Все новости
Литература
28 Июня 2021, 23:05

Картуф

хикәйәСулпан АбдрахимоваКисләтеп кенә ҡартуфты сүпләп бөттөк.Картуф,тиһәң ысын картуф үпкәләр.Борсаҡ!Уңмаған.Вәлимә инәй менән Мәрйәм инәйҙәрҙеке арыу ғына,иң ҙур ҡартуфтары галуш хәтле,иң ыуаҡтары ла беҙҙең иң ҙур катуфтан ҙурыраҡ.Хикмәттер.Ямғыр бөтәбеҙҙең агарутына ла бер иш яуҙы,шикелле.Картуф һабаҡтарын әллә ҡасан ҡырау һуҡҡан,оя эҙләп көн үтте.-Ҡарабикәне ташларға кәрәк,ана Эреташта Язарҙарҙың ере буш ята, ,яҡын да... Йәйәү генә йөрөлөр.Гел генә аты эләгеп торамы әле ул...

Әсәй шулай һөйләнә-һөйләнә атты екте.Мин картуфтар өҫтөндә суҡайып ултырам.Тирҫтән әсе ел иҫә башланы.Ҡулдың сәңкемәгән ере юҡ.Тырнаҡ аҫтарына тупраҡ тулып бөттө.
Мәрйәм инәйҙәр ҙә яйлап ҡуҙғалдылар.
Ҡайтып еткәндә, Аҡбаш ҡапҡа алдында, безәүкәйе ялан кәртәлә баҡырышып торалар ине.Атай эштән ҡайтҡан.,,Иж"ды рәшәткәгә терәтеп ҡуйған.
Арба тауышына атай ҡаршы сыҡты,ҡапҡаны асты.Һыйыр арба артынан эйәрҙе,картуф еҫен һиҙептер инде.
-Самауыр ҡайнаған.Ит һалдым,тине атай,ат туғара башланы.Әсәй арбанан төшөп,ҡойма бағанаһына түңкәргән күнәген алды ла,ялан кәртәгә инеп китте.Аҡбаш ышылдап артынан эйәрҙе.
-Кәнсире менән йоғанысты әпкил әле!Әсәй быҙауҙы бәйләне,һыйырҙың еленен майланы,янбашынан һөйөп алды яратып,шунан һыйыр һауырға ултырҙы.
Мин ике ҡулды летний бәлтәмдең ике еңенә тығып әсәйҙең һыйыр һауып бөткәнен көтәм.Аҡбаш оҙон теле менән быҙауының маңлайын ялай.Һағынған быҙауын!
-Әсәһен аҙыраҡ тылҡыһын да ,быҙауҙы бикләрһең!
Әсәй һөтө менән өйгә инеп китте,юл ыңғайы атайға,,Картуфтың өҫтөнә алама юрған ташла ла ҡуй,бирешмәҫ моғайын һыуыҡҡа",тип һөрәндәп инеп китте.
Быҙауҙы кәзәләр эргәһенә яптым да,артҡы ҡапҡанан Аҡбашты ҡыуып сығарҙым-эш бөттө.
Әсәй аш яраштырып торманы,ит ашап,һурпа эстек тә яттыҡ.Ғәләмәт арығанмын,баш яҫтыҡҡа тейеп тә өлгөрмәне-йоҡлап киттем.
Иртәнге сәйгә ултырҙыҡ тигәндә Мәрйәм инәй тыны бөтөп югереп килеп инде.
-Гөлшат,тиҙ бул,һыйыр картуф ашаған да,тамағына тығылған.
Сатай-ботай сығып югерҙеләр.Бер кәсә сәйҙе ҡоролай һемерҙем дә,мин дә киттем.
Әсәй ҡулын һыйырҙың ауыҙына тығып ,теге картуфты сығарырға итә,юҡ,сыҡмай ғына бит.Һыйырҙың күҙҙәре ҙур булып аҡайғандар.Хәле бөттө малҡайҙың.Ул арала атай ҙа килеп етте,һыйыр ҡолап та китте ергә.Мин ҡурҡыштан сыҡ та ҡас!
Төш ауғансы әсәйҙәр ҡайтманы.Теге һыйырҙы һуйып алдылар Мәрйәм инәйҙәр.Йәүкәләй һалып,итен һатып бөттөләр әлдә генә.Әсәй эсәк-ҡарын йыуышып ҡайтты.
,,Быҙау ғынаһы етем ҡалды",тип мин ҡайғырам.
Төштән һуң картуфты баҙға төшөрҙөк.Аҡбаш ҡайтты баҡырып.Мин кәнсире менән йоғаныс тотоп әсәйҙең эргәһендә торам.
-Әсәй!
-Әү,балам...
-Алай ҙа ғына беҙҙең картуф уңмаған,эбит, Аҡбаш яңылыш ашап ҡуйһа, беҙҙең дә быҙау етем ҡалыр ине..
-Кит, бушты һөйҙәмә...
-Әйе шу...Аллам һаҡтаһын!
Читайте нас: