Все новости
Литература
5 Октября , 11:07

ӨЙ ЙЫЛЫҺЫ

Ниңәлер ошо арала төшө боларҙы Мәликәнең. Төшөндә әсәһе ҡып-ҡыҙыл күлдәктә үҙҙәренең йорто янында ултыра икән. “Бәй, әсәйемдең бер ваҡытта ла ҡыҙыл күлдәк кейгәне булманы бит, ул асылда аллы-гөллө төҫтәге кейемдәр ярата ине,”-тигән уй үтте Мәликәнең башынан. 

ӨЙ ЙЫЛЫҺЫ

Әсәһе ғүмеренең һуңғы көндәренә хәтлем, бер кемгә лә ыҙаһын һалмайынса, үҙ көнөн үҙе хәстәрләп, яңғыҙы ғына йәшәне ошо йортта. Олатаһының оҫта ҡулдары менән шығырлап торған ҡарағайҙан утыҙынсы йылдарҙа һалынған алты мөйөшлө йорттоң, тау башында урынлашҡанғамы, ауылға килеп инеү менән, ҡыҙыл ҡалайҙан ябылған ҡыйығы әллә ҡайҙан күренер ине. Йорттоң эсе лә, ихата алды ла иркен. Ә өй эсендә иң күркәм урын торлаҡтың ҡап уртаһында урынлашҡан “урыҫ” мейесе булғандыр. Мейес өй йылытыусы, икмәк, аш бешереү урыны ғына түгел, бала-сағаның йоҡо урыны ла ине. Хатта ошо мейес башында йоҡлар өсөн ағалары менән ыҙғышып та китерҙәр ине, бигерәк тә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә. Йәй көндәре отпускыларын бергәләшеп тыуған йортта үткәрергә күнеккәнгәме, әсәләре үлеп киткәс, өйҙө һатмаҫҡа кәңәш ҡорғайнылар ҙа ул. Тик ваҡыт юҡлығына һылтаныпмы, әллә буш өйҙә толҡа тапманылармы, һуңғы йылдарҙа ҡышын ғына түгел, йәмле йәй айҙарында ла йортҡа юлдар һирәгәйҙе. Ҡараусы, тәрбиәләүсе булмағас, ауыл күрке булған йорттоң буяуҙары уңып, ҡоймалары ҡыйшая башланы, ишек алдын сүп-сар баҫты. Ауылда яҡын туғандары ла ҡалманы, барыһы ла ҡалала төпләнде. Кәңәшләштеләр ҙә йортто һатырға ҡарар иттеләр. Өйҙө беренсе һорап килгән кешегә, һатыулашып та тормай, һатып ебәрҙеләр. “Эй, әсәкәйем, үпкәләйһеңдер инде беҙгә, йорттоң нигеҙен ҡоротҡанға. Үҙемдең дә бик эсем боша ла бит, ни эшләйһең бит”, - тип, үҙ-үҙен аҡлағандай, һөйләнә-һөйләнә Мәликә, әсәһенең рухы риза булһын өсөн, хәйер биреп, доға уҡытыу ниәте менән, күршеһендә йәшәгән Сәмиғә әбейгә йыйына башлаған ине, телефон шылтыраны.

Һаулыҡ та һорашмайынса, кемдер телефондың икенсе осонан:
- Ишетегеҙме, өйөгөҙ янды бит, - тип хәбәр һалмаһынмы…
Көтмәгәндә ишеткән был хәбәр Мәликәнең зиһенен юйҙымы ни, ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китә яҙҙы, баштары әйләнеп саҡ йығылмай ҡалды. Ярай әле ултырғысҡа тотоноп өлгөрҙө. Ә теге остағы кеше үҙ хәбәрен теҙҙе:
- Кемгә-кемгә, шул эскеселәргә һатып ҡына өйөгөҙҙө әрәм иттегеҙ. Теге Фәүҡинур үҙе төрткән ти утты. Валлаһи, ире менән ыҙғышҡан да, өй уртаһына әйберҙәрен өйгән дә, көпә-көндөҙ ут төрткән. Йүнһеҙ бисә, йәнәһе беткә үсегеп, тунын яндырған. Биш балаһын да уйламаған, ҡороп ҡалғыры. Уйлар ине лә, башын араҡы томалаған. Үҙен милиция алып китте. Ире ҡалды биш балаһы менән. Гелән ҡыҙ балалар бит әле, өлкәненә ун ике, кинйәһенә ике генә йәш. Хәҙер мунсаларында көн итәләр. Атай тигәндәрен дә әйтер инем, башы эскенән сыҡмай. Балалары йәл… Эй, Фәйрүзә инәй иҫән булһа…

Телефондағы кеше һөйләне лә һөйләне, ә Мәликә ошо хәбәрҙән иҫәнгерәп, аңы томаланып киткән кешеләй, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә көсө етмәне. Нисек инде әсә кеше үҙ ҡулы менән үҙ йортон яндыра алған? Ниңә ул береһенән-береһе бәләкәй ғәзиз балаларын уйламаған, уларҙың яҙмыштарына битараф ҡалған? Ниндәй әсә ул? Хайуандың хайуаны үҙ балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Йә, хоҙай!
Бер яҡтан, өйһөҙ ҡалған сабыйҙарҙы, икенсе яҡтан, үҙенең бала сағы, үҫмер саҡтары, йәшлеге үткән йорттарын йәлләп, күҙҙәренә йәштәре төйөлде Мәликәнең. Ҡулына эш барманы, мамыҡ шәленә төрөнөп диванға ултырҙы ла ойоп киткәндәй, тыуған йорто, әсәһе менән бәйле хәтирәләргә сумды.

… Мәликә атаһын бөтөнләй хәтерләмәй тиерлек. Атаһын, ауыл муллаһы Ибраһимды, “халыҡ дошманы” тигән исем тағып, ҡулға алған ваҡытта, әсәһе ҡулында береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала тороп ҡала. Мәликәгә ни бары дүрт йәш тирәһе, ә кесе ҡустыһы Мораҙымға ике йәш кенә булған. Йорттарын, барлыҡ мөлкәтен тартып алғастар, уларҙың ғаиләһе күрше ауылда урынлашҡан олаталарының йорттарына барып һыйына. Был йортта әсәһенең ҡустылары Әхмәтйән менән Фәтхулла йәшәй ине.
Йорттоң бер бүлмәһендә - әле егет ҡорона инеп килгән ағайҙары, ә икенсеһендә Мәликәләр урынлашты. Ишек алды ла иркен ине ул йорттоң, һарай-ҡуралары ла төплө уйланып ныҡлы итеп төҙөлгәйне. Ә инде картуф баҡсаһы ауылда иң ҙуры булғандыр. Хәҙер иҫтәренә төшһә, хайран ҡала Мәликә әсәһенең уңғанлығына. Ҡайһы арала ул барыһына өлгөргән!

Иртән тороуҙарына ҡаҙанда картуф боҫрай, һәр саҡ өҫтәлдә йылы һөт, ул арала мейестә күпереп икмәге лә бешеп сыға. Ағаларын да, балаларын да ҡаты тотто әсәһе, йорт эсендәге эштәр һәр береһенә беркетелгән ине. Ағалары Ғиниәт менән Хәкимдең икенсе әсәнән булыуын Мәликә үҫеп еткәс кенә белде. Уларҙың үҙ әсәләре йәшләй генә ауырып үлеп киткәс, Ибраһим мулла күрше ауыл ҡыҙы - уңған, сая Фәйрүзәгә өйләнә. Бәхетле йәшәй улар, тик яҙмыш тигәнең тик һинеңсә генә булһа икән… Киткән еренән кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай аталарына, “халыҡ дошманы” тип атып үлтерәләр. Әсәләре башҡаса кейәүгә сыҡмай, Ғиниәт менән Хәкимде үҙ баларылай күреп үҫтерә, ситләтмәй, ҡырын һүҙ әйтеп, күңелдәрен ҡыймай. Колхозда ал бирмәй әсәһе, ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа, һүҙ көрәштереп торманы, ул бесән сабыумы, кәбән ҡойоумы, ураҡ урыумы, ботлап-ботлап иген ташыумы - барыһын да башҡарҙы. Өйөндә - ҡот, эшендә ут уйнатты. Бәлки, шуғалыр ҙа балалар атайһыҙлыҡты тойманылар, әсәй ҡанаты аҫтында етемлекте һиҙмәнеләр, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Дан ҡатын ине шул әсәләре! Буйға тәбәнәк булһа ла, тығыҙ итле, ап-асыҡ зәңгәр күҙле, ғәҙел, тура һүҙе менән кешене айырмайынса үҙ фекерен бәреп әйтә белде. Тик әҙ генә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине, шуғалырмы уға ауылда “һаңғырау Фәйрүзә” ҡушаматы тағылды.

Бәлә көтмәгәндә килде. Ул көндө Мәликә тиҫтерҙәре менән урамда сынаяҡ ярсыҡтары менән “өй ҡороп” уйнай ине. Өҫкө урамдан саң борҡотоп килгән өс һыбайлы уларҙың ҡапҡа төбөндә туҡтанылар ҙа, ҡыҙыу-ҡыҙыу ниҙер һөйләшеп, Мәликәләрҙең ишек алдына йүнәлделәр. Күп тә үтмәне, ишек алдында тауыш ҡупты. Әсәһенең йән өҙгөс: “Ебәрегеҙ мине! “ - тигән тауышын ишетеп, Мәликә ҡойма ярығына ҡапланды һәм ошо күренешкә тарыны: форма кейгән ике ир өҫтөнә йыртылып бөткән бишмәт, аяғына туҙып бөткән сабата кейгән ирҙең ҡулдарын артҡа бәйләп, ишек алдында тора, ә өсөнсө киң яурынлы, ялпаҡ битле ир әсәһенең ҡулдарын мыҫҡып тотоп, уны тупһанан һөйрәкләй. Әсәһенең сәстәре туҙған, күлдәгенең бер яҡ еңе умырылған, үҙе ике ҡулы менән тупһа бағанаһын ҡосаҡлаған. Табаҡ битле ир уҫал тауыш менән:
- Ни өсөн ҡасҡалаҡты йәшерҙең? - тип екерҙе.
- Бәй, мин уны ни эшләп йәшерәйем, күргән-белгән кешем түгел, -тип Фәйрүзә аҡланырға теләһә лә, табаҡ битле ир һуҙҙе ҡырҡа тотто:
- Тегендә барғас, аңлатырһың!

Әсәһен ошо хәлдә күреп, ҡурҡыуҙанмы, әллә уны йәлләүҙәнме, таш булып быуындары ҡатты Мәликәнең, ә күҙҙәренән урғылып йәштәре атылды. Ул арала ҡаскын ирҙе елтерәтеп урамға алып сыҡтылар, бына әсәһе лә күренде. Мәликә үкһеп илауынан тыйыла алмайынса, әсәһенә ыңғайланы.
- Балаҡайым, илама, - тип әйтеүе булды әсәһенең, Мәликә йәшен тиҙлеге менән әсәһенең муйынына һырылды, кескәй ҡулдары менән һағыҙаҡтай уға йәбеште. Ялпаҡ битле ир уны тартҡылай башлағайны, оҙон буйлы, ҡыҙыл йондоҙло фуражка кейгән ир:
- Хушлашһындар, - тип уны тыйҙы.
- Көйәләнмә, балам, минең ғәйебем юҡ, ағайҙарыңа әйт, доньяны яҡшы ҡараһындар, күп булһа, кискә әйләнермен,-тине лә маңлайынан үпте. Әйтерһең, маңлайына әсәһенең ирендәре түгел, ҡыҙыу тимер баҫтылармы ни, бөтә тәне буйлап ут югерҙе, аңы томаланды.

Иҫенә килгәндә, күрше Сәхибә апай, уның маңлайына һалҡын таҫтамал ҡуйып, карауаты янында ултыра ине. Беренсе һүҙе: «Әсәйем ҡайҙа?” - тигән һорау булды. Сәхибә апай башын түбән эйҙе.
Шул китеүҙән әсәһе ҡайтманы. Уны ат ҡарағы ҡасҡалаҡты йәшереүҙә ғәйепләп, ун йылға хөкөм иттеләр. Иренең халыҡ дошманы икәнен дә иҫенә төшөрҙөләр. Ә бит әсәһенең тамсы ла ғәйебе булмаған. Йорт мәшәҡәттәре менән булашҡан әсәһе, ана шул “ҡаты ҡолаҡлы” булыу сәбәпле, ишектән шым ғына инеп, мейес артына боҫҡан ирҙе аңғармаған. Ул ир, колхоз атын урлап ҡаҙаҡтарға һатыуҙа ғәйепләнеп, күптән эҙәрлекләү аҫтында йөрөгән. Ул көндө урманда ҡасып йөрөгән ир, тамаҡ тапмаммы тип, ауыл яғына юл тотҡанда, уның артынан милиция төшә. Ул үҙенең артынан күҙәтеүҙәрен һиҙеп, картуф баҡсаһы аша, тәүге күренгән йортҡа юллана. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул Мәликәләрҙең йорто булып сыға.

Әсәһе үҙе менән бергә өйҙөң ҡотон да алып китте. Таң һайын, әсәһенең:
“Йә, балаҡайҙар, йоҡоғоҙҙы бөтөрөгөҙ, һеҙҙе яңы көн көтә, уңғандарым!” - тигән көр тауышы яңғыраманы, тупылдатып арҡаларынан һөйөүсө табылманы.
Малайҙар ҡулы менән ары-бире әҙерләнгән аштың тәме булманы.
Әле быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән Ғиниәт менән Хәким ағалары, тамаҡ ялғар өсөн, колхоз эшенә ялланды. Ҡоралайҙай сабып, иркәләп кенә йөрөгән Мәликәгә лә тормош мәшәҡәттәре ябырылды. Һыуға барыу, өй йыйыштырыу, картуф әрсеү, һауыт-һабаны таҙа тотоу уның бурысына әүерелде. Ярай әле, ул арала Әхмәтйән ағалары өйләнеп, Заһира еңгәләре һыйыр һауыу, кер йыуыу, тамаҡ әҙерләү кеүек эштәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Тормош үҙ яйы менән дауам итте.

Мәликә мәктәптә тырышып уҡыны, һирәкләп булһа ла әсәһенән килгән йылы хаттар уның күңел түрендәге осрашыу өмөттәрен һүндермәне. Хәҙер инде ул үҙе әсәһенә яуап хаттары яҙырға өйрәнде. Ә инде ҡустыһы Фирғәттең тыуыуы өйгә йәм өҫтәне. Ошо бәләкәй генә йән эйәһе Мәликәнең барлыҡ ҡайғыһын баҫты һымаҡ.
Ул көндө Фирғәт тәүге аҙымдарын яһаны. Өйҙәгеләр йәш бала менән булашып, ишектән ингән Әхмәтйән ағаларына әһәмиәт бирмәне. Тик ул көндәгесә йылмайып:
- Ҡайҙа минең алтыным, - тип өндәшмәне, аяҡ кейемен дә һалмай, түргә үтеп, һикегә ултырҙы ла, башын түбән эйҙе. Ҙур кәүҙәһе бәләкәсәйеп, зәңгәр күҙҙәре тоноҡланып, аҡ йөҙө ҡарайып киткәндәй тойолдо. Күңелдәре менән барыһы ла ауыр ҡайғы килгәнен һиҙемләнеләр, барыһының күҙҙәре ағаларына төбәлде. Өй эсендә урынлашҡан тынлыҡты еңгәһе боҙҙо:
- Ни булды?
- Һуғыш башланған, - тине ағаһы.
Йорт эсен ауыр тынлыҡ баҫты. Һуғыштың һәр кешегә, һәр йортҡа ғына түгел, бөтә илгә тик ҡайғы, хәсрәт, юғалтыуҙар алып килеүен барыһы ла аңлай ине, был афәттән ҡотолоу юлы юҡ икәнен дә тойомланылар. Нимә көтә уларҙы?
Бары бәләкәй Фирғәт кенә тынлыҡты боҙоп, әллә үҙенә иғтибар бирмәгән ата-әсәһенә үпкәләпме, әллә асығыпмы, иң тәүҙә шыңшып, ә аҙаҡтан ҡысҡырып иларға тотондо. Уға Мәликә ҡушылды. Ағалары иңдәрен һалындырып, баштарын баҫып, тышҡа йүнәлделәр.

Ауылдағы ирҙәр, егеттәр менән бергә ағалары Әхмәтйән, Фәтхулла ла илде һаҡларға фронтҡа китте. Ир-ат етешмәгәнлектән, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк колхоз эшенә егелде. Ағалары Ғиниәт менән Хәким күрше ауылдағы алтын приискыһына юлланды. Ир-ат булмағанлыҡтан, өйҙәге мал-тыуар көндән-көн кәмене. Техника етешмәгәнлектән, сәскән игенде лә бөткәнсе йыйып ала алманылар, башаҡтар ҡар аҫтында ҡалды. Ҡыш ауыр килде. Аслыҡ үҙәккә үтте. Бигерәк тә аштың ҡыҫыр булыуынан үҫмер ҡорона инеп килгән ҡустыһы Мораҙым интекте. Яҙ көнө ине. Аслыҡтан интеккән малайҙар башаҡ табып ашаған. Улар араһында ҡустыһы ла булған. Туғанының үлемен ауыр кисерҙе Мәликә, илай-илай күҙҙәре шешенде, тамағына аш барманы, йөҙө һурылды, ҡустыһының үлемендә үҙен ғәйепләү тойғоһо уйынан сыҡманы. Хатта кескәй Фирғәт тә, уның ҡайғыһын аңлағандай, шым ғына йөрөр булды.

Һуғыштың икенсе ҡышы. Утын булмағанлыҡтан, өй һалҡын, кейемдәрен сисмәйенсә, барлыҡ иҫке-һоҫҡо түшәктәргә, фуфайкаларға бөркәнеп йоҡларға яталар. Көҙ эш хаҡына алған иген дә бөтөп бара. Еңгәһе, астан үлмәҫ өсөн, әҙләп кенә өйрә бешерә. Етмәһә, әсәһенән дә, фронттан да хат юҡ. Улар иҫәнме, юҡмы - билдәһеҙ…
Ошондай шыҡһыҙ ҡышҡы төндәрҙең береһендә кемдер ишек шаҡыны. Еңгәһе лә, Мәликә лә тауыш бирергә ашыҡманы. Кем йөрөр ете төн уртаһында?
- Асығыҙ, был мин, - тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Асырғамы-юҡмы тигәндәй, Мәликә менән еңгәһе бер-береһенә ҡараны.
- Мәликә, балам, был бит мин - әсәйең, - тигән тауышты ишеткәс, Мәликә ҡойолдо ла төштө, ултырған урынынан ҡуҙғала алмайынса, ишеккә төбәлде, күҙҙәренә эркелеп йәштәре тығылды.
Эй, бәхетле минуттар! Әйтерһең, әсәһенең ҡайтыуы уларҙы оло бәләнән ҡотҡара, үлемдән йола. Ә бит ысынында шулай булды. Әсәһе үҙе менән бергә өйҙөң ҡотон алып килде. Һүнеп барған тормош йәнләнеп китте, өй йылыһы һәр ҡайһыныһының күңелен үҫтерҙе, киләсәккә өмөттәр уятты.

Көткән еңеү яҙы ла етте. Тик ағалары ғына әйләнеп ҡайтманы, яу яланында ятып ҡалды. Иренең һуғыштан әйләнеп ҡайтмауын ауыр кисерҙе еңгәһе, уға һуғыш йылдарындағы ауыр эштәрҙә йөрөп, һалҡын алдырыуҙары ла өҫтәлеп, көндән-көн шиңде. Ә бер көн мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Бәләкәй Фирғәтте ситкә типмәнеләр, уны киң күңелле Фәйрүзә үҙ ҡосағына алды. Йылдар үтте. Мәликә - уҡытыусы, Ғиниәт менән Хәким - шахтер, Фирғәт табип һөнәрен һайланы. Һәр ҡайныһы үҙ яртыһын табып, матур оя ҡорҙо…

Ниңә улай килеп сыҡты һуң? Шундай ауыр ваҡыттарҙа нисәмә етемде үҙ ҡосағына алып һыйындырған, үҙ йылыһында йылыткан йорттоң тыныс донья шарттарында кеше, юҡ, әсә ҡулдары менән юҡҡа сығарылыуын нисек аңларға? Аңлай ҙа, башына ла һеңдерә алманы Мәликә был ғибрәтле хәлде. Бәлки шуғалырмы, тыуғандары саҡырһа ла, ауылдары яғына барып әйләнмәне. Көл-күмергә әйләнгән өй урынын күреп, күңелен ярһытҡыһы килмәне.

Был юлы Еңеү көнөнә арнап ауылда уҙғарыласаҡ оло тантана кисәһенә саҡырыу ҡағыҙы алғас, тормош иптәше Сәлимйән, Мәликәнең ай-вайына ҡарамай, мотлаҡ барасаҡбыҙ, тигәс, ризалашты. Биш йыл элек үткән осрашыуҙа 20 ветеран булһа, хәҙер улар һаны тик бишәү генә ине. Улары ла оло йәштә, ҡайһыһының күҙе күрмәй, ҡайһыһының ҡолағы ишетмәй, ҡайһыһы таяҡҡа таянып, саҡ атлай. Ауыл хакимиәтенә рәхмәт, ветерандарҙы матур ҡаршыланылар, оло хөрмәт күрһәттеләр, һәр береһенә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар.

Бына инде тантаналы сәғәт тә етеп килә, һәр ветеран, йылдағы йола буйынса, ауыл уртаһында, яу яланында батырҙарса һәләк булған яҡташтарына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалырға тейеш. Мәликә, баш ауыртыуына һылтанып, унда бармайынса, клуб янында ғына йәшәгән әхирәтенә инеп сығырға уйлаһа ла, ауыл хакимиәте башлығы уны көсләп тигәндәй, еңел машинаға ултыртып ҡуйҙы. Ауыл үҙгәргән, төҙөкләнгән, яңы йорттар ҡалҡҡан, ҡойма-ҡапҡалар ялтлатып буяп ҡуйылған, ә ҡайһылары семәрләп, һүрәттәр ҙә төшөргән.

Бына уларҙың урамы… Юҡ, юҡ, ул яҡҡа ҡарамаҫҡа, тип, Мәликә күҙҙәрен йомдо. Сәлимйәне уның бөйөрөнә төртөп: ”Ана һеҙҙең урамығыҙ”, - тип ике тапҡыр өндәшһә лә, Мәликә ишетмәмеш булды. Ҡапыл машина, әллә соҡорға эләгепме, һелкенеп ҡуйҙы. Ирекһеҙҙән Мәликә күҙҙәрен асты ла тирә-яғын байҡап алды. Бәй, Мәликә үҙ күҙҙәренә ышанмайынса, машина тәҙрәһенә ҡапланды. Үҙҙәренең йорто урынында көл-күмерҙе күрермен дә, ғүмер буйы ошо һын күҙе алдынан китмәйенсә, күңелен әсендерер тип хафаланған Мәликәнең йөҙө яҡтырып китте.
- Сәлимйән, әллә йорт күтәргәндәр инде? - тип иптәшенә өндәште.
- Ысындан да йорт, ә һин көйәләнгән булаһың.
- Кем күтәрҙе икән был йортто?- тип, шоферға ҡараны.
- Яҡшығолов Мәхмүт, бына тигән егет, ауылда фермер хужалығы асып ебәрҙе, - тип яуапланы шофер егет.
- Әллә Сабирйәндең улымы? - тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Мәликә,
- Тап өҫтөнә баҫтығыҙ, апай, - тигән яуапты ишеткәс, Мәликә:
- Бына бит, үҙебеҙҙең нәҫел кешеһе, әсәйемдең ике туған ҡустыһының ейәне, - тине ғорурлыҡ тойғоһо менән.

Мәликәнең күңелдәре күтәрелеп китте, артына әйләнеп, яңы ҡалҡып сыҡҡан йортҡа берсә ҡыуанып, берсә һоҡланып күҙҙән яҙғансы ҡараны, әйтерһең, унда самауырын ҡайнатып, уларҙы әсәһе көтә ине….

Автор:Әминә ЯХИНА.