Все новости

«ЙӘШӘЙЕШТЕҢ ЙОМҒАҒЫ – РУХИ ҠӘНӘҒӘТЛЕК»

Беҙ яҙыусы һәм журналист булараҡ белгән Миләүшә Ҡаһарманованың боронғо ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың кәсе­бе – буҙа етештереү, етеш­тереү генә түгел, һатыу ме­нән дә шөғөлләнеүен ишетеп, мәғлүмәттәрҙе үҙенән алыр­ға булдыҡ. Ижадҡа бәйле һо­рауҙарҙы ла урап үтмәнек.

«ЙӘШӘЙЕШТЕҢ ЙОМҒАҒЫ – РУХИ ҠӘНӘҒӘТЛЕК»
«ЙӘШӘЙЕШТЕҢ ЙОМҒАҒЫ – РУХИ ҠӘНӘҒӘТЛЕК»

– Миләүшә, әҙибә булғанға тиклем үткән юлың оло ижадҡа әҙерлек булдымы, әллә ябай ҡатын яҙмышымы?

– Ғәҙәти йәшәйеш ине. Һәм тап шул ғәҙәти йәшәйеш миңә бөгөн ижад итерлек рухи байлыҡ һәм илһам бирҙе лә инде. Әгәр шул юлды үтмәһәм, уҡыусыларыма ҡыҙыҡ булырлыҡ, уларҙы ышандырырлыҡ итеп ябай кешеләр тормошон яҙа алмаҫ инем.

– Ҡатын-ҡыҙ яҙыусы менән ир-егет яҙыусы араһында айырма юҡ тип тә, бар тип тә иҫбатлайҙар. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Шунан башлайыҡ: ир һәм ҡатын – икеһе ике енес ағзаһы, уларҙың тышҡы ҡиәфәтенән башлап, тәбиғәтенә, эске донъяһына, уйлау-фекерләү ҡеүәһенә тиклем төрлө. Кемеһелер кәм йә юғары түгел, бары – башҡа. Улар икеһе ике төрлө функция үтәү өсөн яратылған. Ир менән ҡатынды сағыштырыу, бигерәк тә уларҙы бер ыҙанға баҫтырыу һәм бер төрлө талаптар ҡуйыу – төптө хата. Сөнки уларҙың ижады ла, башҡаһы ла бер кимәлдә булмаясаҡ. Улар икеһе лә, бәлки, бик һәләтле, төплө яҙалыр, әммә һәр береһе быны үҙ булмышы аша үткәреп эшләй. Ир – ирҙәрсә, ҡатын – ҡатындарса. Бөтә ошо әйткәндәремдән сығып, һеҙҙең һорауға яуап бирәм: ҡатын-ҡыҙ яҙыусы менән ир-егет яҙыусы араһында айырма бар. Улар бит ижад иткәндән генә булмыштарынан ситләшмәй. Ошо тәңгәлдә тағы бер фекеремде лә өҫтәп китәйем әле. Мин, мәҫәлән, китап йә әҫәрҙең авторы ир кеше булып та, ул үҙәккә ҡатын-ҡыҙ геройҙы ҡуйып һүрәтләй икән – етди ҡабул итмәйем. Сөнки ҡатын-ҡыҙ образын, психологияһын, характерын ҡатын-ҡыҙҙың үҙенән башҡа бер кем дә бирә алмай, тип иҫәпләйем. Әле бындай оҫталыҡҡа еткән ир-егет авторҙы уҡығаным юҡ.

– Күп кенә яҙыусылар журналист булып хеҙмәт итә. Нисек уйлайһығыҙ, һәр журналист яҙыусы булып китә аламы?

– Үкенескә ҡаршы, мин егерме йыл гәзит йә журналда эшләгәнмен, һыу эскән кеүек мәҡәләләр яҙам һәм ошо тәжрибәм менән яҙыусы була алам, тип уйлаусылар бар. Шунан тыуа уҡымһыҙ, публицистик стилдәге, мәғлүмәт биреүсе генә, ҡоро, психологик нескәлектәрһеҙ, лирик сигенеүҙәрһеҙ, биҙәлештәрһеҙ нәфис әҫәрҙәр. Художестволы әҫәрҙе яҙыусы уны тойомлап яҙа, уға ҡайһы урында хәл-ваҡиғаларҙы үҫтерергә, ҡайҙа кульминация, ҡайҙа сиселеш, ҡайҙа төйөнләүҙе ҡуйырға тип уйлап ултырыу кәрәкмәй. Уйҙарыңдың эсенә «инеп» ижад иткәндә әҙәбиәт теорияһы тәртиптәре булмай ул башта. Тимәк, баҫылып ултырып, онотолоп, арбалып әҫәр яҙа белеү һәр ҡәләм тотҡан кешегә лә бирелмәй. Хатта иң шәп журналисҡа ла бирелмәҫкә мөмкин.
Нәфис әҫәр менән публицистика араһындағы сик бик нескә. Нәфис әҫәр телен публицистикала ҡулланырға була, был уны байыта ғына, ә бына публицистика стиле, теле нәфис әҫәрҙе боҙа. Ысын яҙыусы был сикте тоя, ә яһалма яҙыусы күрмәйәсәк тә.

– Беҙҙең әңгәмәнең төп темаһы ижадсыларҙың төрлө шөғөлдәргә мөрәжәғәт итеүе тураһында ине. Һеҙ – буҙасы. Был шөғөлгә ҡайҙан өйрәндегеҙ? Ниндәй маҡсаттан тотондоғоҙ?

– Үҙемде буҙа эсергә һәм уны ҡойорға яратыусы ғына тип атар инем. Барыһы ла шунан башланды ла инде – мин буҙа яратам. Әйтергә кәрәк, бала саҡтан эсеп үҫмәнем уны. Беҙҙең ауылда буҙа ҡойғанды ишеткәнем дә, күргәнем дә булманы. Ә бына Өфөгә килеп эшләй башлағас, «Киске Өфө» гәзите коллективында тәмләп ҡараным һәм ҡойорға ла өйрәндем. Шул белгәндәремә үҙемдең тәм буйынса үҙгәрештәр индерҙем. Нимәнелер аҙыраҡ, нимәнелер күберәк һалдым, ойотҡоһон ҡайһы ваҡытта ҡойоу, әсетеү мәлен күпмерәк итеү, ҡайҙа тотоу һымаҡ үҙенсәлекле нескәлектәрен үҙемсә ойошторҙом. Һәм бөгөн һатыуҙа булған эсемлектән айырыла биргән буҙа килтереп сығарҙым. Әлбиттә, бер ниндәй ҙә яңылыҡ уйлап тапманым, әммә үҙемә оҡшағанса итеп сығарып алдым. Был рецепт күптәргә оҡшаны. Башта коллегаларымды һыйланым, унан интервьюға саҡырылған ҡунаҡтарға ултырттым. Уларҙың ҡайһы берҙәре һоҡланыуын әйтте, һатып алырға теләк белдерҙе. Шулай итеп, буҙаны һатыуға эшләй башланым.

– Был шөғөлгә етди ҡарайһығыҙмы? Буҙа ҡойоп һатыу килем килтерәме? Ә ижад?..

– Сарказм һымағыраҡ килеп сығыр ҙә, бәлки, әммә ижад итеү бөгөнгө яҙыусыға йәшәрлек мөмкинлектәр бирмәй. Һәр хәлдә, беҙҙең йәмғиәттә һәм беҙҙәге яҙыусы хеҙмәте ҡоролошонда. Яҙыусының ижадтан башҡа төп эше булырға тейеш, шунан ҡалған ваҡытында ғына яҙыша ала ул. Китап яҙыу өсөн уға бер ниндәй мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа, матди хәстәрлек биреү кеүегерәк төшөнсәләр ҙә ҡаралмаған. Ә бына минең буҙа мәсьәләһендә икенсе төрлөрәк. Беренсенән, буҙа ҡойғанда яҙышыу донъяһынан айырылып, икенсе үлсәмгә инәм. Китап яҙыуҙа һин эшеңдең емешен шунда уҡ күрмәйһең. Бында иһә бәйләнеш оҙаҡ көттөрмәй. Буҙаны әҙерләнең дә – һаттың, һатып алыусы һиңә уй-ниәтен йә теләген шунда уҡ әйтә ала, шунда уҡ ҡулыңа аҡса бирә. Бына ул эштең тамамланышын күреү һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү мәле. Яҙышыуҙа бына ошо триумф мәлен кисереүҙе бик оҙаҡ көтәһең. Ул булһа әле! Тап ошо мәлдең булмауы һәм ошо тойғоно кисерергә теләп тә кисерә алмай йәшәү һура ла инде ижадсының рухи көсөн.
Буҙа ҡойоуҙы һәм үҙ һатып алыусыларымды булдырыуҙы мин ижадтың бер төрө итеп алдым. Йәғни ижади булмышыма эшмәкәрлек утын, дәртен, эмоцияларын өҫтәп тороусы инеш итеп. Был шөғөлгә лә мин күңел йылыһын һалам, һатып алыусыларыма оҡшаһын, улар яратып эсһен өсөн тырышам. Шуның өсөн махсус һауыттар алам, ярашлы һауыт-һаба булдырҙым, ҡойоуға уңайлы көбөләрем бар. Санитар нормалар, биҙәлеш, тәҡдим итеү формаларын да күҙ уңында тотам. Был үҙенә күрә тотош бер мәҙәниәт бит ул. Алла бирһә, киләсәктә ошо шөғөлгә ныҡлап тотонорға, сертификат алып, тейешле тәртиптәрен үтәп, киңерәк сиктәрҙә эшләмәксемен.

– Үҙенә күрә бәләкәй генә бер бизнес буласаҡ бит инде был? Яҙыусылыҡ икенсе планға күсеп китмәҫме?

– Бәлки, йәшерәк булһам, буҙа ҡойоп һатыуҙы бизнес итеп тә әүрәр инем. Әммә мин ижад өсөн йәшәйештәге күп ҡиммәттәремде ҡорбан итеп өлгөргәнмен инде. Күп нәмәнән баш тартып, ижадты һайлағанмын. Шунлыҡтан ҡурҡынысын күрмәйем. Киреһенсә, был шөғөл миңә әүҙемлек һәм көрәш ҡомары бирә.

– Шөғөлөңдөң емешен ҡулға алғанға тиклемге сығымдар һәм килемдәр ниндәйерәк?

– Мәҫәлән, ҡымыҙ менән генә сағыштырып китәйек. Ҡымыҙ етештереү өсөн... тотош өйөр кәрәк. Ҡолон тыуһын өсөн – айғыр һәм һөт булһын өсөн – ҡолон. Һатыу өсөн кәмендә өс-биш бейә тотоу бурыс. Уларҙы ашатыу, көтөү, ҡышлатыу, һауыу һәм башҡалар. Буҙа етештереү өсөн мин һоло ярмаһы, май, шәкәр алам. Көнөнә ун биш-егерме литр буҙаны артыҡ көсөргәнешһеҙ генә бер үҙем дә етештерә алам. Әлбиттә, буҙа ҡымыҙ була алмай инде, әммә ул да үҙ урынында ҡиммәт.

– Буҙаны күбеһенсә кемдәр эсә?

– Буҙа ла, ҡымыҙ кеүек үк, функцияһын тиҙ үҙгәртә алыусы продукт. Мәҫәлән, буҙаны бөгөн иртәнсәк ойотҡоға ултырттың – ул кискә бызмырлай башлай. Бер тәүлектә буҙа «терелә», кислородлы коктейль хәленә инә. Ошо мәлендә уны һәр кем – баланан башлап олоға тиклем эсә ала. Минән, мәҫәлән, йәш буҙаны спортсылар ҙа, дини кешеләр ҙә, ашамаған балаларының ашҡаҙаны, һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләр ҙә ала. Һолоноң үҙендә генә лә күпме витамин бар! Был буҙа эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, тәнгә ит ултырта, туҡ тота. Икенсе-өсөнсө тәүлектә буҙала әскелт тәм барлыҡҡа килә, йәғни унда әсеү процесы тиҙәйә. Был буҙа ойота, уны йоҡлай алмағанда йәки кис арып ҡайтҡанда эсергә була. Дүртенсе-бишенсе көнгө буҙаны күңел күтәреү, дәрт өсөн ҡулланалар. Быныһы инде мәжлес буҙаһы. Борон ололар ошондай буҙа артында хисләнеп, йырлашып ултырған.

– Миләүшә, Һеҙ ниндәй тормош девизы менән йәшәйһегеҙ?

– Йәшәргә һәм өйрәнергә! Үткән көнгә, үткән ғүмергә һәм заманға йәбешеп ултырмаҫҡа. Һәр яңылыҡтан үҙеңә ярашлы, файҙалы, кәрәкле нәмәләрҙе табып алып ҡулланырға. Һәр ваҡыт процеста, үҫештә, хәрәкәттә булырға. Бер кемдән дә бер нәмә лә көтөп ултырмаҫҡа. Һинең тормошоң, булмышың, сәләмәтлегең, уңыштарың йәки уңышһыҙлыҡтарың, бәхетең йәки бәхетһеҙлегең өсөн бер кем дә яуаплы ла, бурыслы ла түгел. Бер нәмә лә һауанан төшмәй. Төшкән хәлдә лә ул рухи ҡәнәғәтлек бирмәй. Ә йәшәйештең бар нәмәһенә лә йомғаҡ ул – рухи ҡәнәғәтлек. Бына ошоға өлгәшеү өсөн яратҡан эшеңде башҡарырға, яратҡан шөғөлгә тотонорға, кемдәрҙелер ярата һәм ҡәҙерләй белергә һәм кемдәрҙеңдер ихлас һөйөүен ҡабул итеп өйрәнергә кәрәк. Күңелдә рухи ҡәнәғәтлек, бөтөнлөк булғанда тышҡы факторҙар әһәмиәтле түгел.

– Йәнле әңгәмә өсөн рәхмәт! Күңелегеҙгә ятҡан шөғөл артабан да уңыштар һәм ҡәнәғәтлек килтерһен!


Миләүшә МӨХӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: