Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән Айгөл Айытҡолова, тормош ағышын нескә тойомлаған ижадсы булараҡ, һайлаған һөнәренең тап үҙенеке икәнлегенә тамсы ла шикләнмәй. Кескәй сағынан үҙен уратып алған донъяның матурлығына хайран ҡалып, яҡын кешеләренең йылы мөнәсәбәтенә ҡойоноп, һәр мәлдең ҡабатланмаҫ булыуын тойоп үҫкән ҡыҙҙың шағирә, журналист булып китеүе тәбиғи ҙә. Өләсәй-олатайҙарҙың аҡыллы кәңәштәрен күңеленә һеңдереп, атай-әсәйҙең күркәм мөнәсәбәтен күреп үҫә ул. Бала сағы ла шунлыҡтан томандар артында ҡалған мөғжизәле ил кеүек һаҡлана хәтерендә.
– Бала сағымды урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләйем, айырым ваҡиғалар ғына күңелгә уйылып ҡалған. Йылдар уҙыу менән ҡәртәсәйемде, өләсәйемде, ҡартатайымды нығыраҡ һағынам. Сөнки иҫ белгәне бирле йәйҙе улар менән үткәрҙем, – ти Айгөл. – Ҡартатайым Әнүәр Харисов (әсәйемдең атаһы) – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында көн итте. Тура һүҙле, талапсан, кәрәк саҡта уҫал, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңелле дин әһеле булды ул. Көслө мулла нәҫеленән ине. Беҙ йоҡонан торғанда ҡартатай, бер һыуһын бесән сабып, сәй эсергә ҡайтҡан булыр ине. Өлкән булһа ла, өйҙә торғанын хәтерләмәйбеҙ. «Беҙ» тип һөйләүем – өләстәргә гел апайым менән бергә барҙыҡ. Яйлап самауыр сәйен эсеп ала ла, Ерәнсәйен егеп, тағы ҡырға китә. Беҙ, балалар, арбаға тағылып барабыҙ ҙа, складҡа еткәс, һикереп төшөп ҡалабыҙ. Атты махсус туҡтатып, беҙҙе төшөрөп ҡалдырыу тигән нәмә юҡ. Ат сапҡан ыңғайы һикерәбеҙ. Хәҙер генә ул балаларҙы әпәүләп торабыҙ.
Өйөр-өйөр йылҡы көттө, яратып ҡытай сейәһе үҫтерҙе. Әхтәм олатайым (йәғни әсәйемдең ағаһы) үлгәс, өй эргәһендәге баҡсала үҙ ҡулдары менән ултыртҡан ағастары, ҙур баҡсала иһә ҡартатайымдың атаһы – Абзалетдин Харис улы Исхаҡовтың (сәйәси респрессияға эләгә, исеме 2000 йылда ғына аҡлана) өс улына арнап ултыртҡан өйәңкеләре үҫте. Ҡолас етмәҫлек булып йыуанайып киткәйне олондары. Йөҙ йылға яҡын ултырҙы улар. Һуңғы йылдарҙа ғына ҡоролоҡҡа биреште. Йыл һайын йәйгеһен өйәңке төбөндә сәй эсә торғайныҡ.
Ҡәртәсәйем Ғилмикамал Ғәйнулла ҡыҙы – атайымдың әсәһе лә һуғыштан алда тыуған. Йот йылынан һуң биш йыл тирәһе үткәс тыуғанмын, тип һөйләй торғайны үҙе. Тыуған көнөн белмәне.
Һәр ауылда сәйерерәк, бала холоҡлораҡ итеп ҡабул ителгән кешеләр була. Бына минең ҡәртәсәйем дә шундайҙарҙың береһе ине. Хәҙер килеп уның ни тиклем дә асыҡ, ни тиклем дә ихлас күңелле кеше булғанлығын аңлайым. Урамда китеп барған еренән малайҙар менән туп тибеп тә алғылар, баҫтырышып уйнар ине. Беҙ ҡәртәсәйҙең шундай ҡылығынан оялып та киткеләнек. «Һин шулайта ла йөрөйһөң», – тип үсегеп тә ала инек. Әммә бына әле ҡулымды йөрәгемә һалып әйтә алам – дәззәйемдең! ошо ихласлығына еткән берәү ҙә юҡ.
Таҡмаҡтар сығарҙы. Ябай ҡәләм менән генә һыҙғылап яҙғандарын ҡыҙыҡ күреп, кеҫәһенән алып уҡый торғайныҡ. Тик үҙе күрһәтмәне, йәшерҙе. Ғөмүмән, асылмаған сер булды ул беҙҙең өсөн.
Йәйгеһен бесәнгә йөрөргә яратты. Беҙ барғансы бер талай бакуй һалып, үлән сәйе бешереп, сынаяҡ өҫтөнә ҡыҙыл бөлдөргәнен йыйып, әлүмин сеүәтәлә үәринйә ҡайнатып ҡуя... Ысын мәғәнәһендә юҡһынам мин уны. Бына әле лә күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ юғалтыу тойғоһо... – Айгөлдөң иҫтәлектәре шундай йылы һәм яҡты, уның һәр һүҙендә ғәзиз кешеләренә ҡарата яҡты, ихтирамлы мөнәсәбәт ярылып ята.
Бына ошондай ябай, шул ябайлығы менән үтә лә ҡәҙерле шарттарҙа буй еткерә ҡыҙ. Ата-әсәһе – Рәжәп Ибраһим улы менән Фәниә Әнүәр ҡыҙы ла – бала йәнле кешеләр.
– Атайымды ҡәртәсәйем яңғыҙы үҫтергән. Бәләкәйҙән эшкә егелә, бөтә ирҙәр эшен еренә еткереп башҡарырға өйрәнә. Алтын ҡуллы ябай ауыл кешеһе, бер һүҙ менән әйткәндә. Ысын башҡорт ир-аттарына ғына хас баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ уның булмышында. Урта мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысын Германияла үтәй. Әрменән ҡайтҡас, әсәйебеҙ Фәниә Әнүәр ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Төрлө эштә эшләне – шофер, төҙөүсе, идарасы, МТМ мөдире һәм башҡаһы. Ҡайҙа ғына булһа ла, хеҙмәтенә яуаплы ҡарауы, ғәҙел холоҡло, үҙ һүҙенә, эшенә тоғро булыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй яуланы, ихтирамлы.
Әсәйем – ялан ҡыҙы. Хәйбулла районынан алып ҡайтҡан уны атайыбыҙ. Йәшләй генә кейәүгә сығып, егерме алты йәшендә өс балаға – апайым Земфира, мин, ҡустым Нурға әсәй булған ул. Бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килде ҡәҙерлеләремә – бик йәшләй, 17 йәшендә генә, табиптарҙың дөрөҫ диагноз ҡуймауы һәм дөрөҫ дауаламауы сәбәпле, ҡустыбыҙ вафат булды.
Әле атай-әсәйебеҙ икеһе лә хаҡлы ялда, ауылда йәшәйҙәр, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, матур итеп донъя көтәләр, беҙгә ярҙам итәләр. Күҙ терәп ҡайтыр атай йорто, әсәй ҡосағы булыуы менән бәхетлебеҙ, – ти Айгөл. Яҡындары өсөн ғорурлыҡ та, ҡустыһының яҡты донъянан үтә лә иртә китеүенә һыҙланыу ҙа бар уның хәтирәләрендә.
Мәктәп йылдарында булып үткән ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, бала саҡ шуҡлыҡтарын әле булһа бар сағыулығында хәтерләй йәш шағирә.
– Бер заман беҙ Хәйбулла районына күсеп киттек. Уны күсенеү тип тә ҡабул итмәйбеҙ әле. Йәй өләсәйҙәрҙә үтте. Көҙ уҡыу еткәс, Целинный мәктәбенә илттеләр. Апай менән икәүләп мәктәпкә барабыҙ ҙа, дәрескә инмәйбеҙ. Ишек артында йәшенеп, директорҙың инеп киткәнен көтөп торабыҙ ҙа, ҡасабыҙ. Дәрес бөткәнсе шулай йөрөйбөҙ, аҙаҡ башҡалар һымаҡ ҡайтып китәбеҙ. Уҡытыусылар әсәйгә өндәшкәс кенә белеп ҡалдылар беҙҙең уҡырға йөрөмәгәнде. Былай булмай, тигәндәрҙер инде, кире ҡайтып киттек Юлдыбайға. Ер-һыу тарта тигәндәре шулдыр, күрәһең. Автобустан төшөп ҡалып, урам буйлап ҡайтып килгәндә беҙҙе «продленка»нан уҡытҡан Хәтимә инәй Нурдәүләтованы күреп ҡалдым. Һағынғанмын уны ла! Йүгереп барып ҡосаҡланым! Дүртенселә инем, буғай. Шулай итеп, кире ауылда уҡый башланыҡ, – тип иҫкә ала Айгөл ул мәлдәрҙе.
Үткер зиһенле балаға уҡыу еңел бирелә, яратҡан дәрестәре, әлбиттә, – башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятҡан уҡытыусыһына – Нәфисә Мирсәйет ҡыҙы Нәҙерғоловаға ныҡ рәхмәтле ул. Бер ваҡиға айырыуса ныҡ хәтерендә ҡала ҡыҙҙың: Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге»н уҡыған мәлдә, әҫәрҙе уҡып бөтә алмайынса, дәрестән илап сығып китә мөғәллимә.
– Уҡытыусыбыҙ тынысланып ингәнсе класта шылт иткән дә тауыш булманы. Һәр кемебеҙ үҙ уйҙары, үҙ кисерештәре менән шым ултырғандыр... Ул китап беҙҙең өйҙә бар ине, атайым алып ҡайтҡайны. Ҡайтҡас, тағы уҡып сыҡтым, шуның шауҡымы әле булһа һаҡлана һымаҡ, – ти ул күңеленә уйылған, хатта ки тетрәндергән дәрес хаҡында. – Рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Сәрбиямал Йыһанитдин ҡыҙы Ихсанова менән Валентина Александровна Петрованы ла яраттыҡ. Тәүгеһе беҙҙең класс етәксеһе лә ине. Бер дәрестә балан тураһында шиғырҙар уҡыныҡ. Сәрбиямал Йыһанитдин ҡыҙы балан тәлгәштәре лә алып килгән. Һәр партаға суҡлап өләшеп сыҡты. Шул баландың тәме (әсе түгел ине ул нишләптер, шул ҡәҙәре татлы ине!) һаман да телемдә һымаҡ! Хәҙер ҙә балан ҡапҡан һайын шул тәм булмаҫмы, тип көтәм...
Баланың теге йәки был фәнгә ҡыҙыҡһыныуы күп осраҡта уҡытыусыға бәйле. Айгөлгә иһә был йәһәттән бәхет йылмая – үҙ эшенең ысын оҫталарында уҡырға насип була.
– Валентина Александровнаның Шолохов әҫәрҙәрен шул хәтлем дә мауыҡтырғыс итеп һөйләүен (роман тиклем романды бөтә теүәллегендә ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп!) беҙҙең быуын ғына йотлоғоп тыңламағандыр. Үҙебеҙгә уҡырға ҡушһа, ҡулға ла тотоп ҡарамаҫ инек микән... Шуға күрәме, Шолохов әҫәрҙәре лә айырым бер урын биләп тора күңел тигән затлы һарайҙа.
Һәр әҫәрҙең йөкмәткеһен тәфсирләп төшөндөрөп, бала күңелендә әҙәбиәткә һөйөү уятыусы уҡытыусыларға рәхмәттән тыш нимә әйтәһең инде! Йәш ҡыҙ бала күңелендә тәүге ижад емештәре лә шул осорҙа бөрөләнгәндер, күрәһең.
– Мәктәп йылдарында яҡташ шағирә Фәүзиә Юлдашбаева «Сатҡылар» тигән әҙәби түңәрәк алып барҙы. Беҙҙе, шиғыр яҙып маташҡан тип әйтәйем микән, бер нисә уҡыусыны, шиғриәт донъяһына әйҙәне. Һайлаған һөнәрем филолог булһа ла, нәҡ журналистикаға хеҙмәт итәсәгемде бала саҡтан уҡ тойҙом. Мәктәптә, район гәзите менән берлектә, «Йәш хәбәрселәр», «Сатҡылар» ижади түңәрәгендә шөғөлләндек. «Ауыл уттары»нда «Аҡ елкән» тигән махсус бит була торғайны. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән дә даими осрашып торҙоҡ. «Әсәйемә» исемле тәүге шиғырым бишенселә уҡығанымда үҙебеҙҙең район гәзитендә донъя күрҙе. Беренсе мәҡәләм дә шунда баҫылды. Артабан инде беҙҙе «Йәншишмә» менән «Аманат» күтәрҙе. Тәүгеләрҙән булып шул баҫмаларҙың балалар мөхәрририәте ағзаһына ҡабул ителдек. Үҙебеҙҙе әллә кем итеп тойоп, тиҫтерҙәребеҙ араһында бер башҡа юғарыраҡ һымаҡ булып йөрөгән булдыҡ. Мирсәйет ағай Юнысов, Зөһрә апай Ҡотлогилдина, Зөбәржәт апай Миңлебаевалар беҙгә ҡанат ҡуйҙы, – ти ул йылдар хаҡында Айгөл.
Тәүге гонорар алған көнөн әле лә хәтерләй ул. Бәләкәй генә уҡыусы ҡыҙҙың шиғырҙарын баһалап, гәзит битендә баҫтырып, өҫтәүенә, аҡсаһын да түләүҙәре хайран ҡалырлыҡ була. Шул аҡсаға китап, матур дәфтәр, ручка-ҡәләмдәр, сәскә тағырға таҫмалар, хатта әҙерәк тәм-том да ала уҡыусы ҡыҙ.
Мәктәптә уҡыған ваҡытта «Йәш хәбәрсе» исемен алыуының һөнәр һайлағанда ла файҙаһы тейә – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инергә тип ниәтләп йөрөгәндә «Йәншишмә» ярҙам ҡулын һуҙа.
Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһында ҡанат нығытып, оло ижад юлына сыҡҡан курсташтары Фәнил Бүләков, Гөлсинә Байғужина (Йосопова), Рәшиҙә Байғужина (мәрхүмә инде күптән), Гүзәлиә Түләшева, Ләйсән Шәүәлиева, Лилиә Әмирханова, Әлиә Фәррәхова, Гөлназ Яҡупова, Земфира Әбүшахмановаларҙың да тормошо, эшмәкәрлеге ижад һәм журналистика менән бәйле.
– Хәҙер инде беҙ олпат баҫмалар менән бергә атлайбыҙ. Азамат Юлдашбаев, Әхмәр Үтәбаев, Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәковтар ысын ағайҙарса ҡурсаланы, әле лә кәңәштәренән ташламайҙар. Ана шул остаздарыбыҙ ҡуйған ҡанаттарҙы нығытып, башҡорт журналистикаһына килдек һәм тоғро хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ошо өлкәләге ун һигеҙ йылымдың етәүһе тележурналист булараҡ үтте, ҡалғаны – баҫма матбуғатта. Һәм, моғайын да, ошо юлдан тайпылмаҫбыҙ, тип өмөтләнәм. Һәр хәлдә, үҙемде журналистиканыҡы итеп тоям, минең мөхит, минең өлкә ул матбуғат, – Айгөлдөң был һүҙҙәрендә тормошта үҙ урынын тапҡан бәхетле кешенең булмышы асыҡ сағыла.
Ә бит ул яҙмышын саҡ-саҡ физика, математика фәндәре менән бәйләмәй ҡала. Сығарылыш имтихандарын да шул йүнәлештәрҙә һайлай.
– Бер шулай (май айы ине) тәнәфестә мәктәп алдында йөрөп ятһам, математика уҡытыусыһы Рафаэль Әхмәтйән улы эргәмә килеп, мине ҡултыҡлап ситкә алып китте. «Айгөл, һин яңылышаһың, математиканы яратһаң да, көслө булһаң да, һин ижад кешеһе. Һин – лирик. Журналистикаға бар, ә математика һиңә кәрәкмәй ул», – тип мине үҙенсә дүндерҙе. Аҙаҡ та бер нисә рәт әйтте, ҡайҙа документ тапшырғанымды белеште. Уҡырға ингәс, минең өсөн ҡыуанды. Дөрөҫ йүнәлеш биргән ошо уҡытыусыма ла рәхмәтлемен. Нишләп физика-математика тип йөрөгәнмендер инде, үҙемдең журналист икәнемде белә инем дә! – Ваҡытында дөрөҫ һуҡмаҡҡа боролоуына Айгөл хәҙер шатланып бөтә алмай. – Етәкселәр етәгендә йөрөмәй торған кеше булыуым менән иһә нәҫел-нәсәбемә рәхмәтлемен. Атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та тура, ғәҙел һүҙҙе өҫтөн итеп, тырышлыҡ, таҙа намыҫ менән йәшәйҙәр барыһы ла.
Хеҙмәт юлын Айгөл Рәжәп ҡыҙы Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите хәбәрсеһе булараҡ башлай, аҙаҡ эшен «Оло Эйек» телевидениеһында дауам итә. 2008 йылда яңы асылған «Күгәрсен» район телевидениеһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Әлеге көндә – «Мораҙым» район гәзите хәбәрсеһе. Ул үҙен талапсан, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған, теге йәки был ваҡиғаны төрлө күҙлектән сығып, объектив баһалай белгән, ябай ғына тормош күренештәрен дә һутлы, халыҡсан тел менән һүрәтләгән журналист итеп танытты, үҙ уҡыусыһын тапты.
Журналистың эше тотош ижади мөхит менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, Айгөл өсөн шиғриәт менән гәзит эше икеһе лә берҙәй ҡәҙерле.
– Кеше тураһында бик яҙып бармайым. «Шул кеше тураһында яҙырға кәрәк, быны яҙырға кәрәк, тегенең юбилейы, бының тыуған көнө» тигәнерәк «заказ» мәҡәләләрен яҙмауым менән дә иреклемен, – ти ул. Ысын ижадсы ғына ошондай күңел халәтенә, холоҡ-фиғелгә эйә булалыр ул!
Күңел ҡушыуы буйынса, үҙе эҙләп табып яҙған геройҙарының һәр ҡайһыһы яҡын уға. Яратып яҙған бер мәҡәләһенең геройы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (рухы шат булһын мәрхүмдең) Абдулхаҡ Ғәлләм улы Заманов тураһында ла әйтеп үтте Айгөл:
– Ябай ғына донъя көткән олатай ине ул. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу яланында була. Иҫән булһа, быйыл 97 йәшен билдәләр ине. 1943 йылда ҡаты яраланған олатайҙың аяғында дошман пуляһын йөрөтөүенә лә теп-теүәл 78 йыл тулған булыр ине... Нисәмә йылдар буйы һыҙланһа ла, ҡорос сынығыу алған фронтовик тәнендәге «тимер» тураһында 2005-тә, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгән йылда, яраланыуға 62 йыл тигәндә рентген тикшереүе үткәндә белеп ҡала. «Тән һыҙлауына түҙеп була ул, йөрәк кенә һыҙламаһын. Беҙҙең күргәндәрҙе йәштәр күрмәһен. Илебеҙгә тыныслыҡ бирһен. Тормош матур, ҡәҙерен белеп кенә йәшәрлек. Йәштәр уҡыһын, уҡыған кеше генә кеше була», – тигәйне яу юлын Берлинғаса үткән ветеран һуңғы күрешкәнебеҙҙә.
Йәш ижадсының оло шиғриәт донъяһына килеүе лә үҙ ваҡытында, тәғәйен мәлендә булған, күрәһең.
– Бер мәл «Шоңҡар» журналына (ул ваҡытта Иршат Теләүембәтов мөхәррир ине) бер шәлкем шиғырҙарымды ҡалдырҙым. Яҙмаларымды Салауат ағай Әбүзәров (ул «Ағиҙел»дә эшләй ине, буғай) алған да минең бәйләнешкә сығыуымды һораған булған. Мин ҡурҡыпмы, нисектер тартыныпмы, шылтыратманым да, барманым да, башҡаса йөрөмәнем. Шиғырҙарым, шулай итеп, «Шоңҡар»ҙа Азамат Юлдашбаев мөхәррир булған осорҙа ғына донъя күрҙе. Ошонан һуң үҙ-үҙемә ышаныс та артҡандай булды, – тип хәтерләй Айгөл Айытҡолова әҫәрҙәренең республика матбуғатында тәүге тапҡыр баҫылыуы хаҡында. Бер бәләкәй генә китаплыҡ шиғри әҫәрҙәре тупланғас, йөрьәт итеп, Яҙыусылар Союзына тикшереүгә тапшыра. – Шунан үтеп тә, нәшриәткә тапшырмай бергилке йөрөнөм әле. Бында инде шағир Ирек Кинйәбулатовтың ярҙамы ныҡ ҙур булды. Үҙе көнөн билдәләп, ошо көндә киләһең тип, мине етәкләп тигәндәй, нәшриәткә алып барып, ҡулъяҙмамды тапшыртты. Шулай итеп, 2014 йылда «Ҡымыҙ еҫе» тигән китабым «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылып сыҡты. Шиғырҙар яҙыла тора, баҫыла тора, тигәндәй. Әлегә тағы ла бер ҡалҡынып, ныҡлы ғына итеп тотонорға ваҡытмы, илһаммы етмәйерәк тора тиһәм, аҡланыу ҙа һымаҡ яңғырар инде...
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың Журналистар союзы, Яҙыусылар берлеге ағзаһы Айгөл Айытҡолованың уңыштары ла байтаҡ: 2015 йылда – Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар, 2020 йылда З.Биишева исемендәге әҙәби премияларға лайыҡ булды. Ижади эшмәкәрлектән тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, күренекле әҙиптәрҙең исемен мәңгеләштереүгә, уларҙың ижадын пропагандалауға ҙур өлөш индерә, «Оло Эйек буйында» әҙәби берекмәһенең башҡорт әҙәбиәте бүлеген етәкләй. Район башҡорттары ҡоролтайында рәйес урынбаҫары булараҡ, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ өсөн башҡарылған дөйөм эштәрҙең уртаһында ҡайнай.
Ҡәләмдәштәре өсөн Айгөл күптән инде үҙ кеше – фекерҙәш тә, арҡа терәр дуҫ та. «Беҙ, Өфөлә йәшәүсе яҙармандар, Күгәрсен районына йомош-юлыбыҙ төшһә, иң беренсе нәүбәттә Айгөл Айытҡоловаға шылтыратабыҙ, – ти шағир һәм журналист Әхмәр Үтәбәй. – Маяковскийҙың һүҙҙәрен үҙгәртеп әйткәндә: «Күгәрсен, тиһәк – Айгөлдө, Айгөл, тиһәк – Күгәрсенде күҙ алдына килтерәбеҙ...» Берәй әҙәби сара, осрашыу, кисә, шулай уҡ матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу булһынмы, район хакимиәте менән бер рәттән беҙҙе ҡаршы алыусы ла, оҙатып ҡалыусы ла – ул. Башҡорт әҙәбиәтенең, матбуғатының «форпосы» ул Айгөл. Атыбыҙҙы һәр саҡ уның ҡапҡаһына борабыҙ. Хәтеремдә, «Ҡымыҙ еҫе» шиғыр китабын уҡып сыҡҡас, йортома ҡымыҙ еҫе таралғандай булды:
Ҡымыҙ еҫе һеңгән далаларҙа
Кешнәй-кешнәй саба ҡолонсаҡ.
Йәш үләндә аунап, көлә-көлә
Ялан тәпәй саба бала саҡ...
Тормошобоҙҙағы ябай ғына күренештәр, ваҡиғалар, кисерештәр хаҡында ябай ғына итеп яҙа Айгөл, ҡатмарлы метаморфозалар, «шаҡҡатыризм»дар менән баш ватмай. «Ағиҙел»дә баҫылған бер мәҡәләмдә Айгөлдөң был ижади асылын Һаҡмарһыу асылы тип атағайным. Ҡыҫҡаһы, мин уның шиғырҙарын уҡығанда талғын ғына ағып ятҡан йомшаҡ һыулы Һаҡмарҙың тауышын ишеттем».
Эйе, Айгөл – тормошто бөтөн тәрәнлегендә аңлап, тыуған яғына, тәбиғәтенә мөхәббәтен эске кисерештәре, уй-фекерҙәре аша сағылдырыусы лирик шағирә. Ғөмүмән, йәнтөйәктең ҡабатланмаҫ матурлығын, тәбиғәт күркәмлеген тойоп йәшәү – кеше өсөн ҙур бәхет, ә аңлай белгән уйлы, ғәмле шағирә өсөн был төшөнсә баһалап бөтөргөһөҙ. Түбәндәге юлдарҙа, мәҫәлән, Айгөлдөң был донъяның күҙгә күренмәҫ төҫтәрен сағылдырыу һәләте айырыуса асыҡ күренә:
Зәңгәр сатыр ҡорған ине кисә –
Бөгөн – тимгел һорғолт быяла.
...Юҡһынамы икән хәтфә сағын
Йәйрәп кенә ятҡан буҙ ялан?
Һағынамы икән зөмрәт сағын –
Һағыш баҫҡан һары ҡайынды?
Салт көмбәҙҙә йондоҙ тоноҡланған –
Илай микән Зөһрә – ай ҡыҙы?..
Һүҙ көсөн аңлаған ижадсы тыуған яҡ ҡәҙерен дә, уның кеше өсөн мөһимлеген дә әйтергә теләй. Айгөлдөң шиғырҙарын тыуған яҡҡа мөхәббәт йыры, туған тупраҡ моңо тип атарға мөмкин. Бала саҡтан таныш, күңелгә ифрат танһыҡ күренештәрҙе ул йөрәк йылыһы менән һуғарып, йәнгә яҡын буяу-биҙәктәр менән бирә. Уҡыусы ла ундай ижадҡа битараф ҡала алмай.
Журналист һөнәре алһыҙ-ялһыҙ, тынғыһыҙ хеҙмәт менән бәйле. Ижад менән йәмғиәт эштәре лә байтаҡ көс һәм ваҡыт талап итә. Ышаныслы тормош иптәшең, ғәзиз ғаиләң булмаһа, был ҡәҙәре мәшәҡәтте атҡарып сығыу, ай-һай, еңелдән түгел. Был йәһәттән Айгөл үҙен бәхетле иҫәпләй.
Тормош юлдашы Руслан Мөхәммәт улы менән студент йылдарында танышып, йәшләй генә өйләнешә улар. Күҙ нурҙары – 21 йәшлек Айнур менән 5 йәшлек Айнагөл өсөн өҙөлөп торған Арыҫланбәковтарҙың
донъялары – ҡотло, күңелдәре бөтөн.
– Руслан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Ҡайны-ҡәйнәм дә районда абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Айнур улыбыҙ Өфөлә юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡып йөрөй, үҙ теләге менән армияға барып, бик матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтты. Бөтә әсәйҙәр һымаҡ уҡ, мин дә, «тәүҙә уҡып бөт, армия ҡасмаҫ» тип нисек тә дүндерергә тырышһам да, дистанцион уҡыуҙы үҙһенмәй, ныҡышып тигәндәй, һалдат булырға ҡарар итте. Бөгөн килеп, баламдың был аҙымы шул хәтлем дә ҡыйыу һәм урынлы булғанлығына инандым. Бик оҡшатып хеҙмәт итте улыбыҙ, шуға күңелем дә тыныс булды. Армиянан ҡайтҡас, эшкә урынлашты, уҡыуын ситтән тороп дауам итергә ҡарар итте. Ир бала өсөн тормошта үҙ аллы булыу бик мөһим, – ти балалары өсөн йән атып тороусы Айгөл. – Ҡыҙыбыҙ Айнагөл балалар баҡсаһына йөрөй, киләһе йыл беренсегә бара, Алла бирһә. Шул ҡәҙәре башҡорт рухлы, башҡорт йәнле бала ул! Бер осор дежур төркөмдә рус балалары менән дә йөрөргә тура килгәйне. Теле боҙолоп киткәндер инде үҙенсә, йөрәген тотоп ҡына: «Ошондағы башҡортомдо юйып бөттөләр, башҡортса әйтәм тиһәм, килеп сыҡмай ҙа ҡуя», – тип борсолғанын гел иҫләп алабыҙ. Рус мөхитендә теле үҙгәреп киткән булғандыр. Ғөмүмән, ғаилә тураһында ҙурҙан ҡубып һөйләргә яратмайым, балалар күҙегеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡып китәм. Үҙемә килгәндә, әллә ни әйтер ер юҡ һымаҡ – ябай ауыл ҡыҙымын. Гөл-сәскә, баҡса тиһәләр, иҫем китә. Ерһеҙ үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Үҙ йортобоҙҙа, үҙ донъябыҙҙа шулай йәшәп ятҡан көн. 12 йыл элек машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ алдым. Ғәләмәт рәхәт – ҡайҙа теләйем, шунда сығам да китәм! Тағы ла... намаҙҙамын. Өләсем мәрхүмә шуға тиклем бер нисә рәт төшөмә инде – алдыма аҡ ҡына намаҙлыҡ түшәне. Ишаралыр был, тип аңланым да, Аллаға тапшырып, пәйғәмбәр йәшендә намаҙға баҫтым һәм шул көндән ҡалдырмай уҡыйым. Хоҙай иманды ныҡлы итһен инде.
Нәзәкәтле рәссамдай, тормоштоң бар нескәлеген тойоп, һис сайпылтмай ҡағыҙға төшөрөүсе һиҙгер күңелле Айгөл Айытҡолова хаҡындағы яҙманы фекерҙәше, ҡәләмдәше – «Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманованың һүҙҙәре менән тамамлау урынлы булыр һымаҡ:
– Айгөл Айытҡолова тураһында күпме маҡтау һүҙҙәрен яҙһаң да, һоҡланыуҙы яҙып бөтөрлөк түгел. Үтә хисле, шиғри күңелле, донъяны нескә тойған, тирә-яҡҡа яратып баҡҡан гүзәл Айгөлдөң йөрәгенә тотош
донъя һыйған. Ул шундай ихлас, эскерһеҙ, киң күңелле, ярҙамсыл кеше! Ошо ихласлығы һәр мәҡәләһендә ярылып ята, шиғырҙарында сағыла. Шуғалыр ҙа халыҡ Айгөлдөң яҙмаларын яратып уҡый, көтөп ала. Йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән Айгөл һөйкөмлө зат, йомшаҡ тәбиғәтле, ләкин журналист булмышы уның ҡоростан ҡойолған кеүек. Башҡорт журналистикаһында уның һымаҡ үҙ фекерен ҡыйыу белдергән, үҙ позицияһын яҡлаған көслө, алдынғы ҡарашлы, төплө аҡыллы журналистарҙы бармаҡ менән генә иҫәпләрлек. Минең өсөн кумирҙар юҡ, ләкин тап Айгөлдө тәрән ихтирам итеп, уның һүҙенә ҡолаҡ һалыр инем. Арҡаны һис бер икеләнеүһеҙ терәрҙәй шул тиклем ышаныслы кеше, тоғро дуҫ. Айгөл кеүек кешеләр берәгәй генәләр, илдә ҡәҙере булһын уның!
Башҡортостан!
Гүзәл илем тиеп,
Йыр яҙһам да кемде ҡабатлап,
Һөйләп бирә алмам күҙ йәшеңде,
Бөйөклөгөн ошо быуаттың.
Әйтеп бирә алмам ил хәсрәтен,
Тел хәсрәтен телһеҙ быуындың.
...Боҫрап торған Мостай тупраҡтары
Ҡай арала икән һыуынды?
Көйләй алмам телен киҫкәндәрен
Илем, ерем тигән халҡымдың.
Ирек даулап, йәнен аямайса
Күпме башҡорт яуға ҡалҡынды.
Һөйләй алмам, беләм, Тәфтиләүҙең
Милләтемде утҡа тотҡанын.
Бер ғәйепһеҙ минең киләсәкте
Әсәм менән ҡуша яҡҡанын.
Йырлай алмам халҡым илағанды –
Һөйәнтүҙҙә күпме һөйәктәр...
Себер тиһәм, Рогервикты күрәм,
Усаҡ яҡһам – еҫе көйөктөң.
Яндырҙылар, көлгә ҡалманыҡ беҙ,
Туҙғытмаған тарих елдәре.
Ҡырҡһалар ҙа телде, әсәй тиеп
Асыла әле балам телдәре...
* * *
Мин тауҙарға табан атлағанда
Тартылдың да торҙоң далаға...
Сал ҡылғандар микән һинең асыл,
Офоҡ ситен ялмар ялағай?
Далаларҙан иҫкән ыжғыр елең
Уҡ һыҙғыртҡан кеүек яуҙарҙа.
Бөркөттәрҙең ҡорған ояһы ла
Ерҙәме ни, ҡая-тау барҙа?
Далаларҙың әскелт әремендә
Ни тәмендер, әйтсе, тояһың?
Ҡарағайҙар үҫһә далаларҙа,
Тау елдәре иҫһә, ҡана һуң...
Ҡан хәтерен әллә һаҡлай микән
Ҡола ғына ошо күк далаң?
Тауҙар тыны бында етмәй кеүек,
Офоҡ күҙләп күптән күҙ талған.
Дала моңо һарҡып ағылғанда
Тынып торған, тиҙәр, яуҙар ҙа.
Шул моң микән әйҙәй далаларға –
Толҡа тапмай йәнем тауҙарҙа.
* * *
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,
Йөрәктәрҙә – һары һағыштар.
Алтынланған күптән аҡ ҡайындар,
Орлоҡ ҡоя күлдә ҡамыштар.
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,
Ҡоштар һыйлай йомарт энәлек.
Һары томан ятҡан ер өҫтөнә,
Таратырлыҡ һис тә әмәл юҡ.
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр –
Алтын ғына моңһоу миҙгелдәр.
Ағастарҙан тертләп, япраҡ оса,
Толҡа тапмай ел дә ил гиҙә.
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр...
Кемдәр икән көҙҙө көткәндәр?
Һағыштарға һалып, һағындырып,
Иҫкә төшә микән үткәндәр?
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,
Көҙ артында, беләм, яҙҙар бар.
Илаҡ ҡына ошо миҙгелдә лә
Яҙ килтерер хистәр, наҙҙар бар.
...Тыуған йортом бөгөн әллә нисек
Һағышлыраҡ кеүек күренә...
Рәмил Ҡол-Дәүләт
Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Һағыш баҫҡан армыт-ҡаяһын.
Аҡ яурынлы сал бөркөттәр генә
Саңҡ-саңҡ килеп ҡурсый ояһын.
Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Тынлыҡ аша тоям һағышын.
Йылдар аша ишетелә төҫлө
Һаҡмарымдың илап ағышы.
Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Һағыш һарҡый һары ҡауландан.
Тилмереп тә баҡҡан мең-мең ҡараш
Һүҙен көтөп шағир улының.
Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Күкрәк ярып тибә йөрәктәр.
Саҡма таштай ярып тура әйткән
Шағир һүҙе бөгөн кәрәктер!
Күк Ирәндек буйы әллә нисек...
Толҡа юҡтыр, күпме буйлама...
Уйылып та китәм уйлай-уйлай,
Уйҙы уйға ялғап, уй ямап.
Күк Ирәндек буйы әллә нисек,
Күк Ирәндек буйы толҡаһыҙ...
Булмаһаң да үҙең, һүҙең тере!
Шиғриәттең һин бит – тотҡаһы!
Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.
Донъя ап-аҡ!
Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә
(бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.
Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам…
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта.
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап,
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?
Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ...
Бушлыҡ…
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып,
Сал ҡыштарға килеп олаҡтым?
Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора,
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар…
Әйтә кеүек: «Ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр…»