Все новости
Культура
25 Июня 2025, 11:15

«Китап-Байрам» итте хайран!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙғарылған халыҡ-ара китап йәрминкәһе көтөп алынған байрамдарыбыҙҙың береһенә әүерелде. Быйыл ул өсөнсө тапҡырға үткәрелде. Уның сиктәрендә Рәсәй Китап союзы идаралығы ултырышы, Рәсәй Федерацияһы китапханасыларының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе кеүек әһәмиәтле саралар уҙғарылды. «Илем яҙмышында һуғыш» күргәҙмәһе асылды.

«Китап-Байрам»дан күренеш.
«Китап-Байрам»дан күренеш.

Ҡотло йортҡа бәхет ҡунһын!

«Китап-байрам» сиктәрендә төҙөкләндерелгән Яҙыусылар союзы бинаһының тантаналы рәүеш­тә асылыуы республикабыҙҙың ҡәләм әһелдәре өсөн иң иҫтәлекле ваҡиға булғандыр. Был сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Китап сою­зы президенты Сергей Степашин ҡатнашты. «Яҙыусылар союзы боронғо ойошмаларҙың береһе. Ул 1934 йылда барлыҡҡа кил­гән. Ошо ваҡыттан алып ҡәләм оҫталары үҙҙәренең әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың борондан килгән әҙәп-йолаларын, төплө аҡылын, иң матур һыҙаттарын һаҡлап килә. Бөгөн дә һеҙ республикабыҙ өсөн еңел булмаған осорҙа халыҡты берҙәмлеккә әйҙәүсе, туплаусы көс булып тораһығыҙ. Күп яҙыусылар фронт һыҙыҡтарында булып, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы, егеттәребеҙҙең ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтты. Ошо сәфәрҙәр һөҙөмтәһендә байтаҡ әҫәрҙәр донъя күрҙе.
Матур йолаға әйләнгән «Китап-байрам» да Яҙыусылар союзының инициативаһы менән барлыҡҡа килде. Мин был сараны бик мөһим сара тип һанайым», – тине Радий Фәрит улы.
Артабан республика етәксеһе ижадсыларға юғары наградалар тапшырҙы. Күренекле әҙибә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова «Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рәсәй Китап союзы президен­ты Сергей Степашин үҙенең сығы­шында былай тине: «Былтыр Башҡортостан Республикаһы Рә­сәй масштабында әҙәбиәт флагманы булараҡ танылды. Илебеҙ бик
ауыр осор кисергәндә әҙәбиәт менән етәкселектең бер һүҙҙән булыуы бик мөһим. Ҡайһы ваҡыт һүҙ кешегә ҡоралдан да көслөрәк тәьҫир итә».
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов: «Бөгөн яҙыусылар өсөн генә түгел, бар йәмәғәтселек өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Күптән ремонт күрмәгән Яҙыусылар союзы бинаһының фотоларын Республика Башлығына күрһәткәс, беҙ был йортто бик матур итеп рәткә килтерәсәкбеҙ, тигәйне. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты. Күп региондарҙа булырға тура килә, әммә ошондай күркәм бинаны күргән юҡ», – тип ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Төҙөкләндерелгән Яҙыусылар союзы бинаһы, ысынлап та, һүҙ тейҙергеһеҙ: зауыҡ менән биҙәлгән фойе, осрашыуҙар үткәреү өсөн уңайлы тамаша залы, яҡты матур эш бүлмәләре, төрлө быуын ҡәләм әһелдәренең иҫтәлекле фотолары урын алған киң коридор. Ижадсылар йортонда хатта күргәҙмә залы ла барлыҡҡа килгән. Башҡортостан Републикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Арыҫлан улы Әлибаев килгән ҡунаҡтарҙы экспозициялар менән таныштыра: «Был күргәҙмә әҙәбиәтебеҙ тарихы тураһында һөйләй. «Урал батыр» эпосынан алып башҡорт һүҙ сәнғәтенең үҫеш юлы күрһәтелгән. Бында боронғо рун яҙмаларына бәйле ҡомартҡылар ҙа, Х быуатта Ибн Фаҙландың башҡорттар ту­раһындағы мәғлүмәттәре лә урын алған.
Х–ХI быуаттан башлап, ислам динен ҡабул иткән башҡорттар ғәрәп яҙмаһына күсә, шуға ла боронғо ҡулъяҙмаларҙа һаҡланған сәсәндәребеҙҙең, йырауҙарыбыҙ­ҙың ижады ғәрәп графикаһында бирелгән».
Экспозицияларҙа ХХ–ХХI быуат әҙәбиәте лә киң яҡтыртылған. Бында шулай уҡ Мостай Кәрим, Әхиәр Хәкимов, Талха Ғиниәтуллин кеүек күренекле яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәрен күрергә мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы, күргәҙмә залы һәр ваҡыт эшләп торасаҡ.
Яҙыусылар союзы бинаһының эргә-тирәһе лә бик күркәм. Кил­гән ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә «Өфө йүкәләре» аллеяһы ҡаршы ала. Ундағы ағастарҙы билдәле яҙыу­сылар ултыртҡан. Элек иҫке гараждар урынлашҡан ерҙә гөл-сәскәле йәшел сквер барлыҡҡа килгән. Ыҡсым ғына матур сәхнә һәм уңай­лы эскәмйәләр тамашасыларҙы үҙенә әйҙәп торғандай.

 

Әҙәби сәғәттәр

Китап йәрминкәһенең програм­маһы бик бай һәм йөкмәткеле булды. Һәр сараны ҡарау мөмкин дә түгел. Бер юлы бер нисә сәхнә, бер нисә майҙансыҡ эшләй. Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, йәрминкә­нең һуңғы көнөндә Өфөлә велопарад уҙғарылыу сәбәпле, яҡын-тирәләге юлдарҙың ябылыуына ҡарамаҫтан, Совет майҙанында кеше ағымы һис кенә лә кәмемәне. «Мин Үҙәк баҙарҙан йәйәү килеп еттем», – ти бер танышым. «Ә мин Дуҫлыҡ монументынан атлап мендем!» – ти икенсеһе. Кемдер тамаша ҡыла, кемдер китап һайларға ашыға, мин иһә Өфөнән ситтә йәшәгән ҡәләмдәштәремде күреүемә ҡыуанам. Алыҫ юлды яҡын итеп килеп еткән бит улар Өфөгә: Ейәнсуранан Гөлсирә Ғиззәтуллина, Учалынан Найлә Хәмбәлиева, Йылайырҙан Зөлфирә Ҡоҙашева, Ҡырмыҫҡалынан Фирүзә Абдуллина. Барыһы ла китап йәнле шул!
Бигерәк тә Мәскәү ҡунаҡтары ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Олег Рой, Александр Иликаев, Анна Ревякина, Валентин Постников, Мария Суворова кеүек яҙыусыларҙы көн дә күреп тормайһың да. Уларҙың оҫталыҡ дәрестәре лә фәһемле!
«Яҙыусының фекерләү ҡеүәһе, фантазияһы бик бай булыуы мөһим. Беҙ аяғыбыҙ менән ныҡ итеп ерҙә баҫып торорға тейешбеҙ, әммә башыбыҙ күктә булырға тейеш. Ағас кеүек, тип тә әйтер инем. Уның бит тамырҙары ер аҫтына ана ни тиклем тәрән урынлашҡан, башы күккә үрелә», – ти билдәле яҙыусы Марина Москвина. Тыңлаусылар уның темаларҙы ҡайҙан алыуы менән ҡыҙыҡһына. «Төрлө ваҡыт төрлөсә. Мәҫәлән, «Семь летучих пассажиров» («Ете осоусы пассажир») исемле китабым бала саҡта булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға таянып яҙылған. Ә, ғөмүмән алғанда, мин күп сәйәхәт итәм һәм һәр бер сәйәхәтемдән яңы әҫәр алып ҡайтам. Һәр сәфәр мауыҡтырғыс бит ул. Урындағы халыҡтың йолалары, күңелле байрамдары, йәшәйеше. Һин шуның уртаһында ҡайнайһың һәм был турала мотлаҡ яҙырға кәрәк икәнлеген аңлайһың. Аҙаҡ, әлбиттә, йылдар буйына баш күтәрмәй, китап өҫтөндә эш­ләргә тура килә. Әҫәр бит тиҙ генә яҙылмай. Бер, ике, өс йыл дауамында яҙылыуы мөмкин. Мәҫәлән, минең бер романым ете йыл буйы ижад ителде», – ти яҙыусы.
Быйылғы «Тоталь диктант» Бөтә Рәсәй акцияһы Марина Мос­квина әҫәрҙәре буйынса уҙғарыл­ған. «Һинең әҫәрең буйынса диктант яҙһындар өсөн нимә эшләргә кәрәк?» – тип һораны китап һө­йөүселәр.
– Беләһегеҙме, берҙән-бер көндө миңә: «Марина Львовна, һеҙ тоталь диктант аворы булырға ризалығығыҙҙы бирәһегеҙме?» – тип шылтыратҡастар, мин тәүҙә мутлашыусылар (мошенниктар) микән әллә тип хафаға төштөм. Ҡыуанысҡа күрә, улай булмай сыҡты. Бер нимә эшләргә лә кә­рәкмәй. Ижад итергә кәрәк. Тел байлығына, геройҙарҙың телмәре­нә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Һөнәренә, йәшәү рәүешенә, йәше­нә ҡарап, минең персонаждарым төрлөһө төрлө стилдә һөйләшә. Ҡайһылары юғары һүҙҙәр ҡуллана, ҡайһылары ябай ғына һүҙҙәр менән аралаша.
«Китап-байрам»ында урындағы ҡәләм оҫталарының да яңы сыҡҡан китаптарының презентацияһы булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» («Сал ҡылғандар»), Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Уйлы заман», Фәнил Бүләковтың «Йәнемдең ҡанаттары», Рәшиҙә Мәһәҙиеваның «Әйтер һүҙем етһен кешеләргә» исемле китаптарының исем туйҙары гөрләп уҙҙы. Мин үҙем дә Татарстан китап нәшриәтендә Ленар Шәйех тәржемәһендә донъя күргән «Йыһан хаҡтары» исемле йыйынтығым менән таныштырыу бәхетенә ирештем.
Китап йәрминкәһендә балалар өсөн яҙыусы авторҙарҙың бик күп булыуы күҙгә ташланды. Быға байрамдың Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән тап килеүе лә йоғонто яһағандыр. Балалар өсөн ҡойоп ҡуйған шиғырҙар яҙыусы Айҙар Ғәзизов һөнәре буйынса табип икән. Ул билдәле тел ға­лимы Әкрәм Биишевтең улы булып сыҡты. Тәүге шиғырҙарын яратҡан ейәнсәрен төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау маҡсатында яҙған. Кескәйҙәрҙе көндәлек тормошта әллә күпме ҡурҡыныс һа­ғалап тора: туҡтап ҡалған лифт, ябылып бөтмәгән люк, насар уйлы кешеләр, терроризм, буллинг һ.б. Тора-бара бындай шиғырҙар ҙур бер китап булып тупланған. Былтыр Айҙар Ғәзизовтың «Стишки Безопасики от Томочки Дробинки» («Томочка Дробинканан хәүефһеҙлек тураһында шиғырҙар») исемле китабы баш ҡалабыҙҙа үткән халыҡ-ара китап йәрминкәһендә балалар өсөн яҙылған китаптар араһында бестселлер булараҡ танылған.
Икенсе бер автор Алла Кузь­минаның «Уфимские каникулы. Как пчелка Зуля стала королевой» («Өфө каникулдары. Зуля исемле бал ҡорто нисек батшабикә булып киткән») тигән әҫәре лә йәш өфөләрҙең яратҡан китабына әйләнгән. Был әкиәт-повесть башҡорт халҡының тарихы, Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән таныштыра. Китапты Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе рәссам Юлия Буланова биҙәгән. Бының өсөн уға башҡорт халҡының тарихын, рухи мираҫын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ныҡлап өйрәнергә тура килгән. Мәҫәлән, Зуля исемле бөрйән бал ҡортон рәссам орнаментлы итәк кейгән ҡыҙ сүрәтендә һынландырған. Башҡа персонаждар ҙа милли колоритҡа эйә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең прототиптары ла бар: космонавт Александр Лынник, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова һ.б.
«Беҙ былтыр китапханаларҙа баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған сараларҙы ошо китапҡа таянып үткәрергә ҡарар иттек. Һәм был бик отошло булды. Беҙ әкиәт-повесть арҡылы китапханаларға бик күп яңы кескәй дуҫтарыбыҙҙы йәлеп иттек. Һәр сара һуңында Алла Кузьминаның китабын алып уҡырға теләүселәр сиратҡа теҙелә ине.
Мин башҡа республикаларға эш сәфәренә сыҡҡанда ошо китапты коллегаларыма бүләк итергә яратам, сөнки уның аша Башҡортостан тураһында ла, баш ҡалабыҙ Өфө тураһында ла бай мәғлүмәт алырға мөмкин», – тине Әхмәтзәки Вәли­ди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминева.
«Китап-байрам»ында, дөйөм алғанда, ҡәләм оҫталары менән 120 нән ашыу осрашыу үткәрелде.


Һәр күңелдә – Ватан тойғоһо

Махсус хәрби операция. Был теманы бөгөн бер нисек тә урап үтеп булмай. Ул һәр яҙыусының да, китап уҡыусының да – күңелендә. Тәүге көндә үк төп сәхнәлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары тамашасыларға Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән...» спектак­лен тәҡдим итте.
Танылған шағирә Гөлназ Ҡо­тоева «СВОим» тип аталған гәзит сығарыуы тураһында һөйләне: «Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ижад иткән әйберҙәр баҫыла. Бына әле яу ҡырындағыларҙың шиғырҙарын баҫырға әҙерләйем. Тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ир-егеттәребеҙ!»
Китап йәрминкәһе майҙанындағы Республика Хәрби Дан музейының «Ватанды һаҡлаусылар» тип исем­ләнгән патриотик майҙансығы, МХО тарихы музейы эргәһенән кеше өҙөлмәне. Һуғышта ҡулланыл­ған хәрби ҡоралдар, яугирҙәрҙең кейемдәре һәм кәрәк-яраҡтары, төрлө тәғәйенләнештәге дрондар – барыһы ла экспозицияла урын алғайны. Фронтҡа ярҙам байрам көндәрендә лә дауам итте. Бер нисә урында маскировкалау селтәрҙәре үрелде. Был эштә һәр теләгән кеше ҡатнаша алды. Күмәк көс менән 240 кв.м. селтәр үрелде. МХО яу­гирҙәренә 1000-гә яҡын хат һәм открытка юлланды.
Милли китапхана майҙансы­ғында Рус әҙәбиәт үҙәге ағзалары менән осрашыуҙа һуғышта ҡат­нашҡан шағир Сергей Лобановҡа китапхананың уҡыусылар билеты тапшырылды.
Мәскәү ҡунағы шағирә Наталья Слизовская ошоларҙы һөйләне:
«Алексей Преснаков һәм Сергей Лобанов менән беҙҙе күп нәмә бәйләй. Улар фронтовик шағирҙар, МХО-лағы хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында, фронт линияһында йөрөгән кешеләр. Мин дә ундағы ваҡиғаларҙы үҙ йөрәгем аша үткәрҙем, сөнки Горловка ҡалаһында йәшәй инем. Беҙ күп ауырлыҡтар кисерҙек. Подвалда балаларыбыҙҙы ҡосаҡлап, бер нисә көн дауамында ашамай-эсмәй, хәлһеҙләнеп ут ямғыры тынғанын көтөп ултырҙыҡ. 2014 йылдан бирле гел хәүеф аҫтында йәшәнек. 2016 йылда ғына икенсе ергә күсенеү мөмкинлеге тыуҙы.
Минск ҡалаһында Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләре тер­риторияһында утты туҡтатыу тура­һындағы килешеүҙәргә алты минут ҡалғас та, беҙгә ҡот осҡос ут ямғыры яуҙырҙылар. Шул ваҡытта мин саҡ улым менән ғаиләмде юғалтманым. Бик ҡурҡыныс! Беҙ мөғжизә менән генә тере ҡалдыҡ. Ошо дәһшәтле алты минут үҙе бер ғүмер кеүек то­йолдо. Мин һуңынан «Алты минут» тип аталған шиғыр яҙҙым. Донбассты беҙ фашистарға бирмәйәсәкбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!»
Рус әҙәбиәте үҙәге етәксеһе Алексей Преснаков сара башында: «Был бик ҙур әһәмиәтле байрам. Һеҙгә Мәскәүгә барырға кәрәкмәй. Кеҫәгеҙҙән аҡса сығарып, самолетҡа билет алырға кәрәкмәй. Әммә һеҙгә шул тиклем уникаль мөмкинлек тыуҙырылған: талантлы, шәп яҙыусылар Өфөгә үҙҙәре килеп еткән һәм һеҙ уларҙы рәхәтләнеп тыңлай алаһығыҙ», – тигәйне.
Был, ысынлап та, шулай. Күп­ме ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, ма­уыҡтырғыс тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре бүләк итте беҙгә «Китап-байрам». Ә иң мөһиме был байрамдан алған тәьҫораттар бик оҙаҡ күңелебеҙҙе йылытып торасаҡ, сөнки һәр беребеҙҙең китап кәштәһенә йыл дауамында уҡыласаҡ өр-яңы матур китаптар килеп ҡунаҡланы!

Яҙыусылар залының күргәҙмә залында.
«ЯникО» нәшриәте (Мәскәү ҡалаһы) тәҡдим иткән зауыҡлы кескәй китаптар.
Билдәле яҙыусы Марина Москвина (Мәскәү ҡалаһы) Тоталь диктантты "бишле"гә яҙыусыларҙы бүләкләне.
Балалар яҙыусыһы Айҙар Ғәзизов (Өфө ҡалаһы).
Рус әҙәбиәте үҙәге етәксеһе Николай Митрохин һәм балалар яҙыусыһы Наталья Слизовская.
Яҙыусылар залының күргәҙмә залында.
Автор: Зөлфиә ХАННАНОВА, «Ватандаш»
Читайте нас