– Мөҙәрис Басир улы, бал ҡорттары менән ҡасан ныҡлап шөғөлләнә башланығыҙ?
– Пенсияға сығыр алдынан тотондом мин был эшкә. Ни өсөн? Бер кемгә лә сер түгел, барыбыҙ ҙа күреп-белеп йөрөйбөҙ – хаҡлы ялға сыҡҡан, тимәк, эшһеҙ ҡалған ир-ат тиҙ бирешә. Яңы шарттарҙа үҙ урынын тапмай һәм был уны тиҙ ҡартайта. Мин һыр бирмәҫкә тырышам һәм пенсияға сығыр алдынан ғына үҙем йәшәгән Ишембай районында крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, 100 умарта менән эш башланым. Был 2010 йыл ине.
– Ни өсөн умартасылыҡ?
– Бал ҡорттарын мин бала саҡтан яратам. Уларҙың тырышлығына, ныҡышмаллығына һоҡланам. Нескә генә итеп безелдәп осоп йөрөүҙәре минең өсөн илаһи моң – симфония... Улар хас кеше һымаҡ – ҡайһы ваҡытта дәртле генә, ә инде икенсе юлы кәйефтәре булмай, асыулы йөрөйҙәр. Мин был ғәжәп манзараны сәғәттәр буйына ҡарай алам. Һәр күстең үҙенә күрә тәрбиәселәре, эшселәре, һаҡсылары була. Йәғни кешелек йәмғиәтенең структураһын һәм йәшәү фәлсәфәһен ҡабатлайҙар, тип әйтергә мөмкин. Бал ҡорто – бик аҡыллы бөжәк ул.
Бына миңә өс етди операция яһанылар. Өҫтәүенә, алты йыл элек яман шештән хәләл ефетем вафат булды. Ике тиҫтә йылдан ашыу көрәште ул ҡәһәрле сир менән. Тормошомдағы иң ауыр осорҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем... Шунда мине яратҡан шөғөлөм ҡотҡарҙы. Тамам өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән ҡурсаланы, йәшәү өсөн көс бирҙе. Фани донъяның бихисап мәсьәләләрен йырып сығырҙай ҡөҙрәт бирҙе. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен яҡшы беләбеҙ. Шуға ла яңғыҙлыҡ тойғоһонан арыныу өсөн ниндәй ҙә булһа яратҡан шөғөлөң булыуы шарт. Диванға ятып уйлана башлаһаң, бығаса ғүмерҙә ишетмәгән-күрмәгән сир-ауырыуҙарың пәйҙә була. Ә эш тулып ята! Бал ҡорттары даими иғтибар талап итмәһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән хәстәрләп тороу кәрәк. Улар менән булышыу үҙе үк эс бошоуҙан дауа. Шуға күрә мәрхәмәтле был бөжәктәрҙе ҡотҡарыусыларым тип иҫәпләйем.
– Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһынамы?
– Ике улым бар. Улар, Аллаға шөкөр, оло тормошта үҙ юлын тапты, яратҡан эштәре менән шөғөлләнә. Өс ейәнсәрем һәм бер ейәнем үҫә. Шуныһына ҡыуанып бөтә алмайым: барыһы ла минең шөғөлөм – умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһына. Кескәйҙәр, уйындарын да онотоп, бал ҡортоноң мөғжизәле донъяһын күҙәтеп торорға ярата. Кем белә, бәлки, беҙҙең Багаевтар затының – данлыҡлы бал ҡортсоларының – юлын нәҡ улар дауам итер? Хәйер, нисек кенә булмаһын, иң мөһиме – күңелеңә хуш килерҙәй һөнәрҙе үҙләштереү һәм уның менән шөғөлләнеү.
Бер йыл элек Өфө янындағы Нуғай ауылына күсеп килдем. Бөгөн бында 30 умартам бар. Татлы продукцияны өйөмдән генә һатам – даими һатып алыусыларым бар.
Мин – оптимист. Донъяны аҡ һәм ҡара төҫтәрҙә генә күрмәйем, ул, йәйғор кеүек, күп төҫтәрҙән тора. Йөрәгем нисек әрнемәһен, өмөтөмдө өҙмәйем, һәр хәлдә хәсрәт-бошоноуҙарымды йөҙөмә сығармаҫҡа тырышам. Шуға ла гәзит-журнал редакцияларына барып инеү менән һөнәрҙәштәр дәррәү йылмайып ебәрә, бик ихлас аралашабыҙ. Ысынлап та, оптимист кеше менән һөйләшеүе, ниндәй ҙә булһа эште бергәләп башҡарыуы еңелерәк. Мин ни тиклем ауыр хәлдә булғанда ла «Уф-ф!» – тип әйтмәйем. Хоҙай тәғәлә көн биргән икән, тимәк, йүнен дә бирә. Был донъяла йәшәп китергә насип иткән икән, тимәк, тормош юлын лайыҡлы үтергә кәрәк, тип уйлайым. Аллаға шөкөр, ижадым да һәүетемсә генә бара: ундан ашыу пьесам дәүләт театрҙарында ҡуйылды. Халыҡ театрҙары ла яратып сәхнәләштерҙе уларҙы. Киләсәктә лә жанрҙы дауам итергә ниәт бар.
Бал ҡорттарыма әйләнеп ҡайтҡанда, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең тоҡомдан килә. Шәйәхмәт олатайым, ауыл муллаһы булараҡ, бик абруйлы аҡһаҡал ине. Ул – сәйәси золом ҡорбаны. Уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында, булған мал-мөлкәтен тартып алып, үҙен һөргөнгә ебәргәндәр. Ҡайтҡас ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә теләгән, әммә рөхсәт бирмәгәндәр. Шунан олатайыбыҙ күрше ауылға барып эш башлаған. Тырыш булғас, тирә-йүндә иң күп ҡортто ул тотто. Ғөмүмән, әйтеп үттем инде, ауылдаштары уны бик ныҡ хөрмәт итте. Мин бала саҡта ауылда бер эскән кеше лә юҡ ине. Олатайҙың бер ҡарашы ғына ла янъял ҡуптарыуҙы, ҡырын эш ҡылыуҙы туҡтата ине. Бына шундай көслө шәхес булды. Яҡташтарын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй ине. Тормош юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, олатайыбыҙ уларҙы йырып сығырға көс-ғәйрәт тапҡан, киләсәккә өмөтөн юғалтмаған.
– Мөҙәрис ағай, олатайығыҙ Шәйәхмәт аҡһаҡалдың аҫыл сифаттарының Һеҙгә лә күсеүен төҫмөрләргә була. Мәҫәлән, үҙ көсөңә ышаныу, һөнәрмәнлек, уңғанлыҡ...
– Ысынлап та, беҙҙең зат-ырыуға аяуһыҙ тормош даръяһында юғалып ҡалмау, сикһеҙ эшһөйәрлек һәм ныҡышмаллыҡ хас. Шул уҡ эшҡыуарлыҡ сифаттарын алып ҡарағанда ла, улар быуындан-быуынға күсә килә. Умартасылыҡ – бөгөнгө ауыл хужалығында берҙән-бер тотороҡло табыш алыу һәм ғаиләне аҫрау сығанағы булып тора. Олатайҙан һуң ҡортсолоҡ менән – өләсәй, унан әсәйем шөғөлләнде. Һәм бына бөгөн бал ҡорто, уның яҙмышы һәм табышы (көлә) – минең ҡулда.
– Мөҙәрис Басир улы, бал ҡортоноң холоҡ-фиғеле тоҡомдан килә тиҙәр. Килешәһегеҙме?
– Был, ысынлап та, шулай. Бына Карпат ҡорттарын алайыҡ. Улар бик йыуаш. Ситтән килтереп районлаштырылған булғас, бындағы үҫемлектәрҙе, ағастарҙы белеп бөтмәйҙәр. Әйтәйек, йүкәне танып, нектар һура башлағансы ғына ла өс-дүрт көн әрәм була. Урыҫ тоҡомло бал ҡорттары ярайһы уҡ эшсән, тик баҫалҡы холоҡло, һөҙөмтәлә уларҙың балын башҡалар талап ала. Иң уҫал бал ҡорттары – башҡорт тоҡомлолар. Улар бүтәндәрҙән ике мәртәбә күберәк татлы аҙыҡ йыя. Шуныһы ҡыҙыҡ: бал ҡорто үҙе йәшәгән төбәк халҡының холҡон ҡабатлай килә. Минең күҙәтеүҙәр буйынса, үзбәк ҡорто, мәҫәлән, энәне (яралғыны) башҡа тоҡомдарға ҡарағанда күберәк һала. Шуға ла сабый ҡорттар уларҙа иң күбе. Умартаның эсе лә, тышы ла гөжләп тора. Әммә тапҡан бер балды ашап бөтөп торғас, был тоҡомдан файҙа аҙ. Ҡаф тауынан килтерелгән бал ҡорто иһә үтә лә әрһеҙ: ризыҡты кәрәҙҙән үк урлап алып китә. Уҫал тоҡомло ҡорттар ғәҙәттә эшләргә яратмай. Ҡабатлайым, был минең шәхси фекерем, йылдар дауамындағы күҙәтеү һөҙөмтәһе.
– Бал ҡорто йыш ауырыймы? Башҡорт тоҡомло бал ҡортон нисек һаҡлап алып ҡалырға? Башҡа ҡорттар – килмешәктәр менән буталыуҙан нисек ҡурсаларға?
– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бал ҡорто йыш сирләй. Сәбәбе – ана шул ситтән индерелгән бал ҡорттарының ауырыу йоҡтороуы. Сәскәгә көн дауамында бихисап бал ҡорто ҡуна, араларында киҙеү таратыусы сирлеләре лә була. Башҡа төбәктәрҙән ҡорт сығарыу тыйылған. Ләкин был өлкәлә хәлдәр шәптән түгел. Бер ниндәй ҡануниәткә һыймаған күренешкә ҡаршы көрәшеүсе дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары бар. Уларҙан үҙ бурыстарын тейешенсә, урын-еренә еткереп үтәү талап ителә. Тағы ла шуныһы – башҡорттоң бал ҡорто һәм аты республикабыҙҙың иң мөһим дәүләт символы булырға тейеш. Ни өсөн? Беренсенән, традицион башҡорт хужалығында улар ҙур өлөш алып тора. Икенсенән, бөгөн – ауыл хужалығы иҡтисади һәм социаль көрсөккә килеп терәлгән мәлдә, был тармаҡтар табышлы булып ҡала. Өсөнсөнән, бал ҡорто ла, башҡорт аты ла үҙ аллы аҙыҡ таба. Йәғни уларҙы аҫрау иҡтисади йәһәттән сағыштырмаса аҙыраҡ сығым талап итә. Был, ысынлап та, бойомға ашырырҙай проект, бары тик теләк кәрәк. Юғиһә ауылда эш юҡ, киләсәккә өмөт юҡ тип диванда ята башлаһаң, йыраҡ китә алмаҫһың. Йылҡы алып, тибенгә сығарып ебәрәһең дә, йәки бал ҡорто тотаһың да – табыш алаһың. Артыҡ сығымдар һорамай был. Бары тик тырышлыҡ кәрәк.
– Тормошоғоҙҙоң төп мәғәнәһен ниндәй һүҙҙәр менән билдәләр инегеҙ? Йәғни йәшәйеш шиғарығыҙ (девизығыҙ) ниндәй?
– Минең девиз: «Барыһы ла үтә – яҡшыһы ла, яманы ла! Киләсәккә өмөт-ышаныс менән йәшәргә!» Тағы ла шуны өҫтәр инем. Әлеге лә баяғы бал ҡорто үҙенән 50 (!) тапҡыр ауырыраҡ йөк күтәрә... Мин быға ышанам. Сөнки барлыҡ булмышын татлы ризыҡ йыйыуға бағышлаған бал ҡорто ла бит ҡыҫҡа ғына ғүмерен яратҡан шөғөлөнә бирә. Ә инде яратҡан эше менән шөғөлләнеүсе һәр зат – бөжәк булһынмы ул, ҡош-кейекме, әҙәм балаһымы – барыһы ла мөғжизә ҡылырға һәләтле. Мин шулай уйлайым.
– Мөҙәрис ағай, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да бары тик яратҡан һөнәрегеҙ менән шөғөлләнергә яҙһын!
– Һеҙгә лә шул уҡ теләктәрегеҙҙе ҡайтарып әйтәм – һаулыҡ, уңыштар, именлек насип булһын!
Нияз АЛСЫНБАЕВ әңгәмәләште.