Все новости
Литература
1 Октября 2021, 10:05

МИҢƏ ПАРИЖДАН АЛЫП ҠАЙТ…

ХИКƏЙƏ

МИҢƏ ПАРИЖДАН АЛЫП ҠАЙТ…
МИҢƏ ПАРИЖДАН АЛЫП ҠАЙТ…

Атаһы Һеләүһендең арҡаһынан ҡаҡты.

– Һеләүһен улым, мин һиңә, һрансуз яуына китмә, тороп ҡал, тип әйтә алмайым. Яҙмыш йөрөтә әҙәм балаһын… Йәнә лә, ата һүҙе түгел был, – Сәмерхан ҡарт, хис-тойғоһон тышҡа сығармаҫҡа тырышып, туҡталыбыраҡ торҙо, тамағын ҡырып алған булды, шунан һүҙен дауам итте. – Хәбибйән ағайың менән икегеҙ ҙә имен-аман әйләнеп ҡайтырһығыҙ, тип өмөт итәм. Тик нығытып әйтеп ҡуяйым: иллә-алла, ағайың менән бер-берегеҙгә терәк булығыҙ.

Сәмерхан ҡарт хәҙер өлкән улына табан боролдо.

– Ҡустың менән бер һүҙле булдың, ныҡ яҡланың, барһын, - тинең.

– Атай, һин үҙең дә…

Сәмерхан ҡарт ҡулын ғына һелтәне, күңеле нескәргәнен һиҙҙермәҫ өсөн турайғырҙың ялын һыйпаштырҙы.

– Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә яугирҙар затынан, атай! Ата-бабаларҙың даны тураһында һин еткерҙең, беҙҙе батырлыҡҡа рухландырҙың, ҡыйыу булып үҫеүебеҙҙе теләнең! Беҙ боронғолар аманатына тоғро! – Бабаларының батырлыҡтары менән ғорурланған, үҙе лә шулар кеүек булырға хыялланған Һеләүһен ярһып әйтте был һүҙҙәрен.

– Әсәйең килә, улым.

«Их, бына әсәйемде йыуатырлыҡ һүҙҙе нисек табырға?...»

– Хәбибйән улымды яуға йыйына тип ишеткәс, матур төш күргәйнем. Яҡшыға юраным. – Кәримә апай танауын тартып алды. – Ә инде, Һеләүһен ағаһынан ҡалмай, тигәс… Төштәрем дә боларыбыраҡ тора. Берүк хәйерлегә була күрһен. Бына, улым, камзулыңа эс яҡтан бетеү тектем. Был көмөш тәңкәлә көслө доға сүкеп яҙылған. Шуны йөрөткән ҡартатаң да, атаң да бөтөн һуғыш-ороштарҙан имен йөрөп ҡайтҡан, Һеләүһенем.

Еңгәһе өндәшмәй, күҙенән субырлап йәше генә аға. Хәбибйән ағаһының йәш ярымлыҡ улы, бер нәмә лә аңламай, һаман атаһына ынтыла.

– Сеү, Таңатар балам, атаңа оронсоҡлама…

Маһинур еңгәһе бәпәйен ҡосағына нығыраҡ ҡыҫа. Тегенеһе орсоҡтай өйөрөлә. Һис кенә тотоп алып булмай.

– Ҡулсыр, бы һынным атаһына оҡшамаҫ!..

Хәбибйән ағаһына оҡшай был һүҙ, ул ҡысҡырып көлөп ебәрә лә улын өҫкә сөйә, унан күкрәгенә ҡыҫа. Йөҙө етдиләнә төшә:

– Маһинурым, йәнкәйем, әйт: алыҫ яҡтарҙан, баҫҡынсыларҙы аяҡ аҫтына һалып тапап, еңеү тыуын күтәргәндән һуң… – Йәнә мут ҡына йылмая. – Уйла әле, еңеүсенән нимә көтәһең? Нимә алып ҡайтайым һиңә Париждан, кәләш?

– Атаһы, ул халыҡтың нимәһе ҡыҙыҡтырһын? – Маһинур ирен арҡаһынан һыпырған булды. – Аллаһы Тәғәлә миңә иң ҙур бүләкте биргән дә инде. Fүмерлек бүләк. Имен-аман ҡайт! Шул ғына.

– Ай, әйткән һүҙең!.. Амин! - Хәбибйән ҡәнәғәт көлдө. – Тик еңеүсенең хаҡы барлығын онотма. Ул үҙ табышын алырға тейеш.

– Шулаймы? – Маһинур йылмайғандай итте. – Улайһа, миңә Париждан… Беләһеңме, нимә алып ҡайт…

Маһинурҙың ҡарашы уйсанланды, шул килеш Хәбибйәнгә бер килке ҡарап торҙо ла, йәһәт кенә үрелеп, хәләленең ҡолағына ниҙер бышылданы.

Һеләүһен еңгәһе әйткәнде ишетмәне, тик шуны асыҡ күрҙе: бер заман ағаһы артҡа янтайыбыраҡ китте. «Һе, ағайҙың күҙен даһрайтырлыҡ нимә әйтте икән еңгәм?» Хәбибйән ҡатынына ҡараған килеш тора бирҙе. Маһинур йомшаҡ ҡына итеп көлдө.

– Алып ҡайтырһыңмы?

– Туҡта, ә нишләп?..

Маһинур, иренең һүҙен бүлдереп, йәнә ниҙер шыбырланы.

– Кәләш… Кәләш, бер һүҙһеҙ! – Хәбибйән ҡатынын ҡосағына алды. – Кәләшкенәм минең! Алып ҡайтырмын.

Ағаһының ҡатынын ҡосағына алыуын ҡарап тороу килешмәй. Был әҙәпһеҙлек. Егет тиҙ генә сығып китте. Ә шулай ҙа нимә алып ҡайтырға ҡушты һуң еңгәһе? «Ағайымдың иҫ-аҡылын китәрерлек нимә булырға тейеш? Ипләп кенә еңгәйҙең үҙенән белешергәме? Ағайҙан һорап ҡарарғамы? Юҡ, серҙе асмаҫ».

Яуға китеүселәрҙе оҙатырға халыҡ йыйылған. Йоланы тотоп, ауылдың иң өлкән кешеһе Баянғол ҡартҡа һүҙ бирҙеләр. Ул һүҙ һөйләп торманы, тик үтенесен еткерҙе:

– Бағышай улым, әйҙә әле, үҙебеҙҙең үлемһеҙ батырҙарыбыҙға бағышланған берәй көй зыңлат!

Бағышай, йәғни уның Хәбибйән ағаһы, думбыраһын ҡулына ала: батырҙар тураһындағы бағышын башлай. Моңло уның ағаһы Хәбибйән. Ә бит «бағышай» исеменә бик һирәктәр лайыҡ. Хәбибйән – бөтөн ырыуға билгеле бағышай! Һеләүһендең йөрәге ғорурлыҡ менән тулыша. Ул да ҡулындағы ҡурайын йәтешләп тота. Сөнки оҙаҡламай ағаһы уны үҙенә ярҙамға саҡырасаҡ.

Туғандарҙы ситтәнерәк күҙәтеп торған Сәмиәрҙең шул мәлдә ирене тартышып ҡуйҙы, сырайы ҡараңғыланды: «Ҡупырсыҡтар! Бында ғына үҙегеҙҙе донъя кендеге итеп хис итәһегеҙ… Йәҙрә шартлаған ергә барып ингәс, йыр-көйҙөң нимә икәнен хәтерегеҙҙән юясаҡһығыҙ әле! Ниңә атайым да шуларға иҫе китеп ҡарап тора? Тапҡан!»

Уның нимә уйлағанын һиҙгәндәй, атаһы Әлтәф Сәмиәргә ҡарап алды. Юҡ, тегенеһенә лә, быныһына ла һоҡланмай ул. Башында мең төрлө уй болғаныша.Улын һуғышҡа ебәрмәй ҙә әмәле юҡ. Мәсеттә «Батша Манифесын» уҡып ишеттергәндән һуң, Хәбибйәндең атаһы Cәмерхан беренсе булып алға сыҡҡайны. Ул башҡорттоң данлы үткән юлын телгә алып, әле лә уяулыҡҡа, ил алдында яуаплылыҡҡа саҡырҙы. Хатта ике улын изге яуға әҙерләйәсәген әйтте. «Йә, ағайнә алдында ниәтеңде һин дә белгерт», – тип Әлтәфкә боролдо. Йәмәғәт ҡашында уға ла һүҙ әйтергә тура килде.

– Әҙерлән. Һиңә һынау килде. Әгәр ҙә ризалашмаһаң, уҡ-янды миңә алырға тура киләсәк, – бына шулай тине ҡайтҡас атаһы улы Сәмиәргә. – Ана, Сәмерхандың ике улы яуға китергә теләк белдергән. Беҙҙең зат ситтә ятып ҡалырға тейеш түгел!

Ҡанлы-утлы бәрелешкә атлыҡмаһа ла, Сәмиәр атаһына ҡарыша алмай. Атаһы әйтте – бөттө. Бына шулай ғәскәргә яҙылырға тура килде. Юҡ, Сәмиәр ҡурҡаҡтарҙан түгел. Ләкин һрансуз уға янамай бит. Атаһы ғүмер буйы Сәмерхандар тоҡомо менән ярышып көн итте. Баш тартһа, атаһы уны ғүмерҙә лә ғәфү итәсәк түгел. Шуныһы бар.

Урыҫ әрмеһенә ярҙамға барыусы башҡорттар араһында иң йәше булған Һеләүһен ифрат та тулҡынланыу кисерә ине. Башында ҡайнаған һорауҙарын ағаһына ла, атаһына ла биреп бөтөрлөк түгел. Дошманды Рәсәйҙән тиҙерәк ҡыуып сығарыу теләге көслө. Ләкин еңеү өсөн бер теләк кенә етмәй. Француз утлы ҡоралы менән ҡеүәтле, тимер-томоро менән хәтәр. Уларҙың ут-ялҡынлы тубына ҡаршы башҡорттоң аты атлығасаҡ. Йәҙрәгә ҡаршы һыбайлының йылғырлығы,тәүәккәллеге уҡталасаҡ. Дарыға ҡаршы уларҙың яугир ҡаны, яугир хәтере торасаҡ. Бәрәбәрме был көрәш? Ләкин эстәге тәүәккәллек өсөн әлегә бер ниндәй кәртә юҡ. Әләксәндер батша бына бит тап уларға ла мөрәжәғәт итә. Күп ер баҫып алған, үҙенең хәрби ҡеүәтен туҡтауһыҙ үҫтерергә ынтылған урыҫ хакимлығы француздар алдында баҙап ҡалды… Хөр йәшәгән француздарға нимәгә кәрәк бындағы һалҡын, ҡырыҫ ерҙәр? Ниндәй уңайлыҡ табырға итә икән? Һәр бер һалдаты баҫып алыу теләге менән янамы? Әллә улар фарман үтәүселәр генәме? Наполеон көслө хужа, уның әрмеһендә төрлө ил халыҡтары тупланған,тиҙәр. Ҡарасәле, Наполеон күпме ил яуларға өлгөргән! Уйланырлыҡ. Һағайтырлыҡ. Тотош донъяны ялмап-яулап алырға ынтылыш борон-борондан килә. Ләкин, ни ҡөҙрәттәндер, бер йыһангирҙың да был хыялы бойомға ашҡаны юҡ әле. Бында Аллаһы Тәғәләгә генә билгеле сер яталыр. Француздарҙы ҡыйратып,уларҙы үҙ өңдәренә индереп тығасаҡтарына шикләнмәй Һеләүһен. Бына был, исмаһам, халҡы өсөн һөйөнөслө, иң оло, иң ҡиммәтле бүләк буласаҡ… Бүләк тигәндән, Хәбибйән ағаһы Маһинурына алып ҡайтасаҡ йәдкәр тураһында әлегәсә ауыҙ асып һүҙ әйткәне юҡ. Сымыры кеше. Моғайын, Парижда ғына әйтер.

***

Француздар ҡаты һөжүм итте. Бындай утлы мәхшәрҙән миңрәп ҡалырға була. Эйе, уларҙың үҙҙәренә, еңеүҙәренә ышанысы сикһеҙ. Ялмап киләләр. Шулай уҡ сигенеү ҙә Рәсәй әрмеһе өсөн күп фәһем бирҙе. Ваҡыт бик ҡыҙыҡ икән. Уны кем нисек файҙаланып өлгөрә – күп осраҡ шунан тора. Битараф ул һиңә ваҡыт, шуға уны үҙ яғыңа «ауҙарыр» өсөн йылғырлыҡ кәрәк. Юғиһә, сәғәт эсендә генә ул һинең дошманыңа әйләнә лә ҡуя. Ваҡыт бизмәнен ике көс тә үҙ яғына ауҙарырға тырыша…

Ваҡыт тәүҙә француздарға хеҙмәт итте. Әйҙә алға барҙылар, әйҙә барҙылар тегеләр… Тик үҙҙәре иҫәп тотҡан ваҡытҡа маҡсаттарына ирешә алманылар, хәҙер ваҡыт Рәсәй яғына «йөҙөн борҙо» ла ҡуйҙы. Француз өсөн Рәсәй киңлектәрендә ризыҡ табыу, йылыныу ауыр мәсьәләгә әйләнә башлау менән уның эсендәге еңеү ярһыулығы ла һүрелә, кәмей барҙы. Ваҡыт хәҙер Рәсәй әрмеһенә булыша ине.

Бородинолағы ҡанлы алыш Һеләүһенде бына шундай уйҙарға тарытты. Ваҡыт урыҫ ғәскәренә йөҙө менән боролдо, әгәр ҙә шулай әйтергә яраһа. Наполеондың да һалдаттары элекке һымаҡ кәперәймәй. Йөрәк ҡатып киткәндәй – һәр һөжүм, һәр яуланған аҙым ҡорбан талап итте. Башҡорттар ҙа ҙур юғалтыу кисерҙе. Ҡайғы-шатлыҡ, еңеү-юғалтыу бергә буталған, уҡмашҡан…

Үрәдник чинында Хәбибйән ағаһы, уға еңел түгел. Егермең тулыр-тулмаҫтан сикә сәсең салланһынсәле. Ағаһы үҙенең тиҫтерҙәренән олораҡ күренә. Һөйләшеүе, донъяны аңлауы-аңлатыуы менән дә. Уның менән ер-һыу күргән ир-егеттәр ҙә кәңәш итә. Һеләүһен үҙе лә ағаһына оҡшарға тырыша. Шуға, иңгә-иң терәшеп, күпме дошмандар менән айҡашты. Уның ҡылысы күпме илбаҫарҙың башын ҡыйып ырғытты. Иң тоғро атын – Турайғырын юғалтыуын ауыр кисерҙе Һеләүһен. Тыумыштан өйрәтелгән тиерһең: йәҙрә шартлауынан да, ут гөрһөлдәүенән дә ҡурҡмай ине. Ә бына яңыһын өйрәтеүе анһат булманы. Яңы бейек ат холҡо менән башҡорт атынан айырыла шул. Әлхәмдүлилләһ, хәҙер туп тауышына күнеп килә.

Үрәдник Хәбибйән бригадирҙың фарманын еткерҙе: «Йәһәт кенә йыйналырға!» Бына-бына һөжүмгә күсергә тейештәр. Хәбибйән ағаһының һүҙе яугирҙары йөрәгенә үтеп инә. Еңеү менән йәшәргә тейешлегенә инанған әҙәм генә ҡул аҫтындағыларын шулай рухландыра белә. Ул – ысын бағышай, кәрәк фекерен һүҙ аша ғына түгел, йыр менән дә әйтеп бирә.

– Ә бит замандар булған! Беҙҙең төрки бабаларыбыҙҙың ҡылысынан бер яуыз да ҡотола алмаған! Төркиҙәрме дошманға баш эйгән! Аллам һаҡлаһын! Улар осҡан уҡтан шәберәк, һеләүһендән йылғырыраҡ!..

Һеләүһенгә Хәбибйән ағаһы аҙаҡҡы һүҙҙәрен уға төбәгәндәй тойолдо. Егеттең булмышын ғорурлыҡ тойғоһо биләне, үҙе лә һиҙмәҫтән башын күтәреп, турайыбыраҡ ултырҙы. Ағаһы уны хуплап баш ҡағалыр кеүек, хатта. Һөйләгән сағында башын уңға ла, һулға ла бороп, яуҙаштарына диҡҡәт менән текләп алырға яратҡан Хәбибйән ағаһы уны ғына түгел, һәр кемде күрә, хатта кемдең нимә тураһында уйлағанын да һиҙә.

– Бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ ораны яңғыраған Аурупа илдәре буйлап беҙ ҙә уҙырбыҙ! Тарих ҡабатлана. Мин әйтте тиерһегеҙ, урыҫ әрмеһе беҙгә таянды,таяныр ҙа!

– Өлкән илдәрҙе яулаясағыбыҙҙы полк бағышайы ҡалай матур әйтеп бирҙе, –тине бер башҡорт.

Уның эргәһендә ултырған Сәмиәр икенсе төрлөрәк уйҙа. Рәсәй – уртаҡ Ватан,ләкин Сәмиәрҙең ана шул Ватандан да ҡиммәтерәк нәмәһе бар. Үҙе ҡорған донъяһы, ғаиләһе. Ҡайҙалыр кафырҙар ерендә ятып ҡалғыһы килмәй уның. Хәбибйәндәр һымаҡ, әллә ниндәй илһөйәрлек тойғоһо, ҡаһарманлыҡ хисе менән янмаһа ла, эйәрҙе. Шулай кәрәк ине. Һынатманы. Бүтәндәр күргәнде күрҙе. Бүтәндәр һымаҡ уҡ алышты. Һуғыш юлы уны ла күпкә өйрәтте. Хәҙер тыуған яҡтарына имен-аман ҡайтып төшһә, ҡайһы берәүҙәр менән нисегерәк һөйләшергә, нисегерәк ауыҙҙарын ябырға ла белә ул. Тик әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Иҫән ҡайтыу тураһында уйлау яҙыҡ түгел, ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, бүтәндәр ҙә шул хаҡта уйлай. Ләкин кемдәргәлер билгеһеҙ яугир булып ҡырҙа, бына сит-ят тарафтарҙа ятып ҡалырға тура киләсәк…

Ағаһының телмәрен ауыҙ асып тыңлаған Һеләүһен күкрәк тәңгәлендәге көмөш тәңкәһен һыпырып ҡуйҙы. Һәр яу алдынан егет тәңкәһен һыйпап ала. Төркиҙәр. Булған бит уларҙың да донъяны дер һелкеткән мәлдәре. Ҙур ерҙәр хужаһы, иркенлектә ирәүәнләгәндәр. Халыҡтар ҙа ерҙә алмаш-тилмәш хакимлыҡ итә. Ни сәбәптән көслө ҡәүемдәр тарҡала, бүлгесләнә, йотола? Ни өсөн улар урынына икенсе халыҡтар килә? Был – бер Алла ғына белә торған хикмәт...

Ваҡланмаған, тарҡалмаған булһасы төркиҙәр! Хәҙер кем хакимлығында ғына көн итмәй уларҙың вариҫтары. Хәйер, төркиҙәр ҙә төрлө. Ҡайһы берәүҙәре –ысын һуғышсы. Икенселәре сауҙа менән көн итеүҙе хуп күрә. Берәүҙәргә – буйһоноу, башҡаларына буйһондороу хас. Бер ғаилә эсендә генә лә нисәмә төрлө бала, нисәмә холоҡ, ҡәүемдәр тураһында әйтергә түгел. Уның ҡартатаһы ла, ат тураһында һүҙ сыҡһа, ҡалҡып ултырыр, күҙҙәре ут булып яныр ине. Ҡанда был хәтер, ҡанда! Башҡорттар үҙ оһоллоғон, яугирлығын юғалтмаған. Ләкин һуғышсанлыҡ – туп-тура ут эсенә барып инеү тигән һүҙ түгел. Һәр алышта йылғырлыҡ, хәйләкәрлек, дошман көтмәгән аҙымды яһай белеү кәрәк. Был – ваҡытлы шөғөл, тип оҫталыҡты үҫтермәһәң, таһыллыҡты арттырмаһаң, алыш серҙәрен өйрәнеүҙе өҙлөкһөҙ дауам итмәһәң, камиллыҡ кәмей, йөрәк һүрелә. Үҙ заманың менән һин дә үҫ. Француздар артиллерияһы гөрһөлдәүендә шундай уйҙар тыуа күңелдә.

Рәсәй әрмеһе үҙе һөжүм итеүсегә әйләнде, дошманын еренән аяуһыҙ ҡыуа.Урыҫ ҡалалары артта ҡала бара. Эҙәрлекләүгә дусар ителгән Наполеон әрмеһе,ҡамауға ҡалмаҫ өсөн, ҡыҙыу-ҡыҙыу сигенә. Уны шулай уҡ аслыҡ та, партизан менән крәҫтиәндең һөжүме лә ҡурҡыта. Ә алға барыусылар өсөн көнбайыш офоғо торған һайын киңәйә генә. Наполеон ашыға. Рәсәйҙең сигенән кире сыҡһа, гүйә, уны ҡосаҡ йәйеп ҡаршылайҙар, көтәләр, гүйә, язанан ҡотола. Юҡ,беҙ Рәсәй сигендә туҡталмаясаҡбыҙ, ти ҡайһы бер офицерҙар. Артабан Ярман иленә үтергәме, әллә Рәсәй сигендә туҡталырғамы – был турала юғарыла фекер алышыу, хатта бәхәстәр бара икән, һәм барыһы ла батшаның фарманын көтә.Һаман да ошондай тиҙлекте тотҡанда, шик юҡ, батша Рәсәй сиген үтеп, ары китеү теләге менән янасаҡ. Уңыш бит урыҫ әрмеһе яғында.

Ағаһының һүҙе менән эше айырылғаны юҡ. Бына шуға ла иптәштәре уға ышана. Ләкин уның ялҡынлы һүҙе генә тәьҫир итмәй «ағайнәгә», Хәбибйән – полкта берҙән-бер бағышай, боронғо бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын данлаған йырҙарҙы уның кеүек башҡарған берәү ҙә юҡ. Бағышлауҙарҙы бихисап ағаһының. Хәтерле-зиһенле бала булараҡ, бәләкәйҙән ҡарттарҙы тыңлап, бөтәһен дә эсендә һеңдереп барған. Шуға ла ҡарттар уға «бағышай» тигән оло исемде үҙҙәре биргән. Хәбибйән ҡулына думбыраһын алды. Йәтешләп ултырҙы.

– Ағайнә, был бағыш беҙҙе яңы алышҡа рухландырһын, – ул тамаҡ ҡырып алды ла думбыраһын сиртергә кереште. Моңло тауыш тулҡын булып алыҫҡа таралды.

Парижды ла алырбыҙ,

Аурупаны яуларбыҙ,

Әммә ысын бәхетте

Тик Уралда табырбыҙ,

Үҙебеҙҙең Ватанға

Батыр булып ҡайтырбыҙ…

Төркиҙәрҙе тарихын юйып, батырлыҡтарын кәмһетеп күрһәтергә тырышһалар ҙа, Аллаға шөкөр, ҡайҙа ла тереклекте данлап үткән улар, ти Хәбибйән ағаһы. Шуға ла улар сикһеҙ ерҙәр биләгән. Йырҙарында ла сағыла. Иркенлек, ауҡанлыҡ әле лә уларҙың тәбиғәтендә. Үҙҙәренең алдынғы ҡарашлы булыуҙары менән маһайып, бүтән халыҡтарға түбәнһетеп ҡараған аурупалылар «мәҙәниәтлектәр»ен баҫып алған илдәрендә «бик яҡшы күрһәткәндәр» – улар үткән ерҙә ҡалған харабалар ғына ҡалған. Улар үткән ерҙә янғын дөрләгән. Эйе, тап улар – бер урында һөрһөгәндәр – саф ерҙәргә һәләкәт алып килгән… Байлыҡ ҡыҙыҡтырған уларҙы, анһат юл менән үҙләштереләсәк байлыҡ, тап ошо тәкәбберҙәр бүтән халыҡтарҙы ҡоллоҡҡа әүерелдереү хыялы менән ауыҙ һыуын ҡоротҡан.Бына бит әле лә дошман ҡалдырған ярым емерек ҡала-ауылдар буйлап үтәләр.Ер-һыу иңрәй. Урман яна, баҫыу яна, йорттар яна...

Ә ағаһының яңы сығарған бағышы төрки-башҡорт тарихын бәйән итә. Ул шундай матур итеп һөйләй, бөтәһе лә күҙ алдында асыҡ төҫмөрләнә, ата-баба ынтылышы һинекенә әүерелә… Ауыр юл. Был – ысын ирҙең юлы. Ат һәм ир. Толпарың менән бер йәнгә әүереләһең. Һин арығанда арғымаҡ алып бара, арғымаҡ арығанда – һин уны алға әйҙәйһең. Һеҙ – бер-берегеҙгә көс-ҡеүәт. Улай ғына ла түгел, һин дошманды еңер өсөн алған ҡоралың менән дә бер бөтөнгә әйләнәһең. Уҡҡа, суҡмарға, ҡылысҡа әүереләһең. Шул камиллыҡҡа өлгәшмәйенсә, дошманды нисек еңмәкһең? Ай-һай, башҡорт атының сыҙамлығы! Күпме иптәштәрҙе үлемдән алып сыҡты ул!

Тыуған яҡ, арҡагөн, йәғни ғаилә, бала-сағаны, төрлө хәлдәрҙе иҫкә алғас, күңел йомшарып, тынысланып кителә. Тыуған яҡ тураһындағы хәтирә – күңел шифаһы. Тик ул һаман алыҫлаша бара...

– Ҡустым, оло ҡайғыға тарыған ҡарт ише, нишләп ҡаш йыйырып, маңлай сырыштырып ултыраһың? Хәҙер илап ебәрәһең бит! Оло хәсрәт баҫтымы был йәш башты?

Ауылдашы Иштуған ағаһының тауышынан тертләгән Һеләүһен башын күтәрҙе. Ана, мыйығын һыпыра-һыпыра көлөп тора ул.

– Юҡ та,– егет, ниндәйҙер йөктән арынырға иткәндәй, башын ныҡ итеп сайҡап ҡуйҙы. Иштуған ағайҙы аптыратырлыҡ шулай шөкәтһеҙ ҡиәфәткә индеме икән ни? Уға уңайһыҙ булып китте.

Иштуған ағай ҙа шаяртып алырға ярата.

– Сеңләп ҡалған кәләшең юҡ, ҡустым. Бына беҙ генә…

– Ағай, һинең ауыҙ гел йырыҡ.

– Шулаймы, һа-һа-һа!

– Еңгәй иҫкә төшәлер.

– Еңгәң иҫкә төшһә, киреһенсә, ауыҙ асылмай. Мыжыҡ та баһа еңгәң! Ҡолаҡ итен сәйнәп, быт-быт-бытылдап тик йөрөй торғайны, туҡтатып булмай, бер башлаһа. Бытбылдығым… Бына әле йылдан ашыу ҡолаҡ итен сәйнәгәне юҡ. Мәйтәм,үҙен бында алып килергә кәрәк булған икән бисәкәйҙең. Сәрелдек тауышын ишетеү менән, бөтөн француз сатай-ботай ҡасып бөтөр ине. Береһе сыҙамаҫ ине.

– Ул тиклем телдәр бисәне ҡайҙан таптың һуң, ағай?

– Ә быныһын, ҡустым, атай-әсәйҙән һорарға кәрәк булған. Тик улар икеһе лә хәҙер – ысын донъяла. Еңгәң уларҙың бүләге булды. – Шунан Иштуған ағай ҡәнәғәт тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы. – Ярай, ҡалай булһа ла – үҙемдеке. Бында, минең янда йөрөһә, мәйтәм… Эй, сымыры үҙе. Шәп уның бишбармағы!..

– Яратаһың, ағай!

– Уныһы ниткән һүҙ була! – Иштуған ағай уңайһыҙланып уҡ китте. – Яратам тип, ҡуй, һин бигерәк килешмәгәнде…

Уларҙы тыңлап торған Сәмиәр ҡыҫылмайынса түҙмәне.

– Яратмағас нишләп тораһың?

– Хәйер, анау тиклем баламдың әсәһе – үҙ бәғерем… – Иштуған ағай күҙҙәрен селт-селт йомдо. «Яратам» тип халыҡ алдында әйтеү юҡ бит инде ул!

Һеләүһен ярҙамға килде.

– Тормош ҡороуҙы яратыуға ғына ҡайтарып булмай, Сәмиәр ағай. Кешенең бурысы бар был донъяла. Fаилә, бала-сағалы булыу – ул бурыс…

Сәмиәр бүлдерҙе.

– «Бурыс» тигәне нисек? Йә әле, аңлат беҙ аңраларға, Һеләүһен ҡусты!

Инде һүҙгә Хәбибйән ағаһы ҡушылды.

– Сәмиәр, һин бала-саға түгел. Ул бурысты үҙең аңлатырға тейеш ҡустыларға.

– Ә шулай ҙа? – тип еңмешләнде тегеһе.– Бына, мәҫәлән, мин һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаһам, минең ҡатынды кем ҡарарға, баламды кем кеше итергә тейеш? Кем минең улыма атаһының ысын батыр булғанын, ниндәй ҡаһарманлыҡтар ҡылғанын һөйләргә тейеш? Кем уны һөнәргә, донъя көтөргә өйрәтергә тейеш? Беҙҙең башҡортта был – ҡусты бурысы.

– Һай-й-й, донъя! Алда нимә көтә беҙҙе, бер Алла ғына белә. Һәммәбеҙгә лә имен-аман ҡайтып етергә яҙһын, – тине Иштуған ағай. – Ҡанасәле, Хәбибйән ҡустым, думбыраңды бер сиртеп ал, әлегә бағышай бурысыңды онотма. Йөрәктә ут тоҡандырған берәй бағышлауҙы ишеттер. Башҡорттоң данлы юлы тураһындағы бағыш уятһын беҙҙең күңелде! Быуындарға көс-ҡеүәт өҫтәһен. Булған бит беҙҙең данлы ата-бабалар. Һай-й-й, булған шул!..

***

Сәмиәрҙе дүрт иптәше менән разведкаға ебәрҙеләр, дошман тылына үтеп инер өсөн бер нисә көн туҡтауһыҙ алға барҙылар. Арманһыҙ булдылар. Ул төндө ҡарауылда Сәмиәр торҙо. Их, арытылған ине шул. Ойоп киткәнен һиҙмәне лә. Уянғанда һуң ине. Хатта тын да ала алмай ҡатты: уның күҙ алдында иптәштәрен француз һалдаттары юҡ итте. Ә ул юлһыҙ-ниһеҙ сапты ла сапты. Был мәлдә уның артынан пуля ла ҡыуып етә алмаҫ ине. Әжәлдән ҡотола алды, ләкин бер үҙенең генә ҡайта алыуы һағайтты ҡай берәүҙәрҙе. Хәбибйән нисек кенә һорау алманы ла ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне. Сәмиәрҙе һатлыҡта ғәйепләрлек дәлиле юҡ ине барыбер. Шулай ҙа көйҙөргөс ҡарашы Сәмиәрҙе һаман эҙәрлекләне.«Һинең арҡала иң яҡшылар арабыҙҙан китте, һин һаттың» тигәнде уҡыны был күҙҙәрҙән. Юҡ, Сәмиәр һатманы береһен дә. Уяулығын ғына юғалтты. Кемгә еңел ҡәһәрле яу юлында? Унда отоу ҙа, отолоу ҙа бер булып симәлгән!

Йөрәк, әлбиттә, һыҡраны. Ойоп китмәгән булһа, дуҫтары ла, бәлки, иҫән булырҙар ине. Хәҙер үкенеп тә нимә эшләйһең! Һуғыш ниндәй генә хәлдәргә тарытмай. Ул бит берәүҙе лә һатманы! Сәмиәр ошоға хәтлем дошмандар менән арыҫландай алышманымы ни? Күпме яуыз баҫҡынсы уның ҡылысы, уның һөңгө һө аша үтте. Һин, Хәбибйән, хитлашма, барыбер минең ҡойроҡҡа баҫа алмаясаҡһың.

Бына үрәдник башҡорттарына ашыҡмай ғына нимәлер аңлата. Сәмиәр уянып киткәндәй булды. Ҡолаҡ һалды.

– Эйе, ата-бабаларыбыҙ донъяға асыҡ ҡараш менән йәшәгән, дошманына ҡаршы киң күкрәк менән барған. Берәүгә лә тынғылыҡ бирмәгән улар, дауыл,зилзилә ҡуптарғандар. Төркиҙәр һәр саҡ хәрәкәттә булған, улар шулай сафланған, шулай пакланған. Ә бер урында һөрһөгән халыҡ бындай сафлыҡтан мәхрүм, уларҙың күңеле керләнә, тутыға һәм ағыулана башлай. Улар ошо ағыу менән бүтәндәрҙе тонсоҡтороу тураһында ғына хыяллана. Төркиҙәр шундай ағыулы йыландарҙы юҡ иткәндәр. Өҙәңгегә аяғын терәгән башҡорт менән дә ел генә ярыша ала. Беҙ бына шундай ҡаһарман бабаларыбыҙҙың вариҫтары. Беҙ бөгөн дә улар саҡырыуына тоғробоҙ, ағайнә!

Сәмиәрҙең эргәһенә белеше, полктың писары Иван Петрович килеп ултырҙы Был хәйләкәр ҡарашлы урыҫ һине үҙе һатып ебәрерлек башҡортса яҡшы һөйләшә, үҙе илгәҙәк кеше ул. Артыҡ лауылдаҡлығы, ҡысҡырып көлөүе менән генә ҡайсаҡ йәнде көйҙөрөп алыуын иҫәпкә алмағанда, насар кеше түгел. Сәмиәр уның менән күптән таныш. Атаһы Андреевка тигән ауылға алыш-бирешкә барғанда Сәмиәрҙе үҙе менән ҡуша ала торғайны, Мишариндарға төшөп йөрөнөләр. Ә Иван Петрович шулар затынан. Сәмиәрҙе бында үҙе килеп тапты.

– Матур һөйләй ҡәһәрең, ә! Һандуғас кеүек һайрай.

Ысынлап маҡтаймы, әллә эсе көтөрләйме бының? Сәмиәр уға ҡарап алды,тик ләм-мим өндәшмәне.

– Батшаны бер әрләгән, тип ишеттем бит әле. Башҡорттоң иркен ҡыҫа, имеш.

– Була инде ундай һөйләшеүҙәр, – тип тешен ҡыҫып әйтеп ҡуйҙы Сәмиәр. – Ябай урыҫ һалдаты ла батшаны һүгеп ала йәне көйгәндә. Беҙ бит бында байрамға йыйылмаған. Һуҡранһаң, кемделер әрләһәң, үҙеңә арыуыраҡ булып киткәндәй.

– Бөгөн кәйефең юҡ, Сәмиәр. Ярай, мин киттем.

Мишаринға Хәбибйәндең «бер урында һөрһөгәндәр» тигәне оҡшаманы. Был башҡорттоң телен ҡыҫҡартырға тура килмәгәйе. Ә бит милләттәштәре уға ышана. Урядниктың улар араһында дәрәжәһе ҙур. Һәм, Европаға үтеп ингән һайын,абруйы үҫә бара. Эйе, Хәбибйән бәйҙән ысҡына бара, аҡыл эйәһеме ни, әллә кем булып ҡылана башланы.

***

Днепрға етәрәк Салтановканан әллә ни алыҫ булмаған бер ерҙә башҡорттарға яҡташтары менән осрашыу насип булды. Тиктормаҫ, тынғыһыҙ Иштуған ағай ишетте әле был хәбәрҙе. Кем ашалыр, йәнәһе, бер башҡорт хәбәр ебәргән. «Яҡташтарым, башҡорттарым булһа, килеп китергә сара табығыҙ!» Ауырый, зәғиф,шуға үҙе килә алмай, тинеләр. Салтановка тирәһендә ҡасандыр төркиҙәр төйәкләнгән булғандыр. Төрки ҡәбиләләренең ерҙәре иркен булған, тип уйланы Һеләүһен. Аурупаға барған һайын төрки атамалары тороп ҡалған күпме ер-һыу тапты улар. Тарихтың төбөнә төшөрлөк түгел, иҫ киткес.

Тынғыһыҙ Хәбибйән ағаһы түҙмәне: Иштуғанды, Сәмиәрҙе һәм ҡустыһын алып, юлға сыҡты. Иртәме-кисме ҡуҙғалырға торалар, өлгөрөргә кәрәк. Башҡорт иленән шул тиклем алыҫта йәшәгән был әҙәм менән күрешеү үҙе ғәжәп хәл буласаҡ. Бейек ағас йортҡа алып барҙы уларҙы юлдашы. Йорт хужаһы, ысынлап та, Байғусҡар атлы башҡорт булып сыҡты. Аҡһай-аҡһай ҡунаҡтарын ҡаршы алырға сыҡты. Күҙ йәштәрен һөрткәс, ултырып доға ҡылдылар. Шунан ғына ҡырҙа көн итеүсе ағайҙың тарихы әрме менән бәйле икәне мәғлүм булды.

Был табын башҡорто бер байҙың урынына хеҙмәткә китә. Егерме биш йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайта. Тик шатлығы хәсрәт менән алмашына. Туған-тыумасаһы ҡалмаған, булған ерҙәрен бер урыҫ байы талап алған. Уны әрмегә ебәргән байҙарҙан ярҙам урынына кәмһетеү һүҙҙәре генә ишетә, йәғни рәхмәт урынына ғәҙелһеҙлек менән тап итешә. Ҡыҙыу ҡанлы башҡорт күп уйлап тормай, үс итеп байҙың ҡыҙын урлап ҡаса. Хеҙмәттә сағында Николай Бунин тигән бик һәйбәт иптәше була. Тегенең ҡасандыр үҙенә саҡырғанын иҫендә тотоп, эҙ яҙлыҡтырыу маҡсатынан, шул тарафҡа юллана. Бында бер нисә мосолман ғаиләһе лә йәшәй. Һөнәрле кеше ҡайҙа ла хур булмай. Матур, етеш тормош көтә, ләкин балалары бер-бер артлы үлеп тора. Ҡатыны ла һаулыҡҡа мандымай. Бисәһе үлеп ҡалғандан һуң, тамам өмөтһөҙлөккә төшә. Байғусҡар инде ҡайтыуға өмөтләнмәй, аяҡтары йөрөмәй тиерлек. Бер генә йыуанысы бар. Эйе, уның берҙән-бер ҡыҙы. Балаҡайы, Миңъямалы, өсөн бөтөн хафалары. Йүгереп йөрөп аш хәстәрләгән ҡыҙына ҡарап, уның күҙҙәре йәшкәҙәне. Һиҙҙермәҫкә кәрәк.

Бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәте: башҡорт ирҙәре – уның өй түрендә. Башҡорттоң һайлам ир-егеттәре ултыра! Аҫылдары. Ҡурай уйнайҙар, башҡорт йырын йырлайҙар. Мәҡәл-әйтемдәре менән телмәргә йән өрәләр. Бай шул башҡорттоң күңел донъяһы, вай, хайран ҡалырлыҡ бай!

– Шыпа ашамайһығыҙ. Йәгеҙ инде, тотоғоҙ туҫтаҡтарығыҙҙы, һыуый һурпа,бер уртлағыҙ! Ялы һоғондорам! Бир, һурпа өҫтәйем!

Ул йүгереп китерҙәй булып талпына. Аяҡтары һыҙлауы ла баҫылғандай. Ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Ҡасандыр үҙе лә ҡурай тартып булаша ине. Һа-ай, күптән инде, күптән ҡулына алғаны юҡ.

Үтә ғүмер, үтә ғүмер,

Әйтерһең дә, янып бөтөр үле күмер.

Оса осҡон, оса осҡон,

Тоҡанырмы икән унан яңы ғүмер?

Уға ҡеүәт биреп, Хәбибйән думбыраһын сиртте.

– Бағышайҙың мәшһүре һин! – тине Байғусҡар. – Даның алыҫтарға таралыр. Кем улы, кем кейәүе? Бындай затҡа ҡыҙ биреү дәрәжә икәнен мин яҡшы аңлайым.

Сәмиәр бағышайға һөҙөп ҡарап алды. Иптәштәре араһында Хәбибйән шикелле абруй яулай алмауы эсен бошора. Ҡайҙа барһа ла, Хәбибйәнде үҙ итеп торалар. Һөйләшмәҫ борон уҡ үҙенә ихтирам яулап ала. Ниндәй ҡөҙрәттер? Бына был ҡарт та уны маҡтап ултыра. Йәнәһе, бындай кейәү – бәхет… Ситтән генә тел осон белешә.

– Хәбибйәндең шәп кәләше бар. Ҡандай кешеләрҙең балаһын алды ул, – ти һалды Сәмиәр.

– Баһадир улым да бар! – тине ғорурлыҡ менән йәш ата.

– Тик атҡа атландырып өлгөрмәне, – тине Сәмиәр.

– Ҡайтып төшкәндең иртәгәһендә үк, ауылдаш!

–Ҡайны бәхете кейәүҙән, ҡәнәғәттер ул, – тип ҡуйҙы Байғусҡар.

«Ҡайныһы ҡәнәғәттер», имеш. Ҡәнәғәт булмаймы һуң? Сәмиәр ризаһыҙ ғына тамаҡ ҡырҙы. Fәлиәкбәр хәҙрәттең ҡыҙын Сәмиәрҙең ҡустыһына һоратҡайнылар бит. Ризалашманы ҡарт. Ә Хәбибйәнгә бирҙе. Тигеҙ түгел донъя. Ҡәнәғәт булмай тағы. Ҡәнәғәт. Fәлиәкбәрҙең кейәүе күптән түгел миҙал алды. Инде ҡайныһының ауыҙ һыуы ҡорор. Эйе, тигеҙ түгел донъя-а-а!..

– Илебеҙгә бағышты әйт! Тыуған еребеҙ, Күк Уралыбыҙ, Ил ағалары тураһында! – ти Байғусҡар, Хәбибйәнгә ҡарап.

«Әйт-әйт! Әйттер, бағышай!»

Сәмиәр иһә, табындағыларҙың бағышайҙы ауыҙ асып тыңлағандарын күреп,түҙмәне, сығып китте.

Бер мәл Иштуған ағаһы думбыраһын ситкә һалған Хәбибйәнгә эйелеңкерәп бышылданы:

– Байғусҡар ҡорҙаштың ни өсөн һинең турала һорашҡанын беләһеңме?

– Бөтәбеҙ тураһында һораша түгелме? Сәмиәр ҡайҙа булды?

– Ҡалдырсәле Сәмиәрҙе. Ҡайҙа булһын, бәүелен бушатыр ҙа инер. Тыңла мине.

– Йә, ағай.

Иштуған ағай мәғәнәле итеп тамағын ҡырҙы.

– Еткән ҡыҙы бар. Минъямалым, тип атаһы әллә нисә рәт ысҡындырҙы.

– Шулаймы, ағай? Әләйһәң, ҡайҙа миңең ҡусты? – Хәбибйән дәртле тауыш менән өндәште. – Нишләп боҫоп ҡына ултыра. Аңғартыр кәрәк! Шып-шым бит.

Яйын табып, Һеләүһен ҡустыһын янына саҡырҙы.

– Ҡайҙа улай оҙаҡланың! Ҡустым, ҡара әле, ағайҙың шәп ҡыҙы бар! Үҙе егәрле, үҙе… – Ул «ҡандай һылыу» тимәксе ине, ҡустыһы алдында әҙәпһеҙлек күреп, икенсерәк ослап ҡуйҙы. – Орсоҡ һымаҡ өйөрөлә, етеҙ. Миңъямал атлы.

Ҡустыһы ихлас баш ҡаҡты.

– Эйе, ағай.

Хәбибйән уның яурынынан ҡағып алды.

– Һаман башыңа барып етмәйме ни? Арыу башҡорт кейәүе эҙләй атаһы. Әллә, мәйтәм, ҡустым… – Хәбибйән мут ҡараш ташланы. – Бында мин – атай ҡарт урынында… Һин буйҙаҡ. Ниәтләйекме?

Ҡыҙ бала, әлбиттә, ҡырҙараҡ ултырған ағайҙарҙың уның тураһында һүҙ алып барғанын башына ла индермәне. Башҡорт яғынан оло ағайҙар килгән, яуға китеп баралар. Уларҙы аталары кеүек ололап хөрмәтләне. Ауырыу атаһының терелеүе бөгөн уның өсөн бөткөһөҙ ҡыуаныс ине.

– Һыу һораған булып, янына барып кил. – Хәбибйән һаман ҡустыһын ҡотортто. – Хәҙер үк атаһы менән һөйләшәм. Бата уҡытабыҙ.

– Һин нимә, ағай! – Һеләүһендең оялышынан сикәһе ҡыҙа. – Шундай саҡта… Яу барғанда… Нисек итеп һыу һорап…

Үҙе аш хәстәрләүсе яғына ҡарағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Күҙҙәрендә осҡон ҡабынғандай. Быны күргән ағаһы мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы.

– Ҡыҙҙар шикеле оялып киттең. Улайтма. Тураһын әйтеп һора, ҡустым. Ваҡыт юҡ. Ризамы, түгелме икәнен күңелең менән тойорһоң. Йә, ярай, беҙ арыраҡ, аттар яғында булырбыҙ.

Ағаһы шулай тине лә утлыҡсаға табан атланы. Йөрәге күкрәгенә һыймай типкән Һеләүһен бер талай аңҡы-тиңке баҫып торҙо, шунан ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән усаҡ яғына йүнәлде.

– Һылыу, һыуһап кителгәнсе… Әллә нишләп… – Тауышы ҡалтырағанын тойоп,һүҙен әйтеп бөтә алмайынса туҡтап ҡалды.

Миңъямал бер күтәрелеп ҡараны, йәһәт кенә башын баҫып һыу тәпәненә үрелде.

– Хәҙер, ағай.

Ижауҙы алғанда егеттең ҡулы ҡалтырай ине. Нимәлер әйтергә итте. Теле көрмәлде.

– Ағай, һеҙ бындай тыныслыҡта нисә көн торорһоғоҙ икән?

Яуапты ишеткәс, Миңъямал тултырып ҡарап алды.

– Һранцуздар ныҡ ҡораллы, туптары күп…

Уның ниҙәр әйтергә теләгәне аңлашыла. Эйе, башҡорттарҙа туп юҡ. Ләкин улар һуғыш алымдарын яҡшы белә.

– Уныһы шулай. Ҡурҡма, һылыу. Беҙ был яҡтарға еңеүселәр булып ҡайтып төшөрбөҙ.

Был юлы тауышта ҡәтғилек тә, көс тә бар ине. Ҡыҙ ҙа яуап итеп күҙ һирпеп алды. «Мин һеҙгә ышанам…» Ихлас, саф ҡараш эскә татлы тулҡын булып үтте. Егеттең ауыҙынан күптән әйтергә теләгән һүҙ ысҡынды.

– Һылыу, бер генә һорауым бар, – йәнә йөрәге дер-дерт итте. Бик ҡыйыу булып килеп баҫҡайны ла баһа. Туҡта, һин бит яугир. Тәүәккәлерәк бул! – Әгәр ҙә мин һине әйттерһәм... кәләш булып килерһеңме?

Миңъямалдың ҡулындағы ижауы төшөп китте. Егет йәһәт кенә эйелеп һауытты ҡулына алды, тегеләй-былай өйөрөлттө.

– Беҙҙең ваҡыт бик ҡыҫҡа бит. Һин яуабыңды бир, һылыу. Һранцуздарҙы еңеп ҡайтышлай, мин һине үҙем менән алып ҡайтып китермен.

Ҡыҙҙың башы эйелде, өндәшмәне. Һеләүһен, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, өҫтәне:

– Беҙҙең муллабыҙ ҙа үҙебеҙ менән.

Ҡараштар осрашты. Күҙен селт-селт йомғослаған ҡыҙ күндәм генә башын баҫты. Был күндәмлек ризалыҡты аңлатҡандай тойолдо. Тирә-йүн балҡып, мең нур менән тулышты. Инде егеттең йөрәге жыу итеп китте. Хатта ул ҡояштың йөрәге нисек итеп дөп-дөп типкәнен ишетте…

Ҡыҙ ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән әйтте:

– Атам рөхсәте…

– Һуң, беҙҙең кеүек батырҙарға рөхсәт булмаһа, ул ҡалай…

Миңъямал йылмайҙы.

Һеләүһен шулай тине:

– Ағайым һөйләшәсәк. Беҙ, бәлки, әле үк бата уҡытып өлгөрөрбөҙ. Ағайым…– Ул хатта ағаһының бында үҙе ебәргәнен әйтергә иткәйне, ләкин артыҡ булыр тип тыйылды. Ҡыҙ ҙа уның менән оҙаҡ һөйләшеүҙән уңайһыҙланды шикелле, боролдо ла соланға инеп китте.

Һеләүһен Хәбибйән ағаһына табан атланы.

– Ағай!.. – Бүтән бер нәмә лә өндәшмәһә лә, эш айышы аңлашыла ине. Хәбибйән ҡәнәғәт йылмайҙы.

– Ярар, ҡустым, ҡалғаны минең эш! – тип китә башланы.

– Эй, һин ҡайҙа?

Ағаһы боролоп ҡараны, ләкин өндәшмәне. Яуап булмаһа ла, Һеләүһен аңланы: Байғусҡар ағай менән һөйләшергә ниәтләй. Әгәр ҙә бөтәһе лә көйлө генә барһа, дошмандарҙы ҡыйратып ҡайтышлай уның инде үҙ ғаиләһе буласаҡ…

Егет күңелен шатлыҡ та, борсолоу ҙа бергә солғап алды. Ауылдаштары, туған-тыумасаһын шаҡ ҡатырыр көнө алда… Ах, ниндәй гүзәл, нәфис уның буласаҡ кәләше… Берәүгә лә оҡшамаған.

Татлы уйҙарға сумған егет Сәмиәрҙең эргәһенә килеп баҫҡанын да һиҙмәне.

– Эй, нишләп ҡатып ҡалдың?

Егет һиҫкәнде. Ауылдашы уның ниҙәр, кем тураһында уйлағанын белгән һымаҡ булып китте. Ни әйтергә белмәгән егет:

– Минме? – тип һораған булды.

Сәмиәр ағай тирә-ғын байҡаштырҙы.

– Һе… яныңда тағы берәйһе бармы әллә? Ҡайҙа Хәбибйән? Нимә бер урында тапанаһың? – Яуап биргәнде көтмәй, йәнә һорау бирҙе: – Ә ҡайҙа хужа үҙе? Хәбибйән! Сапҡын килеп еткән бит!

Шунда ғына Һеләүһен Сәмиәрҙең йөҙө бик етди икәнен аңғарҙы.

– Сапҡын килде, тием, ҡысҡыр Хәбибйәнгә! Йәһәт бул, ғәскәр ҡуҙғала. Бойороҡ шулай.

Эсте нимәлер һыҙып үтте. Уғаса булмай, ишектән Миңъямал килеп сыҡты.Инде ҡаушауын да онотҡан Һеләүһен ҡыҙға табан атланы.

– Һылыу, беҙгә юлға.

Ҡыҙ керпектәрен ҡағып алды, ишетелер-ишетелмәҫ кенә тамағын ҡырҙы.

– Хәйерле булһын, – тауышы үҙгәрҙе Миңъямалдың. Эске һағышты тойҙо Һеләүһен.

– Эйе шул, хәйерле булһын, – Һеләүһен ҡапыл түш кеҫәһенән көмөш тәңкәне тартып сығарҙы. – Мә, һаҡла. Был – бетеү. Мине көт, йәме… – тине эске ярһыу менән.

Соланда көңгөрләшкән тауыштар ишетелде, улар сыҡҡансы берәй яуап бирерме Миңъямал?

– Көтөрмөн, – тине ҡыҙ һәм тултырып ҡарап алды. – Юлдан күҙемде алмай көтөрмөн.

Шунан икеһе ике яҡҡа тартылды. Ишек асылды, ирҙәр күренде. Байғусҡарҙы ҡултыҡлап алғандар. Күрәһең, үҙ аяғында оҙатып ҡалғыһы килгәндер.

– Ҡайҙа, күҙ һалайым бер, – тине Байғусҡар. Ағаһы ымлағас, Һеләүһен ҡыҙҙың атаһына табан атланы.

– Ярар… Сөбхәналлаһ, – тине ата кеше, күҙен селт-селт йомғолап. Күңеле нескәрҙе шикелле, бүтән һүҙ ҡата алманы: ҡул ғына һелтәне. Хәйер, нимә әйтере, ниҙәр теләре былай ҙа аңлашыла ине.

– Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Инде ҡалған яу юлын имен-аман үтергә яҙһын, – тине Хәбибйән.

Күмәкләшеп доға ҡылдылар.

– Ҡайтышлай туҡталабыҙ. Никахы ла, оҙатыуы ла бергә булыр, Аллаһ бойорһа, – тине тыныс, ышаныслы тауыш менән Иштуған ағай. – Әбдрәхмән хәҙрәт,беҙҙең полк муллаһы, үҙе киләсәк.

***

Ҡыҙыҡһынып, яңы ер-һыу менән танышҡан Һеләүһенгә донъя бынан ары икенсе төҫ менән баҡты. Ҡайҙа ғына йүнәлһә лә, ҡайҙа ғына талпынһа ла, ҡайҙа ғына уҡталһа ла, уға хәҙер Миңъямалдың күҙҙәре төбәлгәйне. Шуға күрә тирә-йүн тағы ла яҡтыраҡ, йылыраҡ, наҙлыраҡ тойолдо. Ҡандай матур донъяла ни өсөн үлтереш-ҡырылыш барғанын, ысынлап та, аңлауы ҡыйын. Хозурлыҡ, иркенлек бөтәһенә лә етә, йәшә лә ҡыуан ғына! Йәшә лә шөкөр ит. Юҡ бит, нәфсе тигәнең туя белмәй. Ана шул нәфсе арҡаһында ни саҡлы ғүмер ҡыйылды, ни саҡлы ҡырылды. Мөхәббәт етмәй донъяға. Мөхәббәт. Әллә мөхәббәтте лә нәфсе кимереп, йотоп ҡуямы икән? Хәйер, баҫҡынсыға ни бысағыма мөхәббәт? Быны Наполеон батшаның үҙенән һорарға ине. Халҡының көнитмеше һәйбәт, тиҙәр.Әллә Францияның азатлығын быуып, халҡын ҡол итергә теләүселәр бармы икән? Һәр хәлдә, Рәсәй ундай хөр илгә янарға ҡыймаҫ ине… Көс донъяла хакимлыҡ итә. Көс. Наполеондың яугирҙары ла Аурупаның төрлө илдәренән йыйылған икән. Әсиргә эләккәндәрен үҙ күҙе менән күрҙе. Fүмерҙә лә ишетмәгән халыҡтар менән тап булышты. Инде бер нәмә лә ғәжәпләндермәй,һәр халыҡтың үҙ иманы, үҙ ғәҙәте. Ҡалай төрлө-төрлө итеп яратҡан АллаһыТәғәлә ер йөҙөндәгеләрҙе! Бер атанан, бер Әҙәм бабанан таралып та, шулай ныҡ айырымланып була икән.

Күпме юл үтелде. Француздар менән нисәмә тапҡыр йөҙгә-йөҙ килештеләр,күҙгә-күҙ текләштеләр. Бәрелештеләр, айҡаштылар. Ҡылысҡа ҡылыс сарпылып сыңланы. Дуҫтар яу яланында ятып ҡалды. Бергә сығып киткән иптәштәр һаман һирәгәйә барҙы. Уны ла, ағаһын да үлем араланы. Ауыр юл Һеләүһенде лә олоғайтты.

Йәҙрәләр шартлағанда һиҫкәндерә ине тәүҙә. Быныһы булмаһа, икенсеһе баш түбәһен кәйпелтеп алып китер һымаҡ. Ҡурҡыу тойғоһо һиҙҙермәй генә бөттө. Раҫ: әҙәм балаһы бөтәһенә лә күнә. Төтөн, дары, ҡан, яра, ыңғырашыу менән ялмаған донъяла берҙән-бер көндө һыҙылып ҡына ҡояш нуры үтеп инде. Бер нур.Шул нур донъяны яҡтыртырға етте. Күңел донъяһын. Миңъямалы – буласаҡ кәләше менән уйламаған ерҙә тап итештеләр.

***

Күҙәтселек итергә киткән биш кеше араһынан Сәмиәрҙең генә әйләнеп ҡайтыуы Хәбибйәнде сығырынан сығарғайны. Бына тигән дүрт батырҙы юғалтты улар. Яу башынан бергә үткән дуҫтарҙы. Тамаҡҡа төйөр тығыла. Бала-сағалары йәтим ҡалды. Хәҙер улар тураһында хәстәрләргә кәрәк. Сәмиәрҙең алҡымынан алғайны инде, тегене Мишарин ғына ҡотҡарҙы. Писарҙың командирҙарға һүҙе үтә. Бына әле лә Иван Петрович Сәмиәр янына килеп ултырҙы.

– Дошмандарҙы ҡыуабыҙ, ә! Бында ниндәй боевой дух? Наполеонды ботонан аҫып ҡуйғас, нимә эшләмәксе дуҫтарың? Әллә Европала тороп ҡалырғамы ниәттәре? Унда тормош яҡшы!

Теге дүрт күҙәтсе өсөн Сәмиәрҙең яуап тотҡанын иҫкә алмай... Онотоуын онотмаған, әлбиттә. Нимә өмөт итә был кеше Сәмиәрҙән?

– Аурупа? Париж? Һе. – Сәмиәр ауыҙын ҡыйшайтты. – Улар рәхәт тормошто аңлаймы икән? Һөйләгәндәре ҡорал да яу…

Иван һағайҙы.

– Стоп. Ниндәй яу?

– Һуң… Башҡорттоң ҡанында инде ул. Үткән замандан.

– Һин, давай, ситкә тартма. Ниндәй үткән?

– Беҙҙең тәүарих бик боронғо бит. Төркиҙәр тарихы оҙон. Ә ул телдән-телгә күсә килә.

– Төркиҙәр! Һаман шуны һөйләп кинәнес табалармы?!

Сәмиәр аҫтан һөҙөп ҡарап алды.

– Телегеҙҙе аңлап бөтмәйем…

– Аңлайһың. Туп-тура һорайым. Имеш-мимештәр ишетелеп ҡала. Улар бында еңеү яулағандан һуң, ҡайтып, Рәсәйҙә бола ҡуптарырға уйламайҙармы?

Сәмиәрҙең йөҙө ағарып китте. Бындай һүҙҙең нимәгә алып барғанын ул яҡшы аңлай.

– Һеҙ нимә… – Шунан ҡапыл туҡтап ҡалды. Бәй, дошманды еңеү өсөн анһат ҡына юл табыла түгелме? Кем кемгә нығыраҡ файҙа килтерер икән, һынап ҡарар а була был әҙәмде.– Шулай ҙа ҡайһы бер нәмәләр уйға һалмай ҡалмай, әфәнде. Хәбибйән азатлыҡ тураһында күп лығырлай. Башҡорттарҙың ер иркенлеген, батша кешеләренең ҡыҫырыҡлауын иҫкә ала. Шундайыраҡ кәйеф...

– Францияның элек-электән азатлыҡ идеяһы менән һаташыуы сер түгел.Ундай сир тиҙ йоғоусан, – тип ҡуйҙы Мишарин.

Сәмиәр тағы уға һөҙөп ҡарап алды. Тик өндәшмәүҙе хуп күрҙе.

– Телеңде йоттоңмо әллә?

– Мине тыуған яғым нығыраҡ борсой, Францияның әллә ниндәй хазинаһын вәғәҙә итмәгәйҙәре, – Сәмиәр тешен ҡыҫып яуап бирҙе.

– Улай аҡайма. Мин бит былай ғына. Беҙҙең өсөн Рәсәйҙең тыныслығы мөһимерәк. Шулай бит!

Сәмиәр ҡараңғы сырай менән ултыра бирҙе. Хәбибйәндәге аҡыл, таһыллыҡтың үҙендә булмауы эсен бошора, уныһы шулай. Бөгөн дә, Сәмиәргә эсең тар, тип ҡысҡырыуы ныҡ зитҡа тейҙе. Кемгәлер кейем кәрәк булды ла… Бына шулай яуыз командирға әйләнде ауылдашы. Тыуған илгә ҡайтҡас барыбер әллә кем булып йөрөй алмаҫ алыуын, телен ҡыҫҡартыу сараһы табылыр.

– Әле юл оҙон. Кем иҫән ҡайта, кем юҡ, белеп булмай. Шулай ҙа башҡорттар молодец! Бына бит, Рәсәйгә тоғролоҡтарын ҡалай фиҙакәр үтәйҙәр. Эйе, мин ҡаршы түгел. – Писарь һаһылдап көлдө. – Төрлө фекер булыуы ихтимал, ләкин илһөйәрлек тойғоһо һәммәгеҙҙә бар. Хәбибйән дә Рәсәйгә батырлыҡтар ҡылып,әллә кем булып ҡайтырға хыялланалыр. Ну, һуғыш бит, иртәгә кем бар, кем юҡ,әйтеп булмай.

Мишарин иртәгәһен алышҡа Хәбибйән атының иң алдан осҡанын күрҙе.

– Был әҙәмде үлем алмай, – тип ирекһеҙҙән әйтеп ҡуйҙы Иван Петрович. –Был әҙәм француздан ҡурҡынысыраҡ.

Эйе, был башҡорт дошмандан да  ҡурҡыны сыраҡ була бара.

***

Улар еңеүсе сифатында Париждың үҙенә инәсәктәр, тиҙәр, ысын булһа. Бәреп инерҙәрме, йырлап барып инерҙәрме? Шуныһы бәхәсһеҙ: улар – еңеүсе! Улар алдында бөтәһе лә баш һаласаҡ. «Парижға яҡынлашабыҙ!» Был һүҙ полкты йәшен тиҙлегендә урап үтте. Кәйефтәр күтәрелде. Сәмиәр ҙә доға ҡылды: «Тыуған ерҙәргә имен-аман ғына әйләнеп ҡайтырға насип булһын!» Ана, ҡырҙараҡ ағалы-ҡустылы ниҙер һөйләшә, уның ҡолағы ҡорт итеп ҡалды.

– Һеләүһен, ауыҙың йырылған. Ниндәй хыялдарға бирелдең?

Һеләүһен һүҙҙе икенсегә борорға тырышты.

– Һинеке нығыраҡ йырылған, ағай. Еңгәйгә алып ҡайтасаҡ бүләгеңә яҡынлашаһың бит, – тип шаяртты.

Хәбибйән йылмайҙы, ләкин яуап ҡайтарманы.

– Нисә ылау кәрәк булыр икән, ағай? – тип Һеләүһен һаман ныҡышты. Хәбибйән, башын артҡа ташлап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

– Хәлем етмәһә ни, ҡусты ярҙам итешер әле! Ә, юҡ, еңгәңә тейеш бүләккә нишләп көсөм етмәһен ти инде! Уға тигән хазинаны мин күтәрә алам, ҡустым!Көс бар!

Быны ишеткән Сәмиәрҙең йөрәге дарҫлап тибергә кереште. Туҡта! Ниндәй хазина тейәп ҡайтып халыҡты шаҡ ҡатырырға итә был ҡупырыҡ әҙәм? Ауыҙ асып, аңшайып ҡалырға ярамай. Сәмиәр ҙә буш ҡул менән ҡайтмаясаҡ. Иллә-алла, Хәбибйәндекенән кәм булмаҫҡа тейеш! Бүтәндәрҙең төшөнә лә инмәгән ниндәй трофей икән?

«Хазина!..» Хәбибйәндең рәхәтләнеп көлгәне ишетелде.Әһ-һә, ҡустыһына эс серен асмаҡсы... Сәмиәр үңәсен һуҙҙы. Тик шул мәл эргәһендә ултырғандар ҡаты геүләшергә керешмәһенме! Серҙе ишетмәй ҡалғанына йәне көйҙө Сәмиәрҙең. Һеләүһен ҡабатлап төпсөнмәҫме икән? Тегенеһе бүтән һорау бирмәне. Тик Һеләүһендең ағаһына ғәжәп итеп текләп торғанын күреп, Сәмиәр серҙең тәрәнлеген, ҙурлығын аңланы. Мейеһенә ҡан бәрҙе. Улар затын көнсөл, ҡара эслеләр тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ҡыҙыуыраҡ кеше шул уның атаһы. Уйламай һөйләй торған ғәҙәте бар. Шул арҡала йыш ҡына кешеләр менән араһын боҙҙо. Ә Сәмиәр атаһы һымаҡ түгел. Ауыҙын үлсәп асыуҙың яҡшыраҡ икәнен бәләкәйҙән белә. Ҡайһы бер туғандары уны ғәмһеҙлектә,аҫтыртынлыҡта, булдыҡһыҙлыҡта, тағы әллә ниҙәрҙә ғәйепләһә лә, ул бирешмәне. Барыбер үҙенсә эшләне. Атаһының ғына һүҙен ҡыя алманы. Был файҙаһыҙ һуғыштан нисек тә иҫәнҡай тырға ине? Уның ҡарауы, аман-һау ҡайтып төшһә, Сәмиәрҙе маҡтап атаһының ауыҙ һыуы ҡороясаҡ. Бына шулай үҙгәрә заман. Тик һушты алырлыҡ эштәр атҡарырға ине. Хәбибйән көнләшеп үлерлек булһын. Ниндәй хазина тураһында серләштеләр? Иван Петрович иҫкә килеп төштө. Ул һағыҙаҡ бер ҙә бушҡа ғына төпсөшмәйҙер бит? Шул әҙәмде файҙаланып булмаҫмы?

Иван Мишарин, русофил булараҡ, Рәсәйҙәге барлыҡ ваҡ халыҡтар ҙа урыҫ мәҙәниәтен өйрәнергә, уны үҙенеке тип ҡабул итергә тейеш, тип һанай. Рәсәй һалдаты менән ҡуша оҙон юл үтеп тә, һаман үҙҙәрен «айырым донъя» итеп тойған башҡорттарға ошо теләкте нисек тә һеңдерергә тырышты.

Ҡайҙан башҡортта бындай тәүәккәллек? Яу юлдарын улар шулай үткән. Бөгөн дә шулай. Үҙҙәренең башлыҡтарына буйһона беләләр. Улар үҙҙәренең араларынан иң ғәҙелдәрен, батырҙарын «илбаҡты» тип атайҙар. Дөрөҫ, халыҡтың төрлөһө бар.

Эйе, халыҡта ла төрлөһө була. Бына Сәмиәрҙең Хәбибйәнде үҙ итмәүен, яратмауын ул шундуҡ һиҙҙе. Дошманлыҡтары нимәнән башланғандыр? Ләкин ошо айырымлыҡтан файҙа күрергә була.

– Уландар, драгундар, кавалеристар ҡылыс менән дә шәп эш итә. Башҡорттар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ҡылыс-һөңгө – улар өсөн шулай уҡ шәп ҡорал. Ана шул башҡортҡа тегеләрҙең заман ҡоралын бир әле… – тине ул командирға.

– Бәй, уларҙың да ҡайһы берҙәренә утлы ҡорал тотторҙоҡ! Бик аҙҙарына, әлегә мөмкинлегебеҙ шулай.

– Юҡ, һеҙ мине аңламанығыҙ. Бөгөн Хәбибйән Күскилдинға мылтыҡ тотторҙоғоҙ. Ә ҡалғандары ошо теләк менән янһа? Күҙ алдына килтерәһегеҙме, нимә буласаҡ?

– Башҡорттар һуғыша белә. Тоғролар.

– Башҡорттар тарихын һеҙ аҙ беләһегеҙ, тиергә йөрьәт итәм. Кисерегеҙ мине,ғали йәнәптәре. Азатлыҡ тигәндә тоғролоҡтарын онотоп ҡуймағайҙары… Хәбибйән дә, Уралына әйләнеп ҡайтҡас, ҡоралын һалып, мал көтөүе артынан сабыр, тип уйлайһығыҙмы?

-Һаҡлыҡ саралары кәрәклеген беҙҙең инҡар иткәнебеҙ юҡ.

– Уның һөйләгән һүҙҙәре ҡыйыулана бара… Эйе, башҡорттарҙы иреккә саҡырыу бар уның тын алышында. Ҡай берәүҙәр менән Рәсәйгә ҡайтҡас, көрәшкәнсе, бында, сит яҡта, иҫәп-хисапты өҙөү яҡшыраҡ түгелме? Башҡорттар бында һалдат ролендә. Улар хәрби яуаплылыҡта.

– Яуаплылыҡ! Үҙ өҫтөгөҙгә яуаплылыҡ алығыҙ, улай булғас. Тик, ҡарағыҙ уны!

– Китергә рөхсәт итегеҙ, ғали йәнәптәре!

***

Париж Һеләүһен күҙаллағандан да бөйөгөрәк һәм ғәжәберәк ине. Был – бөтөнләй икенсе донъя. Ҡыҙыҡ та, таң ҡалдырғыс та, сәйер ҙә, ҡай саҡ аңлайышһыҙ ҙа,– ҡыҫҡаһы, ят матурлыҡ. Хәйер, был тойғоно барыһы ла кисергәндер. Һоҡланыу, аптырау, ҡыҙығыу, унан үҙеңдең рухи, күңел тамырыңды тапмауҙан тыуған яҡты юҡһынып, сит донъянанан дүрелеү. Ҡаршы сығып айҡашыр дошман ҡалмағас, тыуған ергә тартылыу тойғоһо көсәйҙе. Юл берәү генә:Рәсәйгә, Уралға, башҡорт иленә.

Башҡорт яугирҙары Париж баҡсаларының береһендә тирмә, ҡыуыш ҡороп урынлашҡайны. Был иркенлек, йәғни тәбиғәткә яҡынлыҡ улар күңеленә хуш килде. Ауыр юлдан рәхәтләнеп ял итеү форсаты тейҙе. Ауырығандар аяҡҡа баҫты, хәлһеҙҙәр көс тупланы. Сөнки ҡайтыр юл оҙон ине. Берҙән-бер көндө уларҙы баҡсанан алыҫ түгел һарайға саҡырҙылар. Рәсәйҙең алдынғы һалдаттарын, яугирҙарын француздар үҙҙәре хөрмәтләйәсәк икән. Сәйер халыҡ…

Мишарин исемлекте атаны. Хәбибйән дә ҡустыһы менән исемлекккә ингән. Саҡыралар,тимәк, барырға кәрәк.

Тыштан ҡарағанда иҫ китәрлек булмаһа ла, эстән ҙур замок булып сыҡты.

Сәмиәр хәҙер бейек колонналарға, һырлап эшләнгән төрлө һындарға аптырап ҡарамай. Күҙ тиҙ өйрәнә. Ләкин төрлө алтын-көмөш һауыттар иҫен китәрҙе. Ул үҙен бығаса бай тип уйлай ине… Бындағы байҙарҙың самаһыҙ бай булыуы,алтын-көмөш эсендә йөҙөүе шаҡ ҡатырҙы. Аурупа халҡы ныҡ-ныҡ айырыла.Тиңлек, тигеҙлек тураһында улар күп һөйләргә ярата, тиҙәр. Тик үҙҙәре нисек аңлай икән был матур һүҙҙәрҙе, ниндәй мәғәнәлә? Берәүҙәре самаһыҙ бай һәм икенселәре ҡот осҡос хәйерсе – бындай айырымлыҡ башҡорт араһында юҡ. Сәмиәрҙе ҡалын таш диуарҙар ҡыҙыҡтырмай. Ул үҙенең иркен донъяһын һағынды, йәйләүен. Ризыҡтарын нисек кенә матур биҙәмәһендәр, бишбармаҡҡа етмәй.

«Хәбибйән ниндәй хазина тураһында хыяллана? Йәүһәр-яҡуттары бүтән төрлөмө? Юҡ, ул аҫылташ баһалай белгән әҙәм түгел. Тик шуныһы асыҡ: Хәбибйән белмәй эшләмәй торған...»

Бында казактар, башҡорттар оҙон өҫтәл артына, бер табынға йыйылды. Тостар әйтелде, Рәсәй тураһында яҡты, ялҡынлы һүҙҙәр урғылды. Императорға,державаға маҡтау һүҙҙәре яңғыраны.Францияның буласаҡ ҡағаны Наполеон Маренгола, Әүстрия әрмеһен ҡыйрат ҡандан һуң, үҙенә бирелгән себешкә өҫтәлдә булған бөтөн ризыҡты ҡушып ашаны. Бөйөк ҡағандың был сәйерлеге, йәғни еңеү шатлығынан иҫереп ашаған ашамлыҡтары иң шәп ризыҡ булды ла китте. Уны бүтәндәр ҙә «үҙ итте». Бынан ары «Маренго» батша ризығы тип йөрөтөлдө. Ә бөгөн Наполеондыҡы түгел, уны еңеүселәрҙең ризығы тип тәҡдим иттеләр. Йә Алла, кемдәр уларға тамаҡ бешереп ашата! Француз! Кем уларға ярарға тырышып ярамһаҡланып йылмая! Француз!

Ата-бабаһының төшөнә лә инмәгән хәл. «Пейзан», тип арымай ҡабатлай эргәһендә торған аяҡсы. Ярай, тәржемәсе табылды. Тәбиғәтте яратҡанын, ауыл кешеһе икәнен әйтә икән, баҡтиһәң. Бындағы башҡорттар барыһы ла ауыл кешеһе, тик уларға һис яғы менән дә тартмаған…

Мишарин Сәмиәр янына килеп ултырҙы. Сәмиәр һораулы ҡарашын унан алманы.

– Эш бар, – тине Иван Петрович серле генә. – Мин бында була алмайым. Ошо аяҡсы, йәғни ошо француз һинең ҡарамаҡта! – ул аҙаҡҡы һүҙенә, нишләптер баҫым яһаны. – Һурпа бирәсәктәр. Һеҙҙең ризыҡты.

Аяҡсы, тиһәләр ҙә, ҡупшы кейенгән… Ҡупшылыҡты ярата, тиҙәр шул француздар тураһында. Ҡупырсыҡтар һыуыҡ Рәсәйҙә нимә юғалтҡандарҙыр… Эйе,әҙәм заты үҙ әжәлен эҙләп ҡайҙа ғына сығып китмәй.

– Хәбибйәнгә килеп етеү менән, ошо аяҡсыға ишара яһарһың.

Сәмиәр йөрәген шул саҡ шом ялманы, Иван уға тишерҙәй итеп ҡарап алды.Унан йылмайҙы.Байрам гөрләп дауам итте, йыр-моң, теләктәр яңғыраны. Шундай тантанала кемдәрҙер Хәбибйәндең йәнен ҡыйырға уйлай. Сәмиәр яҡташының һәләкәтен теләмәй. Ә бына уны һрансуз илендә ҡарауыл итеп бөтөнләйгә торғоҙоп ҡалдырһалар, чинынан төшөрһәләр һәм Сәмиәрҙе үрләтһәләр – риза…

Командирҙары Поздневтың көслө тауышы, гүйә, айнытып ебәрҙе:

– Башҡорттарым, ҡайҙа сал Урал моңо?

Башҡорттар күтәреп алды.

– Әйҙәгеҙ, казактарға үҙебеҙҙең бағышты ишеттерәйек.

– Данлы бабаларыбыҙ тураһындағы һүҙҙе еткерәйек. Үрәдник!

– Мин – халҡыбыҙҙың бағышайы Хәбибйән. Үрәдниклыҡ үткән заманда ҡаласаҡ. Ә был исем менән үлгәнсе айырылмам, Алла бирһә, – тине Хәбибйән. Ул ҡулына думбыраһын алды.

Ситтәрәк ултырған, бөтәһен дә энә күҙәүенән үткәреүсе, полктарҙың, һалдаттарҙың именлеге, әрме именлеге өсөн яуаплы бер кеше бөтәһен дә диҡҡәт менән күҙәтә. Поздневтың, Сәмиәрҙең һәм башҡа күптәрҙең ым-хәрәкәтенә тиклем иғтибарҙан ситтә ҡалмай уның. Моң ҡоралы насар түгел, ләкин башҡорт ҡулында ут ҡоралын да уйната белә. Иң алдынғы, мәҙәниәтле, һәйбәт ҡоралланған французды еңгән шул әҙәм, Рәсәйгә ҡайтҡас, ҡоралын, хәрби оҫталығын бүтән яҡҡа йүнәлтмәҫме лә үҙен урыҫҡа ҡаршы ҡуймаҫмы? Уларҙың һәр береһендә әҙер һуғышсы ҡаны ҡайнай. Тимәк, ҙур мәсьәләләр тыуҙырыуҙары ла ихтимал. Оҙаҡҡа һуҙылған мәсьәләләр... Улар икенсе дин кешеләре –быны иҫәптән сығарырға ярамай. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай.

-Йәгеҙ, туғандар! – тине Хәбибйән ярһыу тауыш менән. – Нишләп тымып ҡалдығыҙ? Ҡушылығыҙ миңә.

Йыр бөтөүгә, йәнә Хәбибйәндең көслө, дәртле тауышы яңғыраны:

– Рәхмәт, ағайнә! Был – дөйөм еңеү! Халҡыбыҙ күп быуаттар беҙҙең батырлыҡты данлап һөйләр!

Ҡайһы бер яугирҙарҙың күҙҙәре йәшкәҙәне.

– Думбыра сиртеп әйтәйек! Илде, ерҙе һөйөү беҙҙең ҡандан!

Алтын ялатылған туҫтаҡты көмөш батмусҡа ҡуйған аяҡсы Хәбибйән эргәһенә килеп баҫты. Сәмиәргә мәғәнәле генә ҡарап алды. Тегенеһе күҙҙәрен йомғосланы, шунан баш ҡаҡты. Ирекһеҙҙән өҫтәл мөйөшөндәге таш һынды ла һыпырып алды...

– Туҡтағыҙ әле, – тине Хәбибйән. – Тәүҙә ҡурай моңо яңғыраһын. Батырҙар тураһында әйтелде. Хәҙер Тыуған ергә, Күк Уралға бағышланған көйҙө ишеттерер мәл. Еребеҙ, Илебеҙ – беҙҙең өсөн иң ғәзизе. Бөтөнөбөҙ күңелебеҙ менән тик уға тартылабыҙ. – Ул үҙенә тотторған туҫтаҡты өҫтәлгә ҡуйҙы. – Һеләүһен ҡустым, ал ҡурайыңды!

Ағаһы шулай тигәндән һуң, Һеләүһен ҡурайына үрелде. «Урал» көйө, ҡаршылыҡтар йырып, сикһеҙ киңлеккә таралды. Көй тымыуға Хәбибйән ҡустыһын ҡосаҡлап алды.– Ай, афарин! Һиңә етеүсе юҡ! Мә, ҡустым, ауыҙыңды сылат!

Шулай тине лә алдындағы туҫтаҡты ике ҡуллап ҡустыһына һуҙҙы. Сәмиәрҙең йөрәге жыу итеп китте. Ул сайҡалып китте хатта. Ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яҡты байҡаштырҙы. Үҙгәртергә хәлдән килмәҫ нәмәләр була. Ауылда тороп ҡалған ике улын күҙ алдына килтерҙе, башын услап тотто. Иренен сылатып алғандан һуң, Һеләүһен йәнә ҡурайын ҡулына алды. Ярһып уйнаны. Күҙҙәренән йәш аҡты. Яҡташтарының күҙ алдынан бөйөк тарих, бөйөк шәхестәр үтте. Ә егеттең тынғыһыҙ йәне һөйгәне менән осрашыуға атлыға ине. Кәләшен ата йортона алып ҡайтасағы ап-асыҡ күҙ алдына баҫты. Бына Миңъямалы – туй күлдәгендә.Башына кәләше туй еләнен бөркәнгән. Йолаһы шулай: уның йөҙөн кейәү йортона аяҡ баҫҡанға тиклем һис кем күрергә тейеш түгел. Бына әсәһе, еңгәһе киленде аттан төшөргәндәрен көтә. Бына Маһинур еңгәһе кәләшенең аяҡ аҫтына яҫтыҡ һала. Алһыу сәскәләр сигелгән аҡ мендәр… Һеләүһендең бар ярһыуы, бар хисе гүзәл ҡыҙҙың исеме, яҡты һыны менән бәйле ине.

Тирмәгә ҡайтып инеү менән, Һеләүһендең эсе ныҡлап ауырта башланы. Ул тәүҙә түҙҙе. Башы әйләнеп, ҡоҫа башлағас ҡына, хәленең ауырлығын бөтәһе лә аңланы. Ярамаған ризыҡ ашанымы, улайһа ниңә бүтәндәр ауырымай? Аптырауға ҡалдылар. Иштуған ағай килеп күҙ һалыу менән ултыра төштө.

– Ағыулағандар…

Был хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтәһен дә урап үтте. Кем ағыулаған? Ни өсөн?Яуап юҡ ине. Хәбибйән ҡустыһын ҡосағына алды. Үҙ йәнен бирерҙәй булһа ла,әмәлен тапманы ул. Бер нисә сәғәттән Һеләүһен тын алыуҙан туҡтаны. Хәбибйән ҡустыһының йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлаған килеш ултыра бирҙе.

– Ҡустым, беҙ һинең менән оҙон юлды үттек. Баҫҡынсының пүләһе һине урап уҙҙы. Нишләп хәҙер улай?..

Ауыр һуғыш юлы үтеп, нисәмә тапҡыр үлем ҡармауына эләгеп тә бер тамсы күҙ йәше сығармаған Хәбибйән бөгөн тауыш-тынһыҙ үкһене. Яратҡан ҡустыһының еңеүҙән һуң шулай фажиғәле үлеп ҡалыуы тетрәтте. Үҙенә тигән туҫтаҡты Һеләүһенгә һуҙғанын иҫенә төшөрҙө. Ҡустыһы уның үлемен үҙенә алды.Бүтәндәр ҙә бер һорауға яуап эҙләне: кем Хәбибйәнде ағыуларға итте? Ни өсөн?

Мулла тейешле йоланы атҡарғанда ла, ул һаман ҡустыһы менән һөйләшә ине.

– Беҙ еңеү менән ҡайтабыҙ. Һин еңеү менән ҡайтаһың. Сөнки һин шәһит киттең. Һин шәһит киттең…

Ситтәрәк торған Сәмиәрҙе ҡалтырау алды. Ысынлап та, гонаһ ҡылынды. Теләһә лә, теләмәһә лә – ярҙам итте зобаниҙарға. Уйламаған кеше яңғылыштан харап ителде. Сәмиәр һис кенә лә Һеләүһендең үлемен теләмәне. Теләмәне!Әллә Мишариндың эшен бөтөрөргәме? Шул саҡ үҙ уйынан үҙе ҡурҡты. Бер яңылыштыңмы – һинең дә әжәлең етәсәк. Тыуған яғыңды, ҡәҙерле кешеләреңде күреүҙән мәхрүм булып, сит яҡтың ҡорттарына тамаҡ булып, ошонда ятып ҡаласаҡһың.

«Уҫалланып ҡайта башҡорттар был яуҙан, уҫалланып». Туҡта, ниңә әле Иван Петровичтың һүҙе иҫкә килеп төштө? Сәмиәр атылып килеп ингән командир Поздневҡа ҡараны. Был әҙәм Хәбибйәнде яҡын күрә шул. Нисек хөрмәт итә. Иҫән ҡайтып еткәс, миңә кил, ниндәй һорау булһа ла, миңә мөрәжәғәт ит, минең ярҙамым тейәсәк, имеш.

– Был – беҙҙең уртаҡ еңеү. Бөйөк армия ҡыйралырға тейеш ине! – тине Позднев егетте ерләгәндә. – Наполеон һымаҡтар Рәсәйҙе быуаттар буйы төштәрендә генә күрәсәк. Эйе, һеҙҙең кеүек бөркөттәр булғанда, берәү ҙә империяға янай алмаҫ.

***

Хәбибйән әйткән һүҙендә торҙо: Байғусҡарҙың өйөнә һуғылдылар. Уларҙы күреү менән, түшәктә ятҡан Байғусҡар урынынан ҡалҡынды. Ҡарашы менән Һеләүһенде эҙләне. Тапманы. Башын эйеп баҫып торған яҡташтарына күҙ йүгерткәндән һуң, бөтәһен дә аңланы. Ишетелер-ишетелмәҫ кенә ыңғырашты.

– Оҙаҡлай алмайбыҙ, көс еткәнсә малыңды тейәп, һеҙҙе лә алып ҡайтып китәбеҙ, – тине Хәбибйән.

– Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигән халыҡ. Олтан булырлыҡ та хәл ҡалманы, – тип үҙ хәлен аңғартты Байғусҡар.

– Нисек кенә тиһәң дә, ағай, алып ҡайтып китәбеҙ. Бында ҡалдырып булмай,– тине Хәбибйән.

– Һуң хәҙер… Ҡыҙ баланы ла ситкә ебәреү юҡ. Ясин сығыр кеше кәрәк…

Әбдрәхмән мулла һүҙгә ҡушылды.

– Теге мәл һөйләшкән һүҙ үҙ көсөндә ҡала түгелме ни, Байғусҡар ағай? Әһ-һә! Ҡа ла. Әләйгәс, һеҙ Һеләүһен мәрүмдең ғаиләһе булып иҫәпләнәһегеҙ. Ә ғаилә –Аллаһы Тәғәләнән аманат.

– Аңлап бөтмәнем, хәҙрәт.

– Был аманат хәҙер ағаһына күсте. Хаҡ Тәғәлә алдында ул яуаплы. Мин бында шуны үтәр өсөн килдем.– Әбдрәхман хәҙрәт Хәбибйәнгә боролдо. – Йола буйынса, һин Байғусҡар ҡыҙының вәлиенә, бағыусыһына әйләндең. Хәҙер никах уҡыласаҡ. Йә, бармы һинең һорауың?

Хәбибйән хәҙрәттең асыҡ, үткер тауышынан ҡаушап ҡалды.Әбдрәхмән мулла һүҙҙе дауам итте.

– Һиңә донъяны ҡараштырып, аҙмы-күпме ҡалырға тура килер. Хәлде үҙең күреп тораһың. Беҙ ҡайтып, яҡындарыңа аңлатырбыҙ. Иҫән-һау ҡайтып килеүең менән һөйөнсөләрбеҙ. Бына шул. Тағы ла кемдең ниндәй һорауы бар?Ҡабатлайым: кемдең ниндәй һорауы бар?

Бына шулай Хәбибйән менән Миңъямалға никах уҡылды. Был турала ишеткән Сәмиәр төрлө тойғолар кисерҙе. Йәш кәләш көнләшерлек матур ине. Кемгә яҙған тиген, ә… Икенсе яҡтан ҡарағанда, «ирем хазина алып ҡайта» тип ауыҙ һыуы ҡороп көткән Маһинур ниҙәр эшләр икән? Нимә-нимә, ә иренән бындай аҙымды көтмәй бит инде ул! Хәбибйәндең Париждан алған хазинаһын Сәмиәр эҙләп тә ҡа ағайны. Таба алманы. Күрәһең, ул нәмә Хәбибйәндең йәш кәләшенә насип әйберҙер. Һемәйҙе Маһинур. Йәл дә хатта.

***

Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, Сәмиәр серен үҙенең ҡатыны менән уртаҡлашты. Иренең һәр ниәтен алдан аңлап торған бисә шундуҡ Маһинур янына барып килергә булып китте.

– Йөрөмәһен әллә кем булып. Миҙаллы батырҙың ҡатынымын, тип ҡупырая ине.

Сәмиәр уның ҡайтыуын саҡ көтөп алды.

– Йә, ни хәлле тегеләр? – тип һораны, түҙемлеген юйып. – Ҡарғап ташламанымы ирен?

– Эй-й, аңламаҫһың ул хәйләкәр бисәне. «Һин нишләп бушты һөйләйһең?» тине лә – вәссәләм. Хәбибйәненең бисә алғанына ышанмаймы, әллә теге оло хазинаға өмөт итәме?

– Төпсөшөргә ине. Хазина тураһында, тием.

– Йомоҡ бит. Бүтән бер нәмә лә әйтмәне. «Уны берәү ҙә урлай алмай» тине.Эйе! Урлай алмаҫ хазина була тиме ни?

– Һе! – тине тамам аптырауға ҡалған Сәмиәр.

***

Хәбибйән бер айҙан, Байғусҡар ҡайныһын ерләгәс кенә, кәләше менән ҡайтып төштө.

– Улым, – тип әсәһе сеңләп илап ебәрҙе. – Бәпесем, ниңә оҙаҡ көттөрҙөң? Ниңә тороп ҡалдың? Сәсте ағарттың бит. Һеләүһен ҡайғыһы әҙ инеме ни? Килен кибеткә тип кенә сыҡҡайны. Ул да күпме өҙгөләнде. Барығыҙ, кем бар, әйтегеҙ киленгә!

Әсәһен ҡосаҡлап, Хәбибйән хәленән килгәнсе йыуатты. Бына ҡаршыһына атылып Маһинуры килеп баҫты. Ул бисәһен күкрәгенә ҡыҫты. Күҙгә күҙ текәлде.Күп нәмәне уҡыны был ҡараштан Хәбибйән.

– Мин һиңә бөтәһен дә аңлатырмын, Маһинурым. Бөтәһен дә. – тине әкрен генә.

– Килен төшөрәләр. Әҙерләнегеҙ.

Был һүҙҙәрҙән йыйылған халыҡ йәнә «гөж» итеп ҡалды.Кәримә апай Хәбибйән улына ризаһыҙ ғына ҡараны.

– Һеләүһендең күҙе төшкән ҡыҙ, тинеләр тиеүен. Уның шулаймы-түгелме икәнлеген кем белә! Был донъяның кеме генә юҡ. Йылға ташҡанда бөтөн ҡый өҫкә ҡалҡып сыға.

Хәбибйәндең йөҙө үҙгәрҙе. Ул әлегә әсәһенә ләм-мим өндәшмәне. Маһинур быны аңланы. Бөтөн кисерештәрен йәшергән ҡатын шулай тине:

– Бейем, киленеңде төшөрәләр.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, Кәримә апай асҡан ауыҙын кире япты. Маһинур йүгереп барып яҫтыҡ алып килде, килен баҫаһы урынға яҫтыҡты һалды. Ап-аҡ ерлеккә эре алһыу сәскәләр төшкәйне. Туй күлдәге кейгән ҡыҙ баланың йөҙөн ул әле күреп өлгөрмәне. Йола буйынса башына елән бөркәнгәйне кәләш. Бына Миңъямалды сәскәле яҫтыҡҡа баҫтырҙылар. Бейем һаман һүҙ ҡатмағанға күрә, Маһинур өндәште.

– Төклө аяғың менән!

Фатиха һүҙен ишеткәс, Миңъямал бөркәнсеген асып, кеҫәһенән ниҙер алды.Берсә Кәримә апайға, берсә Маһинурға ҡарап торҙо. Шунан ҡулын Маһинурға табан һуҙҙы, усын яҙҙы. Усында Һеләүһендең көмөш тәңкәһе емелдәй ине. Инде Кәримә апай яулыҡ осо менән ауыҙын ҡапланы.

– Үт, балам, үт, килен…

Байрам табынына халыҡ күп йыйылды. Өлкән өйгә – ирҙәрҙе, кесеһенә ҡатындарҙы ултырттылар. Хәбибйәндең ике йөҙлөлөгөн, алдаҡсы булыуын фашлау теләге менән янған Сәмиәр тәүгеләрҙән булып килде. Тантаналы тауышменән һүҙ башланы:

– Һеләүһен мәрхүм һиңә хазинаңды алып ҡайтышырға тейеш ине, ауылдаш.Үҙең генә тейәп ҡайттың инде... Ни саҡлы ғына эҙләһәк тә табырлыҡ түгел. Ныҡ йыйғанһың.

– Хазина уҡ түгел инде…

- Атаҡ-атаҡ, хазина уҡ түгел, тип хәҙер танаһыңмы? Ошо тиклем халыҡ алдында? Уны бит һиңә Маһинурың алып ҡайтырға ҡушҡайны. Йәш кәләште күргәс, Маһинурҙың йомошо иҫеңә лә инеп сыҡманы. Оноттоң! Ә Һеләүһен ҡустың, үҙең беләһең… – Сәмиәр, танауын тартҡан кеше булып, Хәбибйәнгә һөҙөп ҡарап алды. – Алдашырға була, аҡланырға була хәҙер…

Хәбибйәндең ике сикәһе лә янды, күҙҙәрендә уҫал ут тоҡанғандай булды.

– Халҡыбыҙҙың батыр улы Һеләүһен ҡустым менән беҙ бергә эҙләнек ул хазинаны, Сәмиәр! Еңгәһенә тигән иң матур бүләкте ҡуша эҙләне. Саҡырығыҙ бында Таңатарҙың әсәһен!

Маһинур килеп ингәс, Хәбибйән уға ҡарап эйелде, ниндәйҙер эске наҙлы тауыш менән һораны:

– Кәләш, һин Париждан бүләк алып ҡайтырға ҡушҡайның, шулай бит!

Маһинур баш ҡаҡты. Хәбибйән тирә-йүнгә күҙ йүгертте.

– Кәләш, иҫкә төшөр. Нимә тип әйткәйнең?

Ҡатыны, йәмәғәт алдында оялып, яуап бирмәне. Иренә йылмайып ҡарап алды ла башын баҫты

.– Туғандар, ағайнә! Бына ниҙәр әйтеп оҙатты зирәк ҡатыным: «Мин ул халыҡтың күңелен аңлағым килә. Нишләп беҙҙең ерҙе баҫымсаҡлайҙар? Нимә көһәй ят батша? Аңлауы ҡыйын. Ләкин көйө-моңо аша мин ул һранцуздың күңелен аңлармын. Йыр алып ҡайт!» Һүҙмә-һүҙ әйттем, йәмәғәт. Ул минең башҡа уйылып яҙылған.

Быны ишеткән Сәмиәр артҡа ҡайҡайып китте. Ҡунаҡтар ҙа гөжләште. Был гөжләшеү – аптырау ҙа, ҡәнәғәтлек тә, һоҡланыу ҙа ине. Хәбибйән ҡунаҡтарына күҙ йүгертте. Иренен ҡымтыны. Уйсанланды. Шунан ҡурайҙы ҡулына алды.

– Эйе, ҡустым менән күркәм урындарҙы барып күрҙек, музыканттар менән таныштыҡ. Моңдарын икәүләп оттоҡ. Сөнки был хазинаға көсөбөҙ етер һымаҡ тойолдо. Ҡустым күп моң өйрәтте. Ул йырҙарын да отоп алғайны. Йәш кешенең хәтере, үҙегеҙ беләһегеҙ, – Хәбибйән тамағына тығылған төйөрҙө йотто. – Мин ишеттерәсәк көй еңеү тураһында. Беҙҙән еңелгәндәрҙең үҙ еңеүҙәренә бағышланған көй ул. Тик был юлы үҙҙәренә түгел, ә беҙгә арнаны уны һрансуздар. Һәмуны ҡустым тәү мәртәбә беҙгә Париждың үҙендә уйнап ишеттерҙе. Уралдың ҡырлы ҡурайында…

Хәбибйән ҡурайҙы әйләндереп ҡарап сыҡты, ипләп кенә һыпырҙы. Тамағын ҡырҙы. Табындағыларға күҙ йүгерткәндән һуң, үлемһеҙ моң ҡоралын ирененә терәне. Өй эсен бығаса ишетелмәгән ят, әммә дәртле көй тултырҙы. Был моң эсендә шаянлыҡ менән уйсанлыҡ, еңеллек менән етдилек бергә ҡушылды. Был көй аша күпме быуаттар Европала көн иткән халыҡтың ғәме, ынтылышы урғылды. Ул күңелде берсә осорҙо, берсә һағыш менән күмде. Берсә һалҡын һыу бөрктө, берсә ялҡын елпене. Башҡорт ҡурайы был көйҙө еңелеүсенең еңеүсе халыҡҡа үҙенсәлекле сәләме, уның улдарын таныуы һәм һоҡланыуы итеп яңғыратты. Эйе, был тойғо-хисте күпте кисергән йөрәге аша үткәреп, Хәбибйән үҙ халҡына еткерҙе. Хаҡы бар, ул – ЕҢЕҮСЕ. Еңеүсе булып әйләнеп ҡайтты һәм ул,ысынлап та, бөйөк ине.

Кесе өйҙә үҙенең байрам кейемендә – ҡыҙыл күлдәк, көмөш тәңкәле елән, башына ҡыҙыл мәрйендән тегелгән емелдәк ҡашмау кейгән, байрам кейемендә бер һылыу ҡатын ултыра. Иренән оло бүләк ҡайтарттыра алған ҡатындың ғорур һыны бүтәндәрҙән ҡырҡа айырылды – йөҙөндә әрнеү ҙә, һағыныу ҙа берҙәй сағылды, ә шулай ҙа эстән нур менән балҡый ине ул. Был нур бүлмәне, тирә-йүндәгеләрҙе лә яҡтыртты. Эйе, ғорур ҡатын бөтә булмышы менән шәм ине.Ошо нурлы шәмде алыҫ тарафтан килеп еткән моң иркәләне. Берсә ҡыуаныс булып, берсә ғәфү үтенеү булып яңғыраны. Иренең Париждан ҡайтҡан бүләге шул тиклем ҙур ине, ахыр, ул, өйгә, ишек алдына һыймайынса, киң урмандарға таралды. Бер мәшһүр халыҡтың күңелен асып биргән мәшһүр моң ине был.Быны аңлаған, быны баһалаған башҡорт ҡатынының йөҙөндә ҡыуаныс та, уйсанлыҡ та, һағыш та, һөйөү ҙә, үкенес тә, сабырлыҡ та – бөтәһе берҙәй сағылды.Һәм көй уйнаусы быны тойҙо. Тағы ла бирелеберәк уйнаны ул ҡурайында.Бөйөк халыҡтың бөйөк бер көйөн үҙәктәргә үтерлек итеп уйнаны. Ысын яугир,ысын фидаил, ысын бағышай... Шулай ҙа емелдәк мәрйен ҡашмаулы башын ҡырыныраҡ һалып, уйсан күҙҙәрен уйсан күҙҙәрен эске тәрәнлеккә һәм тышҡысикһеҙлеккә төбәп ошо көйҙө ТЫҢЛАУСЫ ҡатын тағы ла бөйөгөрәк ине был мәлдә!.

Автор:Фәрзәнә Аҡбулатова.
Читайте нас: