Все новости
Литература
22 Августа , 09:00

Һатылған ауыл

Хикәйә Ауыл. Кис. Көн хужаһы ҡояш ҡаршылағы бейек тауҙың түбәһенә барып терәлгән. Һаубуллаша ул бөгөнгө үткән көнө менән. Шундай тынлыҡ, хатта ел дә иҫмәй. Тик ҡапҡа алдында уйҙарға бирелеп ултырған Сәйәрғәли ҡарттың эскәмйәһе генә замана ауазы сығарып шығырлап ҡуя. Ҡарт бынан егермеләп тирәһе йыл алда, ҡулдарында көс барҙа эшләп ҡуйғайны уны. Бик матур килеп сыҡҡайны. Өй алдындағы баҡса буйына сығарып ултыртҡас, өлкән килене төрлө төҫтәге буяуҙар менән матурлап та ҡуйғайны. Эй, ваҡыт тигәнең, нужа күргән шул эскәмйә лә: кибеп ярылып, ҡоршалып бөткән, буяуҙары уңып, ҡойолоп төшкән.

Һатылған ауыл

Булды заманалар... Күрше-күлән кистәрен килеп һөйләшеп ултыра торғайны. Ишбулат ҡарт, мәрхүм, һәр кис бесәндән һуң килеп ултырыр ҙа, нисә күбә эшләүен, ҡойған кәбәндәренең иҫәбен барлап, тағы ла күпме сабаһы, йыяһы барын һөйләр ине. Йәшлек дуҫы Сәғит ҡарт килеп ултырһа, түш кеҫәһенән алдан дүртмөйөшләп ҡырҡып әҙерләгән гәзит киҫәген алып, мохоркаһын төргәс, өндәшмәй генә шуны көйрәтер булды. Шулай тыңлап ултыра торғас, кеткелдәп көлөп алыуы Сәйәрғәли ҡарттың ҡолағы төбөндә һаман да ишетелеп торған кеүек. Ҡорҙашы Әғзәп килһә, гелән йылҡыларын барлар булды. Ат йәнле ир йәшлек хәтирәләрен дә шул йылҡылар менән ҡушып һөйләй торғайны. Ҡайҙарҙа йөрөй икән хәҙер ҡарт: бынан дүрт-биш йыл элек улы ҡалаға алып киткәйне. Башҡа ҡайтҡандары юҡ ауылға. Хәйер, ҡайтыр урын булһа, юҡ шул...

Эскәмйә... Ауылдың боронғолоғон сағылдырған ошо бер иҫке әйбер күпме хәтирәләр, иҫтәлектәр һаҡлай. Эй, әбекәйе Зөләйха иҫән булһа икән... Ул да бит көн үҙәгендә күрше әбейҙәре менән ошо эскәмйәлә ултырып йөн иләй торғайны. Ҡайһы саҡта моңло итеп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә йыр һуҙалар ине.

Ә бына ейән-ейәнсәрҙәре килһә, ошонда ултырып көнбағыш сирыр булды, кистәрен иһә ипле генә теҙелешеп ултырып, ҡайһы саҡта сыр-сыу килеп ҡараңғы төшкәнсе күңелле уйнай торғайнылар. Сәйәрғәли ҡарт һуҡранып та китә ине.

Бер заман йәштәр эйәләшеп китте. Эскәмйәгә ял бөттө. Улары теҙелешеп ултырып шаярҙы, көлдө. Ә инде парлылар килһә, бәхеттәренән илереп, ололарҙы бөтөнләй иҫәпкә лә алманы. Шуға ла бер заман эскәмйә ҡапҡаның эс яғына инеп, күпмелер шунда ултырҙы...

...Сәйәрғәли ҡарттың уйҙарын үтеп барыусылар бүлде: рус телендә әрһеҙ һөйләшкән йәш ғаилә, яңғыҙ бабайҙы күрмәйенсә, ары атланы. Моңһоу булып китте ҡартҡа. Юҡ, сит халыҡ вәкилдәренең уға иғтибар итмәүенән дә, сәләм бирмәүенән дә түгел, ә ул тыуып үҫеп, ғаилә ҡорған, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтергән башҡорт ауылының ошо көнгә килеп терәлеүен аңлау, кисереү күңеленә ауыр тойғолар һалды. Сәйәрғәли ҡасандыр ауылдың хужаһылай ошо урамдарҙан, ошо ерҙән ҡыҙыу аҙымдар менән атлай торғайны. Урындағы хужалыҡты күтәреүгә, ҡара тупраҡта икмәк үҫтереүгә лә күп көс һалған кеше ул. Һәр кем ихтирам итеп, күргән-береһе һаулыҡ һорашып, хәл-әхүәлен белешеп китер булды. Ә бөгөн ерҙе тырнап иларлыҡ хәл: сит милләт кешеләре ҡыйыу атлап ошо урамдарҙан үтә. Ауыл матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар, мәғрүр ҡаялар, япраҡлы һәм ылыҫлы ҡуйы урмандар уратып алған, тирәләп ике йылға аға. Ана шул рәхәтлеккә ете ят әҙәмдәр ҡыуана...

Ҡуянсыҡ ауылы ике тиҫтә йыл самаһы элек үҙ тормошо менән йәшәй ине. Йәй айҙарында ололар ҙа, көс-дәрте ташып торған ирҙәр менән ҡатындар ҙа, йәш елкенсәк менән бала-сағалар ҙа дәррәү йыйылып бесән эшләй торғайны. Шул сәбәпле көн үҙәгендә ауыл урамдары бушап ҡала ине. Ҡыш килһә, һәр кем үҙ йорт-ҡураһы тирәһендә булышты, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөр булды. Гөрләтеп туйҙар яһап йәштәр өйләнешә ине. Күптәре ауылда төпләнеү яҡлы булды, хатта ҡайһылары юғары белем алып ҡайтһа ла, ауылда өйҙәр һалды. Халыҡ берҙәм: йәштәргә күмәкләшеп, өмә итеп йәштәргә йорт-ҡура күтәрешә торғайны. Балалар ҙа күп ине, йәй йылға буйынан, ҡыш тау итәгендә сана шыуыуҙан ҡайтмай торғайнылар. Тәүҙә - туғыҙ, аҙаҡ ун бер йыллыҡ мәктәп эшләне. Ауыл шулай йәшәр ҙә йәшәр һымаҡ ине лә бит.

Бер ваҡыт 50-60 саҡрымдағы ҡаланан сит ил машинаһында артыҡ йыуан кәүҙәле, ҡайҙандыр үҙ килбәтенә яраған костюм табып кейгән бер ир килде. Аҙаҡ та йыш-йыш ауыл тирәһендә күренгеләне. Сәйәрғәли һуңынан ғына белде: был урыҫ начальнигы дача төҙөү өсөн ер һорап килгән булған. Һатыусыһы ла табылған: ауылдың үҙәгендә йәшәгән күршеһе Ишбулат ҡарттың оло улы Мәүлит үҙенең төйәк иткән ерен өйө, мунсаһы, кәртә-ҡурыһы менән бергә һатып ебәргән.

- Ә улың үҙе ҡайҙа бара һуң? – тип Сәйәрғәли ҡарт иҫе китеп күршеһенән һораны. - Әллә һиңә күсәләрме?..

- Эй, күрше-күрше, ҡартлыҡ көнөмдә оло улымдан көтмәгәйнем дә... Өй өсөн урыҫ ҙур ғына аҡса түләне, ти. Хәҙер ҡалаға күсеп китмәкселәр... – тип күршеһе һуҡранып һөйләгәйне.

Ысынлап та, күп тә үтмәй, Мәүлит ҡаланан фатир алып, бар ғаиләһе менән күсеп китеп тә барҙылар. Тик күршеһенең ҡайғыһы бының менән башланған ғына булған икән. Мәүлит китеп ике-өс аҙна үтеүгә, ҙур-ҙур йөк машиналары, тракторҙар килеп туҡтаны. Ишбулат ҡарттың үҙ көсө менән, улым йортло булһын, тип һалған ҙур өйөн һүтеп ташланылар. Мунса, кәртә-ҡураһын бульдозерҙар менән эттереп тапатып, ер менән тигеҙләп тә ҡуйҙылар. Ишбулат ҡарт шунда барып, күҙ йәштәрен ағыҙып ҡарап торған, тип һөйләне ауыл халҡы. Ошо хәлдән һуң ул урамға сығып күренмәҫ булды. Йөрәгенә яҡын алды, үҙен ғәйепле тойҙо ҡарт. Тағы ла бер йылдан ул урында ике ҡатлы таш йорт пәйҙә булды. Тирә-яғын өс метрлыҡ таш ҡойма уратып алды.

Бер йыл үтеүгә Ишбулат ҡарттың икенсе улы ла бар мөлкәтен тағы ла юғарыраҡ хаҡҡа һатып ебәрҙе. Тик аталары ғына быны күтәрә алманы. Йәйҙең матур көндәренең береһендә яҡты донъя менән хушлашып, гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы.

Ул ваҡытта Сәйәрғәли ҡарт бөтөнләй икенсе фекер йөрөттө, Ишбулат ҡарттың улдарын хуплаңҡыраны ла кеүек. Ҡалала йәшәүе күпкә отошлораҡ та, яҡшы эшкә урынлаштылар, фатирлы ла булдылар, тип уйланы.

Үҙенең дә өс улының икәүһе юғары белем алғас, баштан уҡ ҡалала тороп ҡалғайны. Өлкән Рөстәмгә эш урынынан бушлай фатир алыу бәхете эләкте. Ә бына уртансы улы Рәмил бер нисек тә торлаҡҡа эйә була алманы. Ғаиләһе менән бер урындан икенсеһенә күсенеп, кеше тупһаһында яфа сикте.

Шул ваҡытта хәйләле уй килде атай кешенең башына. Уй-фекерҙәрен төйнәп, кәрәкле документтарын тотоп, ауыл советына юл тотто. Уйы менән Рәмилгә һәм үҙе менән йәшәгән кинйә улы Камилға өй төҙөү өсөн ер бүлдертеп алырға ине иҫәбе.

Шул саҡтағы һөйләшеү һаман да хәтерендә уның.

- Ярай, кинйә улыңа ер кәрәктер. Уныһын аңлайым, - тип һүҙ башланы ауыл советы башлығы Илһам Ғәли улы. - Өй урыны булыр ҙа уға. Тик уртансы улыңа бер нисек тә ер бүлә алмайым. Беренсенән, ул бит ҡалала төпләнгән, эш урыны ла бар, ҡайта торғаны бармы һуң инде бында? Икенсенән, ауыл тирәһендә буш ерҙәр ҙә һанаулы ғына, ә ғаризалар бик күп йыйылған...

- Илһам ҡустым... Әй, ней, Илһам Ғәлиевич, - ҡарт ни тип яуапларға белмәй бер аҙ тотлоҡто, шунан ҡәтғи дауам итте. – Был ни тигән һүҙ әле ул?.. Ҡасандыр беҙ атайыңдар менән теләгән урынға, теләгән ваҡытта өйҙәр төҙөп керҙек. Бер кемдән дә рөхсәт һорап, бахыр булып йөрөмәнек. Еребеҙ киң, ауылдың тирә-яғында буш урындар күп. Ниңә үҙ ауылдаштарыңдан йәлләргә. Әйҙә төҙөһөндәр, йәшәһендәр.

- Эй, Сәйәрғәли ағай, заман башҡа бит хәҙер...

Хужаны оло кеше бүлдерҙе:

- Илһам ҡустым, һәр замандың үҙ хәҡиҡәте. Элек тә еңел булманы. Атайың Ғәлиулла ағай ваҡытында колхозды нисек күтәргәнен белһәң икән... Алдынғылыҡты бирмәнек. Район гәзитенең һәр һанында тиерлек маҡтап ҡына торҙолар, сөнки председатель атайың халыҡты күтәрҙе, һәр эшсеһенә ярҙам итергә әҙер торҙо, шуға күрә лә барыһы ла тырышып эшләне.

Был һүҙҙәр тәьҫир иттеме икән хужа кешегә, әллә атаһы тураһында йылы иҫтәлек һүҙҙәреме: риза булды Илһам Ғәли улы. Ысынлап та, яҡшы рәйес булды атаһы. Шул хәтле эшен һөйгәнгәме икән, колхоз тарҡалғандан һуң оҙаҡ йәшәй алмай, хаҡлы ялға йәше тулһа ла, пенсияһын бер тапҡыр ҙа алып өлгөрмәй, вафат булды ла ҡуйҙы. Ер кешеһе ерһеҙ йәшәй алмай ер ҡуйынына иртә ятты.

Сәйәрғәли ҡарт бүленгән ер участкаһына ярты йыл тигәндә документтар әҙерләп бөттө. Шунда ғына уртансы улына хәйләһен асты. Рәмил атаһының планын ишеткәс тә урынынан һикереп торҙо.

- Атай, улай ярамай... – тине ул. – Башҡорт булып, үҙ еребеҙҙе һатабыҙмы? Был бит үҙ тарихыңа хыянат итеү. Олатайҙарыбыҙ ошо ер өсөн йәнен биргән, ә беҙ сит кешеләргә һуҡыр тин аҡса өсөн...

- Туҡта, улым, - Сәйәрғәли ҡарт улын бүлдерҙе. - Ниңә һуҡыр тин аҡса булһын? Ана Мәүлиттәр фатирлы булып бөттө. Ә һин кеше тупһаһында көн күрәһең... Аңла, балаларың үҫеп килә. Тиҙҙән өлкән улың кәләш алам тиер, ҡайҙа туй үткәрерһең? Унан ҡалһа, йәштәргә лә йәшәү урыны кәрәк булыр.

Рәмил уйға ҡалды. Күпмелер тын торғандан һуң телгә килде:

- Һатҡан хәлдә лә, үҙ башҡортома ғына һатам. Ауылда былай ҙа сит-бот кеше күбәйә башланы. – Илһөйәр егеттең йөҙө бер аҙ асыла биргән һымаҡ булды.

- Эй, улым-улым... Үҙ башҡортоңдоң аҡсаһы булһа икән? Булғандарын ғына ла ҡайҙан табаһың? Ситтәр тип ни, улар кемгә ҡамасаулай? Ана Мәүлиттең урыҫы йылына ике-өс тапҡыр килеп китә, үҙен күреүсе лә, белеүсе лә юҡ...

Рәмил атаһының ҡаршыһына килеп ултырҙы, янып торған күҙҙәрен уға төбәп:

- Беләһеңме, атай, әгәр шулай үҙ еребеҙҙе һатабыҙ икән, бер-нисә йылдан ауылда сит милләт кешеләре бик күп булып китәсәк. Беҙ түгел, ә улар беҙҙең урмандарға, тауҙарға, туғайҙарға хужа буласаҡ, – тине.

- Эй, балаҡайым, ҡалала ғүмер иткәндәр ауылды үҙ итеп, ошонда йәшәргә риза булыр тиһеңме? Бөгөн ҡыҙығып килерҙәр, иртәгә ялҡышып, ҡайтышып бөтөрҙәр.

- Атай, етте. Был һөйләшеү миңә оҡшамай... Унан да бигерәк икенсе нәмә ҡурҡыта. Үтер ти йөҙ, ике йөҙ йыл, ана шул ситтәр үҙ башҡортоңдо ҡол итеп, ихатаһында эшләтер, малын ҡаратыр, ҡарын көрәтер, иҙәнен йыуҙырыр, ашарға бешерттерер. – Рәмил ризаһыҙлыҡ менән урынынан тороп китте, тәҙрә төбөнә барып торҙо. Ауылды күҙәтәлер тип уйланы атаһы.

Кешене нужа йөрөтә, тиҙәр. Рәмил, ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, күп өгөтләүҙәрҙән һуң риза булды. Һаманда кеше фатирына аҡса түгеп йәшәүҙән тама ялҡҡандыр инде. Илһөйәр егет, ысынлап та, башҡорт етәксеһен табып алып килде. Үҙе эшләгән заводта йәш сағынан хеҙмәт итеп, ябай токарҙән хужаның урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем барып еткән кеше икән. Хаҡлы ялға сыҡҡас ауылға ҡайтып йәшәргә уйлай, сөнки оҙаҡ йылдар заводта йөрөү һаулығын ҡаҡшатҡан, тын юлдары сиренән яфалана башлаған. Рәмилдең йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла ине. Бар бит үҙ башҡорттом байҙары ла, тип уйлағандыр инде.

Рәмил фатирлы булғас, кесе улы Камилдың ерен һатып алыусы ла табылды. Әлбиттә, теге таныш начальник булышлыҡ итте. Тик был юлы һатып алыусы урыҫ ине. Ҡатынының башҡорт милләтенән булыуын ғына иҫәпкә алып ризалаштым, тине Рәмил.

Үкенескә күрә, атай кешенең уй-пландары был юлы етә барып сыҡманы. Алда хәүефле көндәр ҡаршы алды уларҙы. Инде Камил өсөн аҡсаны ҡулға алып, фатиры ла табылғас, түләүгә ярайһы уҡ ҙур сумманы тотоп сығып киткән кинйә улы ғәйеп булды. Икенсе көнө лә унан хәбәр булманы. Өсөнсө көн тигәндә, Камил тип йәнен бирергә әҙер торған әсә кеше йөрәген тотоп ҡоланы. Ҡатынын “Ашығыс ярҙам” машинаһында район үҙәгендәге дауаханаға алып барып, өйөнә ҡайтып инеүенә телефон шылтыраны. Теге яҡта улының тауышы ишетелде:

- Атай, был мин - Камил. Мине юғалтмағыҙ. Барыһы ла яҡшы. Иҫән-һаумын, – тип ашығып һөйләне ул.

- Камиил, ни эшләүең был, ә? Ҡайҙа йөрөйһөң? Әсәйеңде балнисҡа һалдың бит... – тине ҡарт ҡалтыраулы тауыш менән.

- Атай, зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ. Ярай, мин шылтыратырмын... Һау булығыҙ...

- Камил... – Сәйәрғәли теге яҡтағы телефондың гудогын ғына ишетте.

Өс-дүрт айҙан ғына Камилдың аҡсаны алып китеп, фатир урынына ҡиммәтле сит ил машинаһы алыуын, атаһынан әрләнеүҙән ҡурҡып ҡайтмауын белде. Әсәһе эргәһенә дауаханаға бер-ике тапҡыр барып та сыҡҡан икән, тик яҡын кешеһенең хәлен белешкән дә, уға күренмәйенсә, күстәнәстәр ҡалдырып китеп тә барған. Ә тыуған өйөнә ҡайтып күренмәне кинйә ул. Тағы ла ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Камилдың ауыр аварияға осрап, машинаһынан тимер өйөмө генә ҡалғанын, үҙе оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡандан һуң себер тарафтарына эшкә сығып киткәнен өлкән улы Рөстәм аша ғына белә алдылар.

Зөләйха иһә көнө-төнө улын көттө. Ҡайғы-хәсрәте, борсолоуҙары йөҙөнә яҙылғайны. Дауахананан сыға алманы. Туҡтауһыҙ ямғыр яуған көҙ көндәре ине, әсәнең улым тиеп көйгән йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Әсәһен ер ҡуйынына оҙатырға ҡайтҡан Камил үҙен ғәйепле тоя ине. Аҙ һүҙле булды, туғандары менән йүнләп аралашманы. Әсәһенең етеһен уҡытҡас, тиҙ генә хушлашып, кире эшенә китеп барҙы.

Рәмил генә, атаһын йәлләптер инде:

- Пенсияға сыҡҡас, ауылға һинең янға ҡайтабыҙ инде, - тигән булды.

***

...Урамдан үтеп барған урыҫ ҡыҙҙарының тауышы ҡарттың уйҙарын бүлеп, әлеге көнгә ҡайтарҙы. Аптырап ҡараны оло кеше уларға: ҡыҫҡа ыштан кейгәндәр, өҫ яҡтары ярым яланғас. Үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары былай итеп ғүмерҙә лә йөрөмәне бит.

Сәйәрғәли ҡарашын ҡаршылағы тау битенә күсерҙе. Ана ултыра Рәмил улы тапҡан башҡорт байының өйө. Үкенескә күрә, ул килгәндәрҙән беренсе һәм һуңғы башҡорт булды. Район түрәләре ерҙе талашып-төртөшөп бүлешеп алған, тинеләр, тик улары ла тиҙ арала ҡала байҙарына һатып бөттө.

Сәйәрғәли урынынан торҙо. Һағышлы уйҙар күңелен ҡырып, башын ауырыта башлағайны, күрәһең, ҡан баҫымы күтәрелгәндер. Бәләкәй ҡапҡаны шығырлата асып, әкрен генә өйөнә табан атланы.

Өй ишеген асып ингәс, телефон шылтыраған тауышты ишетте. Өлкән улы Рөстәм хәлен һораша. Рәмил ҡустыһының да эргәһендә ултырыуын әйтте ул.

- Рөстәм, улым, Камил ҡустың күптән шылтыратҡаны юҡ. Хәлдәре нисек икән? Һөйләшеп торағыҙмы? – тип һораны ҡарт.

Теге яҡта сәйер тынлыҡ барлыҡҡа килде, шунан тотлоғоңҡорап:

- Атый, ней... бөгөн генә һөйләштек, - тине улы. - Тиҙ арала булмаҫ... Шулай ҙа, ауылға ҡайтырға ине иҫәп, ти. Ҡайтыр, алла бойорһа, ҡырағай ҡустыбыҙ...

Был һүҙҙәр ҡартты тынысландырҙы. Оҙаҡ ҡына аралашты ул: ейән-ейәнсәрҙәре, килендәре тураһында белеште, Рәмил улы менән дә һөйләшеп алды.

Телефонды һалғас, “Аллаға шөкөр” тигән һүҙҙәрҙе ҡабалай-ҡабатлай урынына барып ятты. Күҙҙәрен йомдо...

...Сәйәрғәли ҡайҙалыр шәп-шәп атлай, әй юҡ, йүгерә икән. Ҡалай аяҡтары еңел йөрөй һуң әле. Ҡайҙа бара ул?.. Билдәһеҙ... Туҡтаны... Ана, унан 20-30 аҙым алда бер егет бара. Ҡап-ҡара кейенгән, шулай булһа ла, аҙымдары таныш, кәүҙәһе белгән кешенекенә оҡшай... Хатта ҡәҙерле кешенекенә... Туҡта, был бит Камил... Йөрәге тулай башланы, тын алыуы шәбәйҙе. Ниңә Камил шул тиклем ҡабалана? Ҡыуып етергә ине... Йүгерергә итте, быуындары ҡатты. Ҡысҡырырға итте, тауышы сыҡмай...

Ана, ер ярылды... Егет йәһәннәмгә осто...

- Ка... ми-и-и-ил!.. – ҡысҡырып, һикереп тороп ултырҙы ҡарт. - Камил, балам... – тине ыңғырашыу ҡатыш.

Һырлы сикәләре буйлап күҙ йәштәре аҡты. Йәһәт кенә тороп, Рәмилгә шылтырата була телефон трубкаһын күтәрҙе лә, туҡтап ҡалды. Ни эшләй ул? Яңы таң атып килә. Был ваҡытта улына шылтыратып, нимә тип әйтер. Төш күрҙем, һаташтым тиерме? Бала-саға һымаҡ. Аҡылдан яҙа башлаған тиерҙәр. Былай ҙа яңғыҙ йәшәүе ҡыйын бит, кил ҡалаға, беҙҙең менән булырһың, тип ураған һайын әйтеп торалар.

...Сәйәрғәли ҡарт тәҙрә төбөнә килеп баҫты. Ыштан кеҫәһенән дарыуын алып, тел аҫтына һалды.

Ауылда таң ата. Баҡсаһындағы үләндәр араһында турғайҙар сутылдаша. Өй алдындағы ҡарт алмағастың емештәре һарғайып бешә башлаған икән.

Ҡарт алмағас... Йәшлегендә улы Рөстәм менән ултыртҡан тәүге емеш ағасы. Улдары алмаларҙың балланып, һары төҫкә кереп бешкәнен көтөп ала торғайны. Урам малайҙарынан һаҡлайбыҙ, тип баҡсанан сыҡмай йөрөрҙәр ине. Ә төндәрен йәштәр баҡсаға төшөп ыҙалатыр булды. Ул сағында Сәйәрғәли үҙе сыға торғайны. Йәнен әрнеткәне: йәштәрҙең алмағас ботаҡтарын һындырып, бешер-бешмәҫ алмаларҙы йолҡҡолап, урамда ташлап китеүҙәре. Эх, яңылыш уйлаған икән...

...Йылдар үтте. Бөгөн алмағастың емештәрен ашаусы ла юҡ. Яңғыҙ баһадир булып ултыра ул баҡсала. Урам буйлап сыр-сыу килеп йүгереп уйнаған, баҡса ҡоймаһына менеп алма ашаған малайҙар ҙа юҡ... Төндәрен йоҡо бүлеп, эскәмйәлә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләгән бәхетле парҙар, емеш алырға тип баҡсаға төшкән шаян һәм шуҡ егеттәр ҙә юҡ. Ауылды бер иткән, ергә хужа булырын белгән башҡорттар ҙа юҡ... Милләттәштәребеҙ хәҙер икенсе оста, дүрт-биш йортта ғына йәшәй. Ҡатындары ғына донъя көтә, ә ирҙәре - Себерҙә. Әйтерһең дә, һөргөндә, ҡоллоҡта.

Ун йыл тирәһе элек булған бер хәл иҫенә төштө Сәйәрғәли ҡарттың. Һуңғы ауыл йыйылышында (ҡарт һуңғы тип иҫләй) ҡаланан килгән бер егет әсенеп һөйләгәйне:

- Ағай-эне, апалар-инәйҙәр, ниндәй хәлгә килтерҙегеҙ һеҙ башҡорт ауылын? Ҡайҙа ер һелкетә баҫып йөрөгән ағайҙар? Ҡайҙа аҡылға өйрәтеп, дөрөҫлөккә әйҙәгән бабайҙар? Ниңә үҙ балаларығыҙға торошло ерҙәрҙе ситтәргә бирәһегеҙ? Ошо ергә бит ата-бабаларыбыҙ ҡаны аҡҡан, уларҙың һөйәктәре ята аяҡ аҫтында. Һәр ус аяһындай ғына ер өсөн көрәшәһе урынға, бер айлыҡ аҡса өсөн алданаһығыҙ.

- Ниңә улай булғас үҙегеҙ ҡала тормошон һайланығыҙ? Ни өсөн ауылға килеп төпләнмәнегеҙ? – тип, бер әсе теллеһе һорай ҙа ҡуйҙы.

- Эйе, дөрөҫ һорау... – тине егет, шулайыраҡ һорау бирерҙәрен күҙаллаған булһа кәрәк, ауыл башлығына ҡарап алғас, тыныс ҡына дауам итте. – Минең атайым сығышы менән ошо ауылдан. Сабитовтарҙы иҫләйһегеҙҙер, Ғәбит олатайым мәрхүм булғас, туғандарыбыҙ уның йортон һатып ебәргән. Хәҙер ул тирәлә ҙур таш өй, яҡын барырлыҡ түгел. Шулай ҙа, килеп йөрөр нигеҙ булмаһа ла, ял көндәрендә, ошо ауыл эргәһенә килеп ял итә торғайныҡ. Рәхәтләнеп һыу төшөп, саф һауа һулап ҡайтыр булдыҡ. Шул ваҡытта, эх, үҙ өйөм ошо ерҙә булһа ине, тип уйлай торғайным. Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты, ысынлап та, ҡулыма диплом алғас, ауыл башлығына килдем. Өй һалырға ер һораным. Ә миңә, ситтән килгәндәргә участка бирелмәй, тинеләр...

Күптәр, шул иҫәптән Сәйәрғәли ҡарт та, башлыҡтан яуап көттө, ләкин баш күтәреп һүҙ әйтеүсе булманы. Хужа кеше, бер ни ишетмәгәндәй, үҙ эше буйынса доклад һөйләүен дауам итте.

Был егет аҙаҡ та башлыҡтың янына бер-нисә тапҡыр килеп киткән, тик барыбер ыңғай яуап ала алмаған...

Йөрәгенең сәнсеп ҡуйыуы ҡатты һиҫкәндерҙе. Бөгөнгө ауыр уйҙар, төшөндә Камилды насар итеү күреүе лә эҙһеҙ ҡалмаған икән: йөрәгенә биргән. Етмәһә, башы ауыртыуы ла бер нисек тә үтмәй. Сәйәрғәли ҡарт карауатына арҡаһы менән ятты, ҡулдарын түшенә һалды. Тынысланыр, йоҡлар кәрәк тип уйланы. Күҙҙәрен йомдо...

Күпмелер ваҡыттан йоҡлап киткән ҡарттың тигеҙ тын алышын иҫәпкә алмағанда, бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Тағы ла шомло ваҡыт үтте. Ҡарт, карауатын шығырлатып, йоҡо аралаш ҡапыл тертләне, башын борғоланы, шунан яңғыратып тиерлек: “Камил... Камил” – тип ҡысҡырҙы...

***

Рөстәм, атаһы һуңғы көндәрҙә телефонын алмағас, ялы етеү менән ауылға ашыҡты. Әлбиттә, беренсегә түгел элемтәнең өҙөлөүө. Бер-нисә өйгә генә үткәрелгән булыу сәбәпле, телефон линияһын боҙолған осраҡта ла йүнәтә һалмайҙар. Бер нигә ҡарамай ҡышҡылыҡҡа булһа ла ҡалаға алып китергә тип, төптән уйлап юлға сыҡты Рөстәм.

Тыуған йорто ҡаршыһында машинаһын туҡтатты. Ғәҙәти тынлыҡ ҡаршы алды. Баҡсалағы алмағасҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡарт ағас, бешкән алмаларына көсө етмәй, артыҡ ныҡ эйелгәйне.

Бикле ҡапҡаны аса алмағас, баҡса аша һикереп төштө. Тик эстән эленгән солан ишеге тағы ла юлын ҡапланы. Оҙаҡ ҡына ишек шаҡып торҙо. Атаһының насар ишетә башлағанын белә ине ул, шуға ла ныҡ итеп дөбөрләтеп ҡараны. Яуап биреүсе булманы. Йөрәге, нимәлер һиҙенгәндәй, дарҫ-дорҫ тибә башланы. Ҡалтыранған ҡулдары менән ишекте этеп ҡараны, булманы. Бер-ике тибеүҙә генә иҫке ишек таҡталары уртаға ярылды. Өйгә үтте. Хәтәр һыуыҡ. Насар еҫ таралған... Атаһының бүлмәһенә атлыҡты.

Хәрәкәтһеҙ ҡалған атаһы инде өс тәүлек элек күҙҙәрен мәңгелеккә йомған ине...

 

Автор:Илгиз ИСТАМҒӘЛИН