Все новости
Литература и хобби
23 Сентября , 10:00

«Бер ҡасан да һуң түгел!..»

Ғүмеренең һәр миҙгеленән йәм табып, яҡты уйҙар менән йәшәгән ижадсылар була. Ун­дайҙар эргәһендә күңелгә рәхәт, ундайҙарҙың һәр көнө – асыш, ундайҙарҙың ижад ҡомары баш­ҡаларҙы ла ҡанатландыра. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лау­реаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, таныл­ған яҙыусы Тәнзилә Сәлих ҡы­ҙы Дәүләтбирҙина – тап ана шундайҙарҙан. Дөрөҫөн әйт­кәндә, дәртле, сая, һәр саҡ мө­ләйем йөҙлө, йәш сырайлы был ханымдың ошо көндәрҙә инде алтмышҡа артылыуына һис ышанғы килмәй. Бының сере нимәлә? Редакциябыҙҙа әҙибә менән ихлас әңгәмә ҡороп, ошо һорауға яуап эҙләнек.

«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»

– Тәнзилә ханым, Һеҙ күркәм тәбиғәтле Бөрйән районында тыуып-үҫкәнһегеҙ, шағирә булып формалашыуығыҙға нимә йоғонто яһаны икән: әйләнә-тирәләге матурлыҡмы, ғаиләләге тәрбиәме?
– Бөрйәндең бөтәһен дә хайран ҡалдырған матурлығы, ата-әсәйемдең йыр-моң, әҙәбиәт, сәнғәт яратыуы һәм йор һүҙле, киң күңелле яҡташтарым минән шағирә яһағандыр, тим. Ғәзиз, Зәйтүн ағайҙарымдың йәш саҡта шиғыр яҙғанын беләм. Әсәйем менән комодта ятҡан дәфтәрҙәренән һоҡланып уҡый торғайныҡ. Минзәлә апайым да нәҫер ижад итте. Бер нисә мәртәбә «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ебәрҙе. Баҫылмаһа ла, йөрьәт итеп шул ҡәҙәре абруйлы баҫмаға ижад емешен һалғанына эй ҡанатланып йөрөгәйне!
Ғаиләбеҙҙе ижади ғаилә тип атар инем. Барыһы ла ниндәйҙер сәнғәт төрөнә һәләтле. Иң ҡыҙығы – бөтәбеҙ ҙә шәп итеп һүрәт төшөрә. Был һәләт әсәйемдән килә.
Атайым да, әсәйем дә китапты күп уҡыны. Гәзит-журналдар ҡосаҡ-ҡосаҡ килә ине. Сәй эскәндә әҙәби әҫәрҙәр тураһында әңгәмәләшеп ала торғайнылар. Районға килгән яҙыусылар менән осрашыуға ихлас йөрөнөләр, онота алмай йылдар буйы һөйләп бер булдылар.
Өфөгә барған һайын атайым китап магазинында берәй әҙипте осратып, унан автограф алып ҡайта торғайны. Шунан ғорурланып һөйләй. Ҡәләм эйәһенә ихтирам көслө булды. Шуға ла шиғырҙарым йә нәҫерҙәрем гәзит-журналда баҫыла башлағас, атайым альбом асты һәм шунда әҫәрҙәремде йәбештерә барҙы.

– Һеҙ уҡыған Иҫке Монасип мәктәбе лә илһам ҡанаттарын нығытырға ярҙам иткәндер, шулаймы?
– Мәктәптә шәп уҡытыусылар ҡулында тәрбиәләнергә насип булды. Көслө педагог Марат Ғизетдин улы Муллағолов мин уҡыған 4-се класты эксперименталь класҡа әйләндерҙе. Ул беҙҙән ғалимдар, яҙыусылар яһарға тырышты. Маҡсаты тормошҡа ашты, тип уйлайым – класташым Рәсүл Сәғитов менән мин уның фатихаһын алып, оло әҙәбиәт юлына баҫтыҡ, журналистикала ла әүҙем эшләйбеҙ.
– Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙа «Шоңҡар» әҙәби берекмәһендә шөғөлләнеү ижад мәктәбе булды, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Эйе, «Шоңҡар» минең дә ҡанатымды нығытты. Рәйес Тү­ләк, Рәмил Ҡолдәүләт, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ғәлиә Кәлимуллина, Фәниҙә Исхаҡова, Ғәбиҙулла Зарипов, Лилиә Ҡәйепова һ.б. исеме инде халыҡҡа танылған профессиональ әҙиптәр менән бер осорҙа БДУ-ла белем алдыҡ. Башҡортостандың төрлө райондарына әҙәби десант булып барып төшөп, мәктәптәрҙә, клубтарҙа сығыш яһай торғайныҡ. Шунда кешеләрҙең беҙҙе, йәштәрҙе, оло яҙыусы итеп ҡабул итеүе үҙемә ышаныс арттырҙы. Артабан инде шиғыр яҙыуымдың ваҡытлыса мауығыу ғына түгеллеген аңланым.

– Тормош юлығыҙҙа төрлө һө­нәр эйәһе булырға тура килгән, иң яратып башҡарған вазифағыҙ?
– Тормошта миңә урмансы ла, мөхәррир ҙә, тележурналист та, уҡытыусы ла, диспетчер ҙа, ашнаҡсы ла, йыйыштырыусы ла булып эшләп алырға тура килде. Байтаҡ етәксе вазифалар ҙа башҡарҙым. Иң ҡыҙығы – бөтә эшкә лә ижади ҡараным, күңел биреп эшләнем. Ун йыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында эшләгәндән һуң: «Ниңә дәүләт хеҙмәтенә иртәрәк тотонманым икән. Ҡалай миңә шул эш килешә!» – тип уйланым. Ҡағыҙ менән, документ менән эш итергә яратам. Кешеләр менән аралашыу оҡшай. Уларҙа ижадым өсөн ниндәйҙер мәғлүмәт табам. Яҙмыш юлыма ҡыҙыҡ шәхестәрҙе сығарып ҡына тора. Яҙыусы икәнем маңлайыма яҙылғанмылыр – Себерҙә эшләгән йылдарымда ла олоһо-кесеһе минең менән әңгәмәләшергә яратты. Яҙыусыны мин психологҡа тиңләйем. Ул үҙе лә, әҫәрҙәре аша ла кешенең йәнен дауалай.
Һәр һөнәрҙең үҙенең бер йәме, ауырлығы, ҡыҙыҡтырған ере бар. Әлеге эшемде ныҡ яратам. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары булараҡ, йыш ҡына тәгәрмәс өҫтөндәбеҙ. Йәштәрҙе әҙәби ижадҡа ылыҡтырыу һәм оло быуынға алмашҡа йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү – Союздың төп бурыстарының береһе. Талантлы егет-ҡыҙҙарҙы эҙләп кенә йөрөйбөҙ. Осраһалар, алтын тапҡандай ҡыуанабыҙ һәм хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.

– Талант тигәндән, Аллаһу Тәғәлә Һеҙгә талантты мул өләшкән. Студент йылдарынан уҡ йыр-моңға әүәҫлегегеҙ хайран ҡалдыра ине.
– Иң ныҡ эсте бошорғаны һәм үҙенә күрә бер бәлә – һәләттең төрлө яҡлылығы. Мин быны олоғайғас аңланым. Кем генә булырға теләмәнем мин бала саҡта! Иң ҙур хыялым – гимнастка булыу ине. Һығылмалылыҡ тыумыштан бирелгән. Үҙ аллы төрлө күнекмәләр эшләнем. Ауыл ерендә ҡайҙа ғына бараһың инде һәләтеңде үҫтерергә! Шунан университетҡа уҡырға барғас, бейеү түңәрәгенә яҙылдым. Шунан йырларға булып киттем. Вокал студияһында шөғөлләндем. Ул арала драма түңәрәге, хорға ла яҙылдым. Ниндәй юл һайларға белмәй, ҡомһоҙланып төрлө йүнәлештәрҙә шөғөлләнә башланым. Иң мөһиме – бөтәһе лә ҡәҙерле, яҡын! Әммә өлгөрә алмай киткәс, ҡайһы бер түңәрәктәрҙе ташларға тура килде. Тик «Шоңҡар»ыма тоғро ҡалдым. Тимәк, шиғриәттең тартыу көсө ныҡ булған.

– Бер ваҡыт социаль селтәрҙәрҙә Тәнзилә Дәүләтбирҙина Ағи­ҙел йылғаһында 1 кг 500 г тартҡан балыҡ тотҡан икән, тип яҙып сыҡҡайнылар, ысын хәбәр булдымы был?
– Мин атайыма оҡшап ныҡ мәрәкәсел. Шаяртып берәй нәмә әйтһәм, кеше ышана ла ҡуя. Былтыр Бөрйәнгә ҡайтып барғанда балалар менән сәй эсергә туҡтағайныҡ. Бер егет һыбай килә ине, атын һорап торҙом. Шунан елдереп сабып киткәйнем, билдәле блогер Миләүшә Шәйхелисламова («Башкирская домохозяйка») осраны. «Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?» – тип һорағас, «Бөрйәнгә!» – тинем дә ҡуйҙым. Ышанды. Татарстанда ла: «Башҡорт шағирәһенең машинаһы юҡ икән, шуға 350 км йыраҡлыҡтағы тыуған яғына – Бөрйәнгә һыбай ҡайтып йөрөй», – тип яҙып сыҡтылар. Ошо көнгәсә: «Һин ысын Бөрйәнгә һыбай ҡайттыңмы ул? Нисә көн ҡайттың?» – тип һорайҙар. Ысынлап та ҡайтып килмәй булмаҫ, ахыры.
Балыҡ тотолдо былай. «Дан бульвары» туҡталышы тапҡырынан Ағиҙелгә төшһәң, ҙур-ҙур балыҡтар мыжғып йөрөй. Шаяртам (көлә). Мыжғымаһа ла, эре балыҡ эләктерергә була!

– Алтынсы тиҫтәгә аяҡ баҫыуығыҙға ҡарамаҫтан, йәш һәм һомғол буйлы булып ҡалыуығыҙ һоҡландыра. Бының сере нимәлә?
– Уй, мин бының өсөн күп көс һалам. Көн дә гимнастика, пресс эшләйем. Крем һөрткәндән һуң битемә массаж мотлаҡ, аҙнаға өс-дүрт тапҡыр. Биттең, муйындың һығылмалылығын һаҡлар өсөн кремды нисек һөртөргә әсәйем өйрәткәйне. Гимнастика кәүҙә өсөн генә түгел, бит, му­йын өсөн дә кәрәк. Уның үҙ техникаһы бар. Уны әсәйемдән студент сағымда уҡ үҙләштергәйнем. Көн дә тиерлек биттең мускулдарын нығыта торған күнегеүҙәр эшләйем. Саҡ ҡына үҙемә ҡул һелтәһәм, кәүҙәм үҙгәреп, битем боҙола һалып бара. Шуға юл ҡуймаҫ өсөн тырышам инде. Мин быны йәш күренер өсөн эшләмәйем. Был минең ҡаныма һеңгән. Шулай булырға кәрәк һымаҡ. Әсәйемдең тәрбиәһе был. Инә һөтө менән ингән.

– Һеҙҙең каратэ менән шөғөлләнгәнегеҙҙе лә беләм. Ни өсөн тап ошо спорт төрөн һайланығыҙ?
– Каратэ – көслө рухлы кешеләр шөғөлө. Мин үҙемде ғүмер буйы һынайым. Сыҙамлылыҡҡа, көслөлөккә, ныҡышмаллыҡҡа. Себергә лә юҡҡа барып сыҡманым. Иҫ белгәндән алып атайым мәктәптә директор ине. Ун һигеҙ йыл етәкселек итеп, хаҡлы ялға сыҡты. Тиҫтерҙәремдән ҡайһы саҡ «аҡһөйәк», «аҡҡул», «батша ҡыҙы» тигән һүҙҙәр ишетергә лә тура килде. Ныҡ сәмләнә торғайным. Был ҡылыҡтарым күпмелер йылдар үткәс шул һүҙҙәргә яуап булғандыр.
Каратэ менән шөғөлләнеү миңә күп нәмә бирҙе. Үҙемә ышанысты арттырҙы, рухымды, характерымды нығытты. 38 йәштән ҡурҡмайынса татамиға баҫыуыма һис тә үкенмәйем. Физик һәм рухи яҡтан нығыныу өсөн ул кәрәк булғандыр. Кешегә бер ҡасан да һуң түгел тормошон йәмләргә, яңыртырға, үҙгәртергә.
– Һеҙҙең сәхифәләрҙе күҙәтеүе күңелле. Бер ҡараһаң, башҡорт амазонкаһы һыбай саба, икенсе ҡараһаң, тимер атта елдерә...
– Машинаға ла сағыштырмаса һуң ултырҙым. Хәҙер тормошомдо унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Донъя көтөр өсөн иң кәрәкле нәмә ул. Машинамды ныҡ яратам, һөйөп кенә торам, ҡыҙыҡайым, тип. Уларҙың да бит енесе бар. Холоҡтары ла төрлө. Быға тиклемге машинам дыуамал «егет» ине. Быныһы тәртипле, баҫалҡы, сабыр «ҡыҙыҡай».

– Сәйәхәт итергә лә яратаһығыҙ, күрәһең?
– Сәйәхәтһеҙ тора алмайым. Әсәйем дә, атайым да юл йөрөргә яратты. Әсәйем: «Ауырыһаң – юлға сыҡ», – тигән булыр ине. Берәй яҡҡа барып әйләнмәһәм, эсем боша башлай. Мысыр, Эстония, Белоруссия, Төркиә, Финляндия, Швецияла булдым. Рәсәй буйынса ла йыш йөрөйөм. Аллаһҡа шөкөр! Шулай донъя гиҙерлек һаулыҡ, мөмкинлек биргәненә Аллаһыма мең рәхмәт!

– Улдарығыҙға шундай әсәй менән һис күңелһеҙ түгелдер, Тәнзилә ханым. Улар ҙа шулай әүҙем тормош алып барамы?
– Уландарым менән мин үҙем малайға әйләнеп бөттөм инде. Улар минең шөғөлдәремде ҡыҙыҡ күрә, күңелемде күтәреп, осондороп ҡына тора. Нимә эшләһәм дә ризалар. Өйҙә шаярып каратэ алымдарын да ҡулланам уларға ҡарата – ҡапыл ғына, көтмәгәндә эргәләренән һуғып йә бәреп үтергә мөмкинмен.
Ғаиләбеҙ бергә йыйылғанда мәжлесебеҙ концертҡа әйләнә. Уралыбыҙ – пианинола, Марат гитарала уйнай, килендәрем менән йырлайбыҙ. Романстары ла ҡалмай. Шунан вальс әйләнәбеҙ. Искәндәрем – нефтсе, Маратым – система администраторы, Уралым, музыкант булһа ла, айтишник һөнәрен үҙләштерҙе. Ул Санкт-Петербургта «Бәйләнештә», «Класташтар» селтәрҙәренең эшен көйләй.
– Үрҙә әйткәнемсә, Һеҙ – күп ҡырлы шәхес, шулай ҙа иң тәү сиратта төрлө йүнәлештәрҙә ижад итеүсе билдәле яҙыусы. Ниндәй әҙәби жанр мауыҡтырғысыраҡ: поэзиямы, прозамы, драматургиямы?
– Улар төрлөсә яҙыла. Поэзияға күп ваҡыт кәрәкмәй. Проза менән драматургия ултырыуҙы ярата. Иң мауыҡтырғаны – проза. Драматургия – конструктор, Лего уйынсығы кеүек. Уға алдан күреүсәнлек, геройҙарҙы сәкәштерә белеү кәрәк. Ниндәй интрига ҡорорға икән былар араһында, конфликт тыуҙырыр өсөн, тип уйлап ҡына ултыраһың. Үҙеңдең интригаға һәләтең булмаһа, быны атҡарып сығыу бик ауыр. Мәңге уйламағайным прозаға әүрәрмен, тип. Үҙенән-үҙе һөйрәп алып инеп китте шул донъяға. Пьеса яҙыу ҙа башыма ла инеп сыҡмай ине. Хәҙер ҡул ҡысып ҡына тора. Ҡайһы жанрҙа эшләһәң дә, шул тиклем ләззәт алаһың! Төрлө холоҡло, төрлө яҙмышлы кешеләр һымаҡ ул был жанрҙар. Үҙҙәре бер донъя. Маҡсаттарым шул ҡәҙәре күп, башта әҙер сюжеттар өйөрөлөп йөрөй. Раббым ғүмер генә, яҙырға ваҡыт ҡына, һаулыҡ ҡына бирһен инде, тип теләп кенә йөрөйөм.

– Иң яратҡан шиғырығыҙҙың яҙылыу тарихы?
– Иң яратҡан шиғырым – «Салауат рухы». Эстонияның Палдиски ҡалаһына беҙ, Ғәлимә Мәмбәтҡолова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рөстәм Исҡужин һәм мин, 1996 йылдың октябрендә, Республика көнөнә ҡарай барҙыҡ. Ул мәлдә Салауатыбыҙҙың бюсын кемдер урлағайны. Һәйкәлде тергеҙеү тураһында ҡала мэрияһы менән һөйләшеп, бик уңышлы йөрөнөк. «Таллинфильм»дан үтескә камера менән оператор алып, телетапшырыу ҙа төшөрөп алдым. Батырҙың йәшәү серен, үлем серен һаҡлаған изге төйәкте күреү мине ныҡ тетрәндерҙе:
Ҡәһәрләнгән мәғрур Рогервиктың
Ел кимергән бөйөк ҡәлғәһен.
Ел сәйнәгән ваҡ-ваҡ ташҡа
ҡарап,
Әйткем килә: «Һин ни хәлдәһең?!»
Пакри ярҙарының һәр ташына
Айырым-айырым атап өндәшәм.
(Салауаттың ғазап сиккән
йөҙөн
Көн дә күргән ерҙән көнләшмәм…).
Өндәшмәй ҙә, көнләшмәй ҙә
торған
Төйәк бит ул Балтиҡ буйҙары.
Күҙ иңләмәҫ даръя аръяғына
Талғын оса ауыр уйҙарым.

Салауаттың йәшәү сере бында!
Салауаттың үлем сере бында!
Сер уртлаған диңгеҙ йөҙҙәренә
Ҡарайым мин, алалмайса тын да…

Салауаттың рухын иҫкә алып,
Хәйер итеп һыуға аҡса һалам.
Мин килмәһәм,
батыр рухын һағынып,
Ҡан, йән тартып, бәлки, килер
балам.

Сер уртлаған диңгеҙ ярҙарынан
Уйҙарымдан йәнем ҡурылып
китәм.
Хәҙер инде был ил – күрше баҡса,
Арабыҙҙа бейек, бөйөк ситән…


(«Салауат рухы»)
– Бик матур шиғыр! Инде тәжрибәле әҙибә булараҡ, ижад юлына яңы аяҡ баҫҡан йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Интернетта күп лайктар йыйған рифмаһыҙ, ритмһыҙ, мәғәнәһе һай шиғырҙарға бик иғтибар итмәй, ысын шиғриәтте сағылдырған китаптар уҡыуҙарын теләйем. Башҡорт шиғриәте көслө. Өлгө алырлыҡ шәп шағирҙарыбыҙ ҙа күп. Әҙәбиәт асманы киң, һәр кемгә урын етерлек. Сағыу йондоҙ булып балҡырға мөмкинлектәр күп. Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан йәш ижадсылар араһында төрлө конкурстар ҙа үткәрелеп тора. Йыбанмай, шиғриәткә хобби, йөрәк ялы, тип түгел, күңел талабы, яуаплы эш тип ҡарарға кәрәк. Үҙ тауышың, үҙ юлың булыу мөһим.

– Мауыҡтырғыс, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Тәнзилә Сәлих ҡыҙы! Һеҙҙе тағы бер тапҡыр күркәм юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Дәрт-дарманығыҙ һис кенә лә кәмемәһен, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр насип булһын!
– Амин. Шулай булһын!

«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
«Бер ҡасан да һуң түгел!..»
Автор:Зөлфиә ХАННАНОВА, «Ватандаш»
Читайте нас: