Өләсәһенән көмөш тәңкәләр ҡалмаһа ла, Гөлнараға мираҫ булып ғәйәт олораҡ әйбер – имләү һәләте күсә. Үҙе тегеп кейгән әберкәле күлдәктәрен елберҙәтеп, бөтә эште лә яратып, еңел генә итеп башҡарған Хәкимә өләсәһе эргәһенән кеше өҙөлмәй. Ул кемделер өшкөрә, кемдеңдер мейеһен ултырта, ҡот ҡоя. Һынған урын дөрөҫ уңалмаған осраҡта ла табиптар Хәкимә өләсәһенә ебәрә, ул иһә, имгәнгән ерҙе мунсала ниндәйҙер май менән оҙаҡ ҡына ыуып йомшартҡандан һуң, кире урынына ултыртып бәйләй. Ҙур оҫталыҡ талап икән был шөғөлөн ҡәҙимге эш, көндәлек мәшәҡәт кеүек кенә ҡабул итә үҙе. Өләсәһенең шундай һөнәрле булыуы Гөлнараға ла бик оҡшай, һеңлеләре менән өй алдындағы эскәмйәгә теҙелешеп кенә ултырып, килгән-киткән кешеләрҙе көтәүелләй улар. Кескәй ҡыҙҙарҙың итәгенә йыш ҡына тәмлекәс кәнфиттәр ҡунаҡлай, унан да бигерәк, сырхауынан ҡотолған кешеләрҙең матур теләк-доғаларын ишетеүе күңелле. Өләсәйҙәре ундай саҡта: «Амин!» – тип әйтергә ҡуша, шулай иткәндә теләк ҡабул була, ти. Әллә рәхмәтле мосафирҙар ҡыҙҙарға: «Хәкимә өләсәйегеҙҙең эшен дауам итерҙәй балалар булығыҙ», – тип доға ҡылдымы икән? Һәр хәлдә биш баланың бишеһенә лә ниндәйҙер өлөш йоға.
Өләсәйе эргәһендә тағы ла хикмәтлерәк олатаһы ла бар бит әле Гөлнараның. Бөйөк Ватан һуғышында элемтәсе булараҡ яу ҡырын үткән Әхмәҙулла Хәлфетдинов бер нисә тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ осраша. Ярҙамға мохтаждарға ваҡытында шына һалып, күп кешене имгәнеүҙән һаҡлаған. «Һуғышта гел аң булырға кәрәк. Аң булмаһаң, теләһә ҡайһы ваҡытта һәләк булыуың бар, хатта ки ял ваҡытындағы сағыштырмаса тыныс шарттарҙа ла, – тип иҫтәлектәргә бирелә торған булған. – Бер мәл ҡаты яуҙан һуң фашистар яралылар өҫтөнән эттәр менән үтә башланы. Ыңғырашып, тора алмай ятҡан һалдаттарҙы шунда уҡ атып китәләр. Улар үтеп киткәнсе, бер килке тын да алмай яттым. Үлгән тип уйланылар, күрәһең, тибеп ҡаранылар ҙа, пуля әрәм итеп торманылар». Икенсе бер юлы пуля тубығын аҡтарып сығара, бер сарпыһы ботона ла инеп урынлаша. Шул пуляларын алдырмай, 100 йәште уҙғансы йәшәй Әхмәҙулла олатай. Яраларын киптерелгән үлән онтағы менән дауалай. Бик түҙә алмай киткән саҡтары булһа, ҡырмыҫҡа иләүенә ултыра. Ни тиклем генә һыҙланмаһын, ғүмер буйы туҡтауһыҙ хәрәкәтләнергә тырыша.
«Олатайым фәрештә кеүек кеше ине, – тип хәтерләй Гөлнара. – Үҙе йәшәгән урам халҡын хәстәрләп, таң менән мәке уя торғайны. Йөрөгән ерендә гел юлдарҙы йүнәтеп йөрөр булды. Биргән һайын арта, тиеп, кешегә һуңғы әйберен дә йәлләмәй биреп ебәрер ине. Һуғыштан ҡайтып килгәнендә, Амангилде ауылына еткәс, аталарының яуҙан ҡайтырын өмөт итеп теҙелешеп торған етем малайҙарҙы йәлләп, ҡулдарына орден-миҙалдарын тоттороп китә. Шуға күрә үҙенә тейешле льготаларын файҙалана алмай ул. Оло йәшкә еткәс кенә, балалары наградаларын архив аша юллап, тейешле түләүҙәрҙе ала башлай».
Әбйәлил районы Хәмит ауылы халҡы Хәкимә өләсәйҙе лә ҙур ихтирам менән иҫкә ала. 1990 йылдарҙа ауыл муллаһы Аҡбулат хәҙрәт баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, башҡа уҡый белгән кеше ҡалмағас, имсе инәй сараһыҙҙан исем ҡушыуҙан йыназаға тиклем бөтә дини йолаларҙы атҡарыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
«Урманда бәләкәй генә аттарҙа һыбай йөрөгән кәрлә кешеләр йәшәй, тип һөйләй торғайны өләсәйем. Параллель донъяны ла күреп йөрөгәндер, күрәһең», – тип хәтерләй шағирә.
Бына шундай мөғжизәле-хикмәтле була бала сағы Гөлнараның. Олатаһы менән өләсәһенең һәр һүҙен, йәшәү рәүешен, шөғөлөн күңеленә һеңдереп үҫә. Шуныһы ғәжәп, йылдар үтеү менән хатта онотолған, белмәгән әйберҙәре лә ниндәйҙер көс менән аңына һалына.
Әле һөйләп үткән мөхәббәтле парҙың Әхмәҙулла менән Хәкимәнең аҫыл балаһы ул Нәжип уҙаман. Гөлнараның ғәзиз атаһы.
Элек ауылдар буйлап алам-һолам кейемле, ҙур биштәр аҫҡан дәрүиштәр йөрөр булған. Биштәр эсендәге дини китаптарын кешегә таратыр булғандар. «Уларҙы күберәк диуана, тип нарыҡланылар. Балалар шул дәрүиштәргә көн күрһәтмәй интектерә ине. Ә атайым ул мосафирҙарҙы мотлаҡ сәйгә алып ҡайтыр булды! Бер тапҡыр шулай әсәйем шыпырт ҡына миңә өндәшә: «Бынау диуана 18 сынаяҡ сәй эсте», – ти. Табын артында шундай йәнле әңгәмә бара, тыңлаһаң – ғәжәп! «Нәжип ҡустым, ниңә һаман намаҙға баҫмайһың, һин бит шәйех улы», – ти. Беҙ, балалар, шаршау артында пырх-пырх көләбеҙ. Атайыбыҙ ниндәй шәйех улы булһын, беҙ Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәмәйбеҙ ҙә инде, тигән булабыҙ. «Шәйех» һүҙенең башҡа мәғәнәлә лә ҡулланғанын беҙ ҡайҙан ғына беләйек?»
Гөлнараның һөйләгәндәре мине лә уйға һала. Башҡортостаныбыҙҙа шәйех кимәленә күтәрелгән диндарҙарыбыҙ байтаҡ булған бит. Нәжип Хәлфетдиновтың да ишандар тоҡомонан булыуы бик мөмкин дә баһа.
Ғүмер буйы «Баштрансгаз» системаһында элемтәсе булып эшләгән Нәжип ағайҙың бала тәрбиәләүгә бүлгән иғтибары айырыуса һоҡландыра. Күҙ алдына килтерегеҙ, башланғыс класта ғына уҡып йөрөгән Гөлнараһына «Урал батыр» эпосын алып ҡайта. «Уҡы, ҡыҙым! Был китап эсендә күп аҡыл бар», – ти. Эпосты уҡып, тәрән тетрәнеү кисергән ҡыҙыҡай ҡулына ҡәләм ала. «Ошо эпостың йоғонтоһо әле булһа ижадымда сағылыш таба», – ти шағирә.
Тәбиғәтте яратҡан Нәжип уҙаман ҡыҙына ла ошо һөйөүҙең күсеүен бик теләй.
– Нисек? Һауа нисек бөгөн? – тип сабырһыҙланып һорай ул өләсәһенең йортонда ҡунып, иртән ҡайтып килгән Гөлнараһынан.
– Нормально!
– Нисек инде нормально?! Тимәк, башыңды өҫкә күтәреп тә ҡарамағанһың! Их һин!
Атаһының ниңә ҡапыл асыуланып китеүен аңламаған Гөлнара йүгереп сығып күккә ҡарай. Ә ундааааа! Күктә эркелешкән болоттар ғәжәйеп бер композиция хасил иткән!..
«Гел аяҡ аҫтына текләп йөрөмәгеҙ. Тирә-яҡтағы матурлыҡты ла күреп, күңелегеҙгә һеңдереп йөрөгөҙ», – тип тиккә генә өйрәтмәгән икән шул атаһы. Хәйер, шундай күҙәтеүсән, матурлыҡты күрә белеүсән булғанға күрә лә Гөлнара Хәлфетдинованың шиғриәтен береһенән-береһе күркәм образдар тулыландырып торалыр:
Гөлдәргә күмелгән бар донъя,
Йәй быйыл – сигелгән ашъяулыҡ.
Бирнәгә һалыныр һандыҡҡа,
Етһен тик һаҡ ҡараш, аяулыҡ...
Гөлдәргә күмелгән бар донъя,
Таждарҙан әлегә бал тама.
Гел генә торор тип был йәмдәр
Үҙеңде алдама, алдама...
«Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», – ти бит халҡыбыҙ. Нәжип Әхмәҙулла улының йәшәү рәүеше лә айырым бер системаға ҡоролған. Мәҫәлән, ул яҙғыһын бер ай буйы тик оҫҡон, ҡымыҙлыҡ менән генә ризыҡлана, бер ай ҡыҙыл һуған ғына ашап йөрөй. Киске алтынан һуң ризыҡ ҡабул итмәй. Күп итеп һыу эсә. Ашағанда иһә сама менән генә туҡлана. Ҡамыр аштарын бик өнәп етмәй. Тик ултырырға бөтөнләй яратмай, һәр саҡ ниндәйҙер эш менән була. «Хәрәкәттә – бәрәкәт», – ти.
Йәше етмеште уҙһа ла төҫ ташламауы, егеттәрсә еңел кәүҙәле булыуы ла ошо йәшәү рәүешенең һөҙөмтәһелер.
Гөлнараның әсәһе Гөлсәсәк Фәйзрахман ҡыҙы ла – халыҡ табибы. Сығышы менән шул уҡ Хәмит ауылынан булһа ла, өс йәшенән етем ҡалып, туғандарында тәрбиәләнеп, Буранғол ауылынан килен булып төшкән ул. Бәләкәйҙән тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, ауыр эш эшләп үҫкән. Өфөләге 1-се һанлы интернат мәктәпте тамамлағас, тырыш ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Ярҙам көтөр урын булмағас, ҡан биреп, аҙ булһа ла аҡса эшләгән, һәр саҡ аслы-туҡлы йөрөгән студентканың ангина менән интеккән саҡтарында һуштан яҙып ҡолаған саҡтары ла була. Өсөнсө курсты тамамлауға сиргә һабышҡан йәш ҡыҙ сираттағы сессиянан һуң, стипендияһыҙ ҡалғанын да белгәс, ауылға ҡайтырға ҡарар итә.
Байтаҡ йылдар Хәмит мәктәбендә биология, химия, алгебра, геометрия фәндәрен уҡыта, интернатта мөдир, тәрбиәсе булып эшләй ул. Нәжип ағай менән береһенән-береһе гүзәл биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Гөлнара – араларында иң өлкәне.
Иманлы ағинәй кешеләрҙе өшкөрөп дауалай, быуын, мейе ултырта, ҡот ҡоя, һөлөк һала. Яңынан-яңы дауалау ысулдарын үҙләштереп, камиллашыуҙан туҡтамай. Өфөгә ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа килгән арала хиджама, тета-хилинг һәм башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә өйрәткән курстарҙа уҡып, сертификаттар алырға ла өлгөрә. Инде ҡырҡ йылға яҡын ураҙаһын тотоп ҡына ҡалмай, ваҡыты-ваҡыты менән оҙайлы асығыуҙы ла практикалай икән. Ауылдаштары, элекке уҡыусылары менән һәр саҡ бәйләнештә, кемдер донъяуи мәсьәләләрҙә кәңәш һораһа, бәғзеләре дауаланыу буйынса мөрәжәғәт итә.
Тормош иптәше менән ҡара яҙҙан күп итеп шифалы үлән-тамыр, ағас ҡайырыһы, бәшмәк йыйып киптерәләр. Уларҙы мискә эсендә төнәтеп, йылына бер тапҡыр булһа ла, әбйәлилдәр әйтмешләй, мискәгә ултырып алалар. Әйткәндәй, мискә эшләп һатыу заманында ҡайныһы Әхмәҙулла ҡарттың яратҡан кәсебе булған.
Гөлсәсәк апайҙың холҡондағы иң сағыу һыҙат моғайын да тәүәккәллектер. Белмәйем, ҡулымдан килмәй тип уйламаған ул, күңеленә килгән эште тотҡан да эшләгән. Ҡасандыр ауылда беренсе булып торт бешергән кеше лә ул, иләнгән йөндән балаҫ һуғыу, кейеҙҙән балаҫ баҫыу, ҡорама ҡорау, тире эшкәртеп, тун тегеү, сигеү-тегеү, мейес сығарыу йә башҡа һөнәр булһынмы, һәммәһен дә үҙаллы өйрәнгән. Шул уҡ быуын ултыртыу, өшкөрөү кеүек кәсептәргә лә Хәкимә өләсәй вафатынан һуң тәүәккәлләп үҙе тотонған ул. «Әсәйем дә, атайым да бер ҡасан да күңелде китерлек һүҙ әйтмәне, ҡыҙым шәп, булдыра бит ул тип кенә торҙолар, тауыш күтәреүҙең ни икәнен дә белмәй иркә үҫтек, эш ҡушһалар ҙа эшләмәгән өсөн әрләмәнеләр, күрмәмеш-белмәмешкә һалыштылар. Һәр балаға шәхес итеп, хөрмәт менән ҡарау ныҡ ине беҙҙең ғаиләлә. Шуға ла эске ныҡлыҡ, нимәгә тотонһам да ҡулдан килерлек тигән инаныс менән бергә үҙеңде ҡәҙерле итеп тойоу, тормош ниндәй хәлгә ҡуйғанда ла, нисек кенә туҡмағанда ла үҙбаһаңдың төшмәүен аңлау тойғоһо һалынғандыр. Был тойғоноң бер аҙ ҡыйыңҡы яғы ла бар ахырыһы, тап шуның арҡаһында кешенән кәм булмайым тип ниндәйҙер дан йә дәрәжәгә ынтылыу, дөрөҫөрәге сәмләнеү хас түгел беребеҙгә лә. Әсәй беҙгә һәр ваҡыт, һәр яҡтан да өлгө булды, таң һарыһынан тороп, беҙ йоҡлап киткәс кенә ятҡас, уның ял итеп ултырып торғанын да күрмәй үҫтек», – ти әсәһе хаҡында Гөлнара үҙе.
Гөлнара Хәлфетдинованың имселек һәләте ҡасан асыла һуң? Үрҙә әйткәнемсә, ғаиләлә баш бала булғас, кескәй һеңлеләренә ҡарата иғтибарлы була ул. Саҡ ҡына сирләй башлаһалар, шунда уҡ дарыу үләндәренән төнәтмә яһап эсереп, дебет шәлгә урап, юрған ябып, бөркәндереп һалып ҡуя. Тороп йөрөргә һис кенә лә рөхсәт итмәй.
Бәләкәй генә булһа ла, төрлө рецепттар йыя. Хатта «Крестьянка», «Работница» журналында баҫылғандарын да күсереп яҙа. Рус телендә яҙылған дарыу үләндәренең исемен бутамаҫ өсөн башҡортса-русса һүҙлек тә төҙөп ала. Бесәнлектә инде рәхәтләнеп үлән йыя.
Әсәһе кеүек Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә ниәтләй. Әммә уҡытыусыһы, билдәле шағирә Рәсимә Ураҡсина ҡыҙҙың ижади яҡтан үҫеүен күҙаллап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә тәҡдим итә. Шулай итеп, Гөлнара филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ғәрәп теле йүнәлешендә белем ала.
Уҡытыусыһы хаталанмай. Яҙмышын журналистика менән бәйләгән Гөлнара Нәжип ҡыҙы Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһында «Сәңгелдәк» тапшырыуҙарын әҙерләй, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» кеүек абруйлы журналдарҙа бүлек мөхәррире булып эшләй. Ике китап, балалар өсөн тиҫтәләгән йыр текстары авторы, танылған шағирә Гөлнара Хәлфетдинова тәржемә өлкәһен дә үҙ итә, ғағауыз, үзбәк, яҡут (саха), ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән байтаҡ ҡәләмдәштәренең шиғырҙарын башҡорт теленә ауҙара. Төрлө халыҡ-ара конференцияларҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, башҡорт халҡының рухи һәм ижади донъяһы хаҡындағы докладтар менән сығыш яһай. Бер арауыҡ Үзбәкстандағы «Китап донъяһы» халыҡ-ара әҙәби платформаһында үҙ хәбәрсе лә булып эшләп ала. Инде 8 йыл дауамында «Уфа» журналында «Я учу башкирский» тип аталған рубриканы алып бара, башҡорттарҙың онотолоп барған йолалары менән таныштыра. Йәнә лә Гөлнара Рәсәй әҙәбиәтселәр союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе булараҡ та байтаҡ эштәр башҡарған, бигерәк тә Мәскәүҙәге «Сесен» ижади берекмәһенең альманахын мөхәррирләп әҙерләп сығарыу, уның өсөн финанс табыу кеүек эштәре лә иғтибарға лайыҡ. Былтыр республиканы шаулатҡан, Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған «Аҡмулла арбаһы» хәрәкәтенең дә проект авторы ул, шулай уҡ интернетта башҡорт телендәге тәүге «Журналистар марафоны», «Ағиҙелдең айлы кистәре» тура эфирҙар серияһы ла – уның проекттары.
Инде ғаиләле булып, Гөлнәзирә исемле ҡыҙ, Сөләймән исемле ул үҫтереп, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда баш ҡалаға сираттағы дауалау ысулдарын үҙләштерергә килгән әсәһе: «Әйҙә, курстарға бергә йөрөйөк. Яңғыҙ йөрөгәнсе, күңеллерәк тә булыр, аҡсаһын икебеҙ өсөн дә түләнем дә ҡуйҙым», – тип Гөлнараны хиджама буйынса уҡырға йәлеп итә. Хәйер, халыҡ медицинаһының был дауалау төрө бөтөнләй үк ят та түгел уға. «Хиджама – кеше тәнендәге ваҡ ҡына капиллярҙарҙан торғонлоҡта торған ҡанды сығарыу. Әхмәҙулла олатайым етмешенсе йылдарҙа йыл да күрше Ҡағы ауылынан таныш староверҙарын саҡырып алыр булған. Знакумдары бер нисә көн дауамында мунса эсендә сирлеләрҙе яман ҡандан арындырып, дауалап бөткәс, бүләккә олатайым яһаған мискәләрҙе, көйәнтә-маҙарҙы тейәп, кире ауылына ҡайтып киткән. Йөҙгә еткән олатайым ҡан баҫымы күтәрелеп, баш ауырыуына сыҙай алмай башлаһа, инде дарыуҙар ҙа ярҙам итмәгән саҡтарҙа, их, ҡайҙа ғына минең урыҫтарым, тип көйөнөп ала торғайны», – тип хәтерләй Гөлнара.
Хиджама мәктәбен ойоштороусы белгес Динислам Шәйхетдинов үткәргән дәрестәрҙә йәш имсенең яңы шөғөлөнә бар күңелен һалып эшләүенә иғтибар итеп, сертификат алыу менән «Наза» матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәгендә эш тәҡдим итәләр. Бер нисә йыл дауамында остазы эргәһендә оҫталығын камиллаштырған халыҡ табибының бөгөн үҙ клиенттары бар. Хиджама эшләү менән бергә, ул һөлөк тә ҡуя, консультациялар ҙа үткәрә. Ҙур хаҡ ҡуймаһа ла, яратҡан шөғөлөнөң килем килтереүе ҡыуаныс өҫтәй. Күңелдәре бөтөн Гөлнараның, үҙ асылына тоғро ҡалды бит ул! Ҡулы менән физик ауырыуҙарҙы дауалаһа, шиғриәте менән йәндәрҙе имләй.
Үрҙә әйтеүемсә, бер туған һеңлеләрен дә, ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһындар, Аллаһу Тәғәлә имселек сифаттары менән бүләкләгән. Иҡтисадсы һөнәрен алған, юл фажиғәһенән һуң эсктрасенсорик һәләттәре асылған Луизаның бөгөн «Тоҙ шахтаһы» бар, ул сертификатлы нейрокоуч, тета-хилинг буйынса тәжрибәле белгес тә, адвокат Клара һеңлеһе массаж менән дә шөғөлләнә, Зиниә – уҡытыусы-психолог, тиҙ уҡыу буйынса тренер, эшҡыуарлыҡ юлын һайлаған Ғәлиәнең иһә интуиция ярҙамында төрлө бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыуы хаҡында тарихтарҙы тыңлауы үҙе бер ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, йәй башында «Вайлдберрис» сайтында бер ташландыҡ кабинеттың мутлашыусылар ҡулына эләккәнен аңғарып ҡалған ул. Интернет аша уның хужаһын эҙләп таба, баҡтиһәң, Рәсүл исемле башҡорт егете ҡасандыр был сайт аша һатыу менән булышып ҡараған да эшен ташлаған, ә кабинетын юйҙырмаған. Мошенниктар әйбер алыр өсөн шул кабинетты файҙаланған һәм егетте миллион һумға яҡын бурысҡа төшөргән. Ғәлиә был хаҡта хәбәр иткәс, егет шаҡ ҡатҡан, юристарға мөрәғәжәт итеп ҡараған, әммә улар хеҙмәттәре өсөн ете йөҙ меңдән ашыу аҡса һораған. Милләттәшемде ауыр хәлдә ҡалдырмайым тип, Ғәлиә төндәр йоҡламай төрлө юлдарын уйлап табып, ике ай эсендә егеттең кабинетын мутлашыусылар ҡулынан тартып алып биргән. Был бер генә осраҡ, ундай тарихтар байтаҡ булған.
Әлхәмдүлилләһ, был һиҙгерлек Гөлнараның ғәзиз балалары Гөлнәзирә менән Сөләймәнгә лә күскән. Ысын мәғәнәһендә затлы тоҡом икән шул Хәлфетдиновтар. Сирҙән арынған, ауыр хәлдәрҙә ҡалғанда уларҙан ярҙам күргән кешеләрҙең мең рәхмәте яуған нәҫелдән бит улар!