Все новости
Литература
19 Сентября 2020, 22:35

Урау-урау юлдар аша

Май ҡояшы, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтереп, ҙур тәҙрәләр аша йылмая. Наҙлы нурҙар битте иркәләй. Алыҫта йәм-йәшел япраҡтарға күмелгән урман-тауҙар күренә. Йылға буйындағы күкрәп сәскә атҡан муйылдарҙың хуш еҫе бөтә ауылға тарала.Дәрес бара... Класс бүлмәһендә эҫе, тынсыу. Уҡытыусы Мират ағай кеше һәм һүҙ азатлығы тураһында һөйләй. Уны иғтибар менән тыңлаусы булмаһа ла, ҡайһы бер һүҙҙәре ҡолаҡҡа килеп һуғыла: «Азатлыҡ... Ул миңә берәй заман тәтерме икән?!» – асыҡ тәҙрәнән тәбиғәтте күҙәткән Зөләйхә иртә менән булған өйҙәге ығы-зығыны хәтерләне. Атаһы ла, әсәһе лә – икеһе бер тауыштан «уҡымайһың, уйыңда тик егеттәр генә», тип былай алайым йәбештеләр! Зөләйхә башын эйеп, бер аҙ тыңлап ултырҙы ла, сәйен дә эсеп бөтмәҫтән сығып йүгерҙе. «Ҡасан ғына мәктәпте тамамлайым инде? Ҡаңғырттылар бит шул институттары менән. Әйтерһең дә, бары уҡыған кеше генә бәхетле була ала. Ә үҙҙәре бер ҙә юғары белемгә ынтылмағандар. Ауылда төпләнеп, бынамын итеп донъя ҡороп йәшәп яталар», – тип уйланы ул.Һуңғы дәрес тамамланыуын белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыусылар гөр килеп тышҡа атылды. Зөләйхә лә ҡайтырға ашыҡты. Яҙғы саф һауала шундай рәхәт ине. Имтихан, өйгә эштәр хаҡында уйлағы ла килмәй. Уҡыуҙан бигерәк Берҙәм дәүләт имтиханы менән ҡурҡытыу көслө. Бер үк нәмәне күп ҡабатлауҙан кире һөҙөмтә булыуын аңламайҙармы икән ни?!.Шундай ауыр уйҙар менән ҡыҙ өй ишеген асты. Әсәһе әле эштә. Ҡыҙ сумкаһын диванға ырғытты ла аш бүлмәһенә инде. Сәйнүк ҡайнағансы бер аҙ ятып торорға булды. Талсыҡҡан тәне йоҡоға тартты. Күҙҙәрен йомоуға Иҙелдең һыны пәйҙә булды.

***

Иҙел яңы ғына армиянан ҡайтҡайны. Хәрбиҙәрсә ныҡлы баҫып мәҙәниәт йортона килеп инеү менән барыһының да ҡарашы уға төбәлде. Дискотека ойоштороусы аҡ вальс иғлан итеүгә Зөләйхәнең аяҡтары үҙенән-үҙе Иҙелгә табан атланы. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй ҡыҙара-бүртенә егеттең алдына килеп баҫты, ҡулынан тотоп, бейергә алып төшөп китте. Егеттәргә ҡыйыу ҡыҙҙар һәр ваҡыт оҡшай. Икенсе вальсҡа Зөләйхәне Иҙел инде үҙе саҡырҙы. Һин дә мин һөйләшеп киттеләр. Беренсе тулҡынланыу үтә биргәс, ҡыҙ ҙа батырая төштө. Егеткә йышыраҡ күҙ һалды. Уның көслө ҡулдары, кәүҙәһен туп-тура тотоп өйөрөлөүе, йөҙөнөң мөләйемлеге, килешле прическаһы үҙенә арбай ине. Дискотека тамамланғас, ауылдың бөтә сибәрҙәрен көнләштереп, Иҙел Зөләйхәне оҙатып ҡуйҙы. Ошо кистән һуң йыш осраштылар. Ике йәш йөрәктең мөхәббәт ялҡыны көндән-көн нығыраҡ дөрләне. Һәр хәлдә Зөләйхә өсөн шулай тойолдо. Уҡыу ҡайғыһы китте. Был хәл ҡыҙҙың атаәсәһен борсоуға һалды. Әммә уларҙың өгөт-нәсихәтенә Зөләйхәнең иҫе лә китмәне. Ахырҙа атаһы ҡәтғи итеп: «Ҡулыңа аттестат алмайынса, урамға бер аҙым да атламайһың!» – тигән ҡаты талап ҡуйҙы. Шунан һуң ғына Зөләйхә имтихандарға ныҡлап әҙерләнергә тотондо. Иҙел генә, һөйгәнем уҡый, тип буш йөрөмәне, Әлиә исемле ҡыҙ менән танышты. Китаптарына күмелеп өйҙән сыҡмай ятҡан Зөләйхә быны белмәне лә, уға әйтеүсе лә булманы.

Ниһайәт, һынауҙар артта ҡалды. Сығарылыш кисәһенә Зөләйхә тәненә һылашып торған ал төҫтәге күлдәген, аяғына бейек үксәле туфлиҙарын кейеп, күбәләктәй осоп, тигәндәй барҙы. Аттестат тапшырған тантаналы өлөш тамамланғас та, күмәкләшеп мәктәп алдына бейергә сыҡтылар. Зөләйхә түҙемһеҙләнеп Иҙелде эҙләне. Бына-бына ҡулдарына гөлләмә тотоп ҡотларға ашығыр, тип уйланы. Ләкин егет күренмәне. Дәртле музыка уйнауға бөтәһе лә парлашып вальсҡа төшөп китте. Зөләйхә генә бер яңғыҙы тороп ҡалды. Шул саҡ күмәк парҙар араһынан ул Иҙелде абайланы. Ҡыуанысынан уға табан ынтыла биреп ҡуйҙы, йылмайып ҡул болғаны. Ә Иҙел, уға иғтибар ҙа итмәй, Әлиәне биленән ҡыҫып ҡосаҡлап, уның эргәһенән үтте лә китте. Зөләйхәне һалҡын һыу менән ҡойондорҙолармы ни – тәне ҡалтыранырға тотондо, йөрәге дарҫлап типте. Йөҙө ағарынды, ғәжәпләнгән күҙҙәре тирә-яҡты байҡаны. Был минутта бөтәһе лә унан көлә һымаҡ тойолдо. Ҡыҙыҡай албырғап тора бирҙе лә, ҡапыл аңына килеп, урамға сығып йүгерҙе...

Бер аҙҙан лысма тиргә төшкән Зөләйхә йылға ярында, Иҙел менән осрашып йөрөгән урында ултыра ине. Бите буйлап әсе күҙ йәштәре тәгәрәне. Барлыҡ донъяға, иң тәү сиратта, ата-әсәһенә үпкәләп илай ине: «Бына һеҙгә аттестат! Бына һеҙгә институт! Һеҙ мине һөйгәнемдән айырҙығыҙ...»


Ағын һыуға төбәлеп, берен-бере ҡыуышып йүгергән тулҡындарҙы күҙәтеп, оҙаҡ ултырҙы ул. Һалҡын ел өшөттө. Күңелгә шом һалып, ҡараңғы төштө. Аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡыҙыҡай өйөнә саҡ ҡайтып йығылды. Ҡурҡҡан ата-әсәһе мәктәптән килеп ингәндә, йоҡлағанға һалышып ята ине.


– Йә Хоҙай, өйҙә икән, – тине әсәһе шыбырлап ҡына.


– Ҡайтмай ҡайҙа барһын, юҡҡа ғауғалайһың, – атаһы ҡоро ғына яуап бирҙе.

Зөләйхә керпек ҡаҡмай таң аттырҙы. Төн буйы Иҙелдең үҙенә ҡарата мөнәсәбәтен уйлап сыҡты: «Тимәк, ул мине яратмаған. Ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөгән. Әлиә менән икәүләп минән көлгәндәрҙер инде. Уф Аллам, ниндәй ғәрлек! Ә мин ышандым, мөхәббәтемде таптым, тип уйланым. Китергә, иртәгә үк китергә! Тик ҡайҙа? Ҡайҙа булһын – Өфөгә! Күрше ҡыҙы Вәлимәнең адресын алырға ла – юлға. Ә аҡса? Атаһы бирәсәк. Тик нимә тип һылтау табырға? Әһә, институтҡа инергә документ тапшырам, тиергә. Һис һүҙһеҙ ышанасаҡтар».


Бер-ике көн бикләнеп ятҡандан һуң, Зөләйхә үҙен тәртипкә килтереп, ата-әсәһе янына сыҡты. Һағайып киткән ололар һорау тулы ҡараштарын ҡыҙҙарына төбәне.


– Әсәй, миңә Өфөгә китергә кәрәк, – тине ул ышаныслы итеп. – Өйҙә ятып ҡына институтҡа үтеп булмаҫ. Имтихан һөҙөмтәләрем яҡшы булһа ла, ғәҙелһеҙлектәр ҙә етәрлек, тип әйтәләр. Барып, күреп, белешеп ҡайтайым, ғариза ла яҙырға кәрәк, документ тапшырырмын.


– Бар, бар, балам. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, инеп китергә яҙһын, – тип ихлас ризалаша һалды тегеләре лә.


Иртә таңдан оҙатырға сыҡҡан аталары уның ике оло сумкаһын күреп аптырап ҡуйҙы.


– Нимәгә һиңә шул тиклем кейем-һалым? – тине әсәһе, ниҙер һиҙенгәндәй.


– Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, туҡтарға тура килер, – тип кенә яуапланы ҡыҙ.


Ҡалаға килеп төшкәс тә Вәлимәнең фатирын Зөләйхә тиҙ тапты. Йоҡонан саҡ уянып ишеген асҡан күршеһе уны күреүҙән артыҡ шатланып китмәне:


– Нишләп алдан хәбәр итмәй киләһең? Мин яңғыҙ түгел! Адресты ҡайҙан алдың? – тигән һорауҙар менән күмеп ташланы.


– Ауылда күрешкәндә, йомошоң төшһә, кил, тип үҙең әйткәйнең дә инде, – тип аҡланырға тырышты Зөләйхә. Шул саҡ коридорҙа оҙон халат кейгән ир-егет күренде.


Зөләйхә магазинға иҙән йыуырға урынлашты. Эш хаҡы әҙ булыуы ла ҡурҡытманы. Фатирға түләргә атаһы биргән аҡса ла бар әле. Тик бына Вәлимә риза булмаһа, ҡайҙа йәшәргә?


Эш көнө тамамланып Зөләйхә ҡайтырға сыҡты. Өфө урамдары гөрләп тора: бер өҙлөкһөҙ кешеләр ҡайҙалыр ашыға, йылға ағышы кеүек машиналар үтә. Ҙур-ҙур баннерҙар, рекламалар күҙҙе ҡамаштыра. Аҙым һайын магазиндар, киоскылар үҙенә тарта.


Зөләйхә Вәлимәнең фатир ишегенә ҡуйылған ҡыңғырау төймәһенә баҫты. Ишекте асыусы булманы. Әҙерәк көтөңкөрәгәс, тағы ҡабатланы. Шул уҡ хәл. Әллә ҡайтмағанмы икән, тип ҡыҙыҡай баҫҡысҡа һөйәлде. Шул саҡ шалтыр - шолтор ишек асылып китте. Йоҡа халатын төймәләрен элмәй генә иңенә һалған Вәлимә асыуланыбыраҡ:


– Бик тиҙ ҡайтҡанһың, урамда йөрөй бирһәң ни була? – тип ризаһыҙлығын белдерҙе. Фатирға инеү менән спиртлы эсемлек еҫе танауға бәрелде. Туфлиҙарын һалып, залға үтеп барғанда, аш бүлмәһендә ултырған Динар, иҫерек күҙҙәрен майландырып:

– Сәләм эшсе халыҡҡа. Тәүге хеҙмәт көнө хөрмәтенә ярты ҡуйһаң да булыр ине. Ағаң һине урынлаштырырға бик тырышты, – тип күкрәгенә һуғып ҡуйҙы.


– Андайҙы белә тиһеңме ул, ауыл балаһы. Ҡала тормошона өйрәнергә уға йыраҡ әле, – ауыҙын ҡыйшатып зәһәр көлдө Вәлимә лә. Артабан уларҙың байрамы дауам итте: рюмкалар сыңлауы, шырҡ-шырҡ көлөшөүҙәр оҙаҡ ҡына күрше бүлмәнән ишетелеп торҙо.


Был кистә Зөләйхә үҙенең бөтөнләй сит кешеләрҙә икәнен аңланы. Ҡапыл ата-әсәһен иҫенә төшөрҙө, күҙенә йәш эркелде, йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Ә бит улар ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп тора! Әллә яңылыш юл һайланымы икән? Бәлки, юғары уҡыу йортона барып ҡарарғалыр? Үтә алмаһа ла, колледждар етерлек. Ә былай ни йүнле эше, ни йәшәр урыны юҡ. Аҡсаһы ла бөтһә, ни ҡылыр? Ауылға ҡайтырға кәрәк! Юҡ, юҡ! Унда Иҙел, Әлиә...


Үҙенең яуапһыҙ мөхәббәтен хәтерләп, тәне земберҙәп ҡуйҙы ҡыҙҙың. Егетенең ташлауын ауылда һаман һөйләйҙәрҙер кеүек тойолдо. Буталсыҡ уйҙары тынғы бирмәй йөҙәтте.


Көндәр шулай үтә торҙо. Тәүге эш хаҡын алыуға иғлан буйынса бүлмә табып, күсенеп тә сыҡты. Бына ҡайҙа ул азатлыҡ! Хәҙер инде көн дә игәп торорға Вәлимә лә, араҡы таптырып бәйләнгән Динар ҙа юҡ. Зөләйхә уларға белдермәй эш урынын да алыштырҙы. Бәйелһеҙ Динарҙан шулай еңел генә ҡотолғанына ышанып бөтә алманы. Инде ул иҙән йыуыусы түгел, ә менеджер. Аҡсаһы ла мул ғына төшә башлағас, ҡаласа кейенеп ебәрҙе.


Өфөләге йәштәргә оҡшатып йәшәргә тырышты. Ә бер көндө урамда ҡапыл Вәлимәне осратты:


– Оһо, һине танырлыҡ та түгел. Күҙгә-башҡа ла күренмәйһең. Ярҙам кәрәк булғанда йүгереп килгәйнең, кеше булдыңмы? – тип сәнстерҙе.


– Ауылға ҡайтып әйләнгәйнем, әсәйең һинең өсөн көйәләнеп китте. Ә һин алдаҡсы икәнһең, иҫкәртһәң ни була? Мин ни, дөрөҫөн әйттем инде. Исмаһам, яҡындарыңа хәлеңде белдерт, – тип Вәлимә үҙ юлы менән китеп тә барҙы. Көсөргәнештән Зөләйхәнең бите ҡып-ҡыҙыл булды, бөтә тәненә тир бәреп сыҡты. «Нисек ул был турала уйламаған? Атайҙарға хәбәр бирергә кәрәк тә инде. Эҙләп сығыуҙары ла мөмкин», – ул ҡабаланып әсәһенең телефон һандарын йыйҙы. Таныш тауыш: «Алло», – тигәс, саҡ илап ебәрмәне.


– Әсәй, әсәй, был мин, Зөләйхә. Хәлдәрегеҙ нисек, ауырымайһығыҙмы?


– Балам, балаҡайым, нишләп бер хәбәрең дә юҡ? Телефоның яуап бирмәй. Һин нимә эшләп йөрөйһөң унда? Вәлимә әллә ниҙәр һөйләп китте. Уҡырға инмәнеңме ни? – әсәһе өҙгәләнеп һорау артынан һорау яуҙырҙы.


– Әсәй, бөтәһе лә һәйбәт. Мин магазинда эшләп йөрөйөм, йәшәргә урыным да бар, көйәләнмәгеҙ. Ҡалғанын осрашҡанда һөйләрмен, хуш, – Зөләйхә телефонын тиҙерәк баҫа һалды. Йә адрес һорарҙар, йә килеп етерҙәр, тип ҡурҡты. Шулай ҙа, әсәһенең тауышын ишеткәс, күңеленә рәхәт, еңел булып ҡалды. Ниндәй ҙур бәхет икән ата-әсәң булыуы! Эргәңдә йөрөмәһәләр ҙә, уларҙың йылыһын тояһың, ҡыйын саҡтарҙа арҡа терәреңде беләһең.


Үҙ алдына үҙе йылмайып урамға ҡуйылған семәрле эскәмйәгә килеп ултырҙы ҡыҙ. Тыуған ауылын, өйҙәрен күҙ алдына килтереп, ҡайтҡыһы килеп китте. Ләкин Иҙел менән булған хәлдән тетрәнеүе һаман да үтмәгәйне әле. Ни тиклем һағынһа ла, ауыл яғына аяғы тартманы.


* * *


– Тормошоғоҙҙан бик риза булып йәшәйһегеҙ, ахыры. Әллә тыуған көнөгөҙмө? Бер туҡтауһыҙ йылмаяһығыҙ, – эскәмйәнең икенсе башында ултырған йәш кеше тауыш бирҙе.


– Юҡсы, әсәйем менән телефондан һөйләштем. Шул ғына, – Зөләйхә урынынан ҡуҙғалды. Егет тә тороп баҫты.


– Бәлки, танышырбыҙ. Мин Ғайса булам.


– Ғәфү итегеҙ, был арала егеттәр менән танышырға бик үк теләгем юҡ, – Зөләйхә ашығып китә башланы.


– Улай ҡәтғи булмағыҙ әле, Хоҙай ҡушһа, барыбер осрашырбыҙ, – Ғайса эйәрә биреп тороп ҡалды.


Ысынлап та, һуңғы ваҡыт ир-егеттәргә бик үк ышаныс, өмөт бағламаны Зөләйхә. Бер ауыҙың бешһә, өрөп ҡабаһың инде, тип ир халҡынан алыҫыраҡ йөрөргә тырышты. Яңғыҙ булһа ла, уға күңелһеҙ түгел ине. Буш ваҡытында төрлө күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөнө. Бигерәк тә Салауат батыр һәйкәле янында ял итергә яратты. Ә кистәрен драма театрына бара. Һәләтле артистар, театр бинаһының күркәмлеге йәненә кинәнес бирә, рухын күтәрә, эшкә дәрт уята.


Бер көн шулай театрҙан сығыуына алдына Ғайса килеп баҫты:


– Абау, бынау күмәк халыҡ араһынан мине генә күҙәтеп йөрөйһөңмө әллә? – Зөләйхәнең асыуы килде.


– Әйткәйнем бит, яҙған булһа осрашырбыҙ, тип.


– Ярай, уйлап сығарма инде, – ҡыҙ китә башланы.


– Туҡта әле, туҡта, һылыу, ашыҡмай тор. Исемеңде әйт, исмаһам.


– Исемемме? Исемем, әйҙә, Ҡорбанбикә булһын, – ҡыҙ шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе.


– Һин улай минән көлмә инде, ысынын, әйт, – тине егет, етдиләнеп.


– Һуң һиңә исемем кәрәк ине лә, – Зөләйхә маршруткаға ултырып китеп тә барҙы.


– Барыбер табырмын мин һине, исемеңде лә белермен, – Ғайсаның тауышы машина тауышына ҡушылып юғалып ҡалды.


Бынан һуң егет тә сәмләнде. Ял көндәре етһә, театр туҡталышына килер булып китте. Һәм тап итте лә. Был юлы Зөләйхә лә ялындырманы. Күптәнге таныштар кеүек исемен әйтеп күреште.

Ул кистә һүҙ спектаклдәр тирәһендә уралды. Һәр икеһе геройҙар хаҡында хис-тойғолары менән уртаҡлашты, бәхәс ҡорҙо, иҫбат итте. Бына шулай дуҫлашып китте улар. Инде Зөләйхә Ғайсанан ҡасырға тырышманы. Ҡайҙа барһалар ҙа, бергә булдылар. Көндән-көн бер-береһенә нығыраҡ эҫенделәр. Башкөлләй ғашиҡ булған Ғайса, эш көнө
тамамланғанын саҡ көтөп ала, һөйгәне янына осоп килеп етә. Зөләйхә генә мөхәббәтенә ысынлап ышанырға ҡурҡа. Ниңәлер күңелһеҙ хәл тағы ҡабатланыр һымаҡ тойола.


* * *


Көндәр шулай шыйлап үтә торҙо. Яңы йыл ҡаршылар мәл дә етте. Бәләкәй генә шыршыны биҙәп, өҫтәл әҙерләп ҡуйғас, йәштәр урамға ашыҡты. Өфө иҫ киткес матур биҙәлгәйне. Төрлө төҫтәге лампалар, эреле-ваҡлы шыршыларҙағы гирляндалар бер янып, бер һүнеп балҡый.


Бер төркөм ҡыҙ-егеттәрҙең ҡоторошоп һырғалаҡтан шыуғандарын күреп, Ғайса менән Зөләйхә лә етәкләшеп шунда йүгерҙе. Бер нисә тапҡыр елдереп төшкәндән һуң, халыҡ ағымына ҡушылып, ҡаланың төп шыршыһын, боҙ майҙансығын ҡарарға киттеләр. Бында бигерәк тә күңелле ине. Йәше-ҡарты, балалар туп-тулы, әйтерһең, бөтә Өфө ошонда йыйылған.


Кемдер берәү музыка ҡуйып ебәрҙе. Шуны ғына көтөп торғандай, кешеләр шыршы тирәләп түңәрәккә баҫты. Шул саҡ оҙон буйлы, аҡ йөҙлө бер ҡыҙ Ғайсаға килеп тотондо:


– Һине күрер көн дә бар икән! Ҡайҙа юғалдың? Нимә, яңы мөхәббәтме? – тип Зөләйхәгә ымланы. Быны көтмәгән Ғайса ни әйтергә белмәй тотлоғоп ҡалды. Ул арала ҡыҙыҡай егетте һелкетә тартып түңәрәктән сығарҙы ла кешеләр араһына инеп юғалды. Был хәл Зөләйхәгә Әлиәне хәтерләтте. «Кит, булмаҫ! Яҙмыш уны икенсе тапҡыр һемәйтергә тейеш түгел!» Күҙ йәштәре атылып сығып, бите буйлап тәгәрәне. Халыҡ араһынан саҡ-саҡ йырылып сығып, ҡыҙ ҡайтыр яҡҡа атланы. Иҙел менән айырылышҡанда был тиклем ауыр булмаған икән. Быныһы, ахыры, ысын мөхәббәте, аңын томалап, йөрәген телгеләй ине. Нервы ҡылдары шул тиклем ныҡ тартылды, хатта күҙҙәре күрмәҫ хәлгә килде. Ҡаршыһындағы кешеләргә төртөлә-төртөлә бара бирҙе лә, быуындары тотмай, ергә сүгәләне. «Ни өсөн мин шундай бәхетһеҙ?!» – тип ҡысҡырырға итте – тауышы сыҡманы.

Ә был ваҡытта «йәбешкәк» Алинанан саҡ ҡотолған Ғайса һөйгәнен эҙләй ине. Йүгерә торғас, шыбыр тиргә батты. Курткаһының төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе, башлығын сисеп, ҡулына тотоп алды. Зөләйхә бер ерҙә лә күренмәне. Бәлки, ҡайтып баралыр, тип уның фатирына йүнәлде.

Һәм башын тотоп ергә сүгәләгән Зөләйхәне күреп ҡалды. Ҡыуанысынан уның алдына килеп теҙләнде. – Зөләйхәм, Зөләйхәм минең, мин бит һине генә яратам! Алина менән беҙ бергә эшләйбеҙ. Ул миңә бөтөнләй кәрәкмәй. Әйҙә, ҡайтайыҡ, туңып бөткәнһең бит.


Зөләйхә өмөт тулы күҙҙәре менән Ғайсаға ҡараны:


– Ысын әйтәһеңме? Һин мине ташламаныңмы? Ә теге ҡыҙ ҡайҙа?


– Ысын, ысын әйтәм, Зөләйхә. Һине ташларға уйымда ла булманы, – Егет ҡыҙҙың сәстәрен рәтләп, башлығын кейҙерҙе, өшөгән ҡулдарын тыны менән өрөп йылытырға тырышты.


Көйәләнгән, хәлһеҙләнгән һөйгәнен көскә алып ҡайтып еткергәс, эҫе ваннаға индереп ебәрҙе Ғайса. Үҙе ҡурай еләге, мәтрүшкә һалып сәй әҙерләне. Ашыҡмай ғына йыуынып алғас, Зөләйхә лә ҡәҙимге хәленә ҡайтҡандай булды, әммә күҙҙәре барыбер моңһоу ине. Йөрәгендә Ғайсаға ҡарата ышанмаусанлыҡ төйөрө барлыҡҡа килде. Быны Ғайса ла һиҙҙе.


Сәғәт ун ике етеп килеүгә, өҫтәл янына ултырҙылар. Ниңәлер береһе лә ашамлыҡҡа үрелмәне. Куранттар һуғыуға шампан шарабын күтәреп ҡуйған булдылар. Тәндәренә бер аҙ йылылыҡ йүгерҙе, ләкин телдәр асылманы. Икенсе бокалды эскәс тә Зөләйхә карауатына ауҙы һәм шунда уҡ йоҡлап китте. Өҫтәлде йыйыштырып ҡуйғас, Ғайса бер аҙ уйланыбыраҡ торҙо ла, утты һүндереп, һөйгәнен ҡосағына алды.


Иртәгәһен төш еткәс кенә уяндылар. Үҙен егеттең ҡуйынында күреп, Зөләйхә ырғып торҙо.


– Ай-й, нимә эшләнең һин? Туйҙа ғына никах менән ҡушылырбыҙ, тип һүҙ биргәйнең дә инде, – Зөләйхә нишләргә белмәй Ғайсаны иңбаштарынан тотоп һелкетте. Үҙе бер туҡтауһыҙ сеңләп иланы. Былай ҡауышыуҙы ул күҙ алдына ла килтермәгәйне.


– Ғәфү ит, Зөләйхә. Һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Ярай, илама инде, байрамдар үтеү менән яҙылышырбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ, – Ғайса Зөләйхәне нисек тә тынысландырырға тырышты. – Һинән йәшерәк ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмаҫ элек үк егеттәр менән йоҡлап йөрөйҙәр. Һис тә көймәйҙәрсе.


– Мин башҡалар түгел! Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалма, – ҡыҙ уның һайын ярһыны. Ләкин эш үткәйне инде. Зөләйхәгә яҙмышына күнеүҙән башҡа сара ҡалманы.


Шул көндән алып бергә йәшәп киттеләр. Алина менән булған ығы-зығы ла яйлап онотола барҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, тормош мәшәҡәттәре күмеп китте. Ғайса фатир һатып алыуҙы хәстәрләне. Зөләйхә лә тапҡан-таянғандарын әләф-тәләф итмәҫкә тырышты. Загс, туй мәшәҡәттәрен һуңғараҡҡа ҡалдырып торорға булдылар. Ҡыҙ ситтән тороп юридик факультетҡа уҡырға инде.


Көтмәгәндә Зөләйхә ауырып түшәккә йығылды. Тиктомалға башы әйләнде, күңеле болғанды. Ярай әле Ғайсаның өйҙә сағы, Тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта һалды. Табиптар беренсе ярҙамды күрһәткәс:


«Ҡотлайбыҙ, тиҙҙән атай буласаҡһығыҙ!» – тип һөйөнсөләне. Ғайса бындай хәбәрҙән башта шаңҡыбыраҡ торҙо, һуңынан аңына килеп: «Мин атай буласаҡмын! – тип Зөләйхәне күтәреп өйөрөлтөргә кереште. – Рәхмәт һиңә, һөйөклөм, минең Зөләйхәм! Әйт, нимә кәрәк, нимә ашағың килә! Ауырлы ҡатындар аш төрләй, тип әйтәләр. Бөтәһен дә килтерәм». Зөләйхә: «Әлегә бер ни ҙә кәрәкмәй, ятҡым ғына килә», – тип бәхетле йылмайҙы.


Ғайса ҡапыл ҡайҙалыр йыйына башланы. «Һин тыныс ҡына ятып тор, мин хәҙер, оҙаҡламайым», – тип аптыратып сығып йүгерҙе. Ҡыуанысы эсенә һыймаған ир ювелир әйберҙәр һатылған магазинға барып инде: «Балдаҡты загста кейҙерермен, бөгөнгә ҡашлы йөҙөк алайым», – тип фараз итте ул. Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ алтын-көмөштән
тәғәйенен әйберҙе һайлауы ла ҡыйын ине. Шул саҡта телефон шылтыраны. Бөтә иғтибарын витринаға йүнәлткәнгә, номерҙы абайламайынса: «Тыңлайым, һөйөклөм», – тип яуаплай һалды.


– Оһо, һөйөклө булып киттемме ни? Бик хуп, – трубкала Алинаның зәһәр тауышы яңғыраны. – Бына нимә, Дон Жуан. Мин ауырға ҡалғанмын. Һин миңә өйләнергә тейешһең. Юғиһә, судҡа бирергә тура килер. – Ҡыҙ телефонын һүндерҙе. Ғайсаның мейеһенә эҫе бәрҙе. Кешеләрҙе этә-төртә магазиндан кире сыҡты. Ҡалтыранған бармаҡтары менән телефонға йәбеште:


– Алина, нимә һөйләйһең һин? Ниндәй бала? Мин һиндә ҡунғаным бармы һуң?! Беҙ ташлашҡанға инде хан заман! – тип ярһып ҡысҡырҙы ул.


– Ай-һай, яңы мөхәббәт булғас, бик тиҙ онотҡанһың. Әйҙә, кил, иҫеңә төшөрөрмөн.


Ҡыҙҙың берәй ғауға сығарыуынан ҡурҡып, Ғайса дөйөм ятаҡҡа йүнәлде. Алина, әйтерһең дә, уның килерен һиҙгән, әҙерләнеп ҡуйған: өҫтәл тулы ашамлыҡ, тәм-том...


– Әйҙә, түрҙән уҙ, молодой папаша, – тип йәнен үртәп ҡаршыланы. Байрамса ҡупшыланып алған үҙе. Музыка ҡуйып ебәрҙе.


– Мин бында һыйланып ултырырға килмәгәнмен, ниндәй суд менән янай инең? – Ғайса ҡоро һөйләште.


– Бына, нисә тапҡыр минең менән йоҡлағаныңды яҙып барғайным, шаһиттарым да бар. Күр, ҡултамғалары ла тора, датаһы ла. Так что, борғолана алмаҫһың, – Алина уның танауы төбөндә ҡағыҙ битен һелккеләне.


– Һуң мин бит һине яратмайым. Нисек итеп үҙеңде күрә алмаған ир менән йәшәргә итәһең? Ә бала, ысынлап та, минеке икән, ташламаҫмын, ярҙам итермен, – Ғайса ултырғысҡа барып ултырҙы. Тауышын бер аҙ йомшартып, яҡшылыҡ менән ҡотолоп ҡарарға уйланы.


– Миңә мөхәббәт кәрәкмәй. Баланың атаһы булһа, исемем бысрамаһа – шул еткән. Йә, ярай, ҡасан яҙылышабыҙ?

– Белмәйем, – Ғайсаның икеләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны. Алина быны тиҙ аңғарҙы, дилбегәне үҙ ҡулына алды:


– Иртәгә, иртәгә үк. Әйҙә, сәй янына.


Ғайса теләр-теләмәҫ кенә өҫтөн сисеп, ултырғыс башына элде лә йыуыныу бүлмәһенә үтте. Артынан ишек ябылыуға кеҫәһендәге телефоны тауыш бирҙе. Алина ҡабаланып баҫа һалды, шул арала Зөләйхәнең фотоһын күреп хәтер һандығына һалып ҡуйҙы.


Ғайса һалҡын һыулы кран аҫтына башын тығып байтаҡ мәшәҡәтләнде. Аҡыллы бер фекергә килер өсөн шулай ваҡытты һуҙа ине ул. Бүлмәгә ингәс тә:


– Ярай, һинеңсә булһын, иртәгә загсҡа килермен, – тип ишеккә йүнәлде.


– Ә сәй? Сәй эсмәйбеҙме ни? – Алина, иренен бүлтәйтеп, артынан эйәрә биреберәк тороп ҡалды. Баяғы күңел күтәренкелеге, ҡул менән һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡҡайны инде. Йөҙөк тә алынманы. Аҙыҡ-түлек магазинына инеп пакетына йәшелсә-емеш тултырҙы ла яйлап ҡына тротуар буйлап атланы. Нимә эшләргә?!

Ғайса аҙымдарын йышайтты. Йомшаҡ баҫып бүлмәгә инде. Һөйөклөһө йоҡлай ине, уятмаҫҡа тырышып, ашарға әҙерләргә тотондо. Зөләйхә күҙен асҡанда, бүлмә эсенә тәмле еҫ таралғайны. Биленә алъяпҡыс бәйләп алған Ғайса нимәлер эшләп маташа.


– Ай-һай, ҡайһылай килешә үҙеңә хужабикә булыу, – тип маҡтап ебәрҙе Зөләйхә. Ғайса терт итеп ҡалды. Ҡыҙҙың йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышты:


– Һеҙҙең өсөн инде, йәнкиҫәгем, улым асығып ҡуймаһын, тим.


– Ә бәлки, ҡыҙҙыр, ҡайҙан беләһең?


– Ҡарале, Зөләйхә, ҡыҙ булһа, Зөлхизә, малай булһа, Ғайсар тип ҡушырбыҙ, йәме. Ғайса Зөләйхәнең биленән ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Ирененә үрелергә өлгөрмәне, Зөләйхә:


– Ай-й, улай ныҡ ҡыҫма! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


– Уй-уй, ғәфү ит, йәнкиҫәгем, онотолоп киткәнмен, – ир тиҙ генә ҡулдарын ысҡындырып, Зөләйхәне ултырғысҡа ултыртты.


– Кем булһа ла, иҫән-һау тыуһын, – тип йылмайҙы Зөләйхә. Уның күҙҙәрендә бәхет осҡондары баҙлай ине.


* * *


Иртәгәһенә Ғайса Алина менән загсҡа инде. Загс хеҙмәткәре:


– Нишләп икегеҙ генә, ҡайҙа шаһиттар? Кейәү балдаҡтар ҙа әҙерләмәгән, – тип ғәжәпләнде.


– Шулай кәрәк, – тиеү менән сикләнде йәштәр. Загстан сығыу менән Ғайса ҡайтырға ашыҡты.

– Нимә, һөйәркәң көтәме? – тип сәнстерҙе Алина.


– Ул һөйәркәм түгел, ә кәләшем.


– Ниндәй кәләш булһын, паспортында кейәүгә сыҡҡанын иҫбатлаған штампы юҡ.


– Штамп мөхәббәт билдәһе түгел әле.


– Әммә һин минеке икәнлекте закон күрһәтеп тора.


– Ана шул штамп яратһын һине. Үҙең теләп алдың, – Ғайса китеп барҙы. Был һүҙҙәр шул саҡлы Алинаны ғәрләндерҙе, намыҫына тейҙе, ҡапыл унда үс алыу теләге уянды. «Әле һин шулай минән көләһеңме? Минеке булмағас, башҡаға ла тәтемә», – тип Зөләйхәнең номерын йыйҙы.


– Алло, сәләм һөйәркәләргә! Был – Алина, загстан ҡайтып барам әле, шатлығым эсемә һыймай...


– Ниндәй загс? Кейәүгә сыҡтыңмы әллә?


– Эйе. Ғайса менән яҙылыштыҡ.


– Нисек Ғайса менән? Нимә юҡты һөйләйһең?


– Ышанмаһаң, ана, паспортын ҡара. Һиңә күрһәтергә ҡайтты.


Был хәбәргә Зөләйхә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне: «Юҡ, юҡ, булмаҫ! Ғайса нишләп уға өйләнһен? Ул мине ярата, бары мине генә», – тип алама уйҙарын ситкә ҡыуырға тырышты. Ә улары, үс иткән кеүек, йөрәген тырнап тик торҙо.


Ғайсаны түҙемһеҙләнеп саҡ көтөп алды ҡыҙ. Тегеһе ваннаға инеп китеү менән кеҫәләрен аҡтарырға тотондо. Паспортын табып, тейешле битен асты ла телһеҙ ҡалды. Унда Алинаға өйләнде, тигән штамп тора ине. Башы әйләнеп, сайҡалып китте, лып итеп иҙәнгә ултырҙы.


– Ни булды һиңә? Әллә хәлең насармы? – тип Ғайса ҡыҙҙы торғоҙорға ынтылды. Зөләйхә йәшле күҙҙәре менән уға паспортты һондо. Әйтәйем тиһә – теле әйләнмәне, тауышы сыҡманы. Алҡымына тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланды. Барыһын да аңлаған Ғайса Зөләйхәне күтәреп диванға ултыртты.


– Ниңә ул, ә мин түгел? Һин Алинаны һайланың, тимәк, киләсәк тормошоңдо уның менән бәйләйәсәкһең? Яратам тиеүҙәрең, биргән анттарың – бөтәһе лә алдыҡ. Минең менән бары ваҡыт үткәрҙең. Дөрөҫ әйтә Алина. Мин – һөйәркә. Ә мин нисек ышанғайным һиңә, Ғайса. Ә бала? Уның менән нимә була? Ул атайһыҙ үҫәме ни? – Зөләйхә ярһып китте.


– Зөләйхә, Зөләйхә, йәнкиҫәгем. Судҡа бармаҫ өсөн генә шулай эшләнем мин. Алина менән йәшәмәйәсәкмен бер көн дә.


– Загсҡа алып барырға көсө еткәс, өйөнә алып ҡайтырға ла хәйләһен табыр. Бәлки, бала һинеке лә түгелдер, һин уға ышанғанһың. Һин үҙ ҡулдарың менән емерҙең беҙҙең бәхетте. Бөттө, барыһы ла бөттө, һин хәҙер кеше ире. Ҡайт законлы ҡатыныңа! – Зөләйхәнең күҙҙәре һалҡын ҡарай ине.

Ғайса башын тотоп өҫтәл янына барып ултырҙы: «Нимә эшләне ул. Ниңә башта Зөләйхәгә һөйләмәне икән? Үҙ теләге менән башын элмәккә тыҡты. Хәҙер бер түгел, дүрт кешене бәхетһеҙ яһаясаҡ. Зөләйхә ғәфү итмәйәсәк уны. Ҡурҡаҡ һәм эгоист мин. Үҙ ҡулдарым менән яҙмышыма бәхетһеҙлек мөһөрө баҫтым».


Зөләйхә бөгәрләнеп кенә диванда ятып, ир кеше өҫтәл эргәһендә ултырып таң аттырҙылар. Ғайса уянып киткәндә әйберҙәре оло сумка менән ишек төбөндә тора, ҡыҙ урынында юҡ ине. Ул ҡурҡып бүлмәгә күҙ йүгертте, Зөләйхәнең әйбер-ҡараһы йыйналмағанын күргәс, йөрәгенә йылы инде. «Хәҙер иң мөһиме Алина менән араны өҙөргә кәрәк һәм тиҙ арала», – Ғайса ишеккә ташланды.


Зөләйхә был ваҡытта эшенән сығып, фатир хужаһына аҡса түләп йөрөй ине. Ҡайтып ингәндә Ғайсаны тап итмәгәс, дөрөҫ ҡарарына инанды, әйберҙәрен йыя башланы. Диванға ултырып бәхетле көндәрен уйынан үткәрҙе, күҙенә йәш эркелде. Ҡайҙа барырын аныҡ ҡына белмәһә лә, маңлайға яҙылғанды, яҙмыш ҡушҡанды күрелер әле, тип урынынан ҡуҙғалды.


Уттан сыҡҡан тимер кеүек ҡыҙған Ғайса Алинаның бүлмә ишеген һелкетә тартып барып керҙе. Сумкаһын иҙәнгә ырғытты. Көҙгөлә ҡупшыланып торған Алина: «Әһә, килеп тә еттеңме?» – тип уйлап йылмайғайны, Ғайса уны стенаға алып барып терәне:


– Нимәләр һөйләнең Зөләйхәгә, ғәйбәтсе, әйт тиҙерәк, йәнеңде алам хәҙер, – тип ыҫылданы. Күҙҙәре ҡурҡыныс аларған Ғайсанан шыр ебәргән Алина:


– Мин... мин... уға өйләнештек, тип кенә әйттем, – тине, ағарынып.


– Тағы нимә әйттең?


– Һи-и-н һөйәркә-ә-ә, – тинем.


Ғайса Алинаның муйынына йәбеште:


– Бына шул һүҙҙәрең өсөн мине бүтән бер ҡасан да күрмәҫһең. Тағы берҙе шылтыратып ҡына ҡара Зөләйхәгә. Яҡшылыҡты аңламаһаң, икенсе төрлө аңлатырмын мин һиңә, – ир оло йоҙроғон Алинаның танау төбөнә килтерҙе. Ҡото осҡан ҡыҙ:


– А-а, үлтерәләр, ҡотҡарығыҙ! – тип һөрән һала башланы. Ғайса, кинәт аңына килеп, ҡулын ысҡындырҙы, бер аҙ һыуынғас, ҡыҙҙы ҡалдырып, коридорға сыҡты. Алина ла төшөп ҡалғандарҙан түгел ине, уның артынан:


– Һин ахмаҡ, мин ауырлы түгел, ташлағаның өсөн үс алдым! – тип әсе итеп ҡысҡырҙы ла тиҙ генә ишеген бикләп тә ҡуйҙы. Был тиклем оятһыҙлыҡҡа иҫе киткән Ғайса кире боролдо: «Ах һин, уйнашсы, аҙғын, етмәһә, алдаҡсы ла икәнһең. Ошоларҙы инде Зөләйхәгә ҡабатларһың. Асмаһаң, емереп инермен», – тип ишекте типкесләне. Үҙен-үҙе әрләй-әрләй, фатирына, Зөләйхәгә ашыҡты. Ҡыңғырау төймәһенә баҫып оҙаҡ торҙо, ләкин асыусы булманы.


– Зөләйхә, ас инде, яҡшы хәбәр әйтәм. Алина ауырлы түгел, – тип йоҙроҡтары менән ишекте дөбөрҙәтте. Тауышҡа килеп сыҡҡан күрше апай:


– Нимәгә шулай ҡысҡырынаһың? Унда бер кем дә юҡ. Зөләйхә әйберҙәрен алып ҡайҙалыр китте. Эштән сыҡтым, асҡысты фатир хужаһына бирегеҙ, тип үтенде.


Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткән Ғайса баҫҡысҡа һөйәлде: «Ах-х, өлгөрмәнем, ҡайҙа ғына китте икән? Дуҫ ҡыҙҙарын да белмәйем, исмаһам. Бәлки, ауылына ҡайтырға вокзалға төшкәндер», – тип шунда елдерҙе. Үҙе бер өҙлөкһөҙ телефон һандарын йыйҙы. Бөтә ерҙе байҡаны, ләкин Зөләйхә бер ҡайҙа ла юҡ ине.


* * *


Вокзалдағы халыҡтың күплеге! Ҡырмыҫҡа иләүеме ни: береһе инә, береһе сыға, ҡайһылары автобус, таксиҙарға ашыға... Зөләйхә буш урын табып ултырып алды. Тик бына ҡайҙа барырға? Әллә ауылға ҡайтырғамы? Әсәләренең күҙенә нисек ҡарар? Алдашып сығып китте, уҡырға инмәне, өҫтәүенә уйнаштан бала алып ҡайтамы? Юҡ, юҡ, ауылға юл ябыҡ.


– Ғәфү итегеҙ, һылыу, әйберҙәремде ҡарап тормаҫһығыҙмы икән? – Зөләйхә башын күтәрһә, алдында бер һалдат баҫып тора. Йәшле күҙҙәрен һөртөп:


– Ярай, мин барыбер бер ҡайҙа ла китмәйем әле, – тине ҡыҙ. Егет кеше ҡабаланып китеп барҙы. Күп тә үтмәй кире әйләнеп килде.


– Газелде ярты сәғәт көтөргә тура килер. Пассажирҙары тулмай, – тип һөйләнеп Зөләйхә янына килеп ултырҙы. – Рәхмәт инде һеҙгә.


– Ярай, ҙур үҫ, – тип шаяртҡан булды Зөләйхә.


– Ә Һеҙ ҡайһы яҡҡа?


– Бер яҡҡа ла түгел.


– Нисек улай?


– Шулай. Барыр ерем юҡ.


– Ә мин Чечнянан ҡайтып киләм, һуғыштан. Үлемде күп тапҡырҙар күрергә тура килде. Йәшәү матур ул. Һеҙ бирешмәгеҙ.


– Әллә шул, минең осраҡта... сығыу юлын күрмәйем.


– Бәлки, һөйләрһегеҙ, еңел булып ҡалыр.


– Яратҡан егетем өйләнгән булып сыҡты. Ә мин ауырлы. Ташлаштыҡ инде. Бына шундай хәлдәр, – Зөләйхә бөтөнләй ят кешегә ҡайғыһын һөйләгәнгә үҙенә үҙе аптырап ҡуйҙы. – Эшемдән дә киттем, йәшәр урыным да юҡ, ата-әсәйемә лә ҡайта алмайым. – Ҡыҙҙың бите буйлап бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре тәгәрәне. Бер аҙға тын ҡалдылар. Һәр икеһе лә уңайһыҙлыҡ кисерә ине.


– Булмаһа, танышайыҡ, минең исемем Аяз, ә Һеҙҙеке? – тип ауыр тынлыҡты боҙҙо егет кеше.


– Зөләйхә, – ҡыҙ ҡулын бирҙе.


– Зөләйхә, әйҙә киттек Учалы яҡтарына! Унда һине бер кем дә белмәй. Эшкә урынлашырһың, фатир ҙа табылыр. Әлегә беҙҙә йәшәп торорһоң. Әсәйем менән икәү генәбеҙ. Бик яҡшы кеше ул.


– Әлләсе, – көтөлмәгән тәҡдимдән Зөләйхә телһеҙ ҡалды.


Бер нисә минуттан улар Өфө – Учалы трассаһы буйлап елдерә ине. «Бына иҫәүән, белмәгән-күрмәгән кешегә эйәреп әллә ҡайҙарға сыҡ та кит әле. Бәлки, был да сираттағы алдаҡсылыр. Аҡылға ултырмағас, ултырмайһың инде, – ул һиҙҙермәй генә Аязға күҙ һалды. – Тыштан ҡарағанда бер ҙә насар кешегә оҡшамаған. Улай тиһәң, Ғайса ла һәйбәт кеүек ине, ана кем булып сыҡты», – Зөләйхә уйҙарының осона сыға алмай, йоҡоға талды.


Аяздың әсәһе, ысынлап та, изгелекле, йомарт күңелле ҡатын ине. Улының ут эсенән иҫән-һау ҡайтыу шатлығынанмы, Зөләйхәгә артыҡ ҡараңғы сырай күрһәтмәне. Йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне, мунса яғып ебәрҙе. Шул арала күрше-тирәһе йыйылып китте. Сәй янында хәл-әхүәл белешеп инә торҙолар, сыға торҙолар. Ағай-эне, туғандар, ҡунаҡ мәжлестәре менән аҙна һиҙелмәй ҙә ҡалды. Аяз ҡалаға хәрби комиссариатҡа йыйынды.


– Мине лә үҙең менән ал әле, – тип үтенде Зөләйхә.


– Ярай, барырһың. Эш эҙләргә уйлайһыңмы?


– Эйе, мәңге һеҙҙә йәшәй алмайым бит инде.


– Һине бер кем дә ҡыумай, шикелле.


– Аяз, мин һеҙгә бөтөнләй сит кеше. Былай ҙа ярҙам иттегеҙ, рәхмәт.


– Зөләйхә, бындай хәлдә тиҙ генә эшкә урынлаша алмаҫһың, тип уйлайым.


– Ни өсөн?


– Сөнки медосмотр үтергә кәрәк буласаҡ. Ә ауырлы ҡатындарҙы бик үк эшкә алып бармайҙар. Иҙән йыуырға ғына тимәһәң.


– Ярай, иҙән йыуырға ла риза.


– Ул ғына аҡсаға нисек фатир табырһың?


– Берәй мөйөш булыр әле.


Ҡалала ҡайҙа осрашырға һөйләшеп, икеһе ике тарафҡа юлланды. Иҙән йыуыу эше тиҙ табылды. Ә бына йәшәргә урын булмай сыҡты. Дөрөҫөрәге, булды, әммә хаҡы юғары ине. Аязға тағы эйәреп ҡайтырға тура килде. Тәғзимә апайға тура ҡарарға оялып, Зөләйхә йоҡо бүлмәһенә үтте һәм мендәргә ҡапланып иларға кереште. Киске тамаҡты ашарға ла сыҡманы.

Иртәнге сәйҙе эскәндә Тәғзимә апай:

– Ҡыҙым, мәктәпкә иҙән йыуыусы кәрәк, тип ишеткәйнем, әллә белешәһеңме? Беҙҙә йәшәп торорһоң, риза булһаң, – тип ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.


– Әлбиттә, риза. Риза булмаған ҡайҙа. Тик алырҙармы икән? – Зөләйхә Аязға һораулы ҡараны.


Тәғзимә апай улының был ҡыҙға ҡарата битараф түгеллеген килгән көндө үк һиҙеп алғайны инде. Әгәр өйләнеп ҡуйһа, бергә йәшәрбеҙ. Аяз да теләһә кемгә ҡушылып аҙып-туҙып йөрөмәҫ. Ауылда аҙмы ни эсеп юҡҡа сыҡҡандар. Ни эше, ни ғаиләһе юҡтар, көнө-төнө һораныуҙан бушамайҙар. Был бала егәрлегә генә оҡшап тора, холҡо ла тыныс. Бигерәк һылыу инде үҙе, улымды эшкә һанаһа, тип фараз ҡылды.


Зөләйхә эшкә урынлашып та ҡайтты. Исмаһам, бер мәсьәлә хәл ителде, тип ҡыуанып Тәғзимә апайҙың бөтөн донъяһын йыуып сығарҙы. Аяз да тик ултырманы: кәртә-ҡураны төҙәтте, ишек алдын тәртипкә килтерҙе. Кистәрен бергә йыйналып йә телевизор ҡарайҙар, йә ҡул эштәре менән булалар ине.


Береһенә береһе оҡшаш көндәр үтә торҙо. Зөләйхәнең фигураһы үҙгәреп, йыуаная башланы. Күпте күргән Тәғзимә апай шиккә ҡалды. Бала кемдеке – Аяздыҡымы, әллә алып килгәнме? Нисек белергә? Зөләйхә үҙе лә ҡурҡып йөрөй. Тәғзимә апайға нимә тип әйтергә? Сығарып ебәрһәләр, ҡайҙа барырға? Ул Аяз менән кәңәшләшергә булды.

– Минең эсем беленә башланы, нимә эшләйем икән? Әсәйең ни тиер?


– Ҡурҡма, Зөләйхә, минеке тип әйтермен, – тине иҫе лә китмәй тегеһе.


– Минең яратыуым икебеҙгә лә етер. Яйлап өйрәнерһең, башта айырым йоҡларбыҙ. Унан күҙ күрер. – Шул саҡ ишек төбөндә нимәлер шатыр-шотор итеп ҡалды. Йүгерешеп килеп сыҡтылар. Аяз ҡулы менән ауыҙын ҡаплап ҡатып ҡалған әсәһен күреп, бөтәһен дә ишетеп торғанын аңланы. Шуға йәшереп тә маташманы.


– Беҙҙең хәлдәр шулай, әсәй. Мин Зөләйхәгә өйләнәм инде, фатихаңды бир, – тине. Ҡапыл үҙгәреп киткән Тәғзимә апай:


– Уйнаштан бала килтергән ҡыҙҙы килен итәһем юҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тырым-тыраҡай ятҡан утындарын йыйнап, мейес алдына алып барып бырағытты.


– Көйәләнмәгеҙ, Тәғзимә апай, мин иртәгә үк һеҙҙән китермен. Ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙға сикһеҙ рәхмәтлемен, – тине йөҙө буҙарған Зөләйхә. Үҙе шул минутта ғәрлегенән ер тишегенә инергә әҙер ине. Ә Аяз нишләргә белмәй ике ут араһында юғалып ҡалды.


Иртә менән Тәғзимә апай мейескә ут тоҡандырып, сәй ҡуйҙы ла Зөләйхәнең бүлмәһенә күҙ һалды. Ҡыҙ юҡ ине. «Ҡайһылай иртәләгән, һүҙендә торған икән», – тип ҡыуанып Аязды уятырға уйланы. Ләкин Аяз да урынында булмай сыҡты. Терт итеп ҡалған Тәғзимә апай: «Ай-й, әллә улымды ла алып киткән инде, уйнашсы!» – тип ҡысҡырып ишеккә ташланды. Туҡталышҡа тиклем йүгереп барҙы, әммә бер кемде лә осратманы.


Аяз иртә таңда Зөләйхәне күрше ауылдағы дуҫына такси менән алып килде. Тағы тауышланыр, тип әсәһен уятып торманы. Тимур үҙенә өй һалып сыҡҡас, атаһыныҡы буш тора ине. Шуны белешкәйне Аяз, дуҫы ихлас риза булды. Алдан һөйләшелгәнсә, ут яғып өйҙө йылытып ҡуйғайны.


– Бында ни бөтәһе лә әҙер, йыһаз да кәрәкмәй, – тип ҡыуанды Зөләйхә. – Хәҙер миңә эш табырға ғына ҡала.


– Ниндәй эш булһын? Мин керәм эшкә, – Аяз Зөләйхәгә көлөмһөрәп ҡараны.


– Нисек улай? Һин әсәйең янына ҡайтмайһыңмы ни?


– Юҡсы, минең ғаиләм – һин һәм буласаҡ балабыҙ. Ә әсәйем ҡайтымһаҡ ул, ғәфү итәсәк.


– Юҡ, Аяз, һин ҡайтаһың, һеҙҙең арағыҙға дошман булып ингем килмәй.


– Ярай, ярай, бөгөн үк әсәйемде тынысландырып килермен.


Ләкин эшкә урынлашыу мәшәҡәте менән йөрөп, Аяз әсәһенә байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ҡайта алды. Тәғзимә апай улының Зөләйхәгә өйләнеүенә ризалашһа ла, үпкәләүе бөтмәгәйне әле. Турһайыңҡырап һөйләште. Шулай ҙа иреш-талашҡа әйләндермәне, улын юғалтыуҙан ҡурҡты.


– Балам, никах уҡытыр кәрәк, – тип һүҙ башланы ҡоро ғына.


– Их, әсәй, уҡытып булмай шул, Зөләйхә миңә кейәүгә сығырға теләмәй.


– Атаҡ, атаҡ, бына һиңә. Берәү ҡыуаныр ине, балама атай була, тип. Улай нисек бергә йәшәйһегеҙ һуң? – Тәғзимә апайҙың иҫ-аҡылы китте.


– Гражданлыҡ никахы, тип атала ул, әсәй, – йәштәр загсҡа инмәй йәшәп ҡарайҙар ҙа холоҡтары тура килмәһә – өйләнешмәйҙәр.


– Әстәғифирулла тәүбә, улай ҙа була икән? Беҙҙең заманда кейәүгә сыға ла иргә ярарға тырышып йәшәп тик ята инек.


– Хәҙер бөтөнләй икенсе тормош шул, әсәй. Ҡатын-ҡыҙ ир күҙенә ҡарап ултырмай. Хәҙер матриархат. Ярай, мин ҡайтайым инде.


– Һы, ҡайтам, тисе. Үҙенең ни өйө, ни кәләше юҡ, – Тәғзимә апай аптырап тороп ҡалды.


Ирем, тип иҫәпләмәһә лә, Зөләйхә Аязды хөрмәт итә ине. Өйҙө йылытып, ашарға бешереп ҡуйған. «Әһә-ә, көткән бит ул мине, көткән», – тип Аяз дәртләнеп китте.


– Зөләйхә, әсәйем никах уҡытайыҡ, ти әле.


– Никах? Уйнашсы килен кәрәкмәй, тигәйне лә?


– И-и, ҡайтымһаҡ бит ул әсәйем. Күптән ғәфү иткән инде.


– Юҡ, юҡ, Аяз, һин бәхетле булырға хаҡлы. Мөхәббәт ике яҡлы булырға тейеш, ә мин...

– Эйе, беләм-беләм, һин мине яратмайһың. Ләкин мин көтөргә риза, ғүмерем буйы көтөргә лә... – Зөләйхә башҡа һүҙ оҙайтманы.


Яҙ миҙгеленә аяҡ баҫҡан саҡта Зөләйхәнең ҡыҙы тыуҙы. Бәләкәй генә ит йоморсаһын ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫып илап ебәрҙе: «Ғайса янымда булһа, исемде лә бергә ҡушыр инек. Атай булдым, тип түбәһе күккә тейер ине. Ҡыҙ булһа, Зөлхизә тиербеҙ, тигәйне. Зөлхизә матур боронғо исем. Ләкин уның яҙмышы ҡыҙғаныс:


...Кәкүк кенә ҡоштоң да балаһы, Зөлхизә,
Сит ояла үҫә лә ят булып, Зөлхизә.
Ҡанлы йәштәр түгеп тә бер ҡыҙ илай, Зөлхизә,
Көләс ғүмерем үтә лә ут булып, Зөлхизә.


Өләсәһе йыш ҡына көйләгән йыр һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, Зөләйхәнең йөрәге өшөнө. «Юҡ, юҡ, минең сабыйым бәхетле буласаҡ!» – тип киләсәген фаразларға тырышты. Күрше карауатта балаһын имеҙеп ултырған ҡатын: «Һин улай артыҡ көйәләнмә, күкрәгеңдә һөтөң бөтөр, йә балаң илаҡ булыр», – тип киҫәтте.


Зөләйхәне бала табыу йортонан алып ҡайтырға Аяз килде. Бүләктәр тотҡан, сәскә гөлләмәһен дә онотмаған. «Ниндәй бәхетле пар», – тип һоҡланып оҙатып ҡалдылар уларҙы.


Бала менән әүрәп көндәр үтә торҙо. Зөләйхә ҡаршы булһа ла, Аяз ҡыҙҙы үҙ исеменә яҙҙырҙы, фамилияһын бирҙе. Ә бер йәше тулғанда бәхетле атайҙарса байрам ойошторҙо. Был көндө Зөләйхә лә бик шат ине. Шунан файҙаланып Аяз уға тәҡдим яһаны һәм никах балдағы кейҙерҙе. Шулай бергә йәшәп киттеләр, йорт һатып алдылар. Бер-бер артлы тағы ике ҡыҙҙары донъяға килде. Бәләкәстәр бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, балалар баҡсаһына бирҙеләр. Зөләйхәгә мәҙәниәт йортонда иҙән йыуырға эш тә табылды. Уҡыуын да дауам итте. Донъялары инде түңәрәкләнгәндәй ине. Тик араларында мөхәббәт кенә булманы. Ярата алманы Зөләйхә Аязды.


Ҡапыл ул Ғайсаны осратты. Дөрөҫөрәге, Ғайсаға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Ғайсар исемле ир-егет ине ул. Бер көн шулай эшендә иҙән йыуып йөрөгәндә килеп керҙе мәҙәниәт йортона.


– Ғайса-а-а? Нимә эшләп йөрөйһөң бында? Мине нисек таптың? – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне.


– Ғайсар, бына бында ул өҙөлгән провод, – тип директор саҡырмаһа, оятҡа ҡала ине. Был тиклем дә кеше оҡшар икән! Зөләйхә ул көндө хәлһеҙ булып ҡайтып йығылды. Эйе, Ғайсаға булған мөхәббәте һүнмәгән, ә йөрәк түренә йәшеренгән. Уңайы етһә, тоҡанырға әҙер генә тора икән дә. Үҙе өсөн өлтөрәп торған Аязды бөгөн ул беренсе тапҡыр күрә алманы. Былай ҙа: «Ул минең ҡотҡарыусым, ҡыҙҙарымдың атаһы», – тип үҙен үҙе йыуатып йәшәй ине. Аяз менән бүлешергә теләмәгән мөхәббәте, илертеп, айныҡ аҡыл менән фекер йөрөтөргә ҡамасауланы, йүләрлеккә этәрҙе. Ҡатын үҙен-үҙе белештермәй Ғайса-Ғайсар менән осрашырға ашҡынды.

Бер көн Зөләйхә эшендә тотҡарланды. Ғайсар ошоно ғына көткән кеүек бүлмәһенә килеп тә инде, көслө ҡулдары менән ҡатынды үҙенә тартты һәм ҡайнар ирендәренә үрелде. Зөләйхә ҡарышманы ла, киреһенсә, Ғайсар-Ғайса ҡосағында иҙерәп төштө. Күпме ваҡыт үткәнен дә һиҙмәне, белергә лә теләмәне. Иҫенә килгәс, мәҙәниәт йортонан сығып йүгерҙе.

Ул кисте Аяздың күҙенә тура ҡарай алмай йөҙәне. Күңеленән: «Ғәфү итә инде, үҙен яратмағанды алдан белде бит», – тип хистәрен яҡлап маташты. Башҡа ҡабатланмаясаҡ, тип үҙенә һүҙ бирһә лә, Ғайсар янына көн дә ашҡынып китер булды.


Был хәл тиҙ арала бөтә ауылға таралып, Аязға ла килеп етте. Ул башта ышанманы. Ҡатыны матур булғас, көнләштерергә итәләрҙер, тип уйланы. Әммә дөрөҫ икәнен белгәс, бик ауыр кисерҙе. Шулай ҙа һыр бирмәне, түҙеп йәшәргә тырышты. Зөләйхәне лә битәрләмәне.


Бер көн килеп өс балаһы менән Зөләйхә Ғайсарҙың өйөнә күсенде лә сыҡты. Бер аҙ тыныс ҡына йәшәнеләр. Әммә законлы никахҡа инеү менән Ғайсар ҡырҡа үҙгәрҙе, ялҡынлы мөхәббәт ғазапҡа әүерелде. Зөләйхәне эштән сығарып алды. Юҡ-барға көнләшеп ыҙалатты, бер ҡайҙа ла ебәрмәне, ҡул күтәрергә лә тартынманы. Ҡатындың күҙҙәре күгәреп йөрөгән саҡтары йышайҙы. Ҡыҙҙары шундай мәлдәрҙә:


– Әсәй, үҙебеҙҙең атайға, өйөбөҙгә ҡайтайыҡ. Был ағай уҫал, насар, унан ҡурҡабыҙ, – тип кемуҙарҙан ҡысҡырышып иларға тотоналар.


Етмәһә, Ғайсарҙың балалары ла ҡыҙҙарҙы эттеләр ҙә төрттөләр. Әсә кешенең кескәйҙәренә ҡарап йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй ине. Аязы фәрештә ише булған икән. Тора-бара Зөләйхә үҙенең ныҡ яңылышҡанын аңланы. Ҙур хатаһын нисек төҙәтергә белмәй йөҙәне. Аяз уны ғәфү итмәҫ, кире индермәҫ, тип үрһәләнде, баш эйеп барырға намыҫы етмәне. Иҫкерәк бер өйҙө белешеп, ҡыҙҙары менән шунда күсеп йәшәй башланы. Эшенә лә кире сыҡты.


Бәлә килһә, ҡапҡаңды ас, тиҙәр. Әмәлгә ҡалғандай, оло ҡыҙы Зөлхизә ҡапыл ҡаты ауырыны ла китте. Урындағы табиптарҙың көсө етмәне. Өфө дауаханаһына ебәрҙеләр. Ныҡ көйәләнеүҙән нервы системаһына зыян килеп, аҡылы зәғифләнә башлаған, тип диагноз ҡуйҙылар. Ғаиләһенә килгән бәләне ишетеп, Аяз ярҙамға ашыҡты. Зөлхизәне йүнәлтер өсөн барлыҡ таныштарын аяҡҡа баҫтырҙы, кәрәкле дарыуҙарын да тапты, аҡсаһын да йәлләмәне. Кескәй ҡыҙҙарын да тыуған йортона алып ҡайтты. Сир сигенде. Бала йүнәлеүгә китте. Дауахананан уларҙы алып ҡайтырға Аяз килде. Шатлыҡ күҙ йәштәрен тыя алмаған Зөләйхә ирҙең күкрәгенә башын ҡуйып:


– Ғәфү ит мине, Аяз, яңылыштым. Һинең кеүек изге кеше донъяла тағы бармы икән ул? Бары һин генә минең мөхәббәтем, тоғро тормош юлдашым. Урау-урау юлдар аша килдем һиңә, – тине.


Ә Аяздың бәхетенән башы күккә тейҙе. Ҡатынын да, сабыйҙарҙы ла ҡуйынына һыйҙырырға тырышып, ҡанат киргән ата ҡоштай, ҡосағын йәйҙе...