Все новости
Литература
15 Сентября 2021, 13:25

БЫЙЫЛҒЫ ЯҘ ЙОҠОЛАРҘАН ЯҘҘЫМ

Хикәйә

БЫЙЫЛҒЫ ЯҘ ЙОҠОЛАРҘАН ЯҘҘЫМ
БЫЙЫЛҒЫ ЯҘ ЙОҠОЛАРҘАН ЯҘҘЫМ

Ул суҡышын юғарыға һонған, ә тамаҡ аҫты нәфис кенә һерелдәй. Сабый йоҙроғондай ғына кәүҙәһенән ағылған моң яҙға кинәнгән донъяны тылсымға сорнай. Үҙ йырына үҙе лә әсир, ахыры, илаһи йән. Хатта минең ҡул һуҙымы ергә килеп баҫҡанымды ла тойманы. Бәлки, күрәлер ҙә минең өсөн генә йырлай торғандыр? Үҙемдең уға ят түгеллегемде күңелем һиҙә. Ә шулай ҙа беҙ өсәүбеҙ бында. Ана, һары талдың йәшкелт-көмөш япрағына сумып был тарафҡа төбәлгән ике күҙ. Уларҙың эйәһе, хас минең кеүек, үҙенә иҫәп бирмәҫтән илаһи моңға арбалып, шау-сәскә алмағас ботағына ҡунған тылсымлы ауаздар инешенә яҡыная. Бына хәҙер инде уны айырым-асыҡ күрәм. Йомро тубырсыҡтай ғына ҡошсоҡ — инә һандуғас. Бына ул тәүәккәлләне, талпынды ла осто. Тертләнек: мин дә, һайраған һандуғас та... Сөнки башланырға торған мөғжизәлә уның ҡатнашыуы мотлаҡ. Инә ҡош та һауаға томоролған килеш керпек ҡағыр мәлгә хәрәкәтһеҙ ҡалды: үҙе атлыҡҡан моңдоң өҙөлөүенә шаңҡыны... Моң өҙөлдө... Инә һандуғастың ошо юғалтыуҙан йөрәге шартлап ташҡа әйләнер кеүек тойолдо миңә. Ни ҡылырға? Аяуһыҙ яҙмыш, исмаһам, хәҙер яһиллашмаһын өсөн ни эшләргә тейешмен? Шул уйымдан һандуғастың мине юҡҡа тышҡа әйҙәмәгәнен, был яҙ, был йыр, был таң һәм ошо ике йән оптоларға минең шаһитлығым бөйөк бер әһәмиәткә эйәлеген ап-асыҡ аңлайым.

Мин тағы мәктәптән турһайып ҡайттым.

— Әллә ниндәй исем ҡушҡанһығыҙ ҙа... Малайҙар мине үсекләй...

Ирен киткән бәлшәйеп, ә тоғро ҡоралым — күҙ йәше — кәрәк булһа, бына-бына тубырлап ҡойолорға әҙер. Тик мин кинйәбикәһе алдында ҡояш аҫтында май кеүек ирергә торған атай бөгөн ни ғиллә менәндер бирешмәне, кеше араһындағы «Ҡырыҫ Сәлимйән» ҡушаматын аҡлап, ҡырт киҫте:

— Ярар, ҡуштыр, ана, Наташа тип. Силсәүиткә бар ҙа.

Шунан, алдындағы сәйен дә эсеп бөтөрмәйенсә, сынаяғын ситкә этте лә тышҡа уҡ сығып китте. Ә сабыр әсәйем ләм-мим өндәшмәй, йәһәтләп ҡашығаяҡ йыуырға кереште. Мин иһә көтмәгәндә алған рөхсәтте нимә эшләтергә белмәй шымғанмын. Дөрөҫөн әйткәндә, был ғауғам тәүгә түгел. Шаян малайҙар әләкләй, мин яр һалам. Атам өгөтләй: иң яратҡан ҡыҙыма һайлап ҡына ҡушҡан изге исем... Ә мин уның һайын мыжыйым. Ә бөгөн ана ҡайһылай булып китте. Ни арала әсәйем түр яҡтан өҫ-башын алмаштырып та сыҡҡан.

— Әйҙә, — ти ул. — Матур итеп кейен.

Аптырап ҡалам. Шулай уҡ тиҙ?! Әсәй башымдағы таҫманы яңынан ҡупшылап бәйләй. Ҡиәфәтендәге тантананы күреп, шигем ҡалмай: силсәүиткә йыйынабыҙ, шунда. Әммә етәкләп ҡапҡанан алып сыға ла бөтөнләй ҡаршы яҡҡа борола. Һораулы күтәрелеп ҡарайым.

— Ҡәрсәңә барайыҡ башта, — ти әсәй. Ғәжәп, ул мине гел бер һүҙ әйтмәһәм дә аңлай. Туҡтап ҡалдым, сөнки ҡәрсәмдән — атайҙың әсәһен беҙ шулай тибеҙ — буйтым шыртлайым. Сәбәбе: ул мине күргән һайын:

— Уй, ошо баланы иркәләтеп боҙоп бөттөгөҙ бит, — тип һамаҡлай. — Үтә иркә иҫәр кеүек булып китә бит ул.

Шуның өсөн әле, өйгә эш күп тигән һылтау менән ҡарышырғамы әллә, тип тә уйлаштырам. Тик ҡәрсәм өйөндә бер арбағыс — Сабира еңгәм бар. Мине күргән һайын ул, йылға өҫтөндә ҡанат киреп кинәнгән ҡаҙ ише, ҡолас йәйә. Шул тиклем шатлана. Шундай саҡта уның һөйөнөсөн Мәндүҙә әхирәтемдең ике йәшлек мырҙаһының ҡыуана белеүенә оҡшатам. Ә ҙур ғаиләнең оя төбө булараҡ наҙға сорналып үҫһәм дә — яҡшынан кем туйған — еңгәмдең яратыуы шундай рәхәт.

— Бикәс, — тип ҡулдарын һоноу менән ҡосағына тотош һеңеп китәм.

Әсәм оҙаҡлап икеләнергә ирек бирмәй, үҙ артынан әйҙәй. Уның серле ҡымтылған ирененән ниндәйҙер етди ҡарарға килгәненә төшөнәм. Тик әле төпсөнөүҙән фәтүә сыҡмаҫын да самалайым. Белеп бөткәнмен: ҡоростай атайҙы ҡамыр иткән минең мамыҡтай йомшаҡ әсәмде бөгөргә ҡулымдан килгәне юҡ. Ҡәрсәмдәргә кәртә аҫтынан барһаң, күпкә яҡын, әммә әсәм оло урамды һайлай. Быныһы ла мине хәүефкә һала: ҙур йомошоң булмаһа, көпә-көндөҙ урам буйлап һәлмәк баҫып йөрөү көҙгө эш мәлендә, ай-һай...

Ҡәрсәм өйҙә яңғыҙ ғына.

— Беҙҙең килен ферма быҙауҙары тип өҙөлгән саҡлы ҡайһы бисә балаларын ҡәҙерләмәй, — тип хуплау ҡатыш бурылдап алды ул, башҡалар хаҡында һорашҡас. — Ә Сәлимәкәй быйыл ятаҡта ятып уҡый. Нишләп һаман астырмайҙар үҙебеҙҙең ауылда ҙур мәктәп, бала-саға ыҙалатып...

Әсәйем уға ҡушыла:

— Беҙҙең Мөслим һаман көн һайын ҡайта ла килә, шул да булдымы инде уҡыу.

Ауылыбыҙҙа ишектән инеү менән йомошоң хаҡында ҡысҡырыуҙы килештермәйҙәр. Әсәм ҡәрсәмә төйнәгән йыуаса-фәләнен тоттороп, уныһы оҙаҡлап доға ҡылды. Шунан ғына сират етте килеүебеҙҙең төп маҡсатына.

— Бейем, — тип һүҙ башланы әсәйем тантаналы тауыш менән. — Ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы инде. Уны аҙаш абзыһы менән таныштырырға мөҙҙәт еткәндер, тип килеүебеҙ. Уҡыуы ла яҡшы, тәртибенә лә зарланыусы юҡ, — тип өҫтәне, ҡәрсәм риза булмай ҡуймаһын тигәндәй. Тиҫбе тартып ултырған ҡәрсәмдең ҡулы һерелдәп китте әллә ҡалай. Шул саҡ ҡапыл уның инде бик ҡарт, һауһыҙ икәнен тәү тапҡыр абайланым.

Ул боронғоса бөрмәсләп тегелгән күлдәгенең иҙеүен ысҡындырып, атлас таҫма баҫылған күкрәксәһенең кескәй кеҫәһенән йәтеш кенә асҡыс килтереп сығарҙы. Был асҡыстың мөйөштә ултырған зәңгәрле-аҡлы сатрашлап биҙәлгән ҙур һандыҡтан икәнен беләм. Ғәжәбемдең һуңғы сигенә етеп ҡәрсәмде күҙәтәм. Абзыйы, тине ләһә әсәм. Һандыҡта абзый була тиме ни? Ҡәрсәм иһә, һандыҡ өҫтөндәге мамыҡ мендәрҙәрен урындыҡ өҫтөнә күсерә-күсерә, ниндәйҙер бер үткенсе фото төшөрөүсене әрләй.

— Ҙурайта алам, тигән булып таҫма телләнеп алып китте лә юғалтты иң матур, йылмайып төшкәнен. Сабира килен күпме йөрөнө йыландай телен сығарып: тапманым, тине лә ҡуйҙы, битһеҙ. Ултырып та иланым бәпкәмде йәлләп.

Бына һандыҡтың ҡапҡасы ла асылды. Ҡыҙыҡһынып ынтылмаҡсы инем — эсендә нимә бар икән тип — әсәм ипләп кенә тыйҙы: «Һинең кеүек аҡыллы ҡыҙҙарға килешкән эш түгел». Иң элек унан боронғо ҡалын китап сыҡты. Уның Ҡөрьән тип аталғанын да беләм. Унан — аҡ төйөнсөк. Төйөнсөктән — бик күп өскөл ҡағыҙҙар. Уларҙың һуғыштан һалдаттар ебәргән хат икәне лә мәғлүм миңә.

Әсәмдең һандығында ла һаҡлана ундай өсмөйөштәр. Атайым яуҙа йөрөгән саҡта яҙған. Берәүһен уҡып та ҡарағаным бар. «Ҡәҙерле балаларым, улдарым Хисмәтулла менән Нурислам, ҡыҙҙарым Гөлниса менән Гөлйөҙөм», — тип һанап кителгән. Мөслим ағайым менән миңә генә юҡ сәләм, сөнки беҙ — һуғыштан һуң тыуған балалар.

Бында ла түгел икән ҡәрсәйем эҙләгән хазина. Ул хаттарҙы бармаҡтары менән аралап иркәләне лә кире һалды. Шунан бер тимер ҡумта сығарҙы, унан ситтәре оҫталап ҡайылған батист ҡулъяулыҡты яҙҙы һәм, бармаҡтарын ҡалтырата-ҡалтырата, һарғайып барған бер фоторәсем алды.

— Бынауғынаһы ҡалды ҡолонсағымдың, — ти ҡәрсәм. Күҙ төбөнән бөртөк кенә күҙ йәше битен өтөп төшә. Ҡәрсәм йотлоғоп һүрәткә текләй, унан миңә бер һирпелеп ала — аңлап торам башындағы уйҙы: лайыҡмы был бала ошондай ҡомартҡыға ҡағылырға? Тотош ғаиләбеҙҙең һағыныуы, һағышы тупланған ошо кескәй һүрәткә — ҡапыл ғына шуны тоям. Ике усым үҙенән-үҙе асыла, өлкәндәр әппәр итергә өйрәткәндәгесә. Текәлгәнмен дә киткәнмен: рәсемдәге күркәм йөҙҙән күҙҙе айырып алмалы түгел. Шулай ҙа арбағыс булыр икән кеше йөҙө. Ә күҙҙәре!

— Күҙҙәренә ҡара әле, — ти әсәй шым ғына. — Кемдекен хәтерләтә ағайыңдың күҙҙәре?

— Сабира еңгәмдекен, — тип яуап ҡайтарам. — Мин уларҙы күргәс тә оҡшаттым. Уныҡы ла шулай мөлдөр.

— Эһ... — Һулышы һағылғанға ҡайырылып ҡараһам, әллә ҡайһы арала еңгәм инеп эргәмә теҙләнгән. Ә күҙҙәре ысынлап та мөлдөр, тойғолары артып, түгелеп бара. — Үҙеңдең күҙҙәрең тас ағайыңдыҡы, бикәс, — тип шыбырлай еңгәм.

— Әллә йырлаймы был бала? — тип һорай ҡәрсәйем.

— Юҡ, бейем, — ти әсәм, уның күңелен ҡырғанына үкенгәндәй. Унан ҡыуаныслы өҫтәй: — Ә шиғыр сығара!

— Собханалла, собханалла, — ти ҡәрсәм, йөҙө яҡтырып. — Аллаһы Тәғәлә тел асҡысы, зиһен үткерлеге бирһен. — Шунан мине аптыратып (уй, баланы боҙоп ҡына бөтәһегеҙ инде, тип туҡтауһыҙ сурытҡан ҡәрсәй бит) тарамыш бармаҡлы көрәктәй ҡулы менән арҡамдан һыйпай. Әллә танһыҡҡа булғанға, талапсан ҡәрсәйҙең иркәләүе, күҙемә йәшем килеп төйөлә.

Шулай итеп, һигеҙенсе йәшемә киткәндә исемемдең серен ныҡлап аңланым. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа күрмәгән ағайым йөрәгемдә ғүмерлеккә урын алды. Ә исемгә, гүйә, ағайымдың күркәме йоҡто, ул миңә донъяла иң матур булып яңғырай хәҙер: Йомабикә. Йомабай ағайымдың аҙашы.

— Көллөбөҙҙөң бәхете өсөн үҙенең ғүмерен ҡорбан иткән Йомабай ағайың. Атайыңдың иң яратҡан, иң аяулы мырҙаһы, — ти әсәй ике серҙәш кеүек сөкөрләшеп өйөбөҙгә кире ҡайтып барған саҡта.

— Егерме бишкә лә етмәй һәләк булды. Кисерәһе булып та кисереп өлгөрмәгән бәхете, инселәнеп тә үҙенә яҙмаған барса яҡшылыҡ ошо исем аша һиңә ағыла хәҙер, — тине атам, ағайым хаҡында тәфсилләп һорашҡас. — Кеше бәхетен ҡурсалап изге яуҙа ауған батырҙарҙың исеме ырыҫлы була.

Бына ниңә наҙға төрөнөп йәшәп ятам икән был донъяла. Аҙаш абзыйым үҙенең мул өлөшөн минең өлөшөмә ҡуш иткән дә, шуға бәхетем артып ташып тора икән, баҡһаң.

Ун һигеҙемә яңы сыҡҡан сағым. Сабира еңгәм бер көн һорай ҡуйҙы:

— Нишләп һаман кейәүгә сыҡмайһың, бикәс?

— Уҡыйым әле, еңгә, — тимен. — Ниңә?

— Рәхәт бит йәнең яратҡан менән. — Еңгәм мөлдөр күҙҙәрен көлдөрөп яуап бирә. — Көслө беләгенә башыңды һалаһың да тын алышын, йөрәге тибешен тыңлап йоҡоға талаһың, һулҡылдап типкән йөрәге, әйтерһең, йоҡоңдо ҡарауыллай. Таң һыҙылғас, үпкәненә көлөп уянаһың, ҡыҫҡа төн үткәнсе ул һине, һин уны һағынып өлгөргәнһең.

Үбешеп тә танһығы ҡанмай тол ҡалған еңгәмдең саф, керһеҙ һағышынан бәғерем һыҙлай. Ҡыҫҡа төн үткәнсе, тигәне күңелде сыйып үтә.

...Әлдә ул йәй сәсеү иртә бөткән, һабан эше теүәлләнгәс, туйлап киләһе муллыҡҡа нигеҙ һалған уңғандарҙың күңелен уйлау фарыз. Балан сәскәгә күмелһә лә, гөлйемеш һандуғасты телдән ҡалдырып өлгөрмәгән саҡта йәше-ҡарты район һабантуйына йыйына. Фин һуғышының осмотона эләгеп, яраланып, байтаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланып, шул көндәрҙә генә йәнтөйәккә ҡайтып төшә Йомабай — егерме өс йәшлек һалдат. Яңы ун алтыһын тултырған Сабира һылыу ҙа, бейеүселәр бәйгеһендә көс һынашып, ауылына дан юлламаҡ булып килә һабантуйға. Ат сабыштырып, көрәшселәр өсөн һай-һаулап арыған халыҡ йыр-бейеү майҙанына йыйыла.

— Һаҡмар һандуғасы үҙе йырламаҡсы икән, — тигән хәбәр китә тамаша көткән кешеләр араһында. Бәйге лә бәйге, тип дәртләнешкән йыраусыларҙың кикреге буйтым шиңгәнгә ғәжәпләнә Сабира. Маҡтауға һаран, төртмәсел халыҡтың, үтә ныҡ шаштырып, кемделер һандуғас, етмәһә, Һаҡмарҙыҡы, тип үк ебәреүенә йәнә аптырай. 

Татлы менән затлыны иң аҙаҡҡа ҡалдырырға тырышалар, ғәҙәттә, тамаша ваҡытында. Әммә был юлы сәхнәгә иң тәүҙә Һаҡмар һандуғасы сыға. һалдат кейемендә, яурынына йәтеш кенә итеп йәшел елән һалған, һомғол, буйсан. Булмышы, йөҙө менән көлөп, балҡып тора.

— Һағындырған. — Ҡарашы менән киң майҙандағы ғәм халыҡты берҙәй һөйөп сыға Йомабай. — Иҫән-аман илемә ҡайтырға насибы тейһә, күкрәк киреп, ялан яңғыратып «Урал»ды йырлармын, тигән әйтеүем бар ине. — Тауышы бәрхәттәй йомшаҡ, бешкән балдан ҡуйы, сәскә майы кеүек яғылып тора. — Рөхсәтме, туғандар?

Риза булмаған ҡайҙа?! Афарин! Майҙан бер тынаға геүләшеп баҫыла. Көнө бер аҙ елле ине, әммә хатта болондо уратҡан ағастарҙың япраҡ шыбырлатыуы ла тына. Ихтирам һәм зауыҡланырға ниәттән башҡа, хәүеф тә туҡылғайны был тынлыҡта. Һуғыш һүҙе әйтелмәне яу ялҡынында өтөлөп ҡайтҡан һалдат тарафынан, шулай ҙа дәһшәтле күңелдәргә шом һалып үтте. Егет ҡурай тотоп эргәһенә сығып баҫҡан ағалары Сәлимйән менән Ғәлимйәнгә ҡарап ала ла йыр башлай. һай, донъяның хайран мөғжизәһе! Булыр ҙа булыр икән шундай моң! Нисек һыйҙыра уны был артыҡ ҡеүәт тә ҡунып өлгөрмәгән күкрәк? Нисек ярылмай йөрәккенәһе? Йырлай Йомабай. Әҙәм балаһын упҡынға бырғап, асманға сойорғотҡан хистәр өйөрмәһен тотош йырға һала. Талир тәңкәләрен сылтыратып бына-бына «Еҙ үксәне» бейергә йыйынған Сабира ла сәхнә эргәһенә сығып баҫҡан була. Барса халыҡ менән ул да моң аһәңенә йотола. Егеттең тыны оҙон. Ул көйҙөң һәр бөгөлөн бормаланып, туғарланып аҡҡан йылға кеүек буйлай, тауышы иркен, әллә ҡайҙа юғарыға күтәрелеп сыңғырлап тора ла аҫҡа томорола, инде юғала, өҙөлә тип һиҫкәнәһең, ә ул элеккенән дә көслөрәк булып ҡабат урғыла.

Арбалған Сабираның һулышы моңға эйәрә лә, һауа етмәй. Ә ҡыҙ үҙе быны абайламай ҙа. Ваҡытынан алда тын алып ҡуйһа, моң өҙөлөр кеүек, сөнки... Ул был мәлдә йырсы менән бер йән. Бер йән, әммә тәндең дә ҡануны бар икән — тын етмәүҙән күҙ алдары ҡараңғыланып, иҫе юйыла... Тәңкәләре иһә сылтыр-сылтыр.  Күҙен асһа, хыял түгел, ғәмәл икәненә ышаныр әмәл юҡ — әле генә моң ағылған мөлдөр күҙҙәр уға төбәлгән дә, йырсы алдында теҙләнеп тора...

Эй уңайһыҙ булды, ни рәүешле һикереп торғанын да, халыҡ араһына инеп сумғанын да һиҙмәне Сабира. Ҡайҙа инде бынан һуң сәхнәгә менеп баҫыу! Әммә был һабантуйҙа иң ҙур бүләк йырсылар бәйгеһенән баш тартҡан йырсы егет менән бейергә ҡыймаған һылыуға эләгә — улар береһен береһе тап итте, осратты. 

Мәскәй төшлө ҡәрсәм туйҙы йәһәтләткән. Улының моңға хайран булып һуштан яҙған хисле ҡыҙға күҙе генә түгел, күңеле төшкәнен төшөнөү менән:

— Бәхетте киләсәккә кисектерер мәл түгел, никахлашҡас ғишыҡланырһығыҙ, — тип ҡыҙға яусы юллаған.

Бындай туйҙы күргән юҡ ине элек тә, күргән булманы аҙаҡ, тип оҙаҡ иҫләй халыҡ. Унда саҡырылғаны ла, саҡырылмағаны ла эркелеп килгән. Беҙҙең яҡтар ашамһаҡ та, әрһеҙ ҙә түгел, әммә йыр менән бейеүгә тиһәң — үлә лә китә торған холоҡтары бар. Шуға байрам киң ихатаға һыймай урамға сыға. Ә ҡәрсәмдәрҙән йыраҡ булмаған Һаҡмарҙың күпере күркәм сәхнәгә әйләнә. Халыҡ байрамға хозурланып та туймай: көнбайышҡа яңы сумған ҡояш, көнсығыштан былҡ итеп ҡалҡып та сыға — егерме икенсе июндә бит иң ҡыҫҡа төн. һабантуйҙа бейергә яҙмағанды, үҙ туйында бейеп кинәндерә халыҡты Сабира. Кейәүе Йомабай халыҡ «Еҙ үксә» тип тә йөрөткән «Сабира» йырын йырлап ебәрә:

Мин урамдан үткән сакта,

Ҡар йомарлап ник аттың?

Бер атманың, ике аттың —

Йәш йөрәккә ут яҡтың.

Кәләш талир тәңкәләрен сылтырлатып бейеп тә китә.

— Ат уйнатып үткәнеңдә

Теҙгенеңде ник тарттың ?

Атҡынайыңды туҡтатып,

Минец яҡҡа ник баҡтың?

Бер баҡманың, ике баҡтың —

Йөрәгемә ут яҡтың, —

тип йыр һүҙҙәре менән яуаплай, осло күтәрмәләре менән яҙғы ташҡын алып киткәндән һуң яңы төҙөлгән күперҙең таҡталарына туҡылдата баҫып. Таң алланған саҡ була был, тап шул мәлдә ил сигендә ергә инде тәүге бомбалар ҡойола.

Ҡырҡ икенсе йылдың май башында көнө буйы эштә йөрөп арманһыҙ йығылған Сабира еңгәмде таңда һандуғас моңо уята. Үҙәк өҙгөс һағыш та бар, наҙ ҙа... Һандуғас моңон тәүгә ишетеүе түгел ҡолағы зирәк еңгәмдең. Тик был ҡошсоҡтоң йыры әллә ҡайһылай, бүтән. Бөгөлдәре оҙон, тыны иркен. Ошо бәләкәс кенә күкрәккә ни әмәлдәр менән һыйған шул хәтлем моң? Күңелендәге ҡайтауазға буйһоноп, урынынан ҡуба, баҡсаға атлыға ун етеһен саҡ тултырған ҡатын. Ә башындағы уй үҙенеке түгел, хәләленең күңеленән сыҡҡан шиғри юлдар:

Һары талға түгел, алмағасҡа

Ҡунырмын да, шунан танырһың...

Хафанан йөрәге ҡалтырап моң сығанағын эҙләй: ана бүтән ҡоштар яратып ҡуна торған һары тал, ә бына Йомабай ҡасандыр ун һигеҙ йәшенең иҫтәлеге итеп үҙ ҡулдары менән ултыртҡан алмағас...

Ҡартлыҡтың йоҡоһо сос. Мөҙҙәте бына-бына етергә торған ауыр аяҡлы килененән күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тырышҡан ҡәрсәм, уның оҙаҡлауына борсолоп сыҡһа, күрә: сәскәгә тумалған алмағастың ботағында ҡанаты ялҡынға көйрәгән һандуғас һайрай. Йотлоғоп-йотлоғоп китә, ниҙер еткерергә, нимәлер аңлатырға тырыша бисара. Ә Сабира шуға текләгән дә һынһыҙ. Өн сығарырға ла ҡыймай, берҙән, һандуғас моңон өҙөүҙән ҡурҡа, икенсенән, бейеменең өмөтөн ҡурсалай. Тик бер бөтөн булыр өсөн яратылған йәне танымаймы һуң үҙенең ҡап яртыһын?!

«Һуғыш быға тиклем бер ҡасан да булмағанса ҡаты һәм аяуһыҙ, йәнем. Бер-бер хәл булып яныңа ҡайта алмаһам, рәнйей күрмә инде, кисерергә тырыш. Төҫөм итеп балабыҙҙы үҫтер, уға минең йырҙарымды, үҙеңдең бейеүҙәреңде өйрәт. Уны үҙең өсөн бер яратһаң, икенсеһендә минең өсөн һөй, наҙла. Малай тыуһа — Урал, ә ҡыҙ булһа Сәлимә тип ҡуш. Был хатымды бәхилләшеү тиеп аңлап, көн элгәре ҡайғыларға батма. Тик тейешен әйтеп ҡуйһам, һуғышырға йәтешерәк булыр кеүек. Мин һинең ҡаһарман ихтыярыңа ышанам, шуға тураһын яҙам. Беҙҙең урамдарға байрам алып килер Еңеүҙе яҡынайтырға самаһыҙ күп ҡорбан талап ителәсәк».

Был хатын ул Мәскәү эргәһендәге ҡан ҡойошло һуғыш эсенән, «үҙең генә уҡы, әсәйем күҙенән һаҡла», тип Сабираһына ғына төбәгән. Иң аҙаҡтан үҙәк өҙгөс шиғыр:

Яҙ һағышлы йәрһеҙ ҡатандарға — һөйөү уттарында янырһың.

Мин һандуғгас булып яндарыңа ҡайтһам, һары талға түгел, алмағасҡа

Ҡунырмын да, шунан танырһың.

Сабираны тынысландырырға теләгәндәй, хаттар бынан һуң тағы ла йышыраҡ килә. Ҡоралға күнеккән, һыуыҡтан ҡатҡан бармаҡтары менән бер ауыҙ һүҙ генә булһа ла сыймаҡлап һалырға ашыға Йомабай. Бер мәл хаттар туҡтап ҡала. Ғинуар, февраль мең төрлө уй, хафа менән үтә, ә марттың буранлы бер кисендә хат ташыусы «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ ҡалдырып китә.

«Кеше энә түгел эҙһеҙ юғалырға, — ти әсә, киленен йыуатып. — Ҡайтыр, яҙған булһа. — Әйләнә лә шулай ҡабатлай: — Ҡайтыр».

— Кисер инде, бейем, — тине килен, аҡ йүргәккә төрөлгән сабыйын тәүге тапҡыр түшенә терәгәс. — Аста, нишләп? — тип ҡапыл шомлана әле генә ейәнсәре кескәй Сәлимәкәйгә кендек әбейе булған бейем.

— Малай түгел, — ти Сабира, үкенеп.

— Баш балаға барыбер күсмәй моң-мираҫ, — ти ҡәрсәм. — Малайҙарҙың төпсөгөнә ҡала.

Икеһе лә был нәҫелдә инде нисәмә быуындан быуынға күсә килгән мөғжизәнең — һандуғасты көнләштерер йыраусы һәләтенең Йомабайҙа өҙөлөп ҡалырына хафалана. Әммә ҡәрсәм хәүефен күрһәтмәй.

— Булыр, Алла насип итһә, малайҙарыбыҙ ҙа тыуыр. — Ышаныслы итеп әйтә лә һуң. Раҫҡа сығыуы күпме һыналған мәскәй төштәре тынғы бирмәй үҙенә.

«Йомабайым әрме хеҙмәтенә яңы ғына киткәйне. Ябырылып килгән ҡара ташҡын күрҙем. Балам шунан ҡурҡмай, сисенә һалып, сумырға уҡтала. Осмото ғына ҡағылып үтте, тулҡын сигенде. «Сирҡаныс ҡына алып өлгөрҙөм, әсәй», — тине балам. Төшөмдөң үҙендә үк, «ҡолонсағым ҡотолдо», тип ҡыуанып ятам. Икенсе ҡабырғама боролоп ятҡайным, күрәм: ташҡындың икенсеһе, ҡот осмалыһы килә. Сәлимйәнем, Ғәлимйәнем, Йомабайым — уландарым барыһы бергә тулҡындар менән айҡаша. Йәнемде услағанмын да яр буйынан йүгерекләйем. Ярҙам итер әмәлем юҡ. Өй дәүмәле тулҡын ажғырып килде лә өсөһөн дә ялмап алды. Өлкәне менән уртансым ҡалҡып килеп сыҡты шулай ҙа, ә Йомабай башҡаса күренмәне. Төштөң үңәсе нәҙек кенә була ла ҡайһы яҡҡа юраһаң, шул яҡҡа бәлк итеп бөгөлә, шуға гел яҡшыға юрарға кәрәк, ти торғайны борон ағинәйҙәр. Шуға изгеләргә юрап хәйерҙәр өләштем, ҡорбан салдым, ағын һыуға әллә нисә ҡат һөйләп ағыҙҙым. Ысынлап та, ҡолонсағым хеҙмәтен тултырып, Фин һуғышында ҡатнашып ҡайтты. «Сирҡаныс ҡына алып өлгөрҙөм, әсәй, артыҡ зыян юҡ, тыныслан», — тине һуғыш йәрәхәттәре хаҡында һорашҡанымда. Төшөмдәгеләрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабатлағанына йөрәгем өҙөлөп төшөп киткән кеүек булды, һиҙҙермәнем генә. Шуға өйләндерергә ашыҡтым. Сәстәре яҙғанына бәйләнгәс, яҙмышы башҡа юҫыҡҡа үҙгәреп китмәҫме тигән өмөт тоттом. Ишараларҙы үҙгәртергә мөмкин булмағас, ни фәтүә ул әүлиә төштәрҙән? Алдан уҡ йөрәк һыҙлатып торор өсөн генәме икән ни?»

Быны ҡәрсәм байтаҡ йылдар үткәс, инде нуры бөткән күҙҙәрен алыҫҡа төбәп, тиҫтәләрсә йылдар баҫа алмаған ҡайғы-хәсрәт менән һөйләгәйне миңә. Ә ул мәлдә, бер-береһен аяп, килен алдай, бейем алдана. Килене хәсрәт упҡынына ҡолай башлағанда бейем алдай, килен был изге ялғанға ышана. Шулай бер-береһен алдай-алдай, «үлгән» тигән ҡара ҡағыҙы килгәс, теп-тере ҡайтып төшкәндәр тураһында мөғжизәләр уртаҡлашып көн артынан көн үткәрәләр. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, өмөттө өҙөү — үлемесле гонаһ, был хаҡта уларҙың икеһе лә белә. 

— Бейем бер көн килеп өмөткә хыянат итте. — Сабыр еңгәм түшәккә йығылып, мине күрәм тигәс, бар эшемде ташлап ҡайтып төштөм. Янында ултырам. Ә ул һөйләй. — Сәлимәкәйҙе, ун туғыҙы тулғас, башлы-күҙле иттек. Аша ауылға, яҡшы урынға килен булып төштө. Оҙатып ҡайтҡанбыҙ, йәнә бушап ҡалған өйҙә икәү ҡара-ҡаршы ултырғанбыҙ. Шунда ҡәрсәң әйтте:

— Килен, әле һин үтә йәш. Мин утыҙ һигеҙҙә биш бала менән тол ҡалып, ирһеҙлектең әрем әсеһен мул эстем. Ә һинең ишле ғүмерең күпме? һуғыш сыҡҡан таңда ҡушылдығыҙ, августың егерме һигеҙендә Йомабайыбыҙ утҡа инеп китте. Тулыр-тулмаҫ ике ай булды бәхетегеҙ, уныһы ла дәһшәт менән тулы. Бығаса бер маҡсат менән ғүмер иттек. Инде Йомабайҙың йән киҫәге Сәлимәкәйҙең артабан үҙ тормошо. Бүтән мине һаҡлап ултырмаҫһың. Имаметдин яҡшы кеше булғанға димләйем. Бар шуға икенсе ҡатынлыҡҡа. «Ҡаршы әйтәм», тип ауыҙымды ғына астым, ә ул форсат ҡалдырманы — ҡамсы менән һыҙырҙымы ни, һаман бәғерем һыҙлай. Күндәм еңгәмдең нисәмә йылдар үткәндән һуң да рәнйеүе баҫылмағанына аптыраным: тимәк, сәбәп етди.

— Нимә тине ҡәрсәм? — тип һорайым.

— Яҙ еттениһә, төн йоҡоларыңдан яҙып ут күҙ бесәйҙәрҙән һандуғас ояларын ҡурсалауынды күрһәм, йәнем әсей, — тине. — Аңла, килен, һандуғас — ул бары ҡошсоҡ ҡына. Йомабайҙай изге яуҙа шәһит киткәндәрҙең йәне шунда уҡ йәннәткә эләгә, шәт. Изге китап үҙе шулай тигән.

— Бикәс, — еңгәм үрелеп туп-тура күҙемә ҡарай, — һин бит ҙур ғилем эйәһе, илдәр ҙә гиҙәһең. Тәғәйен генә әйт әле. Йәннәт, тиҙәр ҙә һуштары китә. Миңә ҡалһа, ул тас беҙҙең Һаҡмар буйы.

— Хаҡһың, еңгә. — Муйыл сәскә атҡан, гөлйемеш хуш еҫ таратҡан болон мең төрлө гөлгә күмелгән, еләге тумарлап бешкән мәлдәрҙе берәм-берәм күҙ алдынан үткәреп ихлас ризалашам. Уны мин алдай алмайым, сөнки еңгәмә ниңәлер ялған йоҡмай. Бала зирәклегем менән ҡасандыр сабыйлыҡ тип иҫәпләгәндәрем, был донъяла үтә һирәк осрай торған салт сафлыҡ икәнен йәшәй торғас бик асыҡ аңланым. Инде бына сәсе ап-аҡ ҡылған, ә күҙ — күңелдең көҙгөһө — һаман элеккесә: уңмаған, төҫһөҙләнмәгән, керләнмәгән. — Ожмах күктә лә, ер аҫтында ла түгел, ерҙә булған, ерҙә килеш ҡалған. Әҙәм балаһы сабый сағында үҙенең ожмахта икәнен тойоп йәшәй, нәфсе, ялған, хәйлә ауына һөҙөлөп, күңеле боҙолғас ҡына онота, тигән бер фәйләсүф.

— Һин шағир шул, — ти еңгәм. — Күңелең асман аҡылына тоташҡан. Абзыйың да шулай ине. Ҡайҙан беләһең һин барыһын да, тиһәң, шиғыр үҙе әйтте, тиер ине.

Еңгәм уйға бата, күрәһең, үткәндәренә ҡайта. Беләм, абзыйыма ирекһеҙҙән ҡылған «хыянаты» уға ғүмер буйы тынғы бирмәй. Ул саҡта шаҡтай ҙур инем, шуға яҡшы хәбәрҙармын еңгәмде хафаға һалған ул хәлдәргә.

Утарҙа йәшәгән Имаметдин ағай баҫалҡы, эшсән, әҙәм йәнле тип ихтирам ҡаҙанған кеше ине. Ҡатыны аяҡтан яҙып, оҙаҡ йылдар буйы түшәктә ятты. Шул саҡыра ла инәлә Сабира еңгәмә:

— Көндәш түгел, әхирәт булырбыҙ. Беҙҙең халыҡта борон-борондан ике бисә алыу яҙыҡ һаналмаған. Тормошобоҙҙо йәмләй күр.

Килененең зая ғүмеренә һуғыштан башҡа үҙен дә ғәйепле һанағандыр, бәлки, ҡәрсәм дә икенсе яҡтан ҡыҫтай. Ҡыҫымға бирешеп ризалашҡан еңгәм иһә йылға яҡын ике арала йөрөп, ике донъяны бергә көтә лә ҡабат бейеменә ҡайта:

— Улар бер-береһе өсөн генә яратылған. Эргәләрендә үҙемдең етемлегемде бер ҡасан да булмағанса тойҙом. Мин дә үҙ хәләлемде тапҡанмын. Яҙмышымды үҙгәртергә теләмәйем бүтән.

Әммә әжәлдәренә тиклем уларҙы ташламаны, ғүмер баҡый ҡараны, керҙәрен йыуҙы, ауырыуҙы тәрбиәләне. Әле килеп шуларҙы гонаһҡа һанай.

— Фанилыҡта оҙаҡ торлауымдың сәбәбе ошолор, бикәс. Йомабай абзыйың менән ҡауышыуыбыҙ шуға һуҙыла, ахыры. Юҡһа инде уның йәшен өс тапҡыр йәшәнем.

— Еңгәм, был һүҙҙәреңдең төптө яңылыш икәнен үҙең дә беләһең, — тип ҡырҡа ҡаршы төшәм. Сөнки был ғәҙелһеҙлекте хатта еңгәмдең үҙ ауыҙынан да ишеткем килмәй. — Донъяла ҡылған яҡшылыҡтарың тотҡарлай Һине. Бик күп кешеләргә изгелек ҡылғанһың. Хәҙер улар шуның, исмаһам, бер аҙын үҙеңә кире ҡайтарырға тейеш. Уларға бит миһырбан кәрәк, тотош бурыс эсендә торғоҙоп ҡалдырмай бит инде уларҙы ла Хоҙай. Унан, беләм, һине йәнә бер өмөтөң тота.

Еңгәм керпек ҡағышы менән генә ризалығын белдерә. Икебеҙ ҙә мөғжизәләрҙең ғәҙәттән тыш нескә нәмә икәнен аңлайбыҙ, уны һүҙ итеп әүәләү ҡайҙа. Шунан һаман мөлдөр килеш ҡалған күҙҙәрен көлдөрөп икебеҙ генә аңларлыҡ өҫтәй:

— Сабыр иткәс итәм әле, бикәс.

...Бер ниндәй өмөткә урын булмаһа ла, шиккә бирешмәй һаман көткән өсөн һуңғы мөғжизәһе лә Сабира еңгәмде алдаманы. Алдай алманы, сөнки еңгәм алдында ялған көсһөҙ ине — Йомабай менән Сабираның төпсөк бүләсәре нәҫелдән киткән моң-мираҫ менән тыуҙы.

Еңгәм беҙҙән мәңгелеккә киткән яҙҙа ниндәйҙер ғәм йоҡомдан яҙҙырҙы. Ҡар аҫтында үлән шытыуын ишеттем. Умырзаяның күк тажын, биләүҙәге баланың йүргәген асҡан кеүек, көрттән үҙем әрсәләп сығарҙым. Йәнем һаман тынғылыҡ тапманы. Ләйсән үтте, ыуыҙ ғына булып донъя йәшелләнде, һағышым баҫылманы. Бына моң ишеттем. Һандуғастың сут-сут һайрауында уй бар, нур бар, ә әрнеү юҡ ине. Саҡырыу бар ине тантаналы ауаздарҙа. Атылып тышҡа сыҡтым... Әле бына ҡатҡан да ҡалғанмын: һандуғас — алмағасында, инә ҡош —таңғы һауала... Бөтөнөбөҙ бергә бәйләнгәнбеҙ. — һайра! Минме, таңмы, әллә Зөһрә йондоҙ — бышылданы иң кәрәкле һүҙҙе. Әллә йылғамы, сәскә, һанһыҙ япраҡмы шыбырлап ҡысҡырҙы: — Данла мөхәббәтте! Моң ялғанды. Бары шул саҡ ҡына абайланым: тотош ғаләм бер һөйөүҙең мөғжизәһе — һандуғас туйына йыйылғанбыҙ.







 

Автор:Гөлсирә Ғиззәтуллина
Читайте нас: