Все новости
Литература
6 Сентября 2021, 10:59

ҒӘФҮ ИТ

Хикәйә

ҒӘФҮ ИТ
ҒӘФҮ ИТ

Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ,
Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр...
(Р. Сурағолов шиғырынан).

Ҡуртымға алынған ашханаға туй мәжлесенә йыйылған ҡунаҡтарҙы төрлө тәм-томдан һығылып торған оҙон өҫтәл артына ҡапма-ҡаршы ултырттылар. Егет яғынан килгән ҡоҙалар, ғәҙәттәгесә, ашхана залының стенаһы яғынан теҙелеште. Ҡыҙ туғандары, бөгөн ҡунаҡ һыйлаусылар булараҡ, зал яҡлап теҙелгән ултырғыстарҙан урын алды. Башҡа ауылдан ғына ла түгел, ә бөтөнләйгә икенсе райондан килгән ҡоҙалар менән танышыу сараһы алда тора. Хөрмәт итәсәк ҡыҙ яғы − бөгөнгө табын хужалары.
Туйҙы алып барасаҡ тамада йола буйынса иң тәүҙә ҡыҙҙың атаһына − төп ҡоҙаға һүҙ бирҙе. Төп ҡоҙа барыһының да иғтибарын үҙенә нығыраҡ йәлеп итергә әллә ни теләмәй, әкрен генә тауыш менән йәштәргә ҡотлау һүҙҙәрен һөйләй башланы. Берсә кейәү егеткә, берсә ҡыҙына ҡарап, теләктәрен әйтте.
Килгән ҡунаҡтар араһындағы урта йәштәрҙәге Закир ағай үҙенең ҡаршыһында ултырған бер ҡатынды төҫмөрләгәндәй итте. Ул ғына ла түгел, таныштырғанда ҡоҙаса, йә иһә ҡоҙағый булып сығасаҡ зәңгәр күҙле был ханымдың йөҙө, ысынлап та, бик тә таныш, хатта ифрат яҡын һымаҡсы. Әй, ауыҙыңа май булғыры, кәбе теге «күкәш» Вәлимә булмағайы... Студентка Вәлимә бөтөнләй башҡа райондан ине лә. Улай тиһәң, Башҡортостан ерендә кешеләрҙең бер ерҙән икенсе урынға күсеүе ғәжәпме ни. Ана бит, хатта үҙе лә уға иғтибарын йүнәлтеп, бер аҙ текәлеп ҡарағандай булды...
Йәштәргә үҙенең әйтер һүҙҙәрен әйтеп бөтөрөп, туй мәжлесен асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, төп ҡоҙа ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы үҙ туғандарының һәр береһе менән таныштырырға тотондо, улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә барҙы. Был яҡтың йолаһы буйынса, кемдең кем булып эшләгәненә, ниндәй ҡаҙаныштары бар икәненә тиклем хәбәр итә бит әле. Таныш­ҡандарҙың һәр береһе үҙ нәүбәтендә аяҡ үрә баҫып, йәштәр­ҙе ҡотлап, уларға өгөт-нәсихәт һөйләне, алып килгән туй бүләктәрен тапшырҙы.
... − Ә был пар − бер туған ағайым Сәлих, уның янында хәләл ефете − Вәлимә еңгәм. Сәлих ағай − район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ә еңгәм − мәктәп директоры, атҡаҙанған уҡытыусы. Йәштәрҙе ҡотлау һүҙе уларға бирелә.
− Мин әллә ни оҙаҡ һөйләргә ғәҙәтләнмәгәнмен, хөрмәтле ҡоҙалар. Йәштәргә бер генә теләгем − матур йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ. Бына ҡоҙағыйығыҙ − уҡытыусы кеше, телгә лә оҫта. Ҡалған ҡотлау һүҙҙәрен ул әйтер, − тине лә Сәлих ҡоҙа урынына ҡабат ултырҙы.
Вәлимә?.. «Күкәш» Вәлимә?.. Утыҙ йылдан ашыу күрмәгән, етмәһә, ҡасандыр бик яҡын булған кешеңде шулай көтмәгәндә кинәт кенә алдыңа сығарып ҡуйһындар әле!.. Ҡаушамаҫ ереңдән ҡаушарһың да, тулҡынланмаҫ ерҙән тулҡынланырһың. Бер нисә секунд эсендә ҡан тамырҙарында саманан тыш артып өлгөргән адреналин йышайтҡан йөрәгенең тибешен башҡалар ҙа ишетәлер кеүек тойолдо алтмышҡа аяҡ баҫҡан Закирға. «Әһә, ҡартлас, эләктеңме, хәҙер бер килке һалҡын тиреңде һыпыртасаҡмын үҙеңдең», – тип үткәне уны үсекләгәндәй тойолдо.
− ... Бер-берегеҙгә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтергә тырышмағыҙ, ҡәҙерле йәштәр, – тип дауам итте үҙенең телмәрен әле лә йәш сағындағы һылыу сырайын әллә ни ташламаған, элекке һымаҡ һомғол буйлы, әммә бер аҙ ғына тулылана биргән Вәлимә ҡоҙағый, үҙенән алдағы ҡотлаусыларҙың һүҙен бер аҙ ҡеүәтләп алғас. – Сөнки күңелде ҡыйырҙай, уйламай әйтелгән бер һүҙ бәғзе ваҡыт ғүмер буйына етерлек йән ағыуы була, хатта бер-береңде мәңгегә юғалтыуға дусар итеүе мөмкин...
Ошо һүҙҙәрҙе әйткән мәлдә зәңгәр күҙҙәрҙән сыҡҡан бер нисә осҡон туп-тура Закирға табан атылып, унһыҙ ҙа урынынан тайпы­лыр­ға торған йөрәген өтөп алғандай булды. Һәләтле педагогтың ауыҙынан сыҡҡан, бик оҫта итеп әйтелгән был һүҙҙәр хәҙер инде йәштәргә лә түгел, ә үҙенә ҡарап төбәлгән үпкә һүҙҙәре итеп ҡабул ителде. Иң үкенеслеһе: былар − ғәҙел һүҙҙәр...

Педагогия институтының дөйөм ятағында Яңы йыл байрамы кисәһендә танышҡайны улар.
− Разрешите, − тине Закир, уртаһында матур итеп биҙәлгән шыршы ҡуйылған тамашалар залы стенаһы буйында теҙелешеп торған байрамса кейенгән ҡыҙҙар араһынан зәңгәр күҙле, һарғылт бөҙрә сәсле зифа буйлы сибәр­кәй­ҙе һайлап. Буй-һынына ифрат та килешеп торған алһыу ебәк күлдәкле мөләйем йөҙлө ҡыҙ ҙа һис ҡаршылашып тормайынса, уның менән бейергә төшөп тә китте.
Аяҡтарына бейек үксәле яңы модалағы туфли кейгәнгәме, буйға үҙе менән типә-тиң булған, һыуһылыуҙай һылыу йөҙлө был ҡыҙ, Закирҙың алдына яҡын уҡ килеп баҫҡас, унан хатта бер аҙға бейегерәк тә һымаҡ булып тойолдо. «Бындайын да стройная красавицаға буй етмәҫ, ахырыһы», − тип бер аҙ русса ҡатыш уйланы егет зал буйлап әйләнә башлағас та. Етмәһә, ошоғаса мәрйә ҡыҙҙары менән бер ҡасан да аралашҡаны юҡ ине. Әммә һыр бирергә тырышманы:
− Закир, − тине руссалап, мөмкин тиклем һөйләшеү акцентын белдермәҫкә тырышып, − второй курс БГМИ.
− Вәлимә, − тине ҡыҙ тап-таҙа башҡортсалап, егеттең ғәжәпләнеү билдәләре сыҡҡан күҙҙәренә ҡарап йылмайҙы.
− Бәй, мин һеҙҙе мәрйә ҡыҙы икән тип торам да баһа, − Закир дәртләнеп китте. − Ғәфү итегеҙ, бик ныҡ хаталандым.
− Ярар, бер юлға ғәфү итермен, − тип шаяртты Вәлимә. − Тик бынан ары ундай хаталар ебәрмәгеҙ.
– Былай булғас, төҙәлергә тура килә инде. Ундай хаталар ебәрмәҫ өсөн мине көн дә етди контролдә тоторға булдың инде, ә, Вәлимә һылыу? − Егет үҙенең барлыҡ булған һүҙ запасын иҫенә төшөрҙө.
− Ә кем һеҙгә улай тип әйтте әле, етмәһә, «көн дә» тип? Урыҫтар әйтмешләй, әҙәплелектән үлерҙәй кешегә оҡшамағанһығыҙ. Йәки икенсе төрлө әйткәндә...
− Нахал, тип әйтмәксеһең инде, − тип бүлдерҙе уны Закир, йылмайып. − Бер ҡыҙ сәнғәттә уҡыған башҡорт егетенә ни өсөндөр «Нахал!» тип әйткәс, тегеһе: «Не махал, а дирижировал!» − тип яуап биргән икән.
− Улай уҡ тип әйтергә уйламағайным да, ярай, пусть һеҙҙеңсә булһын, − тип көлдө Вәлимә. − Самокритика тигән нәмәнән мәхрүм түгелһегеҙ икән үҙегеҙ... Был – яҡшы сифат.
− Минең, исмаһам, бер сифатыма юғары баһа биргәнең өсөн рәхмәт, − тип, егет һоро күҙҙәрен йылтыратып ҡыҙға төбәне һәм уның билен бер аҙ үҙенә тартты.
Ҡыҙ еңелсә генә этәреп, егетте яңынан урынына ҡуйҙы.
− Ни өсөн таныш булмаған кеше менән «һин»гә һөйләшергә тотондоғоҙ әле?
Һөйләшкән сағында шундай яғымлы йылмайған ҡыҙҙың аяҙ күк йөҙөндәй зәңгәр матур күҙҙәре егеттең һушын алғандан-ала барҙы. Хатта уның үпкә һүҙҙәре лә бигүк үпкәле булып тойолманы.
− Үҙем оҡшатҡан кешеләремә һәр саҡ тик «һин»гә генә өндәшәм, − тине Закир, ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡарап. – Һин дә миңә шулай уҡ өндәшһәң ине...
Шул арала әкрен уйнаған көй туҡтаны. Закир, Вәлимәнең ҡулын ысҡындырмайынса ғына, уның менән бергә етәкләшеп, стена буйына башҡа йәштәр янына килде.
Башҡалар барабанлы сит ил музыкаһына һикерәңләп бейергә төшөп киткән саҡта улар стена буйында тора бирҙе, үҙ-ара кәрәккән-кәрәкмәгән темаларға һөйләшеп, ҡайсаҡ бер-береһе менән мәрәкәләшеп көлөштө. Уларҙың икеһенә лә күңелле ине, бер-береһе менән һөйләшеүҙән ҡәнәғәтлек таптылар. Әкрен көй башланыу менән тағы, тағы бейергә төштөләр, нығыраҡ өйрәнешә лә башланылар. Бер-ике сәғәттән инде улар күптәнге таныштарҙай бер-береһенә яҡын һырынып, бөтә донъяһын онотоп, зал буйлап әкрен генә әйләнә ине. Вәлимә ике ҡулын егеттең иңбашына һалып, уттай янған эҫе битен уның яңағына терәгән, ә Закир ҡыҙҙың нескә биленән һығып тигәндәй ҡосаҡлап алған да, уның ҡолағына һаман ниҙер шыбырлай... Бындайын да тиҙ арала бер-береһенә шулай күнегеп китеүҙәрен ошо көнгәсә бер ни менән дә аңлата алмай Закир. Йәш ваҡыттың тап ана шундай бер алтын мәле булалыр инде.
− Яңы йылды ҡайҙа үткәрергә йыйынаһың, Закир? − тине Вәлимә, үҙе лә һиҙмәҫтән инде «һин»гә күсеп.
− Әлләсе, ул турала уйлағаным да юҡ әле, − тине Закир, ҡулындағы сәғәтенә ҡарап, − әйткәндәй, Яңы йылға ла бер сәғәт кенә ҡалып бара...
Үткән Яңы йылға ла Закир алдан әҙерләнмәгәйне. Бая әйткәндәй, «нахал»лашып, байрамды үҙҙәренең дөйөм ятағындағы студент ҡыҙҙарҙың бүлмәһенә инеп ҡаршыларға ирешкәйне. Дуҫы Илһам менән. Был юлы ла ниндәйҙер осраҡлылыҡҡа өмөт итеп, байрамды ҡайҙа ҡаршылау тураһында уйлап та бирмәгәндәр. Ни өсөндөр тап бөгөн Закирҙың берәй сибәр ҡыҙ менән танышып алыу теләге тыуҙы. Йәй төҙөлөш отрядында эшләп алған аҡсаһына тектергән өр-яңы ҡара костюмын кейеп, аҡ күлдәгенә модалы киң галстук тағып алды ла, күрше дөйөм ятаҡта йәшәгән дуҫы Илһамға килде.
− Иң матур ҡыҙҙар ҡайһы «общаг»та? − тип уйынлы-ысынлы һораны Закир дуҫынан.
− Ҡыҙҙар ни, һәр ерҙә лә матур инде, − тине шулай уҡ байрамса кейенеп алған Илһам. − Тик был мәсьәләгә бик тә ҡәтғи ҡарарға уйлаһаң, иң сибәрҙәр, минеңсә, педтарҙа...
− Улай булғас, Илһам, киттек, педҡа...
Илһам, әлбиттә, ҡушҡуллап риза булды... Ана, ул инде ситтәрәк бер матур ҡыҙ менән танышып ала һалып, уның ҡолағына ниҙер шыбырлай-шыбырлай, үҙенең яратҡан «лапшаһын элә», буғай...
− Ысынлап та, Вәлимә һылыу, байрам өҫтәле тигән нәмә бөтөнләйгә баштан сығып киткән дә баһа... − тине тағы аптыранған кешеләй. − Әммә үҙең бик тә бик өгөтләһәң, һеҙгә ҡунаҡҡа килеүҙән дә баш тартмаҫ инем. Ҡыҙҙарҙың өҫтәле бай була торған... Тик мин яңғыҙ түгелмен. Дуҫым менән. Ана, күрәһеңме, тырышып-тырышып кемдеңдер ҡолағына шыбырлап «Яңы йыл әкиәте»н һөйләй.
− Ничего себе, бына был, исмаһам, настоящая сверхнаглость! − тине Вәлимә лә, егеткә тура ҡарап. Әммә уның көләс зәңгәр күҙҙәре: «Рәхим итеп килегеҙ икегеҙ ҙә!» − тигән һымаҡ ине.
− Ярар, ярар, күндерҙең, һылыу. Киләбеҙ, киләбеҙ. Икебеҙ ҙә. Тик бүлмәләш ҡыҙҙарың әрләмәһә...
− Бүлмәлә беҙ әхирәтем менән икәү генә йәшәйбеҙ, − тине Вәлимә, һағыҙ һымаҡ йәбешкән егеттән башҡаса ҡотола алмаясағын аңлағас. − Тик дуҫың был ҡыҙын эйәртәһе булмаһын...
− Әлбиттә...

Ҡоҙағыйынан күҙҙәрен алмай ултырһа ла, үҙ уйҙары тулҡынында йөҙгән Закир уның йәштәргә артабан нимә һөйләгәнен башҡаса ишетмәне лә тиерлек. Тик берсә мөләйем булып, берсә һағыш ҡатыш үпкәләү һыҙаттары сағыл­ған күк күҙҙәрҙән унда-бында үҙенә ҡарай атылған йәшен уттарынан йәшенеп ҡала алманы. Үкенескә күрә (ә бәлки, бәхетенә күрәлер...), ҡапма-ҡаршы тап килгән бит әле үҙҙәре. Ә бит Закир ҡасандыр шул күҙҙәрҙән «һушһыҙ» ине...
... − Гармунығыҙ бармы һуң? − тип һораны бер мәжлесте лә гармунһыҙ үткәреүҙе күҙ алдына килтерә алмаған Закир.
− А как же, әлбиттә, бар. Лира­ныҡы. Ул гармунда ла, мандолинала ла бик шәп уйнай, − тип, Вәлимә бер юлы бүлмәләш әхирәте менән алдан таныштыра ла башланы. − Әллә һин дә уйнай­һыңмы?
− Уйнаштырам ҡайһы берҙә, − тигән булды Закир. Вәлимә ни өсөндөр «пырх» итеп көлөп ебәрҙе лә ҡапыл тынды. Ул тыныуға ниҙер иҫләгәндәй Закир ҙа көлөп ебәр­ҙе. Әкрен көйгә бәүелә-бәүелә, икәүләшеп һис бер сәбәпһеҙ рәхәтләнеп көлөшөп алдылар.
Ә ҡыҙҙарҙың өҫтәле, студенттарса булыуына ҡарамаҫтан, ысынлап та ҡунаҡ көткәндәй, шаҡтай бай итеп әҙерләнгәйне. Әлбиттә, ҡыҙҙар ҡыҙҙар инде. Егеттәр бүлмәһендәге һымаҡ ҡалын-малын итеп теленгән бер буханка икмәк менән шулай уҡ тәртипһеҙ итеп киҫелгән колбаса түгел. Өҫтәл уртаһындағы күҙҙең яуын алырҙай ваҡ бәлештәр һалын­ған йәтеш батмус һәм сөгөлдөрлө ҡыҙыл салат тәрилкәһе тирәләй йоҡа ғына итеп ҡырҡып май яғылған икмәк телемдәренең өҫтөндә берәр шпрот балығы ятҡан бутербродтар теҙелгән. Улар янында − тоҙло ҡыяр, помидор, ыҡсым ғына туралған колбаса киҫәктәре һалынған ваҡ тәрилкәләр. Шул осорҙағы төрлө дефицит аҙыҡ-түлекте әллә ҡайҙан табып алып бөткәндәр бит әле. Ә тумбочка өҫтөндәге электр плиткаһында, танауҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫле ит парланып бешә. Уныһы, әлбиттә, ауылдан килгән күстәнәс − көҙгө һуғымдан өлөш...
− Закир, һин картуф әрсе, − тип бойорҙо булмәгә ингәс тә үтергәме, үтмәҫкәме тигәндәй ишек төбөндә ҡатып ҡалған егеткә Вәлимә. − Әллә бындай эш менән таныш түгелһеңме? − тип көлдө. Бер ҡарауҙа уҡ егеттәрҙе һуштан яҙҙырырҙай матур күҙҙәре көлгән саҡта айырыуса һөйкөмлө ине...
− Ә?.. Ә-ә-ә, хәҙер, айн момент, − егеткә ҡыҙҙың ябайлығы бик оҡшаны. Ят бүлмәгә тәүгә ингән ерҙә була торған бер аҙ ятһыныу хистәре ҡул менән алып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Закирға ни өсөндөр шундай еңел һәм рәхәт ине. Күптән күрешмәгән яҡын танышына, йә иһә туғанына килеп ингәнме ни. Пинжәген, галстугын сисеп, ултырғыс башына элде лә, аҡ еңдәрен һыҙғанып, эшкә кереште. − Әйҙә, Илһам, ярҙамға, − тип бергә ингән дуҫын саҡырҙы.
Ҡыҙҙар бер аҙ көҙгө ҡаршыһында, унан бешкән итле кәстрүл тирәһендә булашҡандан һуң егеттәрҙе өҫтәл артына саҡырҙы. Лира ҡайҙандыр мендәр аҫтынан шампан шешәһе килтереп сығарҙы. Яңы йылға ике генә минут ҡалғайны. Шешәне Закирға асырға ҡуштылар. Бығаса шампан шешәһен асҡандарын кинофильмдарҙа ғына күргән егет бер аҙ тулҡын­лан­ғанын һиҙҙермәҫкә тырыша-тырыша уны асты. Әллә артыҡ сайҡалыуҙан, әллә йылыла ятҡан­ға күрә шарап янғын һүндереүселәр шлангыһынан атылған шыйыҡсалай һиптерергә тотондо. Ста­кандарҙы алдан йәтешләп ҡуймағанға күрә, ни эшләргә белмәй, Закир баш бармағы менән шешәнең ауыҙын баҫырырға итте. Әммә шампан күбеге байрамса кейенгән Вәлимәне ҡойондорорға тотондо...

− Хөрмәтле ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, − тип дауам итте тамада, − хәҙер ҡыҙ яғынан булған туғандар менән танышыу хөрмәтенә алдарығыҙҙа торған шампан шараптарын шартлатып, берәр бокал күтәрергә тәҡдим ителә.
Ҡунаҡтар барыһы ла дәррәү ҡул сапты, һәм ир-аттар, берәм-һәрәм урындарынан тороп, өҫтәлдәге ҙур шешәләрҙе шапылдатып асҡылай ҙа башланы. Алдарын­дағы әлеге күбекле шарапты асыу бурысы (ауыҙыңа май булғыры) Закирға йөкмәтелде. Шул хакимиәт башлығы урынбаҫарымын тип ултырған ҡоҙа − Вәлимәнең хәләл ефете асһа ла була ине бит инде. Ни бер, ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ҡойғанды көтөп тик ултырасы...
Бер уңмаһа, уңмай икән әҙәм балаһы, был юлы ла шарап йылы булып сыҡты, ахырыһы... Тырыша-тырыша ҡулъяулыҡ менән затлы кейемендәге, битендәге шарап тамсыларын һөрткөләгән ҡоҙағыйын уйынлы-ысынлы итеп йыуа­тыр­ға маташты:
− Әй әттәгенәһе, Вәлимә ҡоҙағый, яңылыш ҡына сығып китте бит, әрләмә инде меҫкен крәҫтиән балаһын...
− ... Ғүмер буйы шул булдың инде һин, ҡоҙа, − тип шаяртып яуаплаған ҡоҙағыйҙың һүҙенә бер кем дә иғтибар итмәне. Закирҙан башҡа...
... − ... Әрләмә инде меҫкен крәҫтиән балаһын, − тип бер аҙ эстән шөрләй-шөрләй генә йыуатып маташҡайны теге саҡта ла Закир Вәлимәне.
− Ғүмер буйы шул булдың инде һин, Закир, − тигән булып көлә-көлә шаяртты Вәлимә лә.
− Ысынлап та, асыуланмайһыңмы, Вәлимә? − тине Закир, шешә төбөндә ҡалған күбекте стакан­дар­ға һарҡытып.
− Бынауындай матур байрамда ниңә асыуланырға ти... Әйҙәгеҙ, дуҫтар, Яңы йыл хөрмәтенә күтәреп ебәрәйек. Дуҫлыҡ өсөн, кешеләр бер ҡасан да бер-береһенә асыуланышмаһындар, хатта бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәһен өсөн...
Байрам ашынан бер аҙ күңелләнеп алған Илһам инде Лираға шаҡтай яҡын ғына ултырып, һыйынып та алған. Тегенеһе лә әллә ни ҡарышмай. Ҡыҙҙар менән танышыуға, улар менән тиҙ арала уртаҡ һүҙ табыуға үтә лә зирәк егет был ҡыҙҙы ла үҙенә ҡаратып алып, уны тәмле-татлы һүҙҙәр менән арбай ине.
Магнитофон таҫмаһынан улар­ҙың яратҡан йырсыһы Фидан Ғафаров башҡарыуында «Һин − ғүмер ағыштарым» тип аталған, бар ғашиҡтар күңелендә йөрөткән йыр әкрен генә ағыла. Йөрәктәргә үтеп инерлек, хатта илатырлыҡ, ҡурай моңо менән сағыштырырлыҡ матур тауышлы был артистың йырына ул ваҡыттағы күп йәштәр ғашиҡ ине.
... Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә
ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған
эҙҙәр...
Закир менән Вәлимә шул көй аҫтында бер-береһенә һылашып тигәндәй әкрен генә әйләнә. Яҡында ултырған Илһам менән Лираны ла күрмәйҙәр тиерлек. Икеһе лә көй тәьҫиренән үҙ уйына бирелеп, хистәренең таралып китеүенән ҡурҡҡандай, хатта бер-береһенә һүҙ әйтергә лә ҡыймай­ҙар...
... Һин − ғүмер ағыштарым,
Һин − минең һағыштарым,
Һин − минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу-табыштарым,
Һин − минең һағыштарым...
− Йә, гармунда берәй нәмә һыҙҙырып ебәр әле, Закир! − Илһамдың тауышына һиҫкәнеп киттеләр.
− Әй, ысынлап та, бая гармун таптырып маҙаға тейә инең дә баһа, нишләп әле өндәшмәйһең? − тип шаян һүҙҙәрен ҡыҫтырып ҡалырға ла өлгөрҙө Вәлимә. Үҙе сағыу, моңло тауышы менән йырлай-йырлай шкаф башында торған йәшел төҫтәге «хромка» гармунын Закирҙың ҡулына алып килеп тотторҙо:
Ултырмағыҙ урындыҡҡа,
Гармунсылар ултырһын.
Бөгөлә-һығыла гармун уйнай,
Ул нисек онотолһон...
Закир ҙа юғалып ҡалманы. Вәлимә йырлаған көйгә гармуны менән ҡушылып, уның шаян күк күҙҙәренә ҡарап йырҙы дауам итте:
Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм:
Гармунсы булһын йәрең.
Гармунсының һәр быуыны
Һайын мөхәббәт уның.
Унан, бер-береһенән күҙҙәрен алмайынса, йырҙың ҡушымтаһын дауам иттеләр, әйтерһең дә, ҡасандыр бергәләп репетиция яһағандар:
Һыуҙа, һыуҙа,
Һыуҙа йөҙалаһыңмы?
Мин һине күрмәй түҙәлмам,
Ә һин түҙәлаһыңмы?..
Был дуэт Илһам менән Лираға ла бик оҡшаны, ахырыһы, ихлас күңел менән ҡул саптылар.
Вәлимәнең күңел күтәренкелеге ошо минутта үҙенең кульминация нөктәһенә еткәйне, ахырыһы, бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡылдата баҫып, таҡмаҡлай-таҡмаҡлай бейергә лә төшөп китте:
Әннә гиҙер генәме,
Гармунсығыҙ өйҙәме?
Өйҙә булһа, килһен әле,
Бейетеп китһен әле.
Закир, гармундың көмөш телдәренә баҫҡылап, уның көйөнә ҡушылырға маташҡан арала шаян ҡыҙ егеттең алдына уҡ килеп, тыпырлата-тыпырлата, ҡулдары менән уға төрлөсә ишаралап, төрттөргөс таҡмағын дауам итте:
Ялындыра, ялындыра,
Ялындыра, килмәй ул.
Килер ине, уйнар ине −
Бейеү көйөн белмәй ул...
Шул арала бейеү көйөн рәткә һалған Закир гармунында сәмләнеп һыҙҙыра башланы. Илһам менән Лира ла дәртләнеп бейергә төшөп китте...
Вайымһыҙ, тинтәк йәш сағының ана шундай иң матур мәлен күҙ алдынан үткәреп, һағынып иҫкә алырға мәжбүр итте шул «күкәш» Вәлимә.
... − Мин һине «Күкәш», йә иһә «Күкәшем» тип атап йөрөтһәм, асыуланмаҫһыңмы? − тип шыбырланы сираттағы тансы ваҡытында Закир Вәлимәнең күҙҙәренә ҡарап, уның алтын сәстәренән иркәләп һыйпаны.
Вәлимә, ғәҙәтенсә, тағы «пырх» итеп көлөп ебәрҙе.
− Нишләп көләһең, әллә берәй нәмәне яңылыш әйттемме? − тип һораны егет. − Беҙҙең яҡта күк күҙле ҡыҙҙарҙы иркәләп, яратып шулай атайҙар.
− Әлләсе, тәүгә ишетәм. Бик ирмәк кенә яңғырай ҙа баһа... − Ҡыҙ тағы ла көлөргә тотондо. Ҡыҙҙар ҡыйыш тиҙәккә лә көләләр, тигәне шулдыр инде.
− Йә ярар, үҙең көлгәс, башҡаса улай тип түгел, ә «йәнем» тип кенә өндәшермен, − Закир үҙен төҙәтергә ашыҡты. Әммә «Күкәш» ни өсөндөр уның күңелендә ғүмерлеккә күкәш көйө ҡалды.
Урындарына ултырып, ҡабаттан ҡулына гармунын алып, тарта башлау ыңғайына күңеленә һаман яҡыныраҡ була барған «Күкәш»енең күк күҙҙәренә ҡарап моңло йырын һуҙҙы:
Ирендәрең − ҡыҙыл сейә,
Күҙҙәрең − зәңгәр төймә.
Ғүмерлеккә һөйҙөм һине,
Ташлап китер был, тимә...
Таңға тиклем барған ошо мәжлестә улар ныҡлап танышып, бер-береһенә бик яҡын булып та китте. Көн дә кис Закир Вәлимәнең дөйөм ятағына килер булды. Уның серле матур зәңгәр күҙҙәренә көн дә ҡарап туймай ине. Һөйгәненә ҡарата булған тойғоларын шул көйө әйтеп еткерә алмаһа, ҡулына гармун алып, барлыҡ хистәрен йыр аша аңлатырға тырыша ине ул. Ҡыҙ яғынан үҙенә ҡарата булған йылы мөнәсәбәтте лә тойҙо.
Бер көн Закир үҙенең бала сағынан уҡ булған хыялын − хәрби кеше булыу теләген һәм киләһе йәйгә хәрби академияға уҡырға күсергә йыйыныуын Вәлимәгә әйтте.
− Минең менән хәрби юл буйлап артабан китергә риза булырһыңмы? − тип һорап та ҡуйҙы. Бығаса улар киләсәкке тормоштары тураһында, етмәһә, бергә тормош ҡороу хаҡында бер ҙә һөйләшкәндәре булманы. Шуға күрә лә үҙенә ҡапылда бирелгән был һорауға ҡырҡа ғына яуап бирергә ҡыҙ, әлбиттә, әҙер түгел ине.
− Әллә, тәртибеңә ҡарарбыҙ, − тип кенә ҡуйҙы, шаян күҙҙәрен көлдөрөп. Уның уҡытыусыларса биргән яуабын ярым ыңғай итеп ҡабул итте Закир.
− Уйла, йәнем, уйла. Әле ваҡыт бар, − тине.
− Ярар, яныйым, уйлармын, − тине Вәлимә.
− Ни өсөн миңә татарсалап, «яныйым» тип өндәшәһең, йәнем? − тип һораны егет.
− Сөнки матур ғына бер татар йыры иҫемә килеп төштө. Унда тап ана шулай тип әйтелә, ә башҡортсаға тәржемә итһәң, ритмы боҙолоп, йырҙың рәте китә.
− Йырлап ишеттерсе, йәнем, ана шул йырыңды, ә мин гармунда ҡушылырмын.
Вәлимә инәлтмәй генә күңелле итеп йырлап та ебәрҙе:
Әй, яныйым, керпегең,
Бирсе миңә бөртөгөн.
Бик йыраҡтарға китәһең −
Төҫөң итеп йөртөрмөн...
− Алыҫтарға түгел, хатта бер аҙымға ла үҙеңдән киткем килмәй әле минең, − тигән булды Закир һәм, гармунын алып, ҡыҙға яуап­лап йырҙы дауам итте:
Улайтҡандан ни файҙа?..
Былайтҡандан ни файҙа?..
Берең унда, берең бында
Йөрөгәндән ни файҙа?..
Ана шулай ғүмер буйы зәңгәр күҙле сибәркәйе менән йырҙар ғына йырлашып йәшәргә хыяллана ине Закир. Ә бәлки, Вәлимәнең дә шундай хыялы булғандыр, кем белә...
Үкенескә күрә, бәхетле мәлдәре оҙаҡҡа барманы. Икеһенең дә ҡышҡы сессияһы бара ине. Закир бер көн, сираттағы имтиханын уңышлы тапшырғандан һуң, дуҫтары менән кафеға инеп, экзаменды «йыуҙы». Шайтан эсемлеген байтаҡ ҡына төшөрөп алғас, шаҡтай «ҡыйшайып» та киттеләр. Гармун тартып, дуҫтары менән киске Өфө урамдары буйлап бер талай йырлашып йөрөгәндән һуң, Закир Вәлимәһе янына инергә булды.
... − Миңә иртә менән экзаменға бараһы, Закир, иртәгә кискә килер­һең, − тине Вәлимә ятаҡ бүлмәһенең ишегенән уны артабан үткәрмәй генә. − Етмәһә, бөгөн иҫереп тә алғанһың.
− Мин «патфиз»дан бөгөн экзамен бирҙем, понимаешь, пат-физ, − тип һуҙҙы Закир. − Ана шул патологическая физиологияны бирә алмау сәбәпле күптәр институттан − «вшть»! Понимаешь.
− Йә ярар, аңланым, бик ҡатмарлы экзамен биргәнһең, афарин, әммә бөгөнгә үҙеңдең ятағыңа ҡайт. Тағы берҙе ҡабатлайым: миңә лә иртә менән экзамен­ға барырға кәрәк. Һеҙҙең патфизығыҙҙан да еңелерәк түгелдер. Бар, ҡайтып йоҡла! Иртәгә кискә айныҡ ҡына кил дә, киноға йәиһә театрға барырбыҙ.
− Һе, театр, тиһең инде, ә?.. Һинең менән театрҙарға йөрөргә мин оялам, белдеңме, «Күкәш»! − Ҡыҙҙың үҙен кире ҡағыуын оҡшатманы иҫерек Закир һәм ни һөйләгәнен үҙе лә белмәй башланы.
− Ни өсөн? − Илар сиккә етте бындай тупаҫлыҡтан ҡыйырһыған ҡыҙ.
− Сөнки һин миңә ҡарағанда бейегерәкһең, етмәһә, теге осло дағалы аяҡ кейеме кейәһең, понимаешь...
− Улай булғас, башҡаса минең янға бер ҡасан да килмәһәң дә була, Закир, хуш!
− Хуш, «Күкәш»! Әллә һиңә килеп теҙләнеп ялыныр тип көтәһеңме. Һе, көтөп тор!
Закирҙың һуңғы һүҙҙәре шартлап ябылған ятаҡ ишегенә ҡыҫылып тороп ҡалды. Шул көндән алып улар, ысынлап та, башҡаса бер ҡасан да күрешмәне. Выжданы ғазаплаған Закир Вәлимәһенә барып, ғәфү үтенергә әллә нисә тапҡыр уҡталып, унан тағы кире уйланы. Әллә ҡыйыу­лығы етмәне, әллә әлеге шайтан алғыры бер нәмәгә лә кәрәкмәгән ғорурлыҡ тигән генә нәмәһе ебәрмәне. Йә Илһам Лира менән дуҫлығын артабан дауам итмәне. Исмаһам, улар аша булһа ла бер-ике һүҙ әйтеп ебәрер ине, бәлки...

Бына шулай йәшлегенең зәңгәр күҙле матуры иҫенә төшкән һайын үҙенең шул саҡтағы йүләрлегенә үкенә ул. Иң үкенеслеһе, Вәлимәһе ғәфү итмәгән хәлдә лә, уның кисереүен һорап, ғәфү үтенә алманы. Уны ҡасандыр бер мәл күрергә лә өмөтө юҡ ине, әлбиттә. Әммә Хоҙай Тәғәлә бөгөн шундай мөмкинлек биреп тора түгелме...
− Был − Закир ҡоҙағыҙ, минең ике туған ағайым, отставкалағы полковник, хәрби хирург, − тип өҫтәне инде егет яҡтарын таныштырырға һүҙ алған икенсе төп ҡоҙа – кейәү егеттең атаһы, сираттағы туғаны менән таныштырып. − Уның янында − хәләл ефете Фатима еңгәм. Йәштәрҙе ҡотлау һүҙе уларға бирелә.
Закир башҡа ҡотлаусылар кеүек урынынан торҙо.
− Ҡәҙерле йәштәр, − тип һүҙ башланы ул, бер аҙ тулҡынланғанын һиҙҙермәҫкә тамаҡ ҡырып алды. − Һеҙҙең адресҡа бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтелде. Минән алдағы туғандарҙың теләгенең барыһына ла ҡушылам һәм шул уҡ ваҡытта үҙемдән бына нимә әйткем килә. Үҙегеҙ табышып, һөйөшөп, ошо туй мәжлесенә тиклем, йәғни ҡауышҡанғаса бер-берегеҙҙе һаҡлап алып килеүегеҙгә бик шатмын. Хәҙер иң мөһиме − артабан бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, берегеҙҙең һүҙен икенсегеҙ тыңлап, ғүмер буйы татыу йәшәгеҙ, − Закир шыбыр тиргә батты. Муйынындағы тарайғандай тойола башлаған галстугын бер аҙ бушатты һәм, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, маңлайындағы бөрсөк-бөрсөк тирҙәрен һөртөп алды. − Вәлимә инәйегеҙ әйтмешләй, бер ҡасан да бер-берегеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтергә тырышмағыҙ. Әммә, − ул бер секундҡа ғына ҡаршыһындағы «күкәш» ҡоҙағыйға күҙ һирпеп алды, боғаҙына килеп тығылған төйөндө көскә йотоп ебәрҙе. Тулҡынланыуынан әллә, тауышын күпкә көсәйтә биреп, дауам итте. − Әммә, әгәр ҙә мәгәр, яңылыш ҡына килеп сыҡты икән, шундуҡ, һис кенә лә кисектермәҫтән, бер-берегеҙҙән ғәфү үтенегеҙ һәм һәр саҡ ғәфү итегеҙ. Бына шул саҡта ғына һеҙ бәхетле булырһығыҙ...
«Ғәфү итегеҙ» тигән һүҙгә ул айырыуса баҫым яһап, уң ҡулын юғары күтәрә биреп, һуҡ бармағы менән янағандай итеп ишараланы.
Закир уҡыған өгөт-нәсихәт йәштәргә нисек тәьҫир иткәндер, уныһын бер Алла ғына белә. Әммә уның һыҙланыулы йөрәгенән сыҡҡан был ихлас һүҙҙәр тулы мәғәнәһе менән тик бер генә кешегә туралап барып, уның күңеленә инеп урын алды һәм «Теге ваҡыттағы өсөн ғәфү ит, йәнем» тигән һымаҡ ҡабул ителде.
... − Ә хәҙер, ҡәҙерле йәштәр, һеҙгә үҙемдән ҡыҫҡа ғына музыкаль бүләк. Ҡасандыр, беҙ йәш саҡта яратып йырлаған йырҙарыбыҙҙың береһе − «Һин − ғүмер ағыштарым».
Ҡотлау һүҙҙәрен көскә тигәндәй тамамлап, урынына ултырҙы ла, битендәге тирен тағы бер тапҡыр һөрткөләп алғандан һуң ултырғысы янында иҙәндә торған гармунына үрелде. Шул арала һиҙҙермәй генә Вәлимә ҡоҙағыйына күҙ һирпте. Уның әле лә нурлы, матур күҙҙәре йәшләнгән һымаҡ тойолдо...
... Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата,
Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында.
Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.
Закир ҡоҙаның гармунға ҡушылған моңло тауышын бер өнһөҙ тыңлап ултырған ҡоҙа-ҡоҙасалар, айырыуса уның тиҫтерҙәре, йырҙың ҡушымтаһын дәррәү күтәреп алды:
Һин − ғүмер ағыштарым;
Һин − минең һағыштарым;
Һин − минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу-табыштарым...
Башҡалар менән бергә йырға ҡушылған Вәлимә ҡоҙағыйҙың бите буйлап сорлап йәштәр аҡты. Һәр береһе үҙ тойғоһона бирелгән бүтәндәр быны күрмәне. Тик бөтә иғтибарын «күкәш» ҡоҙағыйына йүнәлткән Закир ғына күңеленең барлыҡ нескәлеге менән уның хистәрен тойоп ултырҙы. Күҙ йәштәре аша уға төбәлгән күк күҙҙәр: «Мин һине әллә ҡасан уҡ ғәфү иткәйнем бит инде, Закир, тик һин генә мине аңламаның, яныйым...» − тип әйтә ине.
«Мине кисергәнең өсөн ҙур рәхмәт, «Күкәш». Хәҙер инде минең күңелем тыныс, йәнем...» − ти ине уға яуап итеп шулай уҡ йәшләнгән һоро күҙҙәр...
Уларҙың үҙ-ара шулай аңлашыуы башҡалар өсөн мәңгелек сер булып ҡалды. Туй тантанаһы артабан дауам итте...


 

 

Автор:Хәлил Һөйөндөков
Читайте нас: