Все новости
Литература
24 Сентября 2021, 19:00

УЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН…

Тәнзилә ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалды… Юғиһә, берәүҙән дә кәм ере юҡ ине кеүек: мәктәпте бер генә «өс»һөҙ тамамлап, беренсе йыл уҡ институтҡа ла барып керҙе. Уны тамамлауына, дәрәжәле ойошмаға эшкә лә урынлашып ҡуйҙы, бер генә бүлмәле булһа ла, фатир ҙа йүнәтте, һаҡлыҡ кенәгәһендә машиналыҡ аҡсаһы ла йыйылып килә. Уҡып, права алаһы ғына ҡалды. Бына шундай уңған-булған башың менән кейәү ҙә табалмай йөрө инде! Артисткалар кеүек үк матур булмаһа ла, буй-һыны зифа булып, күҙ-ҡаштары ла шаҡтай килешле, юғиһә. Тик төрлө әтрәгәләмгә кейәүгә сығырға һеҙ уны кем тип беләһегеҙ!

УЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН…
УЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН…

Дуҫ ҡыҙҙары инде әллә ҡасан, ҡатын булып, бала үҫтереп ята. Бер Тәнзилә генә – япа-яңғыҙ. Бер йылды мәктәптә синыфташтар осрашыуы уҙғайны. Тәнзилә ник барғанына үкенеп ҡайтты. Ни тураһында ғына һөйләшә башлаһалар ҙа, һүҙҙәре гел бала-сағаға килә лә төртөлә, килә лә төртөлә.

– Минең ҡыҙым тәпәй китте инде…

– Ә минең... минең беренсе һүҙен әйтте... «Әннә», ти…

– И-и-ии... Минең ҡыҙым әллә ҡасандан һауыт-һабаны үҙе йыуа…

– Быйыл улым беренсе  класҡа бара…

Китәләр шунан теҙеп, китәләр теҙеп. Донъяла баланан башҡа һис бер нәмә лә юҡ, тиерһең.

Ә Тәнзиләгә нишләргә ҡушаһығыҙ? Ултырҙы инде – ауыҙына һыу ҡабып. Башҡа ундай осрашыуҙарға аяҡ та баҫманы.

Өҫтәүенә, уйламағанда ғына ауылдағы төп йортта тороусы энеһе лә өйләнеп ебәрҙе. Ял көндәрендә, ауылға ҡайтып, «үҙ ишек алдында», «үҙенең картуф баҡсаһында» хозурланып йөрөүсе Тәнзиләнең танауы төштө шунда. Ни өсөн тиһәң, йәш килен – үҙе лә ауыл ҡыҙы, бөтөн йорт-ергә хужа булды ла ҡуйҙы.

– Тәнзилә, балам, һин ҡайтҡас, баҡса ҡаҙырбыҙ, картуф ултыртырбыҙ…

– Ҡаҙҙарҙы һин ҡайтҡас һуйырбыҙ, тип торам, ҡыҙым…

– Селтәрҙәрҙе йыуып элһәң ине... – тип торған әсәһе лә килененә ҡарап шым булған.

Хәҙер, өҫтәүенә:

– Рәхәтләнеп ял ит, ҡыҙым, Наиләбеҙ бик етеҙ, бар эште лә йылт иттереп һала, – тип, шул киленде маҡтап торған була.

Әлегәсә баҡса ҡаҙыуҙан башҡа эшкә ҡыҫылмаған энеһен әйтер инем: ҡатынының итәгенә сат йәбешкән, сүп-сар утарға ла сыға, ҡыярға һыу ҙа һибә, күршеләр көлмәһә, билләһи, һыйырҙы ла үҙе һауыр ине.

Бер ҡайтып ял итте Тәнзилә ауылда, ике ҡайтты…

Әкренләп ауылға ҡайтып йөрөүҙәрҙе кәметә төштө. «Шуны эшләрбеҙ, быны эшләрбеҙ» тип дүрт күҙ менән көтөп тороусы булмағас, унда ла аяҡ тартмай башланы. Театрҙа ул ҡарамаған спектакль ҡалманы. Унда ла залдар ҡатын-ҡыҙ менән шыплап тулған. Ҡайҙа ҡарама – гел ҡатын-ҡыҙ, яулыҡты ҡарсыҡтар... Тәнзилә ише ҡарт ҡыҙҙар... Күҙенә күркәмерәк ир-ат салынһа, уныһы янында - ҡуҡрайған ҡатыны генералдай баҫып тора. «Был мал – минеке, ҡағылып ҡына ҡара! Юғиһә күрмәгәнеңде күрһәтәм!» – тигәндәй, йылт-йылт ҡаранған була, етмәһә.

Бына шулай ҡайҙа барып бәрелергә белмәгән бер мәлдә бергә эшләүсе ҡатын үҙенең баҡсаһын тәҡдим итте уға:

– Баҡсаға ғүмер буйы әсәй генә йөрөнө. Хәҙер ул юҡ, һуған-кишер – кибеттә лә быуа быуырлыҡ. Юҡҡа налог түләп ятҡансы... Теләйһең икән – хужа бул! – тип әйтте лә һалды.

Ике уйлап торманы Тәнзилә. Тейешле аҡсаһын тотторҙо ла, бөттө-китте!

Баҡса тигәне әллә ни йыраҡ түгел – Бөрөлө стансаһында булып сыҡты. Электричканан төшөп, ярты сәғәтләп барһаң, барып та етәһең.

Бөтә күңелен шунда һалды Тәнзилә. Ошо биш сутый ер участкаһы уға йән рәхәтлеге бирҙе. Таҡта-тотҡаларҙан әтмәләп ҡуйған кескенә генә йортон да, карауат, өҫтәл һәм шкафтан башҡа нәмә һыймаһа ла, оҡшатты Тәнзилә. Үҙенеке бит! Үҙ баҡсаһы! Үҙ йорто!

Баҡсалы булып алғас, яҙҙы  еткерә алмай яфаланып бөттө. Тышта ҡар бураны ҡотора, ә Тәнзиләнең тәҙрә аҫты эреле-ваҡлы тартмалар менән шыплап тулған. Ҡайһыһында помидор үҫентеһе морон төртә, бында – борос, баклажан, тағы әллә ниҙәр. Сәскә орлоғоның ниндәйен генә алманы ул! Был – астра, унда – сильвия, арыраҡ – циния булһа кәрәк... Ә быныһы... Уф! Үҙе лә буталып бөттө…

Майҙың яҡты матур бер көнөндә, ҙу-у-ур тартмаға кесерәктәрен урынлаштырып, уныһын тағы полиэтилен ҡапҡа һалып,  Бөрөлөгә табан юл алды ул. «Праваға уҡыуҙы ашыҡтырырға кәрәк. Гел былай йөрөп булмаҫ».

Күтәренеп, трамвайҙан төшөүгә, ул ҡаптың бер тотҡаһы «шарт» итте лә өҙөлдө ла ҡуйҙы.

– Зараза-а-а!

Был – Тәнзиләнең  яратҡан һүҙе. Яҡшы түгеллеген дә белә инде, тик нишләтәһең  – асыуы килгәндә атыла ла сыға бит ауыҙҙан.

Тегеләй итте, былай итеп ҡараны, һис кенә лә йыйыштырып булмай тартмаларҙы: әле береһе, әле икенсеһе ауыша, нисә айҙар тилмереп тәрбиәләгән үҫентеләре зыянлана күрмәһен, тип борсолоп, тиргә батты.

Ул арала электричка күренде. Уға өлгөрмәһә, бөттө баш! Ултыр шунан өс сәғәт буйына, платформа һаҡлап!

– Ҡайҙа әле!

Ҡояшта янған ҙур ғына ике ҡул, эреле-ваҡлы тартмасыҡтары тиҙ генә ҡосағына йыйып, Тәнзиләгә бер генә һүҙ әйтте:

– Киттек!

«Э-э-эй, рәхмәт яуғыры!»

Ҡалған тартмаларҙы үҙе үк эләктереп, Тәнзилә уға эйәрҙе.

Улар вагонға килеп кереүгә, ишектәр шапылдап ябылды. Ҡыҙыҡай шунда ғына «Киттек!»кә күтәрелеп ҡараны. Утыҙҙарҙан уҙған бер ир-ат икән. Күҙҙәре осрашҡас, теге «Киттек!» утыҙ ике тешен ялтыратып йылмайҙы:

– Ҡайҙа барыш?

Тәнзиләнең транспортта сит-ят ирҙәр менән һөйләшеү ғәҙәте юҡ ине.

– Бөрөлөгә тиклем…

Һүҙҙәре әллә нисек шыуып ҡына сыҡты.

– Сәскәләр яратаһың икән, – тине егет, үҫентеләргә ишаралап.

Тартмаларҙы урынаштырғас, ҡара-ҡаршы ултырыштылар. Тәнзилә, үҙенең һөйләшергә теләмәүен һиҙҙереп, күҙҙәрен тәҙрәгә төбәне.

Әммә һөйләшергә тура килде…

Бер туҡталыш үттеләрме-юҡмы, вагонға контролерҙар килеп керҙе. Баҡсаға йөрөйһө булғас, айлыҡ билет һатып алыу хәстәрен күргән ине Тәнзилә, билетын күрһәтеп, тәҙрәгә генә боролғайны, юлдашының һүҙенән тертләп ҡуйҙы.

– Минең  билет унда... ҡатында, – тине егет, ҡыҙға ымлап.

Тәнзилә тыныс ҡалды. Контролерҙың өлкәнерәге боролғас, ирендәрен көс-хәл менән ҡыймылдатты.

– Нимә-ә-ә-ә-ә?

Егет, бер ҙә иҫе китмәйенсә:

– Билетты әйтәм... һиндә лә баһа... – тип ҡабатланы.

Билет тикшереүсе Тәнзиләгә төбәлде.

– Ирегеҙҙең билетын... Рәхим итеп!

– Ниндәй ир? Былмы? Мин уны – знать не знаю!

Егет тағы утыҙ ике тешен балҡытты:

– Бына, күрҙегеҙме? Минең  ҡатын шундай инде ул. Бер аҙ үпкәләшһәк, «знать не знаю!»  ти башлай.

Тәнзилә, күҙҙәрен шарландырып, уға аҡайҙы:

– Между прочим, мин һеҙҙе бөгөн беренсе мәртәбә күрәм!

Йәш кеше рәхәтләнеп шарҡылданы:

– Беренсе мәртәбә тиме?

Контролер Тәнзиләгә һынап ҡараны:

– Һеҙ нимә? Әллә ирегеҙгә билет алманығыҙмы?

Тәнзилә илап ебәрә яҙҙы:

– Ирем түгел ул минең! Ирем түгел!

– Ирегеҙме, түгелме, унда минең эшем юҡ! Билетын күрһәтегеҙ ҙә – вәссәләм!

Тәнзилә бер аҙ һушын йыйҙы:

– Мин үҙ билетымды күрһәттем. Уныҡын – уның үҙенән һорағыҙ!

Егет ауыр һулап ҡуйҙы:

– Бик күрһәтер инем дә... Әллә миңә еңел тип беләһегеҙме? Получканы тиненә тиклем һыҙырып ала ла…

– Оятһы-ы-ыҙ... – тине ҡыҙ иламһырап.

Шул саҡ йәнәшә ултырғыстағы бер әбей телгә килде:

– Бына шул-шул. Илап ышандыралар улар... Минең килен дә шулай! Балаҡайымдың кеҫәһендә тәмәкелек тә аҡса ҡалдырмай, ҡырып-һепереп алып бөтөрә... Ә үҙе: «Быны эшлә!», «Тегене эшлә!» – тип, өйрәтеп ултырырға ярата-а-а-а…

Тәнзиләгә һөҙөп ҡараны ла асыу менән өҫтәп ҡуйҙы:

– Әйберҙәреңде күтәрткәндә, бик татыу инең бит әле һин дә! Нимә? Хәҙер «ызнат низнай» тип ултырған булаһың!

Тәнзилә быныһына түҙә алманы, илап уҡ ебәрҙе:

– Белмәйем мин уны! Ирем түгел, тим бит!

Шау-шыуға бер «эшләпәле» лә килеп ҡушылды:

– Беҙ йәш саҡта тормошто загстан башлай торғайныҡ. Ә хәҙер нимә? «Гражданский брак» тигән булалар ҙа... Бөгөн – бергә, ә иртәгә – «знать не знаю!»

– Ни өсөн тораһың шуның менән? Донъяла ҡыҙҙар бөткәнме! – тип сәрелдәне теге ҡарсыҡ.

Егет тағы йылмайҙы.

– Яратҡас, нишләйем һуң?! Бер күреүҙә ғашиҡ булдым бит!

...Вагондағы ваҡиға Тәнзиләнең штраф түләүе менән тамамланды.

Ул арала электричка Бөрөлөгә лә килеп еткәйне. Егет тиҙ генә урынынан һикереп торҙо, эреле-ваҡлы тартмаларҙы ҡосағына тейәп сығырға ашыҡты.

– Әйҙә!

Аптыраған-ҡаушаған  Тәнзилә уға эйәрҙе.

Вагондағы халыҡ, ҡайһыһы йылмайып, ҡайһыһы шелтәләп, уларҙы оҙатты.

– «Гражданский брак» – брак ул, һеңлем, Загсҡа барырға кәрәк! – тип ҡысҡырып ҡалды «эшләпәле» улар артынан.

...Ике-өс ай ҙа үтмәне, ап-аҡ күлдәкле Тәнзилә, утыҙ ике тешен балҡытҡан кейәү егетен ҡултыҡлап, яҙылышып та ҡайтты.

Автор:Гүзәл ӘҘҺӘМ
Читайте нас: