Все новости
Литература
1 Сентября 2021, 11:00

АҘАШЫУ

Хикәйә

АҘАШЫУ
АҘАШЫУ

“Раян бейәләйендәге ҡар бөртөктәренә текләп тора бирҙе лә, шатланып ҡысҡырып ебәрҙе:
— Әсәй, ҡар йондоҙға оҡшаған, ивет!
— Ҡар бит ирей, улым. Ә йондоҙ — юҡ.
— Йондоҙҙар ҙа ирей!
— Ҡасан?
— Таң атҡас. Кис уларҙы ҡабат терелтә.
— Кис терелтә?!
Балаҡай баш ҡаҡты.
— Ҡарҙысы? Ҡарҙы кем терелтә, улым?
— Ҡыш терелтә!
— Ҙур йондоҙға терелергә бер кис етә… Ә бәләкәс ҡар өсөн ҡыш кәрәкме?
— Ҡар бөртөгө шундай ваҡ! Һәр береһен ҡабат терелтеүе ҡыйын.
— Ҡар ҙа көслө! Буранлап, юлды ҡаплаһа, нимә эшләргә?
— Ҡарға юл кәрәкмәй!
— Юл кешеләргә кәрәк. Кешеләр юлһыҙ ҡайҙа бара ала? Улар юлһыҙ аҙаша, улым...”
(Зәкирәнең көндәлегенән).

***

Юлдарҙы рәтләп, таҙартып бөтмәһәләр ҙә, буран тымғандай булғас, ҡайтыуҙы йәһәтләр кәрәк, тигән уй нығынды Наҙгөлдөң күңелендә. Ырымбур өлкәһенә командировкаға килеп төшөүе булды, күҙ асҡыһыҙ буран башланды, юлдар ябылды, бер ҡайҙа ла сығарманылар. Автобустар ҙа, такси ҙа йөрөмәй. Бәхетенә күрә, тыуып үҫкән районы Ырымбур өлкәһенә терәлеп кенә ята. Былай ҙа тыуған районына һуғылырға ла, туғандарын күреп, шунан ғына Өфөгә йүнәлергә ине иҫәбе. Ғәбиҙә апаһы менән шылтыратып һөйләшеп тә ҡуйылған. “Район үҙәгенә ҡалай булһа ла килергә тырыш, ә бынан һине Өфөгә ебәреү сараһын табырмын”, — тине табип апаһы. Эйе, Ғәбиҙәнең таныш-тоношо етерлек, әмәлен табыр. Гай ҡалаһына конференцияға килеп, бер аҙнаға батҡан Наҙгөл ныҡлы бер ниәткә килеп, ҡара таңдан такси саҡырҙы. Таксист башта икеләнһә лә, Наҙгөл ҙур аҡса вәғәҙә иткәс, баш тартманы.
— Ҡарағыҙ уны, район үҙәгенә барып етә алмай батып ултырһаҡ, минең ғәйеп юҡ! Тик икеләтә түләйәсәкһегеҙ. Юл булмаһа, кире боролабыҙ. Минең баш берәү, ә ғаиләне ҡарарға кәрәк.
— Килештек!
Ҡаланан сыҡҡан ерҙе арыу таҙартҡандар, әммә яланға сыҡҡас, юлды тоҫмаллауы ауырлашты. Еле лә юҡ, ниндәйҙер монар тора. Наҙгөл һаман икеләнеп килгән таксисҡа туҡтамаҫҡа, алға барырға ҡушты. Көн яҡтыра төшкәс, барыу еңелләште, тик көтмәгәндә көрткә инеп ултырҙылар. Наҙгөл, ишекте асып, уңға-һулға ҡаранды. Бындай мәлдә кеше тәбиғәт алдында үҙенең ни тик­лем көсһөҙ икәненә төшөнә. Сығып әйләнде, бейәләйен сисеп, усы менән битен һыпырҙы. Тәгәрмәскә күҙ һалғас, эскә йылы инде. “Әллә ни тәрән батмаған да баһа!” Хатта тимер арбаны этеп маташты. Тырыша торғас, таксист машинаһын сығарҙы.
— Кире боролабыҙмы? — ҡарашында ялбарыу.
Наҙгөлмө һуң инде кире сигенә торған кеше!
— Буран юҡ, — тине ул ҡаты тауыш менән.
— Осо-ҡырыйы күренмәгән далала…
— Алға, тигәс, алға!..
Таксист асыулана башланы:
— Ул ниндәй үҙһүҙле бисә! Әйттем бит, буран яңынан сығырға тора. Юлдан яҙлығыу оҙаҡ түгел!
— МЧС, полиция штабы юл буйында, уларҙың базаһына етеп киләбеҙ. Етмәһә, бәйләнеш бар, телефон эшләй, — тине тегенең һуҡраныуына аҙ ғына ла илтифат бирмәгән ҡатын.
Наҙгөлдөң хәҙер төп маҡсаты — МЧС урынлашҡан ергә барып етеү. Котҡарыусылар юлда ҡамалып ҡалғандарҙы ҡаргиҙәр менән кәрәкле урынға ташыйҙар, тимәк, Наҙгөл уларҙы мотлаҡ күрергә тейеш.
Таксист һаҡ ҡына алға барҙы. Ысынлап та, бер ни тиклем ваҡыттан ҡаршыла уттар шәйләнде. Ҙур көплө машина, автобус һынланды. Бына будка, палатка... Наҙгөл рәхәтләнеп, күкрәген тултырып тын алды. Ул маҡсатына өлгәште! Шул арала ҡаршыла полиция хеҙмәткәрҙәре лә пәйҙә булды.
— Юл ябыҡ, — тине береһе. — Хәл алырға, сәй эсергә рәхим итегеҙ, — будкаға ымланы.
Таксист шул һүҙҙе генә көткән, тиерһең, ирәбеләнеп тәмәкеһен тоҡандырып та ебәрҙе.
— Беләбеҙ. Артабан барыу юҡ!
Уның кәйефен яҡшы тоя Наҙгөл. “Һа, инде кәрәгең бер тин!..” Тегегә аҡса тотторҙо ла үҙе ышыҡҡа, будкаға табан атланы.
— Туҡтағыҙ, ханым, ике хаҡ түләргә тип килешкәйнек!
“Ҡара әле, аҡса һорағанда тауышы бик көр! Тот ҡапсығыңды! Әтеү һинең кеүектәрҙе генә күргән юҡ ине!..”
Наҙгөл ашыҡмай ғына тегегә табан боролдо, ауыҙын бәлшәйтеп мыҫҡыллы көлөмһөрәне.
— Ә һеҙ мине алып барып еткермәнегеҙ!
— Барыбер, беҙ бит ике яҡ өсөн...
— Мин кире боролорға уйламайым да! Бер яҡ өсөн! Мин һине ялламаһам, өйөңдә бер тин аҡсаһыҙ ултыра инең…
— Йылан…
— Әй, һин, ипләберәк, юғиһә сағылып ҡуйыуың бар!
Будка эсендә дүрт-биш кеше күренә. Өлкәнерәк йыуан ханым һөйләнә-һөйләнә килеп ингән Наҙгөлгә муйынын һона биреп ҡараны. Инеүсе уға илтифат бирмәгәс, үҙе һүҙ ҡушты:
— Борсолмағыҙ. Бөтәһе лә һәйбәт булыр.
“Эй, өйрәтергә ярата ла инде Рәсәй халҡы! Быныһы тағы нимәгә ҡыҫыла икән?” Теге ҡатын дауам итте:
— Гаишниктар хәл-әхүәл менән ҡыҙыҡһынып торалар. Ашаталар-эсерәләр. Хәҙер хәл инһә, кәйефегеҙ күтәрелер.
— Тапҡанһығыҙ кәйеф күтәреүселәрҙе.
— Мөнәсәбәттәре иҫ киткес!
— Нишләп мөнәсәбәттәренә ғәжәп итәһегеҙ?
— Бәй, былар бик итәғәтлеләр.
— Һы, — Наҙгөл баш сайҡаны, — Урал-Волга буйында ғәҙәттән тыш хәл, яҡшы түләйҙәрҙер. Улар кеүек аҡса эшләһәң, һин дә бик итәғәтле булырһың.
Ҡатын ауыҙын асты ла кире япты. “Яп шул, һинең килделе-киттеле хәбәреңде тыңларға тип инмәгәнмен бында...”
— Көн тымыҡ, — тине Наҙгөл юл инспекторына. — МЧС бөтөн көсөн һалып эшләй, миңә мотлаҡ район үҙәгенә барып етергә кәрәк. Хәҙер үк ҡаргиҙәр талап итәм. Башҡортостанға инергә ун саҡрым ғына ҡалды...
Полицейскийҙың ауыҙы ирекһеҙҙән бер яҡҡа ҡыйшайыбыраҡ ҡуйҙы.
— Бөтәбеҙ ҙә эшләй. Һәр кем үҙ бурысын атҡара. МЧС хеҙмәтен нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Такси һымаҡ заказ бирҙең дә, ул килде лә алып китте, типме?
Башты баҫып өндәшмәй ултырыр тип көтәме икән?! Юҡ инде!
— Мин был буран ҡамауында аҙнанан ашыу! Инде талап итергә хаҡым бар! Ошонда йығылһам, һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ!
Уртаға икенсе кеше килеп баҫты.
— Нимә булды?
— Ҡаргиҙәр... Шул бер үк нәмә. Талап итәләр...
— Беҙ тәү сиратта ауырыуҙарҙы ташыйбыҙ. Ә сирлеләр етерлек. Хәҙер Әҙел тигән ауылға сығабыҙ. Ауырыуҙы тиҙ генә үҙәкләштерелгән хастаханаға алып барырға фарман килде...
“Ә-ә-ә, быныһы МЧС-тан. Тап һин кәрәкһең!” Башҡортостанға аяҡ баҫһа, апаһы уға ярҙам итәсәк. Тик шул Әҙеленә ҡалайтып булһа ла барып етергә!
— Әҙел, тинегеҙме? Мин шул ауылдан! — тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Йәһәт кенә сумкаһын эләктерҙе. Теге йыуантыҡ ҡатын түҙмәне, ҡыбырланы.
— Бәй, нисек, сират бит...
Наҙгөл яуап бирәһе урынға ауыҙын ғына кәүшәйтте, ҡәнәғәтлек кисереп тамағын ҡырҙы. “Итәғәтлеләр, тип риза булып ултыра инең бит. Әйҙә ултыра бир! Һәр кемгә үҙ өлөшө!”
Бер нисә минуттан ҙур шлемды башына кейгән Наҙгөл ҡаргиҙәрҙә Әҙелгә табан оса ине.

***
...Ауылға тиҙ барып еттеләр. Рация аша адресты асыҡлағандан һуң тейешле өй тәңгәленә килеп туҡтанылар.
— Ә һеҙ ҡайһы тирәлә тораһығыҙ?
— Ошонда. Эргәлә! — тине лә Наҙгөл, уйлап та тормай, ҡыйыу аҙымдар менән ҡаршылағы өйгә барып инде. Ҡыуып сығармаҫтар! Кем булһа ла, беҙҙең халыҡ бәләгә тарыған кешенән өйөн тарһынмай. Хәйер, Наҙгөл берәүгә лә ауырлыҡ һалырға йыйынмай. Ғәбиҙә апаһына бындалығын хәбәр итер һәм бөгөн үк район үҙәгенә барып төшөр. Ишекте шаҡыны ла, рөхсәт тә көтөп тормай дөбөр-шатыр эскә үтте.
— Иҫәнмеһегеҙ!
Тауышты ишетеп, түрбаштан бер әбей килеп сыҡты. Ул сәләмде алырға ла өлгөрмәне, Наҙгөл үҙ хәлен һөйләргә кереште. Әбей тыңлап бөтмәне:
— Уй, балаҡай! Ярай-ярай, үт, — тип әйҙүкләп түргә саҡырҙы. — Наҙгөл, тинеңме? Ә мин Алһыу инәйең булам.
“Алһыуҙар ҙа ҡартая, — тип уйланы Наҙгөл. — Ундай исемле әбейҙе әлегәсә осратҡан юҡ ине. Әсәйемдән өлкән күренмәй шикелле, “апай” тип өндәшермен, үҙенә лә оҡшар”.
Хужабикә сәй ҡуйҙы.
— Өфөнәнмен, тинеңме?
— Эйе. Ырымбур өлкәһенә командировкаға килеп, батып ятылды...
— Иреңдең алыҫ юлға сығарып ебәреүен әйтсәле!
“Ир ризалығын һорай башлаһаң…” Наҙгөлдөң ирен тирәһе тартышты. Әбейгә әйтмәһә лә, ҡапылғара командировкаға сығып китеүенең дә ғилләһе бар. Йәй ял итергә Мальдив утрауҙарына барайыҡ, тигәйне, ире саҡ ултыра төшмәне. Наҙгөлдөң бөтөн дуҫ ҡатындары сит илдәрҙә ял итә. Ирҙәре арыу ала, мөмкинлектәре бар. Ә Айтуған мәктәптә музыканан уҡыта, ҡурайға өйрәтә. Ниндәй аҡсаһы булһын музыка уҡытыусыһының? Үҙенең янына эшкә саҡырып та ҡараны, юрислыҡҡа уҡырға ин, тип тә өгөтләне. Юҡ, Айтуған ҡурайын һыҙҙырыуын әллә ни күрә! Ҡуй инде, ҡуй, заманға яраҡлаша белмәне ире. Яраҡлашмағас, өлөшө лә бәләкәй. Наҙгөл әхирәттәренең йылғыр ирҙәренә көнләшеп ҡарай, хәләлен сәмләндерергә тырыша. Тик файҙаһыҙ. Командировкаға сығып китеүенең ғилләһе шунда: “Был эшеңде ташла, уйлан, ваҡыт бирәм”, тиеүе ине Наҙгөлдөң. Гайҙа ҡамалып ятҡанында ла шылтыратып, ирен туҡтауһыҙ игәне. “Аҡсалы эш тап, юғиһә…” “Юғиһә, нимә?” — тип үҙенә-үҙе һорау бирҙе шунан. Юҡ, Наҙгөл ике балаһын атайһыҙ ҡалдырырға уйламай. Тик ирен ҡыбырлатыр өсөн нимәлер эшләргә кәрәк. Бына бер аҙна Наҙгөлһөҙ йәшәп ҡараны. Хужабикәһеҙ анһат түгел ул өйҙә! Иренең борсолоуы яҡшы булды, бынан ары бисәһенең ҡәҙерен нығыраҡ белер. “Хәҙер уйланғандыр…” Наҙгөл ҡайтып инеү менән яңы эш һәм диңгеҙгә сәйәхәт тураһында һүҙ ҡуҙғатырға тейеш.
— Ҙур корпорацияла эшләйем, апай, командировкаларға йыш йөрөргә тура килә, өйрәнелгән. Тик быныһы ғына онотолорлоҡ итмәне!
— Әлегеләй ғәрәсәтте мин үҙ ғүмеремдә хәтерләмәйем, әйтәгүр!
— Йылы өйҙә рәхәт. Күңел күтәрелде. Йәшәге килә... — тип йылмайҙы Наҙгөл.
— Балаларың нисәү?
— Икәү... Ике бәхет. Ике шатлыҡ. Һағындырҙылар.
— Шула-а-ай, — тип һуҙҙы әбей. — Кемгә шатлыҡ, кемгә ҡайғы әпкилде был бураны...
— Нимәгә улай тинең әле, апай?
— Күршеләребеҙҙең малайы аҙна элек туңып үлеп ҡуйҙы... Буран сығыр алдынан ғына район үҙәгенән йәйәүләп ҡайтырға сыҡҡан.
— Нишләп йәйәүләп?! — тип һораны Наҙгөл.
— Берәй ылау тура килер, тип уйлағандыр. Былай машина-фәлән осрап тора бит инде. Юлдан яҙлыҡҡан, бахырсыҡ ҡына. Уй, Аллам, бураны һуң ҡалай ҡоторҙо!
Наҙгөлдөң йөрәген нимәлер ауырттырғансы ҡыҫты.
— Уҡыусы бала тинеңме, апай?
Әбей һүҙен дауам итте:
— Ун берҙе тамамларға тейеш ине быйыл. Хәҙер ней мәктәптәрҙе ҡыҫҡартып бөттөләр бит. Беҙҙә лә ун бер класс бар ине, яптылар. Балаларыбыҙ район үҙәгенә йөрөп уҡыйҙар. Ул көндө Раяндың бергә уҡыған иптәше ҡайтманы. Ә был — өйҙә өлкән бала, ярҙам итергә кәрәк, тинеме икән...
— Ҡуй инде, ата-әсәһенә ғүмерлек ҡайғы!
— Эйе, күҙ терәп торған өлкән улдарынан яҙҙырҙы быйылғы буран.
— Нисек таптылар?
— Буран әҙерәк тымғас, эҙләргә сыҡтылар. Юлдан алыҫ булмаған. Туңған кәүҙәһен алып ҡайттылар. Ярай, таптылар! Юғиһә, тиҙ табылмаҫ, бушҡа йөрөйҙәр, тиеүселәр ҙә булды. Бынан дүрт йыл элек берәүҙең кәүҙәһен яҙ сыҡҡас ҡына тапҡайнылар… Атаһы Рәфискә төштө көс. Кисә ҡуйҙылар зыяратҡа... Шул МЧС-тар ҙа ярҙам итте шикелле.
Наҙгөлдөң күҙе йәшкәҙәне.
— Эй, бахырсыҡ... Берҙән-бер бала түгелдер ғаиләлә?
— Юҡ-юҡ, тағы ике улдары бар, шөкөр. Улары бәләкәсерәк.
— Хоҙай сабырлыҡ бирһен ата-инәһенә.
— Бөгөн өсөн, етеһен бергә уҡыталар. — Әбей стеналағы сәғәткә ҡарап алды.
— Ә-ә-ә, һеҙҙе шунда саҡырғандарҙыр, ивет!
— Ваҡыт бар әле, — Алһыу ҡарсыҡ яңы яулыҡ ябына-ябына һөйләнде. — Ҡуй инде, ҡуй! Дауылды әйтәм!.. Күпме йәшәп, был һынлы ҡоторғанды күргән булманы. Тотош районыбыҙ менән бикләндек тә ултырҙыҡ бит, Хоҙайым!.. Ҡырын яҡта тороп ҡалған һиңә бигерәк ҡыйын булғандыр!
Наҙгөл теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе:
— Мин үҙем ошо райондыҡы, апай.
— Күрше Төнәкәйҙән түгелһеңдер? Унда ат менән барып була, тиҙәр.
— Юҡ-юҡ, апай, мин Төнәкәйҙән түгел, — Наҙгөл баш сайҡаны. Алһыу инәй уға бер аҙ текләп торҙо.
— Мин һине, ҡыҙым, ысынлап та, ҡайҙалыр күргән һымаҡмынсы. Район үҙәгендә эшләп киттеңме әллә?
— Юҡсы. Мин райондан мәктәпте бөткәс үк сығып киттем. Юғары уҡыу йорто, унан кейәүгә барҙым, ғаилә, эш… Һирәк ҡайтырға тура килә. Яҡташтарымды үҙем дә танып бөтмәйем.
— Беҙҙең ауылда элек булырға тура килмәнеме, ҡыҙым?
— Бер тапҡыр ҙа булырға тура килмәне.
— Берәренә оҡшатамдыр. Йә туғандарыңды күргәнем барҙыр, — тине әбей һуҙып ҡына, инде төңөлгән тауыш менән.
“Ҡайһы берәүҙәр бигерәк төпсөнөргә ярата. Был әбей бөтөн район халҡын ҡайҙан белеп бөтһөн ти инде?..”
— Бәлки... Ихтимал… — Наҙгөл иңбашын һикертте, йылмайҙы. — Һис уйламағанда кемгәлер оҡшатып та ҡуялар.
— Ата-әсәң кем булып эшләне?
“Ҡарасәле, өҙмәй ҙә, ҡуймай ҙа! Нимәгә уға кем булыуҙары?”
— Түрә-ҡара түгел. Ҡәҙимге ябай кешеләр.
— Ялҡыттым шикелле, — әбейҙең ҡыҙыҡһыныуы һүрелде.
— Киреһенсә, апай, мин һине ялҡытыуҙан ҡурҡам. Саҡырылмаған ҡунаҡмын. Һәр хәлдә, район үҙәгенән бөгөн үк килеп аласаҡтар!
— Әллә тағы-ы-ы, — тип һуҙҙы әбей, — Бөгөн үк алырҙармы икән? Исемлек менән генә ташыйҙар, ти, бит. Сират ҙур, тотош район бикле. Ауырыуҙарҙы ғына алып китәләр.
Ғәбиҙә апаһына үҙенең ҡайҙалығын хәбәр итергә өлгөргән Наҙгөл тыныс ҡына яуап ҡайтарҙы:
— Минең апайым хәстәханала эшләй. МЧС-тар менән бәйләнеште уға йөкмәткәндәр. Ғәбиҙә апайым, бөгөн килеп алырҙар, тине.
— Ғәбиҙә?
Әбей тәү күргәндәй уға ныҡ текләне. Шунан ғына:
— Ғәбиҙә! — тип ҡаты ғына әйтте лә, баш ҡаҡты.
— Беләһегеҙме?
— Атаҡ, табиптарҙы беләбеҙҙер инде...
Әбейҙең тауышы үҙгәрҙе һымаҡ. Ҡашығаяҡ йыуырға кереште. Был ҡыланышы Наҙгөлдө аптырата төштө.
— Ә нисек беләһегеҙ? — ҡатын үҙенә хас үҙһүҙлек менән төпсөнә башланы.
— Табиптарҙы беләбеҙ, айырыуса минең йәштә белергә кәрәк!
— Алай икә-ә-ән, — тип һуҙҙы һорау алыусы. — Берүк ауырымағыҙ инде.
“Миңә сәйер генә ҡарап алдысы... Әллә апайым был әбейгә ҡатыраҡ бәрелдеме? Юҡ, апайым ипле, тыныс кеше. Пациенттар менән нисек кәрәк, шулай һөйләшә белә. Тик бында аңлашылмаған нимәлер бар…”
— Хастаханала ятҡанығыҙ бармы, апай?
— Эй, балам, сир һорап тормай инде ул... Төрлөсә булып китә.
— Апайымды ауырыуҙар әрләмәйҙәрҙер бит?
— Улай-былай насар һүҙ ишетелгәне юҡ. Күптән эшләй бит Ғәбиҙә. Күҙ алдында үҫте, тигәндәй, баш табип урынбаҫары булып эшләүенә лә ни саҡлы булып китте...
Шул саҡ ишек шығырланы, унан шәлгә төрөнгән әбейҙең башы күренде.
— Оҙаҡлап киттем, Алһыу. Бер ерҙә саҡ көрткә батманым... — Инеүсе ауыҙын асҡан килеш туҡтап ҡалды. — Әхирәт, һиңә ҡунаҡ килдеме әллә?
Наҙгөл алданыраҡ өлгөрҙө:
— Юҡ-юҡ, мосафир мин!
— Нишләп, ҡунаҡ! — тине Алһыу әбей. — Рәйлә, башта ҡунағым менән берәр сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ.
— Ҡуй-ҡуй, Алһыу. Былай ҙа һуңлап китеп барабыҙ! — тип тегеһе сәбәләнгәс, Алһыу әбей шәленә үрелде.
— Һин, ҡыҙым, ятып ал. Беҙ аят уҡыған ергә инеп сығайыҡ.
— Уны ла алмайһыңмы ни? — Рәйлә әбей Наҙгөлгә табан баш ҡаҡты. — Ҡуй, килешмәҫ. Ҡунаҡ ҡыҙым, беләһеңдер хәлдәрен. Әйҙә, бергәләшеп инеп сығайыҡ. Сауап булыр.
Ә Алһыу әбей нишләптер ишетмәмеш. Һәр хәлдә, өндәшмәне.
— Юҡ-юҡ, мин оҙон юлдан арығанмын, — тигән булды Наҙгөл. Әлбиттә, ата-әсәне инеп йыуатып сығыр ине, ҡайғылы саҡта һәр кем иғтибарға, хәстәргә мохтаж. Тик хужабикә ул көткән һүҙҙе әйтмәне, киреһенсә:
— Эйе шул, һин бәләкәс ял итеп ал, — тип йәһәтләп ишекте япты.

***
Наҙгөл бер үҙе ҡалғас, ары-бире йөрөштөрҙө, диванға һуҙылып ятты, барыбер йоҡо алманы, балаларын уйлап йөрәге һыҙҙы. Тағы ла Айтуғандың тетмәкәйен тетеп алырғамы? Наҙгөлө ҡайтыуға ул үҙенә арыу эш табып торорға тейеш! Юҡ, ыжламай бит, әй! Кисә кис: “Ғәбиҙә апайыма һуғылам”, — тип юҡҡа әйтеп ысҡындырҙы. “Улайһа, һине барып алам”, — тип торасы машиналы кешеләй булып, асыу килмәгәйе! “Ярай”, тиһә, такси яллап килеп етәсәк. Тағы өҫтәмә сығым. Эй, экономлы йәшәүҙе белмәй бит ире! Уның район үҙәгенә килеүенән ни файҙа? Наҙгөл былай ҙа юлды яҡшы белә. Йөрөмәһен ваҡытын әрәм итеп. Аҡсалы эш эҙләһен, һәлкәү, бешмәгән! Ана, ысын ирҙәр ҡар-буран тип тормай, кешеләргә ярҙам итә. Юл инспекторҙары, МЧС хеҙмәткәрҙәренә бөтөн халыҡ күҙ терәп тора бөгөн. Һәр береһе герой! Айтуған үлән ҡурайы менән бөгөнгө көндә нимә эшләмәксе лә, ҡайҙа бармаҡсы? Әллә тағы шылтыратып әрләп алырғамы үҙен? Юҡ, уйланырға ваҡыт бирергә кәрәк! Ҡайтҡас иһә ультиматум ҡуйырға! МЧС тигәндән, уны килеп алырға тейештәр, шунда мәленән файҙаланып, танышып алырға ла, ире өсөн эш белешеп, елкәһенән тотоп алып барырға кәрәк! Айтуғандың үҙенең ҡулынан бер нәмә лә килмәҫ, шыйтыҡ ул. Наҙгөл балалары аша булһа ла ризалығын аласаҡ. Тулҡынланып, ярһып, Наҙгөл усын усҡа ышҡыны. Сабыр... Алһыу әбейҙең күршеләренә бигерәк ҡыйын. Наҙгөл көрһөндө. Бала — ҙур юғалтыу, уңалмай торған яра. Үлгәнсе һыҙланып йәшәйәсәктәр. Үҙенең оҙаҡламай ҡайтып етәсәген, шатланышып йөрөгән балаларын күҙ алдына килтереп, йылмайҙы. Бер аҙҙан йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Һаумыһығыҙ! — тигән тауышҡа тертләп күҙҙәрен асты. Ҡаршыһында бер ят ҡатын баҫып тора ине. Наҙгөл ҡапыл ғына ҡайҙа ятҡанын хәтеренә төшөрә алманы. Иҫенә төшкәс, һикереп тороп ултырҙы.
— Алһыу инәй өйҙә күренмәйсе, — тине ят ҡатын.
Наҙгөл тирә-яғын байҡаштырҙы.
— Эйе, ҡайтмаған!
— Хәйергә биргән яулыҡты алырға онотҡан, шуны индергәйнем.
Наҙгөл шунда ғына был ҡатындың кемлеген аңланы.
— Бәй, ул һеҙҙә бит!
— Беҙҙән Ғәзим улы инеп алып сыҡты. Инәйҙе ейәндәренә алып киттеләр, кемеһелер ауырый, өшкөрөргә, тип. Өйөнә инеп тормаған икән. Аһ-аһ, ҡунаҡ килгәнен дә әйтмәгәнсе инәй!
— Ҡунаҡ түгел, юлсы мин.
— Барыбер. Аятҡа нишләп инмәнегеҙ? Улыбыҙҙың етеһен уҡыттыҡ. Әйҙәгеҙ, берәр сынаяҡ булһа ла сәй эсеп сығығыҙ. Раяндың рухы риза булыр. Минең исемем Сәкинә.
Кире ҡағыу ярамай, былай ҙа ғаиләгә бик ауыр.
— Әлбиттә. Алһыу апай аша хәлегеҙҙе белдем. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. — Наҙгөл сумкаһына үрелде, төргәк сығарҙы. — Хәҙер-хәҙер!..
— Бер нәмә лә кәрәкмәй, апай!
— Бәләкәстәргә.
Аятҡа килгәндәр таралышһа ла, өҫтәл йыйып алынмағайны, хужабикә сәй яһаны.
— Бына шулай ауылса көн итмеш. Мал-тыуар күп. Бирешмәйбеҙ, — тип йылмайҙы. — Аталары әле мал ҡарарға сыҡты. Шунан бер эшҡыуарға ярҙам итешә. Әле генә ҡайтмаҫ.
“Былай бик бөтөрөнгәнгә оҡшамаған. Ошо балаларына әүрәйҙер”, — тип үҙенсә уйланы Наҙгөл. Хужабикә һүҙсән булып сыҡты. Бер нисә минуттан Наҙгөл уларҙың күпме бесән сапҡандарына, нисә баш һыйыр, нисә һарыҡ-кәзә тотҡандарына тиклем белде. Ырымбур яҡын булғас, һөт-майҙы шул яҡтан килеп алып торалар. Раян күптән ҡул араһына ингән, ярҙам итеп торған. “Ниндәйерәк бала булды икән?” Ҡайҙан был ҡыҙыҡһыныу? Наҙгөл үҙе лә аңламаны.
— Улығыҙҙың фотоһы бармы?
— Аһ, булмай тағы, бар! — Сәкинә икенсе бүлмәгә сығып аҡтарынырға кереште. Эҙләгәнен тапмағас, балаларына ҡысҡырҙы:
— Ҡайҙа ҡуйҙығыҙ ағайығыҙҙың фотоһын? Бая тотоп йөрөй инегеҙ ҙә баһа!
“Кит инде, балаңдың фотоһын таба алмай ҡаңғырсәле…” Наҙгөл шелтәләгәндәй баш сайҡаны. Ул альбомында балаларының ҡайһы фотоһы ҡайһы биттә икәнен яттан белә! Ниһайәт, фотоһүрәтте ҡайҙандыр килтереп сығарҙылар. Сәкинә уландарын әрләргә кереште.
— Ҡороғорҙар, ағайығыҙҙың күҙен буяғанһығыҙ ҙа баһа!
— Мин түгел, — тинен өлкәне танауын тартып. — Сабир бит, ҡара күҙлек кейҙерәм, тип боҙҙо… Һүрәт эшләй белмәгән көйөнсә.
— Аламалар! Тормағыҙ бында, китегеҙ! — Сәкинә бөтәрләнгән фотоны итәгенә һалып усы менән яҙҙы. — Күҙ тирәһен сыймаҡлағандар, бигерәк ҡулсырҙар, аптыраталар.
Наҙгөл ҡатындың орошҡанына иғтибар бирмәҫкә тырышып, фотоға эйелде. “Ҡара күҙлек кейгән”ағай кеше ике туғанын ҡосаҡлап төшкән, йылмая. Йылмайыуы матур. Йөрәккә ята. Эй, бәхетһеҙ балаҡай…
— Тағы ла фотолары булырға тейеш.
— Юҡ-юҡ, күрҙем, булды-булды, — Наҙгөл иҙәндә аунап-тәгәрәп уйнаған малайҙар яғына ишараланы. — Былары бигерәк бәләкәс күренә. Мәктәпкә йөрөйҙәрме?
— Таңатарға ете тула, быйыл көҙ бара. Сабирға биш йәш.
— Иң өлкәненә ун ете булған… Йәш айырмаһы ҙур шул!
Сәкинә уға ҡарап ултыра бирҙе.
— Алһыу апай бер нәмә лә әйтмәнеме?
— Нимә тураһында? — тине бер аҙ аптырауға төшкән Наҙгөл.
— Бына миндә көндәлек бар, хәҙер, — Сәкинә тәҙрә төбөнән бер дәфтәрҙе барып алды. — Бөгөн аятҡа килгән әбейҙәргә лә күрһәтеп, ҡайһы бер урындарын уҡып ишеттергәйнем әле.
Наҙгөлдөң ҡулы үҙенән-үҙе көндәлеккә үрелде.
“Мин уны ап-аҡ ҡар яуған мәлдә барып алдым. Ул миңә икенсе ғүмер бүләк итте. Уның минең ғүмеремде оҙайтасағына, улымдың туйын үткәрәсәгемә өмөтләнәм...”
— Бер нәмә лә аңламайым, — тип баш һелкте Наҙгөл.
— Эй-й-й, нимәһен аңламаҫҡа? Зәкирә апай, Рәфистең тәүге ҡатыны, Раянды бала табыу йортонан алып ҡайтҡан бит. Үҙенең бөйөрө ауыртҡас, бәпәй таба алмаған. Бик сырхау ине ул. Раянға ун йәштә вафат булды. Мин үгәй әсәй.
Бына нисек! Шул-шул, үҙ әсәһе кеүек түгел. Артыҡ ҡайғырғанға оҡшамай. Хәйер, үҙе лә йәш. Шулай ҙа Раянға ете йыл әсәй булған, барыбер яҡындыр, ҡәҙерлелер. “Ана бит, ҡалай ихлас! Насар әсәй булмағандыр”, — тип Наҙгөл үҙен йыуатты.
— Раянды бала табыу йортонан алғандармы ни? — тип ышанмағандай ҡабатлап һораны.
— Ундай ғына хәлдәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр бит инде? Юғиһә, күҙегеҙ маңлайығыҙға менде. Ысыны шул, ни хәл итәһең! Зәкирә апай ташландыҡ баланы алып ҡайтып, үҫтереп, кеше итергә хыялланған.
— Һине үҙ әсәһе тип ҡабул иткәндер...
— Мине “әсәй” тип кенә йөрөттө. Һәйбәт булды Раян. Ҡустыларын ныҡ яратты. Былары ла “ағай ҙа ағай” тип үлеп торҙо. Ҡуй инде… — шунда ғына Сәкинәнең күҙенән бөртөк йәше тәгәрәне.
Наҙгөл ауыҙын асҡан килеш ултыра бирҙе. Ә Сәкинә яйлап тормош юлын бәйән итә.
— Төрлө кеше бар. Үгәй бала булғанға ҡарамаған, шуға аҙашып үлгән, тип мине сәйнәүселәр ҙә булған. Һуң, бала бит, киреһенсә, район үҙәгенән өйөмә ҡайтам, тип сыҡҡан! Кешегә ярап булмай. Беҙ, әйтәм бит, арыу йәшәнек.
— Ул баланы ҡасан бағырға алғандар? Нисәнсе йылда?
— Һеҙҙе лә уйламағанда аптырауға һалдым… Бына яҙылған, апай. Тәфсирләп. Ҡыш көнө барып алғандарын Рәфис үҙе лә һөйләгәйне. Сабыйҙы барып алған көндө ғәләмәт ныҡ ҡар яуған. Зәкирә бәләкәс төргәкте күтәреп алды ла, тартып алыуҙарынан ҡурҡҡандай, бала табыу йортонан урамға атылды, ти. Шул тиклем күҙ асҡыһыҙ көслө ҡар яуғас, күҙ яҙлыҡтырған да ҡуйған. Ҡуйы аҡ ҡар эсенә инеп киткәс, Зәкирә бүтән сыҡмаҫ, шулай юғалып ҡына ҡуйыр инде, тип ҡурҡҡан Рәфис. Барыбер балаҡайы ҡар эсендә аҙашты. Мына кешенең күрәсәге… Хәҙер икеһе лә — ысын донъяла… Бәлки, шулай яҡшыраҡтыр ҙа..
Сәкинә һөйләй. Көндәлектәге айға-көнгә текләгән Наҙгөл таш һындай ултыра бирҙе. Ҡулы ҡалтыраны, йөрәге дарҫлап типте, ике яҡ сикәһе ҡыҫылды. Шул саҡ Ғәбиҙә апаһының: “Дауыл сыҡҡан тип тормай ҡар йырып килделәр, алып киттеләр…” — тигән тауышын ишеткәндәй булды.
Раян уның балаһы! Наҙгөлдөкө! Яҙмыш уны Әҙелгә бер ҙә юҡҡа алып килмәгән! Гонаһты берәү ҙә белмәй, бөтәһе лә үткәндә ҡалды, тип тыныс йәшәй ине. Үҙе тапҡан балаға бер тапҡыр ҙа күҙ һалғаны, тормошо менән ҡыҙыҡһынғаны булмаһа ла, ул үҫкән өйҙә күрергә, үлемен ишетергә насип итте.

...Әрменән ҡайтҡан, институт тамамларға йөрөгән Артур исемле егет унынсы класс уҡыусыһының башын әйләндерҙе. Киноларҙа күргән мөхәббәт тип ҡабул итте уны Наҙгөл. Үҙе лә шулай ҡыланды. Ысынбарлыҡтан алыҫ торған кино геройҙары… Ауырға ҡалғас, бөтәһе лә үҙгәрҙе. Ҡасты, юҡҡа сыҡты егете. Әсәһенә хәлде һөйләргә тура килде. Әсәһе, бахыр, илай-илай ҡыҙын әрләне, бәлиғ булмаған баланы алдағаны өсөн Артурҙы ултыртам, тип ҡәһәтләнде. Гинеколог Ғәбиҙә һеңлеһенә кәңәшкә барҙы. Тегенеһе: “Балаңдың исемен сығарма, уға артабан йәшәргә кәрәк”, — тип ҡаты тыйҙы. Көсләп өйләндерергә уйҙары ла бар ине, тик Артурҙың икенсе ҡатын менән йәшәп ятыуы асыҡланды. Ғәбиҙә апаһы ҡыҙ баланы үҙе менән алып китте. “Район үҙәгендә уҡыясаҡ, унда төплө белем алыр”, — тип, атаһын алданылар, ә Наҙгөл бушанғансы апаһы өйөндә ятты. Мөҙҙәте еткәс, табип Ғәбиҙә уны бала табыу йортона алып барҙы. Баланан ҡотолғас, апаһы янында ҡалып, мәктәпте район үҙәгендә тамамланы… Баланы Наҙгөл бер тапҡыр ҙа күрмәне. Һорашманы ла. Ғәбиҙә апаһы, тыуған көнөнөң иртәгәһенә үк сабыйҙы алып киттеләр, тине. Наҙгөл мәктәпте тамамлап, Өфөгә китте. Институтҡа уҡырға инде, буласаҡ ире менән осрашты...
Гонаһ та, ғәйеп тә ҡалманы. Ул тыныс һәм ҡәнәғәт йәшәне, Артур менән дә ҡыҙыҡһынманы. Елғыуар егет зым-зыя юҡ булды. Эйе, артыҡ йөктән ҡотолоуҙарына икеһе лә берҙәй бәхетле булғандарҙыр... Уларҙы бергә бәйләп торған бүтән бер нәмә лә юҡ ине. Мөхәббәт тигәндәре төтөн һымаҡ таралды…

Наҙгөл тамағындағы төйөрҙө йотто. Үҙен был донъяға килтергән әсәһе тураһында уйланғаны булдымы икән мәрхүмкәйҙең? Хәйер, Раянға кем дөрөҫөн һөйләһен? Зәкирә уның әсәһе!
“Гонаһтан ҡасып ҡотолоп буламы? Ҡасандыр килеп тота бит ул!..” Иҫенә төшөрмәһә лә, күңеленән сығарып ташлаған булһа ла, буран аҙаштырып уны Әҙелгә аяҡ баҫтырҙы! Һуш китерлек. Зәкирә бына нимә тип яҙған: “Ҡыҙ бала яңылышҡан. Уны кемдәрҙер әрләйҙер-хурлайҙыр, ә мин рәхмәтлемен. Ул ҡыҙ мине бәхетле итте. Мин хәҙер әсәй! Донъялағы иң бәхетле кеше мин!..” Был юлдарҙы уҡығандан һуң башын, елкәһен ҡармып тотҡан тимер ҡоршау бер аҙ ебәрҙе, тын алыуы иркенәйҙе, күҙ алды яҡтыра төштө.
— Зәкирә һәм уның улы Раян өсөн доға ҡылайыҡ... — тине Наҙгөл. Шунан күтәрелде лә, өндәшмәй генә сығып китте. Сәкинә нимәлер әйтте, тик ҡатын уны ишетерлек хәлдә түгел ине.
Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан Алһыу әбей уны ҡаршы алды.
— Кейем-һалымың бында, ә үҙең юҡһың…
— Күршең инеп алып сыҡты. Сәкинә.
Алһыу әбей һиҫкәнде, ауыҙын берсә асты, берсә япты. Һораулы ҡарашын ҡунаҡҡа төбәне. Бер аҙ текләшеп торҙолар. Ахыр әбей хәүеф йәшерелгән ҡарашын ситкә борҙо. Эйе, Алһыу апай уның үткәне менән бер ҙә юҡҡа ҡыҙыҡһынмаған… Нимәнелер белә, тик йәшерә.
— Алһыу апай, дөрөҫөн генә әйт әле, мине ҡайҙан беләһең?
— Беләм, тимәнемсе… — Әбейҙең тауышы үҙгәрҙе. Быны тойған Наҙгөл ҡәтғиерәк өндәште:
— Апай, дөрөҫөн әйт!
Алһыу әбей усы менән эйәк тирәһен һыпырҙы, шунан ашыҡмай ғына яуап бирҙе:
— Мин, балам, элегерәк дауаханала санитар булып эшләнем.
Тынлыҡ урынлашты.
— Бер санитарҙы һин нисек иҫләй ти инде? Шулай бит, ҡыҙым?
Наҙгөл тамағын ҡырҙы. Нимә тиһен инде, хәтерләй алмағас?
— Тимәк, мин әйткәндәрҙе онотҡанһың. Иҙән йыуыусы апайҙың һүҙен кем иҫләһен!
Аһ! Нишләп онотһон, ти! Тик төҫ-ҡиәфәте генә хәтерҙән юйылған. Палатала ятҡан сағында ул берәүгә лә күтәрелеп ҡараманы, берәүгә лә күҙ һалманы. Уны берәү ҙә танырға тейеш түгел ине. Гел мөйөшкә ҡарап ятты. Иҫ-аҡыл китерлек, бына нисә йыл үткәс уны таныусы бар!
“Их һин, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы!.. Никахһыҙ йоҡларға, ирһеҙ бала табырға нимә мәжбүр итте һине? Бүтән яңылыша күрмә, тик ташлама балаңды! Ул бит кеше!..”
“Замолчи!”
— Баланан баш тартҡаныңды ишеткәс үк Ғәбиҙә янына инеп сыҡтым. “Минең күршеләр ун йыл буйы бала алырға хыяллана, бик шәп кешеләр”, — тинем. Шундуҡ Зәкирәгә шылтыраттым. Һәм улар, рәхмәт яуғырҙары, буран-дауылға ҡарамай килеп тә төштөләр...
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Көтмәгәндә яҡында ғына нимәлер гөрһөлдәне. Наҙгөл тертләне. Ҡапҡа эргәһенә ул тилмереп көткән ҡаргиҙәр килеп туҡтаған икән. Тауышы ҡотто алырлыҡ.
— Апай, бөтәһе өсөн дә рәхмәт. Нимәлер оҡшамаһа, килешмәһә, мине ғәфү ит!
Наҙгөлгә уңайһыҙ ине. Ул хатта үҙен-үҙе танырға теләмәне был мәлдә. Күҙен генә ҡалдырып шарфына уранды. Шунан шәп-шәп атлап ҡаргиҙәргә менеп ултырҙы.

***

Үҙенә һуҙылған шлемды кейер алдынан:
— Зыярат тирәһенән үтергә ине, — тине.
— Уйлама ла! — тине ризаһыҙ ҡалын тауыш. —Кемең унда?..
“Барыбер түгелме икән был әҙәмгә? Үҙенең техникаһы түгел дә баһа!”
— Бер таныш.
— Ҡар — стена. Бөтә нәмә ҡапланған. Минең бурыс — һине хастаханаға алып барыу.
Наҙгөл ҡаргиҙәрҙең яман тауышын да ишетмәй уйға батты. Гонаһтан ҡотолоу юлы ниндәй? Гонаһ ҡылабыҙ ҙа кеше белмәгәнгә ҡыуанабыҙ, иркен йөрөйбөҙ. Алла белә. Ул теләһә, гонаһтарыбыҙ хатта бөжәктәргә тиклем мәғлүм булыр ине. Раббының сикһеҙ рәхмәте менән йөҙөбөҙ яҡты. Тик бынан ғына беҙ гонаһ эйәһе булыуҙан туҡтайбыҙмы? Ҡапыл тауышҡа һиҫкәнде.
— Һин яҡшы кеше!
Тәбиғи, ҡатын был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаны.
— Нишләп? — тип һорарға мәжбүр булды аптырағас.
— Бер таныштың ҡәберен барып күрергә итеүең ғәжәп. Хәҙер шундай заман, туған туғанды танымай, яҡындарының хәл-әхүәлдәрен белешергә оноталар.
— Унда бала ята. Кисә генә ерләгәндәр.
Гонаһ өсөн ниндәй хаҡ түләнер? Был донъяламы, тегеһендәме? Әллә көндәлек яуапмы? “Һин ғүмеремде оҙайттың, Раяным! Һине тапҡан әсәгә бәхет теләйем. Сөнки беҙ бәхетле булдыҡ” — Зәкирәнең яҙғандары мейелә уйылған. Тик нишләп ул ҡыуана алмай?
— Эй, шул ауыл кешеләре! Балаларын да йүнләп ҡарай белмәйҙәр!
Наҙгөл терт итеп ҡалды. Был тауыш уға оҡшамай. Был тауыш уға таныш. Юҡ, нисек таныш? “Һин нимә, Наҙгөл, аҡылдан яҙып бараһыңмы әллә?” — тине ул үҙенә.
— Баланы үлтергән ата-әсәне хөкөмгә тарттырыр инем мин!
— Нимә һөйләйһегеҙ ул?!
— Дөрөҫөн һөйләйем. Ә ниңә ҡыҙаһың? — Ир ҡысҡырып көлдө. Шул мәл Наҙгөлдөң ҡапыл тыны ҡыҫылды. Һауа етмәй сәсәне. Мейеһенә ҡапҡан ялҡын табанына төштө. Күҙ алдынан тотош ғүмере ялтлап уҙҙы. Был көлөү уны үткәне менән бәйләй! Һаҙлыҡҡа һөйрәй, уба! Ҡатындың кәүҙәһен еңелсә ҡалтырау баҫты, шулай ҙа ул үҙен ҡулға ала алды. Һәм бойороусан, үҙенекенә оҡшамаған тимер тауыш менән өндәште:
— Туҡтат, тием!
Геүләгән техника шып туҡтаны. Теге ир аптырап ҡатынға табан боролдо. Эйе, Наҙгөл уға әйтергә тейеш! Бүтән ауыҙын йырмаҫтай итеп. Сөнки улар бүтән бер ҡасан да осрашмаясаҡтар! Осрашырға яҙмаһын! Төкөрөгөн йотто, ашыҡмай ғына ижекләне:
— Унда һинең улың ята.
— Н-н-н-нимә?!.
Улар текләштеләр.
— Наҙгөл?! — тигән ауаз ишетелде, күҙҙәре даһрайған Артур шлемын систе.
— Һы… Балаңды үлтереүсене белмәйһеңме, һәйбәт атай! — Ҡатын үҙе лә һиҙмәҫтән яман итеп көлдө.
— Наҙгөл! Туҡта, беҙ бит әле…
— Мин тапҡан балаң ҡайҙа тип уйлайһың?
— Беҙ бит ул турала түгел…
— Шәп атайлығыңды юлсыға һөйләйһеңме?
— Наҙгөл, яп ауыҙыңды…
— Ә һин ауыҙыңды ас! Әрләүеңде дауам ит! Йә! Әллә үҙеңде яманлап булмаймы?
Артур үҙен ҡулға алды, мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышты.
— Дөрөҫөн генә әйт, Наҙгөл, был яҡҡа нишләп килеп сыҡтың?
— Ә һин?
— Мин МЧС-та эшләйем, ауырыуҙар ташыйбыҙ. Һин сирлегә оҡшамаған­һың, хатта күҙҙәреңдә ут яна.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә ауырыуҙар. Әллә һин, ролгә инеп алғас, ысынлап та үҙеңде идеаль МЧС хеҙмәткәре тип хис итәһеңме? Минең урында һине белмәгән кеше булһа, ауыҙ асып тыңлар ине, һәм, үҙегеҙҙең ни тиклем шәп икәнегеҙгә һоҡлана-һоҡлана, теге ата-әсәне бергәләп һүгер инегеҙ!
Артур яуап бирмәне.
— Нишләп тымдың? — ҡатын мыҫҡыллы көлөмһөрәне.
— Наҙгөл, әҙәмсә һөйләшәйек. Беҙ бит дошмандар түгел. Хәтерләһәң, бер-беребеҙгә бик ҡәҙерле инек…
— О-о-о, әйтмә лә! Ҡәҙерлеңде ҡотҡармай ҡасып киткәйнең, бүтәндәрҙе ҡотҡараһың икән! Ҡотҡарыусы, герой!
Лысҡылдатҡансы битенә төкөрөргә ине, тик ел ҡаршыға иҫә. Үҙе генә бысранасаҡ.
— Ҡасманым. Тик әсәйең бит…
— Өндәшмә. Тауышың ҡоҫтора.
— Бөттө.
— Наҙгөл, хәтерләйһеңме, мине Ален Делон тип йөрөтә торғайның?
Артурҙың тауышында йәнлелек тойоу менән йәнә эстә ут дөрләне.
— Юҡ!
— Һиңә утыҙ дүрт, миңә ҡырҡ. Беҙ әле йәштәр. Улай тиҙ генә онотоуың мөмкин түгел.
Наҙгөлдөң тыны ҡыҫылды.
— Яйлама, ҡыу техникаңды!
— Наҙгөл, баяғы әйткәнең… алдамайһыңмы?
— Алдыңа ҡара, тием! Минең менән сафсата һатҡан өсөн һиңә түләмәйҙәр.
— Ниңә, мин насар аҡса эшләмәйем. Тормошом да насар түгел. Үкенә тип уйлама.
— Аҡса һуғыусы машина…
Ә ул иренән ошондай машина булыуын талап итә… Наҙгөл уҡшыны.
— Улай тип кәмһетмә. Беҙ — геройҙар! Ҡотҡарыусылар! Бына килеп тә еттек, Наҙгөл.
Ҡаргиҙәр дауахана ҡапҡаһы ҡаршыһына килеп туҡтаны.
Артур ҡатындың ҡулынан тотто. Наҙгөл һелкеп ебәрергә иткәйне, ниңәлер туҡтап ҡалды. Ҡараштар осрашты.
— Кем йәшлектә хата яһамай? Ул бала һиңә лә, миңә лә кәрәкмәй ине бит. Кәрәкмәгән кешеләр була. Нимәһен йәшерергә? – Артур туҡтамай бығырлай. Тағы көсәнеп йылмая.
Кем тип йәшлеген әрәм иткән бит! Ирҙең хаяһыҙлығы Наҙгөлдөң телен бәйләне.
Ҡатындың өндәшмәүе иргә ҡыйыулыҡ бирҙеме, ул көтмәгән тәҡдим яһаны:
— Наҙгөл, бәлки, осрашырбыҙ?
— Ә нишләп, була осрашырға! — тине Наҙгөл үҙе лә танымаған ят, көслө тауыш менән.
Ир бөтөнләй йәнләнде.
— Романтик кис эшләрбеҙ, үткәндәрҙе иҫләп!
— Тап өҫтөнә баҫтың! Ә үткәндәрҙе оноторға ярамай. Яҙ адресты!
— Йә, әйт адресыңды!.. Ҡара уны, тик шаяртма, алдама, мин һиңә ышанам, Наҙгөл.
Наҙгөл кипкән иренен ялап алды. Тәрән итеп тын алды.
— Яҙ! — һәр һүҙенә баҫым яһап әйтте. — Әҙел ауылы. Зыярат. Ситдиҡов Раян ҡәбере. Романтика ла шунда, балаһын ҡарамаған ата-әсәһен хөкөм итеү ҙә шунда!
Артурҙың ауыҙы асылды. Нимәлер әйтергә итте. Әйтә алманы, эйәк тирәһе генә дерелдәне.

***
Башын юғары тотҡан ҡатын ары атланы. Бер нисә аҙым атлағандан һуң нимәгәлер эләкте, һөрлөктө. Шул саҡ йөрәген бысаҡ телеп алдымы ни! Уны ҡасандыр абындырған, йыға һуҡҡан, йәшлеген ҡаралаған кеше алдында икенсе тапҡыр ҡолау — үлемгә бәрәбәр! Хәл иткес мәлдә Наҙгөлдө кемдер эләктереп алды ла күкрәгенә ҡыҫты.
— Танымайһың әллә, бисәкәй?
— Айтуған?!
— Үҙгәреп киткәнменме?
Күкрәк тултырып тын алған Наҙгөл баш сайҡаны:
— Килгәнһең бит тәки!..
— Өйҙә ҡолаҡ итен сәйнәгән кеше юҡ, күңелһеҙ!
Ҡатыны йөҙөндә асыу ишараты күрмәгәс, ире йәнләнде:
— Арҡыры икәнде беләһең. Ҡана, бир сумкаңды! Һы, һине бурандан алып сыҡҡан теге МЧС-ник һаман был яҡҡа ҡарап тора! Ныҡ маҡтағанһың шикелле. Герой инде. Геройҙар.
— Һин минең геройым.
Айтуған, яңылыш ишетмәйемме тигәндәй, ҡатынына күҙҙәрен ҙур асып ҡарап алды. Ҡараштар осрашты. Шунан ир ҡапыл турайҙы. Быны Наҙгөл бөтөн булмышы менән тойҙо. Иренең арҡаһына, гүйә, ҡанат үҫкәйне. Быны ла ул күңел күҙе менән күрҙе. Ҡатын башын уның яурынына һалды.

* * *
Наҙгөл магазиндан ваҡ-төйәк күтәреп ингәндә Айтуғаны ҡурайын һыҙғыртып ултыра ине. Ҡатынын күргәс, ҡоралын кире урынына ҡуйырға итте.
— Ярай әле шул ҡурайың бар. Юғиһә, күптән ағыулы йыланға әйләнгән булыр инем, — тине шул саҡ Наҙгөл.
Көтөлмәгән бындай һүҙҙән Айтуған аптырап ҡалды.
— Йыланға? Ни өсөн?
Наҙгөл уйсанланды.
— Ҡурай моңо яуызлыҡты яндыра, күңелде таҙарта. Әйтеп аңлата алманым шикелле... Ҡасан да булһа аңларһың…
— Нимә әйтергә иткәнеңде үҙемсә аңлайым мин, бисәкәй. Ҡурайҙың илаһи көсөн берәү ҙә аңлатып бөтә алмаясаҡ, шуныһы ла бар. Мине икенсе нәмә аптыратты шикелле…
— Йә, әйт.
— Ҡурайға мөнәсәбәтең бүтәнсәрәк ине түгелме?
— Ҡурайға мөнәсәбәтем үҙгәргәне юҡ. Мин бит… — Наҙгөл ҡапыл тотлоҡто. — Башҡа мәсьәлә буйынса. Юҡ, ул да онотолған… Онотолдо. Буранда аҙашып тороп ҡалды.
Наҙгөл йылмайырға итте. Ирекһеҙҙән иренен ныҡ итеп ҡымтыны.
— Тыныслан, — тине Айтуған. — Беҙ бында. Бергә. Буран-дауыл да үткәндә тороп ҡалды. Аҙашҡан кешеләр тураһында хәбәр-фәлән юҡ. Ҡышы ла булһын, буран-дауылы ла.
— Әҙәмдәр бер-береһен аҙаштырмаһын. Ялған анттар, ялған хыялдар эсендә.
Наҙгөл иренең күҙҙәренә төбәлде, бер-береһенә текләшкән килеш байтаҡ торҙолар, бер мәл күңелен тырнаған, өйкәгән, тынғыһыҙлаған уйҙар юҡҡа сыҡҡандай булды. Ҡатын күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Моңһоу ҙа, үкенесле лә ине был йылмайыу.

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Читайте нас: