Все новости
Литература
8 Сентября 2021, 14:40

ӘСӘЙЕМ ЙЫРЛАЙ

Зөһрә Ҡотлогилдина

ӘСӘЙЕМ ЙЫРЛАЙ
ӘСӘЙЕМ ЙЫРЛАЙ

Магнитофон таҫмалары
Әйләнә илай-илай.
Үткәндәрҙән, киткәндәрҙән
Унда әсәйем йырлай.

Көйләй-көйләй ҙә, тын ҡалып,
Һөйләп ала илай-көлә.
Әйтерһең, ул шулай беҙҙең
Хәтерҙәргә йәдкәр элә.

Тәсбих тартҡан һымаҡ, әсәй,
Һүҙҙәреңде берәм-берәм,
Ҡабат-ҡабат иҫләп сығып,
Күңелемә йыям, тирәм.

Моңдарыңды һеңдерәмен
Ҡорғаҡһыған йөрәгемә.
Һиҙгәнһеңдер көндәреңдең
Һалынғанын йәрәбәгә.

Юҡһа үҙәк өҙгөс итеп,
Һөйләп-көйләп ҡалмаҫ инең,
Мәңге онотолмаҫлыҡ итеп,
Хәтерҙәргә һалмаҫ инең.

…Магнитофон таҫмалары
Әйләнә илай-илай.
Киләсәккә, көткәндәргә
Унда әсәйем йырлай.

Автор:
Читайте нас: