Все новости
Литература
24 Марта 2021, 18:00

Даланың уйлы уланы (Поэма)

Яҡташым, ғалим, йәмәғәт эшмәкәреӘмир Мырҙағәли улы Юлдашбаевтыңяҡты иҫтәлегенә бағышлайым

I
Белмәгәнмен бөйөк икәнеңде,
Йәшәһәм дә күрше, эргәңдә.
Ниңә һиңә булдым иғтибарһыҙ?.. –
Кешеһе юҡ мине тиргәргә!..
Күктәр бейек, тиеп, уйланым мин,
Далам бөйөк, тиеп, уйланым.
Ә янымда, замандашым, һиңә
Бөйөктөр тип баһа ҡуйманым.
Әйттең бер мәл:
«Беҙҙе лайыҡ һанап,
Дала биргән Аллаһ тәғәлә…»
Шундай ябай, әммә тапҡыр һүҙгә
Һалғанһың бит оло мәғәнә!
Булмаһаҡ беҙ лайыҡ далаларға,
Йәшәр инекме ни далала?
Ҡамғаҡ кеүек, хас сиғандар ише,
Йөрөр инек әллә ҡайҙарҙа…
Ошо сал даланы үҙ иткәнбеҙ,
Баҫҡындарҙан һаҡлап, аралап,
Бөйөк менән бөйөк була алғанға,
Ата-бабам ҡалған далала…
Шуны, Әмир дуҫҡай, алдан аңлап,
Үҙең дала улы булғанға,
Беҙ лайыҡбыҙ, тинең, далаларға,
Халҡың бөйөклөгөн тойғанға…
II
Йәшлегеңдә ике шәхес әсир итте
Баш ҡалала МДУ-ла уҡығанда:
Береһе уның – «тыйылғандар» араһынан,
Икенсеһе – милләтем тип янғандарҙан.
Ниңә шулай улар һине арбағандыр,
Далаларҙың ирек тойған сая улын? –
Ҡатышмаһаң, һаташмаһаң улар менән
Тигәнһеңдер: «Ғүмеркәйем уҙыр зая…»
«Ленинка»ла алдарыңда тау-тау китап –
«Тыйылған»дың хеҙмәттәре торған тартып.
Алтын тапҡан старатель кеүек балҡып,
Ҡайттың – заман фәйләсүфе, зиһен артып…

Милләтем тип янған теге замандашың –
Ҙур йөрәкле, ҡайнар хисле шағир ине.
Ҡараңғыһын яҡтыртырға был донъяның
Сыраҡ булып янырға ла салт ир ине…
Иң әүәлдә үҙ халҡыңа ҡайтарҙың һин
«Тыйылған»дың хеҙмәттәрен табаҡ-табаҡ.
Федерализм нигеҙе – хаҡлы юл, тип,
Остазыңдың тәғлимәтен иттең маяҡ.
Әҙип дуҫың ғына ҡапыл китте иртә,
Бунтарь рухы йәшәтмәне илдә иркә.
Ҙурланылар үлгәс кенә.
Нишләр ине
Был ҡәҙерҙе әгәр иҫән саҡта күрһә?!.
III
Был ике шәхестең кемлеген
Әйтәйем, тормайым арытып.
«Тыйылған» тигәнем – Вәлиди,
«Әҙип дуҫ» – ул Рәми Ғарипов.
Вәлидиҙән алдың ғилемен,
Тәрәнәйҙе суфый күңелең.
«Хәтирәләр» үтте зиһенгә,
Йомғаҡтағы ептәй һүрелеп.
Табылды беҙҙең дә заманда
Күралмаусы ҡара эслеләр,
Зәкиҙе атайыңдан артыҡ
Яҡланың, милли рух – көс менән!
Рәмиҙең һемерҙең хистәрен –
Йән сафлар тойғолар дауылын,
Күңелең күктәргә талпынды –
Үткәйнең юлдарҙың ауырын…
IV
Мәскәү үҙе биргән фатихаһын –
Оя ҡороп, бергә йәшәргә,
Ғүмер юлын үткән саҡта бергә
Шатлыҡ-ҡыуаныста һөйөнөргә,
Яҙмыш әсеһен дә эсергә.
Бер-берегеҙҙе тойоп йөрәк менән,
Һүҙһеҙ аңлап тик бер ҡараштан,
Һөйгәнеңдең йән яртыһы булдың –
Хаҡ тәғәлә белеп яралтҡан.
Ниндәй матур ҡыҙҙар үҫтерҙегеҙ:
Әминәкәй менән Зөһрәне.
Һеҙҙең юлды һайланылар улар,
Йәшәргә лә һеҙҙән өйрәнеп.
Әҙәм менән Һауанан уҡ килә:
Йәшәү мәғәнәһе – мөхәббәт,
Йәшәү йәме – бары балаларҙа,
Бирһен генә Хоҙай мәрхәмәт!
Ейәнеңә – Рамаҙанға – бигерәк
Бауыр баҫтың, әүрәп туйманың,
Киләсәгенә ҙур өмөт бағлап,
Бер көн күрмәй тора алманың.
Ейәнсәрҙәр – Сәйҙә, Самиралар
Иркенәйтте тормош һулышың,
Ялға сыҡҡас, бик тә килә ине
Бал(а)лар менән генә булышҡың.
Һеҙҙән алған улар бөтәһен дә:
Уйҙы, ғәмде, моңдо, аҡылды…
Атай-олатайҙары һымаҡ табыр
Асылдарын ерҙә хаҡлыҡтың…
Ҡояш ҡалҡа.
Тәүге алтын нурҙар
Ағастарҙың һыйпай баштарын.
Дауам итә йәшәү.
Ейәндәрҙең
Алда әле йыйыр таштары…
V
(Римма Мөхтәр ҡыҙының әйткәндәре)
«Күҙ терәп торған берҙән-бер
Кешебеҙ булған да ул,
Барлығынан, булғанынан
Донъябыҙ тулған да ул.
Барыһын иҫәпкә алып ҡына
Йәшәп булһа икән дә,
Әмир, баҡһаң, ваҡ-төйәктән
Өҫтөн булған икән дә.
Уның янына тупланып,
Йәшәгән икәнбеҙ ҙә:
Ул – Ҡояш,
Беҙ – Ер, Ай кеүек
Әйләнгән икәнбеҙ ҙә…»
VI
Йәшәй-яна, ижад итә, ғилем йөкләй
Төшөнгәйнең асыл йәшәү фәлсәфәһен:
Ул иң изге, бер мөҡәддәс ғәмәл-маҡсат –
Халҡыңа хаҡ, тоғро хеҙмәт итеүҙәре.
Мәркәздәрҙә олуғ дәүләт хеҙмәтендә
Бәғзе мәлдә тыуған яҡ та онотола,
Ил йомошон үтәй-үтәй әҙәм тала,
Киткәндә лә баҡый йортҡа, эше ҡала.
Ҡайтаһыларың бик килде сал далаңа,
Ҡайта ғына алманың шул һуңғы йылда,
Таналыҡтың туғайҙарын ҡыҙырырға,
Таллыҡтарҙа аяҡ-ҡулың һыҙырырға…
Бишегеңде – Аҡъярыңды күргең килде,
Ҡаршы алғың килде таңдан еләҫ елде,
Ысыҡ кисеп, үткең килде туғайҙарҙан,
Ҡырға сығып, килде бешкән еләк өҙгөң…
Ә Таналыҡ балығы һуң! – ҡармағыңа
Эләгергә әҙер тора үҙе теләп.
Бар ятыуға, ултыр ярҙа тын кисендә,
Ҡор фәлсәфә, һыу-көҙгөгә оҙаҡ текләп…
Был йәшәүҙең фәлсәфәһе икән шундай:
Ҡала икән барыһы ла, Әмир дуҫҡай,
Күҙ нурҙарың – балаларың, яҙған китап,
Һин яратҡан ҡырыҫ, бөйөк далаларың…
Ҡала икән барыһы ла, тәңре ҡушҡас…
VII
Саҡырғайның, дала, уланыңды,
Тик уланың
Яуап ҡына бирә алманы,
Далаһына ҡайтып,
Ғәзиз ергә –
Ҡылғандарға башын һалманы.
Яугир кеүек ауҙы.
Ғүмер буйы
Эш, тип ятып, эш, тип торҙо ул,
Бер кәбәнен ослап бөтөүенә
Яңыһына уйҙар ҡорҙо ул.
Холҡо булды:
Бер эш алдына алһа,
Китер ине уға мөкиббән.
Ундай саҡта еңел түгел ине
Айырыу уны ғилми мөхиттән.
Һораһағыҙ:
«Ҡайҙан ныҡышмаллыҡ,
Принципиаллеге нилектән?» –
Үҙ һүҙлеге уның – далаһынан,
Ныҡышмаллыҡ – нәҫел-електән.
Електән, тим, йәғни тоҡом-
ҡандан –
Мырҙағәли ҡарттан күскәне:
Ғилемлелек, йола, рухиәте
Атай ҡаны,
Әсә һөтө менән үҫкәне…
Онотмаҫтар әле балаларың
Таналығың, туғай-ҡырҙарың,
Күңел түрҙәрендә һаҡлар улар
Һин йырлаған дәүер йырҙарын.
Дала – дала көйө ҡалыр әле,
Бөткәндә лә баҡыр-алтыны.
Йырлы дала –
Зарлы дала булыр,
Һағыштары өтһә алҡымын…
Хаҡ ғүмерең бергә беҙҙең менән
Мәңгелеккә һуҙыла юл булып.
Яҡты рухың атҡан һәр таң менән
Йөрәктәрҙә һыҙыла моң булып.
Апрель, 2017 йыл – апрель, 2018 йыл.
Читайте нас: