Все новости

Кем ул Яҡупов? "Музейҙар төнө"ндә "Ҡыҙылармеец Яҡупов" фильмын күрһәттеләр

Фильмдың авторҙары тарихта булған герой, "Дон далалары" бәйетенең авторы Дәүләтбай Мәүлетбай улы Яҡупов тураһында ҙур эҙләнеү эше башҡарған.

Музейҙа “Красноармеец Яҡупов” документаль фильмының демонстрацияһы һәм фильм буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Фильмдың режиссеры - Рәйсә Абдуллина. Сценарий авторҙары - Рәйсә Абдуллина һәм Гөлсәсәк Саламатова.

Әңгәмә барышында Гөлсәсәк Саламатова түбәндәгеләрҙе һөйләне: “6-сы класс өсөн Башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә “Дон далаларында” бәйете индерелгән. Уның авторы күрһәтелмәгән, әммә фронтовик яҙыусы Али Карнай тарафынан ошондай иҫкәрмә бирелгән: “Был яҙманы 1942 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Башҡорт атлы дивизия тарафынан алып барылған ҡаты һуғыштар ваҡытында бер блиндаж янында, Дон далаларында табып алдыҡ. Авторы әлегә билдәһеҙ. Бәйет ябай дәфтәр битенә яҙылған һәм уның һуңғы бите авиабомбамы, мина ярсығымы төшөп телгеләнгән, йыртылған. Шуға беҙ уның авторын билдәләй алманыҡ. Шулай ҙа шул һалдаттың иҫтәлеге итеп ошо бәйетте баҫтырып сығарабыҙ”. “Дон далаларында” исеме 1943 йылғы “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күргән был бәйет һуңынан мәктәп прграммаһына индерелгән.

          Мин бала саҡтан был бәйетте яттан белә инем. Уның авторы кем булғанлығы һәр саҡ  ҡыҙыҡһыныу уятты. Бәйеттә:

“Ҡыҙылармеец Яҡупов

Башҡортостан иленән,

Яҙам ошо бәйетемде

Яраланғас билемдән”, – тиелә

          Кем булған һуң ул Яҡупов?  Был минең өсөн оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ булды. Һәм, уйламағанда, 2018 йылда мин Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы “Ҡыҙыл Башҡортостан”гәзиттәрен 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем барлап ултырған ваҡытта ошо бәйеттең тулы вариантына юлыҡтым.

          Баҡтиһәң, дәреслеккә ҡыҫҡа варианты ингән икән. Ә тулы вариантта ошондай һүҙҙәр бар:

“Иптәшем Бибиәсмә,

Ҡәҙерле балаларым!..”

          Һәм минең өсөн ниндәйҙер аныҡлыҡ инә башланы. Яралы ҡыҙылармеецтың ҡатыны, тимәк, Бибиәсмә исемле булған. Мин Яҡуп һәм Бибиәсмә исемле кешеләрҙе эҙләй башланым. “Халыҡ хәтере”, “Халыҡ ҡаһарманлығы” сайттарынан, Яҡупов фамилиялы һалдаттың үлем ҡағыҙы ниндәй Бибиәсмәгә килгән икән, тип. Ләкин оҙаҡ йылдар эҙләһәм дә таба алманым. Әммә тора-бара 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында ун һигеҙ Яҡупов һуғышҡаны билдәле булды. Ун һигеҙ Яҡуповтың дүртәүһенә похоронка килгән, әммә уларҙың ҡатындары араһында Бибиәсмә юҡ ине. Артабан ҡалған ун дүрт кеше араһынан эҙләргә тура килде.  Һәм, уйламағанда, 2022 йылдың декабрендә китапханала “Ағиҙел” журналын барлап ултырғанда 1968 йылдың 2-се һанында Мөхтәр Сәғитовтың бик матур мәҡәләһен табып алдым. Ул унда һуғыш хаттары тураҙһында яҙа: “Минең ҡул аҫтында бик матур бер хат бир. Ул Дәүләтбай Яҡуповтың ҡатыны Бибиәсмәгә яҙған хаты. Дәүләтбай Яҡупов һуғышҡа тиклем Мәсетле районы Яңы Мишәр аулында тыуып үҫкән”.

          Ошо рәүешле күп йылдар дауамында барлай барып-барлвй барып бөгөнгө көндә Дон далалалары бәйете авторының кем икәнен  аныҡлап ҡуйҙыҡ. Беҙ уны документаль яҡтан да, текстологик яҡтан да иҫбатланыҡ һәм бөгөнгө көндә һис тә шик юҡ: ошо “Дон далаларында” бәйетенең авторы  – Дәүләтбай Мәүлетбай улы Яҡупов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һуғышта  1945 йылдың  23-сө апрелендә Германия ерендә һәләк була”.

 
Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: