Ҡумыҙ сыңы сал Күк тыны микән,
Һәр бер өнө зиһенемде тиртә,
Йөрәгемә сиртә был тылсым.
Ер-Әсәнең иңрәүҙәре микән,
Сулпы сыңдарында ошо һағыш,
Ҡашмауҙарҙа йәшәй был тылсым.
Ҡайһы быуаттарға алып осор –
Ҡанатлы ла икән был тылсым!..
Ә быныһы – булат ҡылыс сыңы,
Ҡаным таный һине, аңым таный,
Азатлыҡтың йәне был тылсым!..
Сал Күктәрҙән аҙан килә Ергә –
Халҡым моңо – Күктәр моңо бит ул,
Ҡумыҙ булып сиртә шул тылсым.
Башҡортостан әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Һин ҡалҡаны булып илгенәмдең
Ил ағаһы, әйҙә, күкрәк кир!
Илгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Һин йөрәге бул да шул ҡалҡандың
Телгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Милләтеңдең бишеге һин, ҡыҙым,
Йөҙө, һүҙе, йәме һәм йәне.
Йөрәк һүҙең булһын илгенәмдең
Бөгөнгөһө һин бит илдең, улым,
Халҡың менән һүҙең булһын бер.
Халҡым, телем, илем йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Телле булһаҡ ҡына беҙ халыҡбыҙ,
Беҙ тел менән Илгә терәүбеҙ!
Беҙ телебеҙ менән бер яҙмышлы,
Беҙ телебеҙ менән берәүбеҙ!
Йыһан бына баш осомда ғына.
Тын алышын уның белгең килһә,
Таштарыма ят та – Ерҙе тыңла...
Таштарыма ят та – Ерҙе тыңла:
Ер күсәре – минең йөрәгем ул.
Ер әйләнһен тиһәң, мине һаҡла,
Минең һүҙем, минең терәгем бул.
Таштарыма ят та – Ерҙе тыңла:
Минең рухым – ошо Ер хәтере
Сал таштарым булып һиңә баға.
Ерҙең күҙҙәренә ҡара: ниңә
Салҡан ауған икән Туғарсалған?
Итәгемә һыйынып ҡына һыҡтай –
Йыһан йәше бит ул Ергә тамған.
Тилмерептәр Күккә бағырлыҡ бит.
Тауы ауһа, Йыһан һуҡырайыр,
Ул былай ҙа көндөҙ яҡты эҙләп,
Йылы эҙләп усаҡ яғырлыҡ бит...
Тауҙы йотам, тигән әҙәмдәрҙең
Йөҙҙәрендә осмот нур күренһә?!
Ер нишләр һуң, кендек бауы өҙөлөп,
Ҡанһырауҙан Ҡояш һүрелһә?!
Тәгәрәһә был Ер Йәһәннәмгә?..
Бына шуны нисек аңлатайым,
Ҡан көҫәгән ҡанһыҙ әҙәмдәргә?
Ерҙе Йыһан менән мин бәйләйем,
Сал Күккә баҡ: мин уҡыйым аят.
Йөрәгеңдә Йыһан тынын ишет,
Кем булһаң да, булма Йыһанға ят!
Мин бит донъяларға Ер-Йыһандың
Аҡ доғалыҡ итеп йәй алдыңа.
Күтәрермен һине баш осома,
Ер күсәрен һаҡлап ҡала алһаң,
Ҡалҡан була алһаң үҙ халҡыңа.
(Әхмәт ағай Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә)
Һәр һүҙегеҙ – бер уй ине,
– Атай һүҙен ңиңә тотманың һин,
Һорауыма күлдең төптәренән
Һорауыма бынау мәмерйәнән
–Ағайыңа ниңә ҡул күтәрҙең,
Тын алышың тоям. Гүр һалҡыны
– Анау таш һын, Шүлгән, хас һин булып,
Һиңә табан мин атлайым микән,
– Әсәйеңдең күҙ йәштәрен, Шүлгән,
Ҡарғышын да яҙған халҡым ташҡа,
Таш һын буйлап тере тамсы:
– Һыу бөркәйемме һуң һиңә, Шүлгән,
– Ул күл минең күҙ йәштәрем бит ул,
Таш иретер ғазаптарым улар –
Таныр инең микән миндә, Рәми?!
Йылғаң ҡабул итте мине, Рәми!?.
Ҡайҙа бында һин ут яҡҡан үркәс,
Ут йылыһын һаҡлай бит ул таш та?!.
... Усаҡ урынында оҙаҡ-оҙаҡ
Яланаяҡ баҫып торҙом башта.
Тойҙо, тойҙо һинән ҡалған утты!
Һиңә мендәр булған таш – ошолор...
Ул минең дә күҙ йәшемде йотто...
Беҙ танышбыҙ икән, Рәми?!.
Ҡыуышыңды, ҡара, һаман иҫән,
Эстәренә хәҙер ғәм, нур тулыр...
Был донъяға ҡабат ҡайтҡанға ла
Бер һылыуың, һиңә типтер инде,
Еләк элеп киткән тәлгәш-тәлгәш...
Һин йыр ит тә һәммәбеҙгә өләш...
Хәүеф-хәтәр тулы һаман урман.
Ризаһыңмы, ҡыуыш һуҡмағына
Моңлоларҙың ғына юлын борһам?
Һинән ҡалған утты, ел тейҙермәй,
Күкрәгемдә йөрөтәм мин, Рәми!
Усаҡ яҡмай ғына йылынайыҡ,
Ил-йортто ут ялмар, Рәми!?.
Усаҡ яҡмай ғына йылынайыҡ...
Йыр-моңобоҙ йөрәкте ут итһен!
Ошо уттан меңәрләгән йөрәк
Йәшәр өсөн көс, ғәм алып китһен!
Һөлөк кеүек ирҙәр подиумға
Шыр яланғас көйө сығып баҫҡан,
Ҡапламаған хатта ғәүрәтен...
Ҡыҙарғандай булды монитор.
Күҙҙәреңде, инәй, йомоп тор...
– Тоттороғоҙ суҡмар ҡулыма!
Ысын ирҙең ниндәй булғанлығын
Күрһәтәйем бынау улыма!..
Уҙған инде былар – кәсеп бит...
Йән әсеүҙән мин, урамға сығып,
Ошо айҙа (гонаһ шомлоғомо?!)
Ике тапҡыр тулдың бит, Айым?!
Күк Кәнсәләрендә хаҡ теүәл.
Яралдығыҙ мәллә һеҙ әүәл?..
Салыш ҡабырғанан әүәләнеп,
Мин бит Ерҙә Әҙәм ҡосағында
Йәшәр өсөн ғүмер һораным.
Бындай түбәнлеккә ни төшөрҙө,
Осһоҙланды тәүҙә ҡайһыбыҙ?..
...Ғәрлегенән Күктәр ишелер ҙә
Шартлар төҫлө, ана, Айыбыҙ.
Мин был йәндең йәр-йәндәше түгел,
Мин был тәндә түгел ҡабырға!..
Нисек итеп булмышымды яҡлар
Яралмышҡа аҡлау табырға?!
Алһын ине береһе ҡулымдан.
Үҙем башлап күҫәк күтәрергә
Тартындыра барыбер бер еренә
Маһайыптар торған ир – һындан...
Юғалттым да утты – йөрәгемде...
Бына хәҙер йәшәйем мин ҡотһоҙ.
Йәнемә лә, ырыу-затыма ла.
Утһыҙ ҡалып барған халҡыма ла.
Өфө урамдары моң ғына ул,
Өфө урамдарын бер үтәйек,
Ҡайҙа гармун, ҡайҙа бында ҡурай,
Тыпырҙатып бейеп китәйек.
Өфө урамдары йыр ғына ул,
Йәшлегемде йырға әйләндергән
Өфөмдө һуң онотоп буламы?!
Салауатлы йәшлегемде юллап,
Әллә һине шулай үҙ күрәм.
Табыштырҙы беҙҙе йыр-ҡала.
Беҙҙе осраштырған өфөләрҙе
Һағынып йәшәр өсөн йыр ҡала.
Ауылым, тип йырҙар яҙғаным юҡ,
Яратмайым түгел, яратам ул.
Ауылымдың мин дә бер ҡошсоғо –
Көҙ китәм дә, яҙын – йән атам ул.
Һулар һауам, эсер һыуҙарым да.
Атыр таңдар, байыр ҡояшым да...
Әле яҙылмаған йырҙарым да.
Үҙ-үҙемде эҙләп ҡайтам унда,
Шул тупраҡта ҡалған йәнгенәмде.
Сит ерҙәрҙә, юҡ, йәнемде түгел,
Таныйҙар бит бары тәнгенәмде...
Йырым яралған ер, Иҫәкәйем...
Йән яралған ерҙең серен йырға
Һалалмаһам, йәнде нишләтәйем,
Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...
Атың бар икән, һин – кеше,
«Ат биреп тор әле, бабай,
Һин бит миндә оҙон-оҙаҡ йылдар
Таныны ла һине бер хыялым –
Шул хыялым зәңгәр диңгеҙенә
Ярҙарына кире ҡайталырмы –
Алда – зәңгәр офоҡ, төпһөҙ диңгеҙ,
Үҙ-үҙемә табан алып китте
Оҙаҡ йылдар башҡа һын-асылда
Үҙ-үҙемә табан йөҙөп барам,
Көмбәҙҙәрҙең, булғылай ул,
Офоҡ – көмбәҙгә терәү ул,