Все новости
Литература
28 Сентября 2021, 18:49

УЙЫНСЫҠ ҺЫЙЫР

Хикәйә

УЙЫНСЫҠ ҺЫЙЫР
УЙЫНСЫҠ ҺЫЙЫР

Йүкәләр сәскә атҡан ваҡыт – ҡолас еткеһеҙ йыуан ағастарҙың сәскәләре лә эре, бөрөләре борсаҡтай. Тик еҫе барыбер беҙҙәгенән ҡайтыш. Өфө урамдарының йүкәләре сәскә атҡанда тотош ҡала үҙәге умарта еҫе аңҡытып ултыра лаһа.

Торғаны Белорет, Аҫҡын тау-урмандары, тик ҡомалаҡ беҙҙә үҙе ишелеп үҫә, ә бында тоташ плантациялар менән мәж киләләр – Сания Прагаға елдергән машина тәҙрәһенән асылған күренештәрҙе күҙәтә-күҙәтә гел тыуған яҡтары менән сағыштыра барҙы. Чехия һыраһы менән дан тота бит, шуға сеймал етештерәләр инде. “Коммунизм” юҡҡа сығып, коллектив хужалыҡтар бөтөрөлгәс, ауылдары ҡаҡшаған шулай ҙа. Трасса буйындағы йорттары ла кеше күҙе төшкән яҡтан ғына буяп, матурлап ҡуйылған, тәү ҡарашҡа барыһы ла ал да гөл кеүек; тик ташландыҡ биналар барлығы ла һиҙелә инде. Йәштәр ҙурыраҡ ҡалаларға, хатта сит илдәргә китеп эшләй, тиҙәр.

Ҡыҙыҡ, яландарҙа гөрләшкәндәре-ҡайнашҡандары күренмәй, ә бесән сабыулы, өлкән мискәләрҙәй төк-төк преслап, тәгәрәтеп һалып ҡуйғандар. Ә беҙҙә сабынлыҡтарҙа эш ҡайнап торған кеүек, машиналар тыз-быз сабауыллай, янып-бешеп бесәнселәр йүгерекләй – әллә ни ырата алмайҙарсы. Күмәк хужалыҡ һаҡланған урындарҙа сабылып бөтөлмәй, ҡул теймәй әллә күпме баҫыуҙар ятып ҡала.

Тау баштарында боронғо замоктар күренеп ҡала. Афарин халыҡ был чехтар, текә сағыл ҡаяларҙың дауамы итеп таш пулаттар (һарайҙар) һалғандар борондан. Ер ҡыйбат булғанлыҡтан, күршеләр төкөтмә итеп үҙ йортон терәгән дә барған. Бер диуар, шул рәүешле, бушҡа тиерлек сыҡҡан. Карл Ҡайнаҡтарында, ана, йорттоң ал яғынан да инеп була, артҡы яғының өсөнсө ҡатына шоссе кимәленән һалынған баҫма аша туралай уҙып йөрөйҙәр. Шуныһы ғәжәп, экскурсияға барған юлдарҙа ни ауылдарында, ни ҡалаларында кеше күренмәне тиерлек – өйҙәрендә йә офистарҙа ултыралармы икән?!

Ҡәнәғәт булып ҡайтып бара Сания ялынан, тыуған көнөнә сит ил шифаханаһына юллама бүләк иткән балаларына бөткөһөҙ рәхмәтле булып ҡайтып бара. Әллә күпме кисерештәр, тәьҫораттар… Ғүмере буйы кешене дауаланы, ә үҙен хәстәрләргә ваҡыты етмәне. Ҡайҙан етһен: бәләкәй генә эш хаҡы, әҙәмсә йәшәйем тиһәң, ике-өс урында эшләргә, хастаханаларға нәүбәткә (дежурлыҡҡа) сығырға тура килә ине. Ибраһимы ла шулай эшләне, бер-береһен күрмәйҙәр ҙә тиерлек ине. Кеше ғүмерҙәрен оҙайтты-оҙайтты, тик үҙенә бер көн генә лә өҫтәй алманы. Машинаһы түңкәрелеп имгәнгән берәүгә операция эшләп бөткәс кенә хәл алырға ултырам тип ынтылған ерендә йән бирҙе нәүбәте ваҡытында.

Ирен юғалтҡас ҡына Сания йоҡонан уянып киткәндәй булды. Эш тигән дә сапҡан, иренә, балаларына иркә һүҙҙәр әйтергә форсаты ла булмаған. Ҡайҙа иркә һүҙ – уны былайтмағанһығыҙ, быны тегеләй иткәнһегеҙ, тип сөңгөлдәргә генә етеп торған ваҡыты. Йә Аллаһ!

Яңғыҙы уҡытып сығарҙы улы менән ҡыҙын Сания. Береһе һигеҙенселә, икенсеһе бишенселә генә уҡып йөрөйҙәр ине әле. Әлдә тәүфиҡлы, ихлас, бөтмөр, уҡыуға һәләтле булды балалары, әсәләрен борсомаҫҡа, бәләләрен һалмаҫҡа тырыштылар. Атаһына оҡшап, ауыр аҡыллы Искәндәр улы ла. Өйләнмәй оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, бик борсолғайны әсә, инде көн-төн, йүнле килен тура килһә ярар ине, тип теләне. Улы буй еткергәс, ире менән йәшәгән йылдарын ҡабат-ҡабат хәтер иләгенә һалып һелкетеп, төбөндә ҡалған сүп-сары өсөн йәне әрнеүенә сыҙай алмай киткән саҡтары йышайҙы. Аһ, буласаҡ килене яратып ҡына сығып, яратып ҡына йәшәһә ярай ине улын! Теләктәре ҡабул булды кеүек былай, шөкөр, ҡатынына һүҙ тейҙерерлек түгел әлегә. Ҡәйнәм тип өҙөлөп тора, юллама алыуҙы ла ул тәҡдим иткән.

***

…Медицина институтына төпкөл ауыл мәктәбен алтын миҙалға тамамлап уҡырға килеп инде Сания. Ул саҡта ришүәт биреү, танышлыҡ тигән нәмәне белеү ҙә юҡ, тик үҙ белемеңә, көсөңә таянырға кәрәк тип кенә тәрбиәләнгән ине уҡытыусы атаһы менән әсәһе лә. Үҙе лә аптырай, ни ғиллә менән уҡырға инеп китә алды икән шул һынлы уҡыу йортона?! Ул саҡтың ҡабул итеүселәре лә намыҫлы булғандыр…

Ҡылғандай аҡһыл-һары сәсле, берсә йәшкелт зөмрәт нурҙар, берсә аяҙ көндөң төпһөҙ күл зәңгәрлеге инеп сер бикләгән һоро күҙле ҡыҙҙы үҙен тотошо менән, әйтерһең, юлһыҙ, һаманғаса кәрәсин шәм яҡтыртып, батарейкаларының көсө бөтмәһен өсөн көнөнә 1-2 сәғәт кенә радио тыңлап үҫкән тимәҫһең, кәм тигәндә хан һарайында иң шәп остаздарҙан тәрбиә алған аҫылһөйәктер. Баштан уҡ иғтибар итеп, үҙе тирәһендә бөтөрөлә башлаһалар ҙа, өсөнсө курсҡа еткәнсә бер кемгә лә әйләнеп тә ҡараманы Сания. “Ҡырағай” тинеләр егеттәр, ә үҙҙәре һаман-һаман унан һоҡланыулы күҙҙәрен ала алманы.

Өсөнсө курста Силәбенән күсеп килгән егет өҫтәлде улар араһына. Ыҫмалалай ҡуйы ҡара бөҙрәләре үк ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ. Буйсан, әммә төҫкә әллә ни һылыу ҙа түгел кеүек. Һәр хәлдә Сания, башҡа курсташтарынан айырмалы, йығылып уҡ китмәне бер күреүҙән үк. Шул туҙғаҡ сәстәре генә лә ауыҙ һыуҙарын ҡороттора ала икән ҡыҙҙарҙың, тип эстән йылмайып та ҡуйғайны.

Үҙен Славик тип таныштырған егеттең, исемлекте барлай башлағас, Сәлмән булып сығыуы ла уға ихтирамды кәметә төштө. Нимә тип ҡылана инде, йөҙөнә башҡорт тип яҙылып ҡуйылған дабаһа! Хәйер, ул осорҙа студенттар араһында исемен урыҫсаға ҡулайлаштырыу таралып өлгөргәйне инде, быныһына ғына күҙ йоморға була.

Егет уҡыуға башкөллө сумды, ҡыҙҙарға әллә ни илтифат күрһәтмәне. Санияның тәкәбберлек мөгөҙө төртә биреп тә ҡуйҙы – нисек инде, барыһы уның өсөн “аһ” итеп торғанда, был яңыҡай уны күрмәмеш тә белмәмеш булып ҡылана. Бүлмәләш әхирәте Мәрйәм егеткә тәүге көндән үлеп ғашик булып өлгөргәйне (уның гел шулай – һәр “мөхәббәте” мәңгелек һәм һуңғы була), Славик былай ҙа Славик тегеләй, тип көн дә уның хаҡында әллә ниҙәр белеп ҡайтып, тәмләп бәйән итә, “их, шул егет менән бер генә үбешһәң ине”, тип үк ебәрә. Ә Сания уның һайын битарафыраҡ булып ҡылана, үҙенең иһә һәр яңылыҡҡа ҡолағы ҡарп итеп ҡала.

Уҡыу йылы сессия ваҡытындағы йоҡоһоҙ төндәре, семинарҙары, практикалары менән ҡайнап-урғылып, тамамланыуға ла яҡынлашты. Яҙ килде. Егеттәр, ҡыҙҙар имтихандар тапшырыр ваҡытҡа һанаулы ғына көндәр ҡалыуын да онотоп (дөрөҫөрәге, оноторға тырышып), кис менән Салауат һәйкәле янындағы ярға эркелә. Ҡая башындағы был мөһабәт һәйкәл күпме ғашиҡтарҙың ҡайнар һүҙҙәрен, талпынышлы вәғәҙәләрен ишеткәндер, яҡты өмөттәренең, әрнеүле йәштәренең дә шаһиты булғандыр. Бынан ҡулсаланып-ҡулсаланып аҡҡан Ағиҙел, уның ярҙарын, улай ғына ла түгел, ярты Башҡортостанды тиерлек баш ҡала менән тоташтырған күпер, офоҡҡа барып олғашҡан урман-ҡырҙар, улар араһында үҙ тормошо менән йәшәп ятҡан йорттар, ҡоролмалар күренә. Алма сәскәләре, сирендәр күктән төшкән өрпөй болот кеүек тау итәген һарып алып, әкиәти хуш еҫтәр тарата. Ошо күренештәрҙән Санияның күңеле әллә ҡайҙарға, алыҫҡа, алҡына башлай, ҡоштай осоп киткеләре килә, күҙҙәренә йәш эркелә.

Бөгөн дә Мәрйәм менән үҙе яратҡан урынға килеп баҫты ла әҫәрләнеп, әхирәтенең ҡулын ҡыҫып алды:

– Беҙ ниндәй бәхетле, дуҫҡайым, ошо матурлыҡтарҙы күрәбеҙ, тәмле еҫтәр һулайбыҙ, хыял иткән һөнәргә уҡып йөрөйбөҙ!

Мәрйәм уның ниңә шулай хисләнеүен аңлай – бөгөн моргта практика үттеләр бит. Ҡыҙҙар башта һуштан яҙып та йығылғыланы, хәҙер теге сиккә күскәндәрҙе уҡыу әсбабы рәүешендә ҡарарға күнегеп киләләр. Егеттәр хатта шунда мәрәкәләргә лә яйын таба, бәлки эске көсөргәнештәрен йәшереү өсөн дә ҡыланыуҙарылыр. Иң ҡыйыуы – Славик. Ул патологоанатом мәйеттәрҙе ҡырҡып тикшергәндә, ағзаларҙы тотоп, әйләндереп-тулғандырып ентекле һорауҙар ҙа бирә, педагогтары уны хатта операция эшләгәндә ярҙам итә башларға әҙер тигәндәре лә бар. Күнекмә өлгөләренә операция яһау практикаһында Славик теккән йөйҙәр оҫта тегенселәрҙекенән һис ҡалышмай, тыумыштан хирург, тип маҡтап ҡына торалар үҙен.

– Славик, Славик! – Мәрйәмдең ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенә Сания хатта тертләп ҡуйҙы.

Һәйкәл торған ҡаяның аҫҡы өлөшөндәге юлда бер төркөм йәштәр араһында, ысынлап та, курсташтары күренде. Егет шау-шыуҙа ишетмәнеме, әллә ишетһә лә иғтибар итмәнеме, – Славик тигәндәр бер ул ғынамы ни! – йылға яғына ҡарап, бетон ҡоймаға таянып тороуын дауам итте.

– Әйҙә, уның янына төшәйек, – тип Санияның ҡулынан һөйрәне әхирәте.

– Ҡуйсәле, шуны әллә кем итеп! Теләһә, үҙе килер, ҡысҡырҙың да инде, тотош Иҙел буйы ишеткәндер хатта.

– Ишетмәне-ишетмәне, әйҙә, төшәйек.

Үҙенекен итте барыбер, еңмеш.

Егет уларҙы күргәс, йылмайып ебәрҙе. Мәрйәмдең килеүенә нығыраҡ һөйөнгән кеүек тә тойолдо Санияға. Йәнә мин-минлеге ҡуҙғалып ҡуйҙы. Әллә башҡа хисме икән… Юҡ-юҡ, башҡаларҙың психозына бирелеп, ғашиҡ булырға йыйынмай әле ул. Килеп тороп, беләге үҫентегә бай икән. Бығаса иғтибар итмәгәйне; әле, ҡыҫҡа еңле күлдәк кейгәс, күреп ҡалды. Үҙенең атаһының ҡулдары ла, күкрәге лә тап-таҙа була торғайнысы, ире лә шундай булырға тейеш! Сания ҡарашын ситкә йүнәлтте.

Йомоҡай кеүек күренгән Славик ғәмәлдә йор телле булып сыҡты, ҡыҙҙарҙы ниҙер һөйләп көлдөрҙө, Өфөгә килгәненә әле йыл да юҡ, әллә күпме тарихын һөйләп ташланы. Ә көләмәстәрҙе әйтерһең һауанан һоҫоп алып ҡына тора! Буласаҡ медиктар өсөн тыйылған темалар юҡ та кеүек, әммә егет, билдән түбәнгә төшмәһә лә, эс тырнап көлөрлөк сәхифәләрҙе күп белә икән:

– Ҡышын грипп һалыуы таралғанда саҡырыу буйынса бер студентты ебәргәндәр ауырыу янына. Килгән был, ауырыуға бер генә ҡараш ташлаған да, тегенең ҡатынына әйтә икән: “Уны ҡотҡарырға һуң инде, күрәһегеҙме, ҡулы күм-күк булған!”. Ҡатыны: “Һуң, ул бит буяусы булып эшләй, йыуып өлгөрмәгән!” – тип яуаплай. “Бәхете, – ти икән студент, – буяусы булмаһа, күптән мәйет булыр ине ирегеҙ!”

Ҡыҙҙар үҙҙәренең дә практикаһынан ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, көлөштө. Санияның сыбыҡ осо һеңлекәше үҙҙәре уҡыған училищела нисек карантин ойоштортоуҙарын хатҡа яҙып ебәргәне. Табибтар өлгөрә алмағас, ҡалаларындағы медицина училищеһы уҡыусыларын эшкә ҡушҡандар. Ҡыҙҙар һүҙ беркетеп, танауҙарына елем тығып сөскөрөшөп, күҙҙәренән йәш ағыҙышып, тегеләр ятаҡ бүлмәләре буйлап йөрөгәндә бик сырхау ҡиәфәттә яҫтыҡҡа тәгәрәшкәндәр. Үләт төшкәнме ни! Һөҙөмтәлә, яңы ғына каникулдан килгән, бер-икеһе генә ысынлап ауырыған “пед”тар иртәгәһенә һөйөнөшөп өйҙәренә таралышҡан. “Оятһыҙҙар! Нисек шулай мөмкин! – тип нәфрәтләнеп яҙған гел “бишле”гә генә уҡыған һеңлеһе. – Бына мин ысынлап ауырый инем, шул арҡала ҡайта ла алманым!”.

Һөйләшә-гөрләшә ятаҡҡа ҡайтып еттеләр. Славик ятаҡта тормай, тиҫтерҙәренең үҙе баш, үҙе түш булып йәшәүенә күҙе лә ҡыҙа ине буғай. Ә ул әле һаман ата-әсәһе ҡанаты аҫтынан сығып етмәгәндәй, ҡылыҡтарында ла был һиҙелә төҫлө. Ҡыҙҙарҙы ишеккә хәтле генә оҙатты ла, һиҙҙермәҫкә тырышып, сәғәтенә ҡарап алғас, баш ҡағып ҡына һаубуллашып, туҡталыш яғына ыңғайланы.

– Пфи, – тине, иренен бүлтәйтеп, Мәрйәм, – әсәһе ун икенән дә ҡалма, тип әйтеп ҡуйғандыр инде, ҡайһылай элдертте алды-артына ҡарамай. Маменькин сыночек…

– Ҡуй әле шул йөнтәфейҙе, һөйләмә, – тигән булды Сания. – Әллә кем итеп шуны.

Ә эстән генә оҡшатты Славиктың был ҡылығын. Тимәк, тәртипле ғаиләнән, оло һүҙен йыҡмай, ата-әсәһен борсоғоһо килмәй. Ә ниндәй күңелле уның янында. Яратмай Сания танауын һәлендереп, гел бәхетһеҙ төҫ менән йөрөгән, йә бик аҡыллы булып күренергә тырышып, ҡуҡрайып, “дәрәжәһен төшөрмәҫ өсөн” бер артыҡ һүҙ ҙә ысҡындырмаҫ бәндәләрҙе. Эсең бошоп үлерһең улар янында!

***

… Сессияның һуңғы көнө лә килеп етте. Теге кистән һуң ҡыҙҙар баш бәйләп уҡырға ултырҙы ла һәр имтихан һайын бер төн йоҡо туйҙырып, йәнә дәреслеккә йәбешә ине. Һуңғы һынауҙы ла елкәнән төшөргәс, студенттар кеме байрам итергә, кеме юлға әҙерләнә башланы. Мәрйәм көндөҙ үк ҡайтып киткән, ул Славиктың теге саҡта “иртә” хушлашыуынан, уның менән борсаҡ бешмәйәсәк, тигән һығымта яһап, ауылға, Мәскәүҙән ҡайтасаҡ “запас егете” янына ашыға ине – башҡа берәйһе ҡармап өлгөрә күрмәһен! Сания ла кейемдәрен бөхтәләп ике сумаҙанға тултырҙы, йыл да береһен әсәһенең баш ҡалала йәшәгән әхирәтендә ҡалдыра, әле лә шунда барырға йыйынды.

Ишеккә кемдер туҡылдатып:

– Сания, һиңә килгәндәр, – тип ҡысҡырып ҡына уҙҙы.
Ҡыҙ бер кемде лә көтмәй ине, аптыраны. Уҙып барғанда ғына көҙгөгә күҙ ташлап, вахтаға төшөп китте. Сыҡһа, Славик тора. Ап-аҡ күлдәк, көлһыу салбар кейгән, туфлийына хәтлем аҡ. Сания уның килеүенә бер аҙ аптырап ҡалды: ”Берәй йомошо төштөмө, әллә…” Әллә күҙе төштөмө, тигән уйын үҙенән дә йәшерергә тырышты, йә улай булмай ҡуйһа, ғәрлеге ни тора – фаразыңды үҙең генә белһәң дә…

Егет уны күреп балҡып китте. Артына йәшереп кенә тотоп торған сәскә бәйләмен һоноп:

– Ҡотлайым имтиханды уңышлы тамамлауың менән, – тине.

Сания ҡойолоп төштө, йөҙөн сәскәләр араһына йәшерҙе. Көткән икән ул был минуттарҙы. Татлы минуттарҙы.

– Әйҙә, киноға барайыҡ, ваҡытың бармы, әллә бөгөн үк ҡайтып китергә йыйынһыңмы?

– Юҡ, иртәгә педтағы ауылдаштар менән бергә ҡайтам.

Сумаҙан алып бараһы икәнде белгәс, кинонан баш тартып, ярҙамлашырға ихлас теләк белдерҙе Славик.

Әсәһенең әхирәте “аслы-туҡлы” йөрөгән студент ҡыҙҙы ғәҙәттәгесә ҡыҫтап сәйгә ултырта алманы, сумаҙанды күрһәткән урынға ҡуйыу менән, туҡталып та тормай сығып йүгерҙе Сания. “Ай-һай, бик алаҡанлаған, хәйерле булһын! – тип уйлап ҡалды ҡатын. – Ҡыҙ балаға күҙ ҙә ҡолаҡ кәрәк шул”.

Таңға хәтлем етәкләшеп йөрөп сыҡты егет менән ҡыҙ. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Славик улар уйлағанса ғаиләһе менән түгел, ә әсәһенең бер туған ҡустыһында йәшәй икән. Юл фажиғәһендә ғаиләһен юғалтып, үҙе лә имгәнеп ҡалған иргә даими уколдар, массаждар эшләп, тәрбиәләп торорға кеше кәрәк булғас, Славикты ваҡытлыса Өфөгә күсереүҙе ҡулай тип тапҡандар. Көләмәстәрҙе күп белеүенең ғилләһе лә асыҡланды: ҡайғыға батҡан, туҡтауһыҙ һыҙланған яҡынының аҙ булһа ла күңелен күтәрер өсөн ишеткән берен ятлап ала икән. Бөгөн ағаһы янына башҡа туғандары килгән, егетте имтихан тамамланыу айҡанлы үҙ ихтыярына ҡуйырға ҡарар иткәндәр.

Таң ҡояшы тәүге нурҙарын Салауат һәйкәленә йүнәлдерҙе, кәүҙәһенә килешеп торған модалы нейлон күлдәк кейгән ҡыҙҙың ҡылған һары сәстәрен балҡытып ебәрҙе.

– Алтынсәс, Алтынсәсем минең, – егет ҡыҙҙы һаҡ ҡына ҡосағына алды. Тик үпмәне. Оялдылар. Ул заман башҡорт йәштәре шулай тәрбиәләнгәйне – ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә, тигән мәҡәл менән генә үҫтерҙеләр бит Санияны.

***

Иртәгәһенә ҡыҙ ауылына ҡайтып китте, оҙата килергә рөхсәт итмәне – нимәгә кәрәк ауылдаштары алдында егеттәр менән йөрөй башлаған тигән дан!

Ауылда бесәнгә төшөргә торалар ине. Яфа бит ул таулы төбәктәрҙә бесән эшләү! Таңдан тороп ун саҡрым самаһы йәйәүләп бараһың, көн буйы аяҡ өҫтө, ултырып торорға ваҡыт һирәк тәтей. Ағастарҙы ботай-ботай таҙартып алынған болондарҙа үҫкән тау үләне былай ҙа шыйыҡ, тиҙ генә кибеп бармай, икенсе көнөнә бик һирәк йыйырлыҡ була. Инде бесән рәттәрен әйләндереп, елләнгәс, йыя башлауыңа һырттан болот килеп сығып, сылата ла китә. Китһә әле. Тау араһына бер инеп алдымы, ҡаяларға эләгә лә тора, ҡармаҡҡа эләккән балыҡтай. Ул осраҡта инде лыҡма һыу булып, ямғырҙы ҡәһәрләй-ҡәһәрләй өй яғына лыстырҙайһың. Бесән ҡарайып бөтә.

Быйыл эш ыңғайыраҡ булды шулай ҙа. Яуынға бик һуғылманылар. Һуңғараҡ төшөүселәр тамам биҙрәне бесәндәрен теткеләп, тоҙ һирпә-һирпә, нәҙек кенә кәбәндәр ҡойҙолар. Уларының да ҡайһы берҙәре “янды”, йәғни, боҫ сығарып, серене.

Алыҫтағы ботамала ауырлыҡ менән генә бесән эшләһәләр ҙа, малды күп тота ине Санияның ата-әсәһе. Ихата тулы ҡош-ҡорт – ҡаҙын, өйрәген, тауығын мулдан аҫранылар. Ҡулың ырыҫлы, тиерҙәр ине әсәһенә ауылдаштары. Колхоз яғы булмағас, иген юҡ, уларына алабуталыр, кесерткәндер турап, орлоғон йыйып ашаталар. Үҫмер сағында ҡыҙҙың ҡулы ат ҡуҙғалағы орлоғон һыҙырыуҙан тупаҫланып бөтә торғайны. Әле малды кәметкәндәр шулай ҙа, олоғаялар бит. Етмәһә, аяғы имгәнеп, атаһы сатанлап ҡалды, һыр бирмәҫкә тырышһа ла, күрә бит инде ҡыҙы, – ифрат ауыр уға.

Һуңғы кәбәнде ҡойоп ҡайтҡандың иртәгәһенә, ниһайәт, аяғына ял биреп, аласыҡта иркенләп сәй эсеп ултырған ата-әсәһенең һөйләшкәнен тыштан ғына ишетеп ҡалды ҡыҙ:

– Әлдә Саниябыҙ бар, әсәһе, ни етте егеттәреңә биргеһеҙ бит – бынау һыҙлау аяҡтар менән ни хәл осона сығыр инек бесәндең! – тине атаһы. – Иңле алдырып, ҡырып ҡына саба бит әле, ҡайберәүҙең алдырып сапһа ла рәт аҫтында үләндәре тырпайып ултырып ҡала. Осоп йөрөп йыя, күтәремен дә эшләй, хатта күбә лә һуға. Ҡарт көнөмдә ярҙамға улым юҡ, тип бошоноп ҡуя торғайным эстән генә, бына бөгөн әйтәм инде: берәү – улдан, берәү ҡыҙҙан уңа, тип бик дөрөҫ әйтәләр икән.

Әсәһе лә ҡартының һүҙен йөпләп ҡуйҙы:

– Күҙ генә теймәһен инде балаҡайыбыҙға! Силәгенә күрә ҡапҡасы булырлыҡ берәй һәйбәт кенә иш тура килһә ярай ине. Еткән ҡыҙ бит инде. Уҡыйым тип ваҡытын уҙҙырып ебәрмәһен тим. Уйынға ла сыҡмай, ауылда оҡшатҡаны юҡтыр ахыры.

Артабан ни һөйләшкәндәрҙер, ҡыҙ көтмәгәндә үҙенә тәғәйен булмаған һөйләшеүгә шаһит булыуынан уңайһыҙланып, өйгә инеп китергә ашыҡты.

Санияның ауылға табип булып ҡайтырын ата-әсәһе генә түгел, ауылдаштары ла дүрт күҙ менән көтә: участка хастаханаһының мөдире Илфат ағай ҙа күптән инде пенсия йәшенә еткән, был төпкөлгә килеп эшләргә теләгән йәштәр булмағанлыҡтан, һаман бер үҙе тотош ауылды дауалай. Улай ғына ла түгел, фельдшер белеме генә булһа ла, уны профессор тип йөрөтәләр, тирә-яҡ ауылдарҙан да ауыр осраҡтарҙа уға мөрәжәғәт итәләр.

Илфат ағай Санияның каникулға ҡайтҡанына бик һөйөнә – ҡулынан эш төшөп ҡала бит. Ҡыҙ йәй буйы бер аҙ тәжрибә туплап китә. Хәйер, ауыл ерендә һирәк ауырыйҙар, ауырыһа ла, мөрәжәғәт итеп бармайҙар. Күберәген шул имгәнеү-йәрәхәтләнеү инде.

– Хирург булырға кәрәк һиңә, – ти ине йыш ҡына Илфат ағаһы. – Ҡулың килешеп тора, яраларҙы оҫта тегәһең, йөйҙәрҙе сигеү сиккән кеүек кенә итеп һалаһың.

Уныһы ул, ауыл йәштәре моңло тауышлы, бейегәндә ут сәсеп баҫыр Санияның киске уйындарға сыҡмаҫ булыуына аптырап, баш ватты. Эреләнгән, тинеләр. Тағы әллә ниндәй сәбәптәр эҙләнеләр, ғәйеп таптылар.

– Медиктар бик йөрөмтәл була бит ул, ауырға ҡалғанымы икән? – тип үк ебәрҙе уға һәр саҡ көнләшеп ҡараған, егетен үлә яҙып ҡыҙғанған берәүһе. Былай ғына, үҙенекеләр араһында ғына әйтте. Фекер алышҡан рәүештә генә. Әммә ауылға был инде бойомға ашҡан хәл булып таралып китте. Эте лә, бете лә Санияның исемен тел өҫтөндә бейетте, әллә күпме ғәйептәр тапты.

Ә Сания быны ишетмәне лә, белмәне лә, сабындан ҡайта ла, әсәһенә еңелерәк булһын тип, йорт эштәренә тотона. Славик тураһында йыш уйлана, хыялдарға сума. Клубта ҡыҙыҡ та түгел ине уның өсөн – күпме бейеп-йырлап, һикерәндәп йөрөргә була ыбыр-сыбыр араһында. Ана, йөрөгән үҫмерҙәр йөрөһөн! Унан тыш, медицинала бит уҡыу гел ятлауға ҡоролған. Китаптарын йыш алып ултыра. Һөнәренә һөйөү, ысынтылап ҡыҙыҡһыныу уянғайны уның күңелендә. Башта бит йәштәрҙе медик һөнәренең абруйлы булыуы, аҡ халаттар ҡыҙыҡтыра, ә һөнәр серҙәрен мауығып өйрәнеү, һәр осраҡтың төбөнә тоҙ ҡойоп ҡуйыу теләге һуңғараҡ, кешеләрҙе дауалай башлағас, уяна.

... Һағынышып осраштылар улар Славик менән каникул тамамланғас. Тик ниндәйҙер эске һиҙемләү менән быны Мәрйәмдән йәшерҙе ҡыҙ.

– Алтынсәсем минең, – тип бер кистә, ниһайәт, егет уны үбеп алырға ла йөрьәт итте. Битенән генә.

Икеһенең дә тәүге мөхәббәттәре, икеһе лә был хисте ағын һыуға тәүләп кергәндәй кисерә. Ул заманда, хәҙерге кеүек, “мөхәббәт уйнамайҙар”, ысынлап ғашиҡ булалар ҙа, саф ҡына килеш өйләнешәләр ине бит. Әле ошо “ғишыҡ-ғишрәт” уйындары арҡаһында күңелдәре лә, тәндәре лә сирлегә әйләнә йыш ҡына йәштәрҙең. Хирург булырға йыйынһа ла, белгес етешмәгәнлектән, ҡатын-ҡыҙ табибы һөнәренә күсергә тура килгәйне уға, әллә күпме аяныслы ваҡиғалар, шәхси фажиғәләр күҙе алдынан үтте. Ә бит заманында, ул уҡыған ваҡытта, Өфөлә сифилис менән ауырыған ике генә кеше бар ине: береһе – йыраҡ яҡтарға йөҙөп йөрөүсе капитан, икенсеһе – сит илгә барып килгән ҙур түрә ҡыҙы. Уны студенттарға битен йәшереп кенә күрһәтһәләр ҙә, бар Өфө кем икәнен белә ине булһа кәрәк…

***

…Бер аҙнанан колхозға, уңыш йыйышырға ебәрҙеләр.
Сания ауыл ҡыҙы булһа ла, ғөмүмән, иген иккәнде күргәне лә юҡ. Шулай ҙа балта, һәнәк-көрәк, салғы ҡулында уйнап тора, ат туғарып егә лә белә, кәрәк икән, елдереп сығып та китә - тау ҡыҙҙары өсөн был ғәйре тәбиғи ғәмәлдәр, эшкә кәрәкле кейем-һалым, монаятты ла алдан хәстәрләп ҡуйғайны. Иртәгәһенә автобусҡа тейәлеп колхозға юл тоттолар. Егеттәр - станда, ҡыҙҙар клубта урынлаштырылды. Колхоз бригадиры килеп, студенттарҙың етәселәренә бурысты аңлатты, ит-һөттө, бәрәңгене түләүһеҙ генә бирергә вәғәҙәләне, күпмелер түләргә лә тейештәр, тине. Эсте тишәме ни!

Ашты йәштәр үҙҙәре яраштырырға килеште. Күпте күргән ике ҡаҙан, сәй ҡайнатырға биҙрәләр килтерелде. Киске аштан бушаған ҡаҙандарҙы ялтыратып йыуып усаҡ янына түңкәреүгә клубҡа йәштәр ағыла ла башланы. Ҡыҙҙар түшәк-яҫтыҡтарын, төйөнсөктәрен сәхнәгә тәңкләп һалып, шаршау менән ышыҡлап ҡуйҙылар ҙа, клуб залына һикереп төштөләр. Курсташтарынан Ибраһим шәп баянсы ине, ул бейеү көйҙәрен һыҙҙырҙы ғына, ауылдыҡылар ҙа тырыштырҙы. Ауылдаш ҡыҙҙарын студенттар менән бейергә төшөрмәҫкә тырышып мас булдылар. Бер-ике егетте саҡырып сығарып, “өшкөргөләп” тә алдылар әллә…

Фантик уйнағанда Санияға йырларға тура килде. Тәүге мөхәббәт хистәренән әҫәрләнгән ҡыҙ тәбиғәттән бирелмеш моңона саф тойғоларын да ҡушып йыр башҡарғанда залда “шылт” иткән тауыш та ишетелмәне. Аһ, йәшлек, хыялый, самими йәшлек – шул ләззәтле минуттарға кире ҡайтҡандай булып, Сания ваҡыт сиктәрен дә, ҡайҙа китеп барғанын да онотоп китте бер мәлгә.

Шул кисте уға Славик яратыуын әйтте, беренсе тапҡыр ирендәренән һурып үпте…

Иртәгәһенә бер төркөм бәрәңге алырға, икенсеһе комбайн инә алмаған ҡултыҡтарҙа ашлыҡ сабырға тәғәйенләнде. Санияның тупраҡта ҡаҙынып йөрөгөһө килмәне, үҙе һорап, салғысылар менән китте. Етмәһә, Славик та ошо төркөмдә ине. Аҙаҡ аңлашылыуынса, ябай ғына түгел, мөнәсәбәттәрен хәл итерлек ҡарар булған был.

Һөйгәне ни салғы, ни тырма тота белмәй булып сыҡты. Сания алдында баҙай ҙа булһа кәрәк – һәр хәрәкәте килешһеҙ, эш ҡоралдары ҡулынан төшөп бара; майғул, тиер ине ҡыҙҙың атаһы быны күрһә. Әйтерһең, егет түгел, хан ҡыҙы: күпмелер эшләгәс, ҡулы ла ҡабарып сыҡҡаны мәғлүм булды.
“Ата-аҡ, бының менән нисек донъя көтмәк кәрәк, - тигән уй йүгерҙе ҡыҙҙың башынан, - ай-һай, ашыҡтым ахыры хистәремде белгертергә. Атайыма ярҙамсы түгел, бер имгәк кенә буласаҡ бит был, ауылдаштар ҙа ятып көлөрҙәр”.
Ана, беренсе курстан бирле артынан да ҡалмай йөрөгән Ибраһимдың ҡулында ут уйнай ҙаһа. Нишләп бығаса шуға иғтибар итмәй йөрөгән, беренсе йыл ғына түгел дәһә колхозға килеүҙәре!

Күңеле ҡайтты ҡыҙҙың һөйгәненән. Кисә генә күктәргә осортоп алып китерҙәй мөхәббәт ҡанаттары ауырайҙы, хатта яурындарын аҫҡа тарта башланы кеүек. Ул мыштым ғына егетте күҙәтә бирҙе лә, күңеле биҙеп, бар асыуына салғыһын һелтәргә кереште. Тәүге мауығыу хистәренең шулай тиҙ селпәрәмә килгәненә лә әрнене, йәлләне лә әрләне үҙен. Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә, ти ине әсәһе. Ул кисәңге үбешеүҙе хәтерләгән ирендәрен ҡанатҡанса тешләне, күҙҙәренә йәш эркелде.

Бөгөнгө тормош бейеклегенән шул ваҡытҡа әйләнеп ҡайтып, Сания йәштән үк артыҡ йортсол, артыҡ етди булғанлығына үҙе лә аптырап, көлөп ҡуя – тәүге мөхәббәт һәм… һыйыр! Ә мөхәббәт мотлаҡ ҡауышыу менән тамамланырға тейеш!

Киске уйынға йыйылғас, ниҙер һиҙенеп, Мәрйәм уның ҡолағына бышылданы:

– Ҡарасы, Славик һинән күҙен дә алмай, тәки арбағанһың бит!
- Кит әле, юҡты һөйләп торма бында, салғы ла тота белмәй, бер һыйыр ҙа аҫрай алмаясаҡ бит ул.

– Һы, ә нишләп ул һыйыр аҫрарға тейеш һуң әле, ҡалала йәшәр, моғайын.

– Ҡалала йәшәр булһа, ҡала ҡыҙҙарын күҙләһен.
Сания һүҙ тамам икәнлеген белдереп, арты менән боролоп баҫты. Унан күмәк йәштәр артынан һиҙҙермәй генә шаршау артына уҙып, бер үҙе ҡалғас, хистәренә ирек бирҙе, түгелеп иланы ла иланы.

Иртәгәһенә Славикты Өфөгә саҡыртып алдылар, ағаһын ҡарарға ҡалған туғандарының икенсе ҡалала ниндәйҙер кисектермәҫлек мәшәҡәте килеп сыҡҡан, тинеләрме шунда. Бәлки эш мәнеһе белмәгән егет үҙе берәй һылтау тапҡандыр, тигән гонаһлы уй ҙа инеп ҡуйҙы көткәндәре аҡланмаған ҡыҙҙың башына.

Колхоздан ҡайтҡас, Сания ла, нишләптер Славик та бер-береһе менән осрашмаҫҡа тырышып йөрөй башланы. Тиҙҙән егеттең ағаһы вафат булып ҡалды, Славик ҡыҙ менән хушлашмай ҙа Силәбегә ҡайтып китте лә башҡаса хәбәр-хәтер бирмәне.

Шул арала ауылдарында таралған әшәке һүҙ ҙә Санияның ҡолағына ирештерелде, тыуған яғына эшкә түгел, каникулға ла ҡайтыу теләге юғалды. Ғәрләнде, әрнене, рәнйене ҡыҙ ауылдаштарына. Илай-илай күл итте. Йәйгеһен практикаға Өфөлә ҡалды.

***

Икенсе йылына Санияның атаһы көтмәгәндә яҡты донъяны ҡалдырып китте, ауылда кейәүгә сыҡҡан апаһы әсәһе янында төйәкләнде. Үҙ елкәһенә һалырға торған йөктәр шулай бер-бер артлы хәл ителде лә ҡуйҙы.
Ибраһим менән өйләнештеләр, район үҙәгенә эшкә ебәреп, йәш белгестәргә тәғәйенләнгән фатирын да шунда уҡ бирҙеләр. Фатир тиһәң, хәтере ҡалырлыҡ та, әммә уңайлыҡтары - урамда, һыуы колонкала булған ағас барактың бер бүлмәһе ауылда үҫкән йәштәр өсөн әллә ни ине. Ошонда улдары донъяға килде, ғаилә мәшәҡәттәренә, һайлаған һөнәрҙәренә хас борсоулы-көсөргәнешле мөхиткә сумдылар.

Ни ғиллә, йылдар уҙған һайын тәүге мөхәббәте баҙыҡлана биреп, Санияның йөрәген телгеләне лә торҙосо. Район үҙәгендә йәшәгәнлектән, ысынлап та, мал тотоу мөмкинлеге лә, хәжәте лә ҡалманы. Махсус медицина журналдарында Славиктың фәнни мәҡәләләре сыға башланы, фамилияһына фән кандидаты, фән докторы, профессор тигән исемдәр ҡушылды. Был хеҙмәттәрҙе ҡат-ҡат уҡый ҙа, китап шкафына, иң ҡәҙерле һанаған баҫмалар янына тығып ҡуя ҡатын.

Төштәрендә ҡара бөҙрә сәсле, ап-аҡ күлдәкле, көлһыу салбарлы сибәр егет сәскә бәйләме һуҙа. Гел бер төш. Һәм ҡолағында теге саҡ клубта йырланған мөхәббәт йыры яңғырай. Әммә гармунда Ибраһим түгел, нишләптер Славик уйнай. Оноторға, йөрәгенән йолҡоп ташларға тырышҡан һайын төштәре йышая бара, таңдарҙа илатып уята. Егеттән етешһеҙлек эҙләүе мөхәббәттә яңылышыуҙан ҡурҡыу булғанын йылдар уҙғас ҡына төшөндө ул. Тик һуң ине инде, былтырғы ҡарҙы быйыл эҙләп табып булмай

… – Килеп еттек, тигән тауыш Санияны һиҫкәндереп ебәрҙе. Прага аэропорты алдында торалар имеш.

Водитель пассажирҙарына әйберҙәрен тотторғас, һеҙгә туғыҙынсы юлдан инергә, тип өйрәтеп ебәрҙе.

Иртәрәк килгәндәр, теркәү башланыуҙы оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Африкалы бер ҡатын янына ултырып, ул сумкаһынан судоку тартып сығарҙы ла, тултырып бөтөлмәгән шаҡмаҡтар өҫтөндә баш ватырға тотондо. Мауығып китеп, яуаптар тирелеп төшә генә башлағас, артҡы урындыҡта ултырғандарҙың һөйләшкәне ҡолағына салынды. Тыныс ҡына һөйләшһәләр, иғтибар ҙа итмәҫ ине, былар ҡысҡырмай ҙа кеүек, ә теңкәгә тейә торған сөңгөлдәүҙәре менән фекерҙе тағатып ебәрҙе.

– Нимәгә тип алдың инде был китаптарҙы ауырлыҡ итеп, етмәһә, ни рәүешле ҡиммәт бит әле, - урындығы һығылырҙай ауыр кәүҙәле ҡатынды елкәһе менән тойҙо Сания, уның ҡырҡылдабыраҡ сыҡҡан тауышына ир кешенеке өҫтәлде:

– Мин һиңә аҡсаны юҡҡа-барға тотонорға бирҙемме? Юл хәлен белеп булмай, кеҫәңдә һаҡлыҡҡа ятһын, тип әйттем түгелме?

Был икәүгә яуапҡа иламһыраған бала тауышы ишетелде:

– Циля, беҙҙә бит ундайҙар юҡ, ә былар инглизсә ҡыҙыҡ әкиәттәр.
Ир кеше малайҙы эргәһенә тартып ултыртҡанын да күрмәһә лә ишетеп ултырҙы Сания.
Хәҙер теләгән бер мәғлүмәтте инеттан алып була. Юҡҡа аҡса әрәм итеп. Ярай, теркәлгәнгә тиклем ваҡыт бар, өлгөргән тиклем уҡы ла, кире тапшырырбыҙ.
Былар тынысланғандай булһа ла, ҡатын башҡаса судокуға тотонманы, араларына ҡуйылған көләмәстәрҙе уҡырға булып китте..

Тик уйҙары барыбер ҡалдырмай, ғауғалы ҡоштар шикелле ялпылдап килеп сыҡты ла ла бер ни күрмәҫ, ишетмәҫ хәлгә индерҙе.

… Ҡыҙын да ҡулына алып, иркен яңы фатир биргәстәр, бер аҙ баҫылғандай булғайны болоҡһоноуҙары, етмәһә, башкөллө эшкә сумдылар, ауырыуҙарҙы ҡабул итеп ҡайтҡандан һуң район хастаханаһына көн-төн нәүбәткә сығып, машиналыҡ аҡса йыйҙылар. Дөрөҫөрәге, Ибраһим әлүмин көрөшкә менән ҡалаҡ ҡына булһа ла ҡәнәғәт булып йәшәр ине, Сания үҙе гел, беҙ кешенән кәмме ни, тип донъя ҡыуҙыртты ла ҡыуҙыртты. Машинаға сират еткәнен хәбәр иткәстәр, Өфөгә килеп төшкәндә төн эсендә хаҡы күтәрелде. Ибраһим бик белгертмәҫкә тырышһа ла, Сания илап та алды. Йәнә йыйҙылар аҡсаны, алдылар, ниһайәт. Тик ире мантытып йөрөп тә өлгөрмәне – төнө буйы аяҡ өҫтө тороп эшләгән операциянан һуң ял итергә ултырған еренән генә китеп тә барҙы. Һуңғы юлына оҙатырға район үҙәгенең барса халҡы сыҡҡайны – күпме кешенең ғүмерен оҙайтты бит ул оҙон булмаған ғүмерендә, игелекле, намыҫлы булды.

Исмаһам, күпмелер ятып ауырыһа, аяҡҡа баҫтырыр, ҡәҙер күрһәтер инем, вафат булһа ла, еңелерәк булыр ине, тигән уй хәҙер нисәмә йылдар уға тынғы бирмәй. Һуңғы йылдары бергә ултырып ашағандары, байрам ҡаршылағандары ла һирәк булды шул. Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн алмашлап береһе ҡайтыуға икенсеһе нәүбәткә юлланды.
Аҙағынан бергә йәшәгән ваҡыттарынан иҫтәлекле генә көндө хәтеренә төшөрөп ҡарарға тырышһа ла, булманы – бармаҡ араһынан ағып төшкән ҡом кеүек кенә бер иштән китеп тик торған бит йылдары.

Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа… Булған икән дә затлы бер ваҡиға, дөрөҫөрәге, була яҙған Ибраһимы ҡосаҡ тулы рауза сәскәләре менән ҡайтып ингәйне. Ул ваҡытта һирәк бүләк итәләр ине бит гөлләмәләрҙе – берҙән, әлеге кеүек әллә ни тәртипкә лә һалынмағайны, унан, 8 мартҡа һары мимозалар ҡайтарылһа, әллә ни күреп, итәк аҫтынан ғына, таныш-белешкә, үҙ кешеләренә генә, аяҡландырып бөтөрөрҙәр ине. Баҙарҙа ситтән генә ҡарап уҙған өсөн дә хаҡ алырҙай булып тексәйешеп торған кара мыйыҡтарҙың һирәкләп килтергән рауза сәскәләренең күпме торғанын ишеткәндә, шунда уҡ, у-у-у, бының өсөн нисәмә нәүбәткә сығырға кәрәк, тигән уй башты икенсе яҡҡа борҙорта ла ҡуя торғайнысы.

Ҡып-ҡыҙыл розаларҙың еҫе бөтә бүлмәләргә тулды, өй эсендә үҙенә башҡа бер нур балҡыны. Төнгө нәүбәттән ҡайтҡан иренең йөҙөндә тамсы ғына ла арыу-талсығыу һиҙелмәне.

– И-и, минең кәләшкәйем, таңдан тороп бешеренеп тә өлгөргән, - тип сәс толомдарын иркәләп һыйпап ҡуйҙы ул ҡатынының. Ҡырыҫ итеп:

– Был тиклем сәскәне ҡайҙан алдың? – тимәһә, булмағанмы шунда Санияға!

  • Әрмәндәр шат булып ҡалды, кәләшкәйем, бер бөртөк сәскәһен дә ҡалдырмай, алып ҡайтып киттем. “О-о-о, һөйгәнеңәлер инде!”, - тип тороп ҡалған булдылар. Эйе шул, донъялағы иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешемә, тинем.
    Күтәреп үк алып, өйөрөлтөргә тотондо ире.

– Аһ-аһ, ниңә был тиклем ашҡынғанһың ул! Үләнгә аҡса әрәм иткәнсе, келәм алһаң, бер әйбер булыр ине.

– Сания, һуң бөгөн бит өйләнешеүебеҙгә ун йыл! Һине шатландырайым тип тырышҡайным даһа.

– Аһ-аһ, шулаймы әле ул. Онотҡанмын даһа…

Иҫенә төшкән һайын йөҙөнә рауза түгел, әрем еҫе бөркөлгән кеүек, күҙҙәрҙе әсеттерә башлай…

Аҡса, машина тигән дә сапҡандар. Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп тороуҙан машина ҡәҙерлерәк булған – шулай тип үҙен аяуһыҙ язалай ҡатын. Иремә, балаларыма бирер йылымды, наҙымды ете ят бер кешегә оҙатып торғанмын, етмәһә! Хәҙер уйҙарҙың да матди булыуына ул ышана. Түшәктә лә өсөнсөгә - Славик, аш бешергәндә лә ул, кер йыуһа ла, баҡса емештәре ултыртһа ла… Ә өсөнсө артыҡ, тип әйтәләр бит. Артыҡ кеше Ибраһим булып сыҡҡан. Дөрөҫөрәге, үҙе кәрәкһеҙгә сығарған уйҙары менән. Шуға киткәндер ҙә ул тормошонан. Ә бит донъяла Сания мөхәббәтенә унан да лайыҡ кеше булмаған, булмаҫ та, уйлап ҡараһаң!

… Аэропорт таблоһында Санкт-Петербургҡа теркәү башланыуы хаҡында яҙма пәйҙә булды. Сания судокулы журналын сумкаһына тығып, тәгәрмәсле сумаҙанын әйтелгән турникет яғына ыңғайлатты. Үҙе бер оҙайлы мәшәҡәт быныһы. Ниһайәт, багаж оҙатылып, йәнгә теймәле тикшереүҙәр, ҡапшауҙар тамам булып, толомонда шикле нәмә юҡлығына инаныр өсөн һүттерелгән сәстәрен рәтләне лә, еңел сумкаһын яурынына аҫып, дьюти-фри кибеттәре яғына йүнәлде. Бында хаҡтар арзаныраҡ тип әйтәләр, ул ейәнсәрҙәренә бүләк һайларға тотондо.

Күҙе бала сағында үҙҙәрен тәмле ҡуйы һөтө менән туйындырып үҫтергән Сыбарҡай исемле һыйырҙарына оҡшап торған йомшаҡ уйынсыҡҡа төштө. Ҡулына алып бер кнопкаһына баҫыуға һәүкәш баҡырып та ебәрҙе. Бәләкәсенә дан бүләк таптым бит әле, тип һөйөнөп, олоһона ни алырға белмәй байтаҡ йөрөп ташланы. Уныһына хәҙер әйбер алып оҡшатыуы бик ҡыйын, ҡайҙан тапҡан һүҙен, параша, тип кенә ҡуя.
Бер аҙ күстәнәс, һәҙиәләр һалынған ҡупшы пакеттарҙы тотоп, иркенерәк тойолған эскәмйәлә урын алды. Сумкаһынан судокуһын сығара ғына башлағайны, көтмәгәндә баш өҫтөндә һаҡ ҡына бәрхәт тауыш яңғыраны:

– Алтынсәс?!

Сания терт итеп ҡалды – сит ил аэропортында шул тауышты ишетсе әле: уға былай тип бер генә кеше, ул да булһа ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында, өндәшә ине ләбаһа! Славик, Сәлмән… Ҡаушаны, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ултырыуҙы килештермәй, тора башланы.

– Ултыр…ығыҙ, борсолмағыҙ! – Ялтас башлы, тулы кәүҙәле ир уның яурынан йомшаҡ ҡына баҫып кире ултыртты ла, янына урынлашып, ҡул һуҙҙы. Әйҙә, күрешәйек, булмаһа!... Танынығыҙмы?

– Эйе, әлбиттә, үҙгәрмәгәнһегеҙ, - тигән булды ҡатын, уның яңы ҡиәфәте төштәрендәге һомғол егетте бик аҙ хәтерләтһә лә. Икеһенә генә билдәле ҡушаматтан таныным тип әйтә алмай бит инде. Икеһенең сере, икеһенең мөғжизәүи хистәре. Тәүге тапҡыр илереп ғашиҡ булып, бер генә үбешеп айырылышыуҙарының әсе әрем тәме.

– Ә мин артта торһам да, һеҙҙе сәстәрегеҙҙән үк таныным, тикшереү үткәндә тағатҡанда. Һаман шулай алтын һары, матур икән толомдарығыҙ. – Ул саҡта тәбиғи алтын ине, хәҙер яһалма шул, тип эстән генә әсенеп көлөмһөрәне Сания. Ҡайҙан ҡайтып, ҡайҙа осоп барыш?

– Карл Ҡайнаҡтарында ял иттем дә, арзаныраҡ булған өсөн, Петербург аша ҡайтып барышым. Өфөлә, балалар янында йәшәйем хәҙер.

– Ә Ибраһим?

Быныһын ҡайҙан белә икән, тип ғәжәпһенеп уйланы ҡатын.

– Курсташтар менән ҡайһы саҡ осраштырып ҡуйғылай инем симпозиумдарҙа, тине ир, уның кисерештәрен уҡыған төҫлө. Күптән бер кемде лә күргән юҡ инде.

– Уның вафатына байтаҡ йылдар уҙҙы шул… Ҡатын, күңеле тулышып, туҡтап ҡалды. Тамағындағы төйөндә көслөк менән йотоп ебәрҙе лә һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты. Фәнни эштәрегеҙ йыш сыға ине, нишләптер туҡтап ҡалдығыҙ.

Ир, Санияның халәтен аңлап, Ибраһим тураһында башҡаса һүҙ ҡуйыртманы. Һорауҙан ҡатындың да үҙенә бик үк битараф ҡалмағанлығын төшөнөп, ҡәнәғәтлек кисерҙе һәм шуға яуап биреүҙе хуп күрҙе:

– Туҡтаманым. Балаларым менән бер фамилияла булайым тип алмаштырып алдым, улар бит әсәләренекен йөрөтә, Гольденбергтар. Балалар Израилдә йәшәйҙәр. Үҙҙәрендәге эҫенән ҡасып йыл да йәй уртаһында шул уҡ Карл… Ҡайнаҡтары тинегеҙме әле, ҡыҙыҡ Карловы Варыға киләләр. Ҡатыным менән мин дә балалар, ейәндәр менән шунда осрашабыҙ. Улыбыҙҙың курсташы ҡунаҡхана, ял итеүселәр өсөн фатирҙар тота. Бөтөнөбөҙ фатирға урынлашып, рәхәтләнеп ял итәбеҙ, шифалы һыуҙарын эсәбеҙ. Балалар Һайфанан тейәнеп, кошерный… хәләл итенә тиклем алып килә. Быйыл да бер ай бергә булдыҡ. Нисек осрашмағанбыҙ һеҙҙең менән! Ҡайһы ҡунаҡханала йәшәнегеҙ?

Шул мәл бала тауышы ишетелде:

– Йося, бына һин ҡайҙа, Циля юғалтты бит үҙеңде. Йүгертеп кенә алып килергә ҡушты.

Ҡаршыларында ҡара бөҙрә сәсле, ҙур ҡара күҙле, 10 йәштәр самаһындағы малай баҫып тора. Славикҡа, тфү, Йося-Йосифҡа оҡшап тора, әммә йәһүд яғына нығыраҡ тартҡан буғай.

– Таныш булығыҙ, ейәнем Алон, тине ир. – Миңә һуйған да ҡаплаған тиҙәр, шулаймы?! Олатай, өләсәй тип әйттермәй ҡатыным. Ғәфү итегеҙ, мин хәҙер кире килермен, адресығыҙҙы, координаттарығыҙҙы яҙып әҙерләп ҡуйығыҙ әле, зинһар.

Ул, малайҙы етәкләп, залдың икенсе яғына йүнәлде. Бер аҙҙан артына боролоп, шаяртҡан төҫлө:

– Нисә һыйыр тотаһығыҙ, килгәс бәйнә-бәйнә һорашырмын, яраймы, - тине.

Санияның йөҙөнә ут ҡапты. Теге саҡта үҙе уның менән осрашмаҫҡа тырышып йөрөһә лә, Славик яғынан берәй аҙым булһа, бәлки ирер ҙә ине. Ирер ине. Тик ул да ҡыҙҙы күрмәмеш булып ҡыланды. Һиҙенгәйне лә һаҡһыҙ һүҙҙәрен Мәрйәм алып барып еткергәнен. Ә бәлки яҡшыға булғандыр. Шулайҙыр. Сәлмәндән – Славик, шунан Йося-Йосиф булып, тиреһен ҡырҡ төләтер кеше менән ғүмер итә алыр инеме икән ул?
“Ҡатынымдың фамилияһын алдым тимәй, ҡайһылай оҫта яуаплай, һырт йөнө һырылған бының, тип ирендәрен ҡымтып ҡуйҙы ҡатын. Тормошонан бик ҡәнәғәткә оҡшай, ә мин, иҫәр, ярты ғүмер уның өсөн йән атып, буш хыялдарға арбалыу арҡаһында сәғәҙәтле миҙгелдәребеҙҙең ҡәҙерен белмәй, ҡәнәғәтһеҙ булып, ҡыҫыр көйөк менән үҙ бәхетебеҙҙе кәметеп йәшәгәнмен нисәмә йылдар буйы!”

Ибраһимы эштән ҡайтып ингәндә: “Атай, мин һине үлеп һағындым, мин һине үлеп яратам”, - тип балалары уға һарыла торғайны. Сабыйҙарының - йәненең, тәненең дауамдарының - мөхәббәте икән, тимәк, был мөхәббәт уның үҙенеке лә булған бит! Аңлай белмәгән, баһалай белмәгән.

… Самолетҡа үткәрә башлауҙарын иғлан итеү менән, адресын яҙып, телефон номерын сыймаҡларға тотонған еренән ҡағыҙын йыртып ташлап, Сания алға уҡ барып баҫты. Турникет аша уҙғас, ул шулай ҙа артҡа әйләнеп ҡараны - теге остан килгән ағымда ул ап-аҡ күлдәкле, ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле егетте күреп ҡалды:

– Славик!

Күкрәгенән сыҡҡан һағышлы ауазды йөрәгенә йомдо ҡатын.
Егет янында ауыр кәүҙәле, ялтас башлы ир ашығып атлай, ҡарашы бая ғына Сания ултырған эскәмйә яғында ҡасандыр төштәрендә илатып уятҡан буйсан, ҡара бөҙрә сәсле сибәр егет менән һис уртаҡлығы юҡ бит уның! Хатта исемдә лә. Иосиф Гольденберг.

– Бәхил бул, Славик, тине Сания ауыҙ эсенән һәм аэропорт бинаһын осҡос менән тоташтырған “ең” эсенә шәп-шәп атлап инеп китте. Үҙенә тәғәйен урындыҡҡа урынлашҡанда яңылыш бер пакет эсендәге һәүкәштең кнопкаһына ҡағылды әллә, уныһы мөңрәп тауыш бирҙе. Сания уйынсыҡты сығарып ҡуйынына ҡыҫты ла рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.

Автор:Гүзәл СИТДИҠОВА.
Читайте нас: