– Ғаиләлә иң бәләкәйе булғас, миңә башлыса апайҙарымдан ҡалған кейемдәрҙе кейеп үҫергә тура килде. Ә улар, ҙур булыуҙан тыш, урыны менән тишелгән йәки һүтелгән була торғайны. Үҙемә йүнәтеп алырға теләгем барлығын белгәс, әсәйем миңә тегеү машинаһында эшләргә рөхсәт итте. Мин ул ваҡытта икенсе класта ғына уҡый инем. Үҙемә таман итеп күлдәктәр, кофталар, итәктәр тегеп кейә башланым. (Әйткәндәй, һуңынан ул тегеү машинаһын әсәйем үҙемә бирҙе, әле булһа ҡулланам.) Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый башлағас, «Домоводство» тигән предмет булыуы мине бигерәк тә шатландырҙы. Хеҙмәт дәрестәрендә беҙ, ҡыҙҙар, интернат өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары тегеүҙән башҡа, кейем моделдәре эшләргә лә өйрәндек. Теләгән кейемдең һыҙмаһын һыҙып, дәрестән тыш ваҡытта тегеп кейергә мөмкинселек булды. Уҡытыусыбыҙ Әлмира апайға рәхмәттәрем сикһеҙ: ҡатын-ҡыҙ өсөн кәрәкле һөнәргә өйрәтте. Мәктәпте тамамлағанда беҙгә хатта дөйөм тегеү оҫтаһы тигән һөнәр алыуыбыҙ тураһында таныҡлыҡ та тапшырҙылар. Әллә ниндәй оҫта тегеүсе булмаһам да, үҙемә кәрәк-яраҡты йүнәтеп алырлыҡ һөнәрем булыуына бик шатмын. Аҙаҡтан, Ейәнсура районы Юлдаш ауылында эшләгән саҡта, үҙебеҙҙең урам ҡыҙҙарына аллы-гөллө күлдәктәр тегеп кейҙерә инем дә, үҙем уларҙан да нығыраҡ шатлана инем.
Күршебеҙ әсәле-ҡыҙлы Алһыу апай менән Гөлбикә апайҙы һаман да рәхмәт менән иҫкә алам: улар мине кәзә дебетен эшкәртергә, иләргә, шәл бәйләргә өйрәтте. Кис ултырып шәлдәр бәйләй инек... Кризис осоронда, айҙар буйына эш хаҡы ала алмағанда, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ баҙарына шәл һатырға ла барғыланым.
Апайҙарымдан күреп, сигеү эше менән дә мауығып киттем бәләкәй саҡта. Сәлимә апайым шаршау, таҫтамал, тәҙрә ҡорғандары, мендәр тыштары сигә, селтәр энәһе менән дә оҫта итеп бәйләй торғайны. Урманда ағас йығыу эшендә йәки пилорамала эшләгән апайымдың ҡулдары көрәктәй, үҙе бик көслө ине. Нисек итеп шул тиклем нәфис эштәрҙе башҡара алды икән, әле булһа шуға иҫем китә. Мин дә таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар сигеүгә әүәҫләнеп киттем. Апайымдар кейәүгә сыҡҡанда кәрәгер тип эшләгәйнем, әсәйем уларҙы һаҡлап ҡуйған булып сыҡты. Кейәүгә сыҡҡанда үҙемә кәрәк булды. Ҡайнағаларыма сигелгән таҫтамалдар, ҡәйнеш-бикәстәремә ҡулъяулыҡтар тараттым.
Беҙҙең йәшлек юҡсыллыҡҡа тура килде. Ә бит йәш саҡта матур итеп, хатта модалы итеп кейенге килә. Студент йылдарында юҡты бар итеп, төрлө ептәр табып, кәпәстәр, кофта-свитерҙар бәйләп кейә инем. Кейәүгә сығып, балаларым тыуғас, комбинезон, пальто кеүек кейемдәрҙе лә тектем, бәйләнем. Баштан-аяҡ ҡурсаҡ кеүек кейенгән ҡыҙҙарыма ҡарап, үҙем ҡыуанған була инем. Заманаһы шундай ине. Хәҙер ейәндәремдең кейемдәренә ҡарайым да, берсә шатланам, берсә илайһым килә. Үҙебеҙҙең кейемһеҙ бала саҡты, йәшлегебеҙҙе йәлләйем. Юҡты бар итеп донъя көтә башлауыбыҙҙың касафаты һаман үҙен белдерә: иҫкергән, кәрәге бөткән әйберҙәрҙе ташлай алмай этләнәм. Үҙгәртермен, төҙәтермен, йүнәтермен, берәй нәмәгә эшкинер әле һымаҡ. Иҫке кейемдәрҙе таҫмалап ҡырҡып, аяҡ аҫтына түшәргә бәләкәй балаҫтар, түшәктәр бәйләп һалһам да әрәм булмай бит, йәнәһе.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә һәр ваҡыт яраттым. Бәйләп, сигеп ултырыу уйҙарҙы тәртипкә килтерә, нервыларҙы тынысландыра, кәйефте күтәрә. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер шатлыҡ. Тик хәҙер балалар ҡулдан бәйләнгән кейемде кеймәй: һатыуҙа йәнең теләгән нәмәне табырға мөмкин. Шуға күрә 5-6 йыл элек күптәнге хыялым булған башҡорт милли кейемен тегеп алырға булдым: күлдәк, камзул, елән тектем, ҡашмау менән түшелдерек эшләнем. Был эш миңә бик оҡшаны, яҡындарыма ла төрлө ҙурлыҡтағы түшелдеректәр эшләп бирергә булдым.
Йәштәр өсөн заманса итеп, стилләштерелгән, ыҡсым түшелдеректәр ҙә эшләп өйрәндем. Эштән киткәс, буш ваҡытым артты, мин уны ошо шөғөлгә бирә башланым. Мәрйендәр, тәңкәләр, ҡабырсаҡтарҙы теҙеп, матур, зауыҡлы биҙәнеү әйбере булдырыу – ҙур кинәнес. Һәр яңы түшелдерек – үҙе бер ижади эш, һәр береһенең үҙенә генә хас сифаттары бар. Һәр береһенә күңелеңдең бер өлөшөн һалаһың, балаң кеүек ҡәҙерле улар. Бүләк итеп бирергә яратам. Һатып та биргәнем бар, әлбиттә, ләкин бүләк итеүҙе нығыраҡ яратам. Һатһаң, күңелеңдең бер өлөшөн һатҡан кеүек...
Юҡлыҡ заманда, һуғыштан алда һәм һуңынан, ун ике бала табып, унауһын ир еткергән әсәйемә еңел булмағандыр. Ул белмәгән эш юҡ ине. Кейеҙ баҫты, балаҫ һуҡты, беҙгә фуфайкалар, салбарҙар, хатта мәктәп күлдәктәрен, алъяпҡыстарын да үҙе тегеп кейҙерә торғайны. Юрған-түшәк һырыны, яҫтыҡтар эшләне. Ҡул араһына инә барған һәр ҡыҙына ошо эштәрҙе өйрәтеп үҫтерҙе.
Көн дә ҙур мейесте тултырып икмәк бешерер, икенсе мейес төбөндә оло сөгөндә кәбеҫтә ашы бешер ине. Хатта бәлеште лә оло таба менән ултыртыр булды – ғаилә ҙур, һәр береһен туйҙырырға кәрәк бит. Икмәк бешергән һайын ҡамыр арттырып, мейес алдында табала пирожки бешерә торғайны. Ул пирожкиҙарҙың ҙурлығы! Бер табаға ике генә пирожки һыя. Пирожки бешә бара, әсәйем беҙгә берешәрләп таратып бирә бара. Ул бешереп бөтөүгә беҙҙең һәммәбеҙ ҙә туҡ, күңелдәр көр, кәйефтәр шәп! Әсәйемдең сикәләре алланған, маңлайында бөрсөк-бөрсөк тир, күҙҙәрендә йылы йылмайыу... Уның кеүек, бөтә апайҙарым да аш-һыуға оҫта, һәр береһенең әҙерләгән ризығы ашап туйғыһыҙ. Тик нишләптер ошо әсәйем бешергән аш-һыу йөрәкте һулҡылдатып иҫкә төшә, һағындыра, моңландыра.
«Әгәр ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның балалары ла, ата-әсәһе лә, ире лә, дуҫтары ла, хатта эте лә бәхетле була», – тигән кемдер. Мин был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Һәр ҡатын-ҡыҙ өйөндә үҙен бәхетле итеп тойорға тейеш. Бының өсөн ул йортонда үҙенә оҡшаған мөхит булдырырға хаҡлы. Сөнки был – уның батшалығы, бында ул ғаилә усағын тоҡандыра, ошо усаҡ янында уның яҡындарына яҡты ла, йылы ла, күңелле лә. Ә яратҡан эшең менән шөғөлләнеү шул бәхет, ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙыра.
Нияз АЛСЫНБАЕВ әҙерләне.