Все новости

КИТАП – ТОРМОШ ЕЛКӘНЕ

Барыбыҙҙың да яратып уҡыған, ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтҡан әҙәби әҫәрҙәре бар. Китап уҡыу ғилемде арттыра, кешенең донъяға ҡарашын киңәйтә, күңелде тәрбиәләй. Хатта интернет технологиялары алға киткән заманда ла китап күптәрҙең айырылғыһыҙ дуҫы булып ҡала.Бөгөн «Күңелегеҙҙә иң тәрән эҙ ҡалдырған әҙәби әҫәр тураһында һөйләһәгеҙ ине?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт итеп, яҙыусыларҙың күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.

КИТАП – ТОРМОШ ЕЛКӘНЕ
КИТАП – ТОРМОШ ЕЛКӘНЕ

Зәки Әлибаев, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты:
– Китап минең аңыма серле әкиәттәр ҡумтаһы булып килеп керҙе. Тәүҙә инәйем уҡыған кескәйерәк башҡорт халыҡ әкиәттәре мөғжизәле һәм дә мажаралы хыялдар иленә алып китеп, бала күңелендә онотолмаҫ утрау барлыҡҡа килтерҙе. Ул утрауҙың һәр мөйөшө тылсым алымдары менән тулайым, һәр образы таныш. Улар менән эстән генә бәхәсләшәһең, улар булып уйнайһың, ә ҡайһы берҙәренән шөрләп, эргә-тирәнән эҙләп маташаһың. Тап әкиәт геройҙары менән донъяны танып беләһең.
Бала күңелен ялмап килеп кергән китап­тарҙың береһе Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» трилогияһы булды. Яңы ғына сыҡҡан китапты Ләлә еңгә атайымдарға бүләк иткәйне. Өйҙә барыһы ла уҡып сығып, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр сыҡҡас, мин дә 3-сө класта йыл буйы ошо томдарҙы уҡыным. Классик әҙибәбеҙҙең әҫәренән һуң, етем ҡыҙҙың бар ғазаптарын күңел аша үткәргән мин, инәйемә тағы ла яҡыныраҡ булып, бар эшендә лә ярҙам итә инем. Романдың барлыҡ урындарын да аңлап етмәһәм дә, Инәйҙе ҡәҙерләргә кәрәклеген, унан да ҡәҙерлерәк кеше булмауын тап ошо әҫәр аша аңлағанмындыр.
Үҫмер күңелемә ХХ быуат башында йәшәп ижад иткән, ләкин 18 йәшендә генә вафат булған Шамун Фидаиҙың шиғырҙары (күп булмаһа ла), поэтик образдары үтеп инде. Өйҙә уның йоҡа ғына китабы була торғайны, ә үҙе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Был ваҡытта рес­публикала нәшер ителгән «Башҡортостан пионеры», «Пионер», ра­йон гәзите «Урал» менән хеҙмәттәшлек итеп, башкөллө ижад эшенә лә сумғайным. Тиҫтерҙәрем Рәшиҙә Лотфуллина, Рәйсә Абдуллина, Гөлдәриә Вәлишина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева һәм башҡаларҙың барлыҡ башланғыс ижад емештәрен һыу кеүек эсә инем. Өйрәнсек кенә әҫәрҙәр ҙә минең күңелгә тәьҫир итеп, сәмләндереп ебәрә ине. Хыял донъяһында йәшәгән үҫмер ҡулына яңылыш ҡына Рәшит Назаров менән Сергей Есенин һәм Рәми Ғарипов йыйынтыҡтары килеп эләкте. Лирик геройҙың туғыҙ баллы диңгеҙ тулҡындарына ҡаршы йөҙөрлөк хис-тойғолары, аныҡ ҡараштары, ғаләмде ҡосоп алырҙай романтикаһы әле лә күңел елкәндәрен шул тарафтарға әйҙәй. Ни тиһәң дә, нәфис һүҙ көсө, зауыҡтан ғына яралған поэтик тос фекер аң өсөн иң көслө сығанаҡ булып ҡала. Шуға мин тамам инандым.
Йәшлегемдә тормош асылына төшөнөр, бар ғаләмдең серҙәрен асыр китаптарға иғтибар арта төштө. А.Платоновтың «Котлован», «Чевенгур», М.Булгаковтың «Мастер и Маргарита», «Собачье сердце» һәм Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә», И.Насыриҙың «Еңелгән ятыу» әҫәрҙәрен яңы күҙлектән уҡыу өр-яңы донъяны асты. Үҙеңдең һуҡыр сысҡан һымаҡ тома наҙан, йәки донъяны бер яҡлап ҡына ҡарап өйрәнеүеңә хайран ҡалып, сәмләнеп уҡырға тотонаһың. «Аҡ таптар» темаһына китаптар ҙа күбәйә, һайлау мөмкинлеге лә арта ғына төшә. Булат Рафиҡовтың тарих төпкөлдәрен байҡаған «Ҡараһаҡал», «Ахырызаман көткәндә», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Үлсәү йондоҙлоғо», «Көнгәк» романдары һәм «Эйәрләнгән ат», «Ғәрәп» повестары халҡыбыҙ тормошона, айырым шәхестәргә объектив ҡараш тәрбиәләне, күңел сикләүҙәренән ҡотолдорҙо. Ғ.Хөсәйенов, Я.Хамматов, Ғ.Хисамов, Р.Байымов прозаһы художестволы яҡтан ошо йүнәлеште тағы ла киңерәк, тәрәнерәк яҡтыртты.
Бөгөн килеп, милли әҙәбиәтебеҙҙе донъя кимәлендәге һүҙ ынйылары менән йәнәш ҡуйып фекер йөрөтә алабыҙ. Һәр йәһәттән башҡорт әҙәбиәтендә тема төрлөлөгө, жанрҙар байлығы, герой концепцияһының юғарылығы, фәлсәфәүи тәрәнлек тә ярылып ята икән, ул турала әллә күпме һөйләргә, һүҙ сурытырға мөмкин.
Һуңғы өс тиҫтәнән артыҡ йылдар эшем юғары уҡыу йортонда милли әҙәбиәтте уҡытыуға бәйле булғанлыҡтан, яңы донъя күргән күпселек әҙәбиәтте уҡып барам. Был иһә, үҙе бер кинәнес. Әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған Ноғман Мусиндың ун ике томлыҡ йыйынтығы, Рауил Бикбаевтың алты, Рәшит Назаровтың ике томлығы, Рәмзилә Хисаметдинова менән Рәйес Түләктең рухи мираҫтары, хәҙерге әҙәбиәтебеҙҙең кимәле, фекер даирәһе, художестволы юғарылығы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, был исемлеккә тағы ла байтаҡ авторҙарҙы өҫтәргә була. Башҡорт әҙәбиәтенең меңәр йыллыҡ традицияһы, рухи ҡиблалары үҙгәрмәй, үҫә генә барғанлығы күңелгә йылылыҡ өҫтәй.
Яратҡан китап, талантлы автор, рухи ҡараштарыңды сағылдырған герой аша ысынбарлыҡ тормошобоҙҙо тәрәнерәк аңларға, мәңгелек проблемалар хаҡында ла уй төйнәргә өйрәнәбеҙ. Яңыраҡ ҡына С.Айытматовтың «Когда падают горы» (Вечная невеста) тигән һуңғы романын уҡыным. Бөйөк яҙыусы һуңғы һүҙендә лә үҙенә, булмышына хыянат итмәй, хайуандарға мөнәсәбәт аша Кешелектең мәңгелек мөхәббәтенә дан йырлай. Һәм нисек бит әле!..
Китап – кешелек уйлап тапҡан иң ҙур хазина. Ул хазина менән тормош диңгеҙенең туғыҙ баллы дауыл-ғәрәсәттәрен дә теүәл үтеп, һил мәлдәрендә лә бол туплап Йәнбирҙе һәм Йәнбикә кеүек рухиәттең иң юғары үрҙәренә етергә мөмкин.

Ҡамса Мортазин, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исе­мендәге әҙәби берекмә етәксеһе:
– Әҙәм күңелен тетрәндергән әҫәрҙәр байтаҡ. Батырҙың арҡа һөйәге тәүарих, тигәндәй, тарихи хәтер күңелдәрҙе тере ҡуҙ­ҙай ҡуҙғытып әйҙәп тора. Салауат Юлаев тураһында рух ҡубарғыс әҫәрҙәр серияһы кү­ңелдәрҙе матҡып тотҡан килеш батырҙар юлынан яҙлыҡтырмай алға алып барасаҡ әле.
Ә мине, иһә, айырыуса Бөйөк Ватан һуғы­шына арналған, ҡаһарманлыҡ, яугирлыҡ романтикаһы менән һуғарылған һүнмәҫ рухлы хикәйәләр арбай. Бала саҡтан алып әлегәсә күпме тетрәндергес әҫәрҙәр уҡылған да, аҙмы кинофильмдар шаҡ ҡатып ҡат-ҡат ҡаралған?!. Ана шуларҙың үлемһеҙ геройҙары менән бергә ут кискәндәй күҙ йәштәрем нисәмә түгелде икән?!.
Мостай Кәримдең «Ярлыҡау»ы менән «Башҡортостан Корчагины» – Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» исемле автобиографияға ҡоролған әҫәрҙәре кемдәрҙе генә тетрәндермәне һуң?!
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәр яугир-яҙыусылар өлөшө тиһәләр ҙә, ил азаматтары һәм халыҡ ҡаһарманлығы хаҡында хәтерҙе һәр быуын яңырта.
Ошо хаҡта әйтәһе ике һүҙем бар. Тәүге һүҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың «Шайморатов генарал» романы хаҡында булһа, ә икенсеһе – донъяла яҙыусылар араһында иң оҙон ғүмерле (106 йәш) силәбе авторы Әхмәт Рафиҡовтың «Калуганан Берлинғаса» тигән повесть-хәтирәһе.
Флүр Ғәлимов Бөйөк Ватан һуғышы темаһына, легендар командир Миңлеғәле Шайморатов яҙмышына әйләнеп ҡайтып, тарихи хәтерҙе терелтте. Мөхәббәт һәм нәфрәт, йәшәү һәм үлем, ҡан һәм дан, мәңгелек һәм ҡиәмәт – һ.б. ошондай йәнде гел әүрәтеп торған төшөнсәләр хаҡында уйҙарға һала. Романды уҡығас, тәрән тетрәнеүҙән «Ҡулың нисек яҙҙы ла, йөрәккенәйең нисек күтәрҙе, ағай?» – тигән һорау тыуғайны. Йәнде тетрәндергәне шул: ҡырыҫ ысынбарлыҡ, яу-дау психологияһы һәм халыҡтың ҡаһарманлығы.
Силәбе ҡалаһында 106 йыл йәшәп донъя ҡуйған яугир-шағир һәм прозаик Әхмәт Рафиҡовтың (1916–2023) тормошо хайран итә. Ут-һыу кисеп, Берлинды алған ябай Ватан һалдаты алдында башымды эйәм...
Әхмәт Рафиҡовтың «Калуганан Берлинғаса» автобиографик повесть-хәтирәһен тотош тетрәнеүҙәр сылбырына ҡоролған әҫәр тип атаһам, хата булмаҫ тим. «Үл, әммә алып барып еткер!» – һыбайлы фельдъегерҙең хәрби анты шул. Тотош Ер шары Бөйөк Еңеүгә салют биргән көндән алып ете ай госпиталь түшәгендә үлем менән яғалашып тартышыуы – йәнде йәнә тетрәндерә...
Һуғыш – ҡыйралыш, ысын һыналыш, әҙәбиәттең генераль темаһы. Уның хаҡында һүҙҙең тынғаны юҡ, киреһенсә, йәш быуында көрәш сәмен, илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙә хәрби проза авторҙарына ныҡ бурыслыбыҙ. Был хаҡта балаларға күберәк һөйләргә, яҙырға һәм күрһәтергә кәрәк, сөнки яугирҙар хаҡында әҫәрҙәр – рухи сынығыу мәктәбе, ысын тарих дәреслеге.


Светлана Чураева, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары:
– Минең эш өҫтәлемдә «Бельские просторы» журналының тәүге баш мөхәррире Юрий Андриановтың «Зимний ветер» («Ҡышҡы ел») исемле китабы ята. Мин уны йыш ҡына ҡулыма алам. Ҡыйын саҡтарҙа ошо китап биттәрен аҡтарып, күңелемде борсоған һорауҙарға яуап эҙләйем. Иҫ киткес шиғриәт! «Мин баҡсама килдем йәнә шиғыр уҡырға...» («Я вновь пришёл в мой сад читать стихи…») тигән шиғырын ғына алайыҡ. Уны был йыйынтыҡтағы иң яратҡан шиғырым тип атарға ла мөмкиндер. Был шиғырҙа ямғырҙа күшеккән һағыҙаҡ образы аша ер менән күк араһындағы ҡаршылыҡтар, тормош-көнкүреш мәшәҡәттәре һәм ижадтың йәнәш килә алмауы, йәшәү менән үлемдең йәнәш кенә булыуы һүрәтләнә. Ҡыҫҡаһы, кеше ерҙә ни тиклем һәйбәт шарттарҙа йәшәмәһен, уға бәхет өсөн һәр саҡ нимәлер етмәйәсәк.
Бала сағында баҡсаға килгәнендә лирик герой күктәрҙең сикһеҙ булғанына һоҡлана. Киләсәк ғүмерен дә шулай сикһеҙ итеп күҙ алдына килтерә. Был баҡсала малай өсөн ағастар ҙа тере, улар баштарын эйә биреберәк шиғыр тыңлай.
Инде ир ҡорона еткән шағирҙы баҡсала ағас түңгәктәре һәм дымлы төпһә өҫтөндә һыулы ҡанаттарын саҡ-саҡ һөйрәп, йылдар дүңгәләген барлаған һағыҙаҡ ҡаршылай. Алда ни бары егерме йыл дүңгәләге ҡалғанын белмәй әле әҙип. Ҡатмарлы һынауҙар менән тулы егерме йыл...
Юрий Андрианов 54 йәшендә генә беҙҙең аранан китте.
Китабына «Ҡышҡы ел» тигән исемде лә юҡҡа ғына һайламағандыр ул. Миңә ҡалһа, был образ ҡарлы-буранлы февраль айында донъяға килгән Юрий Андриановтың үҙен хәтерләтә. Тормош елдәре нисек кенә тартҡыламаһын, намыҫлы, матур ғүмер юлын үтте ул, шуғалыр ҙа ижады ла күркәм.

Сәрүәр Сурина, драматург:
– Уҙған 2023 йылдың яҡты хәтирәләренең береһе: Йылайыр районында Ҡашҡар ауылында уҙған «Май майы» байрамы. Башҡорт халҡы борондан яратып тотонған иретелгән һары майға тағы бер мәртәбә мәҙхиә яңғыраны. Майҙанда Йылайыр китап һатыу магазины бик матур башҡортса китаптар тәҡдим итте. Мин дә бер нисәне һайланым. Араларында күптән күҙем төшөп йөрөгән «Ишмөхәмәт сәсән» дә бар ине.
Ниһайәт, йәйге йәмле көндәрҙең береһен­дә мин «Ишмөхәмәт сәсән»дең «ҡосағына сумдым». Күренекле тел оҫтаһы, ҡурайсы, ҡобайырсы Мәүлит Ямалетдиновтың роман-эссеһы берсә фәлсәфи әңгәмәне, берсә күп сериялы киносценарийҙы хәтерләтә. Әммә ул үҙе ижадсы булараҡ, күп яҡлы әҙәби һәм мәғрифәт эшмәкәре булараҡ, Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев тигән бөйөк уҙамандың бөтә тын алышын, булмышын бик тәрәндән аңлаған һәм ошо әҫәргә күсергән. Мин генә түгел, бик күптәр әллә ҡасандан бирле бер күрешеп һөйләшергә хыялланған Ишмөхәмәт сәсән телгә килгәндәй, алдыңда ултырғандай һәм ҡурай тартҡандай булды. Уның тәржемәүи хәле бик ҡыҙыҡлы, һынаулы була. Хәҙерге Әбйәлил районы Балапан ауылында тыуып-үҫкән егет йәшләй генә мәшһүр Айҙар Байыҡ сәсәндең шәкерте була. Тап уға төп башҡорт йыр-көйҙәренең һәм ҡобайырҙарының моң-аҡыл асҡысы тапшырыла. Был үҙе бер мауыҡтырғыс хикәйәт. Артабан әрме хеҙмәтенә алынған Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев моңдаш ҡурайынан айырылмай уйнай торғас, Ырымбур губернаторы Перовский янына барып эләгә. Аһәңле илһам бөркөп торған башҡорт егете губернаторҙың шәхси музыканты-ҡурайсыһы булып китә һәм оҙаҡ йылдар түрәнең янында була. Ҡайҙа ғына бармай, кемдәрҙе генә күрмәй Ишмөхәмәт. Тап уның ҡурай зыңы аша Перовскийҙың йөрәгендә боронғо башҡорт халҡына ихтирам, мөхәббәт уяна. Ил башлығы булып ултырған сит-яттарҙың нисек үҙ кешегә әйләнеүе, илгә хеҙмәт итерҙәй затҡа әүерелеүе йыр-моң ҡөҙрәте менән атҡарыла. Бындай осраҡ тарихта башҡаса ҡабатланмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
«Ишмөхәмәт сәсән» менән күрешеү миҙгеле аҙнанан ашыу барҙы. Бүлек артынан бүлек уҡылған һайын йөрәкһенеп, һикереп тороп китерлек, йә йырлап, йә илап ебәрерлек халәткә ташларлыҡ әҫәр күңелгә уйылды. Шағир һәм яҙыусы ағайҙың һуңғы аҡҡош йыры булып ташҡа баҫылған йәдкәрҙәре араһында был роман-эссе ҙур урын ала. Башҡа киң билдәле әҫәрҙәрен дә уйға алһаҡ, исеменә күрә есеме, тигәндәй, Мәүлит Ямалетдинов – ил байлығын, тел байлығын тыуҙырған. «Ишмөхәмәт сәсән» иһә бөгөндән кино-телефильм режиссерҙарына тотонорлоҡ, башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә инерлек әҫәр, ә бөйөк «Урал батыр» эпосын телдән-телгә ҡабул иткән һәм артабан Ғәбит Арғынбаевҡа тапшырған Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевҡа кисекмәҫтән мәрмәр һәйкәл һалырлыҡ.


Зөлфиә Ханнанова әҙерләне.

Зәки Әлибаев, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты
Ҡамса Мортазин, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исе­мендәге әҙәби берекмә етәксеһе
Светлана Чураева, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары
Сәрүәр Сурина, драматург
Зәки Әлибаев, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты
Автор:Зөлфиә Ханнанова
Читайте нас: