Все новости
Культура
6 Декабря 2023, 12:31
ОБЩЕСТВО

НАИЛӘ СӘФӘРҒОЛОВАНЫҢ ЙӨРӘК ҺҮҘЕ

Быйыл «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе алтынсы тапҡыр үт­кәрелде. Мәҙәниәтебеҙ тормошона сағыу бер ваҡиға булып, балҡып килеп ингәйне ул. Сценарийҙа бер генә артыҡ һүҙ ҙә булмауы, сәхнәлә осраҡ­лы хәрәкәттәр яһалмауы про­екттың башынан аҙағынаса бик уйлап эшләнеүен күрһәтә ине. Еңеүсегә автомобиль вәғә­ҙә ителеүе үҙе үк ылыҡтырғыс. Бөгөнгө китап һәм гәзит-журнал уҡылмаған, концерт-спектаклдәр ярым буш залдарҙа үткән заманда халыҡты ши­ғыр менән арбаны проекттың авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

НАИЛӘ СӘФӘРҒОЛОВАНЫҢ ЙӨРӘК ҺҮҘЕ
НАИЛӘ СӘФӘРҒОЛОВАНЫҢ ЙӨРӘК ҺҮҘЕ

Барыһы ла туған телдән башлана

– 2017 йылда сентябрь айын­да Өфөлә башҡорт телен яҡлап митинг ойошторолғайны бит әле, – тип башланы һүҙен Наилә Абдулхай ҡыҙы. – Шунан ныҡ ярһып ҡайттыҡ класташтар менән, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Нишләп беҙ үҙебеҙҙең республикала телебеҙҙе яҡлау өсөн урамға сығырға тейеш?! Уны яҡлау-һаҡлауҙың башҡа юлдары ла барҙыр бит! «Наилә, һин бит мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгән кеше, берәй сара уйлап тап», – тине дуҫтарым.
Башҡортостан юлдаш теле­видениеһының «Ҡурай» каналында эшләп йөрөгән сағында була был хәл. Тәүҙә ул «Әйтер һүҙем бар» тигән тапшырыу эшләй. Республикалағы билдәле шәхестәрҙе саҡырып, студияла уларҙан шиғыр һөйләтә. Шиғриәт һөйөүселәр шунда уҡ иғтибар итә тапшырыуға, ни генә тиһәк тә, нәфис һүҙҙе аңлаған, уның бәҫен белгән кешеләр күп шул. Бының шулай икәнен аңлап өлгөргән автор, проектты ҙурайтып, бәйге рәүешендә ойошторорға була. Уны баш ҡаланың иң шәп залында үткәрергә, еңеүсегә бүләккә машина бирергә хыяллана. Приз­ды ҡайҙан алырын белмәй әлегә, әммә шулай кәрәклеген күңеле менән тоя: бөтәбеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе туған телебеҙҙә ха­лыҡҡа еткерә алған кешенең һү­ҙе нишләп арзан булырға те­йеш әле?! Бәйгенең исемен «Йөрәк һүҙе» тип атай, уның йөрәктәр­ҙе ярып сыҡҡан фекер яңғырар­ға тейешле трибуна икәнлегенә
ишаралап.
Тәүге конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза килә. Сығыштар телеви­зорҙан күрһәтелеп, иң күп смс-тауыш йыйғандар Опера һәм балет театрында үтәсәк сараға һайлап алына. Хыялдағы бүләк автомобиль дә мәле етеүгә театр бинаһы алдына килеп ҡунаҡлай. Төп призды табыу мәсьәләһе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов ярҙамында хәл ителә.
Шулай итеп, иң тәүге бәйге туған тел темаһына арнала. Конкурсанттар парлашып сыҡты сәхнәгә. Беҙ, тамашасылар, шағирә Зөлфиә Ханнанованың, Гөлнара Хәлфетдинованың – ҡыҙҙары менән, яҙыусы Мөнир Ҡунафин менән Лариса Абдуллинаның улдары менән сығыштарын ҡы­ҙыҡһынып күҙәттек. Башҡорт мәҙәни­әтенә, әҙәбиәтенә хеҙмәт иткән шәхестәрҙең балалары ла туған телебеҙҙә матур итеп һөйләшкәнен күреү бик һөйөнөс­лө матур күренеш ине. Шулай уҡ әсәле-уллы, коллегалары йәки дуҫтары менән бергәләп майҙан тотоусылар ҙа булды. Наилә Абдулхай ҡыҙы 2017 йылда уҙғарған тамашаһын әле лә иң көслөләрҙең береһе булды тип иҫәпләй. Туған телебеҙ хаҡында бик күп шиғыр­ҙар яңғыраны ул көндө. Иң һуңы­нан бөтә зал бер тауыштан Рәми Ғариповтың үлемһеҙ юлдарын ҡабатланы:

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Алты сәғәттән ашыу барған көсөргәнешле ярышта ҡыҙы Гүзәл Әлибаева менән билдәле шағирә Зөлфиә Ханнанова еңеп сыҡты. Уларҙың сығыштарын да, еңел автомобиль менән бүләкләнеүен дә халыҡ аяғүрә баҫып алҡышланы.
2018 йылдан төп приз 500 000 һум күләмендә аҡсалата тапшырыла. Уға Руслан һәм Гөлназ Хайсаровтар (2018), Земфира Байбулдина (2019), Инсаф Йәмилев (2021), Артур Кәбировтар (2022) лайыҡ булды. 2020 йылда ковид арҡаһында бәйге үткәрелмәне.


Ил ағаһына халыҡтың һүҙе

Сара үтеп киткәс, иңенән оло тау төшкәндәй була Сәфәрғолова­ның. Ул үҙенең бурысын үтәнем тип уйлай, «Йөрәк һүҙе»н дауам итеү тураһында уйламай. Тик... Бер көндө уны Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов саҡырып ала.
– Һин, ҡыҙыҡай, унда ниндәй фестиваль үткәреп ятаһың донъя шаулатып? – тип һорай ул.
– Фестиваль түгел, шиғыр бәй­геһе, Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тип яуаплай Наилә.
– Нишләп аҡса һорап килмәнең? Ярҙам итеүселәр бармы?
– Булды, рәхмәт.
– Тағы үткәрәһеңме?
– Йыйынмай инем дә ул, халыҡ һорай.
– Һин ул эшеңде ташлама, дауам ит. Мин дә премиямды булдырайым. Күпме кәрәк?
– Икенсе урынға 200 мең булһа етә.
Ныҡ тәьҫир итә был һөйләшеү Наилә Абдулхай ҡыҙына. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан өсөн йә­нен-тәнен фиҙа ҡылып эшләп тә онотолоуға дусар ителгән ҙур етәксенең һаман да ил-тел яҙмышын ҡайғыртыуы тетрәндерә. Нисек тә уға теләктәшлек күрһәткеһе, халыҡтың уны элеккесә ихтирам итеүен һәм яратыуын белдергеһе килә. Тик нисек? Шуны уйлап борсолоп йөрөгәндә бер яйы килеп сыға.
Шағир Фәнил Бүләков менән бергәләп 2018 йылғы бәйгегә шиғыр һайлайҙар. Яҙғандары матур, йырлап тора, тик улар йөрәк һүҙе түгел, күңелдәге һыҙланыуҙы бирмәй, ти Наилә Абдулхай ҡыҙы, шунан бер көндө асырғанып: «Нишләп һеҙ, шағирҙар, тере килеш һигеҙ йылға күмеп ҡуйылған шәхес тураһында бер ни ҙә әйтмәйһегеҙ?!» – тип әйтеп һала. Һиҫкәнеп китә Фәнил. «Тере килеш һигеҙ йылға күмеп ҡуйылған» тигән һүҙҙәр шиғыр юлдарына әүерелә, «Ил ағаһы» тигән шиғыр тыуа.

...Ил ағаһы исемен дә
Әйтеү беҙгә тыйылды.
Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ
Өндәребеҙ тығылды!..
Ил ағаһы һигеҙ йылға
Тере килеш күмелде!..
Ошо ауыр хыянат гел
Ҡырып тора күңелде.

Шиғырҙы ҡыҙы Азалина менән сығара улар сәхнәгә. Тотош залдың аяғүрә баҫып бик оҙаҡ алҡыш­лағаны һаман да күҙ алдында. Бүләковтарҙың ғына түгел, бөтә Башҡортостан халҡының йөрәк һүҙе булып яңғырағайны ул.

Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе
Тарих битенә яҙа.
Нисек нахаҡты кисерҙең,
Ил ағаһы Мортаза?
Теҙләндерер саҡта донъя
Һынманы халҡым улы.
Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ
Мәрхәмәт тулы ҡулын.
Ил уланы башын эймәй
Халҡына булды ҡалҡан.
Ялғандан тормош тирмәне
Яһай һәр саҡ он-талҡан.

Бер нисә көндән йәнә Рәхимов шылтырата.
– Унда минең хаҡта ла шиғыр яңғыраған икән, тыңларға буламы? – тип һорай ул.
Наилә Абдулхай ҡыҙы тама­шаның видеояҙмаһын алып тағы китә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ме­нән осрашыуҙы тыныс ҡына һөйләй алмай Наилә Абдулхай ҡыҙы.
– Флешканы компьютерына ҡуйҙым да эргәһендә торам. Ул тыңлай башланы. Бер ваҡыт башын тотҡан һул ҡулы яйлап ҡына аҫҡа төшә башланы, күҙ йәштәрен күрһәткеһе килмәгәне күренеп тора. Мин уның артына төпкәрәк үттем.
Ике тапҡыр ҡарай яҙманы Мортаза Ғөбәйҙуллович. Әсе дөрөҫлөктө асып һалған шиғыр менән халыҡтың оҙайлы алҡыштары күңелен йомшарта оло кешенең. Өҫтәлгә уның күҙ йәштәре тамғанын ишетеп, Наилә Абдулхай ҡыҙы үҙе лә илап ебәреүҙән саҡ тыйылып тора. Кем белә, бәлки, яратҡан халҡы менән яҡындан осрашыуҙы тыныс кисерә алмаҫын белеп тә Ил ағаһы «Йө­рәк һүҙе»нә бармай ҡалғандыр ул саҡта, ә бит ул килергә вәғәҙә бирә. Нишләптер һуңғы сиктә кире уйлай...
Быйыл Мортаза Рәхимов исе­мендәге премия 5-се тапҡыр тапшырылды. Уға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Йома» тапшырыуын алып барыусыларҙың береһе, Әбйәлил ҡыҙы Сәлиә Мә­хәмәтғәлина лайыҡ булды.


Әйтелгәндә йөрәк һүҙе
Нисек түҙә йөрәк үҙе?!

Быйыл миңә көтмәгәндә Рәсәй­ҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғоновтар менән бергә конкурстың жюри составында эшләргә тура килде. «Берҙән-бер үтенесем шул: ғәҙел булығыҙ», – тине беҙгә Наилә Абдулхай ҡыҙы. Шуныһы ла мәғлүм булһын: сәхнәгә, жюри өҫтәле артына сығып ултырмайынса, беҙ бәйгелә кемдәр ҡатнашҡанын белмәнек.
«Йөрәк һүҙе»нә сығыусылар менән башта эксперттар советы эшләй, унда күренекле шәхестәр: Наилә Ғәләүетдинова, Риф Ғәби­тов, Айгиз Баймөхәмәтов һәм Мө­нир Ҡунафиндар ингән. Билдәле режиссер Әлмира Ҡыуатова етәк­селегендәге төркөм конкурсҡа ебәрелгән видеояҙмаларҙан иң яҡшыларын һайлап ала. Быйыл уларға 158 сығышты ҡарап сығырға тура килгән.
Сараның әҙәби консультанты, шағирә Зөлфиә Ханнанова бәй­геселәргә әҫәр һайларға ярҙам итә, яҙған шиғырҙарын мөхәррирләй.
– Быйылғы бәйге Салауат Шә­йәхмәтов, Юлдаш Мусин, Гөлдәр Ишйәрова кеүек яңы исемдәр асыуы менән әһәмиәтле булды, – ти ул.
Ысынлап та, йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы быйылғы проекттың матур үҙенсәлеге ине. Нисек сығыш яһауҙарына, ниндәй баһа алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, «Йөрәк һүҙе» уларҙың артабанғы ижади үҫешенә этәргес булғандыр тип ышанғы килә.
– «Йөрәк һүҙе» проекты ту­раһында ишеткәндән алып ҡат­нашҡым килә ине, быйыл хыялым тормошҡа ашты, – тип юҡҡа ғына яҙмағандыр Бәйләнештә селтәрендә Гөлдәр Ишйәрова. – Ҙур сәхнәлә әсәйем рухына бағышлап шиғыр һөйләү минең өсөн ҙур мәртәбә булды.
Бәйге бөгөнгө көндә бер кемде лә битараф ҡалдырмай торған илһөйәрлек һәм әсәлек темаһына арналды. Финалда – йылдағыса 12 кеше. Араларында төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре бар. Ғайсар Мөхәмәтйәнов менән Зилиә Ха­лиҡова – мәктәп уҡыусылары, Юлдаш Мусин, Гөлдәр Ишйәрова һәм Илмир Бикҡужиндар – студенттар, Гөлнара Ғүмәрова менән Гөлсиә Бикҡужиналар – уҡытыусы, Салауат Шәйәхмәтов – инженер-электрик, Байегет Мөхәрләмов – актер (быйылғы бәйгенең положениеһы буйынса профессиональ актерҙар ҡатнашырға тейеш булмай, әммә яҙ көнө булырға тейешле бәйге көҙгөлөккә күсерелеү һөҙөмтәһендә егет диплом алып өлгөрә), Айназ Низаметдинов – ирекле ижадсы, Гүзәл Батталова «Газпром»да эшләй.
Варис Исҡужин тәүге тапҡыр Рәсәй транспорт университетында уҡып йөрөгән сағында Мәскәүҙә уҙғарылған «Йөрәк һүҙе»ндә ҡат­наша. Унда 1-се урынды яулай, ә былтыр үҙебеҙҙә, Өфөлә, ул 1-се турҙа уҡ төшөп ҡалды.
– Өс шиғыр ятлап әҙерләгәйнем, барыһын да халыҡҡа ишеттерә алманым. Шул әйтелмәгәнлек тойғоһо быйыл тағы ҡатнашырға мәжбүр итте, – ти ул.
Был юлы Баймаҡ егете ныҡ­лап әҙерләнә бәйгегә. Хөрмәтулла Үтәшевтән дәрестәр ала, сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Зем­фира Хөсәйенова менән кә­ңәшләшә.
Әнисә Мәхийәнованың махсус хәрби операцияла һәләк булған бейеүсе Илнар Хәтмуллинға арналған шиғырын һайлай ул. Сәхнә йондоҙоноң бер нисә ай элек Украинала һәләк булыуы бөтә республиканы тетрәндергәйне, тойғолар, кисерештәр әле лә һыуынмаған – күҙ йәштәрен һөртә-һөртә тамаша ҡылды халыҡ һәм аяғүрә баҫып ҡул сапты. Залда Илнарҙың әсәһе лә булыуы Варис өсөн айырыуса тулҡынландырғыс була. Күңелдәргә үтеп ингән был сығыш 1-се урынды яулай һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҡурай» каналында эшләгән Варис Исҡужин 500 000 һум премия менән бүләкләнә.
Көслө сығыштар күп булды. Конкурсанттарҙың бөтәһе лә бик етди әҙерләнгән, тасуири һөйләүҙәре лә, сәхнәлә үҙҙәрен тотоштары ла, тәҡдим иткән әҫәрҙәре лә – барыһы ла юғары кимәлдә, береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Был йәһәттән «Йөрәк һүҙе»нең йылдан-йыл үҫә бары­уын билдәләргә кәрәк, юғиһә тәүге йылдарҙа берәм-һәрәм шыйыҡ сығыштар булғылай ине әле.
Жюри эшенең һис тә еңел тү­геллеге ошондай мәлдә аңлашыла икән. Тамашасылар кеүек кинәнеп шиғыр тыңлағы, хис-тойғоларға бирелеп онотолғо килә, ләкин аҡылдың уяу булыуы кәрәк, сөнки яуаплылыҡ бик ҙур. Беҙ алдан уҡ «Йөрәк һүҙе»нең положениеһына һәм сәхнә ҡанундарына нигеҙлә­неп, конкурсанттарҙы баһалау кри­терийҙарын раҫлап ҡуйғайныҡ, шуларға таянып эш иттек, күп осраҡта фекерҙәребеҙ тап килде.
Төнгө сәғәт 12-гә тиклем да­уам итһә лә, бәйге бер тынала үткән һымаҡ булды. Һәм ул йыл да шулай. Һүҙ сәнғәтенең арбау көсө шул тиклем көслө, шуға ла бер тапҡыр «Йөрәк һүҙе»н ҡараған кешеләр уны йыл һайын ҡалдырмаҫҡа тырыша, билеттарҙың ҡыйбат булыуына ла ҡарап тормай, бара, бәйгеселәр менән бергә уйлана, һыҙлана, улар өсөн яна-көйә. Рухың таҙарып, күңелең сафланып сығаһың был тамашанан.
Проект үҙе күптән инде театр сәхнәһенән төшөп, ҡалаларға, райондарға таралды. Уны клуб­тарҙа, мәктәптәрҙә үткәрәләр. Республика сиген дә үтеп сыҡты ул. Бына ике йыл инде Татарстанда «Татар сүзе» ойошторола. Ҡаҙағстанда ла уникаль сара менән ҡыҙыҡһыналар икән.
Ә Наилә Абдулхай ҡыҙы ижадташ дуҫтары Зилә Дибаева, режиссер Сулпан Асҡарова, музыкаль яҡтан биҙәүсе Миңзәлә Яхиналар (композитор Илшат Яхиндың вафатынан һуң уның эшен һеңлеһе дауам итә. – Авт.) менән проектты тағы ла яҡшыртыу юлдарын эҙләй. Хәйер, уның бер ҡалыпҡа ғына һалынмай йылдан-йыл камиллаша барыуын беҙ үҙебеҙ ҙә күреп торабыҙ. Мәҫәлән, быйыл­дан бәйгелә 3-сө урын өсөн Рауил Бикбаев исемендәге премия индерелде. Уға Миәкә районы егете Сала­уат Шәйәхмәтов лайыҡ булды. Был бик ҙур мәғәнәгә эйә тип уйлайым мин, йәш шағирҙы оло әҙәбиәткә рухландырыр тылсымы булырға тейеш уның!
Әйткәндәй, киләсәктә Наилә Сәфәрғолованың беҙҙе «Әйтелмә­гән йөрәк һүҙе» тигән тамашаға саҡырыуы ла бар әле. «Йөрәк һү­ҙе»ндә ҡатнашыусылар һәр береһе 3-әр шиғыр ятлай. Тәүге турҙарҙан төшөп ҡалыусыларҙың иң көслө шиғырҙары тамашасыға барып етмәй ҡала, шуларҙы халыҡҡа ишеттерергә ине, ти ул. Ысынлап та, алты йыл буйына ундай шиғыр­ҙар бик күп йыйылған. Тағы ла бер кис, юҡ, төн уртаһына тиклем кинәнеп тыңлар инек шуларҙы!


Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.

Зөлфиә Ханнанова башҡарыуындағы Әсә образын  тыныс ҡабул итеү мөмкин түгел.
Әсә менән улдың бергәләп сәхнәгә сығыуы  иҫ китмәле матур күренеш – Гөлсиә  һәм Илмир Бикҡужиндар.
Жюри ағзалары: Рәшиҙә Мәһәҙиева, Марсель Тойғонов  һәм Эльвира Юнысова.
Әнисә Мәхийәнова «Йыл шиғыры» номинацияһында  еңеүсе тип табылды.
Зилиә Халиҡоваға «Тамашасы һөйөүе»  призы тапшырылды.
«Йөрәк һүҙе»нең һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә бергә күтәрешкән фекерҙәше, рухташы  Зилә Дибаева менән.
Бәйге баштан аҙағынаса тамашасыны көсөргәнештә тота.
Зөлфиә Ханнанова башҡарыуындағы Әсә образын тыныс ҡабул итеү мөмкин түгел.
Автор:Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА, «Ватандаш»
Читайте нас: