Все новости
Литература
20 Июля 2021, 22:35

Михнәттәр

ХикәйәТалха ҒиниәтуллинТал теҙгескә бер нисә бөртөк ваҡ алабуға, бүтән балыҡтар кейҙереп эңерләтеп кенә йылға буйынан ҡайтып киләм. Ғәҙәттә баҡса арттарынан ғына йөрөй торғайным: үтә лә әҙ балыҡ тотҡаныма һәм ауыл өсөн мәшәҡәтле осорҙа балыҡ ҡармаҡлау һымаҡ юҡ менән булышыуыма — ялда булһам да — ауылдың бик өнәмәй ҡараған ҡыҙыҡһыныусан тәҙрәләре араһынан үтеү нисектер оят һымаҡ. Ә бөгөн урам буйлап киләм, сөнки ваҡыт һуң, ҡараңғыла мине берәү ҙә танымай. Йорттарҙа ут яна, кешеләр киске яҡтылыҡҡа йыйылып үҙҙәренең өй мәшәҡәттәренә сумған.

Михнәттәр
Михнәттәр

Үҙем тыуған һәм бала сағымды үткәргән урамдың яртыһын үткәйнем инде, яңы биш мөйөшлө йорт яғынан ҡапыл ҡысҡырҙылар. Боролғайным, ҡапҡа янындағы
эскәмйәлә яңғыҙы ғына ултырған кешене шәйләнем. Барҙым, иҫәнләштем. Оло гына йәштәрҙәге кеше ине был, йөҙө таныш та һымаҡ, үҙе лә мине төҫмөрләргә тырышып текәлеп ҡарай, оҙаҡ һәм ныҡ итеп ҡулымды ҡыҫты. Исемен һис хәтерләй алмайым, байтаҡ йылдар ҡалала йәшәгәс ни, онотолған.
— Ултыр, саҡ ҡына ял итеп кит, — тине ул.
Мин эскәмйәгә сүгәләнем, ҡасан ҡайттың, оҙаҡҡамы, ғаиләң менәнме, әллә үҙең генәме, тигәнерәк төрлө һорауҙарына яуап бирәм, үҙем ҡарттың йөҙөнә иғтибарлап ҡарайым. Сығыбыраҡ торған яңаҡ һөйәктәре, әлегә ҡартлыҡ ҡағылмаған сағыштырмаса шыма йөҙ, шаҡтай һағышлы күҙҙәр, ирендәрендә һәм ауыҙы тирәһендәге йыйырсыҡтарҙа аҡыллы-мут йылмайыу һирпелә, йылмайғанда тигеҙ аҡ тештәре, теш ҡаҙналары күренеп ҡала. Ҡыҫҡаһы, уның аҡыллы, йор һүҙле, шул уҡ ваҡытта теремек зат икәнен шәйләүе ҡыйын түгел; башында егеттәрсә ҡырын һалынған өр-яңы эшләпә, эшләпә ситенән ҡыҫҡа гына ҡалдырып алынған аҡ сәстәре күренеп тора. Өҫтөндә — яҡшы пинжәк, аяғында — калуш, йыйып әйткәндә, ярайһы уҡ тәрбиәле, үҙенән, үҙенең тормошонан, көткән донъяһынан ҡәнәғәт бер ҡарт.
— Танымайһыңмы әллә? — тине ул минең һаман да үҙенә текләгәнде һиҙеп.
— Танып етмәйем шул.
— Бәй, бәй, нисек? Бер урамда йәшәнек тәһә. Ғәлиәхмәт мин. Скрипкасы Ғәлиәхмәт, һуғыштан һуң Аҡһаҡ Ғәлиәхмәт тип тә йөрөттөләр. — Ул усын һул ботона һуғып алды. — Немецтың шартлатҡыс пуляһы эштән сығарҙы.
Хәтергә әллә ҡасанғы ваҡиғалар, ярым онотолоп бөткән хәлдәр, өҙөк-йыртыҡ күренештәр килгәндәй булды, әммә уларҙан ниндәйҙер бөтөн, асыҡ ҡына нимәлер төҫмөрләү ауыр: ергә һеңгән тәпәш өй, бәләкәй баҡсала селек ҡыуағына йәшенгән ваҡ тәҙрәләр; тараҡандар йүгерешкән стенаға эленгән скрипка һәм һыҙғыс; ауылдағы бөтә туйҙарҙа, мәжлестәрҙә буяуы ҡупҡан иҫке скрипкала уйнаусы тәбәнәк кеше; уйнаған саҡта һоро
һағышлы күҙҙәре ҡайҙалыр ситкә төбәлер, ирендәренә еңелсә генә йылмайыу һирпелер ине, ә скрипкаһы һағышлана, ниҙер һөйләй... Ғәлиәхмәт ағай! Күпселек ауылдаштарымды яҡшы иҫләйем, ә бына Ғәлиәхмәт ағай нисектер иҫтән сыҡҡан. Күрше онотолмаҫҡа тейеш ине лә, нишләйһең, хәтер бөтәһен дә үҙендә тота алмай шул.
— Китабыңды уҡыным. Тик бына шуныһына төшөнә алмайым: һин кем тураһында яҙаһың ул?
— Бер кем тураһында ла түгел. Ул бит уйлап сығарылған тарих, баштан алынған тигәндәй...
— Нисек инде баштан алынған? Һин тегендә уйлап сығараһың, ә беҙ бында бөтә ауыл менән аптырашабыҙ: был әллә Әхмәтйәрҙең ҡыҙы Нажиә, әллә Зиннур ҡыҙы Сания, һин башыңдан яҙма, тормоштан яҙ, тормоштоң үҙен яҙ. Ҡайсаҡ, хет шартла, кеше менән уйлап та сығара алмаҫлыҡ нәмәләр булып ҡуя. Бына мин ун өс йәшемдә атай-әсәй менән Ҡустанайға барҙым, бер бай урыҫҡа батраклыҡ иттек. Ауылдан ете кеше сығып киткәйнек, өсәүебеҙ генә әйләнеп ҡайтты. Нисек ҡайтҡанды, юлда ниндәй михнәттәр күргәнде ҡайсаҡ кешеләргә һөйләйем, ә тегеләр тыңлай ҙа илай... Бик ашыҡмаһаң, һиңә лә һөйләйем. Ултыр, китапҡа яҙырһың.
Ашыҡмай буламмы — арыттырған, ҡорһаҡ та ас — тыңларға ла, һөйләшеп ултырырға ла һис теләк юҡ. Нимә генә тиәйем инде? Ниндәй генә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күренмәһен, тормоштағы бөтә хәл-ваҡиғаны шул көйө генә китапҡа яҙып булмай шул. Ошондай хәлдәр хаҡында быға тиклем дә байтаҡ һөйләшеүҙәр булғайны, бөтәһе лә китапҡа тормошто, аныҡ кешеләр тураһында яҙыуҙы талап итә, уларға китаптың нисек ижад ителергә тейешлеген аңлата башлаһам, бер кем дә аңларға теләмәй. Кем белә инде, бәлки, ошо аңламауҙа, ошо бер ҡатлылыҡта ниндәйҙер хаҡлыҡ, дөрөҫлөк тә барҙыр. Теге йә был ваҡиға, берәйһенең тормошонда булған айырым хәл, Ғәлиәхмәт ағай әйтмешләй, «баштан алынмаған» хикәйә йәки хәбәр, әллә ни ҙур проблема күтәрмәһә лә, нотоҡ уҡылмаһа ла, уҡыусыға ҡыҙыҡ булыуы бик мөмкин бит. һәм бына мин, иғтибарһыҙ, теләр-теләмәҫ кенә, Ғәлиәхмәт ағайҙың ниндәйҙер янғын тураһында бигүк
ҡыҙыҡ булмаған хәбәрен тыңлайым. Ул янғын егерменсе йылдарҙың башында беҙҙең ауылда булған икән. Түбәнге ауыл тулыһынса янып бөткән, торомбаштар араһында мейес мөрйәләре генә һерәйешеп ҡалған. Ул йәй ифрат ҡоро килгән, баҫыуҙарҙа иген көйгән, урмандар янған, юлдар хәйерселәр менән тулған, мал ҡырылған, кешеләрҙе бет баҫҡан, трахоманан һуҡырайғандар, сирҙән һәм аслыҡтан тотош ғаиләләре менән үлгәндәр.
— Янғындан һуң атай Ҡустанай далаһына зимагорлыҡҡа китергә ниәтләнде, — тип һөйләне Ғәлиәхмәт
ағай, торған һайын минең иғтибарҙы яулап. — «Ҡулға эш эләкһә, тешкә ризыҡ керер». Беҙ ете кеше. Береһенән-береһе ваҡ биш бала: дүрт малай, бер ҡыҙ. Иң олоһо — мин. Ике атыбыҙ бар, уттан ҡалған ваҡ-төйәк: кейеҙ, мендәрҙәр, ҡашығаяҡ, Ҡөрьән, әфтиәк. Ике ғаилә
ҡуҙғалдыҡ: беҙ һәм Ниғмәт ағай, һин уны иҫләргә тейеш, ҡатыны, улы, ҡыҙы. Нисек барғанды һөйләп тормайым, оҙаҡҡа китә, юл аҙабы — гүр ғазабы. Ҡустанайҙа Ниғмәт ағай менән айырылыштыҡ. Ул ғаиләһе менән ары, ҡаҙаҡ далаларына китте, беҙ шундағы бер байға ялландыҡ. Эш етерлек. Иген иктек — урҙыҡ, көлтә бәйләнек, һуҡтыҡ — бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем. Ә көҙгө яҡҡа атай өй беренсә йөрөп мал һуйырға керешеп китте. Эш хаҡына малдың эс-ҡарынын, тояҡтарын, башын ала. Тамаҡ туҡ, йылыла йоҡлайбыҙ, аллаға шөкөр. Шул рәүешле ҡышҡа тиклем йәшәнек...
Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй. Ҡышын атай аяҡтан йығылды, үлә икән тип торабыҙ, һәм бөтә эш минең елкәгә күсте, ә миңә барлығы ун өс кенә йәш. Таң һарыһы менән торам да мал эсерәм, ашарҙарына һалам, аҫтарын таҙартам, өйгә утын индерәм, ҡар көрәйем, ырҙын табағына һаламға, кәбәккә йөрөйөм.
Өҫтә — тишек-тошоҡ көпө, аяҡта — сарыҡ, уныһы үтәнән-үтә туңа ла ҡуя, шунан әйҙә — ағас кеүек шаҡ та шоҡ. Ә хужа риза түгел. Малай ғына эшләй, уның көсө юҡ, өлгөрә алмай, йәнәһе. Эшкә ҡарап түләү ҙә шулай...
 Ул беҙҙең ашауҙы ҡыҫа башланы. Бер атты иткә һуйырға мәжбүр булдыҡ, Ярай, хужабикә ихлас ине, иренән йәшереп кенә бер аҙ итен дә бирә, ононан да өлөш сығара. Өйҙәре ике ҡатлы. Өҫкө ҡаты — бүрәнә, аҫҡыһы — таш. Хужалар үҙҙәре өҫтә йәшәй, беҙ — аҫта. йәйгеһен
аҫта рәхәт ине, һалҡынса, ә бына ҡышҡыһын һыуыҡ. Таш таш инде, күпме генә яҡма, стеналары бер йылынмай. Хужа беҙгә утын бирмәй. Икенсе атты ун ике йөк утынға алыштырырға тура килде. Ошо таш подвалда үҙебеҙҙең ауыл өйөндәге ише йәшәп ятабыҙ, һикеләр, уларға йәйелгән иҫке балаҫтар;
стена буйында майланып бөткән мендәрҙә ауырыу атай ята. Һап-Һары, ябыҡ, оҙон танау ҙа эскә батҡан күҙҙәре генә ҡалды. Шул ҡәҙәре хәлһеҙләнде, ағас ҡалаҡты ла ауыҙына килтерә алмай. Шунда уҡ ҡустылар шаяра,
Хәҙисә һеңлекәш ҡурсаҡ уйната, иҙәндә ике йәшлек ыштанһыҙ энекәш шыуыша. Әсәй — мейес янында. Төтөн, һыуыҡ, өшәнес...
Бер көн атай бөтөнләй насарланды. Мине, Хәҙисәне, биш йәшлек ҡустыны эргәһенә саҡырҙы ла ишетелеришетелмәҫ тауыш менән былай тине: «Балалар, бына нәмә, мин үлеп-маҙар китһәм, һеҙгә әсәйегеҙ менән генә ҡайтырға тура килер. Юлда төрлө хәл булыуы бар, юл хәлен белеп булмай, юғалыуығыҙ ҙа бар. Шуға күрә адресты иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, ныҡ ҡалдырығыҙ, ятлап алығыҙ: Тамъян-Ҡатай кантоны, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Учалы волосы, Ураҙ ауылы. Минең арттан ҡабатлағыҙ», һәм беҙ уның артынан ҡабатлайбыҙ: «Тамъян-Ҡатай кантоны...»
Бәхеткә ҡаршы, атай үлмәне. Ярты ҡыш үткәс, һауыға башланы. Ә яҙына бөтөнләй аяғына баҫты, эшкә тотондо. «Бына, балалар, тыуған яҡ — алтын бишек, сит яҡ — насар бишек тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Эшләрбеҙ, аҡсаһына ат һатып алырбыҙ, унан ҡайтыу яғына юлланырбыҙ. Ер һөрөрбөҙ, сәсеп, үҙебеҙҙең икмәкте ашарбыҙ».
Яҙын, ысынлап та, бик йәш тә булмаған ҡола бейә һатып алдыҡ, арбаға мендәрҙәрҙе, кейеҙҙе, ҡашығаяҡты, бер тоҡ арыш онон тейәп,-һеңлекәш, ҡустыларҙы ултыртып ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ... Яҙ көнө дала буйлап барыуы күңелле, ер еҫе килә, тыуған яҡтан йылы елдәр иҫә. Һабантурғайҙар һайрай, күктә төйлөгән өйөрөлә, өңдәре ауыҙында йомрандар ултыра, беҙгә ҡарайҙар ҙа шуҡ малайҙар шикелле, һыҙғыралар. Былтырғы кипкән, ергә түшәлгән үләндәр араһынан йәш үләндәр ҙә күренә.
Беҙгә, балаларға, бөтәһе лә ҡыҙыҡ, мәрәкә. Хатта ике йәшлек энем, ҡыш буйы урам күрмәгән бала — сығырға кейеме булманы — даланан күҙен ала алмай, нимәгәлер шатлана, үҙенсә ләпелдәй, көлә. Килә торғас, атай ҙа күңелләнеп китте, йыр башланы, әсәйҙең дә йөҙөндә шатлыҡ: сит яҡтағы ауыр ҡыш, ниһәйәт, артта ҡалды, барыбыҙ ҙа иҫән-һау, Тыуған илгә ҡайтып барабыҙ. Ҡустанайға еткәс, ҡала ситендә, Тубылдан йыраҡ түгел, иҫке ел тирмәне янында, туҡтаныҡ. Бейәне тышап үләнгә ебәрҙек. Атай арбаның тәртәләрен күтәреп арҡалыҡ менән бәйләне лә өҫтөнә балаҫ ташланы, аҫҡа кейеҙ йәйҙе — ҡыуыш хасил булды. Төндө шунда йоҡланыҡ, иртәнсәгенә атайым менән ҡала баҙарына киттек. Баҙар шаулай, халыҡ күп. Берәүҙәр һата, икенселәр ала, өсөнсөләр һатмай ҙа алмай ҙа, ә һатыулаша ғына. Кемдәр генә юҡ бында! Дөйәләр менән, буйлы-буйлы бишмәтле, төлкө бүрекле ҡаҙаҡтар, ялан башҡорттары, сабыр Себер татарҙары, нәғәйбәктәр, сиғандар... Урыҫты әйтеп тораһы ла түгел, һәр ерҙә ас, кергә ҡатҡан һуҡбайҙар темеҫкенә, кеҫәләргә төшә, ауыҙыңды асып йөрөһәң, хәҙер һуңғы тинеңә тиклем сәлдерәләр. Милиция тентеүҙәр ойоштора: һыҙғырыу, йүгереү, ҡасыу, ҡайһыһылыр: «Тотоғоҙ!» — тип ҡысҡыра. Ярлы-ябаға, хәйерселәр ҙә
етерлек, ҡулдарын һуҙалар, ауырыу-зәғиф ерҙәрен күрһәтәләр. Ҡойма янындағы сепрәк-сапраҡ өйөмө араһында әллә аслыҡтан, әллә ауырыуҙан бер ҡарсыҡ үлеп ята... Беҙ баҙар буйлап йөрөйбөҙ, атай ниндәйҙер туҡымаларҙы тотҡолай, аҡсаһы булған кешеләй ҡулына алып яҡтыға күтәреп ҡарай (эйе, бейә алыуҙан ҡалған аҡса бер аҙ бар, тик әсәйем уны хужалыҡ кәрәк-ярағына кәрәк булыр тип йыйып ҡуйған: өй йүнәтергә тейешбеҙ, бәлки, кәзәгә лә етер), ҡарай ҙа ысынлап һатыулашырға керешә. Мин ауыҙҙы асып тик йөрөйөм, миңә барыһы ла ҡыҙыҡ. Атайым ваҡыт-ваҡыт: «Ҡалма, әтеү был беспризорник икән тип тоторҙар ҙа приютҡа алып китерҙәр», — тип иҫкәртә, йөрөй торғас, бына ғәжәп, беҙҙең менән Ҡустанайға киткән, унан ҡаҙаҡ далаларына юлланған Ниғмәт ағайҙы осраттыҡ. Ҡыуанысыбыҙҙың игесиге юҡ. Ниғмәт ағай ҙа шат. «Ай-ай, ҡайҙан киләһегеҙ, ниндәй елдәр ташланы?» — «Хәҙер мин Ҡустанайҙа. Ә һеҙ нисек?» — «Беҙ ҡайтып барабыҙ. Әйҙә беҙҙең менән». — «Юҡ, булмай, ҡайтмайым (бер йылдан барыбер ҙә ҡайтты)». — «Ғаиләң ни хәлдә? Гөльямал? Бөтәһе
лә иҫән-һаумы?» — «Ғаилә юҡ инде хәҙер. Юғалттым, — тип яуаплай Ниғмәт ағай. — Гөльямал менән ҡыҙыҡай теге яҡта үлде. Улым ғына ҡалды». — «Әйҙә беҙгә, — ти атайым. — Беҙ ҡала ситендә, ел тирмәне янында ғына». Өсәүләп туҡтаған еребеҙгә әйләнеп ҡайттыҡ. Әсәйем утта нимәлер бешерә, шунда уҡ һеңлекәш, энекәштәр уйнай, саҡ ҡына арыраҡ ҡола бейәбеҙ утлап йөрөй. Ниғмәт ағай ҡаҙаҡ далаһында ҡатыны, ҡыҙы нисек үлгәнен яңынан һөйләне, беҙ тағы ҡайғырыштыҡ, әсәйем хатта илап та алды — тыныс, ихлас Гөльямал апай барыбыҙға ла йәл ине. Ниғмәт ағай беҙҙең янда йоҡларға ҡалды, ә иртәнсәк ҡалаға китте һәм беҙ уны Ҡустанайҙа бүтәнсә күрмәнек.
Әгәр кеше дөрөҫ юлдан бер ситкә тайпылһа, ул артабан шул юлдан төртөлгәнсе бара ла бара икән. Атайым ҡайтыу яғына юлды дауам итер урынға Ҡустанайҙа бер аҙ тотҡарланырға булды. Ниәте — баҙарҙа алыш-биреш менән шөғөлләнеү. Аҡса эшләй, йәнәһе. Ҡайҙандыр сөгөн плитәнең түңәрәктәрен табып алды ла баҙар утына сумды. Мин унан ҡалмайым. Нимә менән генә һатыу итмәйҙәр бында! Тутыҡ ҡаҙаҡтан алып кырандасҡа тиклем — бөтәһе лә бар. Өҫ-баш, аяҡ кейемдәре. Берәүһенең һыңар итегенең олтаны юҡ, икенсеһенең төпләнгән быймаһын көйә ашап бөтә яҙған. Оялмай шуны ла сығарған бит әле. Арыуыраҡ әйберҙәр ҙә күренә. Уларының инде хаҡтары ла арыуыраҡ. Даға ҡағылған шәп итектәр, әйтәйек. Беҙ иртәнән кискә тиклем шунда, шулар араһында буталабыҙ, әммә беҙҙең сөгөн түңәрәктәрҙе алыусы юҡ. Арып-талып һуң ғына ҡайтабыҙ ҙа ауабыҙ. Иртәнсәк — йәнә баҙар. Әсәйем атайымды әрләй, ҡайтайыҡ, ти, ҡышҡа тиклем йорт өлгөртөргә, хужалыҡты ҡарарға кәрәк, ти. Атайым: «Өйрәтмә, ир — баш, ҡатын — муйын. Нимә эшләрҙе мин һинән яҡшыраҡ беләм!» — тип ҡырт
киҫә. Сөгөн түңәрәктәрен тота ла йәнә баҙарға китә. һатып алырҙар, байырмын, тип өмөтләнә һаман... Бер шулай этелеп-төртөлөп баҙарҙа йөрөгәндә бер таныш зат күҙгә салынды. Ҡатын кеше. Эргәмдән генә үтеп китте бит. Ҡайҙа күрҙем һуң әле, тип уйлайым.
Тот та йүгер артынан, ҡыуып етеп алдына сыҡтым да йөҙөнә ҡараным: Гөльямал апай! Эйе, эйе, ҡыш көнө алыҫ ҡаҙаҡ далаһында үлгән ҡатын, Ниғмәт ағайҙың
ҡатыны! Күлдәге күкрәгенән итәгенә ҡәҙәр йыртыҡ, бер ҡулы менән шул йыртығын тотоп яланғас тәнен ҡапларға тырыша; бер аяғында ҡуңысы туҙып бөткән сарыҡ, икенсеһендә — тишек калуш. Сәстәре туҙышҡан, йөҙө һыҙырылған, күҙ төбө күк, күҙ ҡараштары йортһоҙ-өйһөҙ хужаһыҙ эттеке кеүек... «Гөльямал апай!» — тим. Был туҡтаны ла миңә ҡарап тора башланы. Танымай. «Улым, мине ҡайҙан беләһең?» —ти. «Нисек белмәйем ти, һин бит Гөльямал апай, — мин Ғәлиәхмәт, Шәйәхмәттең улы». — «Ай-ай, — тип аптырай был. — Ысынлап та Ғәлиәхмәтме? Йөҙөң таныш һымаҡ шул.
Атайың менән әсәйең ҡайҙа?» — «Әсәйем арба янында ҡалды, атайым бында, баҙарҙа, ана тегендәрәк». Шулай тинем дә атайым янына йүгерҙем. Ул ниндәйҙер ирекәй менән һатыулаша ине. Теге ир еп менән бәйләнгән түңәрәктәрҙе тотҡан да ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер һөйләй, аңлата, ә атайым аптыраған кеше була, ризалашмай — осһоҙ хаҡҡа биргеһе килмәйҙер инде. Ирекәй ҡулын ҡуйынына тыға, түш кеҫәһенән аҡса сығарырға самалайҙыр, ахыры, әммә атайым түңәрәктәрҙе тегенең ҡулынан тартып ала. Шунан йәнә һатыулашырға, бер-береһенә ҡысҡырырға керешәләр. «Атай! — тим мин уға. —
Атай, мин Гөльямал апайҙы осраттым!» Ул боролоп та ҡарамай, һаман тегенең менән һатыулашыуын белә. Мин
уның еңенән тартам: «Атай! Мин Гөльямал апайҙы күрҙем». — «Туҡта, ҡамасаулама әле, бынау менән һөйләшеп бөтәйем, — ти, шунан миңә ҡарай: — Ниндәй Гөльямал тағы? Уны бит ҡаҙаҡ далаһында үлде, тигәйне Ниғмәт». — «Юҡ, үлмәгән. Ана тора». — «Булмаҫ, берәйһе менән бутайһыңдыр». Теге ирекәй, быны ризалатып булмаҫтыр, ахыры, тип китеп барҙы, атайым Гөльямал апай янына килде. Гөльямал апай атайымды күрҙе лә
буҫлығып илап ебәрҙе. «Был һинме, Гөльямал? — тип аптырай атайым. — Ә Ниғмәт беҙгә һине үлде тинесе».

—Үлһәм яҡшыраҡ булыр ине, — тип һаман һьгктай Гөльямал апай. — Ул бит ҡыҙым менән мине ҡаҙаҡтарға
һатып китте. Ҡыҙымды минән айырҙылар ҙа ҡайҙалыр далаға олаҡтырҙылар. Нисек ҡасҡанымды, нисек Ҡустанайға килеп еткәнемде Алла үҙе генә белә».
Беҙ уны тирмән янына алып ҡайттыҡ, ашаттыҡ. Ниғмәт ағайҙың уны нисек бай ҡаҙаҡтарға һатҡанын Гөльямал апай илай-илай һөйләй. Ул ҡаҙаҡ көн күрһәтмәгән, мыҫҡыл иткән. Быға түҙмәй Гөльямал апай бер көн далаға ҡасҡан, әммә ҡаҙаҡ уны ат менән ҡыуып еткән дә сыбыртҡы менән ярып кире алып ҡайтҡан, Гөльямал апай йәнә ҡасҡан, далала ҡунған, үләндәр араһында, соҡорҙарҙа йәшенеп ятҡан, үлән ашаған, өшөгән, нисек етте шулай Ҡустанайға килеп еткән. Әсәйем һыу эҫетеп уны йыуындырҙы, сәсен тараны, үҙенең иҫке күлдәген, яулығын бирҙе. «Ярар, Гөльямал, ул тиклем дә бөтөрөнмә, Ниғмәт бында, Ҡустанайҙа, табырбыҙ»,— ти атайым.
Әммә Гөльямал апай ире тураһында ишетергә лә теләмәй: «Юҡ инде, ул мине мал урынына һатып китһен дә, мин яңынан уның менән йәшәй башлайыммы? Өйгә ҡайтып ҡына етәйем, яңғыҙ кисек тә көн итермен әле».
Ул беҙҙең менән ҡалды, әсәйемдең кейемен кейҙе, наҡыҫ ҡына ризығыбыҙҙы уртаҡлашты. Аңраның ауыҙынан икмәге төшә ти... Гөльямал апай
килгәндең иртәгеһенә мин ниндәйҙер ауыр тойғо менән уяндым. Одеялды асҡайным — һыуыҡ, үләндәргә ысыҡ төшкән, янған усаҡ янында әсәйем менән Гөльямал апай тапана, минең менән бер одеял аҫтында йоҡлаған ҡустылар, һеңлекәш мышнай. Атайым, ниңәлер, күренмәй. Бөтәһе лә ҡәҙимгесә һымаҡ, шулай ҙа һиҙәм: ниндәйҙер бәлә килгән. Әсәйемдең йөҙөнән аңлағанмындыр йәки ҡайғы уның аша миңә лә күскәндер... Торҙом. Усаҡ янына килеп әсәйемдән һорайым: «Атайым ҡайҙа?» — «Атайың атты эҙләп китте. Эй, улым, төнөн атты алып
киткәндәр бит. Йоҡлап ҡалғанбыҙ»,— тип яуапланы әсәйем иламһырап.
Атайым арып-талып кискә генә әйләнеп ҡайтты. Бөтә тирә-яҡты ҡараған, ауыл-утарҙарға ингән, дала буйлап йөрөгән, әммә ҡола бейәнең эҙенә төшә алмаған...
Ат юғалыуы оло ҡайғы ине беҙгә. Тамаҡҡа аш барманы. Ә яңы ат алырға хәлебеҙ юҡ. Бәлки, табылыр, тигән ниндәйҙер өмөт бар ине әле, көн һайын далаға сыҡтыҡ,
Тубыл йылғаһының яры буйлап йөрөнөк, осраған бер
кешенән һораштыҡ. Бер кем дә күрмәгәйне, бер кем дә беҙҙең ҡола бейәне осратмағайны, әйтерһең, беҙҙең ат бер ҡасан да булмаған. Бигерәк тә атайым ҡайғырҙы, ябыҡты, бит-йөҙөн ҡара һаҡал-мыйыҡ баҫты. Баҙарға бүтән йөрөмәнек. Аҡсаһыҙ баҙарға барғансы кәфенһеҙ
ҡәбергә инеп ят. «Ярлы ауыҙына ҡалаҡ килтергәнсе танауынан ҡан китә, — тип ауыр көрһөнә атайым. — Күрәһең, бында бөтәйә алмабыҙ, булғанын ғына юғалтып бөтөрбөҙ. Ҡайтырға кәрәк». Арбаға әлеге шул кейеҙ-мендәрҙәрҙе, ҡашығаяҡты, Ҡөрьән, әфтиәкте тейәнек, ҡустыларҙы, һеңлекәште ултырттыҡ, атайым, әсәйем, Гөльямал апай ат урынына егелде, мин арттан этәм һәм беҙ Ҡустанайға ҡарай юлға сыҡтыҡ. Барып еткәс, арбаны ташларға тура килде. Өс көн станцияла яттыҡ — поезға эләгә алмайбыҙ.
Тупикта тауар вагондары тора, бер заман халыҡ шуға тула башланы. Барыһы ла беҙҙең һымаҡ зимагур, барыһы ла ҙур-ҙур тоҡтар, төйөнсөктәр менән. Яҡташтар — башҡорттар ҙа күренә. Иртәгә поезд беҙҙең яҡҡа китә, имеш, тигән хәбәрҙәр ишетелә. Атайым билет алды һәм беҙ үҙебеҙҙең мендәр-кейеҙҙөрҙе күтәреп вагон эсенә кереп урынлаштыҡ, поездың китерен көтә башланыҡ.
Төн етте, иртәнсәк уянһаҡ, һаман Ҡустанайҙа ултырабыҙ. Вагондан сығыу юҡ, тороп ҡалырбыҙ, тип ҡурҡабыҙ. Сәй ҙә ҡайнатмайбыҙ. Бына, ниһәйәт, төш тирәләрендә вагондар һелкенде, тимер тәгәрмәстәр шығырланы һәм беҙ дөбөр-шатыр яй ғына ҡуҙғалып киттек. Ҡыуаныстың сиге юҡ. Иртәгә үк өйҙә булабыҙ, әйтерһең.
Бер әсәйемә генә ҡыйын: ул беҙҙең һымаҡ, бер ҡасан да был сөгөндә йөрөмәгән, уның башы әйләнә, күңеле болғана, вагондар бына-бына ауып китер тип ҡурҡа... Ә беҙгә, бала-сағаға, ҡыҙыҡ, мәрәкә. Көнө буйы дала буйлап йөҙҙөк, вагондың асыҡ ишеге аша ҡарап барҙыҡ, икһеҙ-сикһеҙ дала, ҡылған, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған
Ҡустанай далаһы артта ҡала бара, ҡала бара.. Шулай ҙа шәп барабыҙ, тип әйтерлек түгел, поезд бәләкәй генә станцияларҙа ла туҡтай, ҡайсаҡ дала уртаһында ла туҡтап ҡуя. Килә-килә, поезға өйрәндек, һыу алырға ла, хәжәткә лә сығабыҙ. Бер тәүлек тигәндә саҡ Троицкиға килеп еттек. Беҙҙең поезды тупикка индереп ҡуйҙылар. Бер көн үтте, ике көн, аҙна — беҙҙе бөтөнләй оноттолар. Атайым станцияға барып начальниктары менән һөйләшеп килде. Көтөгөҙ, тигәндәр. Көтәбеҙ. Вагонда өйҙәге ише йәшәйбеҙ: иҙәндә кейеҙ, стена буйына түбәгә ҡәҙәр мендәр-одеялдар, башҡа сепрәк-сапраҡ
өйөлгән. Малайҙар һикерә, ырғый, йүгерә, Хәҙисә ҡурсаҡ уйнай. Әсәйем менән Гөльямал апай тимер юл эргәһендә генә усаҡ яғып ыумас бешерә. Атайым урамда яҡташ башҡорттар менән һөйләшә.
Станция аша поездар үтә. Уларға төрлө нәмәләр тейәлгән, тоҡтар ҙа күренә. Ә тоҡтарҙа — кукуруз. Ҡайһы берҙәре тишек, тишектән кукуруз ергә ҡойола. Беҙгә артыҡ тамаҡ булмаҫ өсөн Гөльямал апай үҙенә ризыҡ йүнләү сараһын тапты, ҡойолған ошо кукурузды йыя ла, таш менән ватып, кукуруз бутҡаһы бешерә. Бутҡа беҙгә оҡшай, Хәҙисә менән мин дә станцияға барып кукуруз йыябыҙ.
Ҡайғы ҡайҙа ла ҡыуып етә шул инде. Бер көн биш йәшлек ҡустым ауырып китте. Ут һымаҡ яна. Атайым доға уҡый. Ышанғандыр инде. Бала сирләй икән, тимәк, йөрәгенә нимәлер булған, күҙ тейгән йә ҡурҡытҡандар.
Өйҙә, беҙ сирләгән саҡтарҙа, әсәйем һыу алып йөрөгән ижауҙа ҡурғаш иретеп, уны һыуыҡ һыулы туҫтаҡҡа һала торғайны. Ҡурғаш ҡата, ул берәй төрлө хайуанға йә кешегә оҡшай. Әгәр ул кәзәгә оҡшап ҡатһа, баланы кәзә ҡурҡытҡан булып сыға. Ошо ҡурғашты ауырыған баланың муйынына аҫалар — бала һауыға. Ишек тотҡаһын сайҡаған һыуҙы эсерәләр. Ә бында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡурғаш та, ишек тотҡаһы ла юҡ... Ҡустым көнө буйы сәсрәп ауырыны ла төндә үлде. Ул йылдарҙа крәҫтиән ғаиләләрендә бала-саға йыш үлә торғайны, ул тыуым һымаҡ ғәҙәти күренеш ине. Алла бирҙе, Алла алды. Шуға күрә әллә ни ныҡ ҡайғырманылар ҙа, иламанылар ҙа шикелле. Әсәйем генә, мосолман зыяратына күмәйексе, тип ныҡышты. Троицкиҙа мосолман
зыяраты бар, әммә станциянан йыраҡ. Ерләргә китерһең — паровоз биреп ҡуйырҙар... Атайым ҡайҙалыр барып килде, кәрәк тапты, тупиктан йыраҡ түгел ерҙә,
асыҡлыҡта, ҡәбер ҡаҙҙы. Әсәйем менән Гөльямал апай ҡустымдың мәйетен йыуҙы, сепрәккә төрөп, ҡәбергә килтерҙеләр. Сит яҡтың һары балсыҡлы еренә һалып күмдек, дымлы тупраҡ өҫтөнә таҡта киҫәге ҡаҡтыҡ, атайым доға уҡыны һәм вагонға киттек. Беҙ, балалар, хәҙер
дүртәү ҡалдыҡ. Иң олоһо мин, Хәҙисә, ете йәш, ике йәшлек энекәштәрем. Бер тамаҡҡа кәменек... Йәнә бер
көндән паровоз бирҙеләр, беҙ артабан ҡуҙғалдыҡ. Яй, үтә яй барабыҙ. Поезд күп туҡтала, етмәһә, ҙур
станцияларҙа беҙҙе тупикка индереп ҡуялар. Шулай ҙа яланғас дала бөттө, ҡайындар күренә башланы, күлдәр ялтырашты, унан ҡалҡыулыҡтар китте. Оҙаҡламай йыраҡта Урал тауҙарының зәңгәрһыу һырттары шәйләнде. Ә поезд һырттар буйлап һөйрәлгәндә беҙ ишек янынан китмәйбеҙ — тауҙарҙы, урманды, бейек үләндәрҙе ҡарап барабыҙ. Һәм бына Запрудовка. Бынан беҙҙең ауыл йыраҡ әле,
шулай ҙа беҙҙең тарафтар. Шуныһы, был тирә бөтөнләй ҡырағай урман, ҡарағай ҙа шыршы, тауҙары ла беҙҙәгенән бейегерәк, иген баҫыуҙары юҡ. Артабан тар тимер юлы китә. Тирлән заводына тиклем нисек барырға?
Пассажир поездары йөрөмәй, онотҡанда бер үткән тауар поездарына ултыртмайҙар. Әйбер-төйөнсөк, бәләкәй балалар булмаһа, берәй төрлө эләгергә тырышыр инек әле, буферҙа булһа ла тигәндәй... Бер көн ятабыҙ был Запрудовка тигәндәрендә, ике
көн. Станцияның бәләкәй генә йортоноң бер мөйөшөн биләнек тә кейеҙҙе, балаҫтарҙы иҙәнгә йәйҙек: төнөн шунда йоҡлайбыҙ, көндөҙ беҙ, малайҙар, уйнайбыҙ, Хәҙисә үҙенең сепрәк ҡурсағы менән булаша, әсәйем менән Гөльямал апай тамаҡҡа бешерә, бетле кейемдәребеҙҙе ҡайната, атайым станция начальнигына барып поезд тураһында белешеп йөрөй...
Һиҙҙермәй генә йәй ҙә етеп килә, урман-туғайҙарҙа еләк бешә. Запрудовка мәрйәләре еләккә йөрөй башланы. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, беҙ ҙә киттек. Әсәйем, Гөльямал апай, Хәҙисә, мин. Атайым менән ике энекәш станцияла ҡалды. Әсәйем менән Гөльямал апай бәләкәй
биҙрәгә йыя, мин, Хәҙисә — көрөшкәгә. Беҙ йыйыуға ҡарағанда күберәк ашайбыҙ. Үҙебеҙ һаман урман эсенәрәк керә барабыҙ. Ололар саҡ ҡына арыраҡ, беҙ Хәҙисә менән бергә. Бер-беребеҙҙән күҙ яҙҙырмаҫҡа тырышабыҙ, тауыш бирәбеҙ, өндәшәбеҙ, бер тирәгә йыйылабыҙ, унан йәнә таралышабыҙ. Йөрөй торғас, мин күп еләкле бер аҡланға килеп юлыҡтым — урындан ҡуҙғалмай ғына бер биҙрә йыйырлыҡ! Хәҙисә минән арттараҡ ҡалған икән, шуға: «Бында кил, еләк күп», — тип һөрәнләнем. «Бында ла күп, үҙең кил», — тип яуаплай һеңлекәш. Ул да килмәне, мин дә барманым, айырым йыябыҙ.
Мин унан күҙ яҙҙырмаҫҡа тырышам. Шулай ҙа йөрөй-йөрөй мин уны нисектер оноттоммо, әллә яландан
ситкәрәк киттемме, үҙем дә аңламайыраҡ ҡалдым, иҫкә төшөп боролһам, теге күренмәй. «Хәҙисә! — тим. — һин
ҡайҙа?» Яуап юҡ. Әсәйем янына киткәндер, тип уйланым да: «Әсәй!» — тип һөрәнләнем. Әсәйем алыҫта тауыш бирә. Барып таптым тегеләрҙе. «Хәҙисә, һеҙҙең менәнме?» — «Юҡ. Ул бит һинең янда ине». — «Минең янда юҡ шул. Ҡысҡырҙым да, яуап бирмәгәс, һеҙҙең менәндер тип янығыҙға килдем». Әсәйем менән Гөльямал апайҙың ҡоттары алынды: «Аҙашҡан!» Еләк ҡайғыһы китте, күмәкләп Хәҙисәне эҙләргә тотондоҡ. Бына ошонда ғына ине, тим, анау аҡланда. Шул аҡланда эҙләйбеҙ, ә аҡлан бер ҡайҙа ла юҡ. Тегендә барабыҙ, бында, барабыҙ - йөрөй-йөрөй килгән йүнәлешебеҙҙе
юғалтып үҙебеҙ аҙаштыҡ. Ҡысҡырабыҙ, исемен әйтеп һөрәнләйбеҙ, әммә тауыш та юҡ, үҙе лә юҡ. Әсәйем илай, мин дә илайым. Сабыулай торғас бер аҡла!нға килеп сыҡтыҡ. Унда Запрудовканың ике мәрйәһе еләк йыя. «Кескәй генә бер ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?» — тип һорайбыҙ. «Юҡ, күрмәнек». Үҙебеҙҙең станцияла ятҡанды, еләккә тип килеп ҡыҙыҡайҙы юғалтыуыбыҙ хаҡында һөйләйбеҙ. Мәрйәләр баш сайҡай: «Батюшки, батюшки!»
Был урманда элек тә балалар юғалғанын, бандиттар йәшенеп ятҡанын һөйләйҙәр. Ҡурҡыу тағы ла көсәйә.
Урман буйлап йүгерәбеҙ, ҡысҡырабыҙ, илайбыҙ, үҙебеҙ аҙашып ҡуйыуҙан да ҡурҡабыҙ. Ә Хәҙисә юҡ та юҡ. Шул арала әллә ҡайҙа китеп өлгөрә алмаҫҡа тейеш
тә һуң, тауышты ла ишетергә тейеш. Яйлап ҡараңғы ла төшә башланы, станцияға ҡайтырға кәрәк. Ҡайтыу тигәндән, беҙҙең берҙән-бер ышаныс-өмөт бар: Хәҙисә берәй һуҡмаҡҡа килеп сығып станцияға үҙе генә китмәнеме икән? Ошо уй менән, шулай ғына була күреүен теләп, беҙ Запрудовкаға ашыҡтыҡ. Инһәк, атайым борсолоп беҙҙе эҙләргә сығырға йөрөй. «Хәҙисә ҡайтманымы?» — «Юҡ, ул һеҙҙең менән киткәйне бит». Әсәйем бөгөлөп төштө, һеңғеҙәп илай башланы, мин дә илайым. Атайым беҙҙе әрләй, һүгә, асыҡ ауыҙҙар, берҙәнбер ҡыҙымды юғалттығыҙ, ти. Әйтмәгән һүҙе ҡалманы. «Ҡайһы тирәлә йөрөнөң, әйҙә күрһәт», — тип ул мине урманға кире алып китте. Барып еткәнсе, ныҡлап ҡараңғы ла төштө. Урман араһында ҡысҡырып байтаҡ йөрөнөк. Атайым менән әсәйем ул төн күҙ ҙә йомманы.
Кеше нимәгәлер ышана бит, кем белә, бәлки, шул өмөт кенә йәшәтәлер әле бәндәне был донъяла... Беҙ иртәгәһе көнгә ышандыҡ. Хәҙисә йөрөр ҙә юлға сығыр, берәйһенә тап булыр, һорашып станцияға килер йәки беҙ уны үҙебеҙ табырбыҙ, тип уйланыҡ. Бына таң да атты. Беҙ атайым менән тиҙ генә тамаҡ ялғаныҡ та йәнә урманға юлландыҡ. Көнө буйы эҙләнек: урман шырлығына ла керҙек, әллә ҡайҙарға барып еттек, әммә һеңлемде таба алманыҡ. Еләк йыйған Запрудовка мөрйәләренән, осраған кешеләрҙән һораштыҡ — береһе лә күрмәгән дә, осратмаған да. Ҡайтманымы икән, тигән уй менән кис
еткереп кенә әйләндек станцияға. Юҡ, ҡайтмағайны. Бына шулай итеп көн һайын урманда йөрөнөк, Хәҙисә юғалғанын бөтә Запрудовка белде, милиция белде, әммә уның табылырына өмөт тә көндән-көн һүнә барҙы. Еләк арҡаһында еләктәй һеңлекәште ҡырыҫ Урал урманы йотто ла ҡуйҙы...
Ҡайғынан әсәйем ҡарайҙы, ҡартайҙы. Хәҙисәнең сепрәк ҡурсағын ҡулына ала ла һыйпай-һыйпай илап тик ултыра. «Ҡурсағы бында ла, ҡыҙым үҙе ҡайҙа һуң? Сәстәрен кем үрер хәҙер? Ҡулымда үлһә, һөйәктәренең ҡайҙа ятҡанын белер инем, исмаһам». Атайым станция начальнигына йөрөй, поезд белешә. Улары, хәлегеҙгә инергә тырышырбыҙ, тиҙәр, ә әсәйем: «Хәҙисә табылмайынса ҡуҙғалаһым юҡ!» — ти.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй икән. Бер көн ете йәшлек ҡустым сирләп китте. Нишләп ауырығанын, нимә менән ауырығанын хәҙер иҫләмәйем дә инде, Запрудовкала
врач йәки фельдшер булырға тейешлеге атай менән әсәйҙең башына ла инеп сыҡмаған. Атай йәнә доға уҡый, ҡустыма шифаят эсерә — химик ҡәләм менән тәрилкә эмаленә ғәрәпсә доға һүҙҙәрен яҙҙы ла шуны һыу менән йыуып төшөрҙө һәм ошо шәмәхә төбөндәге һыуҙы малайҙың ауыҙына ҡойҙо. Әммә доғалар ҙа, шифаят та ҡустыма ярҙам итә алманы. Ул уттай янды, һаташты, ыңғырашты, ниндәйҙер ҡара эттәрҙән ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм өсөнсө көнөнә йән дә бирҙе... Хәҙисәне юғалтыу ҡайғыһы атайым менән әсәйемде шул тиклем ныҡ бөккәйне, яңы ҡайғыға бирелергә уларҙың көсө лә, хәле лә ҡалмағайны шикелле, һәр хәлдә ул тиклем дә ныҡ бөтөрөнмәнеләр һымаҡ. Запрудовкала мосолман зыяраты бар. Атайым кемдәндер кәйлә, кәрәк һорап торҙо ла
ҡәбер ҡаҙҙы, әсәйем менән Гөльямал апай станцияның өйө артына сығып энекәштең кәүҙәһен йыуҙылар, сепрәккә төрҙөләр һәм зыяратҡа алып барып күмеп ҡайттылар. Хәҙер беҙ, балалар, икәү ҡалдыҡ: мин, иң олоһо, ике йәшлек иң бәләкәйе.
Энекәште ерләгәс атайым йәнә станция начальнигына барҙы, уға шулай-шулай тип хәлде һөйләне, ҡыҙҙы юғалттыҡ, малай үлде, ҡайтырға ине бит, ярҙам итегеҙ, тине. Был юлы начальник беҙҙең хәлгә керҙе. Ул: «Ана, юлда поезд тора, оҙаҡламай Тирлән яғына китә, бар,
ултырығыҙ», — тине. Беҙ атайым менән кейеҙҙе, мендәрҙәрҙе начальник күрһәткән поезд янына ташыныҡ, тик әсәйем генә ҡуҙғалырға һис риза түгел: ҡайтмайым, Хәҙисә табылмайынса бер ҡайҙа ла бармайым, тип тик тора. «Бында көҙгә тиклем ултырайыҡмы ни? Адресты ҡалдырабыҙ, табыу менән беҙгә хәбәр итәсәктәр. Ҡайтырға кәрәк», — тип өгөтләй уны атайым. Көскә күндерҙек... Бына йәнә юлдабыҙ, йәнә китеп барабыҙ — барған һайын өйгә яҡыныраҡ, тигәндәй. Тар юл — киң юл түгел шул, үтә яй бара, паровозы ла бәләкәй, көсө юҡ, вагондарҙы саҡ һөйрәй, үҙе һәр бағана төбөндә тигәндәй
туҡтала, уның урынына һыҙғыртыуы хәтәр — тауышына ҡараһаң, Ирәмәлде һөйрәп бара тиерһең. Вагондары ла бәләкәй, һелкенә, ауып барған кеүек. Бала оҙаҡ ҡайғыра белмәй — минең ни күңел күтәренке, тауҙарға, ҡалын урмандарға ҡарап барам. Кордондар артта ҡала, асыҡлыҡта ҡыр кәзәһе йүгерә, ҡуян шырлыҡҡа сума, ҡая башында бөркөт өйөрөлә, юлға йәнәш йылға аға, шаршыларҙа бәрҙеләр һикерешә...
Хәйерсегә ел ҡаршы, тиҙәр. Запрудовканан әллә ни йыраҡ та китеп өлгөрмәнек (кисенә Тирләндә булырғатейеш инек), беҙҙе яңы бәлә һағалап торған — вагонрельстан сыҡты. Беҙ ултырғаны түгел, иң арттағыһы.
Йыуан ғына ҡарағай йығып шуның менән тегене ҡалҡытып саҡ ултырттыҡ. Атайым да ярҙамлашты, мин дә шунда буталдым. Ары ҡуҙғалырға ғына йөрөй инек,
вагон буйлап килгән проводниктар күренде. Билет тикшерәләр икән. Беҙҙән һорайҙар: «Һеҙ кемдәр? Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?» — «Ураҙҙыҡылар, Ҡустанайҙан ҡайтып киләбеҙ». — «Тауар поезына ултырырға кем рөхсәт итте?» — «Начальник». — «Ниндәй начальник? Ҡағыҙығыҙ бармы? Билетығыҙ?» Ә беҙҙең ҡағыҙ ҙа, билет та юҡ... Бер кирегә китһә китә бит ул, алҡымыңдан ала, аҡылыңдан юйҙыра. Поезд юлда осраған ылау түгел, билет алырға йә теге станция начальнигынан берәй төрлө ҡағыҙ яҙҙырып алырға кәрәк булған да бит, ҡайҙа, уға бит баш кәрәк. «Ә, билетығыҙ юҡмы ни? Төшөгөҙ,
хәҙер үк төшөгөҙ!» — тип былар беҙҙе ҡыуа ла башланы.
Яман уҫал ҡыланалар, әйтерһең, үҙҙәренең поезы. «Яҡташ, һин һәйбәт кеше булырға тейеш, аңла, беҙҙең хәл шундай. Запрудовкала ҡыҙыҡайҙы юғалттыҡ, малай үлде...» — «Ярамай, төшөгөҙ!» Оҙаҡламай кейеҙ, мендәрҙәр, төйөнсөктәр, ҡашығаяҡ тышҡа осто... Шуны ғына көткәндәй, поезд да ҡуҙғалды. Нишләйһең, төшөүҙән башҡа сара юҡ. Ә атайым беҙҙе юл уртаһында ҡалдырып китеүҙәренә һаман ышанмай, вагон ишегенә тотоноп поезд менән йәнәш бара, үҙе инәлә, ҡысҡыра: «Аңлағыҙ, хәлгә керегеҙ, зинһар...» Ҡыуып төшөргәс ни, кире ала буламы, әйләнеп тә ҡараманылар.
Шулай итеп беҙ юл өҫтөндә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Ҡайғырыштыҡ, ах иттек, ух иттек, атайым менән әсәйем әйтешеп тә алды, унан кейеҙ-мендәрҙәрҙе, төйөнсөктәрҙе йөкмәнек тә яҙмышыбыҙға буйһоноп тимер юлы буйлап атланыҡ. Ике йәшлек энемде әсәйем күтәрҙе, үҙе һаман
Хәҙисәне һөйләй: «Ниңә генә киттек икән? Урмандан ҡайтһа, беҙҙе таба алмай бит инде». Атайым да һис тыныслана алмай, төшөрөп ҡалдырыуҙарына һаман аптырай — станция начальнигы рөхсәт итте, ә былары ҡыуҙы. Был бит баш-баштаҡлыҡ! Шпалдар буйлап атлау — поезда барыу түгел. Тауҙарҙағы юл да далалағы ише тигеҙ түгел, етмәһә урау-урау. Атайым: «Әгәр тимер юл менән барһаҡ, Тирлән заводына бер ай эсендә лә барып етә алмайбыҙ. Урман юлына сығып Самодуровкаға тура һуҡтырһаҡ яҡыныраҡ булыр», — ти. Юлды белгәндер, күрәһең. Урман юлына төштөк тә әлеге Самодуровка тигәненә ҡарай атланыҡ. Ауылға төнләтеп кенә барып керҙек. бәләкәй генә ауыл икән, бер осонан икенсе осона төкөрөп тә еткерерлек, тигәндәй. Тирәяғы урман да тау, урамдарын бейек сүп үләндәре баҫҡан, ишек-тәҙрәләре арҡыс-торҡос ҡаҙаҡланған өйҙәр ҙә бар. Шунда йоҡланыҡ. Бәлә бер килһә килә бит, төндә бәләкәй энем ауырып китте. Йәнә ҡайғы, йәнә хәсрәт!
Таң атты, ҡунырға индергән мәрйәгә ике мендәр менән йөн балаҫҡа ике кило самаһы болан ите алыштырып (үҙебеҙгә кейеҙ менән бер одеял ғына ҡалды) юлды дауам иттек. Әйберҙәр әҙәйгәс, барыуы еңел. Тирә-яҡ ҡара урман, юлдан бик йөрөмәгәндәр, билдән үлән үҫкән.
Шишмә-маҙар осраһа, туҡтап һыу әсәбеҙ, саҡ ҡына ял итәбеҙ ҙә ары атлайбыҙ. Юлдың осо-ҡырыйы мәңге бөтмәҫ һымаҡ... Бына Егәлге һырты башланды. Бейек, ҡырағай тау. Ун биш саҡрым тауға менәһең, ун биш саҡрым тауҙан төшәһең, һырттары — дөм-ҡараңғы урман, түбәһе — таш өҫтөндә таш, ҡая өҫтөндә ҡая. Кәкре-бөкрө ҡарағас, мүк, көртмәле менән ҡара еләк; ҡая аҫтындағы ҡурай еләгенә барыу ҡурҡыта — айыуға тап булыуың ихтимал. Улар булғандыр тим, сөнки туҙҙырылған ҡырмыҫҡа ояларын мин байтаҡ күрҙем. Ҡыр кәзәһе лә күренеп ҡала, аяҡ аҫтынан, билгә еткән үләндәр
араһынан төрлө ҡоштар осоп китә... Тау үренә атлау ҡыйын. Арыта. Әсәйем ауырыу ҡустымды күтәреп бара, уныһы мыжый, атайым — кейеҙ, юрған артмаҡлаған, Гөльямал апай кейем-һалым, төрлө сепрәк-сапраҡ тултырылған төйөнсөктө йөкмәгән, миндә тоҡ — Ҡөрьән, әфтиәк, ҡашығаяҡ... Кисләтеп Егәлгене артылдыҡ та төнгөлөккә туҡтаныҡ. Башҡорт өсөн урман үҙе бер ҡат тун тиһәләр ҙә, сирле бала, һәр бер ҡыштырлауҙан өрккән ҡатын-ҡыҙ менән ҡырағай урманда ҡуныуы — айһай. Етмәһә, ләпәк, серекәй. Ҡоро-Һары йыйып ҙур ут яҡтыҡ, болан итен бешерергә ҡуйҙыҡ, мәтрүшкә менән сәй ҡайнаттыҡ, көлдә кәлсә бешерҙек. Ут яна, ҡустым мыжый, атайым ултыра, мин ултырам. Ашарға көтәбеҙ.
Күрәм, ут янында ғына бәшмәк үҫә, ап-аҡ, шалҡан кеүек ныҡ, таҙа. Ынтылып өҙөп алдым да ағас ботағына кейҙереп утҡа тоттом — приискылағы урыҫтарҙың грузди тигән бәшмәкте шулай өтөп ашағандарын күргәйнем.
Бешкәс, әсәйемдән тоҙ һорап тегене тоҙланым да ашарға керештем. «Атай, мә тәмләп ҡара», — тим. Атайым бәшмәк эшләпәһенең бер мөйөшөн һындырып ауыҙына ҡапты. Оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ашағас, йоҡларға яттыҡ.
Одеял аҫтына ингәнде хәтерләйем, бер аҙ серем дә иттем шикелле, унан уяндым, ҡара тиргә батҡанмын, тәнем ауыр, һаташам үҙем, һис ҡалҡына, тора алмайым — ҙур булавка менән ергә ҡуша сәнскәндәр һымаҡ.
Бының һаташыу икәнен аңлайым, тимәк, ауырып киттем, тимәк, үлергә минең сират, тип уйларға ла баш етә... Ут яна, атайым, әсәйем, Гөльямал апайҙың һөйләшкәндәрен ишетәм, энекәшемдең илағаны ла ҡолаҡҡа салынып ҡала. Үҙебеҙҙең урманда, Егәлге һыртында туҡталғаныбыҙҙы ла аңлап ятам. Бер ваҡыт атайым миңә ясин сыға башланы. Үҙе эргәмдә генә ултырһа ла, тауышы бик йыраҡтан ишетелгән һымаҡ. Шулай ҙа уның доғаны бутауын самалайым, теле лә көрмәлгән төҫлө. «Дөрөҫ уҡы, бутама!» — тип ҡысҡырам. Ә ул һаман уҡый, бутала-бутала уҡый. Ҡалҡынырға маташам, әммә ауыр, ҙур булавка минең өҫтә ята, уны һурырға, алып ташларға һис әмәл юҡ. Бер аҙҙан әллә йоҡлап киткәнмен, әллә иҫемде юғалтҡанмын, тамам онотолғанмын. Төрткөләүгә уяндым. Күҙҙе асһам атайым:
«Тор, улым!» — тип өндәшә. Ә минең һис ҡалҡынғы килмәй; иртә, һалҡынса, үләндәргә ысыҡ ҡунған. «Тор, улым, беҙ сихырланған урынға ятҡанбыҙ бит. Әсәйең менән Гөльямал һаташып урман араһына инеп китте. Шайтан йөрөтә. Беҙҙе ҡоро-һары менән күмгәндәр. Кейемдәрҙе, әйберҙәрҙе алғандар, тишек бүрек ҡалған да, иҫке сарыҡтар ҡалған (минең кейем үҙем менән, ә кейеҙ кәпәс менән сарыҡтар юҡ — мин уларҙы кистән баш аҫтына һалып ятҡайным). Тор!» Мин һаман тормайым. Атайым кейеҙҙән тотто ла һөйрәп мине икенсе урынға күсерҙе. Шунан үҙе эске кейемдә көйө урманға йүгереп инеп китте. Мин йәнә йоҡлап киткәнмендер, ахыры, бер ваҡыт атайым йәнә төрткөләй. «Һелкетмә! — тим. — Өшөтә». — «Улым, тор, бәлә, мин тегеләрҙе таба алманым. Туғаның үлгән». Саҡ-саҡ ҡалҡынып тороп ултырҙым. Ҡояш сыҡҡан. Атайым һаман эске кейемдән генә, биленә тиклем һыу, үҙе ҡалтырана. Кейеҙҙә, минең менән йәнәшәлә, туғаным ята. Ысынлап та, үлек.
Алдында — аш менән туҫтаҡ, бите буйлап ҡырмыҫҡалар йүгерешә, һаҫыҡ еҫ килә... Мин бәүелә-сайҡала ут янына килдем. Ут һүнгән, көлө лә һыуыҡ. Шунда уҡ кисә атайым менән һыйланған бәшмәктең һабағы ята... Усаҡ янында аптырашып торабыҙ, ашарға ла юҡ, шырпы ла.
Энекәште лә ерләргә кәрәк. Тик нисек? Кәйлә ҡайҙан алаһың да, кәрәк ҡайҙан табаһың? Урман эсенә керҙек.
Ел ауҙарған ҡарт шыршы ята. Тамыры менән йолҡонған ҙур булмаған соҡоро ла бар. Атайым бер ҡайынды һындырып алды ла соҡорҙо тәрәнәйтергә кереште. Шунан төбөнә үлән түшәне, ҡустымдың мәйетен һалып өҫтөнә йәнә үлән ташланы һәм соҡорҙо күмде. Ҡәбер эргәһендә
бер аҙ ултырҙыҡ, атайым доға шыбырҙаны, ут янына кире килгәс, сарыҡтарын кейҙе, тишек кәпәсен башына һалды, кейеҙҙе төрөп яурынына күтәрҙе. Мин иҫке одеялды төрә башлағайным да атайым туҡтатты: «Ҡуй, улым, этләнмә, иҫән-һау ҡайтып етһәк, уныһы ғына табылыр әле». Беҙ йәнә урман эсенә керҙек, әсәйемә ҡысҡырҙыҡ, тауыш-маҙар булмағас юлға сыҡтыҡ, йәнә һөрәнләнек, яуап юҡ, үҙебеҙгә шаңдау ғына әйләнеп ҡайтты. «Улар ҡайтыу яғына атлағандарҙыр, бик йыраҡ китергә өлгөрмәһәләр, беҙ уларҙы ҡыуып етербеҙ», — ти атайым.
Ҡуҙғалдыҡ. Атайым алдан бара, мин — арттан. Ҡорһаҡ асты, хәлһеҙлектән аяҡтарҙы саҡ алыштырам, күҙ алдары ҡараңғылана. Юл ситендә ултырған ҡарағайҙың олонона ҙур-ҙур ыҫмала киҫәктәре йәбешкән, шуны ҡуптарып алдым да сәйнәйем. Атайыма ла бирҙем. Сәйнәй-сәйнәй киләбеҙ. Асығыуҙы бер аҙ баҫҡан төҫлө. Килә торғас, салбар төбөндә нимәлер барлығын, боттарҙы ышҡығанын һиҙәм бит. Минең салбар һалдаттарҙыҡы, ямау өҫтөнә ямау һалынған ҙур нәмә, ергә тиклем етеп тора, балаҡ осон бау менән ашыҡ һөйәгенә бәйләп ҡуйғанмын. Юл ситенә ултырҙым да ептәрҙе систем, ә унда,
салбар төбөндә — ҡатҡан буҡ киҫәктәре; кибеп бөткән, хатта еҫе лә юҡ. Систем дә ҡырып яңынан кейҙем. Аптыраҡ, ҡасан ебәрҙем икән һуң? Эс тә ауыртмаған һымаҡ ине. Төнөн булғандыр эш, әллә ниндәй төштәр күреп һаташып яттым шикелле. Атайыма оялыуҙан ҡайҙа өндәшеү. Бер йылғаға еттек. Һайыраҡ ерҙә, кисеүҙә, йомшаҡ ҡом өҫтөндә, аяҡ эҙҙәре! Таныуы ҡыйын түгел, бигерәк тә Гөльямал апайҙыҡын. Уның бит бер аяғында — иҫке калуш, икенсеһендә — йыртыҡ сарыҡ. Эҙҙәре яңы һымаҡ, тимәк, яңы ғына үткәндәр. «Әсәйең беҙҙе ташлап киткән, — ти атайым. — Ат менән бисәгә ышанырға һис ярамай, тиҙәр, шул ысын икән». Уның был һүҙенән мин тамам ғәжәпкә ҡалдым: әсәйем беҙҙе ысынлап та ташлап киттеме икән ни? Бер ҙә ышанғы килмәй, йә атайым хаҡлы түгел, йә бында беҙ аңлаптешөнөп етмәгән нимәлер бар, тип уйлайым үҙемсә.
Йылға ярында ултырып бер аҙ хәл йыйҙыҡ, туйғансы һыу эстек, йыуындыҡ, унан атланыҡ. Шәберәк тә киттек шикелле. Тегеләрҙе ҡыуып етербеҙ, бәлки, тип уйлайбыҙ. Йәнә бер кескәй генә йылға тап булды, йәнә эҙҙәре бар, ял итеп киткән урындарын да күрҙек: бер ерҙә үлән йығылған. Барабыҙ, барабыҙ, ярты көн барабыҙ, һис ҡыуып етерлек түгел. Оҙаҡламай Баҡты һырты башланды. Ун биш саҡрым тау үренә, ун биш — түбәнгә. Ҡырағай урындар. Ҡара урман. Тамам хәл бөттө, ашағы килә. Юл ситендә ел ауҙарған ҡайын ултыра, тамырҙары — ерҙә, үҙе көйәнтә кеүек бөгөлгән, осо — ерҙә. Атайым шул ҡайын янына туҡтаны, хәл йыйҙы, яурынынан кейеҙҙе төшөрөп, шул ҡайынға элде лә юлын дауам итте.
«Атай! — тип ҡысҡырам. — Ниңә кейеҙҙе ҡалдырҙың?»
Аптырайым, ҡылығын һис аңлай алмайым. Ә ул ҡулын ғына һелтәй: «Имен-аман ғына ҡайтып етһәк, кейеҙ генә табылыр әле!» Килә торғас, һырттың түбәһенә
менеп еттек, түбәнгә төшә башланыҡ. Бер ваҡыт артта арба тауышы, ат бышҡырғаны ҡолаҡҡа салынғандай булды. Туҡтаныҡ та бер-беребеҙгә ҡарашып торабыҙ.
Ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Яҡшы кеше булһа, Александровкаға тиклем алыр, әсәйемдәрҙе ҡыуып етербеҙ, тип уйлайым. Бер аҙҙан туры ат күренде. Арбала икәү: ир кеше, мәрйә. Беҙҙе шәйләнеләр ҙә аттарын туҡтатып беҙгә ҡарап ҡаттылар. Күҙҙәрендә — ҡурҡыу, хәүеф. Ир кеше ҡулына балтаһын алды, мәрйәнең дә ҡулында балта. Бер аҙҙан ир ҡоралын тубығына һалды ла кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге, янсыҡ сығарҙы, үҙе төрә, ҡулдары ҡалтырай, махоркаһы ергә ҡойола. Күрәһең, беҙҙе бандиттар тип ҡабул итте. Атайымдың бит-йөҙөн ҡара һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, эске аҡ кейеме бысранып бөткән, мин — ялан аяҡ, һәләмә кейемле йолҡош. Ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың. «Эй, знакум, — тип ҡысҡыра атайым, беҙгә
байтаҡ етмәй туҡтаған атлыларға. — Ҡурҡмағыҙ, беҙ — ураҙҙыҡылар. Ҡустанайға барғайныҡ. Запрудовканан киләбеҙ». — «Ысынлап та ураҙҙыҡылармы?» — тип ышаныр-ышанмаҫ һорай ир бер аҙҙан. (Александровка менән Николаевка ирҙәре ураҙҙыҡыларҙың күбеһен белә ине.
Ураҙға улар икмәккә йөрөнө, Ураҙ баҙарына дуға, арба тәгәрмәстәре, ҡамыт, бәләкәй саналар, мискәләр, ҡайындан, ҡарағайҙан, шыршынан яһалған башҡа кәрәк-яраҡ һатырға килтерә торғайны.) «Шәйәхмәт мин. Николаевкала минең Перохин Андрей тиген знакум бар», — ти атайым. Перохин Андрей тирә-яҡта бик ихтирамлы, һөнәрле кеше ине: тимерсе, балта оҫтаһы, быйма баҫыусы. «Эй, хәйерһеҙ, нишләп уны тәүҙә үк әйтмәйһең? — тип
шатланғандай итә ир кеше. — Мин дә Перохин бит, Андрейҙың туғаны. Йәпһеҙ килеп сыҡты бит әле... Урманда төрлө кеше йөрөй шул. — Тегеләр балталарын
арба төбөнә һалдылар ҙа аттарын ҡуҙғаттылар. — Әйҙә, ултырығыҙ». Тегеләр һораша: нишләп йәйәү, нишләп әйберҙәребеҙ юҡ. Атайым, Ҡустанайҙан киләбеҙ, Запрудовка янындағы урманда ҡыҙыбыҙ юғалды, поездан төшөрөп ҡалдырҙылар, шайтан оялаған ергә йоҡларға ятҡанбыҙ ҙа төндө һаташып бөттөк, иртәнсәк уянһаҡ малай үлгән, ҡатындар юҡ, әйберҙәр ҙә юҡ — беҙ йоҡлаған арала сыҡҡандар ҙа киткәндәр, тип һөйләй. «Батюшки,
батюшки! — тип ҡабатлай атайым хәбәренә мәрйә. — Булмаҫ, китсе, нисек инде улай?» Килә торғас, тоҡсайынан икмәк киҫәге сығарып тәүҙә миңә, унан атайыма тотторҙо.
Александровкаға килеп еттек, ихаталарына керҙек. Мәрйә арбанан төшөү менән өйөнә инеп китте, ире атын туғарҙы. Күп тә үтмәй, хужабикә солан күтәрмәһенә сыҡты ла беҙҙе ашарға саҡырҙы. Йыуындыҡ, өйгә индек, өҫтәл артына ултырыштыҡ. Мәрйә мейестән сөгөн көршәкте тартып сығарҙы ла тәрилкәләргә өйрә һалды, берәр киҫәк икмәк тотторҙо. Кинәнеп ашаныҡ, рәхмәттәр әйттек, ҡуҙғалырға йыйынғайныҡ, «Йоҡлағыҙ, иртәгә китерһегеҙ», — ти мәрйә. Мин, әлбиттә, бесәнлеккә менеп иртәгә тиклем рәхәтләнеп йоҡлар инем, тик атайым ризалашмай, һаман әсәйем менән Гөльямал апайҙы
ҡыуып етергә ниәтләнә. Мәрйә беҙгә биҙрә менән картуф Тотторҙо, тоҙ, шырпы бирҙе. «Николаевкаға керегеҙ, Андрейға беҙҙән сәләм әйтегеҙ», — тип ҡалды хушлашҡанда был ихлас урыҫтар. Ҡуҙғалдыҡ. Ауыл буйлап барабыҙ, бер ерҙә әбейҙәр ултыра. «Юлығыҙ ҡайһы яҡҡа? һатаһығыҙмы, әллә алаһығыҙмы?» —тиҙәр былар, «һатмайбыҙ ҙа, алмайбыҙ ҙа, — тип яуаплай атайым. — Беҙҙең хәл байтаҡҡа ҡатмарлыраҡ...» Һәм йәнә беҙ күргән
михнәттәр хаҡында һөйләргә тотона. Егәлгелә йоҡлаганды, ҡатындарҙың беҙҙе ташлап киткәнен дә ҡалдырмай. «Батюшки, батюшки, — тип уфтаныша әбейҙәр. — Шулаймы? Булмаҫ!» — «Бөгөн ауыл аша үткәндәрен күрмәнегеҙме?» — тип һорай атайым. Әбейҙәр аптырашып бер-береһенә ҡараша, бер аҙҙан: «Өсөнсө көн ике башҡорт ҡатыны үткәйне», — тиҙәр. «Ә бөгөн күренмәнеләрме?» — «Юҡ, бөгөн күренмәнеләр». Ҡыҫҡаһы, хәбәрҙәренән йүнләп бер нәмә лә аңлай алманыҡ. «Батюшки, батюшки!» — тип тик ултыралар. Ауылдан сыҡтыҡ.
Юл беҙҙе йәнә сит-ят урман, ҡырағай тауҙар араһына алып инеп китте. Атайым аяғын систе, сарыҡтарын бербереһенә бәйләп яурынына һалды — ялан аяҡ атлауы еңелерәктер, ахыры. Биш саҡрым самаһы үткәнбеҙҙер,
тағы үрләс башланды. Йылға осраны. Туҡтап туйғансы
һыу эстек, ултырып ял иттек, ҡуҙғалырға ҡалҡынғайныҡ, атайым үҙенең тишек сарыҡтарына ҡарап торҙо ла ҡыуаҡтар араһына бәрҙе лә ебәрҙе! «Өйгә ҡайтып етһәк, яңыһы булыр әле!» Тауҙы артылғас, ҡараңғы төштө.
Оҙаҡламай ҙур яланға килеп сыҡтыҡ. Ҡараһаҡ: бер ир, ике ҡатын бесән йыя. Беҙҙе шәйләгәс, эштән туҡтанылар, ир юлға килде. «Ҡайҙа китеп барыу?» — «Беҙ ураҙҙыҡылар. Ҡустанайҙан ҡайтып киләбеҙ», — тип яуаплай атайым. «Әйҙә беҙгә ярҙамлашығыҙ. Тамағығыҙ тук йөрөр, аҡса ла бирермен». — «Юҡ, знакум, булмай, — ти атайым. — һеҙ бында күптәнме?» — «Кисә генә килдек.
Ә нимә?» — «Бөгөн бынан ике башҡорт ҡатыны үтмәнеме?» — «Юҡ, күренмәне». Мәрйәләр ҙә беҙҙең янға килде. Тегеләргә атайым йәнә беҙҙең баштан үткән бәләҡазалар хаҡында һөйләй, мәрйәләр йәнә «батюшки ла батюшки». Артабан киттек, үҙебеҙ һаман, ҡайҙа булдылар икән һуң, тип баш ватабыҙ. Нишләп уларҙы бер кем дә күрмәгән? Икенсе юлдан сығып китмәнеләрме икән? Урманда аҙашып йөрөһәләр? Ҡараңғы ла төшә башланы.
Бер яланда кәбән күрҙек. Туҡтап ут яҡтыҡ, картуф бешерергә ҡуйҙыҡ. Ашаныҡ. Кәбәнде соҡоп эсенә керҙек тә иртәнгә ҡәҙәр шунда йоҡланыҡ та ҡуйҙыҡ. Ҡалған картуф менән тамаҡ ялғап юлды дауам иттек.
Сәғәт дүрттәрҙә Николаевкала инек. Перохин Андрейҙың өйө тапҡырында малайҙар уйнап йөрөй. Берәүһенең башында кейеҙ эшләпә, тап минеке кеүек. Яҡшылабыраҡ ҡараһам — ысынлап та минеке! Түбәһе әҙерәк янған — Ҡустанайҙа усаҡ янында ятҡанда йоҡлап киткәнмен дә көйгәйне. «Атай! — тим. — Ҡара әле, минең кәпәс!» — «Әйтмәһәң дә күрәм, — тип яуаплай атайым тыныс ҡына.— Ғәжәп. Һинекелеккә — һинеке лә ул, тик
бында ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?» Шул ваҡыт өйҙөң асыҡ тәҙрәһенән мәрйә, Перохиндың ҡатыны, күренде,
ул тәүҙә ғәжәпләнде, унан бөтә урамға ишетелерлек итеп: «Батюшки, батюшки, Шәйәхмәт тере ләһә!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Хәҙер беҙ ғәжәпләнәбеҙ. Ҡаршыға Перохин үҙе килеп сыҡты ла: «Шәйәхмәт, һин тереме ни?» — тип һораны. «Минең үлгәнем дә юҡ», — тип атайым ҡулдарын йәйә. «Бик һәйбәт»,— ти тәҙрәләге мәрйә.
Ихаталарына индек. Перохин былай ти: «Эштәр былай, знакум, бер бисә менән Ғәйшәң булып китте. Бөтәһе лә үлде, ти. Ерләй алманыҡ, илаштыҡ-илаштыҡ та өҫтәренә сыбыҡ ташлап ҡайтып киттек, ти. Ҡайҙа үлделәр һуң, тип һорайым. Тауҙа, урмандар араһында, ти, ә ҡайһы тауҙа, ҡайһы урманда икәнен рәтләп һис аңлата алмай, илай ҙа илай». Өйгә керҙек. Перохиндың ҡатыны мейес тирәһендә урала. «Ай, Шәйәхмәт, — тип бөтөрөнә ул да. — Ҡатының ныҡ ҡайғырҙы. Бөтәһе лә үлде, береһе лә ҡалманы, тип илай. һеҙҙең менән нимә булды һуң?» — «Юҡсы, нишләп үләйем ти. Алдығыҙҙа ултырабыҙ ҙаһа, — атайым бер миңә, бер хужаларға ҡарап йылмайғандай итә. — Элекке көн Егәлгелә йоҡларға яттыҡ, кисә иртәнсәк уянһаҡ, Ғәйшә менән Гөльямал юҡ,
ә бәләкәй малай үлгән». Перохин ҡатыны менән бербереһенә ҡараша. «Нисек инде кисә? — тип ғәжәпләнә мәрйә. — Нишләп кисә булһын? Уларҙың беҙгә һуғылыуына дүрт көн үтте бит инде. Өйҙә ултыраларҙыр инде хәҙер». Атайым менән хәҙер беҙ бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Бер нәмә лә аңларлыҡ-төшөнөрлөк түгел. «Юҡ, кисә, — тип ныҡыша атайым. — Ниңә, беҙ өс көн йоҡлаған булып сығабыҙмы ни?» — «Һин, Шәйәхмәт, яңылышаһың, ысынлап та дүрт көн үтте. Беҙҙең бәләкәй малайға кәпәс тә ҡалдырып китте. — Мәрйә асыҡ тәҙрәгә һонолдо ла урамға ҡысҡырҙы: —Васька, кер әле!» Өйгә минең кәпәсте кейеп алған теге малай килеп инде.
Мәрйә уның башынан кәпәсте алды ла миңә тотторҙо: «Үлмәгәнһең икән, үҙең кей». Күпме һөйләшһәк тә, бер нәмә лә аңлай-төшөнә алманыҡ, киреһенсә, буталдыҡ ҡына, шулай ҙа күңел тынысланды — әсәйем тере! Йыуынып өҫтәл артына ултырҙыҡ. Мәрйә өйрә һалды, шунда ул нилектәндер: «Һеҙ Егәлгелә ярамаған берәй нәмә ашаманығыҙмы?» — тип һорай ҡуйҙы бит. «Ит ашаныҡ, сәй эстек», — тип яуаплай атайым. Мәрйә мейестән ҙур
таба сығара. Табанан тәмле еҫтәр кило, ҡараһам — ҡыҙҡырылған бәшмәк! Ҡапыл шалҡан кеүек ҙур, оҙон һаплы ап-аҡ бәшмәк иҫкә төшә, мин уны ут янында ғына тапҡайным, ағас ботағына кейҙереп ялҡында тотҡайным, яртыһын үҙем ашап, яртыһын атайыма биргәйнем...
«Атай, беҙ бит һинең менән аҡ бәшмәк ашаныҡ!» — тим, ҡысҡырып уҡ ебәрәм хатта. Перохин ҡатыны менән йәнә бер-береһенә ҡараштылар ҙа көлөп ебәрҙеләр. «Юҡ, уға ғына түгел инде ул, — тип ышанмай ҡул һелтәй атайым. — Бәшмәктән кеше шул ҡәҙәре лә сирләйме ни?» — «Улай тимә, була. һеҙ еңел ҡотолғанһығыҙ әле, — ти Перохин. — Һеҙ поганка ашағанһығыҙ. Унан хатта үләләр». — «Батюшки, батюшки, — мәрйә ах та ух итә, уфтана, аптырай, башын сайҡай. — Шулай яраймы ни? һеҙ бит өс көн «үлеп» ятҡанһығыҙ. Ай-ай-ай!»
Ошонан һуң барыһы ла аңлашылды. Беҙ шул ағыулы бәшмәкте ашап йоҡларға яттыҡ. Мин һаташа башлағанмын. Ә атайым мине ауырый, үлер, ахыры, тип уйлаған да ясин сыҡҡан. Уның үҙенә лә ауыр булған — бына ни өсөн буталған һәм оҙаҡламай үҙе лә йығылған.
Иртәнсәк беҙ тын да алмай ятҡанбыҙ, тәнебеҙ ҙә һыуынған булған. Төнөн йәки көндөҙ, әсәйем менән Гөльямал апай илаған ваҡытта, бәләкәй энем үлеп киткән. Илағандар-илағандар ҙа — ә беҙҙе ерләргә хәлдәре лә, яйлап ултырып уйларға ваҡыттары ла булмаған — төйөнсөктәрҙе тотоп ҡайтыу яғына атлағандар. Ҡоро-Һары аҫтында беҙ кенә буйы ятҡанбыҙ булып сыға, тәндә лә шунда үткәргәнбеҙ, унан — йәнә көн, йәнә төн. Дөмҡараңғы ҡара урман... Ул төндәрҙе уйлаһам, бөгөн дә тәндәр зымбырлап күңелгә нисектер шомло булып китә.

Николаевкала беҙ ҡундыҡ. Хужалар мунса яҡты. Сабындыҡ, яҡшы итеп йыуындыҡ, бетләгән кейемдәребеҙҙе бешерҙек. Мунсанан донъяға яңы тыуған кеүек
сыҡтыҡ. Мәрйә юлға ярты әсикмәк, бер шешә һөт бирҙе. Төш ваҡыттарына Мәхмүттә инек. Башҡорт ауылына кереп башҡорт һөйләшен ишеткәс, башҡорт тормошо күренештәрен, уның еҫен тойғас, күҙҙәргә йәштәр тығылды... Хәҙер инде әллә ни ашыҡманыҡ та. Мәхмүттән һуң Тирлән юлы китә. Ул Урал һырты аша туп-тура беҙҙең ауылға килтереп сығара. Ун биш саҡрым үргә, ун биш — түбәнгә. Беҙгә был ара хәҙер ҡурҡыныс түгел, атлауы еңел дә, күңелле лә, сөнки был тауҙар — беҙҙең тауҙар, был юл — беҙҙең юл. Һыртҡа күтәрелгәйнек артта арба тауышы ишетәбеҙ. Кемдер атын ҡыуа-ҡыуа йырлап килә. Башҡорттан башҡа урманда кем йырлаһын инде! Тауышы таныш та һымаҡ. Таныным. Ғизетдин ағай бит! Беҙҙең туған. «Атай, Ғизетдин ағай түгелме һуң?» — тим. «Эйе, шул шикелле». Туҡтаныҡ та көтәбеҙ. Тап үҙе. Тирләндән ҡайтып килеүелер, ахыры. «Бәй, Шәйәхмәт, һин түгелме? Ҡайҙан? Ҡайтып килеүме? Ғәйшә, балалар ҡайҙа?» — тип һорауҙарға күмеп ташланы ул, беҙҙең менән тиңләшкәс. Атайым бер һүҙ өндәшмәй, өндәшә алмай. Шунан ҡалтыранып торҙо-торҙо ла илап ебәрҙе. Илай ҙа илай. Уның илағанын беренсе тапҡыр күреүем ине. Уға ҡушылып мин тотондом. Бер аҙ тынысланғас арбаға ултырҙыҡ та ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ.
Атайым килә-килә тамам тынысланды, сит яҡтарҙа күргән михнәттәрҙе һөйләй башланы, юл буйына һөйләне лә ҡуйҙы... Ауылға төнөн генә ҡайтып еттек. Беҙҙең янған өй урамын сүп үләне баҫҡан. Бер йыл элек ике атта, үҙебеҙҙең арбала сығып киткәйнек, байтаҡ ваҡ-төйәк тә бар ине — кейеҙ, юрғандар, балаҫ, мендерҙәр, ҡашығаяҡ, Ҡөрьән, әфтиәк — үҙебеҙ ҙә етәү инек, хәҙер икәү генә әйләнеп ҡайттыҡ, әсәйем менән өсәү. Йорт та юҡ, донъя
ла юҡ, бер нәмә лә... «Ярай, улым, — ти атайым. Бына ҡайттыҡ. Беҙ — өйҙә, үҙебеҙҙең ауылда, хәҙер юғалмабыҙ».
Әсейем апаһындалыр тип уйланыҡ та уның йорто тәңгәлендә төшөп ҡалдыҡ. Ишектәрен шаҡыйбыҙ. Яуап биреүсе юҡ. «Асығыҙ, был беҙ», — ти атайым. Бер ваҡыт эстә тауыш ишетелгәндәй булды ла тағы тынды.
Тәҙрәгә ҡағабыҙ. Өйҙә йәнә йөрөгән, шыпырт ҡына һөйләшкән тауыштар ишетелгән һымаҡ. Асмайҙар ҙа ҡуялар... Нимә булғанын беҙ һуңынан ғына белдек. Төн уртаһында әсәйем уянған да әбейемде төрткөләй икән: «Тор әле, Шәйәхмәт ҡайтты!» — «Йоҡла, һаташаһыңмы әллә?» — «Юҡ, һаташмайым. Тауышын таныйым, ул шаҡый». — «Үлгән кеше нишләп йөрөһөн ул? Теге донъянан китеү юҡ!» — «Юҡ, Шәйәхмәт был. Асам!» —
тип ныҡыша икән әсәйем. «Туҡта, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Өйгә мәйеттәрҙе генә индерергә ҡалғайны». Шул самараҡ һөйләшкән былар. Ә беҙ шаҡыйбыҙ ҙа шаҡыйбыҙ... Тауышты күрше Лотфулла ағай ҙа ишеткән, үҙ хәжәте менән тышҡа сыҡҡан сағы булғандыр инде, беҙҙең янға килде лә: «Ә Шәйәхмәт, әллә һинме? Ғәйшә бит һеҙҙең барығыҙҙы ла үлде тип һөйләгәйне, — тине аптырап. — Ҡайтҡанһығыҙ икән». Хәҙер өсәүләп дөбөрҙәтәбеҙ. «Асығыҙ, Шәйәхмәт ҡайтҡан бит, — тип ҡысҡыра Лотфулла ағай. — Шул ҡәҙәре йоҡламаһағыҙ». Ниһәйәт, өйҙә ут алдылар. әсәйемдең тороп ишек яғына барғанын, ә әбейемдең ҡурҡышынан мейес башына менеп киткәнен дә һуңынан ғына белдек. Беҙ өйгә кергәндә ул мейес башында ултыра ине. Әсәйем ни үле, ни
тере тигәндәй, аяғында саҡ баҫып тора. Үкһеп илап ебәрҙе, уға атайым ҡушылды, уларға ҡарап — мин...
Әлегә әбейемдәрҙә йәшәргә ҡалдыҡ. Яҙын тере сыҡҡас көҙҙө үткәреүе бик ауыр булманы. Ә ҡышын бөтәауыл өсөн мәке уйыу эшенә ялландыҡ. Ашау — астан
үлмәҫлек кенә. Яҙ көнө ат һатып алдыҡ, сиҙәм күтәрҙек, арыш сәстек. Көҙөн яңы өй бураттыҡ. Шулай яйлапяйлап аяҡҡа баҫтыҡ, хужалыҡты бөтәйттек.
Ун йыл ваҡыт үтеп тә китте. Утыҙынсы йылдар башланды — коллективлаштырыу. Мин инде үҫкән егет. Скрипка һатып алдым, уйнарға өйрәндем. Туйға, төрлө
байрамдарға, мәжлестәргә саҡыралар. Ҡустанайҙан ҡайтҡанда күргән михнәттәр ҙә онотолғандай булды, бәләкәй ҡустыларымдың үлеү, һеңлекәштең юғалыу ҡайғылары ла баҫылды...
Бер көн хат алабыҙ. Конверт тышында адрес: «Тамъян-Катай кантоны, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Учалы волосы, Ураҙ ауылы. Шәйәхмәткә». Фамилияһы юҡ... Ҡайҙан, кемдән, һис белерлек түгел. Беҙ бит хәҙер Башҡортостанда. Астыҡ. Хат латин хәрефтәре менән яҙылғайны. «Минең ҡәҙерле атайым һәм әсәйем! — тип башлана был матур почерк менән яҙылған хат. — Мәләүездә йәшәгән ҡыҙығыҙ Хәҙисә һеҙгә күп сәләм күндерә, бәхет теләп ҡала...»
Һуңынан, атайым Мәләүезгә барып, бер аҙна ҡунаҡ булып, юғалған һеңлекәшемде үҙебеҙгә алып ҡайтҡас ҡына теге саҡта Запрудовка урманында ни булғанын
белдек.
Ул көнө буйы урман гиҙгән, илап бөткән, беҙҙе эҙләгән, саҡырған, төнөн хәлдән тайып бер ағас төбөнә йығылған, иртән уянғас йәнә урман эсендә йөрөгән, төнөн тимер юлға килеп сыҡҡан да шпалдар буйлап атлаған, тик Запрудовка яғына түгел, ә кире яҡҡа, бер станцияға еткән, ҡуҙғалған тауар поезының баҫҡысына баҫып барып ҙур бер станцияла төшөп ҡалған. Ҡурҡыуҙан, асығыуҙан станцияла илап ултырған Хәҙисәгә ниндәйҙер бер ағай иғтибар иткән дә һораша башлаған: кем ҡыҙы, ҡайҙан, бында нисек килеп эләктең, тик Хәҙисә йүнләп бер нәмә лә аңлата алмаған, һаман илауын ғына белгән. Был ағай (уның исеме Шакир) Хәҙисәнең тамағын туйҙырған, Мәләүезгә алып китеп ғаиләһенә тәрбиәгә алған. Донъяла барыбер ҙә яҡшы кешеләр бар бит ул... Хәҙисә яйлап өйрәнгән, күнеккән, быларҙы атай, әсәй тип йөрөтә башлаған, шулай ҙа үҙенең ысын атаһы менән әсәһе булыуын бер ҡасан да онотмаған. Ул атай менән әсәйҙең исемдәрен генә белгән, ә бер ваҡыт Ҡустанайҙа ауырыу атайымдың үҙебеҙҙең адресты ятлатыуы иҫенә төшкән. «Тамъян-Ҡатай кантоны, Ырымбур губернаһы. Ҡабатла...»
Ошо хәтерләү уға байтаҡ ваҡыт тынғылыҡ бирмәй, йөрөй-йөрөй ҙә бер көн хат яҙырға ҡарар итә... «Ҡәҙерле атайым, әсәйем, әгәр һеҙ тере булһағыҙ, әгәр һеҙ мине үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙ тип таныһағыҙ, хәбәр итегеҙ...» Һин уны, моғайын да, беләһеңдер, ул әле лә иҫән-һау... Бына шулай ул, туған. Баштан сығарып түгел, тормоштан алып яҙырға кәрәк. Беҙ күргән ошо михнәттәр китапҡа яҙмаҫлыҡмы ни?!.

Автор:Мәликә Әхтәмова
Читайте нас: