Все новости
Литература
17 Сентября 2021, 10:00

ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...

Ул – 27 йәшлек максималист, тормошоноң маҡсатын нәҡ шунда күрә: «Донъяны яҡтыртырға, ғаләмде йылытырға! Янып йәшәр­гә!» Һәм, иң мөһиме: әйткән­дә­ренә үҙе мөкиббән ышана. Ул – оптимист. Һыуғояр, йондоҙлоҡ билдәһе буйынса. Әммә ифрат та сабыр холоҡло, шуға ла ул тормош һынауҙарын зарланмай тиерлек йырып сыға килә. Барыһына ла түҙә, һәм­мәһенә лә өлгәшә... Ул – Айгөл Йәмилева.

ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...
ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...


«Тыуған йорттан остом
ун биштә...»

Айгөл Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуа. Башҡортостандың был төбәге тәү сиратта хозур тәбиғәте менән әсир итә. Шуғалыр ҙа ошо ерҙә тыуып, ошо ерҙең һыуын һыулап үҫкән кешеләрҙең моңло, шиғри күңелле булыуына аптырарға түгелдер. Айгөл дә кескәйҙән йыр-моңға, ижадҡа тартыла: дүрт йәштәр тирәһендә тәүге шиғыры тыуа, биш йәшенән алып ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәләрен яулай башлай: йыр, бейеү, төрлө бәйгеләр...
«Йор һүҙгә бәләкәйҙән әүәҫ булғанмын. Яҡынса дүрт йәштә – «һөт һалғайны әсәйем, килеп етте бесәйем, был тауышҡа уянып, тороп китте Хөсәйен» тигән дүрт юллыҡ уйлап сығарғанмын. Бынан тыш та телем асылыу менән ҡыҙыҡ хәбәрҙәрем күп булған күрәһең, атайым уларҙы магнитофон таҫмаһына яҙҙырып та барған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һаҡланмаған. Биш йәшемдә мәҙәниәт йорто алдындағы иғланды күрҙем: ҡыҙҙар араһында «Оҙонсәс» матурлыҡ бәйгеһе уҙғарыла. Әсәйемә «Мин клуб апайҙары менән һөйләштем, конкурста ҡатнашам», – тип ҡайтып кергәнмен. Шунда ҡатнашыуым сәхнәлә алған беренсе сирҡаныс булғандыр ҙа, аҙаҡ концерттар, бәйгеләр – улар йәшәү рәүешемә әүерелде тиерлек», – тип йылмая Айгөл.
Шулай ҙа, иң ҙур һөйөүе үә һәләте Айгөлдөң – һүҙ сәнғәте, һәм быны бәләкәйҙән тойоп үҫә. Яҙырға-һыҙырға өйрәнгәс тә башлана «ижад ҡаҙанында ҡайнау»: шиғырҙар ғына түгел, үҙе уйлап сығарған хикәйәләр, кино сценарийҙары, мәҡәләләр менән дә тултыра дәфтәр биттәрен:
– Ул саҡта бөтәһе лә телевизор алдында ябырылып ятып ҡараған «Клон» Бразилия сериалы тамамланғас та, был таҫма хаҡында журналдарҙан мәғлүмәттәр табып, уларҙы тәржемә итеп, тезислап, төҫлө фломастерҙар менән дәфтәр битенә яҙып, фотоһүрәттәрен ҡырҡып йәбештереп, сериалға рецензия һымаҡ нәмә әтмәләгәнем иҫемдә. Башланғыс синыфтарҙа йотлоғоп уҡыған Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы менән дә оҡшаш хәл булды: был әҙәби әҫәргә анализ яһап блокнот тултырғайным. Бер-ике һүҙ менән әйткәндә, башҡалар ҡурсаҡ уйнатҡанда, мин һүҙ менән уйнағанмын.
Айгөл тыуған ауылы Яңы Собханғолда (әйткәндәй, халыҡ уны Янһары тип йөрөтә) туғыҙынсы класты тамамлай ҙа, ер аяғы ер башында ятҡан Бәләбәй ҡалаһына юллана.
– Бөрйән ҡыҙы булып та Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын тамамлағанымды беләләр ҙә, унда ҡайҙан, нисек барып эләктең, тип аптырайҙар. Туғыҙынсыны бөткән йылды «Урал батыр» республика сәсәндәр бәйгеһе Бәләбәйҙә уҙҙы, уңайы сыҡҡанда ошо ҡалала йәшәгән әсәйемдең бер туған ағаһында ҡунаҡта ла булдыҡ. Динар бабайым ул ваҡытта башҡорт гимназияһында уҡыта ине, беҙгә белем усағы буйлап экскурсия ойошторҙо. Өр-яңы яҡты бина, сынъяһау интернат шул хәтлем оҡшаны. Гимназияға башкөллө ғашиҡ булдым. Булмышым шулай минең – тормошомда ниндәйҙер ҡарар ҡылам, ниндәйҙер юлды һайлайым икән, тәү сиратта улар һөйөү менән һуғарылырға тейеш. Бәләбәйҙә уҡыйым, тием дә ҡуям әсәйемә. Ул кинйәкәйен янынан ебәргеһе килмәйҙер инде, кире күндерергә теләй, шулай ҙа риза була... Хәҙер килеп ошо ҡарарыма ҡыуанып бөтә алмайым – ун биш йәштә тыуған оянан осоп сығыуым киләсәктә тағы ла киңерәк офоҡтарға, ҡыйыу аҙымдарға этәрҙе, белем алыу ғына түгел, ижади яҡтан да, йәмәғәт эшмәкәрлеге яғынан да яңы бейеклектәргә үрләргә ярҙам итте, – ти Айгөл.
Башта, әлбиттә, ауырға төшә: ауыл мәктәбенән тура гимназияға барып инеү туғыҙынсы класс имтихандарын тик «бишле»гә биргән Айгөлдөң уҡыуына ла йоғонто яһай: яҡшы уҡыусы булыр өсөн белем ҡаяһын ныҡышмалыраҡ кимерергә тура килә. Тыуған яҡҡа йыш ҡайтып та булмай: Өфө аша юл теүәл 12 сәғәт тәшкил итә. Тора-бара өйрәнеп китә, уҡыуҙан тыш Айгөл гимназияның ғына түгел, тотош Бәләбәйҙең мәғариф, фәнни, ижади мөхитенә сума: фекерҙәштәре менән гимназияла рок-төркөм төҙөй, яңғыҙы гитарала уйнап сығыш яһай, ҡала кимәлендә үткән бард фестивалендә еңеүсе исеменә лайыҡ була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ҡатнашып, тәүҙә ҡала, аҙаҡ республика кимәленә сыға, унынсы синыфта уҡығанында төбәк-ара олимпиадала II урын яулай. Йәнә бер йылдан «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһында еңеп сыға, ошо уңайҙан гимназия тарафынан үҙнәшер менән «Эй, илһамым!» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә.
Яҙмыш тигәнең шиғри күңелле ҡыҙҙы артабан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйләй.
– Баш ҡала тормошо тәү күреүҙән ҡаныма һеңһә лә, Бәләбәй бәләкәй генә ҡояшлы утрау, ә гимназиям бәхет ҡәлғәһе булып йөрәгемдә айырым урын алған, – тип ул саҡтарҙы һағынып иҫкә ала ҡыҙ.
Башҡорт филологияһы факультетының беренсе курсында белем эстәгән ун ете йәшлек Айгөлдөң мәҡәләләре һәм шиғырҙары тәү тапҡыр киң аудиторияға «Шоңҡар» йәштәр журналы ярҙамында билдәле була. Шуға ла Айгөлдөң ул ваҡытта журналдың баш мөхәррире булып эшләгән Азамат Юлдашбаевты остазым тип йөрөтөүе бушҡа түгелдер.
– Шиғырҙарыма тәү башлап ҡәләм тейҙереүсе лә ул булды. «Шоңҡар» журналы менән хеҙмәттәшлек иттем, Азамат ағай биргән ҡыҙыҡлы темаларға мәҡәләләрем журналда донъя күрә килде. Шиғриәткә, журналистикаға юл асҡаны өсөн уға рәхмәтлемен. Әле булһа ла уның шул саҡтағы кәңәштәрен иҫләйем: яҙмаларымды күҙҙән үткәрҙе лә, бер аҙ уйланып ултырғас, әйтеп ҡуйҙы: «Һин меңләгән раузалар араһында шайтан таяғы сәскәһе. Ошо үҙенсәлегеңде юғалтма, үҙ юлыңдан ғына бар». Шул ваҡыттан алып был фатихаға хыянат иткәнем юҡ шикелле...
Остаздар хаҡында бер һүҙ сыҡҡанда, икенсеһен дә ошо урында әйтеп үтер кәрәктер: Айгөлдөң журналист, «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе булып китеүендә хәбәрсе, шағирә Лариса Абдуллинаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йәш һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уларҙың амбицияһын тоҫмаллап, ярҙам ҡулын һуҙыу башҡорт әҙәбиәтендә борондан килгән йола тиһәк, яңылышыу булмаҫ. «Ҡош юлы» республика шиғриәт бәйгеһендә Гран-при яулағандан һуң, егерме йәшлек Айгөлгә Лариса Абдуллинаның «Һин – шағир» тип әйтеүе көслө тәьҫир итә, тап ошо ваҡыттан алып күңелендә ижадсы булараҡ яуаплылыҡ тойғоһо уяна.


«Миндә йәшәүгә мөхәббәт көслө»

Ижадтан бер аҙ ситкә китеп, шәхси тормош яғына ҡайырылһаҡ, бында ла Айгөлдөң һөйләгәндәре үҙенә күрә бер тарих:
– Беҙ Наил менән мәктәп йылдарынан таныш булдыҡ, ун ете йәшкәсә аралар дуҫтарса ҡала килде. Беҙгә ун ете, мин «первашка», ул Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы. Осрашыуға саҡырҙы ла, төргәк һуҙҙы, ҡайтҡас ҡына ҡара тине. Ябалаҡлап ҡар яуған мәл, икәүләп Өфө урамдарын ҡыҙырабыҙ. Ятаҡҡа ҡайтып төргәкте астым да, «аһ» иттем, унан миңә ҡәләмдән яралған бөҙрә сәсле Айгөл ҡарай ине. Наил төн эсендә портретымды төшөргән. Арала хистәр яралды, был хистәр йылдар үтә мине – кәләш, уны кейәү итте. Йәш кенә килеш ғаилә ҡорорға теләгәнебеҙҙе аңламаусылар ҙа табылды, шулай ҙа беҙ бер бөтөндәр инек. Ун туғыҙ йәшебеҙҙә атай-әсәй булдыҡ: ҡыҙыбыҙ Наҙгөл тыуҙы. Уға өс ай тула тигәндә Наилды әрме хеҙмәтенә саҡырҙылар. Дағстанда, Ҡаф тауҙарында хеҙмәт итте ул. Үҙем атайһыҙ үҫкәнгә, ҡыҙым менән атаһы араһындағы еп өҙөлмәһен тиеп тырыштым бер йыл дауамында. Был бәйләнештең үҙенә күрә бер тылсымы бар: Наҙгөл тышҡы ҡиәфәте менән дә, холҡо менән дә хас атаһы. Хәҙер килеп тағы бер оҡшаш яҡтары асылды: ҡыҙым да һүрәт төшөрөргә әүәҫ, улай ғына түгел, унда айырым бер һәләт төҫмөрләнә. Тәү әйткән һүҙе лә «әттә» булды, атаһының хәрби формалағы фотоһүрәтенә төртөр ҙә, ошолай ҡабатлар ине. Наил әрменән ҡайтҡас, инде беҙҙе бер нәмә лә, бер кем дә айырмаҫ, тинек. Шулай бер-ике йыл йәшәп ташланылған, ошо ваҡыт арауығында беҙҙең аралар нығынды, беҙ тәү сиратта кәңәшселәр, дуҫтар булдыҡ. Әлеге лә баяғы эш урындары етмәү мәсьәләһе: һөнәре буйынса рәссам-биҙәүсе Наил Себергә юлланды, вахта ысулы менән эшләй башланы. Үҙебеҙҙе аяҡҡа баҫып килгәндәй, ышаныслы тоя башлағанда ғына айырҙы беҙҙе яҙмыш: уны ҡайтмаҫ ергә алып китте. Минең – тол, Наҙгөлдөң атайһыҙ ҡалғанына инде ике йыл ярым ваҡыт үтте, беҙҙең тарих ошолай тамамланды. Беҙҙең тигән­дә, йәшлек мөхәббәтемде күҙ уңында тотам: ҡыҙым менән минең тормошобоҙ, шөкөр, дауам итә...
Үҙе дүрт йәшендә атайһыҙ ҡала Айгөл. Йөрәк өйәнәге янып йөрөгән, үҙен тотошлай йәмғиәткә, эшкә арнаған ҡырҡ ике йәшлек атаһы Илгизде теге донъяға алып китә. Был әсе яра ҡыҙ күңелендә әле булһа ла уңалмай: егерме йәштәр тирәһендә яҙған «Атайһыҙҙар» шиғыры башҡорт йәмәғәтселегенә киң тарала, сөнки атайһыҙлыҡ – ул илебеҙҙә йыш осраған заман мәсьәләләренең береһе шул... Йылдар үтеп, был касафат тағы ла бер тапҡыр Айгөлдөң иңдәренә ята: ире Наил үлгәндә Наҙгөлгә биш йәш була... Бында ла һыҙланыуҙарын ижадҡа һала Айгөл: 2019 йылда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған «Аҫылташ» интернет-марафоны сиктәрендә «Атайһыҙҙар» шиғырына клип төшөрә: «Йырҙарға клиптар булғандай, шиғырҙарға ла видеотаҫмалар төшөрөү киң ҡулланылышҡа инде бөгөн. Беҙ уны видеошиғырҙар тип атайбыҙ. «Аҫылташ» проекты авторы Наҙгөл Ғәлиева, берәй шиғырыңа видео төшөрәйек, тигәс, «Атайһыҙҙар»ҙы һайланым, шунда уҡ һәр кадры күҙ алдына килде.
Клипта мин генә түгел, ҡыҙым да, әсәйем дә төштө. Ижади проект киң танылыу тапты: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны интернет аша һикһән мең кеше ҡараны».
Эйе, Хоҙай Тәғәлә тәбиғи һәләтте йәлләмәй биргән Айгөлгә – музыка ҡоралдарында уйнай, матур йырлай, шиғырҙар яҙа. Егерме өс йәшендә кинәт кенә – хәйер, ижад кешеһенең ырыҫ сығанағы ана шулай «кинәт кенә» тиртеп сыға торғандыр – режиссура менән шөғөлләнә башлай. Өфөләге «Midpoint» киномәктәбендә уҡый: оҫталыҡ һабаҡтарына йөрөй, фильм төшөрөү оҫталығына өйрәнә, кинолабораторияларҙа режиссерлыҡ буйынса белемен камиллаштыра. Былар тураһында Айгөл Илгиз ҡыҙы дәртләнеп, хатта илһамланып бәйән итә:
– Кинолабораторияларҙың үҙенсәлеге – бер аҙна эсендә режиссерлыҡ, сценарий яҙыу, актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр алып, аҙна аҙағында 48 сәғәт эсендә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү, уны ошо ваҡыт арауығында уҡ өлгөртөп, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеү. Шулай итеп «Сәбәп» исемле тәүге ҡыҫҡа метражлы фильмым 2018 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Йәш кинематографистар фестивале сиктәрендә ҙур экранға сыҡты, ошо уҡ йылдың аҙағында инде Өфөлә үткән кинолабораторияла «Йәшә» фильмын төшөрҙөм, ул шул уҡ фестиваль сиктәрендә «Родина» кинотеатрында күрһәтелде. Үткән йылдың көҙөндә өсөнсө фильмымды төшөрҙөм, ул «Хәбәрсе» тип атала. «Сәбәп» – ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә, нисек уртаҡ һүҙгә килеп, бергә ҡалыу оҫталығына, «Йәшә» – үҙ-үҙеңә ҡул һалыу заман бәләһенә, «Хәбәрсе» журналистикала бөгөн йыш осрай башлаған төрлө сүп-сар хәбәр эҙләү, рейтинг өсөн ғәйбәт сүпләү күренешенә арналған.
«Тәбиғәт биргән көслө сифаттарың ниндәй?» тигән һорауҙы биргәс, Айгөл бер аҙ уйға ҡала ла, «Иң ауыр мәлдәрҙә лә ҡурҡыуға, сәбәләнеүгә бирелмәүемдәлер, – ти. – Тағы ла миндә йәшәүгә мөхәббәт көслө. Ғөмүмән, был тормошто яралтҡан да – мөхәббәт, кешеләрҙе изгелеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәгән дә – мөхәббәт. Өмөт яралтҡан да – мөхәббәт. Әле ауыҙ тултырып йәшәү рәхәт тип тә әйтә алмайым, ғәмһеҙлегем ун һигеҙҙә тороп ҡалған, әммә үҙемде бәхетһеҙ тип атарға ла хаҡым юҡ», – ти ул.
Айгөл бәхет төшөнсәһен йыһан кимәлендә күҙ алдына килтерә: бәхет – бына ул, тулған айҙай, йәки түңәрәк алмалай. Уның бер өлөшө кителеп төшөүе бәхеттең тулыһынса юғалыуы тигәнде аңлатмай әле.
– Мин яратып тыңлаған, сығыштары менән Өфө ҡалаһынан булып та, рус рок донъяһын шаулатҡан «Lumen» төркөмөнөң «Ян» йырында ошондай һүҙҙәр бар: «Ян, әммә яндырма, яҡтылыҡ өсөн ян!» Ошо принципҡа таянып йәшәйем мин дә – яҡтылыҡ һибеп, үҙемде генә түгел, милләтемде, халҡымды, ғөмүмән, бар донъяны әҙ генә булһа ла нурға сумдырғым килә. Төрлө хәлдәр, төрлө кешеләр була – ҡайһы берҙәре абынғаныңды, саҡ ҡына яҙа баҫҡаныңды көтөп кенә тора, аҙаҡ рәхәтләнеп тел сарлай, тәгәрмәскә таяҡ ҡыҫтыра башлай. Кемдер кемделер уның донъяуи, фәлсәфәүи ҡарашына тура килмәгән, үҙенсә йәшәгәне өсөн генә бысраҡҡа буяй, һәм ошо рәүешле үҙенең тар күңеллеген күрһәтә. Бындай күренештәр ят миңә, улар хаҡында һөйләргә лә теләмәйем. Үҙем һәр кешелә азатлыҡ хоҡуғын, шәхси ҡарашын хөрмәт итәм, ирек һөйөүсән булғанғалыр ҙа. Һәм гел яҡтылыҡ хаҡында ғына һөйләргә, фекер йөрөтөргә тырышам. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, кешелекле, яҡты күңелле булып ҡалырға ине... – ти Айгөл һүҙен тамамлап. Был һүҙҙәргә ҡушылырға һәм әңгәмәләшемә барлыҡ яҡты хыялдарының бойомға ашыуын теләргә ҡала.


Һеҙҙең иғтибарығыҙға Айгөл Йәмилеваның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

 

* * *
Көн төшлөккә етте.
Ул тәүлектең
Дилбегәһен тартып туҡтатыр.
Зыр әйләнгән донъя күсәрендә
Мине күр ҙә, зинһар, туҡтап тор.

Юҡ, оҙаҡҡа түгел.
Донъяларҙың
Инде күптән
Телгеләнгән сағы икегә.
Бер минут та етә.
Ултырайыҡ
Парк ҡуйынындағы
Ағас һикегә.

Эй һөйләрмен:
Хәбәр йыйылып киткән.
Төшкә ингәнең юҡ күптәнән.
Һиндәй йән дуҫ әле табылманы.
Күңел әллә шуға миктәгән?

Һиндәй йәр ҙә әле осрамаған,
Һинең кеүек баҡмай бер ҡараш.
Тормош гүзәл. Быйылғы май эҫе.
Тик үҙемде тоям яртылаш.

Һөйләрмен дә, ҡапыл шымып
ҡалып
Төбәлермен һинең тарафҡа.
Ишарамды тойһаң, ел ҡундырсы
Һике өҫтөндәге ботаҡҡа.

Мин танырмын һине еҫтәренән
Гөрләп сәскә атҡан сирендең.
Онотолмай:
Ергә килһә был май
Гөлләмәләр һуҙған һин инең.

Һөйләрмен ул. Тик яуапҡа тынлыҡ.
Шып туҡтаһам зарға быуылып,
Йыуатырҙай булһаң, иҫкән елгә
өндәш.
Ул сикәнән һыйпар һин булып.


Наҙгөл йоҡлағанда

Бик һуңлатып ҡына ҡайтып керәм,
Сәфәр алыҫ ҡай саҡ. Юл оҙон.
Етен керпектәрен елпелдәтеп
Төҫлө төшөн күрә ҡыҙсығым.

Уятмаҫҡа була, ипләп кенә
Һыпырамын сәсен, арҡаһын.
Хәтерләтәм үҙ-үҙемә һине.
Алыҫ йөрөп ҡайтып, түҙмәйенсә
Һыйыныр инең йомшаҡ сикәһенә,
Мин шыбырлар инем:
«Йоҡлаһын».

Йоҡлаһын шул,
Яҡты зиһененә
Төшмәҫ борон хәүеф-хәтәре.
Минең генә күҙҙән йоҡо ҡасты.
Аяу белмәй уйы, хәтере.

Әл дә ул бар!
Юрған ситен ҡымтып
Һыйпап ҡуям ҡат-ҡат ҡурсаҡты.
Ул нисектер,
Ә мин ошо мәлдә
Аныҡ тоям һинең ҡосаҡты.


Туған телдең мин һағында торам

Кисә, бөгөн, иртән, кисен дә
Туған телдең мин һағында торам.
Ниҙер иҫбат итеү кәрәк түгел,
Кәрәк түгел бының өсөн оран.
Туған телдең мин һағында торам.
Кәрәк түгел яуҙар, ҡанат һүҙҙәр.
Күңелемдә шау бер тирмә ҡорам.
Ул тирмәлә – халҡым биҙәктәре.
Туған телдең мин һағында торам.

Ул тирмәлә башта булды бишек.
Йырланылды
«әлли-бәлли-бәүҙәр».
Аҙаҡ ишетелде «әттә», «әннә» –
«Атай», «Әсәй» тигән тәүге
һүҙҙәр.

Тәпәй баҫып атлап киткәндә лә,
Тәүге шиғыр, йырын
әйткәндә лә,
Тәүгә дуҫлыҡ серен сискәндә лә,
Белем усағына килгәндә лә,

Үҙ телендә һүҙен әйтә балам.
Тимәк,
Туған телдең мин һағында торам.

 

ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...
ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...
ЯҠТЫЛЫҠ ӨСӨН ЯНЫРҒА...
Автор:Нияз Алсынбаев
Читайте нас: