Все новости
Литература
18 Сентября 2021, 16:00

ӘСМӘБИКӘМ, ҒӘФҮ ИТ!

Хикәйә

ӘСМӘБИКӘМ, ҒӘФҮ ИТ!
ӘСМӘБИКӘМ, ҒӘФҮ ИТ!

Ҡатынын айырып ай ярым самаһы ваҡыт үтеүгә, Ғиззәтулла үҙенә яңы хәләл ефет эҙләй башланы.

Егерме алты йыл буйына үҙәгенә үткән Әсмәбикәнән һуң был ҡатын атлы йән эйәләрен тәүҙә күҙ алдына ла килтерәһе килмәне. Иреккә сыҡтым, ҡалған ғүмеремде рәхәтләнеп буйҙаҡ булып йәшәрмен, тип үҙ-үҙенә, балаларына ла һүҙ биргәйне. Рәхәтләнеүен рәхәтләнде шулай ҙа ике аҙна тирәһе. Теләгәнен эсте-ашаны, теләгән еренә йөрөнө, йәне теләгәнсә ҡыланды. Ләс иҫерек булғансы эс – һүҙ әйтеүсе юҡ! Нисәлә теләйһең, шунда ҡайтаһың, ризаһыҙлыҡ белдереүсе юҡ! Иң яҡшыһы – таң менән тороп, теге кәрәк, был кәрәк, аҡса бир, тип көн һайын ҡан эсеүсе юҡ!  Әсмәбикә әсәһенән ҡалған буш фатирға күсте, иллә рәхәт!

Тик күп ашаһаң, бал да әсе күренә икән. Хыялланғанса, рәхәтләнеп өйләнмәгән ир-егет килеш йәшәргә яҙмаған ахыры Ғиззәткә. Ни өсөн тиһәң, Әсмәбикәне айырып ебәреүҙең икенсе көнөнә үк кәстрүл-табалар бушаны. Элек йөклө ҡатындар кеүек эсен "бүлтәйтеп" ултырған һыуытҡыс та тиҙ "ябыҡты". Иҙәнде ҡалын туҙан  элпәһе ҡапланы. Баҡсаны сүп-сар басты. Бысраҡ кейемдәр кәрзине өйөлөп тулды. Ҡатыны барҙа таҙаны шифоньерҙан ғына һайлап алған Ғиззәтулла таҙараҡ күренгән кейемде кер кәрзиненән эҙләп кейә башланы. Еҫләнгән таҫтамалдар, һоро төҫкә кергән урын-яҫтыҡ, мендәр тыштары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

Был ниндәй хәл һуң?! Ҡул йыуам тиһәң – һабыны, теш таҙартам тиһәң пастаһы ғына ла юҡ! Улай ғына ла түгел, ҡырынырға лезвиеһы бөткәс, Ғиззәт ҡырынмай уҡ башланы. Таныш-белешенә, лезвие бөттө, тип әйтеп булмай бит инде. Һаҡал үҫтереп, мыйыҡ ебәргән Ғиззәт һораған береһенә, мудыға эйәрәм, тигән булды. Шырпы-тоҙға тиклем күршегә кер инде! Ҡатын тигән кешене Хоҙай юҡҡа яралтмағандыр шул донъяға. Бик уңайһыҙ икән улар булмағас. Бетләп бөтһәң, кер ҙә йыуып биреүсе юҡ, асҡа үләм тиһәң дә ашарға әҙерләүсе юҡ! Утыҙ етегә яҡын температура менән үлә яҙып сирләп ятҡанда, ҡултыҡ аҫтыңа градусник тығыусы ла юҡ исмаһам һуңғы минутыңда! Һандуғас - һайрап, кеше һөйләп күңелен бушата, тигәндәй, ауыҙ асып, бер кәлимә һүҙ әйтеүсе кеше лә юҡ янда! 

Ҡатыны юҡтың яҡыны юҡ – дөрөҫ икән! Шулай ни саранан бисара Ғиззәт үҙенә яңы ҡатын эҙләй башланы. Был юлы ул Әсмәбикә менән яңылышҡан кеүек яңылышмаҫҡа булды. Йәштәр ине улар Әсмәбикә менән ҡауышҡанда, йүләр инеләр! Бына хәҙер Ғиззәт кемде һайларға белер! Алмабикәгә үс итеп, бына тигән ҡатын табасаҡ  ул үҙенә! Унһыҙ юҡҡа сығыр, тиме икән әллә?! Кем-кем, ә Ғиззәт әле ул бөркөттәй ир-егет! Фатиры тиһеңме, машинаһы тиһеңме - бына тигән! Шундай иргә лайыҡ ҡатынды көндөҙ сыра яндырып эҙләп табыу ҙа икеле. Хыялында үҙе янында зифа буйлы, дәрәжәле, матур ханымды күрҙе Ғиззәт. Был ирҙе ысҡындырҙым, тип эсе янһын әле Әсмәбикәнең. Дуҫтың - иҫкеһе, ҡатындың яңыһы яҡшы! Был йәштә ҡатын айырып кеше көлдөрөү тураһында түгел, ә яңы тормош башлап ебәреү тураһында хыялланды Ғиззәтулла.


Танышыу сайтында көн-төн ултыра торғас, Ғиззәт үҙенә ҡатынлыҡҡа кандидат булырлыҡ бер нисә ханымды һайлап алды ла улар менән аралаша башланы. Илле йәштәр самаһындағы Лүзиә исемлеһе сая ла, сибәр ҙә күренде. Телефондан матур ғына һайрашҡас, осрашырға булдылар. Тик килешенгән урында Ғиззәт Лүзиәгә оҡшаған бер генә ҡатын-ҡыҙҙы ла күрмәне. Артынан: «Ғиззәт!», - тип кемдер ҡысҡырғанға әйләнеп ҡараһа, Лүзиәнең өләсәһен хәтерләткән ҡатын баҫып тора, имеш! Танышыу сайтына йәшерәк саҡтағы һүрәтен ҡуйған ҡатын инде олоғайған, ҡартайған булып сыҡты. Бындай оятһыҙ ялғанды Ғиззәт кисерә алманы, әлбиттә. Ул йөҙө йыйырсыҡ  менән ҡапланған, сал сәсле әбейҙе түгел, ә сайттағы сибәр ханымды  эҙләп килде!

Әлфизә исемле икенсе ҡатын да Ғиззәтте алданы булып сыҡты. Һүрәтенә, прическаһына ҡарағанда Эдита Пьехаға тартҡан яғымлы йөҙлө ҡатын ысынбарлыҡта ҡолас етмәҫлек йыуан булып сыҡты. Артисткаға оҡшаған булып, ни өсөн башын бутарға теләгәндер Ғиззәттең?! Өсөнсөһөнөң ашы тоҙһоҙ, ҡоймағы көйгән ине. Дүртенсеһенең ауыҙынан еҫ килә. Бишенсеһенең пенсияһы аҙ! Алтынсыһы ейәндәре, балаларының мәшәҡәтенә муйындан сумған. Етенсеһе үҙе Ғиззәтте оҡшатманы. Һигеҙенсеһе кредитҡа батҡан. Туғыҙынсыһы йылмая белмәй. Унынсыһының теше юҡ. Ун беренсеһенең... Ун бишенсеһе беренсе күреүҙә үк Ғиззәттең кеҫә ҡалынлығын тикшерә башланы.

Аҡса яғына килгәндә, Ғиззәт үҙе эшләп тапҡан аҡсаға һәр ваҡыт үҙе баш булды. Әсмәбикәгә лә көн дә икмәк-һөтлөк аҡсаны һанап ҡына бирә ине.  Ҡатыны ташлаған булып һаналмаҫ өсөн, үҙем айырҙым, тип күкрәк ҡаҡһа ла, иренең һаранлығына түҙә алмайынса үҙе сығып киткәйне Әсмәбикә. Тик Ғиззәт кенә үҙ һаранлығын аңларға ла, танырға ла теләмәне. Мин ҡыҫмыр түгелмен, мин аҡсаға һаҡмын, йәнәһе. Атайҙарының шул «һаҡлығы» өсөн бала-саға күп кейем-һалым, уйынсыҡ күрмәй үҫтеләр. Кәнфит-перәнеген дә Әсмәбикә үҙ аҡсаһын арттыра алғанда ғына һатып ала ине. Үҙе йылдар буйына кейеүҙән тапалып бөткән туфли, төҫө уңған күлдәк кейһә кейҙе, әммә балаларын да, ирен дә кешесә кейендерергә тырышты. Түҙемлеге бөткәндә иренә: «Алтын табутыңа тейәп алып китерһең индн байлығыңды!» – ти ине.

«Бетен ашаған» Ғиззәттең йәш саҡта йыйған шаҡтай ғына аҡсаһы янды. Ғаиләгә керәһе аҡса бер кемгә лә шатлыҡ килтермәйсә әрәм булды. Күптәрҙе бөлдөргән ул хәлдәрҙән һуң Ғиззәт аҡсаны тағы ла ҡомһоҙланып йыя башланы. Тик аҡсаһы юғалмаһын өсөн аҡыл менән йыйҙы. Әҙ-мәҙ запасы барлыҡҡа килеүгә, уны файҙа менән урынлаштыра барҙы: фатирын ҙурайтты, ярайһы ғына машина, ауылда йорт һатып алды. Ә ҡатынына көн дә ваҡ-төйәккә тинлектәр һанап бирҙе. "Һораһаң ҡапсыҡлап, һаран бирер ҡашыҡлап" – нәҡ Ғиззәт тураһында әйтелгән! 

Ҡатыны киткәс бушаған һыуытҡысҡа, кәштәләргә ҡарап, Ғиззәт башын ҡашыны. Әсмәбикә өйҙә саҡта был һыуытҡыс та, кәштәләре лә аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менәнтулы ине бит! Шул ғына тиндәргә нисек тултыра алды икән ул уларҙы?! Аңламаҫһың!

Сираттағы пенсияһын Ғиззәт, көндәрҙе бармағын бөгә-бөгә һанап, саҡ-саҡ көтөп алды. Фатирға түләгәс, һыуытҡысты аҙыҡ-түлек менән бер ни тиклем тултырғас, тәмәке, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алғас, аҡса янсығында ҡалған тинлектәр,  беҙгә булһа ла теймә инде, тигәндәй, ҡыҙғаныслы шылтыранылар. Хатта бензинға ғына ла ҡалманы. Әсмәбикә барҙа бер айға еткән, шаҡтай артып та ҡалған аҡса ике-өс көндә бөттө лә ҡуйҙы. Тота белмәүме һуң был, пенсия аҙлыҡмы? Ашаған белмәй, тураған белә – шулмы? Алып ҡайтҡан аҙ-маҙ ризыҡты, йүнләп әҙерләй белмәйенсә, Ғиззәт әрәм-шәрәм итә барҙы. Ҡыҙҙырырға ҡуйған ите, кәтлите, балығы көйҙө. Бутҡаһы, ашы түгелде. Ашарға ярағаны өҫтәлдә ҡалып әсене. Ағын-ҡараһын бер юлы йыуғас, бөтә кейем-һалым һоро төҫкә керҙе.

Ә бит Ғиззәт ғаилә иҡтисады тураһында үҙ ғүмеренә бер тапҡыр ғына булһа ла ҡыҙыҡһынманы. Ҡайҙан аҡса табырға? Нисек булғанын тоторға? Нисек еткерергә? Нисек әрәм итмәҫкә? Был хаҡта Әсмәбикәнең генә башы ғына ауыртты. Тинләп кенә биргән иренән көн дә теләнселәнеп аҡса һорамай сараһы юҡ ине. Был һораныу үҙенең дә елегенә үтте, Ғиззәтте лә туйҙырҙы. Баҡһаң, Әсмәбикә бит ире өсөн һораған! Уны көн дә тәмле ашатыр, туйҙырыр өсөн. Иренә көн дә таҙа кейем-һалым кейҙерер, таҙа урын-ҡаралтыла йоҡлатыр өсөн. Бөхтә йортта йәшәтер өсөн. Лезвиеһына, тәмәкеһенә тимклем үҙе һатып алып ҡайта ине Әсмәбикә. Ә Ғиззәт нисек тә әҙерәк бирергә, ҡыҫырға тырыша ине. Үҙ-үҙенән ҡыҫҡан түгелме һуң? Әсмәбикә ирен дә, балаларын да күберәк үҙе тапҡан аҡсаға туйындырған, кейендергән булып сыға түгелме һуң?! Ғиззәт ҡатынын, аҡсаны күп бөтөрәһең, тип битәрләй ине әле, етмәһә! Нисәмә йылдар ҡатыны нисек түҙҙе икән иренә?!

Эйе, үҙенә яңы ҡатын эҙләп, Ғиззәт оҙаҡ ҡына һайланды. Йә береһе оҡшаманы, йә икенсеһе. Өйләнәм тигәс тә, беренсе осраған ҡатынға өйләнеп булмай бит инде! Ғиззәт кеүек бөркөттәр урамда аунап ятмай! Үҙе белепме, белмәйме, һәр яңы ҡатын-ҡыҙҙа Әсмәбикәне эҙләүен Ғиззәт аңламаны кеүек. Яңы «кандидат» менән осрашыуға әҙерләнгәндә Ғиззәт кинәт кенә көҙгөләге сағылышына иғтибар итте. Көҙгөлә ул һанағанса батыр ҡарашлы, мәғрур бөркөт түгел, ә пеләш башлы, иңдәре эйелгән, йөҙөнә меҫкенлек сыҡҡан, ҡартайған бахыр «турғай» шәүләһе сағыла ине. Ғиззәт көҙгөгә ҡарап уйланып торҙо ла ялтас башын ҡашыны. Улай икән! Ҡуҡырайырлығың ҡалмаған! Шул диуана пеләш башыңды эйеп, кисереүен һорап, Әсмәбикә ҡаршыһына баҫырға тура килмәгәйне...


Автор:Физәлиә Дәүләтгәрәева
Читайте нас: