Все новости
Литература
21 Августа , 22:11

ӨЙ ЭЙӘҺЕ

Фарзат Ҡаһарманов

ӨЙ ЭЙӘҺЕ

1985 йыл Башарттағы сайыр диләнкәһенең сайыры хөртәйгәс, Хәйнә буйындағы Сәлихов Урал ағайҙың элекке диләнкәһенә күстек.

Көндәр һалҡынайта башлағас, диләнкәләге ҡарағайҙарҙы йәйгелеккә һыҙар өсөн (для подсочки) әҙерләй башланым. Скәбилкә менән ҡарағайҙың ҡабығын йоҡартам (окарение). Урманда йәшәрлек бәләкәй өй (будка) булһа ла, ауылдан әллә ни алыҫ булмағас (3 саҡрым самаһы), йөрөп эшләйем. Иртәнсәк саңғы менән, Йыуан ҡарағас аша барам, ә ҡайтҡанда РСУ-ныҡылар Яҙғы йортта ағас ҡырҡа, шуларҙың эшселәр ташыған тракторының будкаһына ултырам.

Декабрь баштары, көндәрҙең иң ҡыҫҡа мәле. Йөрөп эшләгәс, ыратып ағас әрсеп булмай, йоҡларға булдым. Кордон участкаһының ат ҡараусыһы Тәлғәт ат менән постель, бер нисә көнлөк аҙыҡ һәм башҡа кәрәк–яраҡтарҙы алып килде.Ҡайтырға кәрәкмәгәс, ҡараңғы төшкәнсе эшләнем, башҡа көндәргә ҡарағанда күберәк ағас әрсеп ташланым.

Будка йылы, тамаҡҡа бешереп ашап алғас, иртә менән йоҡлап булмай бит инде, шәм яҡтыһында китап уҡырға керештем. Шакир Янбаевтың “Зәңгәр сатыр” исемле китабын мауығып уҡып яттым. Сәғәт төнгө бер булып киткән. Иртәгә байрам түгел бит әле, ял итер кәрәк тип, шәмде һүндереп йоҡларға яттым.

Тик йоҡлап китеп булмай, армиянан ҡайтҡандан алып тәүге тапҡыр урманда, яңғыҙ йоҡларға шөрләтеңкерәй. Төн уртаһында ҡайтып китергә оялдыра, иртәгә бөтә ауыл көлөр. Тороп шәмде тоҡандырҙым, мылтыҡты дробь патроны менән яһап, үҙем ятҡан урындыҡта яныма һалдым, шәмдең торбаһын алып, буй етмәле урынға ултыртып, эргәһенә генә шырпы һалып ҡуйҙым, йәнәһе лә ҡапылда шәмде тоҡандырырға кәрәк була ҡалһа. Арыу еткәндер инде, йоҡлап киткәнмен.
Төндә ниндәйҙер тауышҡа уянып киттем. Кемдер будка эсендә йөрөй, ә ишек эстән эленгән, иҙәндә тап-топ баҫып йөрөгәне ишетелә.Тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында шәүләһен күреп тә булыр ине, тик мин стенаға ҡарай башты һалып ятҡанмын. Һиҙҙермәй генә мылтыҡты һәрмәп ҡарайым, мылтыҡ урынында, әҙерәк еңел булып ҡалғандай тойолдо. Теге йән эйәһе һаман йөрөй, иҙәнгә баҫып йөрөүенә ҡарағанда, оло кеше кеүек. Был өй эйәһеме, әллә берәй енме, эстән генә бер туҡтауһыҙ “Бисмилланы” ҡабатлайым. Ҡапыл “уны” күргәс ҡурҡыштан йөрәк ярылмаҫмы, кем ул? Өй  эйәһе булһа, уға зыяным  теймәгән, моғайын да миңә теймәҫ. Әгәр  урман эйәһе булһа: "Һин нишләп минең ҡарағайҙарҙың ҡанын һурырға йөрөйһөң?" тип берәй нәмә эшләп ҡуйһа?

Мылтыҡты тотоҡанмын да ҡыбырларға ла ҡурҡып ятам. Аяҡ тауышы теге-был яҡҡа йөрөнө лә мейес артына инеп киткәне ишетелде. Мин тиҙ генә тороп ултырҙым, шәмде тоҡандыра һалдым. Мылтыҡты мейес яғына төҙәп, көтәм тегенең сыҡҡанын, нимә булһа булыр, күренгән ыңғайы атам, үлтермәһәм дә, ендәр дары еҫенән ҡурҡҡанын ишеткәнем бар.

Мейес артында ҡыштырлаған тауыш ишетелде,
мылтыҡты шул яҡҡа төҙәп, көсөргәнешле көтәм, йөрәк барабан һымаҡ һуға. Мейес артынан ҙур ҡомаҡ  килеп сыҡмаһынмы! Тертләүҙән нисек атып ебермәгәнмендер, ҡомаҡ тиҙ генә тишектән иҙән аҫтына төшөп китте, бер иҙән таҡтаһы ҡыҫҡараҡ ине. Ҡомаҡтар күберәге мал фермалары, ашханалар янында йәшәй, бында ҡайҙан килеп сыҡҡандыр. Иҙәндә йөрөгәндә кеше атлап йөрөгән кеүек тауыш сығара бит әле. Тишекте утын менән көпләп ҡуйҙым.

Иртән эшкә сығыр алдынан тишекте кире асып, ит киҫәге һалып, сысҡан ҡапҡанын ҡороп киттем. Төш ҡайтҡанда ҡапҡан тишек янында ята, ите юҡ ине. Төнгөлөккә тишекте көпләп ҡуям, иртән асып ҡапҡан ҡороп ҡуям. Ҡапҡанға эләгә ул, тик бәләкәй ҡапҡандан ысҡына ла ҡуя. Дүртенсе көн, төшкөлөккә ҡайтһам, ҡапҡанға тәпәйе эләгеп, тишеккә һыймай тыпырсына. Тиҙ генә мейес алдында ятҡан утынды алып, ҡомаҡты туҡмай башланым.


Шулай итеп, нисә көн буйы миңә тынғылыҡ бирмәгән “өй эйәһенән” ҡотолдом. Диләнкәләге ҡарағайҙы әрсеп бөткәнсе будкала йоҡлап йөрөнөм, башҡаса мине маҙаһыҙлап йөрөүсе булманы.

Автор:Мәликә Әхтәмова