Сәрмән буйҙарына сыҡҡан саҡта
Һандуғастар һайрай тирәктә.
Тыңлаһаң йыр, тыңла моңлоларҙан,
Моңло йырҙар ҡала йөрәктә.
Халҡыбыҙҙың моңло йырҙары быуаттар аша бөгөнгә тиклем килеп еткән. Уларҙан беҙ тарихыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышын, тормошон, үткәнен беләбеҙ. Халыҡ йырҙары уйландыра, тетрәндерә, хисләндерә, һыҙландыра.
Башҡорт халҡы тыуа-тыуғандан алып ғүмер буйы йыр менән йәшәгән. Яңы тыуған сабыйына бишек йырын көйләгән, туйҙарҙа сеңләүҙәр яңғыраған. Йырлап яуға киткәндәр, атакаға күтәрелгәндәр, үлемдәрен дә йыр менән ҡаршылағандар. Француз яуында тыуған «Любизар», Бөйөк Ватан һуғышында ижад ителгән «Шайморатов генерал», 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың төрмәлә саҡта ла йырлап, башҡа тотҡондарҙың күңелен күтәргәне, ғүмерен өҙөргә алып барғанда ла яҡты донъя менән йырлап хушлашыуы халҡыбыҙҙың, моңдоң үлемһеҙлеге хаҡында һөйләй. «Зөлхизә», «Таштуғай», «Шәүрә» кеүек йырҙарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы, «Азамат», «Урал», «Салауат», «Буранбай», «Ишкәксе ҡарт», «Каруанһарай», «Тәфтиләү», «Ҡолой кантон», «Түрәкәй», «Уйыл», «Илсе Ғайса», «Сыбай ҡашҡа» йырҙарында тыуған төйәгебеҙгә сикһеҙ һөйөү, ир арыҫландарының батырлығы бөгөнгө быуынға тарих булып килеп еткән.
Көй-моңдарыбыҙҙы атаҡлы ҡурайсыларыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев, Ишҡәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов кеүек төрлө быуын ижадсыларыбыҙ халыҡҡа еткергән. Мәшһүр йырсыларыбыҙ Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Флүрә Килдейәрова һәм башҡа бик күптәр йән өргән, йәшәткән.
Йыр йәшәүгә көс бирә, дәртләндерә, өмөтһөҙ саҡта ҡанат ҡуя, һағыштарҙы тарата. Йыр – халҡыбыҙҙың мәңгелек юлдашы, булмышы, йәненең игеҙәге.
Бөгөнгө йырҙарыбыҙ ниндәй? Халҡыбыҙ күңеленә, зауығына тап киләме? Заман һынауын үтеп, улар киләсәккә ҡалырмы?
Композиторҙар менән шағирҙар дуҫлығы сәнғәтебеҙгә бик күп моңло йырҙар бүләк иткән. «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс», «Һин – ғүмер ағыштарым», «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Дуҫлыҡ бит ул», «Мине юлдар саҡыра» – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми менән талантлы композитор Рим Хәсәновтың ижади дуҫлығы емештәре. Шулай уҡ күренекле шағир Рәсих Ханнанов менән Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә лә байтаҡ моңло йырҙар яҙған Рим Хәсәнов.
Роберт Ғәзизов менән Сафуан Әлибаевтың, Бәхти Ғайсин менән Шәриф Бикҡолдоң, Тәлғәт Шәрипов менән Ғилемдар Рамазановтың, Наил Ғәлиев менән Шәриф Бикҡолдоң, Роза Сәхәүетдинова менән Рәми Ғарипов, Гөлфиә Юнысова, Уран Кинйәбулатовтың, Салауат Низаметдинов менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның, Роберт Тимербаев менән Вәлит Илембәтовтың, Ризван Хәким менән Рәмил Сурағолдоң, Наил Шәймәрҙәнов менән Кәүсәриә Шафиҡованың дуҫлыҡтары үлемһеҙ йырҙар тыуҙырҙы.
Опералар оҫтаһы Заһир Исмәғилев йыр жанрында ла әүҙем эшләне. Уның шағир Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙған «Былбылым» көйө һәр буласаҡ артистың репертуарына ингән. Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә «Башҡорт ҡымыҙы», «Шайморатов генерал», Нәжиб Иҙелбай шиғырына «Ел, ерәнем» йырҙарын, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә ижад ителгән «Йырлайым мин» тигән әҫәрен кемдәр генә белмәй! Атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һүҙҙәренә яҙған «Уралым», «Һайра, һары һандуғасым», Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Гөлдәр һиберҙәй булам» кеүек йырҙары тамашаларҙан төшмәй яңғырап тора. «Уралым» көйө менән күпме артистар төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә сығыш яһап, ниндәй генә ҙур исемдәргә, баһаларға лайыҡ булманы! Ике бөйөк шәхестең Тыуған илгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тойғолары сит ил тамашасыларын да, телде аңламаған, белмәгән моң һөйөүселәрҙе лә әсир итә. Был йыр һәр башҡорттоң тыуған төйәгенә гимны булып яңғырай!
Абрар Ғабдрахмановтың үҙ һүҙҙәренә ижад иткән «Төнгө серенада», Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Таңдағы йыр», Гөлфиә Юнысованың «Һинән миңә бер ни кәрәк түгел», Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов яҙған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырҙары – мәңге онотолмаҫ моң гәүһәрҙәре.
Талантлы композитор Юлай Үҙәнбаевтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәренә «Йылғалар төнөн һөйләшә», шағир Буранбай һүҙҙәренә «Аҡсарлаҡ», шағирә Дилә Булгакова һүҙҙәренә «Устарыма һал һин йөрәгеңде» кеүек йырҙары радио тулҡындарынан төшмәй яңғырай. Йәл, һирәк яҙа. Әҙ яҙһа ла, уның йырҙарын артистар яратып башҡара, тамашасылар кинәнеп тыңлай, һәүәҫкәрҙәр үҙ репертуарына ала, табындарҙа яңғырай. Композитор Нур Дауытовтың да матур йырҙары байтаҡ. Әммә ул да һуңғы ваҡыт йыр жанрында бик әүҙем эшләмәй.
Күренекле композиторҙарыбыҙ үлемһеҙ йырҙар ижад итеп ҡалдырҙы. Хөсәйен Әхмәтовтың Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәренә яҙған «Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» йырын һәр иртә һайын радионан ебәрһәләр ҙә ялҡытмай торған әҫәр. Ә үҙ һүҙҙәренә яҙған «Тыуған ауылым» йыры һәр беребеҙҙең тыуған төйәген иҫенә төшөрә, хистәр, һағыштар ҡойононда өйөрөлтә. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Мәсәлим Вәлиев яҙған «Матур Өфө ҡалаһы» йыры ла баш ҡалабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уята.
Композитор Тәлғәт Шәриповтың Ғилемдар Рамазанов шиғырына яҙған «Имәндәр шаулай», Айрат Ҡобағошовтың Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ижад иткән «Уйҙарым» ҡобайыры, Артур Туҡтағоловтың Сафуан Әлибай һүҙҙәренә яҙған «Сал Урал», Бәхти Ғайсиндың Шәриф Бикҡол һүҙҙәренә «Ниңә, иркәм», Шамил Ҡолбарисовтың Рафаэль Сафин һүҙҙәренә «Йәнбикә», Афарим Аҡсуриндың Хәсән Туфан һүҙҙәренә «Ағыла болот», Абдулла Хәлфетдиновтың Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә «Алтын балдаҡ» йырҙары – тарихта ҡалған моң һәйкәлдәре. Уларҙы талантлы йырсыларыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, Фәрит Бикбулатов, Роза Аҡкучукова һәм башҡалар халыҡҡа еткерҙе.
Халыҡ хәтерендә ҡалған моңло йырҙарыбыҙ, нисә йылдар үтһә лә, эфир тулҡындарынан төшмәй, күңелдәрҙән тынмай, онотолмай. Был йырҙарҙың исемдәрен әйтеү менән башҡарыусылары күҙ алдына килеп баҫа һәм моңо ҡолаҡтарҙы иркәләй. Ишмулла
Дилмөхәмәтовтың «Уралым», «Һайра, һары һандуғасым», «Ҡурайсы егет» кеүек йырҙары фәҡәт үҙе башҡарыуында күңелдәрҙә һаҡлана. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» (М.Кәрим – С.Садиҡова), «Ниңә иркәм» (Ш.Бикҡол – Б.Ғайсин), «Аҡ пароход йөҙөп килә» (Ш.Бикҡол – Б.Ғайсин) йырҙары беҙгә йылдар аша Фәриҙә Ҡудашева моңон ишеттерә. «Һуңлап килдең» (М.Һибәт – А.Хәлфетдинов) йыры Мәүлетбай Ғәйнетдиновты, «Йәш ғүмерҙәр» (З.Ғилметдинов – Ю.Үҙәнбаев) Гөлсөм Бикбулатованы, «Янғантау баҫҡыстары» (Ф.Әсәнов – Т.Шәрипов), «Өләсәй» (М.Садиҡова – Т.Шәрипов) Ғүмәр Әбделмәновтың тауыштарын яңғырата.
Йыр-моңдарыбыҙҙы йәшәтер өсөн Башҡортостан телевидениеһы 2011 йылдан бирле «Башҡорт йыры» конкурсын алып бара. Унда йәш башҡарыусыларға эстрада йыры менән бер рәттән халыҡ көйҙәрен һәм ретро йырҙар башҡарыу бурысы ҡуйылған. Ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә унда алты йөҙләп йырсы үҙ һәләтен һынаған.
Был бәйгенең әһәмиәте бик ҙур. Йәш таланттар ретро йырҙарҙы һайлап, уларҙың бөгөн дә халыҡ араһында популяр булыуын күрһәтә. «Бик һағындым һине, Тыуған илем» (Н.Асанбаев – М.Әхмәтов), «Дуҫтарыңды онотма» (Ә.Атнабаев – Р.Хәсәнов), «Үҙ яғыма ҡайтһам» (И.Абдуллин – Р.Хәсәнов), «Аҡҡош күле» (Г.Юнысова – Р.Сәхәүетдинова), «Гөлдәр һиберҙәй булам» (А.Игебаев – И.Дилмөхәмәтов), «Юлдарым һиңә бара» (М.Кәрим – Т.Шәрипов), «Ваҡыт» (Х.Мөҙәрисова – Р.Сәхәүетдинова), «Уҡытыусыма» (М.Кәрим – А.Ҡобағошов), «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит» (Ғ.Иҙрисов – Р.Хәсәнов), «Үтте был матур көн» (Н.Нәжми – Ш.Ҡолбарисов), «Уралдым моңдарыңа» (М.Сиражи – З.Мәмәлимов), «Сирен сәскәләре» (Н.Иҙелбай – Р.Сәлмәнов), «Томбойоҡ бүләк итмә» (Я.Ҡолмой – Т.Шәрипов), «Сейәлетау» (У.Кинйәбулатов – Р.Сәхәүетдинова), «Әгәр белгән булһам» (А.Игебаев – Н.Ғәлиев), «Һин һаман да ун һигеҙҙә кеүек» (Р.Ханнанов – А.Ҡобағошов), «Мөғжизәгә килә ышанғым» (Ә.Таһирова – С.Низаметдинов) кеүек йырҙар бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй. Сөнки улар моңдан ғына туҡылған.
Ә ҡайҙа һуң хәҙер уларға алмашҡа килерҙәй ижадсыларыбыҙ? Ниңә юҡ улар? Ниңә моңло йырҙар тыумай? Бының сәбәптәре нимәлә? Күбеһенсә еңел-елпе, иҫтә ҡалмай, йөрәкте елкетмәй, тамашанан сыҡҡас та онотола торған йырҙар моң донъябыҙҙы баҫып алды. Бер уйлаһаң, Өфө сәнғәт институтында композиторҙар ҙа әҙерләнә бит. Башҡортостан телевидениеһында күренекле журналист Рита Өмөтбаева «Ап-асыҡ» тигән яңы тапшырыу башлап, шунда легендар композитор Рим Хәсәнов менән әңгәмә үткәрҙе. Ошо һорау ҙа яңғыраны һөйләшеү ваҡытында.
Рим Хәсәнов былай тип яуап ҡайтарҙы: «Беҙҙең быуын атайҙарыбыҙҙың ҡурай, гармун, скрипка моңдарын, әсәйҙәребеҙҙең бишек йырҙарын тыңлап үҫте. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең аҡыллы кәңәштәрен, әкиәт, йомаҡтарын күңеленә һеңдерҙе. Ә бөгөнгө ижадсы йәштәр (уларҙың күбеһе ҡалала тыуып үҫкән) ана шул моң тамырҙарынан мәхрүм, бишек йырҙарын ишетмәгән, олатай-өләсәйҙәренең ҡарһүҙҙәрен тыңламаған, тәбиғи моңдарҙан айырылған». Рим Хәсәновтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ юҡ түгел. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр.
Хәҙер йыр бизнесҡа әйләнде, тиҙәр. Шул һүҙҙәрҙе тапшырыуҙа тағы ла бер ижадсы ҡеүәтләп ебәрҙе. Исемен атап тормайым, үҙе башта сәхнәлә йырланы, «Йәшлек-шоу»ҙарҙа ҡатнашты, аҙаҡ продюсерлыҡ менән шөғөлләнеүгә күсте, хәҙер көйҙәр яҙа. «Йырҙың уңышы – кеҫәнең ҡалынлығынан», – тине ул. Шиғыр һатып алына, аҡсаға көй яҙыла, аранжировкалар, клиптар аҡсаға эшләнә. Әммә был бик «ҡиммәтле» йырҙар, йылдар һынауын үтеп, халыҡ күңелендә ҡалырмы икән? Әгәр шулай булмаһа, ни өсөн, кем өсөн яҙыла һуң улар? Бөтә мәсьәлә шунда.
Хәҙер шиғырҙы һәр кем яҙа. Дөрөҫөрәге, әйтер һүҙен дүрт юллыҡҡа теҙеп сыға. Шиғыр шулай була икән, тип уйлаусылар йыр текстары яҙыу менән булаша. Хатта көйөн дә яҙып, йырсыларға тәҡдим итә. Ни өсөн композиторҙар һәм башҡарыусылар шундай еңел юлға бара? Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы ваҡыт профессиональ композиторҙар араһында йыр яҙыусылар юҡ дәрәжәһендә. Әллә улар көй ижад итеүҙе етди эшкә һанамаймы? Ә бит бөйөк Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Салауат Низаметдиновтарҙың классик әҫәрҙәрен – операларын бөтә халыҡ белеп бөтмәһә лә, «Былбылым», «Хуш, ауылым», «Ҡышҡы романс», «Ялан сәскәләре» кеүек йырҙары нисәмә йылдар буйына халыҡ теленән төшмәй башҡарыла килә.
«Изге урын буш тормай» тигән әйтемде һәүәҫкәр ижадсылар тултыра бөгөн. Нота грамотаһын белмәһәләр ҙә, көй сығаралар ҙа, тиҙерәк йырсыларға биреп, ҙур сәхнәләрҙә башҡарылыуына өлгәшәләр. Йыр һүҙҙәренә талапсан ҡараған ижадсылар шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып, күңеленә, зауығына тап килгән шиғырҙарҙы эҙләйһе, табаһы урынға, еңел-елпе әтмәләнгән дүрт юллыҡҡа һалынған хәбәрҙәргә көй яҙалар. Шулай килеп сыға зауыҡһыҙ, мәғәнәһеҙ, хәтерҙә ҡалмаҫлыҡ йыр ишараттары. Тыңлайһың, бер нимәһе иҫтә ҡалмай: ни һүҙҙәре, ни көйө... Ә бит ысын моң тәүге ноталарынан уҡ күңелгә үтеп инә лә бөтөн булмышыңды солғап ала. «Ел, ерәнем», «Шайморатов генерал», «Етегән шишмә», «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Алтын балдаҡ», «Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә», «Ағыла болот» кеүек йырҙарҙы ишетеү менән шунда уҡ өйрәнге, үҙең дә йырлағы килә.
...Резина-техник изделиелар заводы мәҙәниәт һарайында концерт бара. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Фәнүнә Сиражетдинова Рәми Ғариповтың «Кәкүк» йырын башҡара. Бөтә концерт буйына бер нимә иҫтә ҡалманы, ә ошо йыр ҡолаҡта сыңлап тик тора. Эй, өйрәнге килә. Нисек, ҡайҙан табырға уның көйөн? Иртәгәһенә эшкә килгәс тә «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире шағир Сафуан Әлибаевтан композитор Роза Сәхәүетдинованың өй телефонын һорап алдым. Кисте саҡ еткерҙем. Ул саҡта кеҫә телефондары юҡ ине әле. Роза апай телевидениела эшләй ине, буғай. Уның ҡайтыуын көтөп, шылтыратырға батырсылыҡ иттем. Кисәге тәьҫораттарым тураһында һөйләп, мөмкин булһа, шул йырҙы телефон аша башҡарыуын үтенеп һораным. Роза апай, ижад кешеһе булараҡ, хәлемде аңлап, бер-ике тапҡыр йырлап күрһәтте. Уға ҙур рәхмәттәр әйтеп, һаубуллаштым да, эштән һуң бер кем дә ҡалмағас, редакцияла ҡат-ҡат йырлап, көйҙө хәтеремдә ҡалдырҙым. Аҙаҡ дуҫтар йыйылған бөтә ерҙә башҡарып, «танылыу» яуланым. Ҡайҙа барһам да «Кәкүк»те йырлауымды һорайҙар ине. Бына шулай тәьҫир итә ысын моң, ысын көй, ысын ижад!
Ә хәҙер көй яҙыу ҙа ысын мәғәнәһендә кәсепкә ҡоролған. Шоу-бизнес тигән ҡырағай нимә моң иленә лә килеп инде. Әммә ҡайҙа кәсеп, унда ижадҡа урын самалы.
...Байтаҡ йылдар элек әлеге лә баяғы «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһына ул саҡта танылған йәш йырсы мине эҙләп килеп инде. Был ваҡытта композитор Салауат Низаметдиновтың минең «Ялан сәскәләре» тигән шиғырға яҙған йыры халыҡ араһында бик таралғайны. «Һеҙ шиғырҙарығыҙҙы күпмегә һатаһығыҙ? Миңә йыр өсөн текстар кәрәк ине», – тип шаҡ ҡатырҙы ул. Аптырап киттем. Сөнки шиғырҙы һатып була икәнде тәүгә ишетеүем ине. «Мин бер нәмә лә һатмайым. Китапты уҡығыҙ ҙа, оҡшаһа, алығыҙ әйҙә», – тинем. Баҡһаң, шул осорҙа уҡ һатыу-һатып алыу, алыш-биреш башланған, имеш. Шағирҙар шиғыр һата, композиторҙар көй һата.
Ошо хаҡта фекерҙәрен белер өсөн эстрада артистарына, композиторҙарға мөрәжәғәт итеп ҡараным. Ысынлап та, бөтәһе лә һата һәм һатып аламы икән?
Популяр йырҙар авторы Вәлит Илембәтовтың исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның һүҙҙәренә Ризван Хәким, Роберт Тимербаев, Салауат Низаметдиновтарҙың яҙған йырҙары халыҡ араһында популярлыҡ яулаған.
– Бер ваҡытта ла, бер ҡасан да, бер кемгә лә шиғыр һатҡаным юҡ, – тине ул. – 1994 йылда Яңауыл районының ул саҡтағы хакимиәт башлығы Нәзир Зиязовтың заказы буйынса Роберт Тимербаев менән яҙған йырҙы ғына иҫәпкә алмағанда. Әммә унда ла бер ниндәй һатыу тураһында һүҙ булманы. Рәхмәт йөҙөнән икебеҙгә лә видеодвойка бүләк иттеләр – шул булды хаҡы. Ә «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек» тигән йыр әле лә артистар тарафынан яратып башҡарыла.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йыр һүҙҙәренең мәғәнәһе бөттө тиергә мөмкин. Хатта филология белеме булған кешеләр ҙә сатай-ботай сағыштырыуҙар менән йыр текстары әтмәләй. Ә бит алалар, башҡаралар. Һорау булғас, тәҡдим дә була инде...
...Үҙе әйткәнсә, меңдән ашыу йыр яҙған Рәмил Сурағолдоң да фекерен белге килде:
– Мин предприятие, заводтар өсөн генә аҡсаға яҙам. Ә артистарға бер ваҡытта ла йыр һатҡаным юҡ. Ятаҡтарҙа көн күргән йәш йырсылар минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы башҡарып популяр булып китәләр, «йондоҙ»ға әйләнәләр, нисек уларҙан аҡса алаһың? Улар бит мине лә пропагандалай.
Йыр сәнғәтендә шул тиклем плагиат күбәйҙе. Минең «Аллаға шөкөр!» тигән йырҙың 90 варианты бар хәҙер. Исемен әйтеп тормайым, берәү «Ҡышҡы сейә» тигән йырҙың атамаһын ғына үҙгәртеп «Сейәле ҡыш» тигән йыр яҙҙы. Был бит ижад түгел. Йырҙың бәҫе юғалды, рухы төштө. Прозаны шиғырға һалалар ҙа, аранжировка эшләтәләр, конкурстарҙа ҡатнашалар һәм, ни ғәжәп, еңеп тә сығалар. Жюри ағзалары нимә ҡарайҙыр? Шиғыр менән прозаны ла айырмаған кеше ниңә башҡаларҙың ижадын баһалаусы итеп һайланалыр? Ундай йылғырҙар милли премия алыуға хәтлем барып етә. Татарстанда бер автор бар. Ул йыр текстары яҙыу буйынса рекорд ҡуя. Станокта деталь эшләгән кеүек, штампҡа һалған. Шиғырҙарын 100 һумға ла, 500-гә лә һатып ебәрә – алыусыһы ғына булһын. Ундайҙар сифат тураһында түгел, килем хаҡында ғына уйлай.
Йырҙың һүҙе мәғәнәле булырға, йөрәктәргә барып етергә тейеш бит. Рәсәй кимәлендә танылған бер йырсы миңә һүгенеү һүҙҙәре менән йыр яҙып биреүемде һораны. «Мин, әлбиттә, уны яҙа алам, ләкин яҙмайым», – тинем. Нисек инде арзан популярлыҡ артынан ҡыуып, шундай түбәнселеккә төшөргә мөмкин? Тәүбә! Рәмил Сурағол тигән исемем бар бит әле минең. Йырҙың тәрбиәүи әһәмиәте булырға тейеш!
...Башҡортостан «Юлдаш» радиоһы ниндәйҙер кимәлдә сифатһыҙ йырҙар менән көрәшә. Улар студияла яҙҙырған йырҙарҙы эфирға сығарыу-сығармау мәсьәләһен үҙҙәренсә хәл итергә тырыша. Күпмелер йыр тупланғандан һуң шағир, композитор һәм артистар ҡатнашлығында тыңлау ойоштора. Шағирҙар текст буйынса фекерҙәрен әйтә, композиторҙар көйө хаҡында үҙ һүҙен еткерә. Шул рәүешле улар йәштәрҙең ижад емештәрен эфирға сығарыу-сығармау мәсьәләһенә яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып, ҡултамғаларын ҡуя. Ә бит ошо миссияны элек Композиторҙар союзы эргәһендәге абруйлы комиссия хәл итә ине. Радиоға яҙҙырырға йәки матбуғатта ноталарын тәҡдим итергә теләгән һәүәҫкәрҙәр тәүҙә шул комиссияға килеп, күрһәтеп, фатихаларын алғас ҡына артабан мисәтле, ҡултамғалы йырҙарына «йәшел юл» ала ине. Шунһыҙ бер матбуғат та, радио ла уларҙы сығарманы.
Сәхнәләрҙән, телевидениенан ҡарап, радионан тыңлап ултырғанда ғына йырҙарҙың халыҡҡа барып еткәнсә ниндәй юл үткәнен белеп тә булмай. Күптәр артист үҙенә оҡшаған йырҙы ала ла, сәхнәгә сыға тип уйлай. Элек, бәлки, шулай булғандыр. Хәҙер улай түгел.
Бына нимә ти танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов:
– Иң арзан йырҙы 5-8 мең һумға һатып алырға мөмкин, артабан – 10-12, хатта 20 меңгә еткәндәре лә бар. Шулай ҙа буш биреүселәр ҙә осрап ҡуя. Йырға клип төшөрөү – 15 мең һум. 50-100 меңгә төшөргәндәр ҙә бар. Рәсәй артистарының клиптары 1 миллионға хәтлем барып етә.
Клипҡа тиклем аранжировка эшләтәһе лә бар бит әле. Уның да иң осһоҙо – 10 мең. Сифатына ҡарап, хаҡтар ҙа арта бара...
Клип тигәндән, йырҙың йөкмәткеһен асырҙай видеорәттәр төшөрөлмәй, үкенескә күрә. Ниндәйҙер тәбиғәт күренештәре сағыла ла шуның менән бөттө. Ә бит клиптың нимә икәнен дә белмәгән саҡта беҙҙең телевидение «Буранбай» йырына ниндәй тетрәткес видео төшөргән!
– Минең репертуарымдағы күп йырҙар Салауат Низаметдиновтыҡы, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. – Ул бер ваҡытта ла миңә йырын һатып бирмәне. Ә элекке башҡарған йырҙарҙы алған саҡта ундай һатып алыу тигән нәмә юҡ ине әле. Хәҙер, Салауат булмағас, репертуарға яңы йырҙар кәрәклеге тойолдо. Һәм миңә лә ҡағылды был замана шауҡымы. Татарстандан 12 меңгә бер йыр һатып алдым.
Әлфиә Юлсурина – үҙенсәлекле йырсы. Уға мотлаҡ көслө драматизмлы шиғыр юлдары кәрәк. Беҙҙең шағирҙар араһынан ундай ижадты тапҡан хәлдә лә, шул хисте бирә алырҙай композиторҙар юҡлығын ныҡ ауыр кисерә.
Һөйләшеүҙе дауам итеп, «Юлдаш» радиоһында эшләүсе һәүәҫкәр композитор Риф Арыҫландың да фекерен ишетке килде. «Профессиональ композиторҙар йырҙарын аҡсаға һатмайҙар ҙа, яҙмайҙар ҙа. Һатыусыларға көн ҡалды. Исемләп атап тормайым, уҡыһалар, былай ҙа үҙҙәрен танырҙар, бер бик популяр булып киткән йыр ижад итеүсе һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа ла 30 меңгә һата. Рифмаһы ла булмаған шиғырҙарға моңо ла булмаған көйҙәр баҫып алды. Йыр яҙыуҙы кәсеп итеп алыусылар күп. Үҙемә килгәндә, мин бик һирәк яҙам. Көйҙәремде күберәк балаларға, йәштәргә бүләк итәм. Һатҡан саҡтарым да бар. 10 меңгә алалар».
Йырсылар ҙа, композиторҙар ҙа хәҙер текст эҙләп, шағирҙарҙың китаптарына мөрәжәғәт итмәй. Күбеһенсә, кемдәр нимә тәҡдим итә, шуға көй яҙалар. Ә инде үҙҙәренсә ниндәйҙер көнүҙәк, актуаль проблемалы темалар килеп сыҡһа, йә үҙҙәрен борсоған, шәхси тормоштарына ҡағылған текстар кәрәкһә, шәхсән әҙиптәргә мөрәжәғәт иткеләйҙәр. Мәҫәлән, бер мәл Салауат Низаметдинов миңә ике тапҡыр шундай үтенес менән мөрәжәғәт итте: Өфөгә арналған һәм ҡыҙы тыуғас, шуға бағышлап йыр яҙғыһы килде. Мин заказ буйынса яҙа алмайым. Йәш саҡта композитор Рәшит Йыһанов атаһының юбилейына йыр бүләк иткеһе килеп, минән шиғыр яҙып биреүемде һорағайны. Мин баштан уҡ баш тарттым. «Атайым үлгәндә миңә йәш ярым булған, атайҙың ни икәнен белеп үҫмәнем, үҙем кисермәгәнде нисек яҙайым», – тинем. Аҙаҡ ишеттем атайлы шағирә яҙып биргән уға шиғырҙы. Йыр радионан яңғырап тора. Салауаттың күңелен ҡырмаҫ өсөн ҡыҙы Ләйсәнгә арнап һәм Өфө тураһында шиғыр яҙып бирҙем. Ләкин заказ буйынса тыуған йыр килеп сыҡманы.
Тағы ике композитор мөрәжәғәт итте. Уларға ла, яҡындан белгән кешеләр булғас, яҙып бирҙем ҡыҙыҡһындырған темалары буйынса шиғырҙарҙы. Беренсеһе лә яҙманы – өс йыл үтте, икенсеһе лә яҙманы, уға ла өс йыл үтте. Икеһе лә йыш яҙмай, һирәк ижад итә, әммә матур ғына йырҙары бар. Шулай итеп, минән заказлы текст яҙыусы килеп сыҡманы. Хәҙер мөрәжәғәт итеүселәргә: «Ана, китапты уҡығыҙ ҙа, оҡшаһа, яҙығыҙ», – тим дә ҡуям. Йылайыр районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Дамир Солтанов, мәҫәлән, шулай итә лә. Яңыраҡ: «Әсәй тураһындағы бер шиғырығыҙға көй яҙҙым. Берәй йырсы башҡара алмаҫмы икән?» – тип хәбәр ебәрҙе. Бушҡа бирә, алһындар, йырлаһындар ғына. Тамашасылар яратҡан танылған артисткаға әйтеп ҡарағайныҡ, ул: «Апай, әле минең аранжировкаға иҫәпләшергә мөмкинлегем юҡ, баламды түләүле дауалау сеанстарына йөрөтәм, бик күп аҡса китә», – тине.
...Йырҙарҙың да бәхетле, бәхетһеҙҙәре була, күрәһең. Апайым, шағирә Миңлегөл Хисамованың әсәйебеҙ мәрхүмә булғандан һуң яҙған моңһоу шиғырына үҙе лә ата-әсәһен юл фажиғәһендә юғалтып, үҫмер сағында ғына етем ҡалған Айгөл Ихсанова тигән музыкант матур йыр яҙған. Уның нотаһы менән һүҙҙәре гәзиттә баҫылып та сыҡты ваҡытында. Шул йырҙы иҫләгән кешеләр былтыр «Бәйләнештә» төркөмөндә һүҙҙәрен һәм нотаһын ҡабаттан биреүҙе һорап та яҙҙылар. Ләкин шул тиклем матур йырҙы башҡарыусы һаман табылғаны юҡ. Әсәйҙәре иҫән артистар уны репертуарына алмай. Был аңлашыла ла. Ғәзиз кешеләрен юғалтҡан йырсылар ҙа байтаҡ бит. Күрәһең, улар «Бәйләнештә» төркөмөн ҡарамай. Ә апайым да, мин дә үҙебеҙ кемгәлер тәҡдим итеп йөрөүҙе белмәйбеҙ. Айгөл Ихсанова ла бик баҫалҡы музыкант. Ул Башҡортостан Милли оркестрында скрипкала уйнай. Минең «Һағынырһың» тигән шиғырға ла көй яҙған икән. Уны ла бер кемгә лә күрһәтмәгән. Айгөлдө беҙгә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина табырға ярҙам итте. Баҡһаң, ата-әсәһе Бөрйәндә Әлфиәнең әсәһе менән бергә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән икән. «Һағынырһың» тигән шиғырға Салауат Низаметдинов та көй яҙғайны, уны талантлы йырсы Радик Гәрәев башҡарыуында радионан йыш тапшыралар. Айгөл был йырҙың барлығын белеп яҙғанмы, әллә белмәйме – уныһы билдәле түгел. Ә шулай ҙа бик ишетке килә. Үҙе лә ҙур юғалтыуҙар кисергән ижадсы минең дә илай-илай яҙған шиғырға, моғайын да, тетрәткес йыр яҙғандыр. Кем башҡарыр икән ул йырҙы? Талантлы ижадсыны әүҙемерәк эшләргә йәлеп итергә ине.
Йыр тураһында яҙырға тотоноуыма тағы бер шылтыратыу сәбәпсе булды. Райондан танышым былай тип аптырап мөрәжәғәт итте: «Ҡыҙым сәнғәт институтын тамамланы, йырлай ҙа, скрипкала ла уйнай. Репертуарында матур ғына бер йыр булһын әле тип шиғыр яҙҙым да йәштәр араһында танылған ғына бер һәүәҫкәр композиторға көй яҙыуын һорап шылтыраттым. «Күпмерәк аҡса кәрәк булыр икән?» – тип һораным, «30 мең», – тип яуап бирҙе. «Пенсиялағы кеше өсөн бигерәк ҡиммәт бит әле, әҙерәк кәметмәҫһегеҙме?» – тигәйнем, «Юҡ, минең таксам шундай», – тине. Иҫем китеп, аптыраным да ҡалдым. Ул йыр әллә беҙгә оҡшай, әллә юҡ. Халыҡ ҡабул итәме, юҡмы? Популяр буламы – уныһын да әйтеп булмай. Был хаҡта уйлап та ҡарамай, күрәһең. Нисек булһа ла, тиҙ генә яҙырға ла аҡсаһын алырға, артабан теләһә нимә эшләһендәр тине, буғай. Шулай итеп, ҡыҙымдың тыуған көнөнә йыр бүләк итәм, тигән хыялым тормошҡа ашманы. Аранжировка ла эшләтергә, клип та төшөрөргә тура килһә, тәүбә, йөҙ мең самаһына төшә түгелме һуң бер йыр?»
Шуға күрәлер ҙә, моғайын, йырсылар корпоративтарҙа сығыш яһап, әҙ булһа ла аҡса эшләп ҡалырға тырышалыр. Тамада булып, туйҙар, юбилейҙар алып баралар. Һуңғы ике йылда «тажлы» зәхмәт арҡаһында ғына ундай саралар бик үткәрелмәй торҙо.
...Бына шулай хәлдәр. Ҡоштар ғына бушҡа һайрай, йырсы бушҡа йырламай.
Әммә бөгөнгө йырҙарҙың ҡайһылары заман иләге аша үтеп, киләһе быуындарға етер? Уныһын, әлбиттә, киләсәк күрһәтер.
Йырҙар темаһы бер бөгөн генә күтәрелмәй. 1999 йылда (23 йыл элек!) Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Актерҙар йортонда «Йыр менән дуҫ иптәш табыла» тигән темаға ҙур һөйләшеү үткәргәйне. Унда һүҙ башҡорт йырҙары, шиғри текстары һәм көйҙәре хаҡында барҙы. Был йыйынға күренекле шағирҙар, композиторҙар, йырсылар, сәнғәт белгестәре, журналистар, музыка өлкәһендә эшләүселәр һәм йыр-моң һөйөүселәр саҡырылғайны.
«Йыр тигән арбаусы мөғжизә кеше рухын сафландырырға ла, уның күңелен аҙҙырырға ла һәләтле, – тигәйне Рауил Бикбаев үҙ сығышында. – Милләттең бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышына йырҙарыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ көслө йоғонтоһо, шәхесте тәрбиәләүҙә бик ҙур әһәмиәте бар. Тимәк, бөгөнгө йырҙарыбыҙҙың сифат мәсьәләһе дәүләт кимәлендәге үтә яуаплы һәм етди мәсьәлә».
Сығыштарҙан һуң тәҡдимдәр ҙә байтаҡ булды. Һөҙөмтәлә ошондай һөйләшеүҙәрҙе ике-өс йылға бер үткәрергә (ғәмәлдә 23 йыл үтте); Яҙыусылар союзы менән Композиторҙар союзы араһындағы ижади бәйләнеште нығытырға; Мәҙәниәт министрлығынан йыр буйынса ижади совет булдырыуҙы һорарға; «Йыл йыры» конкурсы уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Улар бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Йыр – ул тормошобоҙҙоң сағылышы. Ниндәй йыр-моңдарыбыҙ тарихта ҡалыр? Был һорауға шағирҙар ҙа, композиторҙар ҙа, башҡарыусылар ҙа етди ҡарарға бурыслы.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА