Все новости
Литература
2 Июля 2021, 23:24

ӘСӘ ҺӘМ БАЛА

хикәйәТалха ҒиниәтуллинТыуған ауылыма ҡайтҡан һайын мин ҡасандыр йәшләй генә белгән, эшләп йөрөгәндәренә үҙем шаһит булған ҡарттарҙың бер-бер артлы донъянан китә барғанын күрәм. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында ғына өлкән йәшкә еткән һуғыш ветерандары тормоштан туҙып, ерҙә эшләүҙән бөгөлөп үлә, көнөн-төнөн тигәндәй мал-тыуар ҡараған бисә-сәсә, һалдат ҡатындары ҡырыла, ҡайсаҡ уларҙың был үлеме ауыр тормоштан ҡотолоу ҙа һымаҡ — атай ҡәберенә барғанда мин зыяратта әле үлән дә ҡаплап өлгөрмәгән өр-яңы убалар күрәм. Быйыл япа-яңғыҙ, бөтәһе, шул иҫәптән берҙән-бер улы тарафынан да онотолған Сафия апай үлде. Ә уйлап ҡараһаң, йәштән үк ирҙәр эшенә егелгән, һуғышты, аслыҡты, һыуыҡты башынан үткәргән һәм, әйтергә яраһа, үҙҙәренең һалдат ирҙәре менән кешелек донъяһының ҡан дошманын еңгән Рәсәй һалдаттарының береһенең үлеме ине был.

ӘСӘ ҺӘМ БАЛА
ӘСӘ ҺӘМ БАЛА

Иҫтә, ошо Сафия апай, йәки «Ир Сафия» — уны ауылда шулай тип йөрөтәләр ине — миңә, ул саҡтағы маңҡа ғына малайға, шул йылдарҙа уҡ оло кеше булып күренә ине. Бына ул иртә яҙҙа һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп бара, ялан аяҡ бара (ҡайсаҡ һабан һөргәндә ҡырпаҡ ҡар яуған йылдар ҙа була бит әле), үҙе берсә һүгенә, берсә илай-илай, инәлә-ялбара күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа: бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп батҡан арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташығанын да, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташығанын да күп күрҙем. Эйе, барыһы ла кисә генә булған кеүек, барыһы ла хәтерҙә.
Һуғыш ауырлығын ирҙәрҙән кәм күрмәгән ошо һалдаткалар, Рәсәйҙең тарихи ҡатындары, награда, льготалар алып өйрәнмәгән, юбилей йылдарында ла уларға
ирҙәргә эләккән бүләк тәтемәй, улар иҫтәлегенә обелискылар ҡуйылмай. Улар үҙҙәренең йәшәйешенең ысын бейеклеген аңламай, был хаҡта уйлана ла белмәйҙәр, көнкүрештәре лә бүтәндәрҙән әллә ни айырылмай, хөртөрәк булмаһа әле: колхоздың бәләкәй генә пенсияһына, һирәкләп бушҡа килтерелгән утынға ҡәнәғәт булып көн итә.
Быға тиклем ҡайтҡандарымда мин Сафия апайҙың гел генә үҙенең бәләкәй өйөнөң тәҙрәһенән ҡарап ултырғанын күрә торғайным. Быяла аша уның тәрән йыйырсыҡтар менән телгеләнгән һары йөҙө лә, күҙҙәренә үк төшөрөп ябынған бигүк таҙа булмаған аҡ яулығы күренер ине. Урам буйлап кем үтһә лә кипкән ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуя ла тәҙрә быялаһына терәлеп тигәндәй һуҡырая башлаған күҙҙәре менән секерәйеп ҡарап оҙатып ҡала. Ул улын, берҙән-бер улын көтә.
Юҡ, улы һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше; төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән.
Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә төньяҡҡа, әллә Себергә олаҡҡан да кеше диңгеҙе эсенә сумған. Дөрөҫ, һирәкләп, биш-алты йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде
Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кешмир яулығын ябына ла дермантин сумкаһын тотоп магазинға йөрөй. Эсеп алғас, киң күкрәгендә «Үләм, әммә газды кәметеү юҡ!» тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осраша, уларҙы фильтрлы сигареттар менән һыйлай, һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс оҙон аҡсалары менән маҡтанырға тотона, аҡса нимә ул, тьфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип күкрәк һуға. Шунан ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләй башлай, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт, оҫталар таба. Унан, иң яҡшыһы — әҙер йорт алыу, юҡһа оҙаҡҡа китә, белмәйһегеҙме, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип белешергә тотона. Көн артынан көн үтә, аҙна үтә, үҙе айнымай эсә, яңы өй йүнәтеү хаҡында бөтөнләй онота, ә аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара. Ниһәйәт, бер көн кеҫәһендә бер тин дә ҡалмағас юлға әсәһенең пенсияһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.
Ә бер ваҡыт ул ғаиләһе менән ҡайтты. Умарта кеүек йомро, ҡыҫҡа аяҡлы ҡатыны, ике малайы. Улдарының береһенә өс йәш, икенсеһенә — биш. Көньяҡҡа ял итергә китеп барыуҙары икән, үтеп барышлай ғына туҡталғандар. Килен кеше күреү менән ҡәйнәһен ҡабул итмәне, ә малайҙар оҙон күлдәкле сәйер ҡарсыҡтың үҙҙәренең өләсәләре икәнлегенә һис ышана алманы. Балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ-ара урыҫса ғына һөйләште. Әсәләре татар, аталары башҡорт булһа ла балалар башҡортса бөтөнләй аңламайҙар ине. Өләсәләре урыҫса бер һүҙ белмәй, ҡысҡырыбыраҡ өндәшһә, ейәндәре аңларҙар һымаҡ ине уға. Шуға ла ул яратыу, иркәләү һүҙҙәрен тауышын күтәреберәк әйтте, ә ейәндәре уға бүре һымаҡ ҡараны һәм бер көн биш йәшлек ейәне тотто ла өләсәһенең йөҙөнә уйынсыҡ пистолеттан атты ла ебәрҙе — пластмасса пуля уның саҡ күҙенә теймәне. «Ниңә аттың?» — тигән һорауға малай: «Ә ниңә ул миңә ҡысҡыра?» — тип яуапланы.
Һуңғы тапҡыр улы бынан биш йыл элек ҡайтҡайны. Бер үҙе генә ине ул саҡ. Ҡартайғайны, башындағы сәсе лә ҡойолоп бөтөп бара ине. Сафия апай хәҙер һыйыр ҙа аҫрамай, тауыҡ-ҡаҙ ҙа тотмай ине инде. Утынды колхоз килтереп бирә, уны күршеһе Шәйхислам ҡатыны менән бысып, ярып ҡуя. Өйө шиңде, бер яҡҡа ҡыйшайып сүкте. Улы, әсәйҙең ғүмеренә ошо йорт та етер, яңыһы менән булашып тормам инде, тип уйланы, ахыры, ул турала бүтән һүҙ ҡуҙғатманы. Тағы аҙна буйы эсте лә, китер алдынан күршеһе Шәйхисламға йөҙ һум тотторҙо: «Әсәй үлеп-маҙар китһә ерләрһең». Шәйхислам уның адресын һораны, теге-был булһа телеграмма һуғырмын, тине. Тегеһе бер ҡағыҙ киҫәгенә адресын сыймаҡланы, әммә ҡайтырын-ҡайтмаҫын ныҡлы ғына әйтмәне. Сафия апай шым ғына үлде. Күршеләре ҡәбер ҡаҙҙы, кипкән, еңеләйеп ҡалған кәүҙәһен йыуҙы, аҡ кәфенгә төрҙө, Шәйхислам ҡалдырған адрес буйынса улына телеграмма бирҙе. Уны көттөләр, ике көн ҡарсыҡтың мәйете үҙ өйөндә ятты, көтөп ятты, әммә улы ҡайтманы...
Ә бит уның улы булмауы ла ихтимал ине, бик ихтимал ине. Юҡ, ул тыуҙы, законлы иренән тыуҙы, шулай ҙа малайҙың юғалыуы бар ине; эйе, икенсе кеше булыр, икенсе тарафтарҙа көн итер, икенсе атай, икенсе әсәй менән йәшәр, бәлки, алыҫ башҡорт ауылында үҙенең ысын әсәһе йәшәүен башына ла килтермәҫ ине.
Сафия апайҙың ире Ғәзиз ағай ҡырҡ бишенсе йылда икенсегә яраланып, өс ай госпиталдә ятҡандан һуң ауылға ҡайтып төштө. Аяҡ-ҡулы иҫән, ә бына үпкәһенә
немец снарядының ярсығы инеп ултырғайны. Ауыл ас, һуғыштан тамам интеккән, аслыҡтан киҫелгән һалдаттың ҡанын туберкулез бациллалары тиҙ еңде. Оҙаҡламай ул йүткерә, үпкәһен ҡаҡыра башланы. Ғәзиз ағай менән Сафия апай һуғышҡа тиклем үк өйләнешкәйнеләр, әммә балалары булманы, дөрөҫөрәге, тыуып торҙо, сабый көйө үлеп торҙо. Ғөмүмән, балалар үлеме ул йылдарҙа ауылда ғәҙәти хәл ине. Кәм бына дүрт йыл айырым йәшәгәндән һуң яңынан өйләнешкән йәштәр кеүек, улар йәнә бер балаға ғүмер бирҙе. Аслыҡ булыуға, үлмәҫлек кенә туҡланып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең бәпесе таҙа тыуҙы. Бала биш айлыҡ булғас Ғәзиз ағайҙы сереп бөтөп барған үпкәләре менән ҡалаға больницаға һалдылар. Ул Сафия апай менән улына йылы,
өмөтлө хаттар яҙҙы. Ҡатын-ҡыҙ йөрәге иренә ауыр икәнен аңланы, һәм Сафия апай ире янына барып ҡайтырға йыйынды.

Уның бер ҡасан да ауылдан сыҡҡаны, район үҙәгенән дә алыҫыраҡ киткәне юҡ, бер тапҡыр ҙа поезға ултырғаны булманы. Ҡатындар уның ниәтен һүндерергә тырышты, күкрәк балаһы менән ҡайҙа йөрөйһөң, яҡын арамы, харап ҡына итерһең, тинеләр. «Юҡ, барам тигәс барам инде», — тине ул ҡаршы килеүселәргә. Әҙерәк йыйған аҡсаһы бар, ләкин йөрөгән кеше, барып ҡайтырға ул ғына етмәй, тигәс, туғандарынан алып торҙо, идаранан биш килограмм он яҙҙырҙы, табикмәк, ҡоймаҡ, ике тиҫтәгә яҡын йомортҡа бешерҙе, литрлы банкаға май тултырып алды һәм, арҡаһына киндер тоҡ аҫып, балаһын одеялға урап юлға сыҡты. Күршеһе, мәрхүм Исламгәрәй ағай, Шәйхисламдың атаһы, һуғышта булған, үҙебеҙҙең, унан сит илдең ерҙәре буйлап атлап Эльбаға тиклем еткән кеше, нисек барырға икәнен өйрәтте. «Поездар төрлө яҡҡа йөрөй, тегеләй ҙә, былай ҙа, тегендә лә ҡала, бында ла ҡала, һин Өфө яғына киткәненә ултыр. Уға ултырыр өсөн билет алырға кәрәк. Касса янына бар ҙа әйт: «Уфа» тиң. Аңларҙар. Поездар өс кенә минут туҡталып тора, өлгөрөргә тырыш, һин былай ит. Берәй башҡорт кешеһе янына бар, ул тирәлә беҙҙең халыҡ күп була торған, ир кешегә өндәшһәң бигерәк тә яҡшы, билет алырға, поезға ултырырға ярҙам ит әле, тиң. Аңлат, шулай, шулай, Өфөгә, балниста ятҡан ирем янына китеп барам, тиң. Барып етерһең, табырһың, бөтә ерҙә лә беҙҙең кеше, ҡурҡма, һораш...»

Район үҙәгенә тиклем эше буйынса сыҡҡан колхоз рәйесе Фазыл ағай ултыртып алып барҙы. Артабан йәйәү китте, сөнки ул йылдарҙа Миәскә автобустар йөрөмәй ине әле. Килә торғас уны бер ылау ҡыуып етте — оло ғына йәштәрҙәге кеше район үҙәгенән совхозына ҡайтып бара икән, Поляковкаға ҡәҙәр алып килде, унан йәнә йәйәү. Юл ситенә ултырып балаһын имеҙә лә арҡаһындағы тоғонан ҡоро йүргәк алып уны биләй. Саҡ ҡына ял иткәс ары ҡуҙғала, йәй аҙағы, көҙ башы — ваҡыт-ваҡыт ямғырҙар ҙа яуып китә, әсе генә еле лә иҫә. Ҡараңғы төшөүгә бер башҡорт ауылына барып етте, юлда яландан ҡайтып килеүсе бер бисәне тап итте лә ҡундырып сығарыуын һораны. Иртән иртүк йәнә юлға.

Көнө буйы барҙы, төн еткереп бер ауылға килеп керҙе, һыуланып бөткән, аяғында саҡ баҫып торған көйө иң ситтәге өйҙөң ишеген шаҡыны. Урыҫ ауылы икән. Хужабикә, оло ғына йәштәрҙәге мәрйә, ҡайҙа китеп бараһың, тип һорағас ҡулын һелтәп: «Уфа, — тип яуапланы, үҙе белгән бер нисә урыҫ һүҙе араһынан бер һүҙ табып өҫтәп ҡуйҙы. — Мужик, мужик». Хужабикә төшөндө шикелле, аңлаған кешеләй башын сайҡаны, тағы әллә нәмәләр һораны, һөйләнде, әммә Сафия уның борсолоп: «Батюшки, батюшки», — тигәненән башҡаһын аңғарманы. Таң һарыһы беленеү менән ул торҙо ла йәнә юлға сыҡты. Төш ауғанда Миәстә ине. Ҡаланы үтеп, урманлы тау битләүендә ултырған станцияға ыңғайланы. Был уның тимер юл вокзалын, ике оҙон тимер өҫтөндә ултырған паровозды, вагондарҙы беренсе күреүе ине. Паровоз уға оло тауыш сығарып ҡурҡыныс үкергән тимер аждаһа кеүек тойолдо. Ә вагондар өй ише ҙур. Шуға ултырып йөрөйҙәрме икән ни? Ул ете ят, битараф кешеләр менән лыҡа тулы вокзал бинаһына ингәс бөтөнләй юғалып ҡалды. Әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә Сафияға ифрат дәү тойолған вокзал эсендә — кешеләр тауышы, тәмәке, хлорка, дымлы кейем, тағы әллә ниндәй еҫтәр. Сит-ят ер шундай еҫтә булалыр инде, күрәһең, тип уйлай ул. Төрлө ҙурлыҡтағы тоҡсай, тоҡ, сумаҙандар тотҡан, төрлөсә кейенгән кешеләр бер нисә рәткә теҙелгән эскәмйәләрҙә ултыра, баҫып тора, тегеләй-былай йөрөй, бак янына барып сынйырға бәйләнгән көрөшкә ме9 нән һыу алып эсә; сыға, керә, пружиналы ишекте шарт та шорт яба, шул арала вокзал эсенә һалҡынса һауа тула, көҙгө ямғыр еҫе керә. Станция эргәһенә дөбөршатыр поездар килеп туҡтаһа, вокзалдың цемент иҙәне һелкенә, кешеләр урындарынан һикерешеп торалар ҙа тоҡтарын, сумаҙандарын һөйрәп тышҡа йүгерәләр. Ауылда көн һайын гел таныш йөҙҙәрҙе генә күреп өйрәнгәс, Сафияға иң ауыры бөтөнләй белмәгән, сит, битараф ҡараштар ине. Үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен, бындағыларҙың барыһына ла ят икәнен һиҙеп эскәмйәлә аптырап ултырҙы-ултырҙы ла сабыйын имеҙҙе, йүргәген алыштырҙы.

Хәҙер билет хаҡында ла уйларға була. Бәләкәй генә тәҙрә ауыҙына халыҡ йыйылған, тимәк, касса тигәндәре шул, тип уйланы. Ул ҡыйыуһыҙ ғына сират аҙағына баҫты. Иҫламгәрәй ағай өйрәткәнсә, берәй башҡорт кешеһенән ярҙам һорарға кәрәк ине. Башҡорттар бар, күренә, тик уларҙың да йөҙҙәре вокзалдағы бөтә кешенеке һымаҡ уйсан, ят, шуға кемгәлер барып өндәшергә һис ҡыйыулығы етмәй. Уның артынан күптән инде шинель кейгән, буш еңле башҡорт егете күҙәтә ине. Сит ҡараштарға өйрәнмәгән Сафия һағайҙы: «Был кеше нимәһенә шул ҡәҙәре итеп ҡарай икән һуң?» — тип уйланы. Ниһәйәт, теге кеше урынынан ҡалҡынды ла уның янына килде. Башҡортса йомшаҡ ҡына итеп:

— Һеңлекәш, ҡайһы яҡҡа китеп бараһың? — тип һораны. Сафия ояла-тартыла, был кешенең ихлас уй менән янына килеүенә һаман ышанмай, үҙенең Өфөгә, больницала ятҡан ире эргәһенә китеп барыуын әйтте.

— Бир аҡсаңды, — тине кеше, әммә ҡатындың шикләнгәнен, үҙенә бик ышанып етмәгәнен һиҙеп, өҫтәп ҡуйҙы. — Ҡурҡма, миңә һинең аҡсаларың кәрәкмәй. Халыҡ күп, йәш бала менән сиратта тора алмайһың бит инде.

Аҡсаларын алғас ир кеше туп-тура касса янына барҙы, урыҫса нимәлер өндәште, унан боролоп Сафияға күрһәтте лә аҡсаны бәләкәй тәҙрәгә һондо.

— Миңә икенсе яҡҡа китергә, шулай ҙа һине ултыртышырмын,— тине ихлас кеше, уға билет менән ҡалған аҡсаны ҡайтарып.

Тартына-тартына ғына бер аҙ һөйләшеп торҙолар. Поезд килде, ярҙамсыл кеше уны поезға ултыртышты. Ошо һәйбәт, ихлас кеше менән айырылышҡас Сафияға нисектер күңелһеҙ булып китте, үҙенең исемен дә әйтмәне, Сафия ла уның кемлеген белмәй китеп барҙы. Поезд ҡуҙғалғас, башы әйләнде, күңеле болғанды. Буш урынға барып ултырҙы ла күҙҙәрен йомдо. Байтаҡ 10 ваҡыт шулай барҙы. Күҙҙәрен асҡас алыҫта артҡа йүгергән өйҙәрҙе, баҫыуҙарҙы, тауҙарҙы күҙәтте, тәҙрә янынан ғына ағастар, телеграф бағаналары ялтлап үтте — ул үҙенең өйөндә ултыра, ә йорто ниндәйҙер мөғжизә менән ер өҫтөнән үҙе бара һымаҡ тойола ине. Тәгәрмәс өҫтөндәге өйҙөң хәрәкәт итеүенә Сафия яйлап күнекте, тышҡа хәҙер тынысыраҡ ҡарай башланы. Вагонда өйҙәге ише йылы, ҡоро ине, сисенергә лә, баланың аҫтын алыштырырға ла, бәләкәй өҫтәл артында ашарға һәм сәй эсергә лә мөмкин икән. Вокзалда саҡта ят, ҡурҡыныс булып тойолған кешеләрҙең йөҙҙәре лә, ҡараштары ла икенсе, нисектер йылы, иғтибарлы ине хәҙер. Әллә ялҡытҡыс юлдан, әллә алыҫта ҡалған яҡындарын һағыныуҙан, кешеләр, шул вагонда ултырған күршеләре Сафияның балаһына йылмайып ҡараны, айын белеште, үҙҙәренең балаларын, ейәндәрен хәтерләне. Шулай ҙа Сафия һаман тартына, ят кешеләрҙән уңайһыҙлана ине, дөйөм хәбәргә ҡушылманы, үҙенә төбәлгән һорауҙарға ғына яуап бирҙе, унда ла башҡортса һораһалар ғына. Өфөлә больницала ятҡан ирем эргәһенә китеп барам — ҡыҙыҡһыныусыларға шулай тип бер үк һүҙҙе ҡабатланы.

Килә торғас, бәпесен биләүенән ысҡындырып, вагон һикеһенә һалды, уныһы ни аяҡ-ҡулы ысҡынғас тибенде, тирә-яғына ялт-йолт ҡарап йылмайҙы, тауыш бирҙе. Хәҙер күршеләрҙең бөтә иғтибары балала. Вагон буйлап ниндәйҙер бер ҡатын китеп бара ине, ул Сафия янында туҡтаны ла сәйер генә ҡарашы менән балаға ҡарап тора башланы. Ул Сафиянан өлкәнерәк, ҡаласа һәйбәт кейемдә. Ярар, ҡараһын, бәләкәстәрҙе бөтәһе лә ярата инде ул, берәй һүҙ әйтер йәки ҡағылыр ҙа китер, тип уйлай Сафия. Шунан үҙе, күҙ тейҙереп кенә ҡуя инде, тип хафалана. Ә ҡатын китергә ашыҡманы, һис ашыҡманы, тора торғас, татарса һүҙ ҡушты, һөйләшә башланы (тышҡы ҡиәфәтенә, ҡаласа кейенгәненә ҡарап, Сафия уны мәрйәлер тип уйлағайны).

— Ой, ниндәй матур бала, ой, ниндәй һөйкөмлө малай! — тине ул һоҡланыуын йәшермәй, үҙе һикенең бер мөйөшөнә ултырҙы. — Тотоп ҡарарға яраймы? Мин бәләкәйҙәрҙе шул тиклем яратам, бындай ҙа һөйкөмлө баланы күргәнем юҡ ине әле. Ҡатын баланы ҡулына алды, яратты, һикертте, уйнатты, үпте, нисә айлыҡ, исеме нисек, тип тә ҡыҙыҡһынды. Сафия үҙенең сабыйы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ҡатындың бөтә һорауҙарына ла ихлас яуап бирҙе, 11 үҙе, бының балаһы юҡтыр, ахыры, был ҡәҙәрө лә ылыҡмаҫ ине юҡһа, тип уйлап, тәтәй ҡатынды хатта йәлләп ҡуйҙы.

— Ҡана мин уны иремә күрһәтеп киләйем, ә? Мөмкинме? Ул да бәләкәйҙәрҙе бик ярата, ҡыуандырайым, — тине ҡатын бер аҙҙан. — Беҙ бына күрше вагонда ғына...

Бик оҡшағас, ярар, күрһәтһен һуң, тип уйланы Сафия, күңелдәре булыр. Ҡатын Сафияның улын алды ла күрше вагонға, ире янына, китте, ә Сафия, бер күршеһенә эйәреп, бәҙрәфкә барып килде, йыуынды, сәсен тараны. Урынына килгәндә теге ҡатын балаһын килтермәгәйне әле. «Әйҙә, күңелдәре булғансы уйнаһындар»,— тип уйланы үҙе битараф ҡына — кеше өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләй алыуына ҡәнәғәт ине. Байтаҡ ваҡыт үтте, ярты, бәлки, бер сәғәт тә булғандыр, Сафия бер ниндәй насарлыҡ уйламай, сабыр ғына улын килтереүҙәрен көттө. Әммә уның күршеһе, өлкән генә йәштәрҙәге ҡатын, тынысһыҙлана башланы һәм Сафияға :

— Ҡыҙым, балаң артынан бармайһыңмы? Нишләптер оҙаҡланы лаһа, — тине. — Килтерер әле. Кеше балаһын нишләтһен ул? — Кем белә... Төрлө кеше бар. Шулай ҙа бер аҙҙан ул күрше вагонға китте. Унда ла туп-тулы кешеләр — ултыралар, яталар, һөйләшәләр, кәрт һуғалар, тәҙрәнән ҡарап баралар. Сафия бөтә вагонды күҙҙән үткәрҙе, әммә теге ҡатын күренмәне. Башҡорт ҡатыны икәнен кейеменән сырамытып, йәш балалы ҡатын ҡайһы яҡҡа китте икән, күрмәнеңме, тип белеште. Теге, беҙҙең вагонда йәш балалы кеше тойолмай шикелле, балалы бер ҡатын үтеүен үтте, әммә ул беҙҙең вагондан түгел, бәлки, алдағыһындалыр, тип яуапланы. Сафия артабан, күрше вагонға атланы, тик ҡатын унда ла булмай сыҡты. Күрше вагонда бармағас, ниңә шундабыҙ, тип алдарға инде, тип аптыраны үҙе. Ҡатын артабанғы вагонда ла күренмәгәс ул борсола, ҡурҡа башланы, әммә үҙе һаман, уға сит бала нимәгә кәрәк, килтермәҫ микән ни, тип уйлауын белде. Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә теге ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир янында уның улын тотоп ултыра ине. Иң ғәжәбе һәм аңлашылмағаны шул: малайы рәхәтләнеп әлеге ҡатындың имсәген имеп ята! Бына һиңә кәрәк булһа, тип аптыраны әсә кеше, был ниткән эш? Сафия былар янына килде лә:

— Баламды бир! — тине. Ҡатын Сафияға боролдо, күҙҙәре ялтырап китте, ҡарашы уны беренсе тапҡыр күргәндәге һымаҡ ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәренә мыҫҡыллы йылмайыу яғылды, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл ине. Ҡатын, иренә боролоп, урыҫса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына әйләнде лә үкереп ебәрҙе:

— Һиңә нимә кәрәк? — Бәй, баламды бир! Алып киттең дә...

— Ни-мә? Нисек инде һинең бала? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, күршеләренә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ бынау бисә баламды алырға маташа. Әммә күршеләре өндәшмәне, бер Сафияға, бер әлеге ҡатынға баҡты һәм ҡыҙыҡһынып артабан ни булырын көттө.

— Нишләп? Был бит минең бала. Иремә күрһәтәм дә килтерәм тип алып киттең бит, — иҫ киткес алдаҡты күреп Сафия, юғалып ҡалды, тулҡынлана башланы. — Беҙ күрше генә вагонда тинең...

— Нимә һөйләйһең һин? Мин һине беренсе тапҡыр күрәм, — ул шулай тине лә иренә әйләнде, уға урыҫса нимәлер әйтте, үҙенең йөҙө боҙолдо, ағарҙы-буҙарҙы. — Мин бит уны имеҙеп ултырам, күрмәйһеңме ни? Һинеке булһа, нисек мине имһен?

— Бир баланы! Ул минеке... Сафия бәпесен битһеҙ ҡатындың ҡулынан тартып алырға ниәтләнеп эйелгәйне, ҡатын баланы күкрәгенә ҡыҫты, ә ир Сафияны ҡаты итеп этеп ебәрҙе. Әсә артына саҡ йығылып китмәне, кешеләргә төртөлдө. Тауышҡа пассажирҙар йыйылды, юлды ҡапланылар, арттағылар, эй, унда ниндәй тауыш, тип һөрәнләнеләр.

— Баламды бир! — тип йәнә ҡабатланы Сафия. Ул хәлдең етдилеген хәҙер аңлай-төшөнә ине инде. Ниңә генә биреп ебәрҙе икән? Биргән хәлдә лә күптән килергә кәрәк ине.

— Ҡара, ҡара, ниндәйҙер аҡылынан яҙған бисә минең баланы алырға йыйына! — тип ҡысҡырҙы ҡатын тирә-яғындағыларҙан ярҙам һорағандай, әле береһенә, әле икенсеһенә ҡаранып. Үҙе урыҫса ғына һөйләй, Сафия, билдәле, уны йүнләп аңлай алмай, иң ҡурҡынысы һәм сәйере, ике башҡорт ҡатынынан башҡалары, эштең нимәлә икәнен аңламаған пассажирҙар яһил ҡатын яғын алды ла Сафияға ғәйепле кешегә ҡараған кеүек ҡырыҫ ҡараны — ниндәй әсә үҙ балаһын сит-ят бәндәгә биреп ебәрһен инде. Барыһы ла төштәге һымаҡ: Сафия был ҡупшы ҡатынды бик яҡшы хәтерләй, ул бит уның эргәһенә ултырҙы, һорап-үтенеп малайын ҡулына алды,  һикертте, уйнатты. Унан, иремә күрһәтәм дә килтерәм, беҙ күрше вагонда ғына барабыҙ, тип алып китте, ҡатындың ҡулында Сафияның балаһы, ул үҙенең сабыйын танымай буламы?

Уның бәпесе сит ҡатындың имсәген имеп ята. Сафия уның ысын әсәһе, ят кеше рәүешендә инәлеп-ялбарып тора, иҫәрҙер, аҡылға бер төрлөлөр был бисә, тигәндәрен ишетеп тора. Яуап ҡайтара алмаһа ла, аңлай Сафия. Вагонда, эйе, был ҡатын бала менән ултырҙы, күптән инде бала менән килә, тип ышандырырға тырышыусылар ҙа табылды, хатта. Әгәр Сафия саҡ ҡына тәжрибәлерәк булһа, урыҫса белһә, был үҙенең балаһы икәнен аңлата, иҫбат итә алыр ине. Шул ҡәҙәре лә оятһыҙлыҡтан ул телһеҙ ҡалды, үҙен-үҙе яҡларлыҡ бер нәмә лә әйтә алманы, һаман бер үк һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы:

— Баланы бир! Үҙенең вагонына барып ошо ҡатындың балаһын алып киткәненә шаһит булған күршеләрен дә алып килә алмай ине Сафия, ҡуҙғалһа, былар икенсе вагонға күсеп ултырасаҡ, ҡасасаҡ, йәшенәсәк, йәки поезд туҡтау менән төшөп ҡалыуҙары ихтимал. Эҙлә шунан. Тауышҡа проводница килде. Теге ҡатын, бынау иҫәр бисә минең балаға бәйләнде, минеке тип ныҡыша, тип ошаҡланы. Ә проводница уға ышанмай булдыра алмай — офицер кителе кейгән олпат ир, был ҡатын үҙе лә матур кейемдә, әйтерең бармы, күренекле кешеләр, ә минең бала тип һөйләнгән ҡатын — йолҡош ауыл бисәһе, етмәһә, урыҫса ике һүҙҙе лә ялғай белмәй. Кем ышанһын уға? Проводница ла, эйе, улар поезға бала менән ултырҙы, тине лә ебәрҙе! Шунан тегеләрҙе яҡлап, Сафияның үҙенә бәйләнеп алып китте: ҡайҙа ултырҙың, ниндәй вагонда бараһың, билетың бармы, хәҙер үк үҙеңдең урыныңа кит, юҡһа киләһе станцияла төшөрөп ҡалдырам. Ул Сафияны вагондан көс менән этеп сығарырға маташты, әммә Сафия янындағы тотҡаға йәбеште лә торҙо, ҡуҙғатып ҡара һин уны!

— Баламды бир! — тип ҡабатланы ул йәнә, үҙенең бәләкәсенән күҙен алмай, шым ғына әйтте, сөнки ҡурҡышынан уның ҡысҡырырға, иларға көсө ҡалмағайны инде. Ағарған йөҙлө, үҙенең балаһына текәлгән Сафия, ысынлап та, аҡылын юғалтҡан кешегә оҡшап тора ине. Поезд ҙур станцияға яҡынлашты. Ситтәге ағас йорттар йүгереште, бер аҙҙан эре-эре йорттар, завод торбалары ла күренде. Ҡатын менән ир йыйына башланы. Кем белә инде, бәлки, үҙҙәренең ҡалаларына килеп еткәндәрҙер, бәлки, ошо станцияла төшһәк, был бисә арты14 быҙҙан йөрөмәҫ, йөрөһә лә вокзал ығы-зығыһы араһында күҙ яҙлыҡтыра алырбыҙ тип уйлағандарҙыр. Сумаҙандары ла, төйөнсөк-маҙарҙары ла күренмәй үҙҙәренең. Ҡатын бала менән алдан атланы, ир, һикеләр араһындағы аралыҡты бикләп, ҡатын артынан төшөргә ынтылыусы Сафияның юлын ҡаплап барҙы. Поезд туҡтау менән ҡатын йәһәт кенә төштө лә ҡалаға ашыҡты — улар ире менән ҡайҙа осрашырға алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, ахыры. Һәм шунда Сафия, әгәр ҙә хәҙер вагондан сыға алмаһа, үҙенең балаһын мәңгегә юғалтасағын аңланы. Үҙендә ярһыу әсә көсөн тойоп, ул йәштән үк һәнәк, кәрәк, балта тотҡан, ер һөргән (уны юҡҡа ғына Ир Сафия тип атамағандар шул), ирҙәрсә көслө, ғәйрәтле Сафия, үҙенең алдында барған ирҙе еңел генә ситкә һирпте лә вагондан һикерҙе, йүгерә-атлай китеп барған ҡатынды ҡыуып етте, тегенең ҡулдарынан ҡыпһыуыр ише эләктереп алды ла ҡысҡырып ебәрҙе:

— Баламды бирәһеңме, юҡмы?!

— Ебәр, юҡһа хәҙер милиция саҡырам! — тине ҡатын сәрелдәп. Был һүҙ Сафияны айнытып ебәргәндәй булды. Ысынлап та, бында милиция, закон һаҡсылары, тәртип һаҡсылары, көсһөҙҙәр яҡлаусыһы булырға тейештер ҙәһә!

— Милиция!— тип ҡысҡырҙы Сафия ла.

— Милиция!

Әммә яһил ҡатын милиция менән бик осрашҡыһы килмәне, ахыры, тартылды, ул һүҙҙе бүтән әйтмәне лә, шул арала килеп еткән ире Сафияның ҡулдарынан тотоп, ҡатынынан ысҡындырырға теләп йолҡа башланы. Сафия балаһының йүргәгенә шундай ныҡ итеп йәбешкәйне, уны ҡатындан тик бала менән бергә генә ысҡындырырға мөмкин ине.

— Бир баламды! Милиция! Тауышҡа кешеләр йыйыла башланы, һәм бер нәмә лә аңламай, ҡысҡырышҡан ике ҡатынға, уларҙы айырырға маташҡан иргә текәлделәр. Ниһәйәт, милиционер пәйҙә булды, йыбанып ҡына ҡулын козырек тәңгәленә тейгеҙҙе лә, йөҙөнә уҫаллыҡ сығарып, һораны: — Бында ниндәй тауыш? — Беҙ әле генә поездан төштөк. Бынау иҫәр бисә бәйләнде лә беҙҙең баланы алырға итә, оятһыҙ, һис ҡотолорлоҡ түгел. Беҙҙе шунан ҡотҡарһағыҙ ине, — тип аңлатты ҡатын ҡабалана-ҡабалана. Милиционер Сафияға урыҫса ҡаты ғына итеп нимәлер әйтте лә (күрәһең, ҡатын һүҙенә шундуҡ ышанды) Сафияға быларҙы ебәрергә ҡушты. Ә Сафия, киреһенсә, үҙенең балаһына, дөрөҫөрәге, йүргәк хеҙмәтен үтәгән йыуылған иҫке сепрәк киҫәгенә, тағы ла нығыраҡ йәбеште.

— Әйҙәгеҙ отделениеға, шунда асыҡларбыҙ, — тине милиционер, мәсьәләне былай еңел генә хәл итеп булмаясағын күреп. — Граждандар, таралышығыҙ, таралышығыҙ, кеше күргәнегеҙ юҡмы әллә?

— Беҙ әлеге поездан төштөк, һуңлауыбыҙ бар. Был ҡатынды алып барығыҙ, ә беҙҙе ебәрегеҙ, — тине тәтәй ҡатын юхаланып.

— Иптәш милиционер...

— Поезд егерме минут тора, өлгөрөрһөгөҙ, — тип яуапланы милиционер ҡырҡа ғына. Отделениеға киттеләр. Сафия, балаһының йүргәген ҡулынан ысҡындырмай, ҡатын эргәһенән бара. Милиция бүлегендә йәнә бер милиционер бар ине, икәүләшеп Сафияға ҡысҡырырға керештеләр: ебәр баланы, был ниткән эш. Ул аңланы, ҡулын ысҡындырҙы, әммә нимә һораһалар ҙа, был минең бала, был икәү минең баланы тартып алды, тип ҡабатлап тик торҙо. Уның әйткәндәренә төшөнмәнеләр, аңламанылар, шуға күрә ҡайҙандыр башҡорт милиционерын саҡырҙылар. Сафия уға был ҡатындың нисек эргәһенә килеп ултырыуын, иремә күрһәтәм тип күрше вагонға алып китеүен һәм кире килтермөүен, үҙенең әллә биш, әллә алты вагон аша саҡ эҙләп табыуын, әле килеп, минең бала тип ныҡышыуын һөйләп бирҙе. Башҡорт милиционеры уға ышанды ла шикелле, ул Сафияның хәбәрендә хаҡлыҡ барлығын тойҙо, һынсыл ҡарашы менән баланы ураған йүргәктең иҫке, бигүк таҙа булмаған сепрәктең ҡала ҡатынының таҙа, ҡупшы кейемдәренә тура килмәгәненә лә иғтибар итте. Үҙенең был шиген иптәштәренә лә әйтте. Тәүге ҡатынға ышанған йәки ышана яҙған тегеләр хәҙер икеләнде.

— Һеҙ кемгә ышанаһығыҙ? — тине яһил ҡатын сәрелдәп. — Беҙ бына өсәү: ирем, үҙем, бала, ә ул кем, ҡайҙан килеп сыҡҡан бисә һуң?

— Үҙегеҙҙең бала икәнен нисек иҫбат итә алаһығыҙ? — тине башҡорт милиционеры. Хаҡлыҡ Сафия яғында булыуына ул ышана ине.

— Нисек итеп? Бына! — ҡатын түшен асты, тулы күкрәген килтереп сығарҙы ла уны һыҡты — имсәктән һөт атылды.

— Балаһыҙ ҡатындың һөтө буламы, ә?! Эйе, ул бик тә дөрөҫ, шул уҡ ваҡытта мәкерле юл тапты: башҡорт бисәһе, ауыл бисәһе, сит ирҙәр алдында бер ҡасан да имейен сығармаясаҡ.

— Иптәштәр, беҙгә бәйләнеүегеҙҙе туҡтатаһығыҙмы, юҡмы? Борсолоуҙан ҡатындың һөтө юғалыуы ихтимал бит, — тип ҡыйыу ғына әйтеп ҡуйҙы ир кеше. — Беҙ поезға һуңлайбыҙ. Олпат ирҙең һүҙе милиционерҙарға тәьҫир итте.

— Һеҙгә китергә мөмкин, — тинеләр, ә Сафияға: — Ә һиңә бер аҙ тотҡарланырға тура килер. Ҡайҙа китеп, барыуыңды, документ-билеттарың бармы-юҡмы икәнен асыҡлайыҡ. Ир менән ҡатын милиция бүлегенән сыҡтылар ҙа йүгерә-атлай поезға ашыҡтылар. Сафия бер мәлгә генә ҡатып ҡалды, аяҡтары иҙәндән ҡуҙғалмаҫ булды, күҙ. алдары ҡараңғыланды, әммә шундуҡ тигәндәй әсәлек хисе, әсәлек тойғоһо, үҙенең сабыйын һаҡлап, йыртҡысҡа ташланған турғай шикелле ул да, ғәйрәт табып, алдындағы милиционерҙы ситкә этте лә, бүлмәнән атылып сығып, теге икәүҙең артынан йүгерҙе. Әммә ир, бының, килгәнен күреп, уға боролдо, тотто, ҡосағына алды. Сафия, унан ысҡынырға тырышып, быны этте, тешләште, ә шул мәлдә поезд ҡуҙғалды. Ҡатын бала менән ишектән инеп өлгөрҙө. Ир Сафияны артҡа этте лә бөтә көсөнә поезға йүгерҙе. Сафия уның артынан. Ир ишеккә һикерҙе, ә Сафия ишеккә еткәйне генә, проводница ишекте шарт япты ла бикләп тә ҡуйҙы.

Сафия тотоноп менә торған тимерҙе эләктерергә генә өлгөрҙө һәм поезд уны шул килеш алып китте — тәүҙә ул йүгерҙе, поезд тиҙлеген арттырғас, аҫылынып барҙы, әммә ҡулдары, көслө крәҫтиән ҡулдары тимерҙе ысҡындырманы. Бер ҡулы менән генә эләгеп аҫылынған көйө ул байтаҡ юл үтте, унан көс-хәл менән аяҡтарын баҫҡысҡа күтәрҙе. Былай бер ни тиклем еңелерәк ине. Ҡаршы ел уны кескәй генә баҫҡыстан йолҡоп төшөрөргә тырышты, үтә һуҡты, өҙгөләне, йолҡто. Килә-килә ямғыр яуырға кереште, ауыр, ҡурғаш кеүек ауыр тамсылар уның ҡулдарына, йөҙөнә бәрҙе, бер ҡат ҡына күлдәген лысма һыу итте, һалҡын һөйәктәренә тиклем үтте.

Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш, аяғы аҫтынан ғына платформа ситендәге ҡырсын таштар, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, саҡ ҡына арыраҡ күбәләр, кәбәндәр менән сыбарланған яландар, ауылдар ялпылдап үтте, поезд йылғалар аша һалынған күперҙәрҙән сыҡты, бәләкәй генә һары флаг тотҡан бисәләр артта ҡалды. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы, Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарына тотоноп үтте — бармаҡтарын айырҙымы, сабыйының тормошо икенсе юлдан китәсәк. Кем белә, бәлки бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул ҡатын-ҡыҙ, ул әсә, тормоштоң был ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны, әйтерһең, ҡуша бәйләп ҡуйғандар. Ҡараңғы төштө. Бер боролошта Сафия вагондарҙа ут тоҡанғанын күрҙе, өйҙәге ише унда ла йылы, уңайлы, йылыла һәм яҡтыла уны ғазаплаусылар китеп бара, вагондың һәр туҡылдауы уларҙы перронда тороп ҡалған Сафиянан алыҫлаштырғандан-алыҫлаштыра, унда ике кешенең хаслығы арҡаһында үҙенең яҙмышы икенсе юҫыҡҡа төшөп барғанын аңламай сабыйы китеп бара. Ниһәйәт, алыҫта, яуған ямғыр ҡараңғылығы аша, ҡаланың уттары күренде, оҙаҡламай поезд тиҙлеген кәметте һәм күпмелер ваҡыттан һуң станцияға килеп туҡтаны.

Вагондың ишеге асылыу менән Сафия проводницаны ситкә этте лә вагон эсенә йомолдо һәм уның балаһын күтәреп сығып килгән теге икәүҙең алдына баҫты. Башынан аяғына ҡәҙәре һыу, өшөгән, ағарған, эскә батҡан, әммә мөхәббәт, нәфрәт менән тулы асыулы күҙҙәре менән баҡты. Теге икәү быны көтмәгәйне, шаҡ ҡатты, ауыҙҙарын асып ҡаранылар ҙа ҡаттылар. Ҡатындың күҙҙәренә йәш тығылды, ирҙең йөҙөнә ҡараңғылыҡ ятты, уртын уйнатып күҙҙәрен ситкә алды.

— Баламды бир! — ҡалтыранған ҡалын тауыш менән өндәште Сафия.

— Бир! — тип бойорҙо ир уға ҡарамай ғына ҡатынына. Баланы күкрәгенә ҡыҫҡан килеш ҡатын ҡапыл түгелеп илап ебәрҙе лә быуыла-быуыла һөйләй башланы: — Тыңла мине, тыңла, пожалуйста! Ниңә шулай ҡыланғанымды, бәлки, аңларһың. Балам үле тыуҙы. Бүтән бер ҡасан да балаң булмаясаҡ, тине врач. Беҙ Өфөгә барҙыҡ. Унда детдомдан бала алып була тигәйнеләр. Беҙ үҙебеҙ Силәбенән, һөтөм юғалмаһын тип ирем күкрәгемде имде. Мин һинең сабыйыңды күрҙем дә оҡшаттым, яраттым, имсәгемде ҡапҡас, эҫендем дә киттем. Бир һин уны миңә. Һин әле йәш, тағы ла табырһың. Аҡса бирербеҙ, һағынһаң, беҙгә килеп йөрөрһөң, туғанлашырбыҙ. Үтенеп һорайым, инәләм, теләйһеңме, тубыҡланам. Бала таба алмаһам, ирем минең менән йәшәмәйәсәк, китәсәк. Ә мин уның китеүен теләмәйем. Бир сабыйыңды...

— Юҡ! — аҡылынан шашыр сиккә еткән Сафия бәпесенә һонолдо. Әммә ир өлгөрөрәк булып сыҡты, ул ҡатынының ҡулынан баланы тартып тигәндәй алды ла Сафияның ҡосағына тыҡты. Сафия балаһын алды, йә тағы тартып алырҙар тигән һымаҡ ҡабаланып вагондан сыҡты, ҡатын уның артынан эйәрҙе, үҙе һаман һөйләнеүен белде: 

— Кисер, ғәфү ит инде, зинһар!..

Ә Сафия уны ишетмәне лә, тыңламаны ла, атлауын белде, һуңынан, тол ҡалғас (Ғәзиз ағай больницала үлде), Сафия улын яңғыҙы үҫтерҙе, тағы урлап ҡуймаһындар, берәй төрлө бәхетһеҙлек килеп сыға күрмәһен, тип улы өсөн мәңге ҡурҡып йәшәне. Матур, бөтөн киҫәк уға, үҙе тишек-тошоҡта йөрөнө, малайы өҫтөндәге кейем таҙа, ямауһыҙ булды, аяғында ла гел рәтле кейем ине. Балаһын юғалта яҙған ваҡиға әленән-әле иҫенә төшөп торҙо, үҙенең вагон тышында барған сәғәттәрен хәтерләп, тәндәре зымбырҙап ҡуйғыланы.

Эйе, саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтһә, бармаҡтарын асһа, сабыйынан мәңгегә ҡолаҡ ҡағыр ине, үҙе лә йығылып имгәнер ине. Имгәнеп кенә ҡалһа әле... Уйлай-уйлай төрлө хыялдарға,, ла бирелә: бына теге икәү уның малайын алып китә, Сафия япа-яңғыҙы тороп ҡала, бала ла юҡ, ир ҙә Донъяла яратырҙай бер кем юҡ, ә улы, йөрәк майы, үҙенең әсәһе тураһында бер нәмә белмәй сит-ят кешеләрҙә үҫә, әсәй тип бөтөнләй икенсе кешегә өндәшә — бындай саҡтарҙа Сафияға ифрат ҡыйын, ауыр була, әйтерһең, тормошта ысынлап та тап шулай килеп сыҡҡан. Йыш ҡына, поезға ултыра алманым, поездан йығылып төштөм, имеш, тип төштәр күрҙе, ә поезд китте, уны һис ҡыуып етерлек түгел, шулай ҙа ул поезд артынан йүгерә, ҡысҡыра, илай, инәлә, ялбара, унан ҡото алынып уяна ла улының янында икәнен күреп хәҙер инде бәхетенән иларға керешә...

Ғүмер буйы улы тураһында татлы хыялдар менән йәшәне. Бына улы үҫә, егет була, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, яңы йорт һала, әйләнә. Килене шул ҡәҙәре һәйбәт, егәрле, күп итеп балалар таба. Сафия тыныс, етеш тормошҡа ҡәнәғәт булып ҡартайғансы ейәндәрен ҡарай... Ул берҙән-бер улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, һирәк кенә ҡайтҡандарында иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгәнендә һәм пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп яңынан олаҡҡан ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрәнән күҙен алмай көттө лә көттө...

Читайте нас: