– Зарина Урал ҡыҙы, һеҙҙең исем-шәрифегеҙ үҫмер сағығыҙҙан уҡ гәзит-журналдар, айырыуса «Йәншишмә», «Аманат» кеүек баҫмалар аша күптәргә таныш. Шулай ҙа, «Ватандаш» журналын уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек. Ҡайһы яҡтың һауаһын һулап, һыуын эсеп үҫтегеҙ? Бала-саҡ иле һәм атай-әсәйегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Мин Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып, Һаҡмар һыуын эсеп үҫкәнмен. Бала саҡта йәйҙе Һаҡмар тулҡындары менән ярышып үткәрә торғайныҡ. Атайым Урал Ғизелхаҡ улы Бағышаев Һабырҙа ғына түгел, күрше район-ауылдарҙа ла балта оҫтаһы булараҡ дан тотто. Үҙ ҡулдары менән һандыҡ, көйәнтә, өҫтәл, карауат һәм башҡа кәрәк-яраҡтар эшләп ҡуя торғайны. Нимәгә тотонһа ла ҡулдарынан нур тамды, күңеле менән дә йомарт ине.Әсәйем Алмабикә Әғләм ҡыҙы ла изге күңелле булды. Ул ғүмере буйы медицина өлкәһендә ал-ял белмәй хеҙмәт итте, кешеләрҙе сир-сырхауҙан аралап торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен генә ҡотҡара алманы: ауырыу сәбәпле, 2014 йылда барлыҡ туғандарыбыҙҙы ауыр ҡайғыға һалып, 46 ғына йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы... Атайым уны бик юҡһынды, һуңғы күргәнебеҙҙә әсәйебеҙҙе иҫкә төшөрөп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә иланы ул. Шул хәлдән һуң үҙе лә оҙаҡ торманы, 2021 йылдың көҙөндә, әсәйебеҙҙең вафатына ете йыл тигәндә, йөрәге туҡтап, яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте.
Ата-әсәйемә ғүмер бүләк иткәндәре һәм матур тәрбиә биргәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул рәхмәтте һүҙ менән әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел! Бары тик улар кеүек изгелек таратып, кешеләргә яҡшылыҡ эшләп йәшәргә генә ҡала. Ҡайһы ваҡыт уларҙың таяу-терәгенә мохтаж саҡтар ҙа булып китә. Шул ваҡытта беҙ Гөлназ апайыбыҙға «әней» тип һыйынабыҙ. Ата-әсәй йылыһын апайыбыҙҙан алабыҙ.
– Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сабырлыҡ теләйбеҙ. Ә ижад донъяһында тәүге аҙымдарығыҙ нисегерәк булды?
– Әҙәбиәт, шиғриәт менән мауығыу бала саҡтан килә. Башланғыс синыфтарҙа китап уҡырға әүәҫ инем, бигерәк тә шиғырҙарҙы. Китапхананан тәүге тапҡыр Гөлфиә Юнысованың «Ҡунаҡта» тигән башҡортса-русса шиғырҙар йыйынтығын алып яратып уҡығаным әле булһа хәтерҙә. Абдулхаҡ Игебаевтың «Сәй ҡайнатты ҡуяндар», «Бәләкәс дуҫтарыма» тигән китаптары – үҙе бер тылсымлы, мажаралы донъя ине. Михаил Пришвиндың, Виталий Бианкиҙың, Павел Бажовтың, Николай Носовтың, Самуил Маршактың, Агния Бартоның, Эдуард Успенскийҙың әҫәрҙәрен дә рәхәтләнеп уҡыным.
Икенсе синыфта тәүге уҡытыусым Наилә Әҙеһәм ҡыҙы Тулыбаева туған тел дәресенән өйгә эш биреп ҡайтарғайны: «Ҙур үҫкәс, мин кем булырға теләйем?» тигән һорауға яуап яҙып килергә. Шул һорауға мин ниңәлер, яҙыусылыҡтың нимә икәнен күҙ алдына бик үк килтереп етмәһәм дә: «Мин ҙурайғас, яҙыусы булырға теләйем», – тип яҙғанмын.
Иң тәүге яҙған иншамды ла синыфташтар алдында сығып уҡығанымды иҫләйем, уны уҡытыусым иң матур яҙылғаны, тип баһалағайны. Шул күңел төпкөлөндә әҙәбиәт донъяһына ҡыҙыҡһыныу, йәшерен мөхәббәт йәшәгәндер инде. Ана шуны юғары кластарға күскәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева «эләктереп» алды тип әйтергә лә мөмкин. Быға уҡытыусымдың Һабыр мәктәбендә «Йәш хәбәрсе» түңәрәген асып ебәреүе этәргес көс булды.
Беҙ, бер төркөм уҡыусылар, шул түңәрәктә шиғыр, мәҡәлә яҙырға өйрәндек. Яйлап район гәзите
«Ауыл уттары»на, «Йәншишмә»гә, «Аманат»ҡа ижади эштәребеҙҙе ебәрә башланыҡ. Теүәл генә әйткәндә, мин ун ике йәшемдән ижад менән ныҡлы шөғөлләнә башланым. Тәүге шиғырҙарыбыҙҙы Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы баһаланы, ул ижад эшенең нескәлектәренә төшөндөрҙө. Ҙурыраҡ киңлеккә сыҡҡас, «Йәншишмә» гәзитенең хеҙмәткәрҙәре Зөбәржәт Миңлебаева менән шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинанан да теләк-кәңәш һүҙҙәре хат аша килә торғайны. Ғөмүмән, ҡанатланып ижад итеүгә юл асҡан барлыҡ остаздарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Өҫтәп шуны ла әйтер инем: минең әсәйем дә шиғырҙар ижад итә торғайны, ҡайһы берҙәрен ауыл мәҙәниәт йортонда сығыш яһағанда уҡығаны әле булһа хәтерҙә. Тик ул ижадын бар ғәмгә таратманы, бер ҡайҙа ла баҫтырып сығарманы.
– Студент йылдарығыҙҙа һеҙ «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләндегеҙ, «Йәштәр тауышы» серияһында «Яҙ бүләге» тип аталған китабығыҙ сыҡты. Ошо хаҡта бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.
– 2008–2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының башҡорт бүлегендә белем алдым. Студент йылдары иҫтәлекле осрашыуҙарға, матур ваҡиғаларға бик бай булды. Университетта уҡығанымда тел буйынса региональ олимпиадаларҙа ҡатнашып, ике тапҡыр Таулы Алтайҙа һәм бер тапҡыр Удмуртияның Ижевск ҡалаһында булыу шатлығын кисерҙем. М.Кәрим һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булыу бәхете лә тейҙе. «Аманат» журналы менән даими хеҙмәттәшлек иткәнем өсөн редакция коллективы миңә М.Аҡмулла исемендәге премияны тапшырҙы. «Шоңҡар» берекмәһендә шөғөлләнеү ҙә күңелемдә тик матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Беҙ, бер төркөм ижадташ дуҫтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге ағзалары менән бик йыш аралаша инек. Хатта Торатауға менеп, күмәкләшеп шиғырҙар уҡығаныбыҙ ҙа иҫемдә.
«Тамсы йыры» тип аталған тәүге китабым Сибай типографияһында, 10-сы класта уҡыған сағымда баҫылып сыҡты. Уны сығарыуҙа ярҙам күрһәткән ауылдашым, яҙыусы Хәйҙәр ағай Тапаҡовҡа һәм олатайым, ул саҡтағы депутат Зәйнулла Бағышаевҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай, 2006 йылда мәктәп, район күләмендәге дөйөм көс менән сыҡҡан тәүге китабымды ҡулға алыу бәхете тейҙе. Ә «Яҙ бүләге» тигән икенсе китабым 2012 йылда «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында донъя күрҙе. Ул да минең өсөн бик шатлыҡлы, көтөп алынған ҙур ваҡиға ине. Китабым сыҡҡас, ҡыуаныстан хатта йөҙ дана итеп йыйынтығымды һатып алдым. «Сәскә сағым» тигән өсөнсө йыйынтығыма етдиерәк әҙерләндем. Яҙыусылар союзында шиғриәт секцияһында тикшереп, ҡайтанан мөхәррирләп, нәшриәткә 2019 йылда тапшырҙым. Ваҡыты етһә, моғайын, өсөнсө китабым да ташҡа баҫылыр тигән өмөттәмен.
– Әлеге ваҡытта поэма жанрына мөрәжәғәт итеүегеҙ ҙә билдәле. Ижадығыҙҙа күберәк ниндәй темалар, образдар өҫтөнлөк итә?
– Поэмаларға мин тәүге декрет ялында мөрәжәғәт итеп ҡараным. 2018 йылдың йәйендә Гөлназ ҡыҙым менән яҡындағы паркка сыға торғайныҡ. Яратҡан шағирәләремдең береһе Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның «Ялан сәскәләре» тигән китабын да гел үҙем менән алам. Коляскала ятҡан бәпесемә шул шиғырҙарҙы ихласлап уҡыйым. Һәм ундағы әсә һәм бала, әсәлек хистәре, балаң алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо, һөйөү менән һуғарылған һутлы ижад миңә икенсе донъяға ишек асҡандай булды. Сөнки мин әсәйҙе юғалтыу ҡайғыһынан һуң күңелгә ниндәйҙер йыуаныс таба алмаған саҡта, фәҡәт шул Зөһрә апайҙың шиғырҙары менән күңелемде дауаланым тип әйтергә мөмкин. Бер-бер артлы тигәндәй өс поэмам яҙылды. Поэма тип атау, бәлки, бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, оҙон шиғыр һымаҡ, әммә үҙенең сюжет ебе, идея-тематикаһы, геройҙары бар. «Ҡарт имән» тигән әҫәрем башҡорт халҡының нәҫел-нәсәбе, ил-ер киләсәге, шәжәрә темаһына бәйле. Ә «Ахмаҡлыҡтың юҡтыр сиктәре» тигән поэмам йәштәр өсөн яҙылды: кешеләрҙең кредит тоҙағына эләгеүе кеүек заман проблемаларын күтәрә. Был ике әҫәрем дә «Шоңҡар» журналында баҫылып сыҡты. Салауат Юлаевҡа арналған «Үлемһеҙ йыр» тигән поэмам да бар.
– Шиғриәт һеҙҙең күңел талабымы, әллә уй-хистәрҙән бушаныу сараһымы, ғөмүмән, ижад ауыр биреләме?
– Шиғриәт – минең күңел талабы. Күңелдә тыуған уйҙар үҙенән-үҙе шиғри юлдарға һалына. Бала саҡтан шиғыр яратҡанғамы, әйләнә-тирәгә шиғри күҙлектән ҡарай башлайһың. Ниндәйҙер уйҙар, хистәр уяна, шиғри юлдар тыуа,шиғри булмыш барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, ижадты уй-хистәрҙән бушаныу түгел, ә уларҙы сағылдырыу тип әйтер инем. Ул яҙыусының, шағирҙың күңел фантазияһы, хыял донъяһы. Ҡайһы ваҡытта башҡа кеше кисергәнде шағир үҙенең күңеленән, йөрәгенән үткәреп, уй-хистәрен асып бирә ала.
Ижад процесына килгәндә, төрлө ваҡыттар була. Ҡайһы мәлдәрҙә шиғырҙар шау ямғыр һымаҡ үҙенән-үҙе килә, йыр кеүек ағыла, тулҡын булып түгелә лә түгелә. Уны туҡтатыу мөмкин дә түгел, ниндәйҙер бер шиғриәт диңгеҙе барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ул етди эш. Ҡайһы саҡта, бигерәк тә ныҡ хисләнеп яҙған мәлдәрҙә, шиғырҙарҙы әҙерәк бер нисә көнгә онотоп, һыуытып алырға кәрәк. Һуңынан һалҡын аҡыл менән ҡараһаң, уны тағы ла матурларға, күркәмерәк итеп төҙәтергә була. Шунан һуң ғына халыҡ хөкөмөнә сығарырға мөмкин. Шул йәһәттән ҡараһаң, әлбиттә, ижад процесы ауыр бирелә тип әйтергә булалыр.
– Һеҙ әлеге ваҡытта колледж уҡытыусыһы. Бер яҡтан ҡараһаң, ижад кешеһе бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа барып эләккән кеүек. Диссертация яҙып, фән менән дә шөғөлләнәһегеҙ. Шиғриәткә ваҡыт ҡаламы, фән һәм ижад бер-береһенә ҡамасауламаймы?
– Мин колледжда гуманитар предметтарҙан буласаҡ иҡтисадсыларҙы, юристарҙы, финансистарҙы, банкирҙарҙы уҡытам. Эшем бик оҡшай, студенттар менән эшләү йөрәккә шул тиклем көс һәм дәрт бирә. Уҡытыу менән бергә фән өлкәһендәге эште лә берҙәм алып барырға тырышам. Диссертациям әҙер, үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт университетында яҡлау алды ла үттем. Әлеге көндә диссертация советы ябылған, уңайлы ваҡыт килеп сыҡһа, Аллаһ бирһә, фәнни эшемде яҡлармын тип өмөт итәм.
Бер ваҡытта ла фәндең ижади булышыма ҡамасаулағанын һиҙгәнем юҡ. Шулай уҡ, шиғриәт кеүек үк, фән эше лә, уҡытыусылыҡ эше лә – ул минең күңел талабым, булмышым, тәбиғәтем.
– Ижад һәм уҡытыуҙан тыш, күңел һалып эшләгән шөғөлөгөҙ бармы?
– Электән бәйләргә яратам. Мәктәптә уҡығанда, студент саҡта ырғаҡ менән бик күп шәлдәр бәйләнем. Шулай уҡ төрлө нағышлы салфеткалар, йомшаҡ, сағыу ултырғыс түшәктәрен эшләнем. Иң яҡын кешеләремә, әсәйемә, апай-һеңлеләргә шәлдәр бәйләп бүләк итә торғайным. Улар хатта М.Ғафури мемориаль йорт-музейының махсус күргәҙмәһендә лә ҡатнашты.
Мәктәптә хеҙмәт дәресенән Зилә Дамир ҡыҙы Байғолова уҡыта торғайны, ул мине өйрәтте. Уҡытыусым бәйләм буйынса төрлө файҙалы журналдар алдыра ине. Шул саҡтарҙа ныҡ мауығып киттем, ырғаҡ ҡулымдан төшмәгән ваҡыттар ҙа булды. Һуңғы ваҡытта башкөллө уҡытыу-яҙышыу эшенә сумып киттем.
Тағы бер шөғөлөм хаҡында әйтеп үтәйем. Әлеге ваҡытта заказға шиғырҙар, ҡотлауҙар, сценарийҙар яҙам һәм был миңә оҡшай. Сөнки үҙемә тәжрибә алыуҙан тыш, мин башҡа кешеләргә шатлыҡ бүләк итәм тиергә мөмкин һәм был мине ҡанатландыра. Үҙҙәре әйтергә теләгән һүҙҙәрен әйтә алмаған осраҡта мин кешеләргә ярҙам күрһәтәм.
– Киләсәккә пландарығыҙ, журнал уҡыусыларына теләктәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙсы.
– Киләсәккә яҡты хыялдар, пландар бик күп. Ижадҡа, әҙәбиәткә бәйле иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт итеү хыялы күңелдә йәшәй. Былтыр йәй байтаҡ тарихи урындарҙы, М.Волошиндың һәм апалы-һеңлеле Цветаеваларҙың йорт-музейҙарын, иҫтәлекле, тылсымлы ижади мөхит һаҡланған бик матур ерҙәрҙе күреп ҡайтылды. Киләсәктә, Аллаһ бойорһа, яңы урындарҙы барып күреү, дәртләнеп, илһамланып ижад итеү, эшләү, яңы китаптарымды ҡулға алып ҡыуаныу һәм имен илдә тормош иптәшем Фазыл менән ҡыҙҙарыбыҙҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу ниәт.
Журнал уҡыусыларға күңелегеҙгә ятҡан шөғөлөгөҙ булыуын, яратҡан, һеҙҙе ҡанатландырған эшегеҙ булыуын теләр инем.
– Һеҙгә ижади асыштар, ғаилә именлеге, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.