Все новости
Литература
17 Сентября 2021, 11:00

ҮГӘЙ ИНӘЙ (1-се өлөш)

Повесть (башы)

Мәхмүт Хужиндың исеме журнал уҡыусыларға ярайһы уҡ таныш. Ул тәү сиратта, әлбиттә, – журналист. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғатында, телевидениела эшләгәнендә социаль темаларҙы ҡыйыу күтәрҙе. Ғөмүмән, авторға ныҡлы азаматлыҡ позицияһы, ғәҙеллек һәм тормошто төптән белеү сифаттары хас. Быға йәш сағында колхозда эшләүе, армия тәжрибәһе, БР Юғары Суды һәм БАССР Министрҙар Советы аппараттарында хеҙмәт итеүе, иң мөһиме, халыҡҡа яҡын тороуы йоғонто яһағандыр. Шуға күрә ижады ла уның ябай кешеләр, әҙәм яҙмыштары менән бәйле...
Хаҡлы ялда булһа ла, Мәхмүт Хәйрүш улы һәр саҡ эҙләнеүҙәр, табыштар һәм асыштар юлында. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уның «Үгәй инәй» повесын тәҡдим итәбеҙ.

Өс етемгә – бер әсәй

«Һин Хоҙайҙан иң элек нимә һорар инең, тиһәләр, мин һис икеләнмәй «бала» тип яуап ҡайтарыр инем. Ошо саҡлы ғүмер кисереп, яуабымдың дөрөҫ булыуына шикләнмәйем. Был айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим, сөнки ул барыһынан элек шуның өсөн яратылған. Бала-сағаңдың тормошона, холоҡ-фиғеленә ҡарап, уларҙың ниндәй тәрбиә алыуҙары хаҡында һис бер хаталаныуһыҙ фекер йөрөтөргә була. Һинең үҙ балаларыңа мөнәсәбәтеңә күҙ һалып, уларҙың һиңә ҡарата хәстәрлеген тойомларға мөмкин».
Көтмәгәндә башына шундай уйҙар килеп инеүгә Асия ҡарсыҡ һиҫкәнеп китте. Ниндәй ҡөҙрәтле көс, ниндәй маҡсат менән ебәрә уларҙы? Дөрөҫ, балалар хаҡында уның электән уйлағаны бар, әммә шул хәтлем түгел.
Йоҡо ҡасты. Хужабикә инде ҡабат татлы йоҡоға талырына өмөтөн өҙөп, карауатынан ҡалҡынды ла, лампочканы ҡабыҙҙы. Стеналағы сәғәт төнгө өскә яҡынлап килә, тимәк, ул ике сәғәт самаһы ойоп ятҡан. Ә бит был иң йоҡлай торған ваҡыт! Эйе, йәшерәктәр өсөн, ә инде алтмышты тултырған ҡатындан йоҡо тигәнең йышыраҡ ҡаса. Бер уйлаһаң, алтмыш та әллә ни күп түгел, һикһәнде еңел генә аша атлаған өлкән йәштәгеләр хәҙер күбәйеп бара.
Өйҙә әскелтем-сөскөлтөм ашамлыҡ еҫтәре әле лә бөтмәгән. Эйе, биш-алты сәғәт элек кенә ошонда уның юбилейын билдәләнеләр. Ҡаланан балалар ҡайтты, саҡырылған туған-тыумаса, таныш-тоноштар килде. Ҡотланылар, бик күп күңел иретерлек һүҙҙәр әйтелде, йырлашып-бейештеләр ҙә хатта.
Байрамда күңел күтәреңкелеге ни тиклем юғары булһа, унан һуңғы күңел төшөнкөлөгө лә шул дәрәжәлә көслө була, имеш. Ғәжәп түгел, бер хәлдән ҡапыл ғына икенсеһенә күселә бит. Донъя, әле генә һин йөҙгән диңгеҙ, бушап ҡала. Иң элек күңелдә «Их, ошо минут-сәғәттәр ҡабатланһын ине» тигән ҡыҫыр теләк ҡабара. Бының бер ҡасан да ғәмәлгә ашмаҫын белә тороп… Эйе, ни хәл итмәк кәрәк, әҙәм балаһы шулай: ул хыял йөрөтөргә ярата. Хатта уның бер ҡасан да ысынбарлыҡҡа әүерелмәҫен белһә лә.
«Йәшә, инәй, йәшә йөҙгәсә, – тигәйне бит әле Ләйсән ҡыҙы ла. – Һин беҙгә бер ҡасан да үгәй булманың, эйе бит?» – тип әйләнде ул ағаһы Рөстәм менән ҡустыһы Йәмилгә. Тегеләр йылмайышып ҡул сапты. Өндәшмәнеләр. «Үгәй». Был һүҙ ошоғаса башҡалар ыңғайына күңел асып, донъяһын онотоп, татлы хистәргә иҫереп ултырған юбилярҙың йөрәгенә уҡ кеүек ҡаҙалды. Тетрәнеп ҡуйҙы ҡарсыҡ, әммә йөҙөнә сығармаҫлыҡ көс тапты үҙендә.
Эйе, ҡарап үҫтереүгә күп көс һалһа ла, был өсәүҙе ул үҙ ҡарынында йөрөтөп, яҡты донъя бүләк итмәне шул. Ниндәй сәбәп менәндер ул башҡа ҡатын-ҡыҙ заты кеүек балаға уҙыу һәләтенән мәхрүм итеп яратылғайны. Ни өсөн, кемдә ғәйеп? Һәр хәл-күренештең асылына төшөнөү буйынса ярайһы ҙур һәләт бирелгән Асия ошо һорауҙарға яуапты бик тырышып эҙләһә лә, таба алманы. Үҙенсә, тимәк, әсә яралғыһында саҡта уҡ миңә ниҙер булған, тигән күп мәғәнәле һығымта яһауҙан уҙманы.


Бала саҡтың ҡара хәтирәһе

– Инәй, инәй!
Урамдан шатлана-көлә, йүгереп килеп ингән бәләкәй Асия иҙән уртаһында әсәһенең аяҡтары ян-яҡҡа ташланған, ауыҙынан күперек килеп тәгәрәгән кәүҙәһен күреп, ауыҙын асҡан килеш туҡтап ҡалды. Әле генә тышта атаһын күреп, уның ҡыҙын туңдырма менән һыйлауы, рәхәт итеп арҡаһынан яратыуы шатлығы, өрөп һүндерелгән шәмдәй, юҡҡа сыҡты. Әсәһенең күҙҙәре ҙур итеп асылған, йоҙроҡтары тамағы эргәһендә төйнәлгән, күкрәгенә ауыҙынан ҡойолған шайыҡ мул итеп буялған.
– Инәй, инәй! – Әсәһенең инде бер ҡасан да аяҡҡа баҫмаясағы, йылмайып ҡарамаясағын башына ла килтермәгән бала уның эргәһенә тубыҡланып, кәүҙәһен һелкетергә иткәйне лә, таштай ҡатҡан һындың һалҡынлығын тойоп, ырғып торҙо ла тышҡа атылды.
– Атай, атай!
Ғәлийән китергә өлгөрмәгәйне, ишек алдындағы беседкала кәрт һуҡҡан ирҙәр янында ҡайһыһы менәндер әңгәмә ҡора ине. Ҡыҙының атылып килеп сығыуын күреп, ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булғанын һиҙенде лә һикереп торҙо.
– Инәйең?...
Ул арала йүгереп килеп еткән Асия атаһының ҡулынан эләктереп тартты:
– Ул иҙәндә ята. Ҡоҫоп бөткән, – тип бышылданы.
Ата менән ҡыҙҙы өндәшмәй генә күҙәткән ирҙәр ултырған урындарында ҡатып ҡалды. Уйын ҡайғыһы китте.
– Ҡоҫоп бөткән? – тип ҡабатланы Ғәлийән. – Иҫерекме ни?
– Юҡ! – Үҙе лә һиҙмәҫтән, бала ҡысҡырып ебәрҙе. – Ул… ул ҡуҙғалмай. Һыуыҡ.
Аңланы Ғәлийән: үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ә бит күңеле менән һиҙенеп йөрөнө, ләкин һәләкәтте иҫкәртергә аҡылы етмәне. Эх, Гөлсирә! Шул дыуамаллығың…
Ир урынынан ҡалҡынды ла, иҫерек кешеләй сайҡала-сайҡала, подъезд ишегенә табан йүнәлде. Ҡурҡышынан күҙҙәре ҙур булып асылған Асия ла атаһы артынан төштө.
Иртәгәһен уның әсәһен ер ҡуйынына бирҙеләр. Бише яңы тулған Асия ярты етем ҡалды. Үҙе шаһит булған ҡот осҡос һәләкәттең асылын ул байтаҡ йылдар үткәс кенә аңлай-төшөнә алды. Юҡ, тулыһынса түгел, өлөшсә…


Ғәлийәндең йәшлек мөхәббәте

Асияның атаһы Ғәлийән ҡалаға йәш сағында осраҡлы рәүештә килеп юлыҡты. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ҡайҙа урынлашырға белмәй башы әйләнеп бөткән егет тотто ла милицияға эшкә инде. Уны урамдарҙа тәртип һаҡлаусы патруль хеҙмәтенә тәғәйенләнеләр. Ярты йыл да үтмәне, Ғәлийән башлы-күҙле булып, ғаилә ҡамыты кейҙе. Был кеше тормошондағы иң хәл иткес ваҡиға һуңыраҡҡа ла ҡалыр ине, әгәр… Хатта һылыуҙарҙан да һылыу ҡыҙҙарҙың иғтибарын арбарлыҡ төҫ-ҡиәфәт Ғәлийәндә булмаһа. Ҡуйы сөм-ҡара сәс, килешле танау, ихтыяр көсө ташып торған йөҙ… Уның атлап йөрөүендә лә мөһабәтлек сағыла. Һинд киноһында ғына осрай торған был сифаттың әле тормош юлында байтаҡ яфалар тыуҙырасағын йәш милиционер төҫмөрләмәй ине әле.
– Эй, егет! Әйт әле, сәғәт нисә? – Урам аша бер нәмәгә иғтибар итмәй сығып барған Ғәлийән, был һорауҙы ишетеп, туҡтап ҡалды. Әллә уға өндәшәләрме? Йәш булһа ла белә ине милиционер, – танышырға теләгәндәрҙең үҙенсәлекле пароле был. Күпереп торған ерәнһыу сәсле – күрәһең, буялған, нескә ирендәр. Эйе, түше асыҡ аҡһыл-ҡара күлдәк кейгән ҡыҙ ысынлап та уға ҡарай. Сибәр, шайтан алғыры! Йылмайғанда бигерәк тә.
– Мин сезне беләм, – тип һүҙен дауам итте таныш булмаған ҡыҙ. – Милиционер. Тик исемегезне – юк.
– Ғәлийән булам. – Егет ҡулын һуҙҙы.
– Мине Зөбәржәт тип йөрөтәләр. – Ҡыҙ тағы ла күҙ ҡамаштырырлыҡ итеп йылмайҙы. Күрәһең, бының егет-еләнгә ни рәүешле йоғонто яһағанын белә.
– Исемегеҙ үҙегеҙ кеүек сибәр икән, – тигән булды Ғәлийән.
Һөйләшеп киттеләр. Зөбәржәт сауҙала эшләп йөрөй, уға тиклем кооператив техникумда белем алған. Атаһы төҙөлөш ойошмаһында ҙур ғына түрә, ә әсәһе табип. Ағаһы менән ҡустыһы ла бар.
Ғәлийәндең бөгөн ял көнө, ә Зөбәржәттең эшкә китеп барыуы икән. Шуға күрә ул бер аҙ йәнәш атланы ла үҙ юлы менән китте. Эш телефоны номерын атаны, Ғәлийәндеке менән дә ҡыҙыҡһынды. Ҡапыл ғына эшкә барыуын иҫенә төшөрөп китеп барған ҡыҙ артынан Ғәлийән бер аҙ күҙәтеп торҙо. Атлауы үҙенсәлекле икән, бер аҙ бәүелеберәк хәрәкәт итә, әйтерһең дә, палуба өҫтөнән бара. Кем-кем, ә сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ подразделениеһында хеҙмәт иткән егет быны яҡшы айыра. Ә бына, күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, ҡулдарын һелтәмәй. Тимәк, дәрәжәһен белеп атлай, тиер ине был сауҙа әһеле тураһында тәжрибәле психолог.
Эйе, Зөбәржәт етеш ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ бала булып үҫте. Һис нәмәгә лә ҡытлыҡ кисермәне, ни теләһә, шуны һораны, ата-әсәһе уның бер теләген дә йыҡмай, атҡара торған булды. Һуғыш йылдарында нужаның ни икәнен үҙ елкәләрендә татып үҫкән кешеләр бит. Фатирҙарының береһе шәхсән Зөбәржәттеке булды, ағай ҙа, ҡусты ла уның тупһаһы аша һирәк атлар ине. Хәйер, был хаҡта Ғәлийән һуңынан, бер нисә йыл үткәс, кеше аша ишетеп беләсәк.
Зөбәржәт, күпмелер ваҡыт иғтибарын ярайһы биләүгә ҡарамаҫтан, өс-дүрт көндән күңеленән юйылды ла ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Ғәлийәндә ҡыҙҙар ҡайғыһы ла юҡ ине: имтихандарға әҙерләнергә кәрәк, ситтән тороп булһа ла юридик факультетҡа уҡырға инергә ине иҫәбе. Шуға күрә егет саҡ ҡына буш ваҡыты булыу менән китапҡа тотона. Ә белем кәштәһен тултырыу ваҡытты күп ала, сөнки урта мәктәптә башҡа һеңдергәндәр елләп сығып китергә өлгөргән.
Бер аҙна самаһы үткәс, уны телефонға саҡырҙылар. «Әллә атайым сирләп киттеме икән», – тип борсолоп уйланды Ғәлийән телефон аппараты янына табан атлағанда.
– Сәләм, Ғәлижан! – Теге баштан яғымлы, шул уҡ ваҡытта шелтәле лә ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. – Эреләнеп киткәнһең, тиһәм…
Телефондан кешенең тауышы икенсе төрлөрәк яңғырай, шуға күрә егет бер аҙ юғалыбыраҡ торҙо. Әллә берәй класташымы? Башынан әллә күпме таныш йөҙҙәр, исемдәр үтте. Хәйер, юҡ, уларҙың береһе лә татарса һөйләшмәй. Бәй, был, моғайын, Зөбәржәттер! Шул, әлбиттә... Егет үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыйыуланып китте.
– Сәләм, Зөбәржәт туташ! – тигән булды ул, тауышын күтәрә төшөп. – Эреләнер өсөн тәүҙә ваҡ булырға кәрәк бит. Ә мин ваҡланырға яратмайым.
Был үҙенең тәбиғәтенә бөтөнләй ят һүҙҙәрҙе ул патрулдә йыш ҡына бергәләп йөрөгән Хәсәндән отоп алғайны. Коллегалары араһында «йылан аяғын киҫкән» ҡушаматы менән танылған был егет, утыҙға яҡынлап килеүгә ҡарамаҫтан, өйләнергә һис тә йыйынмай. Ә йөрөгән ҡыҙҙары – бер көтөү, алмашлап эргәләренә барып, йоҡлап ҡайта. Хатта исемдәрен бутаған саҡтары ла була.
Ғәлийәндең һүҙҙәре Зөбәржәткә насар тәьҫир итте, буғай, ул бер аҙ яуап бирмәй торҙо.
– Але! – Ғәлийән тауыш бирергә мәжбүр булды. – Нисек йәшәп ятыу, Зөбәржәт?
– Нормально. – Тауыш ғорур ишетелде. Ныҡ ҡына үпкәләгән, ахырыһы, ҡыҙ.
– Мин һине киноға саҡырырмы икән, тип көтөп йөрөгән булам тағы.
Яңы танышҡан егет менән ҡыҙ араһында була торған бергәләп ваҡыт уҙғарыу ысулы. Юҡ, кино нимә ул, унда экранға ҡарап ултырғансы, театрға барырға кәрәк! Ғәлийәндең унда бер нисә тапҡыр булғаны ла бар. Тере актерҙарҙы күреп, тәнәфестә тамашасылар менән аралашып ҡайтаһың. Таныштар ҙа осрап ҡуя.
– Мин һине, Зөбәржәт, театрға алып барам, – тип эре сирттермәһенме Ғәлийән. Был да үҙенә күрә әлеге Хәсән мәктәбе. – Иртәгә үк билет алып ҡуям!
Тамашаға ҡыҙыҡай кейенеп-яһанып килгән: сәсен бөҙрәләткән, ирендәренә ҡыҙыл тартҡан. Аҡ, ҡыҙыл һәм йәшел биҙәктәр төшөрөлгән ҡыҫҡа итәкле килешле костюм кейгән. Аяғында юғары үксәле туфли.
– Нисек? Мин һиңә ошо килеш оҡшайыммы? – тип һораны ҡыҙ Ғәлийән янына килеп туҡтау менән. Һорау бик етди яңғырап, уға күҙ ҡамаштырырлыҡ йылмайыу ҙа ялғанды.
– Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ сибәрһең! – Ғәлийән тағы теге Хәсәндең ауыҙынан сыҡҡан комплименттарҙың береһен иҫенә төшөрҙө. – Бындай гүзәл янында баҫып тороу миңә хатта уңайһыҙ ҙа.
Быныһы хаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәйҙән арзан кейем кейеп үҫкән Ғәлийән егет ҡорона ингәс тә сепрәк-сапраҡҡа иҫе китеп барманы. Милицияла эшләй башлағас алған тәүге эш хаҡына ҡараһыу-зәңгәр костюм-салбар һатып алды ла, ҡайҙа барһа ла шуны һөйрәне. Уныһы ла ярайһы таушалып өлгөргәйне.
– Ничего, йәшһең әле! Бер аҙ эшләгәс, байып китерһең. – Ҡыҙ һүҙҙе шаярыуға борҙо. Ғәмәлдә уның егеттең кейеме менән ҡәнәғәт түгеллеге күҙенә генә түгел, тотош йөҙөнә сыҡҡайны.
Өр-яңы сәхнә әҫәре булмауға ҡарамаҫтан, «Ҡыҙ урлау» комедияһын көлә-көлә ҡаранылар. Зөбәржәт ҡәнәғәт ине кеүек. Ләкин урамға сыҡҡас, ул фекерен үҙгәртте.
– Иҫкергән. Хәҙер ҡыҙ урлаусылар юҡ, – тине ул ҡәтғи итеп. – Егеттәр ҡалмай бара.
– Ә мин кем? – Һүҙҙе шаярыуға борҙо Ғәлийән.
– Һинең егетлегеңде һынап ҡарайһы бар әле. – Зөбәржәт йылмайҙы. Ниндәйҙер сәйерлек сағыла ине был күңел тойғоһонда.
– Әйт әле, Ғәлижан! – Зөбәржәт, туҡтап, егеттең ҡулынан эләктерҙе. – Дөрөҫөн генә әйт, йәме! Һинең бығаса йөрөгән ҡыҙың булдымы?
Бындай ҡыйыу һорауҙы көтмәгән егет ҡаушап ҡалды. Ни эшләп ҡыҙыҡһына әле ул, әллә үҙенә өйләндерергә самалаймы? Был хаҡта һөйләшергә иртәрәк бит әле. Ни тип яуапларға һуң? Әллә шаяртып ҡына ҡотолорғамы?
– Уйға баттың,– тип һуҙылған тынлыҡты боҙҙо Зөбәржәт. – Булған. Шулайҙыр тип уйлағайным да.
Үпкәләне. Хәҙер борсолоу Ғәлийәнгә күсте. Тик һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырырға ярамай. Шаяртып булһа ла ҡотолорға кәрәк.
– Йөрөнөм. Мәктәпкә күрше ҡыҙы менән бара торғайныҡ, – тине ул юрамал етди итеп. – Ул атайым менән бер туған Сафа бабайымдың ҡыҙы. Ә ниңә улай һораның әле, Зөбәржәт?
– Шаяртма, Ғәлижан! – Ҡыҙҙың тауышы етди, хатта асыулы яңғыраны. – Мин шуны уйланым әле: һин ҡыҙҙар менән йыш буталған егеткә оҡшамайһың. Ә бына телең… – Зөбәржәт туҡтап ҡалды, күрәһең, фекерен еткерергә уңайлы һүҙ эҙләне. – Кемдәндер ишеткәндеме әллә китаптан уҡығандымы ҡабатлайһың.
Ғәлийән шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
– Мин ни һине юрамал…


Көндәш

Шул саҡ яҡында ғына һуҙып еңел машина ҡысҡыртты. Боролоп ҡараһалар, артта «Волга» тора.
– Әти минең арттан машина ебәргән. – Зөбәржәт быға шат ине кеүек, Ғәлийән иһә ни әйтергә лә белмәне. Ҡапылғара ҡыҙҙың ҙур түрә балаһы булыуын аңларға өлгөрмәне шикелле.
Ул арала машинаның ишеге асылып китте лә унан тәпәшәгерәк буйлы йыуантыҡ кәүҙәле ир төштө. Үҙен харап ҡыйыу тотоп, егет менән ҡыҙ араһына килеп баҫты.
– Ихсан ағай һине тиҙ генә алып ҡайтырға ҡушты, – тине ул, Ғәлийәнгә ҡараш ташлап. – Был егет кем була, Зөбәржәт?
– Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың! – Тупаҫ яуапланы кәйефе боҙолған ҡыҙ. – Мин һинән машина һораманым.
– Әллә мине һинең ҡырға иреккәндән йөрөй тип уйлайһыңмы? – Шофер ҙа шул тонда яуап ҡайтарҙы. – Мин һине көтөп арыным.
– Әйҙә, Ғәлижан, һин дә ултыр! – Зөбәржәт машина ишеген аса башланы. – Ятағыңа илтеп ҡуйырбыҙ.
– Юҡ! Ул ултырмай! – Уҫал ҡаршы төштө шофер. – Миңә артыҡ пассажир кәрәкмәй!
Аңланы Ғәлийән: был ир затының Зөбәржәткә күҙе төшөп йөрөй икән. Көнләшеп, артынан килгән. Моғайын, машинаһын да хужаһынан һорамай алғандыр. Һис юғында ҡыҙы белер ине бит. Уның машинаға ултырғыһы ла килеп тормай.
– Рәхмәт, Зөбәржәт, – тине ул ҡәтғи итеп. – Мин үҙ аяҡтарым менән дә ҡайтып етермен. Хушығыҙ!
– Ғәлижан, туҡта әле! – Ҡыҙ машинанан сығып, бер-ике аҙым атланы ла, нимәнелер иҫенә төшөрөп булһа кәрәк, туҡтаны. Шап-шоп итеп машина ишектәре ябылды ла «Волга» бар көсөнә урынынан ҡуҙғалып китте.
Иртәгәһен Зөбәржәт үҙе шылтыратырмы икән тип, Ғәлийән көтөбөрәк йөрөһә лә, телефон янына өндәшеүсе булманы. Ғорурлыҡ кеүек әҙәм балаһы өсөн мәртәбәле һаналған тойғо Ғәлийәндә лә етерлек ине, шуға күрә башлап үҙе бәйләнешкә инеүҙе артыҡ иҫәпләне. Шулай бер аҙналай ваҡыт та үтеп китте. Егет бер нисә тапҡыр үҙе шылтыратырға уйлап ҡараһа ла, ҡыйманы. Кем белә, бәлки, Зөбәржәт унан тамам төңөлгәндер.
Көтмәгәндә ҡыҙ урамда тап булды. Иртә менән, күрәһең, эшкә китеп бара. Ә Ғәлийәндең төнгө дежурлыҡтан ҡайтып килеүе. Арытҡан, кәүҙә ауырайып, йоҡо баҫып килә. Зөбәржәтте ул кейеменән ун биш-егерме метрҙан уҡ танып, әллә шым ғына үтеп китергәме, тип уйлағайны ла, килештермәне: егеттәрсә булмай.
– Нихәл, Зөбәржәт туташ? – тип өндәште ул ҡыҙ етер-етмәҫтән. – Күптән күренгәнең юҡ.
– Әллә күҙемә күренәһең инде, иптәш патрульный? – Зөбәржәт был һорауын башын артҡа ташлап, ҡысҡырыбыраҡ ҡуйҙы. – Мин һине берәй яҡҡа китеп барҙымы әллә, тип торам. Сәләм!
– Беҙҙең бараһы ер берәү, – тигән булды егет. – Ул да булһа – эш.
– Һин миңә бик ҡаты үпкәләнең, ахырыһы. – Зөбәржәттең тауышында шелтә яңғырап китте. – Һөйләшергә теләмәй китеп барҙың.
– Юҡ, Зөбәржәт туташ. – Мөмкин тиклем яғымлыраҡ яуап ҡайтарырға тырышты Ғәлийән. – Ундай ғәҙәтем юҡ.
– Бик яҡшы. – Ҡыҙҙың кәйефе күтәрелеп китте. – Хәтерләйем, һин бит ваҡланырға яратмайһың.
– Шулай. – Ғәлийән үҙе лә һиҙмәҫтән ҡул сәғәтенә ҡарап алды.
– Ашығаһың. – Зөбәржәттең тауышы үҙгәрҙе. – Миңә лә эшкә. Беләһеңме, Ғәлижан, ошо ялда минең тыуған көндө үткәрәбеҙ. Һин дә кил.
«Тыуған көндө байрам итергә саҡыра. Тимәк, ата-әсәһе һәм туғандары менән таныштырырға теләй. Иртәрәк түгелме һәм кәрәкме икән был? Өҫтәүенә, ул быға әҙер ҙә түгел. Зөбәржәттең донъяның артына тибеп йәшәгән туған-тыумасалары менән нимә хаҡында һөйләшер Ғәлийән? Нимә кейеп барыр ул ҡунаҡҡа, теге иҫкерә төшкән костюмынмы ни? Ә бүләк? Уныһын ни рәүешле хәстәрләр? Ваҡ-төйәк менән ҡотола торған урын түгел дә…»
– Ниңә өндәшмәйһең? – Зөбәржәт уның ҡулына ҡағылды. – Әллә килергә теләгең юҡмы? Һин дөрөҫөн әйт!
– Саҡырған ергә – бар, ҡыуған ерҙән кит, тиҙәрме әле? – Тағы ла теге Хәсәндең лексикаһы ярҙамға килде. – Килермен. – Ошоға өҫтәп, Ғәлийән кеселекле йылмайҙы.
– Ана шулай. – Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ итеп йылмайҙы ҡыҙ. – Ярай, осрашҡанға тиклем.
«Тыуған көн. Йөрөгәне бар Ғәлийәндең ундай күңел асыуҙарға. Тик был юлы ул бөтөнләй таныш булмаған бай кешеләр янына бара. Тимәк, үҙ дәрәжәһен һаҡлар өсөн… эйе, мул ғына аҡса түгергә тура килер. Ярай, уныһын үтескә алып торорға тура килер» тип үҙ-үҙен тынысландырҙы милиционер. Тик ул уйлағанса килеп сыҡманы. Тыуған көн ҡайғыһы китте...


Рәүеф – Зөбәржәттең кейәүе

Төшкө ашҡа ҡайтырға тип машинаһын ҡабыҙған Рәүефте кеҫә телефонының шылтырауы туҡтатты. Ҡараһа, номеры таныш түгел. Телефонын һүндерҙе лә Рәүеф машинаны юлға табан борҙо. Аппарат тағы телгә килде лә, хужаһы яуап бирергә теләмәгәс, үҙенән-үҙе һүнде. Унан тағы шылтырарға кереште.
– Але! Кем әле был? – Тауышы асыулы сыҡты.
– Кейәү, һинме? – Теге баштан ҡарлыҡҡан өҙөк-өҙөк ҡатын-ҡыҙ тауышы килде. – Ни эшләп телефоныңды алмайһың?
Бәй, ҡәйнәһе Зөбәржәт икән дә баһа! Уның бер ҡасан да кейәүен телефон аша бимазалағаны юҡ. Тимәк, ниҙер булған. Рәүефтең яуап биргәнен дә көтмәй, ҡәйнәһе:
– Зөһрә… ҡыҙым, – тине лә сарылдап иларға тотондо. – Бахырҡай ғынам. Эй Аллаһ!
Рәүефтең ҡатыны өсөнсөгә ауырға ҡалып, бөгөн-иртәгә бала табырға йыйына ине. Йөклө мәлен бик ауыр кисергәнлектән, табиптар уға бала табыу йортона ятырға кәңәш иткәйнеләр. Үлеп киттеме икән ни? Башына ошондай уй килеү менән Рәүефтең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, хатта күҙ алдары сыбарланғандай итте.
– Ниңә өндәшмәйһең? – Ҡәйнәһенең тауышы был юлы бик ҡырыҫ сыҡты. Күрәһең, тойғо-кисерештәрен ҡулға алырға өлгөрҙө. – Һинең арҡала… һин генә ғәйепле…
Төшкө аш ҡайғыһы китте. Рәүеф, хәлһеҙләнеп, ҡулдарын рулгә һалды ла башы менән шунда төртөлдө. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, юғалып ҡалғайны ул. Ҡәйнәһе ейәнсәре Ләйсән менән өйҙә ҡалғайны, тимәк, ул әле лә шунда. Улай булһа, өйгә ҡайтыуҙан фәтүә юҡ. Тағы ла, был юлы ҡатыраҡ, тауыш сығасаҡ. Туҡта, бәлки, ул Ләйсәнде алып, үҙ фатирына ҡайтып киткәндер? Нисек кенә булмаһын, ул, Рәүеф, ҡыҙы янына ҡайтырға тейеш! Ә Рөстәм? Ул малай ҡайҙа буталып йөрөй икән?
Ҡәтғи ҡарарға килеп, ир машинаһын яңынан ҡабыҙҙы ла ҡайтыр юлға төштө. Әммә ярты юлда кире уйлап, бала табыу йортона табан боролдо. Унда ни рәүешле барып етеүен, иҫерек кешеләй сайҡала-сайҡала тупһанан күтәрелеп, коридорҙан үтеүен ул саҡ ҡына хәтерләй. Ысынлап та, бала тапҡан саҡта күп ҡан китеү арҡаһында Зөһрә йән биргән һәм уны мәйетханаға оҙата һалғандар. Ҡатын ҡайғыһы, күрәһең, көслөрәк булғандыр, Рәүеф бала тураһында һорашырға онотоп ебәргән.
– Һеҙҙе, атай кеше, сабыйҙар ҡыҙыҡһындырмай, ахырыһы? – Оло йәштәге апайҙың шелтәле һүҙҙәре ирҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Ул бит өсөнсөгә атай…
– Ғәфү итегеҙ! – тине Рәүеф, ғәйепле йылмайып. – Мин уны күрә аламмы? Ҡайҙа бала?
– Ул түгел, улар, – тип төҙәтте апай, йөҙөнә һүрән генә йылмайыу сатҡыһы ҡундырып. – Игеҙ бала тапты ҡатынығыҙ. Малайҙар. Әйҙәгеҙ, алып барам.
Тәрән тынлыҡ хөкөм һөргән ҙур ғына палатала кескәй генә карауаттар теҙелеп киткән. Апай икеһе бер урында ятҡан сабыйҙарға ымланы. Күр, йәнәһе.
Яңы тыуған сабыйҙың йөҙөнә әле кеше ҡиәфәте инеп бөтмәгән саҡ. Рәүеф яҡынларға тип бер-ике аҙым яһаны.
– Ярамай! – Шым ғына өндәште ҡатын. – Сығайыҡ! Һуңынан килерһегеҙ.
Коридорға сығып, ихата яғына атланылар.
– Ҡарағыҙ әле… – Был юлы апай ҡыйыр-ҡыймаҫ һүҙ башланы. –Сабыйҙар менән ни эшләргә уйлайһығыҙ?
Ул арала Рәүеф бер ни тиклем иҫ тупларға өлгөргәйне.
– Әлегә уларға ҡул етмәйерәк, апай, – тине ул, аҫҡа ҡарап. – Мәрхүмәне ерләргә кәрәк. Шулай бит? Ә мин килермен.
– Ни бит әле. – Ҡатын ниҙер әйтергә йыйына, ләкин ни рәүешле еткерергә белмәй ыҙалана кеүек. – Был сабыйҙарҙы өләсәләре, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тине бит. Йәнәһе, әсәләренең үлемендә… беҙҙең дә ғәйеп бар.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Рәүеф бик ныҡ ғәжәпләнде. «Ҡара һин уны, ни рәүешле битәрләй кешеләрҙе?! Унан ғына Зөһрә тороп ултырыр, тип уйлаймы икән?» Асыуы ташып барыуға ҡарамаҫтан, ул кәрәкле һүҙ таба алды:
– Балаларҙың атаһы мин бит әле. – Тауыш ҡәтғи ҙә, ышаныслы ла яңғыраны. – Һуңынан йәме, апай!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме генә баш ватһа ла, ул ҡәйнәһенең шәфҡәтһеҙ ҡарарына ҡаршы ҡуйырлыҡ әмәл таба алманы. Игеҙ малайҙарҙы имеҙер һәм тәрбиәләр кеше ғаиләлә, ысынлап та, юҡ бит. Ҡәйнәһе хаҡлы, баш менән таш ватып булмай. Рәүефкә сабыйҙарҙы дәүләт ҡарауына алыуҙы һорап ғариза биреүҙән башҡа сара күренмәй.


Зөбәржәт ирен һәләкәткә еткерҙе

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр бит. Быны Рәүеф үҙ елкәһендә бер нисә тапҡыр татығаны бар. Әлеге сабыйҙар кеүек, бәләкәй генә саҡта атаһы менән әсәһе ташлап китеп, өләсәй ҡулында тәрбиә алыуын, бәлки, иҫәпкә ҡуймаҫҡа ла мөмкиндер. Һуңғы осорҙа ғына күреп-кисергәндәре лә етерлек. Былтыр ҡайныһы Ишбулат һис уйламағанда вафат булып ҡуйҙы. Ә бит ергә гөпөлдәтә баҫып, ут уйнатып йөрөр сағы: алтмышҡа яңы яҡынлап килә ине.
Матур йәшәне кейәү менән ҡайны, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, әллә күпме эш атҡарҙылар. Ишбулаттың ҡала ситендәге баҡса йортон һалыуҙа, ихатаһын төҙөкләндереүҙә Рәүефтең ҡулы теймәгән ер ҡалманы. Замандар көтмәгәндә үҙгәреп, донъя көтөү генә түгел, хатта кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҡырҡа боролошҡа дусар ителмәһә, бәлки, Ишбулат әле лә һауа һулап, машина рулен әйләндереп, бынамын тигән донъя көтөп йәшәр ине. Төҙөлөш объекттарына кирбес, таҡта, арматура кеүек материалдар ташып йөрөгән еренән ҡапыл ғына йыраҡ рейстарға күсергә йөрьәт итмәһә. Имеш, унда аҡсаны күберәк түләйҙәр.
– Ул аҡса әле Алла ҡулында. Һин, бабай, юҡҡа сыпранлайың әле, – тип ҡаршы төштө Рәүеф. – Унда йәштәр йөрөй бит. Ә һин…
– Мин дә ҡарт түгел әле, – тип шаяртты тыныс холоҡло Ишбулат, ни эшләптер йөҙөн сирып. – Тотоноп ҡарайым әле, артабан күҙ күрер. – Аҙыраҡ уйланып торғас: – Донъя күреп ҡайтылыр. Бында ни йомортҡа баҫҡан тауыҡ шикелле, – тип өҫтәне.
Зөһрә лә атаһының һүҙен ҡеүәтләне:
– Дөрөҫ эшләй, – тине ул ҡаты итеп. – Һинең кеүек бындағы әллә ни ҙә бер түләнгән аҡсаға ҡарап ятһынмы ни? Астан үлергә кәрәк тә баһа.
– Берәүҙең дә үлгәне юҡ әле, – тип йыуаш ҡына ҡаршы төштө Рәүеф. –Барыһы ла эшләп йөрөй.
– Һинең ише һыйыр тиҙәге күп шул беҙҙә. – Зөһрә тиҡтомалдан ҡыҙҙы ла китте. Күрәһең, унда әсәһенең ҡаны уянды. – Ана шуға юғарыла ултырғандар ҡотора ла инде. Үҙҙәре иномаркаларҙа фарсит итә, батша һарайы кеүек дачаларҙа донъяның артына тибеп йәшәй. Һин генә ул һаман шул коммунизмдағы…
– Ул тиклеменә үк төшөп китмә инде, ҡыҙым! – Ҡаршы килде Ишбулат. – Кейәү хаҡлы, бында ла эшләргә кәрәк. Өйҙәр һалырға. Барыһы ла минең арттан эйәрә алмай ҙа инде.
Бығаса йыш ҡына ҡартына ҡарышып өйрәнгән Зөбәржәт кенә һөйләшеүгә ҡушылманы. Икәү-ара һөйләшеп, ҡарар сығарып та ҡуйғандары күренеп тора ине. Ҡайныһына, кемдең идеяһы был, ниңә ризалашырға булдың, тип һорарға ынтылып ҡуйғайны ла, тыйылды. Уны Зөһрәһе һуңыраҡ ысҡындырҙы.
Баҡтиһәң, бер көн аталарына ҡасандыр Рәүефтәрҙә эшләп киткән йәш водитель Әлтәф килгән. Буш ҡул менән түгел, әлбиттә, күстәнәсен тотоп. Шуны тәмләгән арала теге водитель, бәҫен күтәрергә теләптер инде, дальнобойщик булып эшләүе, аҡсаны мул көрәүе тураһында һөйләгән. Быны ишетеп йөрөгән Зөбәржәт шунда уҡ:
– Ә унда кемдәрҙе алалар һуң? – тип һүҙ ҡыҫтырған.
– Күберәк йәштәрҙе инде, – тигән Әлтәф. – Улар арымай, һаулыҡтары ла яҡшыраҡ. – Ә үҙе күҙ ҡырыйы менән генә Ишбулатҡа ҡарап ала, ти.
– Ишбулат барһа, алырҙармы икән? – Зөбәржәттең ҡыҙыҡһыныуы көсәйгән.
– Үҙе теләйме һуң? – Ҡунаҡҡа хужабикәнең ошолай әрһеҙлек күрһәтеүе оҡшамаған. – Бында ул хужа ла баһа.
– Һынап ҡарағанда, зыян итмәҫ ине. – Ишбулат та телгә килгән. – Мин бабай түгел бит әле.
– Ысынлап та, һин, Әлтәф, белешеп ҡара әле! – Аҡсаны һыу урынына тотонорға яратҡан һәм шул арҡала йыш ҡына оло тауыш сығарған Зөбәржәт баҫымды көсәйткән.
– Ярай, белешермен. – Әлтәфкә был һөйләшеү оҡшамаған, бер аҙ ултырғандан һуң, ул хушлашып китеп барған. Ә Зөбәржәттең ныҡышлығы уңышлы сиселеш таба: Ишбулатты эшкә ҡабул итәләр.
Тик ике рейс ҡына яһарға өлгөрҙө ул Мәскәү тарафтарына. Уларҙан әйләнеп ҡайтҡас та кәйефһеҙләнеп йөрөнө, үҙ эсенә бикләнде, төшөргөләне. Ни булғанын Рәүеф һорашып ҡараһа ла:
– Уныһын, кейәү, һинең белмәгәнең яҡшы, – тип ҡырт киҫте.
Үҙенсә яуап эҙләп ҡараған булды Рәүеф. Моғайын, юлда ниндәйҙер хәл булып, ҡайныһы… Юҡ, булмаҫ, тип был уйына үҙе ҡаршы төштө кейәү кеше. Ул кешегә ҡул күтәрә торғандарҙан түгел. Ярай, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы, берәй яйы сыҡҡанда һөйләр әле.
Тик яйы сыҡманы. Өсөнсө рейстан Ишбулаттың үле кәүҙәһе генә ҡайтты. Дөрөҫөрәге, Рәүеф үҙе барып алды уны. Төнөн машинаға юлбаҫарҙар һөжүм итеп талаш сыҡҡан да, йөгөн бирмәҫкә тип йәнтәслим ҡаршы торған водителдең арҡаһына бысаҡ ҡаҙағандар.
Зөбәржәт был хәлгә үҙенсә баһа бирҙе:
– Машинаңды ташла ла ҡас ине лә бит, – тине ул мәрхүмде ерләгәндән һуң өсөн уҡытҡанда. – Мал ҡәҙерлеме, әллә йәнме? Ҡуй инде, ғүмер буйы тиҫкәре…
– Машинаһын ташлаһа, уны йөк хужалары арҡаһынан һыйпар ине тиһеңме? – тип ҡаршы төштө Рәүеф. – Ул бит…
– Ҡуй, кейәү, һин дә шуның һыңары инде. – Зөбәржәт асыуынан ҡул һелтәп ҡуйҙы. Зөһрә иһә был әрепләшеүгә ҡушылманы. Өйҙәренә ҡайтҡас ҡына:
– Атайым дальнобойщикка барып дөрөҫ эшләмәне, – тине ул, ни өсөндөр ҡараштарын аҫҡа төбәп. – Ошо хатаһы уның ғүмеренә торошло булды. Һин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡлы, Рәүеф. – Башын юғары күтәреп ултырған иренә ҡарап: – Ә һин тантана итмә! Урыны ул түгел, атай ҡәберҙән тороп ҡайтмаясаҡ, – тип өҫтәүҙе кәрәк тапты.
Ысынлап та, ҡайныһы уның өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле кеше булғанын кейәү ул алыҫ рейстарға сығып киткәс кенә аңланы. Был юлы шул фекере нығыны. Өләсәһе әйтмешләй, тере ҡул ҡалды Рәүеф. Йомшаҡ холоҡло, бер ҡасан да бәхәс ҡуптармаҫ, ауыр һүҙ ысҡындырмаҫ, киҫкен хәлдә ҡалған кешеһен ҡурсаларға һәр саҡ әҙер Ишбулат ҡайныһы янында булыу үҙе генә лә йыуаныс, хатта терәк булған икән дә. Артабан шуны самаланы Рәүеф: уға, атайһыҙ үҫкән малайға, ҡайныһы атай өлгөһө, атай тәрбиәһе биреү өсөн тап булған икән тормош юлында. Бына бит нисек?! Хәҙер кем уны алмаштырыр, кем ауыр саҡтарҙа кәңәше менән ҡотҡарыр?

Сабыйҙар кемгә ҡалыр?

Зөһрәнең үлеме тетрәтте Рәүефте. Йәп-йәш көйөнә кеше ер ҡуйынына инеп ятһын әле! Ә бит, ололар әйтмешләй, ғүмере бөтөп түгел, ә ике сабыйға ғүмер бүләк итәм тип тырышҡанда. Быны бер нисек тә аңлау һәм аңлатыу мөмкин түгел, сөнки изге миссия кеше ғүмеренә торошло була алмай. Төрлөсә уй йөрөттө ир. Әллә, ҡәйнәһе әйтмешләй, бар ғәйеп Рәүефтең үҙендәме? Мостаевтар йортона ҡара ҡайғы уға эйәреп килмәнеме икән? Башына шундай алама уй килеүенә ир оялып ҡуйҙы. Ә бит… Эйе, ул үҙе лә ата-инәйһеҙ үҫте лә баһа. Бер йәш тулыр-тулмаҫтан уны ошо яҡты донъяға сығарған икәү айырылыша ла сабыйҙы атаһы яҡлап өләсәһе үҙ тәрбиәһенә ала. Рәүеф был кешеләрҙең ҡайҙа китеп юғалыуҙары хаҡында ла бер ни белә алманы. Яҙа-йоҙа ишетеүенсә, атаһы Һамар ҡалаһы яғына сығып китә лә, урлашҡан өсөн хөкөм ителеп, артабан эҙе бөтөнләйгә юғала. Әсәһе иһә, икенсегә кейәүгә барып, Алыҫ Көнсығыш яҡтарына юллана. Ҡабат хәбәре булмай. Үҫә килеп, ата-әсәһе тураһында белешкән ейәненә өләсәһе:
– Ҡуй, балаҡайым, һорама! Бер ни ҙә белмәйем, – тиеүҙән уҙманы.
«Яҙмышмы был? Ниндәй шәфҡәтһеҙлек! Бала-сағында ҡуйырға иҫ-аҡылы етмәгән Рәүеф хәҙер ниндәй гонаһтарым өсөн бирелгән бындай яза, тип һорарға хаҡлы. Ә яуап юҡ, булмаясаҡ та. Бәлки, ҡәйнәм хаҡлылыр, сөнки уға ҡаршы ҡуйырлыҡ бер дәлил дә юҡ бит. Тыуғас, йәшәйһең, йәшәмәй хаҡың юҡ. Балаларыңды ҡарау, киләсәктә кеше итеү хаҡына. Улар хәҙер кемгә «инәй» тип өндәшер? Кемгә? Был һорауҙарға Рәүефтең яуабы юҡ. Ҡатын алыу, етмәһә ике бала өҫтөнә, йәш саҡта кәләш һайлау кеүек түгел. Аҙыраҡ аҡыл ултырған, донъя көтөп ҡаралған. Әгәр ҙә башҡаса өйләнмәй, балалары менән генә йәшәһә? Улай ҙа була бит. Эйе, йәшәп ҡарарға кәрәк, ашыҡмаҫҡа!
Туҡта, ә теге игеҙәк малайҙар? Уларҙы дәүләт ҡарамағына биреү ғәҙел буламы? Аталары иҫән дә баһа! Эйе, берәй әмәлен табырға кәрәк. Аҙыраҡ тын алырға ла, ни ҙә булһа хәстәрләргә! Тик дүрт баланы ул бер үҙе ҡарай аламы? Юҡ. Уның өсөн өйҙә генә ултырырға кәрәк. Ә кем эшләр, аҡса килтерер? Тимәк, ҡайһы яҡлап ҡараһаң да, уға ҡатын эҙләргә тура килә.
Ҡайһы тирәнән? Кемде? Үҙ ихтыярынан тыш, ашығып һәм үтә лә борсолоп уйланды тол ир. Ул аралашҡан йәки ишетеп белгән йәш ҡатындар араһында ҡулайлыһы күренмәй. Барыһының да ире, балалары бар. Тол ҡатындарҙы йәки иренән айырылғандарҙы Рәүефтең хәтере һаҡламаған. Тимәк, шулай тейеш булған. Кем әйтә торғайны әле был һүҙҙе? Эйе, Ғәлийән ағай. Хәҙер бер нисә йыл пенсия ашап ята, ҡайһы бер оло йәштәгеләр кеүек, тегене-быны һоранып килеп йөрөмәй. Хәйер, был да аңлашыла, элекке милиционер төҙөлөш ойошмаһына үҙ ирке менән аяҡ баҫмағайны шул. Өләсәһе әйтмешләй, сараһыҙҙың көнөнән.
Бәй, Ғәлийән абзыйҙың ултырған ҡыҙы бар түгелме һуң? Шулай тип зарланғайны ла бер мәл яҙғы йәмле көндәрҙең береһендә сәхрәгә сығып күңел асып ултырғанда. «Исмаһам, олатай булып, балаларға һоҡланып ултырыр инем», – тигәйне. Ултырған ҡыҙ. Юҡ, йүнле-башлы булһа, уға кейәү табылмаҫ инеме ни? – тип үҙ-үҙенә ҡаршы төштө Рәүеф. – Ундайҙарға иш тиҙ табыла. Ә был? Хәйер, тиң күргән кеше табылмауы ла бар.
Ә исеме кем һуң әле ул ҡыҙҙың? Ғәлийән абзый әйтмәне ул. Тик балалар табибы икәнлеген генә телгә алғайны. Һе, табип! Кешеләр менән көнөнә күпме тапҡыр аралашҡан кеше лә яңғыҙ ҡартая аламы икән ни? Балалар табибы. Белешергә кәрәк әле, ундайҙар бында күп түгел дә инде».
Тик Рәүефкә эҙләнеп-һоранып йөрөргә тура килмәне. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул.


Участка табибы

Участка табибын регистратурала бер нисә адрес яҙылған исемлек менән ҡаршы алдылар.
– Бәхетең, бөгөн ауырыуҙар күп түгел. – Йыуантыҡ кәүҙәле Татьяна арыған төҫ менән йылмайып, һимеҙ ҡулдары менән һарғылт сәсен артҡа табан һыйпап ҡуйҙы. – Төшкә саҡлы йөрөп әйләнерһең.
Асия өндәшмәне. Кәйефе самалы ине уның. Ниңәлер төнгө йоҡоһо тынғыһыҙ булды, әллә ниндәй ысынбарлыҡ менән бөтөнләй килешмәгән төштәр кереп йонсотто. Исмаһам, береһе хәтерҙә ҡалһасы! Улай ҙа яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн генә Татьянаға ҡарап, һаран ғына йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. Ҡана, кемдәр бар икән, тип исемлеккә күҙ йүгертте. Биш йәшлек Ләйсән Йәноҙаҡова, температураһы юғары, ғауғалана, тип уҡыны ул исемлекте башлап ебәргән тәүге заявканы. Биш йәшлек балала ниндәй ғауға булыуы ихтимал? Ни күргән әле ул, ни кисергән? Хәйер, заманы…
Биш ҡатлы кирбес йорттоң икенсе ҡатындағы тимер ишекле фатирҙы сәскәле халат кейгән оло йәштәге йыуантыҡ кәүҙәле ҡатын асты. Ни өсөндөр аяҡтарын айырып баҫҡан ханым ауыр, шул уҡ ваҡытта ҡәнәғәтһеҙлек тулы ҡарашын Асияға төбәне. Йәнәһе, ни йомош?
– Мин ауырыу Ләйсән Йәноҙаҡоваға килгәйнем, – тип һүҙ башланы табип, руссалап. – Ул ошонда йәшәйме? Һаумыһығыҙ?
– Исәнмесез! – Ҡатын татарса яуапланы. – Үтегеҙ әйҙә! Тик ул йоҡлай бит әле.
Килгәс, кире боролоп булмай. Ишек төбөндә үк аяҡ кейемдәре менән плащын сисеп, Асия хужабикә күрһәткән яҡҡа атланы. Фатир иркен донъя көткән ғаиләнеке, ахыры, өс бүлмәле, заманса кәрәк-яраҡ, йорт йыһаздары күренә. Компьютер, тотош стенаны тиерлек биләгән төҫлө телевизор. Килеүсенең өй эсен ҡыҙыҡһынып иңләүенә кәйефе ҡырылған хужабикә:
– Төнө буйына маҙа китәреп илап сыҡты, – тип һөйләнде уң яҡ стена буйындағы диванда салҡан төшөп йоҡлап ятҡан балаға күрһәтеп. – Ни үҙе йоҡламай, ни беҙгә… Аптырағас, йоҡо дарыуы эсерергә тура килде.
– Һеҙ нимә, апай! Балаларға ул дарыу… – Асия ни тип әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.
– Ярамағанын беләм. – Хужабикә буш ҡәнәфигә ултырҙы. – Аптырағандың көнөнән инде.
Табип баланы уятмаҫҡа тырышып, температураһын үлсәне, тын алышына ҡолаҡ һалды ла хужабикәгә ҡараны. Әллә уятабыҙмы, тигәнде аңлата ине был ҡараш.
– Юҡ, юҡ! Йоҡлаһын! Иртәгә йәки бөгөн үк поликлиникаға үҙем йә атаһы алып барыр. – Хужабикә урынынан ҡалҡынды ла күптән тел осонда бөтөрөлгән һорауын бирҙе: – Һеҙҙең исем-фамилияғыҙ нисек? – Һорауҙың һуңғы өлөшө баҫым менән әйтелеп, уны биреүсе ниндәйҙер мәғәнә һалынған ҡарашын Асияға йүнәлтте.
Асия әйтте. Ул да ниҙер һиҙенде. Бер кәрәге булмаһа ла, костюмының яғаһын һыйпап ҡуйған булды.
– Атайың Ғәлижан исемлеме әллә? – «Һин»гә күскән хужабикә был юлы табипҡа ҡараманы, юрамал ҡыланған кеүек, ҡарашын ситкә алды. – Үҙегеҙ ҙә уға оҡшап тораһығыҙ.
– Һеҙ уны беләһегеҙме ни? – Асия аңланы. Тимәк, был ҡатын менән атаһы араһында ҡасандыр ниҙер булған.
– Мин уны бик яҡшы беләм. – Ҡатын башын юғары күтәреп эйәген ҡаҡты. – Һин уға Зөбәржәттән сәләм тапшыр, йәме!
Асия ни ҙә булһа әйтергә өлгөрмәне, кемдер шатыр-шотор килтереп тышҡы ишекте асырға кереште, һәм тупһала уҫлаптай кәүҙәле ир күренде. Әҙәпле генә һаулыҡ һорашып, өҫтөн һалғандан һуң, алмаш-тилмәш ҡатындарға ҡарап:
– Ләйсән нисек? – тип белеште.
– Йоҡлай. – Хужабикә ҡапыл боролоп, аш-һыу бүлмәһенә үтте.
– Һеҙ педиатрмы? – Ир ҡыҙы янына килеп, уның йөҙөнә төбәлде. – Уятманығыҙ инде?
– Инәйегеҙ уятмаҫҡа ҡушты. – Табип дөрөҫөн әйтергә булды. – Дарыу эсергәнһегеҙ икән.
– Эйе, ҡәйнәм үҙе бирҙе.– Ир ҙур көҙгө алдына баҫып, сәсен тарарға тотондо. – Минең ҡатнашым юҡ.
– Балаға ни булды? – Табип килеүенең маҡсатына күсте.
– Тәүҙә танышайыҡ! – Ир ҡәнәфигә сүкте. – Һеҙ ҙә ултырығыҙ!
– Рәхмәт. – Асия күрһәткән урынға ултырҙы. Ирҙең ошо фатир хужаһы икәнлеген ул аңлап алғайны инде. – Мин Асия Ғәлийән ҡыҙы Килмөхәмәтова, участка педиатры булам.
– Шулаймы ни? – Ир киң итеп йылмайҙы. – Ғәлийән абзыйҙың ҡыҙы. Оҡшап торағыҙ шул.
Хужабикәнең дә, кейәүенең дә атаһы менән ҡыҙыҡһыныуы Асияның күңеленә ятманы. Уның бында бер ҡыҫылышы ла юҡ та баһа!
– Һеҙ үҙегеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе әйтмәнегеҙ! – тине ул ҡоро ғына. – Яңылышмаһам, ауырыу – һеҙҙең ҡыҙығыҙ?
– Ғәфү итегеҙ! – Ирҙең йөҙөнә уңайһыҙ йылмайыу ятты. – Мин Рәүеф Йәноҙаҡов булам. Атайығыҙ менән ҡасандыр бергә эшләгәйнек. Яҡшы кеше. Сәләм еткерегеҙ үҙенә!
Рәүеф урынынан торҙо ла бүлмә буйлап йөрөргә кереште, ниҙер әйтеү өсөн фекер тупланы, ахыры.
– Ә Ләйсән ҡыҙымдың ауырыуына килгәндә, ҡапыл ғына әсәһе үлеп китте, – тип дауам итте ул. Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә уның тауышы ҡалтыранды. Хатта күҙҙәренән йәштәр ҙә сыҡты шикелле. Шуларҙы күрһәтмәҫ өсөндөр инде, ул ҡарашын ситкә алды. – Ҡыҙым уны… әсәһен…– Күңеле һуңғы сикке дәрәжәгә етеп нескәреүен күтәрә алмаған ир туҡтап ҡалды.
Әсәһе ни арҡала үлде һуң, тигән һорауын бирергә ҡыйманы Асия. Хәйер, был мөһимме икән. Ул урынынан торҙо. Ауырыуға ҡараш ташланы, бала бер ни белмәй йоҡлай. Күрәһең, дарыуҙың көслөһөн биргәндәр.
– Мин китәйем инде, – тине ул ишеккә табан атлай биреп. – Баланы поликлиникаға алып килерһегеҙ, яраймы?
– Әлбиттә, – Рәүеф тынысланырға өлгөргәйне. – Әлбиттә, – тип ҡабатланы ул, ғәйепле кешеләй йылмайып.
– Хушығыҙ! – Асия ишекте үҙе асып, подъезға сыҡты. Тышҡы ишек алдындағы ҙур эскәмйәгә ултырып, тағы ла ауырыуҙар яҙылған исемлеккә күҙ һалды. Яҡын-тирәлә йәшәгәндәр салынманы. Тимәк, байтаҡ атларға тура килер. Юл ыңғайы ул әле генә сығып киткән фатирҙа атаһы менән ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫенә төшөрҙө. Рәүефтең уны белеүе ғәжәп түгел, бергә эшләгәндәр. Ә бына ҡәйнәһе, үҙен Зөбәржәт тип таныштырғаны, уның атаһын ҡайҙан белә? Бергә эшләмәгәндәр, быныһы көн кеүек асыҡ. Тимәк, ҡасандыр… Юҡ, юҡ, бер ниндәй нигеҙһеҙ атаһы өҫтөнә тап төшөрөргә ярамай! Асия был уйҙы башынан ҡыуҙы. Тәк, төшкә ашарға ҡайтҡас, сәләм тапшырырға кәрәк. Теләге булһа, атай үҙе һөйләр.

(Дауамы бар.)

Автор:Мәхмүт ХУЖИН
Читайте нас: