Яҡындарыбыҙ имен йәшәһен ине, балаларым һау булһын ине, үҙем уңыштарға өлгәшһәм ине, тормош иптәшем менән арабыҙҙа татыулыҡ, мөхәббәт булһын ине тип… Еңел генә, шулай бит?
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе берәүҙәр үҙенә изгелек һорауҙы ла онотоп, башҡаларға яуызлыҡ теләй, аяҡ сала. Ундай эш иртәме-һуңмы ни бары бәхетһеҙлек булып ҡына кире әйләнеп ҡайта. Ә үҙеңә бәхет һорау яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта бихисап ауырлыҡ күргәндәр, тормошон бер нисек тә алға ебәрә алмағандар Хоҙайҙан түҙемлек һорай. Әлбиттә, сабыр, түҙем булыу алама сифат түгел. Әммә бындай теләк йәнә теш ҡыҫып түҙә торған шарттарға илтеүе ихтимал. Мәскәүҙә йәшәүсе ғалим, тиҫтәләгән дини китаптар авторы Шамил Әләүетдинов бына нимә ти: “Түҙемлек һорау кәрәкмәй, уның урынына йәшәү көсө биреүен үтенегеҙ”. Әлбиттә, быны ул хәҙистәргә таянып әйтә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙе ниндәй теләк теләүе хаҡында ла бүлешә.
“Эй, Аллам, мин барыһын да ғәфү итһәм һәм яратһам ине!” – тип доға ҡыла икән ул. Ысынлап та, ҡасандыр һине рәнйеткән кешене кисереүе шул хәтлем ауыр. Ана шул йөктө ғүмер буйы күңелеңдә ауыр йөк итеп ташыйһың. Билдәле булыуынса, тап йыйылып киткән рәнйеүҙәр арҡаһында яман шеш кеүек ҡаты сирҙәргә дусар була ла инде кеше. Ҡайһы берәүҙәр рәнйеүҙән кинәнес алған кеүек тойола хатта. Ғәфү үтенһәң, тәкәббер ҡылана. Бәндә хатаһыҙ булмай. Еңел генә кисереү, асыуҙы күңелдә һаҡламау, кенә тотмау беҙҙе күп бәләләрҙән аралар.
Тормошобоҙҙо еңеләйтер өсөн бер нисә доға
Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
Асыу килгәндә
Аллаһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.
Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл.
Мәғәнәһе:Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам.
Дошмандар хөсөтлөгөнән бәлә килеү ихтималы булғанда
Аллаһүммә инни нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғүҙү бикә мин шүруриһим.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ.