Бөҙрәләнеп торған сал сәсле, ҡуйы ҡара ҡашлы, теремек күҙле уҙаман онотолоп скрипкала уйнай... Сихри моң шауҡымынан хатта үҙе лә бәүелеп-бәүелеп ҡуйғандай. Шаһиттар хәтерләүенсә, Әһлей Фазлый улы башҡорт халыҡ йыры «Зөлхизә»не уйнаған мәлдә уны йә ағуналар уратып алыр була, йә, булмаһа, тирә-яҡты көтмәгәндә ҡуйы томан баҫа, һауала ике ҡатлы мөғжизәле йәйғор ҡалҡа...
Уның тыуған төйәге – Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында, шулай уҡ эргә-тирә ауылдарҙа скрипкала уйнаусылар йыш осраған. Биш-алты йәшлек Әһлейҙе иһә Ырымбур яғынан гастролгә килгән Кушловский фамилиялы скрипкасы әсир итә.
Тап уларҙың өйөнә фатирға төшкән артист спектакль алдынан төпкө бүлмәлә ниндәйҙер ят көй уйнай башлай. Малайға йәшен һуҡҡандай була: ул, үҙ-үҙен онотоп, ишек яңағына сикәһен терәгән көйөнә тын да алмай тыңлай был ғәжәйеп моңдо. Мөкиббән киткән балаға ҡарап, артист уның музыкаль һәләте барлығын асыҡлай. Көҙ еткәс, мин һине килеп алам, уҡытам, тип вәғәҙәләй.
Көҙ ҙә етә, ҡыш та үтә, йылдар уҙа... Скрипкасы Кушловский килмәй. Ғүмеренең аҙағынаса Әһлей Сөләймәнов уны ҙур ихтирам һәм һоҡланыу менән иҫкә ала. Ҡағыҙҙары араһында һаҡланған яҙма тетрәндерә: «Бөгөн 2001 йылдың 12 апреле. Миңә 76 йәш тулды. 77-се йәшемә сыҡтым. Ә Кушловский бөгөнгөләй күҙ алдымда! Скрипка тауышы әле лә ҡолағымда сыңлаған кеүек...»
Ғаиләләрендә барыһы ла йыр-моңға маһир була: атаһы ҡурайҙа оҫта уйнай, Ғилметдин менән Нуритдин ағалары (атаһының беренсе ҡатынынан тыуған балалар) илгәҙәк ҡустыларын бейергә, ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Мандолинала ул бик иртә уйнай башлай – бер генә ҡыл ярҙамында ла көй сығара ала. Тик бына скрипка тынғы бирмәй бит... Уны хатта үҙе лә эшләп ҡарай. Әсәһе, балаһын йәлләп, бөтә кешене аптырауға һалып, биш һумға скрипка һатып алып бирә. Ыҙалана торғас, ниһайәт, серенә төшөнөп, «Ҡарабай» көйөн сығара малай.
Интернатта ашнаҡсы булып эшләгән әсәһенә эйәреп, бәләкәс Әһлей мәктәпкә йөрөй башлай. Мейес артына йәшенеп кенә дәрес тыңлаған малайҙы уҡытыусы парта артына ултыртып ҡуя. Шулай итеп, йәше етмәһә лә, мәктәп уҡыусыһы булып китә ул. Ә 1938 йылда, 7-се класты тамамлағас, колхоз эшенә егелә, тракторға ултыра.
1942 йыл аҙағында әле ун һигеҙе лә тулмаған егетте дүрт иптәше менән бергә һуғышҡа алып китәләр. Пехотасы Сөләймәнов 2-се Украин фронты составында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың авгусында Курск дуғаһы өсөн барған аяуһыҙ алышта ул ныҡ яралана. Артабан – бер-бер артлы госпиталдәр. Снаряд ярсыҡтарынан таҙартҡас, янбаш һөйәген, бик ныҡ ярсылыу сәбәпле, тимер сымдар менән ялғап, гипсҡа урайҙар.
Күп михнәттәр кисергән 19 йәшлек егет, таяҡҡа таянып, 1944 йылдың апрелендә тыуған ауылына ҡайтып төшә. 1-се төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, Әһлетдингә бригадир вазифаһын йөкмәтәләр, яшыҡ ҡына ат та бирәләр.
Иңенә алған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара ул. Тик көндәрҙең береһендә, ат аҫтында ҡалып, яралары асыла. Чкалов (хәҙер – Ырымбур), Магнитогорск ҡалаларында дауаланып, яңынан аяҡҡа баҫа.
Шул киткәндән тыуған ауылына әйләнеп ҡайтмай Әһлетдин. Магнитогорскиҙан ҡайтып барышлай Асҡарҙа ғаиләһе менән йәшәгән апаһы Зифала туҡтала. Уйламағанда ғына милиция органдарына эшкә урынлаша. Башта Әбйәлил районының паспорт өҫтәле начальнигы була, артабан Рязань милиция мәктәбендә белемен камиллаштыра. 1947 йылда йүнәлтмә буйынса Баймаҡҡа килә лә был тарафты ғүмерлеккә үҙ төйәге итә. Бөҙрә таллы Ейәнсураны ҡалдырып, әсәһе менән ҡарындашы Фәүзиә лә күсеп килә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Әһлей Фазлый улы йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
1953 йылда, ыңғай ғына барған эшенән ваз кисеп, ул гөрләп торған мәктәп тормошона сума. Был хәлгә 2-се Этҡол мәктәбе уҡыусылары менән осраҡлы осрашыу этәргес бирә.
Темәс педагогия училищеһын тамамлаған Әһлей Сөләймәнов күңеленә яҡын шөғөлгә тотона. Мәктәп балалары менән генә түгел, ауыл халҡы менән дә йәнле эш алып бара. Нота грамотаһын үҙ аллы өйрәнеп, оркестр төҙөй, уҡытыусылар менән спектаклдәр ҡуя – бик күңелле, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй Сөләймәновтар ғаиләһе. Ул заманда әленән-әле смотрҙар үтеп тора. 1957 йылда уҡ, 2-се Этҡол коллективы менән смотрҙа сығыш яһап, Әһлей Фазлый улы үҙен булдыҡлы ойоштороусы, һәләтле музыкант итеп таныта.
1966 йылда Иҫке Сибай урта мәктәбенә эшкә күсә. Был ваҡытта ул тәжрибәле, эште белгән, дәрте ташып торған 40 йәшлек ир-уҙаман була. Ошо осор, 1966–1979 йылдар, Әһлей Сөләймәновтың тормошонда иң сағыу, һөҙөмтәле эшләгән мәл булғандыр, моғайын.
Мәктәп директоры С.Ғ.Ишбирҙин тәғәйенләгән музыка бүлмәһе бер аҙҙан тар була башлай: мәктәптә гөрләп торған күп һанлы түңәрәктәр асыла. Гармун, мандолина, скрипка, ҡурай, ҡумыҙ, хор, бейеү, һуңғараҡ – тынлы оркестр, ҡыллы оркестр... Әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа гармунда уйнаусылар өй аша тиерлек булһа, ҡурай бөтөнләй ишетелмәй ине. Әһлей Фазлый улы Йылайыр, Ейәнсура урмандарына барып ҡурай алып ҡайта, төндәр буйы уларҙы эшкәртеп, тауышын тикшереп, уҡыусыларға әҙерләп бирә.
Остаздары уҡыусыларҙы ҡурайҙа ла уйнарға өйрәтә
Яңы килгән уҡытыусының тырышлығын лайыҡлы баһалап, мәктәп етәкселеге, Баймаҡтағы музыка мәктәбе, совхоз етәкселеге уҡыусыларға яҡшы сифатлы биш скрипка, тынлы оркестр инструменттары комплекты, икешәр пианино, баян, алты гармун алып бирә. Шулай итеп, мәктәп базаһы музыка ҡоралдары менән тулыландырыла, эш яйға һалына.
Әһлей Фазлый улы оҫта ҡуллы, бай фантазиялы, егәрле кеше булды. Оркестрҙа ҡатнашҡан мәғариф ветераны Разия Баймөхәмәтованың хәтирәләре уның үҙ эше өсөн янып-көйөп йәшәгән кеше булғанлығы хаҡында һөйләй:
– Скрипканың ҡылы тиҙ өҙөлөүсән. Шуны Әһлей ағай үҙе яһарға өйрәнеп алды. Йәш малдың таҙартылған ас эсәген ике бүлмәле фатирында бер мөйөштән икенсеһенә һуҙып тарттырып киптерә, шунан нәҙек кенә итеп ҡырҡа. Тағы һуҙып тарттыра. Ике аҙна үтеүгә ҡылдар әҙер була. Мөгөҙҙән эшләнгән инструменттарҙы ла үҙе яһаны. Мөгөҙҙәрҙе йыя, ҡаҙанда ҡайната, тышын ышҡып ялтырата, утта ҡыҙҙырылған сөй менән тишектәр яһай. Артабан шул тишектәргә ҡаҙ ҡауырһынынан, арпа һаламынан һыҙғыртҡыс ҡуя. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылһа ла, сәнғәт мәктәбе асып, йөҙҙәрсә уҡыусыла сәнғәткә һөйөү уятһа ла, әллә күпме конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулаһа ла, тормошта Әһлей ағай үтә ябай, баҫалҡы кеше булды. Бер ваҡытта ла эшләгән эштәре менән маҡтанманы.
1969 йылдан Әһлей Фазлый улы Баймаҡ музыка мәктәбенең Иҫке Сибай филиалында ҡурай дәрестәрен алып бара, 1971 йылдың октябрендә мөдир итеп тәғәйенләнә.
Бер ваҡиғаны ул һәр саҡ ҙур тулҡынланыу менән иҫкә алыр ине. Район смотр-конкурсында беренсе урынға лайыҡ булған Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары 1971 йылдың 5–10 июнендә Өфөлә йәш таланттар смотр-конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Әһлей Фазлый улының ай-вайына ҡарамаҫтан, совхоз директоры Петр Николаевич Селезнев балаларға, уларҙы алып барған уҡытыусыларға Өфөгә тиклем һәм кире яҡҡа самолетҡа билеттар һатып ала.
Бына сәхнәгә 50 скрипкасы сығып баҫа. Әҙерлектәре яҡшы кимәлдә булған балалар бер тотҡарлыҡһыҙ тәғәйен көйҙәрҙе башҡара, шунан араларынан 18 уҡыусы ҡурай менән сыға. Артабан тағы ла бер нисә номер күрһәтелә.
Конкурс һөҙөмтәһен иғлан иткән көндө Әһлей Фазлый улы ғәйәт ҙур тулҡынланыу тоя. Бер урында ултырып сыҙай алмай, коридор буйлап тегендә-бында һуғыла, сөнки өҫтөндә – ҙур яуаплылыҡ: шул тиклем сығымдар менән Өфөгә ебәргән Петр Николаевичтың ышанысын аҡламаһалар, ояты ни тора!
Бына уны жюри алдына саҡырталар. Комиссия ағзалары хайран ҡалған: нисек шул ҡәҙәре баланы скрипкала уйнарға өйрәттегеҙ, ҡайҙан шул тиклем музыка ҡоралы алдығыҙ – һорау артынан һорау яуа ғына! Ниһайәт, конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителә: Иҫке Сибай уҡыусылары – еңеүсе! Ҡыуаныстың сиге юҡ!
Был еңеү анһат ҡына бирелмәй, әлбиттә, ул – ғәйәт ҙур эш һөҙөмтәһе. Мәктәптең шул йылдарҙағы түңәрәктәр теҙмәһен ҡарап сығыу ғына әллә күпме ваҡыт талап итә. Һәр төркөм яңы шөғөлләнә башлаусыларға, дауам итеүселәргә бүленгән, дәрестәр минутына тиклем теүәл һанап сығарылған. Түңәрәктәрҙә 180 уҡыусы шөғөлләнә. Балалар баҡсаһында ла музыка дәрестәре йәнләнә: Әһлей Фазлый улы, кескәйҙәрҙе мөмкин тиклем иртәрәк музыкаға ылыҡтырырға кәрәк, тигән фекерҙә була, уларҙың һәр береһенең ниндәйҙер һәләте барлығына ышана.
Ә.Сөләймәнов совхоз халыҡ инструменттары оркестрына, һуғыш ветерандары хорына, ҡурайсылар ансамбленә, шулай уҡ совхоз-колхоздарҙың берләштерелгән оркестрына етәкселек итә. Ҡайһы саҡта был оркестр составында 120-ләп кеше булып китә: иң артта – 50 ҡурайсы, улар алдында – 40-лап гармунсы-баянсы. Ике яҡлап һыйыр мөгөҙөнән яһалған уйын ҡоралында 10 кеше уйнай. Тағы ла ситтәрәк – өсмөйөшлө тимер тараҡта уйнаған 10 артист, сәхнә уртаһында – 10 мандолинасы, уларҙың ике яғынан 10 ҡумыҙсы урын алған, артабан – думбырасылар һәм батмус сиртеүселәр. Дирижерлыҡ итеүсе Әһлей Фазлый улы үҙе лә скрипкаһы менән оркестрға ҡушылып китә...
1975 йылда Иҫке Сибайҙа сәнғәт мәктәбе асыла. Быға тос өлөш индергән генә түгел, ә ысын мәғәнәһендә мәктәпкә йән өргән, нигеҙ һалған кеше – Әһлей Фазлый улы Сөләймәнов. Административ мәшәҡәттәрҙе йәштәргә тапшырып, яратҡан эшен ике мәктәптә дауам итә ул. 1979 йылдың ғинуарынан тулыһынса Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенә ҡурай класы уҡытыусыһы булып күсә һәм 1997 йылдың ноябренә тиклем үҙе нигеҙ һалған мәктәптә эшләй. Шулай итеп, 44 йыл педагогик стажының 30 йылын сәнғәт мәктәбенә бағышлай.
1997 йылдың ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу курсы үткәрелә. Лекциялар уҡыу өсөн күренекле композиторҙар А.Ғайсин, Р.Сәлмәнов һәм М.Әхмәтов саҡырыла. Семинар сиктәрендә практик күнекмәләр, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтовтың хәтер кисәһе уҙғарыла. Әһлей Сөләймәнов скрипкала «Һиңә тартыла күңел» көйөн уйнай. Һәүәҫкәр музыканттың көйҙө урынына еткереп, һәр боролошон уратып уйнай алғанына, ниндәй булһа ла көйҙө абсолют ишетеү һәләтенән сығып башҡарғанына хайран ҡалған Морат Әхмәтов 72 йәшлек Әһлей Сөләймәновҡа хатта студенттар менән дәрестәр үткәрер өсөн Өфөгә килергә тәҡдим итә.
Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбендә коллегалары менән. 2001 йыл
Совет иле тарҡалғандан һуң музыка мәктәптәре лә көрсөккә эләгә. «Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбендә өс тапҡыр бер үҙем ҡалған сағым булды, әммә яптырманым», – тип хәтерләй торғайны оло уҡытыусы. Халыҡ ҡулына «тере аҡса» эләкмәгән саҡта, үҙ аҡсаһын түләп булһа ла, балаларға белем алыу мөмкинлеге бирә. Хәҙерге көндә ҡурай яңы үҫеш кисерә, халыҡтың яратҡан музыка ҡоралы булараҡ тергеҙелә икән, бында Әһлей Сөләймәновтың да өлөшө ҙур. Шәхси архивындағы исемлектәрҙән күренеп тора: бер бала ла уҡытыусының иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Музыкант булып китмәһәләр ҙә, тәрбиәләнеүселәре мотлаҡ һәйбәт кешеләр булыр, тип инанған ул.
Әһлей Сөләймәновтың уҡыусылары араһында билдәле ҡурайсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, музыка уҡытыусылары күп: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегетов, республика, төбәк-ара бәйгеләр еңеүсеһе Риф Ҡәйепҡолов, Сибай педагогия колледжының музыка уҡытыусыһы Хәлим Ситдиҡов, тормоштарын музыка менән бәйләгән Гүзәл Мусина, Гөлдәр Ибраһимова, Мөслимә Айсыуаҡова, Розалия Илтинина, Нуриәхмәт Байтурин, Фәнил Шәрипов һәм башҡалар. Бер генә лә смотр-конкурстан, фестивалдән ситтә ҡалдырмай остаз уларҙы: һәр береһендә ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайталар. Бәләкәй генә уңыштарын да теркәп ҡуйғаны, конкурстар хаҡында мәҡәләләрҙе йыйып барғаны – уның сәнғәт донъяһына ни тиклем мөкиббән киткәненә дәлил.
Тел һәм әҙәбиәт белгесе Рәшит Шәкүр үҙенең «Скрипка» исемле мәҡәләһендә («Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 1995 йыл, 8-се һан) Әһлей Сөләймәнов хаҡында ошолай тип яҙа: «Әүәлге традициялар ерлегендә үҫеп сыҡҡан скрипкасы халыҡ музыканттары араһынан Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының фольклор ансамбле етәксеһе, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әһлей Сөләймәновтың скрипка тауышы тиҫтәләрсә йылдар буйы был коллективтың ижадында мөһим урын тотоп килде. Әһлей ағай – үҙешмәкәрлек оҫталары араһында, һис шикһеҙ, күркәм шәхестәрҙең береһе». Был юлдар – Әһлей Фазлый улының талантына һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә ҙур баһа.
Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Баймаҡ халҡының оло ихтирамын тойоп йәшәне Әһлей Сөләймәнов. 70, 75 йәшлек юбилейҙары ауыл клубында, район сәхнәһендә ҙурлап үткәрелде. Йәш быуынды эстетик яҡтан тәрбиәләүҙәге һәм уҡытыуҙағы ҡаҙаныштары, Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбен асыуҙағы һәм үҫтереүҙәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн 2001 йылда – үҙе иҫән саҡта – Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенә Әһлей Сөләймәнов исеме бирелде. Өс сәғәтлек концерт менән тамамланған был кисә уның ғүмерендә иң бәхетле мәлдәрҙең береһе булғандыр, моғайын.
...Элек туғандар менән табын артында осрашыуҙар тәбиғи күренеш һаналды. Йыр-моң менән үткән мәжлестәрҙә берсә скрипкаһы менән йырға ҡушыла, берсә ҡурайын ҡулына алып, өҙҙөртөп бейетә ине ҡайным. Үҙе иһә бер генә таҡмаҡҡа (уныһын да – бик һирәк) бейей торғайны. Ул таҡмаҡты иһә ғүмерлек тормош юлдашы Таңһылыу Хәбибулла ҡыҙы әйтер ине. Ҡәйнәм үҙе лә башҡорт халыҡ йырҙарын Әһлей Фазлый улының скрипкаһы моңона бик оҫта йырланы. Ғаилә менән күп тапҡыр смотрҙарҙа сығыш яһанылар. Сөләймәновтар байлыҡ, мөлкәт йыйыуҙан азат булды, йорттарының ишеге һис ҡасан ябылманы: һәр кемгә һый-хөрмәт етте, күңелдәре киң, йөрәктәре асыҡ ине.
Татыу ғаиләлә дүрт бала буй еткергән, барыһы ла – ижадҡа ғашиҡ шәхестәр. Улдары Фәһим – ҡурайҙа, Булат кларнетта, гитарала оҫта уйнай. Ҡыҙҙары Фәриҙә бәләкәйҙән бейергә, рәсем төшөрөргә, шиғыр яҙырға әүәҫ була. Тағы бер улдары Фәрит Баймаҡта мәҙәниәт бүлеге мөдире, Сибай ҡалаһында «Сулпан» театры директоры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында директор урынбаҫары булып эшләне, оҫта йырлай. Ейәне Зиннур Сөләймәнов та сәнғәт юлын һайланы – Стәрлетамаҡ театрында режиссер булып эшләй. Әһлей Фазлый улының бүләсәре Айым Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый, флейтала уйнай, Нурия бүләсәре скрипка класында уҡый. Олатайҙары ейән-ейәнсәрҙәрен бик яратты, уларға ҡарата ҡаты һүҙ өндәшкәнен дә хәтерләмәйем. Ике яғынан һыйынып ятҡан балаларға яйлап, һүҙ тәмен белеп кенә мажаралы тарихтар, оҙон-оҙон әкиәттәр һөйләгәнен хәтерләргә генә ҡалды...
Ә.Сөләймәнов улдары Фәрит менән Фәһимде музыка серҙәренә өйрәтә (1967 йыл тирәһе)
Һуғыш мәхшәренән иҫән ҡайтып, матур һәм йөкмәткеле ғүмер кисергән ҡайным бәхетле булғандыр, тим. Ғүмере буйы таяғын ташлай алмаһа ла, зарланманы, өлгөрмәҫтәй булып, ашығып-дөрләп йәшәне. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, профессиональ музыкант булып китә алмаһа ла, әллә күпме баланы сәнғәткә ылыҡтырған, халыҡҡа хеҙмәт иткән белгестәр тәрбиәләгән моң эйәһе бит ул! Ошондай шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ, иҫкә төшөрөп, доғалар ҡылып йәшәйек. Был тормошта ҡалдырған эҙебеҙ, Әһлей Фазлый улыныҡы кеүек, саф, яҡты, нурлы булһын!