Журналдың яҙғы һанында урын алған мәҡәләләр, очерктар, әҙәби әҫәрҙәр күңелдәрҙе уятып һиҫкәндерер, дәртләндерер, урыны менән уйландырыр. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китәйек.
Филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов әйтеүенсә, “Ғәйнә – башҡорт халҡы ойоша башлаған осорҙан бирле уның этногенезында ҡатнашҡан ырыуҙарҙың береһе. Хәҙерге ваҡытта ғәйнә башҡорттарының вариҫтары Пермь крайының Барҙа, Пермь һәм Уса, Свердловск өлкәһенең Әшит, Башҡортостандың Миәкә, Мәсетле, Әлшәй райондарында йәшәй. Ғәйнәләр иң тығыҙ йәшәгән төбәк – Барҙа районы. Элек-электән Тарихи Башҡортостандың төньяҡ ситендә йәшәгән ғәйнәләр халҡыбыҙ мәҙәниәтенең күп боронғо һыҙатын һаҡлап ҡала алған. Ғәйнәләрҙең үҙенсәлегенең төп символы – уларҙың йәнле һөйләү теле. Башҡорт теленең көньяҡ һәм көнсығыш һөйләштәрен – улар менән бергә әҙәби телде лә – тыуҙырған лингвистик процестар ғәйнә һөйләшендә саҡ башланған әле, шуға күрә уны телебеҙҙең бик боронғо торошон сағылдырған реликт һөйләш тип атарға мөмкин”. Ғәйнә ырыуының бер вәкиле Альберт Мәхмүтовтың йәнле һөйләштәге мәҡәләһе ғәйнәләрҙең тел үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһыныусыларға ҡыҙыҡлы булыр. Уны һеҙ “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” тигән рубрикала уҡый алаһығыҙ.
“Фатирҙар буйлап йөрөргә тура килде. Мәктәптәргә индермәйҙәр, артыҡ балалар юҡ, тиҙәр. Үҙемдең өйҙә 1-се класҡа бара торған балаларҙы беләм дә, тик ата-әсәләрҙең күбеһе балаларының вузға керә алмауынан ҡурҡты, башҡортса уҡытырға теләмәне"; "Балалар булмаҫ тип ҡурҡҡайныҡ, уҡыусылар шул тиклем күп килеп тулды, 1-се ҡатты тулыһынса интернат иттек, урын етмәгәс, балаларҙы хатта раскладушка менән коридорға һалдыҡ"; Рәсми рәүештә русса уҡытырға ҡушыу 1972 йылда башланды. Баҫымға ҡаршы тороу ауыр ине – башҡортса дәреслектәр сығыуҙан туҡтаны. Тик рус мәктәптәре өсөн генә дәреслектәр ҡалғайны, шулай булһа ла, башланғыс класс балаларын башҡортса уҡытыуҙы дауам иттек" - был 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында төрлө йылдарҙа эшләгән, уны асыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең хәтирәләренән өҙөктәр. Башҡортса уҡытыу түгел, үҙ телеңдә уҡыу тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтеү ҙә ҙур батырлыҡҡа тиң заманда баш ҡалала башҡорт мәктәбе асырға баҙнат итеүселәрҙе изге маҡсат йөрөткән: балаларҙы туған теленән, тимәк тамырҙарынан айырмау. Милли мәктәп асыу, милли телдә уҡытыуҙы ойоштороу тарихы әлеге көндә лә, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә яңы ысулдар һәм алымдар эҙләгән осорҙа ла, журнал уҡыусыларға актуаль булыр.
“Рәшит әрме хеҙмәте хаҡында ла йыш һөйләй ине. Ул хеҙмәтләндергән радиостанцияның ҙур ғына майҙаны селтәр менән кәртәләп алынған булған икән. Ул урынды таҙалыҡта, тәртиптә тотоу – элемтәсе һалдат елкәһендәге бурыс. Рәшит ундай шарттың файҙалы яғын күрә белгән: үләнен сабып, бесән итеп һатып, аҡсаһына «Совет Башҡортостаны», «Ағиҙел» кеүек башҡорт баҫмаларына яҙылған. Шул рәүешле әрмелә лә милли матбуғат яңылыҡтары, мәҙәни саралар менән даими рәүештә танышып барған, үҙе лә яҙышып, журналист оҫталығын шымартып ятҡан икән. Хәҙерге тел менән әйткәндә, эшҡыуарлыҡ таһыллығы ла булған бит Рәшиттә – аяҡ аҫтындағы аҡсаны йыйыштырып ала белеү ул заманда һәр кемдең ҡулынан килмәгән”. Исмәғил Аҡъюлов журнал уҡыусылар менән үҙенең һабаҡташы, фекерҙәше, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, профессор Рәшит Шәкүр тураһында йылы иҫтәлектәре менән бүлешә.
Илебеҙҙең Сталинград ҡалаһында тыуып үҫкән, башҡорт халҡына туғанлығы булмаған, шуға ҡарамаҫтан барлыҡ ғүмерен башҡорт халҡының матди мәҙәниәтен һәм декоратив сәнғәтен, милли кейемдәрен, традицион торлаҡтарын өйрәнеүгә бағышлаған ғалимә Светлана Шитова нисек итеп Башҡортостанға килеп сыҡҡан һәм ни өсөн уның башҡорттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы тыуған? Был турала Гузәл Данукалованың “Башҡортостан ғалимдары” тигән рубрикала урынлашҡан мәҡәләһенән белерһегеҙ.
“8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан беҙ, ир-егеттәр, булған ижади һәләттәребеҙҙе эшкә егеп, ҡатын-ҡыҙҙарға концерт күрһәтергә булдыҡ. Кемдер ҡурай тарта, кемдер шиғыр һөйләй, кемдер халыҡ йырҙарын башҡара. Коллективтың гүзәл өлөшө, ҡәнәғәт үә хайран булып, ихлас сәпәкәй итеп ултыра... Мәжлес шулай бик матур бара. Бына бер саҡ ярым түңәрәк яһап ултырған өҫтәлдәр араһынан дауылдай елеп, затлы елән, ҡамсат бүрек кейгән егет килеп инә. Кем был? Бейеүсе сая бөркөт булып талпына-талпына осоп йөрөй, һәр хәрәкәтендә – мәғәнә, ярһыу, дәрт-дарман. Йәтеш кәүҙәле, бар булмышында тәбиғилек, камиллыҡ. Бына был исмаһам артист, бына был бейеүсе! Тик кем булды һуң әлеге сәхнә оҫтаһы, байрам геройы? Ҡайһы театр-филармониянан? Ә былай үҙебеҙҙең егеткә оҡшап тора, әҙәбиәт редакцияһынан... Ысынлап та улмы икән? Күҙҙәрен ҡамсат бүрке ҡаплаған, һис танырлыҡ түгел...”