Литература и хобби
24 Декабря 2024, 10:31

«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»

Журналыбыҙҙың «Әҙәбиәт һәм шөғөл» рубрикаһында ниндәй яҙыусыны сығарырға икән, тип баш ватып, эҙләнеп ултырғанда социаль селтәрҙәге ҡотлау һүҙҙәре иғтибарымды йәлеп итте: «Бөгөн «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, әҙәбиәтсе, ғалимә, журналист, педагог Луиза Кирәеваның тыуған көнө. Луиза Риф ҡыҙы журнал сығарыуға бәйле барса бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш процестарын көйләп, үҙенә генә хас етеҙлек, иплелек, сабырлыҡ, тәрән аҡыл менән бик төплө һәм матур итеп алып бара. Тынғыһыҙ эшенән тыш, ул тәү сиратта хәстәрлекле әсә лә, тормош иптәшенең ныҡлы тылы ла, тел йоторлоҡ бауырһаҡтар бешереүсе оҫта хужабикә лә бит әле...» Бына герой ҙа табылды! Ғалимә менән осрашып һөйләшкәндән һуң бауырһаҡ бешерә белмәүемә оялып, бауырһаҡтың – башҡорттоң рухи донъяһында ниндәй оло урын биләгәненә инанып, мәҡәлә яҙырға ултырҙым. Луиза Риф ҡыҙы бик ихлас, төплө фекерле әңгәмәсе булып сыҡты. Һүҙ ыңғайы беҙ уның менән күп темаларға һөйләштек. Һеҙгә лә ҡыҙыҡмы? Әйҙәгеҙ бергәләп, яҙыусының күңел донъяһын байҡайыҡ.

«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»

– Луиза, Һеҙ бәләкәйҙән әҙәби мөхиттә тәрбиәләнгән кеүек. Был шулаймы?

– Шулай ҙа, шулай түгел дә. Мин меркет-меңдәр йәшәгән ер – Ауырғазы районы Мораҙым ауылында донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Мин – өсөнсө бала. Азамат ағайым, Земфира апайым, Айтуған, Айбулат исемле ҡустыларым бар. Атайым менән әсәйем Риф һәм Гөлмаһира Кирәевтар – физика һәм математика уҡытыусылары. Ғаиләлә барыһы ла теүәл фәндәрҙе үҙ иткән.

– Һеҙ ҙә математиканы һыу кеүек эскәнһегеҙ инде улайһа?

– Улай уҡ түгел. Алгебранан һәйбәт уҡыным, әммә геометрияны өнәп етмәнем, сөнки аңлап еткермәнем.. Әммә математик логика тигән әйбер миндә, ысынлап та, бар. Һәм уның миңә байтаҡ ярҙамы тейгәне булды.

Әҙәби мөхиткә килгәндә, уны беҙҙең йортта әсәйем тыуҙырғандыр. Ул үҙе Йәрмәкәй районынан. Ыҡ йылғаһы буйында ултырған боронғо башҡорттар төйәгенән. Ыҡ аша ғына Татарстандың Баулы районы башлана.1945 йылғы әсәйем шундай осорға эләккән: ул мәктәптә уҡығанда дәреслектәрҙе күрше Татарстандан килтергәндәр һәм «Шәһәребез – Ҡазан!», – тип өйрәткәндәр. Республика етәкселегенең, ни эшләптер, бына шул яҡҡа иғтибары етмәгән. Ә бит улар шәжәрәләре буйынса йылан ырыуы башҡорттары. Әсәйемдең атаһы ла: «Беҙ бит – башҡорттар!» – тип ултырыр булған һәр ваҡыт. Ҡартатайым гармунда оҫта уйнаған. Әсәйем бик матур йырлай. Шиғырҙар ярата. Бәләкәй саҡтан беҙҙе тасуири итеп уҡырға өйрәтте. Һәм тағы әҙәбиәткә ылығыуыма шул сәбәпсе булғандыр: өйөбөҙҙә һәр ваҡыт матбуғат баҫмаларын күпләп алдырҙылар. «Физика в школе», «Математика в школе», «Башҡортостан уҡытыусыһы» менән бергә башҡорт телендә сыҡҡан бар баҫмалар ҙа килә ине. Ә «Башҡортостан» гәзите менән «Ағиҙел» журналынан бер ваҡытта ла айырылманылар. Мин дә шул гәзит-журналдарҙы йәшенеп уҡып, әрләнеп бөтә торғайным.

– Тел һәм әҙәбиәткә ылығыуығыҙҙа мәктәптең дә йоғонтоһо булдымы?

– Мораҙым мәктәбендә беҙҙе бик талапсан, көслө уҡытыусылар уҡытты. Айырыуса башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлимйән Сәһәрйәр улы Бәхтегәрәевте гел йылылыҡ менән хәтергә алам. Ул мине маҡсатлы рәүештә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларға әҙерләне. Иренмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, дәрестән һуң ултыртып алып, индивидуаль рәүештә шөғөлләнер ине, бәлки, шуға ла мин был өлкәне һайлағанмындыр. 11-се класта республика кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала икенсе урынға сығыуым имтиханһыҙ Башҡорт дәүләт университетына ҡабул ителеүгә сәбәпсе булды. Яҙмышым шулай хәл ителде. Уҡырға инәм тип, башҡа уҡыу йорттарына барып та йөрөмәнем.

– Ундай әҙерлек менән уҡыуы ла еңел булғандыр инде?

– Ысынлап та шулай. Университетта мәктәпкә ҡарағанда ла уҡыуы еңелерәк бирелде, сөнки башҡорт әҙәбиәтенән дә, рус әҙәбиәтенән дә күп нәмәне уҡығанмын. Сит ил әҙәбиәте менән шәреҡ әҙәбиәте генә асылмаған донъя ине. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡытыусым рецензия яҙырға өйрәткәйне, шуға курс эштәре, диплом эше яҙыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Магистратураға ла, артабан аспирантураға ла автоматик рәүештә алындым.

– Ғилми хеҙмәтегеҙҙе кем етәкселегендә яҙҙығыҙ?

– Етәксем  профессор Роберт Байымов булды. Ғилми хеҙмәтем «Хәҙерге башҡорт поэмаһының структур үҙенсәлектәре» тигән темаға арналды. Роберт Нурмөхәмәт улы тураһында күп һөйләп була. Ул бик аҡыллы кеше ине. Иҫ киткес эшһөйәр. Бер ҡасан да кеше һүҙенә төшөп, ваҡлыҡтарға бирелеп йөрөмәне. «Ә беҙ эшләйек!» – тиер ҙә ҡуйыр ине.

Мин үҙем бер килке, аспирантураны ташлап, тыуған ауылға ҡайтып уҡытып та алдым. Тарих һәм рус теленән дәрестәр бирҙем. Бер Өфөгә ниндәйҙер сараға килгәнемдә етәксемә тап булдым. «Ҡайҙа диссертацияң?» – ти бит инде Роберт Нурмөхәмәт улы. Ә мин, йәнәһе, фән өлкәһен ташлайым, тип, уға өндәшмәйенсә ҡайтып киткәйнем. Етәксем: «Ошо көнгә эшеңде тулыһынса килтер», – тип ҡәтғи талап ҡуйғас, дәртләнеп китеп, яңынан фәнни эшкә тотондом. Мәктәптә инде уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләп йөрөһәм дә, эштән китергә ғариза яҙҙым. Шулай итеп, диссертацияны яҙып бөтөп, яҡлауға сыҡтым.

2000 йылдар башы. Юғары уҡыу йорттарының гөрләп торған сағы. Артабан хеҙмәт юлын дауам итер өсөн факультеттың ул ваҡыттағы деканы, диссертация советы рәйесе, профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин өс ҡаланы тәҡдим итте: Нефтекама, Бөрө йәки Стәрлетамаҡ. Мин Стәрлене һайланым. Беренсенән, Стәрлетамаҡтағы юғары уҡыу йортонда башҡорт әҙәбиәте буйынса өр-яңы кафедра асылғайны. Икенсенән, тыуған яғыма ла яҡын. Ауырғазыға ни бары 40 саҡрым ғына. Баш ҡалала ла ҡалып булыр ине, әммә... Өфөлә ҡалһам, ҡасан фатирлы булам? Бай кейәүгә сыға торған холҡом юҡ (көлә). Төрлөһөн уйланым. Бер кемде белмәһәм дә, бер танышым, бер нәҫелем булмаһа ла, Стәрле күңелемә яҡын, сөнки ул – атайым менән әсәйемдең танышҡан урыны. Улар шунда педагогия институтының физика-математика факультетында белем алған.

– Стәрлетамаҡ һине нисек ҡаршы алды?

– Йылы ҡаршы алдылар. Конкурс буйынса бер нисә кеше булһаҡ та, йәш тип тормай, мине һайлап алдылар. Ышаныс күрһәтеүҙәренә әле булһа рәхмәтлемен.

Ғалим-педагогтар Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов, Данис Солтан улы Тикеев, Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллина, Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов, Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешеваларҙы эшкә өйрәтеүсе остаздарым тип һанайым.

– Студенттар алдында биргән беренсе дәресегеҙҙе иҫләйһегеҙме?

– Эйе, башҡорт мәҙәниәте тарихы дәресе ине. Мәктәптә 45 минутҡа өйрәнгәнбеҙ бит инде. Ә бында 90 минут. Саҡ күсеп килгәс, минең әлегә йәшәр урыным да, шарттар һәм мөмкинлектәрем дә юҡ. Үҙемсә әҙерләнеп барҙым. Йөҙҙән артыҡ студент ултыра. Мин 25 йәшлек кенә. Көндөҙгө бүлектең студенттары минән бер нисә йәшкә генә бәләкәйерәк. Ҡаушап ҡалманым, аңлатам-һөйләйем, әммә әҙерләгән материалым етмәне лә ҡуйҙы. Дәрес аҙағына тиклем 10 минут ваҡыт бар. Студенттарға: «Теманы аңланығыҙмы?» – тигән кеүек һорауҙар биреп, йәнле диалог ҡороп, дәресте тамамлап ҡуйҙым. Ситуациянан лайыҡлы сыҡһам да, был минең теҙ быуынына ныҡ ҡына төштө. Һынатһаң – бөттөң, артабан тыңламаҫҡа ла мөмкиндәр бит. Бик үткер-үткер студенттар, шәп беләләр. Тәүге йылдарҙа һорауҙарығыҙ бармы, тип өндәшергә лә ҡурҡыта торғайны. Яуап бирә алмай ҡуйһам?!. Әммә, ҡыуанысҡа күр, ундай сетерекле хәлдәр булманы. Бер ярты йылдан инде һорауҙарҙан да ҡурҡмай башланым. Студенттар менән бер-беребеҙгә өйрәнеп, матур итеп эшләп алып киттем. Йәштәр йәш кешене лә үҙ итте. Бергәләп төрлө саралар үткәрәбеҙ, стена гәзиттәре сығарабыҙ. Хатта бер-ике йылдан журналистика түңәрәге ойоштороп ебәрҙем. Быға мәктәп һәм студент йылдарында башҡорт баҫмаларына әүҙем яҙышыуым да ярҙам иткәндер.

Юғары уҡыу йортоноң ул ваҡыттағы етәкселеге беҙҙең башҡорт телен үҫтереү өлкәһендә башҡарған эштәребеҙгә бик ыңғай ҡарай ине. Рус телендә «Призвание» тигән гәзит сыға ине, ә беҙ иһә уның ҡушымтаһын булдырҙыҡ – башҡорт телендә типография ысулы менән «Дарман» тигән гәзит сығара башланыҡ.

– Һеҙ «Башҡортостан пионеры» гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдығыҙмы ни?

– Юҡ, йәш хәбәрсе үк булмаһам да, яҙышып торҙом. 4-се класта уҡығанда гәзит биттәрендә тәүге шиғырым баҫылғайны.

– Һеҙ шағирә лә икән! Әле лә яҙаһығыҙмы?

– Һирәкләп. Хәҙер уйлайым да студент сағымда саҡ ҡына әрһеҙлегем етмәгән. Яй ҡыланғанмын. Йыймағанмын, тупламағанмын. «Йәштәр тауышы» серияһында баҫтырырлыҡ шиғырҙарым бар ине бит!

Һуңынан инде бик оҙаҡ яҙмай торҙом да икенсе бала менән декрет ялында ултырғанда яңынан ҡәләм тибрәтеп алдым. Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы менән үткән йылдарымды йәлләү ошо шиғыр юлдары булып теҙелгәйне шул саҡта:

Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,

Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?

Ер һәм күкте тоташтырып бергә,

Бейеклектә ирек ҡостоңмо?

 

Дауыл һине ергә бәргәндә лә

Таяндыңмы ҡанат көсөнә?

Үлән аша яҡты нурҙы күреп,

Һоҡландыңмы күктең төҫөнә?

 

Ҡаурый һайын осто күпме хыял,

Күпме аҡыл, теләк-хистәрең...

Әл дә таңдар оноттора икән

Һалҡынлығын ҡара кистәрҙең...

 

Ямғыр үтеп, ҡояш сыҡты, ана,

Йәйғор балҡый тормош күгендә!

Күңел ҡошом, һин тағы ла бына

Талпынаһың яҙмыш түрендә.

Бирешмәсе, тормош күгендә!

 

– Уның ҡарауы фәнни һәм методик ҡулланмалар яҙғанһығыҙҙыр?

– Уныһы бар. Барыһы 200-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 2 фәнни монография, 15-кә яҡын уҡыу әсбабы һәм методик ҡулланмалар яҙылды. Шулар араһынан күп йыллыҡ ныҡышмалы хеҙмәт емештәре булараҡ, «Хәҙерге башҡорт поэмаһының жанр структураһы үҙенсәлектәре» (Өфө, 2006) һәм ижади портреттар тупланған «Яңылыҡ эҙләгәндә» (Өфө; Китап, 2022) китаптары миңә айырыуса ҡәҙерле.

– Ҡасан ғаилә ҡорҙоғоҙ?

– Кейәүгә һуң сыҡтым. Тәүҙә ятаҡта йәшәнем бит инде. Ярай ҙа Стәрлетамаҡҡа килеү менән ул саҡтағы ректор Марс Ғилметдин улы Хәмиҙуллин ятаҡ, прописка мәсьәләһен шунда уҡ хәл итте. Бушлай фатир биреү туҡталғайны. Бәхеткә күрә, социаль ипотека тигән программа килеп сыҡты, шуның буйынса 2008 йылда фатирлы булдым. Кейәүгә фатир алғас ҡына сығам, тип уйлағайным. Ғаиләле килеш ятаҡта этләнеп йәшәге килмәй ине.

Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Әхәт Миҙхәт улы менән 2009 йылда тормош ҡорҙоҡ. Уға – 35, миңә 30 йәш ине. Һәр беребеҙҙең үҙ холҡо. Бар нәмәне үҙебеҙсә генә хәл итеп, үҙебеҙсә йәшәп өйрәнгәнбеҙ. Шулай ҙа һәйбәт йәшәп алып киттек. Сөнки икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәнбеҙ, холҡобоҙ ҙа оҡшаш. Ихласбыҙ, ҡылана, алдаша белмәйбеҙ. Әрләшкәндә лә төп теманан ситкә сыҡмайбыҙ. Теманан ситкә киткәндәр йәшәй алмай ул ғәҙәттә (көлә). Азат һәм Алмаз исемле ике ул үҫтерәбеҙ.

– Нисек Өфөгә күсергә булып киттегеҙ?

– Гел башымда Стәрлелә ваҡытлыса ғына йәшәйем дә Өфөгә күсәм, тигән уй булды. Ләкин тормош мәшәҡәттәре, эш алдата килде. Доцент кимәленә еттем. Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, кафедра мөдире урынбаҫары һәм башҡа бик күп эреле-ваҡлы вазифаларҙы башҡарҙым.

2016 йылда икенсе балабыҙҙың тыуыуы бөтә яҙмышымды үҙгәртте. Һәр бала атай-әсәһенең яҙмышына ла йоғонто яһай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тип тә әйтәләр. Ипотека түләгәс, беренсе бала менән йүнләп өйҙә лә ултыра алмағайным, елдертеп эшкә килеп сыҡҡайным, икенсе бала менән декрет ялын алырға булдым.

Ишетеп йөрөйөм: төрлө өлкәләрҙә оптимизация башланды. Ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыуҙар... Тамырҙары үткән быуаттың 40-сы йылдарына барып тоташҡан, үҙаллы йәшәгән институт, Зәйнәб Биишева исемендәге дәүләт педагогия академияһы булған уҡыу йорто ла бөтә ошо исемдәре бөтөп, БДУ-ның филиалына әйләнеп китте. Бюджет урындары ҡыҫҡара башланы, ә уларҙың ҡыҫҡарыуы ставкаларҙың ҡыҫҡарыуына ла килтерә.

Ике бала булғас, йәшәү урынын киңәйтеү мәсьәләһе лә килеп тыуҙы. Бер ипотеканы япҡайныҡ инде, ғаиләлә кәңәшләштек тә, фатирҙы Өфөнән алырға булдыҡ. Нисектер, бик тиҙ, ике аҙна эсендә ипотека буйынса фатир мәсьәләһе хәл ителде. Бер баланы етәкләп, икенсеһен күтәреп (машинаны ул ваҡытта һатып өлгөргәйнек!), Өфөгә күстек тә киттек.

Өфөгә күскәс, ирем дә Себерҙә эшләүҙән туҡтаны. Һаулыҡты ҡаҡшата бит ул Себер. Төрлө хәлдәр булды, төрлө ҡатмарлыҡтар килеп сыҡты. Сәбәләнмәнек. Хатта ике ай буйы икебеҙ ҙә эшһеҙ яттыҡ. Бер аҙҙан иптәшем эшкә урынлашып китте, ә мине, балаға өс йәш булмайынса, бер ҡайҙа ла алмайҙар ине. Әммә ҡул ҡаушырып ятманым. Ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай ул. Текстар менән эш иттем. Редакторланым. Тәржемә менән шөғөлләндем. Өйҙә ултырһам да, килемем арыу ғына булды. Тап шул ваҡытта бауырһаҡ та бешереп һаттым. Туйҙарға заказ буйынса эшләтеп алалар ине.

– Бауырһаҡ бешереү ҙур оҫталыҡ талап итә бит, уға нисек өйрәндегеҙ?

– Был үҙе бер тарих. Мораҙымда боронғо башҡорттар йәшәй бит инде. Уларҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Уңған, сәмсел кешеләр. Береһе бер нәмә белеп ҡалһа, икенсеһе лә шуны өйрәнергә тырыша. Шул сәмселлек беҙҙең ауыл кешеләренең төп һыҙатылыр тип уйлайым. Бауырһаҡ бешерергә өйрәнер өсөн әсәйем Фәниә исемле еңгәбеҙҙе саҡырып алды. Әле булһа уның нисек итеп эшләгәне күҙ алдында тора. Шаяртып ебәрә, мәрәкәләй. «Шулай итәһең инде аны, былай итәһең», – ти ҙә шул арала ниндәйҙер хәбәрен һөйләп, көлдөрөп ала. Ҡаҙҙарҙы нисек итеп баҫтырырға өйрәтә. Ҡаҙҙы күп аҫырай торғайны ул.

Фәниә еңгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй генә гүр эйәһе булды. Ләкин уның төртмә һүҙҙәре, йылмайып-көлөп бауырһаҡ бешерергә өйрәткәне гел хәтеремдә. Бешергән һайын уны күҙ алдына баҫтырам: «Йомортҡаны ныҡ ҡына күпертеп бутайһың. Ондо иләйһең. Артыҡ ҡаты итмәй баҫаһың... Майҙы бына шулай итеп ҡыҙҙырырға ҡуяһың да көтөп тормайһың берәйһен һалып ҡарайһың. Болғатып, әйләндереп тораһың. Ҡабара башлаһа, тиҙ генә яңыларын һалаһың, утты шәбәйтеп ебәрәһең...»

Шунан һуң әсәйем менән бергә бешерә башланыҡ. Әсәйем болғап тора, мин – ҡамыр оҫтаһы, таҫмалар эшләп киҫеп өлгөртәм. Шулай бешереп алып киттек, һәм тиҙҙән ауылда бауырһаҡ бешерәләр тигән даныбыҙ таралып китте. Ауылдаштар ҙа заказ бирә башланы. Заказ тигәс тә, беҙ ул саҡта кешенән аҡса алмай торғайныҡ. Күбеһенсә, үҙебеҙҙең туғандарҙың туйҙарына бешергеләнек. Матур итеп биҙәп, батмусҡа өйөп бирә торғайныҡ. Йолаһы шулай булғас... Ҡайһы бер ғаиләләрҙең бөтә балаларының туйына ла эшләнек. Бауырһаҡ уңһа, эй, шатлана торғайныҡ: «Былар һәйбәт йәшәрҙәр инде. Бына бит, бауырһаҡтары ла уңып тора», – тип.

Бауырһаҡ бешереү еңел эш түгел. Өйрәнсек осорҙа ул йыш ҡына йә ҡабармай, йә шиңә, йә ярыла, «сәскә ата»... Мин шуға бауырһаҡ бешереүҙе бер сәнғәт төрө тип ҡарайым. Ул ҡабарып торорға тейеш. Ауыр булһа, ул инде бауырһаҡ түгел. Еп-еңел булырға тейеш. Шуға мин бауырһаҡты үлсәп һатабыҙ тиһәләр, аптырайым. Уны нисек үлсәмәк кәрәк?!

– Баш ҡала мөхитенә ҡабаттан яраҡлашыу ҡыйын булманымы?

– Өфө йылы ҡабул итте тип уйлайым. Минең менән бер осорҙа БДУ-ла уҡыған таныштар ҙа күп. Үҙем дә тик ятманым, төрлө сараларға йөрөргә тырыштым. Ҡайҙа саҡырһалар ҙа барам. Кәрәк икән, радио-телевидениела ла сығыш яһайым. Гәзит-журналдарға ла яҙышам. Әле иҫкә төшөрәм дә шул тиклем күңелле осор булған икән, тим. Декрет ялында саҡта уҡып сығырға ла өлгөрҙөм. БДПУ-ның тарих факультетындағы курстарҙы тамамлап, музей белгеслегенә диплом алдым. Яңы белем, яңы таныштар өҫтәлде, ә яңылыҡҡа ынтылыу кешене һәр ваҡыт ҡотҡара.

– Шунан «Ағиҙел»гә эшкә күсергә ҡарар иттегеҙме?

– Юҡ, тиҙ генә килмәнем әле ул... 2019 йылда йәй көнө Мәғарифты үҫтереү институтына саҡырҙылар. Август кәңәшмәһенә тиклем, ҡыҙыу шарттарҙа «Интерактив башҡорт теле» платформаһын әҙерләп тапшырырға кәрәк икән, мин дә шул командаға эләгеп киттем. Балама өс йәш тулғас, Мәғарифты үҫтереү институтының ул саҡтағы ректоры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына хат яҙып (хеҙмәт кенәгәм унда ине), баш ҡалаға эшкә күсереп алды. Институтта башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһында доцент вазифаһында ике йыл эшләнем, ләкин бәләкәй бала булғас, аҙналар буйы командировкаларҙа йөрөү ҡыйыныраҡ ине. Барып ҡайтыу ғына түгел бит, аҙналар буйы курстар үткәреп, ситтә ятаһың.

Бер әҙәби сара ваҡытында баш мөхәррир Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин: «Ағиҙел»дә эш бар, киләһеңме?» – тигәйне, уның тәҡдимен ҡабул итеүҙе хуп күрҙем.

Уға тиклем дә «Ағиҙел» менән хеҙмәттәшлек итә инем инде. Журнал биттәрендә тәүге әҙәби мәҡәләләрем студент саҡтарында сыҡты. Стәрлелә саҡта ла бәйләнеште өҙмәнем. Шағирҙар Салауат Әбүзәр һәм Әхмәр Үтәбай ағайҙар менән аралаша инем. Ул саҡтағы баш мөхәррир Рәлиф ағай Кинйәбаев та үҙ ваҡытында эшкә саҡырғайны.  

Бер ҡыҙыҡ ваҡиға ла бар. Стәрлетамаҡта саҡта ҡаланың «Ашҡаҙар» гәзитенә әүҙем генә яҙышып алдым. Бер шылтыратҡанда Әхмәр ағай образлы ғына итеп шаяртып ҡуйҙы: «Һин унда Ашҡаҙарҙы быуа башланың шикелле. Һиңә Ағиҙел кәрәк!» Шунан көлөштөк тә онотолдо. Ул саҡта Өфө, «Ағиҙел» тураһында уй ҙа юҡ ине...

Беләһегеҙме, «Ағиҙел»дең беҙҙең ғаиләгә бәйле тарихы ла бар бит. Ҡартатайым Мөхәмәтрәхим Кирәев Бөйөк Ватан һуғышынан ныҡ яраланып ҡайтҡан. Колхозда ауыр эштә эшләй алмағас, гел һыҙланып йөрөгәс, почтала эшләгән. Ул ваҡытта партия осоро. «Йөҙ өйгә – йөҙ журнал!» тигән план бирелгән. Шуны тулыһынса үтәп, «Ағиҙел» журналынан Рәхмәт хаты ла алған. Уның тураһында журналда мәҡәлә лә яҙғандар. Ҡартатайым 69 йәшендә генә гүр эйәһе булған. Мин уны күреп тә өлгөрмәнем. Үткер, бик принципиаль кеше булған тип һөйләйҙәр.

Беҙҙең өй башында әле булһа шул осорҙағы «Ағиҙел» журналдары һаҡлана. Шул яғы менән дә ныҡ яҡын, ныҡ ҡәҙерле был баҫма.

– Луиза Риф ҡыҙы, Һеҙ журналдың яуаплы сәркәтибе, күңелегеҙгә ятышлымы был эш?

– Гуманитар өлкәне һайлаһам да, әҙәби ижад менән шөғөлләнеү хаҡында хыялланһам да, һандар менән эш итеү мине ғүмер буйы эҙәрлекләне, хатта ижади ҡомарыма ныҡ ҡына ҡамасауланы. Гелән ниндәйҙер отчет, иҫәп алып барыу талап ителгән вазифаларҙа эшләргә тура килде. Бында ла шулай уҡ. Редакцияның эреле-ваҡлы документацияһынан башлап, журналдың һуңғы нөктәһенә тиклем... Ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөү, типография, бүлектәр, бухгалтерия менән бәйләнештәрҙе тәьмин итеү, иҫәп-хисап һ.б. Авторҙар менән эшләйһең, корректура уҡыйһың. Бер яҡтан һәйбәт, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең тын алышын тулайым рәүештә белеп ултыраһың. Элек ваҡыт юҡ, ярар, аҙаҡ уҡырмын, тип һалып ҡуйған әйберҙәр була торғайны. Ә хәҙер мотлаҡ рәүештә барыһын да уҡырға кәрәк.

– Һеҙҙең энциклопедиялар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүегеҙҙе беләм.

– «Башҡортостан энциклопедияһы» дәүләт автономиялы фән учреждениеһы менән байтаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иттем. «Башҡорт энциклопедияһы» томлыҡтарында мәҡәләләрем донъя күрҙе. Һуңыраҡ «Мостай Кәрим» энциклопедияһына ике тиҫтәгә яҡын мәҡәлә яҙҙым. Әле ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерәм: шул ҙур хеҙмәт, ниһайәт, донъя күргән тип ишеттем. Республикабыҙҙың тәүге Президентына арналған «Мортаза Рәхимов» энциклопедияһына ла мәҡәләләр яҙыу бәхете тейҙе. Энциклопедияға ҡыҫҡа ғына материал яҙырға тура килһә лә, ул оҙайлы тикшеренеүҙе талап итә. Ә миңә эҙләнеү эштәре оҡшай. Бер ептең осон эләктереп алып, йомғаҡтың осона сығып алһаң, үҙеңде еңеүсе кеүек хис итәһең. Дежур мәҡәләләр яҙырға яратмайым. Яҙырға тура килгәндә лә уларҙы мәҡәләләр теҙмәһенә индермәйем. Фән менән шөғөлләнгәндә яҙған хеҙмәттәр буйынса йыл һайын отчет талап ителә ине. Мин һаман да, өйрәнгәнемсә, шуны дауам итәм. Фән мине һаман да ебәрмәй.

– Докторлыҡ диссертацияһына тотонорға уйығыҙ юҡмы?

– Белеп булмай... Ҡасан да булһа гуманитар өлкәләге фәндәргә, айырыуса әҙәбиәт ғилеменә йөҙ менән боролорҙар, практик әһәмиәтен аңларҙар, тип өмөт итәм.

– Профессиональ тәнҡитсе булараҡ, бөгөнгө көндәге тәнҡит мәҡәләләре тураһында нимә әйтер инегеҙ?

– Әҙәби тәнҡит – ул ижад. Һәр хәлдә мин шулай тип уйлайым. Уның үҙенең төрҙәре, формалары бар. Мәҫәлән, В.Белинский үҙе шиғыр ҙа яҙмаған, драма ла, проза ла ижад итмәгән, ләкин ул әҙәби тәнҡитсе булараҡ киң билдәле. Башҡорт ғалимы Ким Әхмәтйәнов та шулай. Ә Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтовтар – улар ижад та иткәндәр, фән өлкәһендә эшләп, ике йүнәлештең дә ялын тотҡандар. Яҙыусы булараҡ та, әҙәби тәнҡитсе, ғалим булараҡ та танылғандар. Ундай миҫалдарҙы күп килтерергә була.

Бөгөнгө әҙәби процесҡа килгәндә, «Киске Өфө» гәзитенә биргән бер интервьюһында, әҙәби тәнҡитсе Зәки Әлибаев шулай тигәйне: «Әҙәбиәт донъяһында әҙәби тәнҡиткә үгәйһетелгән ҡараш йәшәп килә». Килешәм.

Ә ижад тип ни өсөн әйтәм, сөнки әҙәби тәнҡит  ул аннотация ғына түгел бит. Аннотация, библиография – улар ҡоро, статик әйберҙәр. Әҙәби тәнҡитте шуның менән бутаусылар ҙа бар юғиһә.

Әҙәбиәтте – тормош, әҫәрҙе – әҙәби процесс, тарих, йәмғиәт, көнкүреш, сәйәсәт, мәҙәниәт һәм иҡтисад, фәндәр үҫеше менән бәйләй бит ул был өлкә. Уның да нәфис ижад кеүек үк сентименталистик, романтик, реалистик төрҙәре бар.

Әҙәби тәнҡит жанрҙарға бай. Шулай ҙа бөгөн аҡыл һатып, йә өйрәтеп, өгөт-нәсихәт уҡыу формалары иҫкерҙе. Яңы юлдар, яңы формалар кәрәк. Асыҡ хаттар, диалогтар, эсселар... Фантазияң һәм инструментарий киңлегең генә булһын.

Яңыраҡ шағир Азамат Юлдашбаевтың ижадына ҡағылышлы мәҡәлә яҙғанда әҙәби диалог формаһын үҙем дә ҡулланып ҡараным. Унда уйлап сығарылған ике китап уҡыусы осрашып, ҡапма-ҡаршылыҡлы ижад тураһында һөйләшеү алып бара, бәхәс ҡора. Был форманы аңламанылар тәүҙә. Кемдәрҙең бәхәсе был, береһе Азамат, береһе һинме, тип һорап бөттөләр. Ә минең шағирҙы яҡындан күреп белгәнем дә юҡ. Ишетеп беләм, әҫәрҙәрен уҡығаным бар, ләкин аралашҡан кешем түгел. Ижады ла ҡапма-ҡаршылыҡлы, бар фекерҙәрен ҡабул итеп булмай кеүек. Шуға ла ҡасандыр В.Белинский ҡулланған форманы («Литературный разговор, подслушанный в книжной лавке») үҫтереп ҡараным.

– Тәнҡит мәҡәләһен яҙыр өсөн яҙыусының ижадын бик һәйбәт белергә, тәрәндән өйрәнергә кәрәк бит инде?

– Әлбиттә. Уҡыусы һинең алдашҡаныңды һиҙмәй буламы? Уҡымаған әйберең тураһында һүҙ әйтеп маташыуҙы мин бөтөнләй ҡабул итмәйем. Әҫәрҙе тотоп та ҡарамаған килеш ниндәйҙер һүҙ әйтә башлаһалар, шунда уҡ һиҙелә бит ул.

Тематик яҡтан ҡарағанда, бер фекерҙе үҫтерергә кәрәк. Әгәр уныһы ла бар, быныһы ла бар тип яҙыла башлаһа, уның осо-ҡырыйы юҡ. Мәҡәләнең концепцияһы булырға тейеш. Әҙәби тәнҡиткә бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Һин бит кеше ижады тураһында һүҙ алып бараһың! Яҙыусының әҫәрен ниндәйҙер ижади процесс фонында һәм хатта, әгәр ул шуға торошло икән, бөтә донъя әҙәбиәте кимәлендә сағыштырып ҡарайһың.

Ә ул яҡтан беҙҙең башҡорт әҙәбиәте ныҡ үҙенсәлекле. Ундағы фәлсәфә бик тәрән. Мифик-поэтик тамырҙарын юллап китһәң дә, әллә ҡасанғы быуаттарға барып сығырға мөмкинһең.

Бер-ике шиғыр юлы ла тарихты һәм милли менталитетты һыйҙыра алыу мөмкинлегенә эйә. Йәшәйеш, предметтар донъяһын тикшереп кенә лә хайран ҡалған саҡтар булды. Тел үҙе – код ул! Унда бар нәмә һыйған! Бер генә һүҙҙе алһаң да, мәҫәлән, шул уҡ бауырһаҡ, уға беҙҙең йәшәү рәүеше һалынған.

– Килешәм. Шундай ҙур йөкмәткеле, төплө әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Луиза Риф ҡыҙы! Бар шөғөлдәрегеҙ ҙә бәрәкәт һәм бәхет килтерһен!

– Амин. Әйткәнегеҙ килһен!

«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
«Бауырһаҡ бешереүҙе сәнғәт төрө тип ҡарайым»
Автор:Зөлфиә Ханнанова, «Ватандаш»
Читайте нас