Марат Әминев, «Һәнәк» журналының яуаплы секретары, яҙыусы:
– Йәшең ыраған һайын үткән йылдарҙы, уҙған юлдарҙы йышыраҡ хәтергә төшөрәһең. Һәр кемде үҙен уратып алған мөхит формалаштыра. Ғаиләлә алған тәрбиә, мәктәптә алған белем үтә мөһим, шул уҡ ваҡытта тормошоңда тейешле йүнәлеш бирерҙәй аҡыллы остаздарың булыуы оло бәхет ул.
Әсәйемдең бер туған ағаһы, билдәле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр Вахитов беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн шундай остаз булғандыр ҙа. Тап ул атайым менән әсәйемә Әмир ағайыбыҙҙы Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) уҡырға бирергә кәңәш итә. Әмир ағай иһә, үҙе уҡып сыҡҡас, беҙҙе, кесе туғандарын да, ошо данлыҡлы уҡыу йортона етәкләп алып килде.
Мәктәп-интернатта уҡыу йылдарында Әнүр бабайымдарға йыш барып йөрөнөм. Ғаиләлә атай абруйы иҫ киткес ҙур ине. Авиация институтында физиканан уҡытҡан шул тиклем аҡыллы һәм мөләйем Ғәлиә еңгәбеҙ булдырған был мөхитте. Минән бәләкәйерәк балалары Салауат менән Шәүрә өсөн атайҙың хуплау һүҙе иң ҙур уңыш кеүек ҡабул ителә, иң һуңғы һүҙҙе һәр саҡ атай әйтә.
Әнүр бабай миңә балалары менән русса, ә уларға минең менән башҡортса һөйләшергә ҡуша. «Һиңә руссаңды нығытырға кәрәк, ә улар башҡортса белергә тейеш», – ти. Йәйге каникул алдынан миңә рус телендә китаптар уҡырға, ә икәүһен күсереп яҙып, сентябрҙә үҙенә күрһәтергә ҡушты. Әлбиттә, бындай эшкә күңел атлығып тормай, шуға күрә иң йоҡа китаптарҙы һайланым. Береһе Пушкиндың «Дубровский» повесы, икенсеһе – һүҙлек. Ямғыр яуған көндәрҙә ауылдағы төп эшем шуларҙы дәфтәргә күсереп ултырыу булды. Алғараҡ китеп шуны ла әйтәйем, хатаһыҙ яҙырға өйрәнеү, фекерләргә өйрәнеү өсөн китаптар уҡыу алыштырғыһыҙ мәктәп икән дә! Әгәр ошо мәктәп булмаһа, рус телендә сыҡҡан «Республика Башкортостан» һәм башҡа баҫмаларҙа эшләй алыр инемме икән – юҡтыр. Ә бына Салауат һәм Шәүрә, оло улы Азамат башҡортса әле лә таҙа һөйләшә – атай мәктәбе үҙ емештәрен бирә.
Туғыҙынсы синыфта уҡыған саҡта Әнүр бабай менән етди һөйләшеү булды.
– Уҡырға ҡайҙа бараһың? – тип һораны ул.
Мин яурынды ғына һикерттем. Дөрөҫөрәге, был хаҡта әлегә уйлағаным да юҡ.
– Әмир ағайың, Сәриә апайың кеүек филфакты уйлайһыңдыр, моғайын. Ә шиғыр йәки хикәйә яҙаһыңмы һуң?
– Юҡ.
Шулай булғас, һиңә йәһәтерәк икенсе һөнәргә эйә булыу тураһында уйларға кәрәк. Ваҡытың әҙ ҡалған, юлыңды һайла!
Уйлай торғас, тарих факультетына уҡырға инергә ҡарар иттем. Берҙән, был фән дә бик оҡшай, икенсенән, филфакка иң яҡыны булып тойолдо, һәр хәлдә химия йәки математика түгел.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыу яҙмыш бүләге булған икән. Беҙ бит уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡыған студенттар. Дәреслектәр коммунизм төҙөргә саҡыра, гәзиттәр һәм телевидение демократияны маҡтай, бер уҡытыусы Сталинды күккә сөйөп, Горбачевты тәнҡитләй, икенсеһе ҡапма-ҡаршы фекерҙә. Фекер азатлығы сәскә атҡан ҡыҫҡа, әммә ғәйәт ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле осор булды ул. Әнүәр Әсфәндиәров, Нияз Мәжитов, Ирек Аҡманов кеүек башҡорт тарихсыларының алтын быуыны уҡытты беҙҙе. Белем һәм тәрбиә бирҙеләр, фекерләргә, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәттеләр, фәнгә фанатиктарса бирелгәнлектәре менән рухландырҙылар.
Әнүр Вахитов ғәйәт тура һүҙле кеше ине. Заманында обком секретары Таһир Ахунйәновтың әҫәрен яҙыусылар съезында тәнҡитләй. Әлбиттә, башҡаларға дан-шөһрәт яуғанда, күкрәктәренә миҙалдар таҡҡанда уның ни өсөн ситтә ҡалыуы аңлашыла. Әмир ағай әсәйем тураһында хикәйә яҙғас, үҙе әйтеүенсә, иң ҙур тәнҡитте бабайымдан ишетә. «Әсәй – изге кеше, уның тураһында былай яҙырға ярамай, хикәйә былай булмай», – тип туҙына ул. Әйткәндәй, Әмир ағайҙан үҙ әйберемә ҡарата шундайыраҡ баһа ишетһәм, йәнә Әнүр Вахитовты хәтергә төшөрәм – уның мәктәбе һаман эшләй бит! Эйе, әҙәбиәттә туғанлыҡ юҡ, сифатлы һәм сифатһыҙ әҫәрҙәр генә бар. Был хәҡиҡәт бөгөн – тәнҡит күпселек осраҡта күккә сөйөп маҡтауға ғына ҡоролған мәҡәләләр менән алышынған мәлдә – айырыуса көнүҙәк булып ҡала. Донъяны йыйын ялағайҙар һәм карьера көҫәүселәр баҫһа, алға китеш булырмы һуң, әҙәбиәттең алтын фонды артабан байырмы?
Яҡын дуҫы Рәми Ғарипов вафат булғас, Әнүр Вахитов уға арнап яҙған шиғырын ошондай һүҙҙәр менән тамамлай:
«Һин юғалғас, ҡапыл олоғайҙыҡ,
Ғәмһеҙлектәр – инде хушығыҙ.
Һәр саҡ иҫтә: намыҫ күҙе булып
Беҙгә ҡарап тора дуҫыбыҙ!»
Әнүр Вахитовтың үҙенә ҡарата ла ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтке килә. Был донъяла намыҫлы кешеләр күберәк булырға тейеш – уларһыҙ алға китеш юҡ!
Фәрзәнә Аҡбулатова, «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире, яҙыусы:
– Ысынлап та, был фани донъяла кеше бары бер юлсы ғына, ҡайҙа ғына йүнәлһәк тә, уның теге яҡ осо мәңгелеккә барып ялғана. Шул юлды беҙ, шартлы рәүештә әйткәндә, үҙ аяҡтарыбыҙ менән атлап үтәбеҙ. Ябай юл түгел ул, сөнки кеше ғүмере миҙгелдәрҙән тора, тимәк, аяҙлы-болотло, дауыллы-томралы мәлдәре алмашлап килә. Шуға был яҙмамда мин ул мәлдәрҙең иң иҫтәлекле өсәүһен телгә алмаҡсымын (әкиәттәрҙә лә мөғжизәле хәлдәр өс тапҡыр ҡабатлана бит). Был мәлдәр миңә тормошта яңы баҫҡысҡа күтәрелергә, йәки уны яңы сифатта ҡабул итергә, киңерәк офоҡтарҙы күрергә ярҙам иткәндер. Был яҙмыш тип атала. Фәһем биргән мәл, тип, кемдер шатлыҡлы, ә кемдер ауыр хәлгә тарыған сағын атайҙыр. Шәхсән минең өсөн ул һәр саҡ бәхетле осраҡ. Шулай тип әйткән саҡта үҙемдең тәүге уҡытыусымды иҫкә төшөрәм. Беҙ ҙә Рәмзиә апайҙың тәүге уҡыусылары инек. Ул беҙгә беренсе кластан уҡ бәләкәй балалар тип кенә ҡараманы, ә һәр беребеҙҙә буласаҡ шәхестәрҙе күрҙе. Кемдең ниндәй һәләте барлығын асыҡлап, шул йүнәлештә үҫергә ярҙам итте. Минең китап донъяһына килеп инеүемдә шулай уҡ Рәмзиә апайҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Уның китапҡа булған изге ҡарашы беҙгә лә күсте. Уҡытыусыбыҙ класыбыҙҙа үҙебеҙҙең китапхананы булдырҙы, яуаплы кешеһен тәғәйенләне. Ғөмүмән, класта һәр беребеҙҙең эше бар ине һәм ышанып тапшырылған бурысты теүәл үтәргә тейешлегебеҙҙе яҡшы аңлай инек. Яуаплылыҡ тойғоһон бүтәнсә нисек тәрбиәләргә мөмкин? Тәүге уҡытыусым гармунда матур уйнай, оҫта итеп һүрәт төшөрә – һәр яҡлап камил шәхес. Бына шундай булырға, уға оҡшарға тырышыу беҙҙең дә күңелгә һалынды. Мәктәп йылдарында беҙҙе төрлө фәндән төрлө уҡытыусылар уҡытты. Шуларҙың кемеһендер һеҙ ҙә һағынып телгә алаһығыҙҙыр. Мин дә һағынам тәүге уҡытыусымды. Турат ауылынан күсеп киткәс (мин икенсе класты бөткәс), уҡытыусыма хаттар яҙа торғайным. Тик улар тапшырылмаған хаттар булып ҡалды. Шәкерттәре араһында Рәмзиә Әхмәт ҡыҙын һағынып иҫләүселәр күптер, тип уйлайым.
Йәшлек осорона килгән саҡта, мин Мәскәү университетында уҡыған йылдарымды йыш хәтеремә төшөрәм. СССР заманы ине бит, Мәскәүгә ҡайҙан ғына килеп уҡымайҙар ине – тотош донъя халҡы вәкилдәре менән шунда осраштым, тип әйтә алам. Латвиянан Гунта, Әрмәнстандан Асмик менән айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ. Төркмәнстан ҡыҙҙары менән бер туғандай аралашып йәшәнек. Ошоға тиклем төркмән дуҫтарым Гөлҫөн һәм Алтынай менән араларҙы өҙгәнебеҙ юҡ. Был халыҡ үҙенең тәбиғәте – эскерһеҙлеге, ихласлығы, ябайлығы менән башҡорт халҡына ла оҡшаш. Элекке йыл Гөлҫөн ҡыҙының туйына саҡырҙы. Ундағы милли туйҙы, һәр йоланы теүәл үтәүҙәрен күреп иҫ-аҡыл китте. Егеттең яғы Ахал виләйәтенә юл алдыҡ. Гөлҫөндөң өлкән ҡоҙағыйы Биби башҡорт булып сыҡты (әсәһе яғынан). Үткән быуаттың 30-сы йылдарында бер туған дүрт ҡыҙ Иран менән сиктәш ошо виләйәткә килеп етәләр. «Минең әсәйем Шишмә районынан Әхмәт мулланың ҡыҙы. Хәҙрәт үҙенең дүрт ҡыҙын урыҫтар ҡулына эләкмәһен тип, ирҙәр кейемен кейҙереп Урта Азияға ебәрә. Ошонда улар төркмәндәргә кейәүгә сыға», – тип һөйләне Биби апай. «Әсәйем мине: «И-и-и, балаҡайым», тип, башҡортса ғына ярата торғайны», – тине күҙе йәшләнеп. Төркмәндәрҙә «бала» һүҙе юҡ, «чага» тип әйтәләр. Әсәһенең тыуған яҡҡа ҡайта алмай зар-интегеп йәшәүен аңлап үҫкәндер, шуға ла миндә Башҡортостан йөҙөн күргәндәй ҡыуанды 85 йәшлек Биби апай. Мин алып барған һүрәтле альбомды ҡосаҡлап ултырҙы... Гөлҫөн дуҫым менән йыш хәбәрләшеп торабыҙ. Ул беҙгә мәҡәләләрен дә ебәреп тора. Шуларҙың береһе – төркмән һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙарына арналғаны – «Ватандаш» журналында ла баҫылды.
Әлфиә Әсәҙуллина, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөхәррире, шағирә:
– Тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән бер хат тураһында яҙырға булалыр был осраҡта.
Эсер һыуым, ейер ризығым тартҡандыр. Бер туған апайым ғаиләһе менән Ташкентта бер нисә йыл йәшәп өлгөргәйне. Шунда китеп, икмәк бешереүсе һөнәре буйынса алған документым менән ул саҡта данлыҡлы ТАПОиЧ-тың (Чкалов исемендәге Ташкент авиация производство берекмәһе) фабрика-кухняһына ашнаҡсы булып урынлаштым. Кем әйтмешләй, «ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан». Мин – икенсе ҡатта ашханала, апайым өсөнсө ҡатта кондитер цехында эшләй. Апайымдар, йәғни кондитерҙар, төшкө ашҡа беҙгә йөрөй. Апайым да, мин дә шатбыҙ – яҡын кешең эргәлә генә эшләп йөрөгәс, рәхәт. Коллектив та һәйбәт, шатланып эшләп кенә йөрө әйҙә! Тик минең был халәт оҙаҡҡа барманы: тыуған яҡтар, Башҡортостаныбыҙ, атай-әсәйем, туғандарҙы һағындыра бит әй. Ярай ҙа шиғырҙарым бар, күңелемде шиғырға бушатам.
Ашханала ниндәй етеҙлек менән төшкө ашҡа әҙерләнеү процесы барғанын үҙе шунда эшләгән кеше генә белә торғандыр. Минең алъяпҡыс кеҫәһендә һәр саҡ ҡәләм, блокнот йөрөй – сөнки илһам һинән һорап тормай. Шундай ҡыҙыу эш ваҡытында тиҙ генә ҡағыҙ-ҡәләмде алып тыуған идеяны яҙа һалам да эшкә керешәм. Минең шиғырҙар тулыһынса тыуа – яҙып ҡына өлгөр! Нисек кенә өлгөрөргә тырышһам да шеф-ашнаҡсы күреп ҡала бит, кухня яңғыратып ҡысҡырып ебәрә. Ундай киҫәтеүҙәр көн дә тиерлек була. Бер көндө шеф миңә: «Әлфиә, үпкәләмә, һинең эштән туҡтап яҙышып тороуыңды ашхана мөдиренә әйтәм», – ти. Еткергән. Хәҙер мине икәүләп күҙәтергә керештеләр. Апайыма ла зарланғандар, туғаның әллә нәмә яҙа ла тора, тип. Апайым, шиғыр яҙа бит ул, тигән. Беҙҙең өҫтән ялыу яҙамы әллә, тип торабыҙ тиҙәр икән. Мине тыйҙы апайым, нисек тә яҙышмай түҙ, туғаным, ти. Түҙергә тырышам, шулай ҙа ваҡыт табам...
Дөйөм ятаҡҡа урынлашһам да, күбеһенсә апайымдар йәшәгән фатирға барам, улар мәрйә әбейҙең шәхси йортоноң бер бүлмәһендә йәшәй. Ихатаға ҡояш төшмәй тиерлек, ағас һайғауҙарҙан яйланма ҡоролоп, шуның өҫтөндә төрлө сортлы виноград ағастары тармаҡтары түшәлеп ята. Ә унда! Күҙ сыбарланырлыҡ күп булып виноградтар аҫылынышып тора. Магазиндарҙа ғына күргән виноградтың ниндәйе генә юҡ! Тик бында бер тәлгәше генә бер кило-кило ярым тарта торғандыр. Әбей йомарт – үҙебеҙ теләгән ваҡытта өҙөп алып ашарға ҡуша торғайны. Урам буйҙарында, парктарҙа грек сәтләүеге йәм-йәшел булып ултыра. Абрикос, черешня, алыча емештәре ауыҙҙа иреп кенә тора. Нишләп беҙҙең баҙарҙа һатылғандарының тәме былай түгел икән, тигәс, оҙон юлда боҙолоп бөтмәһен өсөн уны саҡ ҡына бешә башлағас та өҙөп алып оҙаталар, тип аңлаттылар.
Шиғырҙар яҙыла, ваҡыт яйлап алға тәгәрәй. Туҡта әле, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә ебәрәйем, тип уйланым да, эшләнем дә. Ике-өс аҙна үткәндерме, шәмбе көндө хат килеп төштө, редакция конверты! Нимә яҙҙылар икән тип йәһәт кенә асып уҡый башлаһам... Гөлфиә Янбаева исемле апай яҙған. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгән сағында минең оҙон шиғыр тип редакцияға ебәргән әйберемде уҡып хат яҙғайны бер мәлде, шунан беләм. «Һин, ҡыҙыҡай, нишләп унда барып сыҡтың, мин һине БДУ-ла уҡып йөрөйһөңдөр, тиһәм. Һағыныу тулы шиғырҙарыңды баҫмайбыҙ, ҡайт, уҡырға кер! Беренсе июндән филология факультетына инеү өсөн имтихандар башлана, әле документтар ҡабул итәләр. Документтарыңды әҙерләп алып ҡайт!» – тип ҡәтғи итеп яҙған. Был хатты күкрәгемә ҡыҫып ҡысҡырып илап ебәрҙем, ярай бүлмәлә ҡыҙҙар юҡ ине. Рәхәтләнеп иланым, иңдәремә ҡанат үҫтеме ни! Ныҡ шатландым, мине әҙәмгә һанап шундай хат яҙған Гөлфиә апайға аҙаҡтан да күпме рәхмәт уҡыясаҡмын әле.
Трамвай менән апайымдарға киттем. Ул да илап алды, эргәмдә туғаным бар, тип шатланғайным, хәҙер ҡайтып китәһең инде, ти...
Дүшәмбе эшкә барыу менән яҙып алып киленгән ғаризамды ашхана мөдиренә бирҙем – йөҙө үҙгәреп китте. «Нишләп китергә булдың, ҡабаланма, һине бик оҡшатҡайныҡ, тырышып эшләйһең», – ти. Цехком йыйып, шунда тикшерҙеләр минең ғаризаны. Эш хаҡымды 5 һумға арттырырға булып киттеләр, ашхана мөдире пенсияға сыҡҡас, мине мөдир итеп ҡуймаҡсылар... Эй, кире һүрәләр мине был ниәтемдән. «Юҡ, тыуған яғыма ҡайтып уҡырға керәм, уҡырға кәрәклеген ныҡлы төшөндөм», – тим. «300 һум түләп техникумға керерһең», – тиҙәр. «Үҙебеҙгә ҡайтып бер тинһеҙ Башҡорт дәүләт университетына керәсәкмен», – тип һүҙ көрәштерәм...
Яйын табып, медосмотр ҙа үттем, документтарҙы әҙерләнем, ике аҙна эшләп тә алдым. 1982 йылдың 17 майында таң алдынан Өфө аэропортына килеп төштөм. 101 автобуста тимер юл вокзалына тиклем килеп, әйберҙәр һаҡлай торған камераға багажымды 15 тин түләп бикләнем дә, сәғәтте самалап БДУ-ға киттем. Бейек колонналы матур бинаға инәм, ошонда уҡырға яҙһын ине, тип теләйем...
Йөҙөнән һалҡынлыҡ бөркөлөп торған ҡатын документ-ҡағыҙҙарымды ҡараштырҙы ла, һин бөгөнгө көндә эшләмәйһең, беҙ эшләп йөрөүселәрҙе генә алабыҙ, ти. Яңы ғына эштән китеүем, бөгөн генә ҡайтып төшөүем тураһында ла ишетергә теләмәй. Документтарымды ҡосаҡлап ни эшләргә белмәй сығып киттем дә... туҡта, Гөлфиә апайға барып ҡарайым, тигән уй килде. Үҙен бер тапҡыр ҙа күргәнем юҡ, ярай, исемен әйтеп эҙләһәм, табам инде, тим. Киттем Матбуғат йортона. Кем икәнемде әйткәс, үҙ туғанылай күреп ҡосаҡлап алды, ҡайтҡанһың, афарин, ти. Уны күрҙем дә аптырап киттем, йәп-йәш матур апай икән. Хәл-әхүәлде һөйләп бирҙем. Шунда уҡ телефонға тотондо: «Тимерғәле ағай Килмөхәмәтов комиссия председателе, хәҙер шылтыратам, алырҙар, тик имтихандарҙы үҙең бирәһең», – ти.
Һөйләште, киттем ҡабаттан. Тимерғәле ағайға ул саҡта ҡырҡ йәш кенә булған икән, мин уны шунда уҡ таныным, фотоһын гәзит-журналдарҙа күргән бар ине. Документтарымды тапшырып, осар ҡоштай ҡанатланып сыҡтым. Тимерғәле ағай ҙа имтихандарға әҙерләнеп килергә кәрәклекте иҫкә төшөрҙө. Ике аҙна самаһы ваҡыт бар, өлгөрәм тигән ныҡлы ышаныс менән ауылға ҡайтыу өсөн тимер юл вокзалына төштөм.
Гөлфиә апайҙың ҡулына шиғырҙарым барып юлыҡмаған булһа, ул теге хатты ла яҙмаҫ, минең яҙмышым икенсе юҫыҡҡа боролоп та китә алмаҫ ине бит, тип уйлап, ҡурҡып ҡуйған саҡтарым күп булды. Ярай ҙа тормош юлымда изгелекле, киң күңелле, йомарт йөрәкле кешеләр осраған, рәхмәттәрем сикһеҙ уларға.
Дилбәр Булатова, «Тулпар» журналының бүлек мөхәррире, яҙыусы:
– Тормошомдағы иң фәһемле ваҡиғамы? Улар күп, бик күп. Күргән бер кешенән фәһем алаһың, һәр көнөңдән ниндәй ҙә булһа аҡыл йыяһың. Тиҫбегә теҙелгән төймәләр кеүек, көндәр-төндәр, айҙар-йылдар үтә, ә һин – шул көндәр аша үткән еп һымаҡ, барыһын да хәтереңә төйнәй бараһың. Йәшәйеш яңылығы менән ҡыҙыҡлы. Ул гел яңырып-үҙгәреп тормаһа, ниндәй күңелһеҙ булыр ине.
Кеше ғүмерендәге иң фәһемле ваҡиғалар барыһына ла асык билгеле. Уларҙы, ғәҙәттә, туйлап, ҙурлап билдәләп үтәләр. Бәпес туйы, никах туйы, йыназа туйы – ана шундайҙарҙан. Ҡыҙык, уларҙы беҙ үҙебеҙ үткәрмәйбеҙ, бәпес туйын атай-әсәйҙәребеҙ ойоштора, никах өсөн дә улар яуаплы. Йыназаны балаларыбыҙ, башҡа яҡындарыбыҙ башҡарыр, Ин шәә Аллаһ. Беҙ иһә ғүмер буйы башҡа кешеләрҙең туйҙарын ойошторошоп йөрөйбөҙ.
Ғүмеремдә иң ҙур ваҡиғалар ғаилә менән бәйле булғандыр, тип уйлайым. Эште, ижадты иң мөһиме тип һананым, тиһәм, алдашырмын. Үҫкәндә, атай-әсәйемә ауырлыҡ килтермәҫкә тырыштым, унан үҙ ғаиләмде бөтәйтергә ынтылдым. Йәшәр ҡыуыш ҡороп, балалар үҫкән арала инде ғүмер ҙә үтеп бара икән. Үкенәмме? Юҡтыр. Ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһу Тәғәлә билгеләгән төп тәғәйенләнеше шул бит.
Бер уңайҙан ғүмер юлында күргән-белгәндәремде, миңә ҙур хисси тәьҫир яһаған, күңелемдә яңғыраш тапҡан ваҡиғалар, кешеләр тураһында хикәйә-повестар ижад итә барҙым, улар барыһы ла тиерлек донъя күрә килде. Тормошомдағы иң фәһемле, яҙмайса түҙмәй ҡала алмаған, мине тетрәндергән-әҫәрләндергән ваҡиғалар – әҫәрҙәремдә.
Һуңғы бер йылдағы иң фәһемле ваҡиғаға килгәндә, ул – ғөмрә хажына барыуым. Ғүмеремдәге иң ҙур ваҡиғаларҙың да береһе, һис шикһеҙ, шул. Иң ғәжәпләндергәне: унда барыу уйы ни эшләп элегерәк күңелемә килмәгән? Иң фәһемле тәьҫорат: беҙҙең намаҙ ғибәҙәте эш араһында ҡылынһа, Мәккә, Мәҙинәлә барлыҡ башҡа эштәр намаҙ араһында эшләнә. Элек унда барыу өсөн юл ауыр булһа, хәҙер юл ғазабынан бигерәк, рухи яҡтан өлгөрөү ауыр... Әммә төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп, Ҡәғбә ҡаршыһына барып теҙләнә алһаң, шуны тояһың: мосолман ҡәрҙәштәр йыйыла торған иң ҙур, иң ихлас туй ошонда. Һәм был мәжлестә ҡатнашыу-ҡатнашмау ҡарарын, ғүмеребеҙҙең бүтән туйҙарынан айырмалы булараҡ, үҙебеҙ ҡабул итәбеҙ.
Унда барған мосолмандар ваҡытын күберәк мәсеттә, изге урындарҙа үткәрергә тырыша, доғалар уҡый, теләктәр теләй. Мин дә теләнем. Аллаһу Тәғәләнән илебеҙгә – тыныслыҡ, тыуған төбәгебеҙгә – алға барыш, үҙемә һәм дә яҡындарыма иман нуры, ике донъя бәхетен насип итеүен һораным. Ғүмер, үҙе ҙур бер фәһемле ваҡиға булып, үтер ҙә китер. Алда билдәһеҙлеге менән ҡурҡытыусы ла, өмөтләндереүсе лә мәңгелек көтә. Йылдар-юлдар хәтирәһе теҙелгән тиҫбеләребеҙҙе күтәреп, һуңғы туйҙарыбыҙҙы туйлап, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа атлайһы бар...
Зөлфиә Ханнанова яҙып алды.