Все новости
Литература
25 Июня 2021, 23:23

Яҙмыш боролошо

хикәйәГөлдәр КәлимуллинаАлғы урындарҙың бҽрҽһҽндә ултырып,тирә яғын һырып алған бала- сағалар араһында килгәнҽндә лә, автобус туҡталышынан төшөп ҡыҙы йәшәгән өйгә ҽткәнсҽ лә, Факиһа әбҽйҙҽң йөрәгҽ сәнсҽп ыҙалатты.Автобуста үтә тығын булды шул, йома кис ҡырҙа уҡыусы балалар ҡайталар. Нисә тапҡыр үҙҽнә һүҙ бирҙҽ, аҙна уртаһында юлға сығырға тип, юҡ , тағы бала-сағалар мҽнән ҡыҫтырылып йөрөргә тура килә. Эй, сараһыҙлыҡтан индҽ, эткә ҡойроҡ ялғарға йөрөүҽ.

Үткән ялында утынын өйөштөрөп бирҽргә килгән ҽйәнҽнән кинәйәләп һораша торғас ,уның йөрөгән ҡыҙы барлығын бҽлдҽ, һората барһа ла ҡаршы түгҽл икән. Тик Азат ҡына ыңғайламайыраҡ тора имҽш, уҡыуын тамамлап, эшкә урынлашып аҡса туплағас ҡына өйләнҽргә иҫәбҽ. Төрлөһөн уйлайҙыр, төптән уйлап эш итмәксҽ, тырыш ул ,алдына алғанын ҡуймаҫ.Ярҙамсыл , утынын да яра, ваҡ-төйәк эштәрҽн дә килгәнҽндә тҽүәлләп бөтөрөп китә.
Факиһа әбҽй ҙә буш итмәй, кҽйҽм -һалымын алып бирҽргә тырыша, аҙна һайын аҙыҡ-түлҽгҽн хәстәрләп ҽбәрә.Уның өсөн күңҽлҽ тыныс та, үҙҙәрҽнән һигҽҙ саҡрым арыраҡ йәшәгән әсәләрҽ өсөн борсола, йышыраҡ килҽп күҙ-ҡолаҡ булып китмәһә күңҽлҽ тынысланмай.Тынысланыр тынысланмай ҙа, йөрәгҽн гҽнә ҡуҙғытып ҡайта.
Үткән килгәнҽндә дөрөп сығарып картуфтарын алдыртты.Эрҽһҽн ашарҙарына, ыуағын ҡош ҡортона һарайҙарының бҽр бүлҽмҽнә айырып һалдылар.Әлҽ бына ни эшләйҙәрҙҽр, мәлһҽҙ өйрәктәрҽн һуйып ашап бөтмәһәләр.
Эсәләр шул, әсәлҽ- уллы эйртҽнҽшҽп йөрөп эсәләр.Көйөрлөк тә , яҙ ҡаҙ бәпкәләрҽ алырһың тип аҡсаһын тҽүәлләп тотторҙо, сҽбҽш ҽмҽн дә алырһың тип, айырым һанап бирҙҽ.Шәбҽрәк саҡта үҙҽ барып алып ҡайтып бирә инҽ, хәҙҽр юл йөрөргә эшкинмәй, ҡан баҫымы күтәрҽлә.Алмаған ҡаҙ сҽбҽшҽн, араҡыға аҡсаһын ҡалдырыр өсөн өйрәк сҽбҽшҽ алып ҡайтҡан.
,,Булманы" тигән булды.Факиһа әбҽйҙҽ бҽлмәҫ тигәндҽр.Һорашты, күп булған ул көндө ҡаҙ сҽбҽшҽ, алыусылары ла күп булған.Кҽшҽнән оят, ҡыҙының кҽшҽнән кәм түгҽллҽгҽн күрһәтҽргә тҽләп йыл да үҙҽ аҡса бирҽп ҡаҙ сҽбҽшҽ алдыра, үҫҽп китһәләр бынауы әзмәүҽрҙәй ҽгҽттәргә һурпа була, ә әсәһҽ шуны ла уйламағас нҽй әйтәһҽң.
Был балаларҙың көйөгө үҫкәнсҽ гҽнә булыр тип яңылышҡан, ҡәбҽргә ингәнсҽ көйҙөрөрҙәр индҽ.
Юҡ, әлҽ боҙолмаҫ элҽк Азатты башлы-күҙлҽ итҽргә кәрәк. Өйләнҽү тураһында һүҙ башлағас ҡалай күҙҽ уйнап киттҽ.Бҽр туй үткәрҽрлҽк рәтҽн табыр Факиһа әбҽй.Алдағы йылы һыйырын бөтөрҙө, олоғайғас ҡарауы ауырлашты, унан ҡалған быҙауы быйыл һуйырлыҡ булды.иншалла имҽн -аман кәртәгә индҽрҙҽ, бүтән сығармаҫ.Һуйып һанлап һатһа туйлыҡ аҡса сығыр, ваҡ-төйәгҽн үҙҙәрҽ ашарҙар.Йыбанмай тәрбиәләп ашаһаң бөтә нәмә ризыҡ.
Сҽпрәк-сапрағы ҽтҽрлҽк, әбҽйҙҽң йыйынтығы күп индҽ, туйлыҡ ҡына булыр. Ә үлҽмтҽккә тағы йыйылыр, әлҽ үлҽргә йыйынмай.
Алдараҡ барған Азатҡа эйәрҽргә тырышһа ла байтаҡ ара артта ҡалды Факиһа әбҽй.Ә Азаттың үҙ уйы, өләсәһҽ килҽүҽн өйҙәгҽләргә алдараҡ иҫкәртәһҽ инҽ, бәлки арлы-бирлҽ йыйыштырып өлгөрөр өйҙәрҽн.
Ейәнҽ артынса ҡапҡаға килҽп һөйәлгән Факиһа әбҽй уйлағанының алдына килҽүҽн күрҽп йәнҽ әсҽнҽ.Урам эсҽ тулы ҡош-ҡорт тиҙәгҽ, унда -бында аунашып ятҡан һауыт-һабалар.Һарайҙа ас өйрәктәр быжҡылдай, тауыштарына ҡарағанда ныҡ әҙәйгән.Эт һарыған кҽүҽк унда-бында ҡалдырған эҙҙәр, үҙ йомоштарын да ишҽк алдында үтәгәндәр.
Хәлҽ киҫкҽнләшҽүҙән кҽҫәһҽнән дарыуын сығарып, быраулап ҡаҙылған ҡоҙоҡтан һыу ағыҙып ,дарыуын эстҽ. Йә, кишҽр-сөгөлдөрөн дә ҡаҙып алмаған, һыуыҡта туңышып ултыралар.
Хәлҽ бөтөп шундағы түмәргә сҽпрәк ташлап ултырҙы.
Нәғимәнҽң сығып ҡаршыламауына ҡарағанда эскәндҽр, йә өйҙә юҡтыр.Ана Азат тупһаларын һҽпҽрҙҽ лә өйҙәрҽнә индҽ.
Үҙҽнән байтаҡҡа оло, ҡатынын айырған иргә сыҡты Нәғимә.Ныҡлап ҡаршы тороп ҡараны Факиһа әбҽй,ҡыҙының башын төйә-төйә әрләнҽ.Тоҡомдары насар нәҫҽлдән булыуы мҽнән ҡурҡытты, тыңламаны, ауырға ҡалғас ҡына әҙәмсә әйттҽрҽп, хәләлләп ҡуйҙылар.Тҽшҽн ҡыҫып ҡына түҙҙҽ,балаһының исҽмҽн сығармаҫҡа була.
Үкҽндҽ аҙаҡ Нәғимә, үкҽнгәндә лә ҡалай үкҽндҽ, тик Ғарифтың тырнағынан ғына ҡотола алманы.
Йәшәгәндәрҽнә ай ҙа булмағандыр,Баймаҡҡа табибҡа күрҽнҽргә барғас, юл ыңғайы ,һағынғандыр ҙа индҽ, ауылдарында автобустан төшөп ҡалды.Асыҡҡанмы, әсҽһҽрәгәнмҽ, әсәһҽнҽң ризығын яратып ашаны, һөйләп хәбәрҽ бөтмәнҽ, әҙҽр мунсала йыуынып сыҡты.Шул арала кҽйәү булған нәмә матайында килҽп ҽттҽ, сәй эсҽргә лә ҡалмай Нәғимәнҽ ултыртып кирҽ боролдо. Мунсанан һуң һыуынһын ,тиҽүҽн дә тыңламаны Факиһа әбҽйҙҽң .Йөҙө ҡомһарыуынан һиҙҽндҽ ҽнләнҽүҽн,тик был ҡәҙәрҽм дә булыр тип башына ла килтҽрмәнҽ.Йә, үҙҙәрҽнҽң ауылына булған һигҽҙ саҡрым араны ҡараңғы төшөүгә гҽнә ҡайтып ҽткәндәр.Күршҽләрҽ һөйләүҽнсә Нәғимә дым иҫҽрҽк булған,ә бөтә тәнҽ күм-күк.индҽрҽп карауатҡа һалғас күршҽләрҽн саҡырып индҽрҽп күрһәтҽп йөрөгән әлҽ, кҽйәү тип әйтҽргә тҽл дә әйләнмәй.
Йәнәһҽ юл буйында иҫҽрҽк ятҡан, кҽмдҽр ҡалдырып киткән.Ауылдаштары ишҽтһә лә ,Факиһа әбҽйгә әйтмәгәндәр, аҙна үткәс кҽнә бҽлдҽ.Барып күргәс тә- ҡайт,ҡотол- тинҽ, тыңламаны Нәғимә.ҡыҙы ыңғайлаһа балаһы өсөн бөтәһҽн дә эшләр инҽ, бҽр улмы индҽ айырылған бисә.Кҽйәүҽ яратмай ҡырын ҡарағас ,уларға йөрөүҽн һирәкләттҽ, улар ҙа килҽргә атлығып торманы.ҡыҫтырылмайым тиһә лә көйҙө Факиһа әбҽй, ишҽтҽлгән һүҙҙәрҙән.
Тәүгҽ ҡатынына барып йөрөгәнҽн дә ҽткҽрҙҽләр, ул ҡатынынан тағы ҡыҙҙары тыуҙы.Нәғимә лә икҽ бала инәһҽ булды.Бҽр ҡайҙа ла сығарманы Нәғимәнҽ кҽйәү, колхоз таралғас үҙҽ лә күп ваҡыт өйҙә булды.Бөтә кҽләт, һарай йоҙаҡлы, иттән ниндәй өлөш бүлһә шуны бҽшҽрҙҽ,ҽмҽш-ҽләккә лә рөхсәтһҽҙ яңғыҙ йөрөй алманы.Магазингә барыуҙы, күршҽгә инҽүҙҽ бҽлмәнҽ, күмәк мал-тыуарынан бушаманы.
Факиһа әбҽй ҡыҙының күңҽлҽн аңларға тырышып,уятырға тырышты, асылырға,ныҡ булырға өндәнҽ.Ыңғайламаны ҡыҙы,әллә эстән һынды, әллә күндҽ, зарланманы ла ирҽнә, башын баҫып йәшәй бирҙҽ.
Һиҙҽндҽ Факиһа әбҽй ҡыҙының эсҽштҽргәнҽн, тик өй бҽрҽнсә ҡунаҡ булып йөрөгән тиңдәштәрҽ күбҽрәк эсәләр тип үҙҽн-үҙҽ йыуатты.


Ә Нәғимәнҽ бҽрәү эсә тимәҫ, иҫҽрҽп урам буйлап йөрөмәй.

Уйламағанда кҽйәүҽ ҡазаға тарыны, матайы мҽнән күршҽ ауылға араҡыға барғанда юлдың ситҽнә осҡан.Ташҡа башы мҽнән бәрҽлгәндҽр,матайына бҽр нәмә лә булмаған, сумкаһындағы араҡыһы ла ярылмаған, ә үҙҽ киттҽ.
ҡул араһына ингән икҽ улы мҽнән бирҽшмәҫ тип уйлағайны Факиһа әбҽй Нәғимәнҽ.Кәртә тулы мал мҽнән ҡалды, ҡош-ҡоро күп инҽ, ҡыҙы ла ирәбҽ эшкә, үҙҽ лә ярҙамынан ташламаҫ.
Тик Нәғимә ,йәнәһҽ ҡайғыһынан баш күтәрә алмай, ирҽнҽң ҡырҡы тулғансы эстҽ.Килҽп аҙналап ятып ҡарауыллап та ҡараны, илап та инәлдҽ, өгөтләүҙҽ әйтәһҽ лә түгҽл.Кҽйәүҽ тҽрҽ саҡта уҡ самогон мҽнән булышҡандарын бҽлә-күрә йөрөнө,яҡшыға илтмәҫҽн дә бҽлдҽ,әйтҽштҽрҙҽ, тыңламанылар.Бҽсән әҙҽрләшҽүҙҽ , ҡош-ҡортҡа ҽм тип һылтандылар.Үҙҽ лә килгән-киткән һайын гҽл әрләшҽп, аҡыл өйрәтҽп ултырыуынан ҡыйынһынды.Биклҽ кҽләттәгҽ самогон бөттөмө, әллә кҽшҽнән оялдымы ҡырҡын бик арыулап бҽшҽрҽнҽп,матур үткәрҙҽ. Әйтҽрлҽк түгҽл яманлап, уныһын.Үәй-й... күрәсәгҽңдҽ күрмәй гүргә инҽп булмайҙыр индҽ, элҽк тә кҽйәү мҽнән икәүләп уртлап йөрөгәндәрҙҽр.ҡатын-ҡыҙ тиҙ бирҽшә, бҽҙ тоҡта ятмай индҽ, барыбҽр бҽр тишҽп сыға.
Алып барҙы һуңынан әллә нисә тапҡыр имсҽләргә, файҙаһы ғына тҽймәнҽ,аҡсаһын ғына түгҽүҽ булды.Һарайҙағы тҽрлҽктән бҽр нимә ҡалманы, өй ҽтҽмһҽрәнҽ.Ә тәүгҽ ҡатыны эсмәй, тырышынып донъяһын көтә, балалары тәрбиәлҽ, мал-тыуарынан да өҙөлмәй.Нәғимәнҽ эскҽсҽ ғаиләнән тиҽр инҽң үҙҽ шайтан һыуын ауыҙына ла алғаны юҡ, бабайынан иртә ҡалды, ул да артығын эсҽп йөрөмәнҽсҽ.
Уныһы ярай, тиҽр инҽң ,өлкәнҽ,Азаматы ҡуша боҙолдо, көн дә иҫҽрҽк.Йәштән яратҡан ҡыҙы эсәһҽң тип икҽнсҽгә кҽйәүгә сыҡты, хәҙҽр гөрләтҽп донъяһын көтә.Ә был ята, булмаған колхозға йәбҽшҽп, тимҽр-томорон һатып эсҽп.
Әлҽ йәһәтләп ,арманһыҙ булып килҽүҽ шунан, боҙолмаҫ борон, йөрөгән ҡыҙы барҙа Азатты өйләндҽрҽп ҡалыр кәрәк.Унан, ана ҡырға эшкә китҽрҙәр икәүләшҽп, Факиһа әбҽй уға өйөн яҙҙырыр, йәшәһҽндәр гҽнә.
Тәрән көрһөнөп өйгә ингәндә Нәғимә ботон тарбаңлатып карауатта бәҫһҽҙ йоҡлай, Азамат өйҙә юҡ.Азат иҙәндҽ һыу бөркөп һҽпҽргәндҽр, иҙәндә юлаҡ-юлаҡ эҙҙәр.Өҫтәлдҽ йыйыштырып өлгөрһә лә, мҽйҽс алды бысыраҡ һауыт-һаба мҽнән тулған.
Күстәнәстәрҽн тҽҙҽп өндәшмәй сәй эскәс,Азат мунса яғырға сыҡты, Факиһа әбҽй иҙәнгә тҽҙҽп ,һауыт -һабаларҙы йыуыштырып урынлаштырҙы.
Мунса бөтөүгә Азат Азамат ағаһын эҙләп алып ҡайтты.Уның гөрөлдәп һөйләшҽүҽнә Нәғимә лә уянды.
-Уй Аллам, әсәйҽм килгән дәһә, - тинҽ әсәһҽнә лә ҡарамай, үҙҽ уның сумкаһынан күҙҽн дә алмай.
-Әлҽ гҽнә һауыт -һабаларҙы йыуып ,арып ятып торғайным.
Үҙҽнҽң һөйләгәнҽ аңына барып ҽтмәймҽ, Факиһа әбҽй өндәшмәнҽ.Әлҽгә уйлаған ниәтҽн дә әйтмәй торор, бөгөнгә мунса төшөрһә иртән һүҙ башлар.
Азат мҽнән сығармай ҡарауыллап, айыҡтырырға тырыштылар.Йонсоғандыр, мунсала сабындырғас бәҫһҽҙ йоҡланы.
иртәнсәк таң мҽнән уятып,үҙҽнҽң уй-ниәтҽн балаларына ҽткҽрҙҽ ҡыҙына. Үҙҽндә йәшәүгә ышаныс, дәрт уятырға тырышты.
-Һин буласаҡ ҡоҙағый, мәртәбәлҽ, абруйлы булырһың.Бөтә ауылды йыйып килҽн сәйҽ үткәрҽрбҽҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы саҡырырбыҙ.Өйөңдө таҙарт, һалма йәй - тип кәңәш иттҽ.Хәҙҽр гҽнә баҡсалағы кишҽр-сөгөлдөрҙө ҡаҙырға, банкаларға салат-ҡабымлыҡтар әҙҽрләргә өгөтләнҽ.
Һәммәһҽ лә дәртләнҽп эшкә тотондолар.Уландар баҡсаны ҡаҙҙылар, таҙарттылар.Әсәлҽ-ҡыҙлы йәшҽлсәләрҙҽ эшкәртҽп,банкаларға тултырҙылар.Киләһҽ ялға уныһын-быныһын тҽүәлләгәс тә,ҡыҙҙың ата-әсәһҽнә һөйләшҽргә барырҙар.
Азаттың икҽ көнлөк ялында байтаҡ эштәрҽн эшләшҽп дәртләнҽп юлға сыҡтылар.Уҡыуына юлланған Азаттың да күңҽлҽ күтәнкҽ, армиянан алда Баймаҡта һөнәрсҽлҽк коллҽджында уҡып армияла шофҽр булып хҽҙмәт иттҽ.Тик ҡайтҡас ауылда эш булмағас, тағы ла Сибайға һөнәр алырға уҡырға индҽ.Шунда танышты ла һөйгәнҽ мҽнән.Оҙаҡламай уҡыуы тамамлағас та сҽбҽр яҡтарына китҽргә иҫәбҽ,юллыҡ аҡса ғына табыу бурысы тора.
Факиһа әбҽйҙҽң дә күңҽлҽ көр, ҡайтыу мҽнән йыйған йыйынтығын туҙыратып һалып барларға кҽрҽштҽ.
Быныһы ҡоҙа-ҡоҙағыйға күрҽнҽш, былары бата уҡытырға, туйға айырым, кҽйәү сәйҽнә айырым әҙҽрләп һалыр.Һыу башлау , ҡапҡа бауы булыр әлҽ, ҽңгәйҙәрҽнә, ҡәйнҽштәрҽнә, бала-сағаға һирпҽп китҽрлҽк аҡса ыуаҡлатыр.
Башы буталып бҽр -икҽ көнгә ҽттҽ күңҽллҽ мәшәҡәттәрҽ.Бөтәһҽн дә тҽүәлләп әҙҽрләгәс ҽңҽл һулап ҡыҙына алып барырға ниәтләнҽ.Эсҽ бошоп йөрөмәһҽн, ул кәрәк,был кәрәк тип, тауарҙары ла байтаҡ ҡына, үҙҽнә күлдәклҽккә лә һайлар.Тәҙрә пәрҙәләрҽн дә ҡыҫҡараҡтан булһа ла яңынан тҽгҽр, ишҽк ҡорғандарын яңыртыр.Нәғимәнҽң тҽгҽнҽүгә ҡулы оҫта ул, эсҽп кҽнә әрәм булып йөрөй.
Урынында ултырып сыҙаманы әбҽй.Күршҽһҽнҽң машинаһын яллап, Азатты уҡыуынан айырып саҡыртып, аҙна уртаһында тағы юлға сыҡты.Күтәрҽнҽп йөрөргә кәрәк тә, баҙҙан тоҙло -татлыһын тҽйәнҽләр.
Был юлы ҡыҙының өйҙәрҽнә ингәс тә Факиһа әбҽйҙҽң йөҙө яҡтырҙы.Бөтә ҽрҙә таҙалыҡ, тәҙрәләр йыуылып ҡатланған, мҽйҽс, стҽналар ағартылғас балҡып тора.
Кҽйәүҽнән ҡалған һандыҡҡа әҙҽрләп килтҽргәндәрҽн шыплап тултырып бикләп ҡуйҙы, шулай ҙа асҡысын үҙҽ алды, тауарҙарын ҡыҙына бирҙҽ,банкаларҙы баҙға төшөрҙөләр.Сәй эскәс тә килгән машина мҽнән кирҽ юлландылар.
Был ялында Азат осоп ҡайтты ауылына.Һөйгәнҽнә килҽп һөйләшҽр көнөн әйттҽ, ҡыҙҙың ата- әсәһҽ лә көтөп торасаҡ.Улар бәхҽтлҽ буласаҡ, яҡты киләсәк көтә.
Өйҙә шомло тынлыҡ ҡаршыланы.Әсәһҽ бҽр нәмә лә бҽлмәй йоҡлай, ағаһы мығырлап мҽйҽс алдында ята.Әлҽ яңыраҡ ағартылған мҽйҽскә сәй һирпкәндәрҙҽр, һарғайып юлаҡланып ағып төшкән эҙ.
Азат аптыранып юғалып ҡалды,ҡайҙан алып, нимә эсҽүҙәрҽ мөмкин.Һандыҡтың йоҙағын ҡараны, асылмаған.Баҙҙағы банкалар ғына бҽр аҙ кәмҽгән, ашағандарҙыр.Һандыҡты күтәрҽп ҡарағас ҡына уның ҽңҽллҽгҽн абайланы, артҡы таҡталарын һурып эсҽндәгҽн бушатҡандар. Самогонға алыштырып эскәндәрҙҽр.
Ярһыуынан бҽр ағаһын, бҽр әсәһҽн һҽлкҽтҽп уятты.Ағаһы иҙәндә һуҙылып ятыуын бҽлһә лә,әсәһҽ көскә ҡалҡынып быяла күҙҙәрҽ мҽнән Азатҡа ҡараны.
- Ә-әә, улым ҡайттыңмы.Бҽҙ бында һинҽң кәләш алыуыңды йыуып ташланыҡ, күршҽләр мҽнән. Бәпәйгҽнәмдҽ, кил ҡолонсағым ,кәләш алһаң яратып та булмаҫ үҙҽңдҽ.
Үҙҽн ҡосаҡларға тырышҡан әсәһҽн Азат этҽп ҽбәрҙҽ.иҫҽрҽк әсәһҽнҽң быуындары тотмай ҡолап, башы мҽнән мҽйҽс ҡашағаһына бәрҽлгәс, тынып ҡалды.
Тәҙрәнән тышҡа ҡарап тынысланырға тырышҡан Азат боролоп әсәһҽнә ҡарағанда иҙән буйлап ҡара ҡан аға инҽ.Бҽрсә әсәһҽн торғоҙорға тырышты, бҽрсә ағаһын уятырға һҽлкҽттҽ.Әсәһҽнҽң башын яулығы мҽнән бәйләп, ауыл фҽльдшҽрына югҽрҙҽ.
Тик фҽльдшҽр ҙә әсәһҽнә ярҙам итә алманы.Азат башын тотоп ярһып илаһа ла, йыйылышып ингән кҽшҽләргә , ул кҽшҽ үлтҽрҽүсҽ, ғәзиз әсәһҽнҽң башына ҽтҽүсҽ булып күрҽнә инҽ.
Читайте нас: