан күҙен алмайынса, һоҡланып ҡарап ултырҙы. Ҙур ҙәңгәр күҙҙәренән яғымлы йылылыҡ, ихласлыҡ, сафлыҡ бөркөлгән ҡыҙҙы бығаса нисек күрмәгән? Хатта уның тумалаҡ кәүҙәһе лә, бер аҙ һипкелле түңәрәк йөҙө лә уға һөйкөмлө күренде. Әҙерәк ҡыҙмаса булып алған егет бейегән саҡта Мәрғиәнең биленән һығып ҡосаҡлап: “Бөгөн һине оҙатырға мөмкинме?” -тип һораны. Шул көндән башланды ла инде уларҙың осрашыуҙары. Анттар биреп, һөйәм тип тә әйтмәне, тик бер көн клубтан сыҡҡас, туп-тура үҙҙәренә алып ҡайтты ла: “Әсәй, мин өйләнәм”, - тине.
Ҡуш ҡуллап риза булды әсәһе, оҙаҡҡа һуҙып торманылар, һалҡын декабрь көндәрендә гөрләтеп туй ҙа яһанылар.
Ниндәй бәхетле ине Мәрғиә! Ул бит Рафиҡҡа тәү күреүҙән ғашиҡ булғайны. Ә хәҙер - уның ҡатыны. Бөтә һөйөүен тик уға арнаясаҡ, мәңгелеккә тик уға тоғро ҡатын буласаҡ. Матур хыялдар менән башланы ул үҙенең ғаилә тормошон. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлеге холоҡ-фиғелендә генә түгел, йөҙөндә лә сағылды. Эшенә йүгереп барҙы, йүгереп ҡайтты. Телендә бары Рафиҡ булды. Өлкәнерәк апалары уның бигерәк бер ҡатлы булыуынамы, әллә йәшлегенә ишара итепме: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа ”, - тип көлөмһөрәне. Рафиҡтан башҡа бер кем эленмәне уның күҙенә, етмәһә, ҡәйнәһе лә улар өсөн өҙөлөп торҙо. Ә инде балаға уҙғас, был донъяла үҙен иң бәхетлеләрҙән һананы.
Үҙенең һөйөү көсөнә ышанды Мәрғиә. Бала табыу йортонан Рафиҡ уны колхоз рәйесенең "Волга"һы менән алырға килде. Акушерка менән шәфҡәт туташтарына ҡиммәтле шарап һәм кәнфиттәр, ә һөйгән ҡатынына алҡалар бүләк итте. Алҡаның да ниндәйен – күҙҙең яуын алырлыҡ ҡып-ҡыҙылын. Ниндәй бәхетле ине ул, әйтерһең, бөтә ғүмер юлы, сабыйҙы төргән аҡ юрған кеүек, тик бәхеттәргә генә төрөлөп үтер кеүек ине…
Ҡыҙҙары Зилә бик илаҡ булды. Төндәр буйы йоҡлай алмай сыҡҡан ваҡыттары булды Мәрғиәнең. Рафиҡтың балаға бик иҫе китмәне. Эш, тигән булып, өйөнә йыш ҡына һуңлап ҡайтыр булды. Ҡыҙҙары аяҡҡа баҫып, тәтелдәп йөрөй башлағас, өйгә тағы ла ҡот ҡунғандай булды. Күп ваҡыттарын бергәләп үткәрҙеләр, Рафиҡ уларға ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайтты. Кемдәрҙер уларҙың бәхетле йәшәүен күрә алманы, бигерәк тә күрше ҡатын Мәрхәбә был яҡтан маһир ине.
Ул көндө район үҙәгенә мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр алырға барырға тура килде. Тик, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡайтып килгәндә тәгәрмәс шартлап, машина боҙолдо. Шофер, күрше ауылға барып, камералар алып килгәнсе, көн дә кисләне. Өйөнә килеп ингәндә, төн уртаһы ине. Уны ире асыулы ҡараш менән ҡаршыланы, бер аҙ төшөреп тә алғайны. “Ҡайҙа йөрөйһөң?”- тип екерҙе. “Машина боҙолдо”,- тип аҡланырға булған Мәрғиәнең һүҙҙәренә ҡолаҡ та элмәне. “Һеҙҙе күрше Мәрхәбә апай үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡарағайлыҡта”,- тип аҡырҙы. “Мәктәп өсөн алған ҡаралтыларҙы ташлап китеп булмай бит инде. Етмәһә, Һиҙиәт , камералар алам тип, ауылға китте”, - тигәнде ишеткәс, ире: “Тимәк, Һиҙиәт?” - тип тештәрен ҡыҫты ла эргәһендәге ултырғысты тибеп осорҙо. Ултырғыс уның аяғына килеп бәрелде, ауыртыуына сыҙамай, Мәрғиә сүгәләп төштө лә илап ебәрҙе. “Ах, һин, минең бүләк алҡаларҙы тағып, уйнаш итәһеңме?” - тип, ире уның ҡолағына йәбеште. Эштең ниҙә икәнен аңлауын аңланы лә Мәрғиә, тик көнләшеүҙең сигенә сығып, күҙе-башы тонған ире бер нәмә аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ярай әле, бәхетенә төпкө бүлмәнән ҡәйнәһе йүгереп сыҡты. Этеп-төртөп, Рафиҡты тышҡа сығарып, саҡ тынысландырҙылар. Тик, күпме генә эҙләһәләр ҙә, алҡаның һыңарын таба алманылар…
Ошо ваҡиғанан һуң Мәрғиәнең күңеле кителде, алҡаһын ғына түгел, ә бәхетле тормош ҡорорға хыялланған өмөтөн дә юғалтты.
Ҡәйнәһе вафат булғас ҡына Мәрғиә иренең ниндәй булдыҡһыҙ икәненә иғтибар итте. Күрәһең, бөтә донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, улы менән килененә ыҙғыш өсөн урын ҡалдырмай йәшәгәндер.
Ире һуңғы ваҡытта төплө эш урыны булмағас, унда-бында “ҡалым” менән шөғөлләнде. Ә буш ваҡыттарын иптәштәре менән кәйеф-сафа ҡороп үткәрҙе. Эсеп алһа, ҡатынын ирҙәрҙән генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да көнләшә башланы. Ә бит тормошто тиң башлағайнылар, береһе – уҡытыусы, икенсеһе – агроном. Ә бөтә бәләнең осо – эскелек, һәр кем үҙ тормошон үҙе ҡора, тиҙәр. Ынтылышың, тырышлығың булһа, донъяң түңәрәк. Әгәр инде һыу ыңғайыңа аҡһаң – үҙең ғәйепле.
Күҙ йәштәрен һөртөргә тип ҡулъяулыҡ эҙләп, ҡулын кеҫәһенә тыҡһа, бармаҡтары ниндәйҙер бер ҡаты әйбергә тейҙе. Бәй, был бит баяғы һыңар алҡа! Теге көндә килененә күрһәтеп ултырғайны, бәлки, ҡалаға барып, ошо алҡанан әллә кулон, әллә балдаҡ эшләтеп булмаҫмы тип. Килене көлөмһөрәп: “Ҡуй, әле, апай, юҡ менән булма, лутсы өр-яңы алҡалар алып таҡ, алҡа алырҙыҡ ҡына хәлең барҙыр әле”, - тигәйне.
Ысынлап та, әйберҙе улай итәм, былай итәм, тип, төрлө рәүешкә индереп ҡараһаң да, ул барыбер үҙ төҫөн юғалтасаҡ бит.
Хәҙер инде Мәрғиә үҙенә асыулана башланы, нимә тип ошо һыңар алҡаны һаҡланы икән? Бер һыңары юғалғас, ул бит барыбер ишһеҙ…
Бәй, ул һыңар алҡа мин үҙе түгелме һуң? Һөймәгәнгә һөйкәлеп, ҡатын бәхете күрмәйенсә, ирле көйө яңғыҙлыҡта ғүмере заяға үтте түгелме? Ә кем ғәйепле? Үҙе түгелме? Йән асыуынан ҡулындағы һыңар алҡаны һыуға ырғытты Мәрғиә.
Бер аҙ ултырғас, үҙенең тынысланғанын тойҙо. Көндөң дә матур, ялтлап торған ҡояшлы икәненә иғтибар итте. Шәп-шәп аҙымдар менән өйҙәренә табан атланы. Өйгә ингәс, үҙен көтөп ултырған әсәһен ҡосаҡлап үпте, ҡәҙерлеһенә үҙенең бик-бик кәрәклеген аңланы. Әсәһе бит хәҙер бәләкәй бала хәлендә. Нисек кенә булмаһын, Мәрғиә әсәһен һуңғы көндәренә тиклем яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.
Ә ире… Бер-береһенә кәрәклеген аңлаһа, бәлки… Ә аңламаһа, юлдар айырылыр. Ғүмер тигән нәмә бик ҡыҫҡа, уның да бит бәхеткә хоҡуғы бар.
Автор:Әминә ЯХИНА.
Читайте нас: