– Хөрмәтулла Ғаззали улы, һөйләшеүҙе зат-ырыуығыҙҙан башлайыҡ әле. Нәҫелегеҙҙең тамыры кемдәргә барып тоташа?
– Иҫ белгәндән үҙемдең түңгәүер ырыуы вәкиле икәнемде ишетеп үҫтем. Түңгәүерҙәрҙең ырыу ағасы – ерек, ҡошо – һайыҫҡан, тамғаһы – ярым ай, ораны – «Ҡуңғырат!» Ситтән күсеп килгән билдәһеҙ ҡәүем вәкилдәре лә, килмешәк тә түгелбеҙ, беҙ – аҫаба халыҡ. Ошонда минең ырыуым тамырланған, быуын-быуын булып көн күргән, тыуған ерен һаҡлап, ата-бабам ҡан ҡойған. Бөгөн дә ҡолағымда атайымдың һүҙҙәре яңғырай кеүек: «Улым, һин түңгәүерҙең ун бишенсе быуын вәкиле: Түңгәүер – Хаҡҡолай – Иламан – Күстәнә – Һатыусал – Татлыбай – Тәкәй – Бәкер – Көһәкәй – Үтәғол (Үтәш батыр) – Ғәбделхалиҡ – Хәйрулла – Ғимаҙетдин – Ғаззали – Хөрмәтулла...» Шәжәрә ағасына улдарым Айтуған, Азамат, Арыҫландың исемдәре лә өҫтәлде. Үҙ ырыуымдың тарихын, шәжәрәмде белеү ерҙә ышаныслы баҫып торорлоҡ ҡеүәт бирә.
– Нәҫелегеҙ көрәшселәр булып дан алған, атайығыҙ иһә – түңгәүерҙәрҙең билдәле батыры...
– Эйе, атайым Имамғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев бил бирмәҫ көрәшсе булды. Ул 1909 йылдың 10 февралендә Хәйбулла районының Кәрим (Таштуғай) ауылында тыуған. Ауыр ҙа, аяныслы ла, мажаралы ла тормош юлы үткән.
Атайым бала сағынан милли көрәш менән мауыға. «Был баланы бағырға кәрәк!» – тип, уға иғтибар бүлә башлайҙар. Ғаззали батырҙың даны Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ яҡтарына, Ырымбур тарафтарына тарала. 16 йәшендә, ҙур йыйында көрәшеп, бер-бер артлы 15 көрәшсене еңә. Майҙанға йыйылған халыҡ: «Был ниндәй ғәйрәтле бала?!» – тип хайран ҡала.
1932 йылдан 1935-кә тиклем армияла, кавалерияла хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә һуғышҡа китә. Белоруссиялағы алыштарҙа, Курск дуғаһындағы яуҙарҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғыштан 1946 йылдың яҙында ҡайта. «Ғаззалиҙың түше тулы миҙал ине», – тип хәтерләй ололар. Һуғыштан һуң ауылдаштары менән бергә ең һыҙғанып колхозды төҙөкләндереү эшенә тотона, оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләй. Атайым бик көслө ине, етмешәр килолы тоҡтарҙы ыһ та итмәй күтәрә торғайны. Йөктө тарта алмай, хәлһеҙләнеп йығылған аттың бауыр аҫтына инеп, күтәреп торғоҙғаны ла була.
Тәүге тапҡыр көрәш майҙанына 15 йәшендә сыҡһа, һуңғы тапҡыр 62 йәшендә район һабантуйында беренселекте яуланы атайым. 1977 йылдың 5 апрелендә, 67 йәшендә, вафат булды. Ҡәбер ташында шундай юлдар яҙылған: «Көрәш майҙанында арҡам ер күрмәне...» Был һис тә арттырыу түгел, ә ысынбарлыҡ.
– Әсәйегеҙ тураһында ниндәй иҫтәлектәр күңелегеҙҙе йылыта?
– Миңә 4–5 йәштәр самаһы булғандыр. Ауыл малдарын көтөүсе ағай төшкөлөккә һыйырҙарҙы йылға аръяғындағы бейек тау башына алып килә. Әсәйем, шул ваҡыт менән файҙаланып, һыйырҙарыбыҙҙы һауып ала. Ятаҡҡа тәүге тапҡыр барған ваҡыт әле булһа күҙ алдымда – ҡурҡа-ҡурҡа ғына күперҙән атлайым, йылғаға ҡараһам, башым әйләнә, шунан әсәйемдең итәгенә сытырлап йәбешәм. Әсәйем менән тәүге сәйәхәтем оло донъя менән таныша башлауыма тәүге аҙым булғандыр.
Бала саҡтың матур хәтирәләре әле лә иҫтә: бына атайым, ойотоп ҡына бейеп, әсәйем алдына килеп баҫа. Йәнәһе, әйҙә әле, әсәһе, ҡунаҡтарҙың күңеле булһын! Әсәйем дә атайыма тиң – һылыу йөҙлө, алсаҡ, күркәм холоҡло, аҡыллы, егәрле. Атайымдың бейеүенән ут-ялҡын бөркөлһә, әсәйем, ҡарашын иҙәнгә төбәп, һалмаҡ ҡына, итәғәтле хәрәкәттәр менән бейергә төшә…
– Бала саҡта шуҡ булдығыҙмы?
– Бала саҡтағы мажараларым үҙе бер китаплыҡ! Фәриҙә апайым кейәүгә сыҡҡан мәл, ауыл осонда айырым йәшәп яталар. Хәйҙәр еҙнәйем ишек алдында тәрән итеп ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, киңлеге – өс, тәрәнлеге – алты-ете метр тирәһе. Һыу сыҡмағас, ҡаҙыуын ташлаған. Август айы ине, түтәлдәр эргәһендә фуфайка кейҙерелгән бер ҡарасҡы тора, башында – бүрек. Шул тирәлә Рәхимә апайым, Сәлимә ҡоҙаса менән баҫтырышып уйнайбыҙ. Мин ҡарасҡының бүреген башыма кейеп алдым. «Хәҙер һөҙәм!» – тип ҡысҡырам. Тегеләр сәрелдәп ҡаса. Мин уның һайын ҡотороп, ҡоҙоҡ тирәләй уларҙы баҫтырам. Бер мәл бүрек ҡолаҡсыны күҙемде ҡапланы һәм мин, яҙа баҫып, ҡоҙоҡ эсенә ҡоланым... Осоп төшөп барған сағымды хәтерләйем, ергә бәрелеүҙән иҫемде юғалтҡанмын. Аҙаҡтан белеүемсә, Рәхимә апайым әсәйгә хәбәр иткән. Беҙҙең өйөбөҙ ете йорт аша ине. Баҫҡыс буйлап эргәмә әсәйемдең төшкәнен һәм мине күтәреп алғанын хәтерләйем, үҙе илай-илай һамаҡлай: «Эй, һине!.. Еҙнәңә күпме әйттем шул соҡороңдо ҡапла, мал-тыуар ҡазаланыр, тип...» Ҡайтҡас, сепрәк менән башымды урап бәйләп, солан иҙәненә түшәк түшәп, мине һалҡынға һалып ҡуйҙылар. Ауылда ни медпункт та, врач та юҡ. Әсәйем, апайҙарым һәм күршеләр солан һалҡынында сәй эсеп ултыралар. Мине йоҡлай, ишетмәй тип уйлап, үҙ-ара һөйләшәләр: «Әгәр таң атҡансы үлмәһә, был бала йәшәр...» Хоҙайға шөкөр, таңды имен-аман ҡаршыланым. Ул ваҡиғаның иҫтәлеге булып башымда ҙур йәрәхәт эҙе тороп ҡалды.
Бала саҡтың икенсе мажараһы. Ул ваҡытта мәктәпкә төшмәгәйнем. Ҡыш уртаһы. Атайым бесән тарттырыу эшендә – тәүге ҡар яуыу менән тракторға тағылған оҙон трос менән бесәнде уратып, тарттырып алып ҡайталар. Өй эргәһенә трактор килеп туҡтаны. Сигнал бирә. Атайым: «Ҡараңғы төшкәнсе тағы ла бер рейс эшләп өлгөрөргә кәрәк», – тине лә кейенеп тышҡа сыҡты. Рәхимә апайым менән беҙ ҙә, Ишәй менән Ҡушай кеүек тағылышып, атайыбыҙға эйәрҙек. Ул иһә сығыу менән тракторға ултырҙы ла китте. Беҙ, ҡул болғап, юл ситендә тороп ҡалдыҡ. Алдыбыҙҙан, йылан кеүек һуҙылып, трос үтә лә үтә. Ә иң осонда бәләкәй генә бесән өйөмө ята. Йүгереп барҙым да: «Хәҙер шыуам», – тип шул бесән өйөмөнә яттым. Илле метр самаһы барҙым шулай. Төшәйем тиһәм, төшөп булмай – бәлтәм тросҡа эләккән, бер нисек тә ысҡындырып булмай. Һөйрәлеп барам, ҡысҡырам, апайым артымдан илай-илай йүгерә. Ҡапыл эсем ауыртып китте. Бара-бара саҡ төшөп ҡалдым. Бәлтәмде күтәреп ҡараһам... эсәктәрем һәленеп тора. Эсемде тотоп алдым да йүгерҙек өйгә ҡарай. Ҡайттыҡ. Икәүләп аҡырып илайбыҙ. Әсәйем: «Нимә булды?» – ти. Апайым: «Ана, Хөрмәтулланың эсе тишелде», – тип үкерә. Әсәйем бәлтәмдең итәген күтәреп ҡараны ла ҡото осто: унда – трос йыртып ебәргән ун сантиметр тирәһендәге яра. Бәйләнеләр ҙә һуҙып һалып ҡуйҙылар урындыҡҡа. Ятам хәҙер. Ялҡып китәмдер инде, ятҡан килеш уйнайым, унан, мауығып китеп, урындыҡта шыуып йөрөй башлайым. Әсәйемдең: «Ят, хәҙер эсәгең ҡойола бит!» – тип киҫәтеүе бер ҡолаҡтан инә, икенсеһенән сыға. Ярай әле, трос, етди йәрәхәт яһап, ғүмеремде өҙмәгән. Хоҙай һаҡлағандыр инде...
– Мәктәптә ниндәй уҡыусы инегеҙ? Уҡытыусыларҙы тыңланығыҙмы?
– 1-се кластан уҡ уҡыуға бик яуаплы ҡараным. Дәрес әҙерләмәйенсә тышҡа уйнарға сыҡмай торғайным. Ҡустыларым Хәсән менән Хөсәйендең шау-шыуына, илашыуына иғтибар итмәй, ҡолаҡтарымды ҡулым менән ҡаплап, мөңгөр-мөңгөр уҡый инем. Уҡытыусыбыҙ Менәүәрә апай Ильясова беҙ тырышып уҡыһын өсөн төрлө алымдар ҡуллана ине. Мәҫәлән, «бишле» билдәһе алыусыға ҡатырғанан ҡырҡып эшләнгән билдә тапшыра. Биш тин аҡса ҙурлығында зәңгәрһыу төҫтәге түңәрәктең ҡап уртаһына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп «5» һаны яҙылған. Уны алыусылар ат башындай алтын тапҡандай шатлана ине. Билдәләрҙе шырпы ҡабына йыйып барабыҙ ҙа аҙна аҙағында һанайбыҙ, шулай итеп алдынғы уҡыусыны билдәләйҙәр.
Бала саҡ – баллы саҡ
Иң мауыҡтырғысы – алфавитты өйрәнеү. Көн дә яңы хәреф менән танышабыҙ. Бына бер мәл «Әлифба» китабы буйынса «З» хәрефенә еттек. Өлгө итеп: «Зәй-нәп ал-ма а-ла. Зәй-нәп ал-ма а-шай. Зәй-нәп уй-най. Зәй-нәп һыу-ға ба-ра. Зәй-нәп ты-рыш ҡыҙ», – тигән һөйләмдәр яҙылған... Ә минең бит әсәйемдең исеме Зәйнәп! Быны мин әсәйемдән көлөп, мыҫҡыллап яҙылған кеүек ҡабул иттем. Барыһы ла миңә бармаҡ төртөп: «Хөрмәтулланың әсәһе тураһында яҙылған!» – тип көлөрҙәр һымаҡ, оялып ултырам. Юҡ, көлгән кеше булманы. Уҡытыусы апай: «Һөйләмдәрҙе шыма итеп уҡырға өйрәнегеҙ», – тип ҡайтарҙы. Өйҙә төшкө аш ашап алғас, теләр-теләмәҫ кенә «Әлифба»мдың биттәрен асып, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ләкин ғәҙәттәгесә ҡысҡырып уҡый алмайым: эргәмдә генә әсәйем йөрөй. Иртәгәһенә дәрес ваҡытында «Уҡытыусы миңә уҡырға ҡушмаһа ғына ярар ине!» тигән уй менән башымды эйеп, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙым. Эй, йүләр бала саҡ! Үҙ әсәйеңдең исеменән оял инде! Бәлки, быға ауылыбыҙҙа йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәт сәбәпсе булғандыр? Ауылдаштарым бер-береһенә исем-шәриф менән түгел, ә туғанлыҡ ептәре буйынса мөрәжәғәт итә ине: ағай-апай, ҡайным-ҡәйнәм, ҡоҙа-ҡоҙағый, килен-кейәү, ҡайнаға-ҡайынбикә...
– Беҙ һеҙҙе шаян, йор һүҙле кеше итеп беләбеҙ. Оялыу, ҡаушау кеүек һыҙаттар электән үк булманымы?
– Бар ине! 7-се класҡа күскән йәйҙә ҡапыл ғына буйға үҫеп киттем. Быға тиклем физкультура дәресендә стройҙа дүртенсе булып торһам, тиҙҙән беренсе булып баҫтым. Сентябрҙең тәүге аҙнаһында башҡорт теле дәресендә уҡытыусы мине таҡта янына сығарҙы. Ҡулыма аҡбур алып яҙырға ынтылыуым булды, синыфташтарым пырхылдашып көлөргә тотондо. Аптырап артыма боролоп ҡараным, ләкин бер ни аңлай алмайым. Тиҫтерҙәрем, уҡытыусы апайҙың иҫкәртеүенә иғтибар итмәйенсә, көлөүен дауам итә. Көлкөнөң сәбәпсеһе үҙем икәнлекте аңғарып ҡалып, өҫтөмә кейгән мәктәп формаһына иғтибар иттем. Салбарымдың балаҡтары ҡыҫҡа ғына, ойоҡбаштарымды түгел, хатта сираҡтарымды ла ҡапламай, ә пинжәгемдең еңе терһәгемә яҡынлаған... Мәктәп формаһы былтырғы уҡыу йылынан ҡалғайны, яңыһын һатып алмағайныҡ шул. Ер тишегенә инеп китерҙәй булып оялдым. Дәрескә әҙерләнеп килһәм дә, был хәлдән һуң таҡтаға башҡа сыҡманым. Уҡыуым насарланды, мәктәпкә йөрөү минең өсөн язаға әүерелде, өлгәшмәүселәр исемлегенә эләктем. Кәүҙәмдең оҙон, килбәтһеҙ булыуы бар булмышымды биләп алды. Үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөүҙе туҡтаттым. Был комплекс мине байтаҡ йылдар эҙәрлекләне. Хатта Өфөлә актер бүлегендә уҡый башлағас та ул «сир» менән оҙаҡ ҡына көрәштем. Театрҙа эшләй башлағас, режиссерҙар мине «һындырҙы».
– Һеҙ әрме хеҙмәтенән һуң, донъя күреп ҡайтҡас ҡына уҡырға инәһегеҙ. Был аңлы рәүештә һайлаған аҙыммы?
– Әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғариф училищеһына уҡырға индем. Ҡурай бүлеге булмағас, тынлы оркестр бүлегенә алдылар, туба бирҙеләр. Фортепиано, баян буйынса ла дәрестәр алам. Курс старостаһы булдым, дәрестән һуң спорт түңәрәктәренә йөрөйөм: бассейнда йөҙәм, йүгерәм, саңғыла шыуам, Өфөлә уҙған байрам концерттарында ла ҡатнашам. Уҡырға ваҡыт ҡалмай. Башҡалар стипендия ала, ә миңә, совхоз йүнәлтмәһе менән уҡырға ингәс, түләнмәне. Әсәй елкәһендә ятыуы оят – уҡып йөрөгәндә училищеға балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Йә ишек, йә тәҙрә ваталар, йүнәтеп кенә өлгөр. Йәнә уҡырға ваҡыт ҡалмай. Сессия килеп етте. Баянда этюдтарҙы еренә еткереп уйнай алмайым бит! Өлгәшмәгән өсөн педсоветҡа ҡуйҙылар. Каникулдан алдараҡ килеп, имтихандарҙы тапшырып бөтөү шарты менән генә ҡалдырҙылар. Таңғы алтыла йоҡонан тороп шөғөлләнеү ниәте менән баянды ҡосаҡлап алам. Ултырам шулай көн буйы. Юҡ, булмай! Артабан нимә эшләргә? Ҡайһы юлдан китергә, ниндәй һөнәр һайларға? Шулай уйлана торғас, мәктәп йылдарында сәхнәлә сығыш яһауым, армияға тиклем ауылда спектакль ҡуйған ваҡыттар иҫкә төшөп китте. Балта оҫтаһы булараҡ, декорациялар эшләүемде, театр бүлегенең репетицияларын ҡыҙыҡһынып ҡарауымды уйлайым. Шул мәлдә театр бүлегенә барырға теләгәнемде аңлап ҡалдым! Училище директоры икенсе факультетҡа күсерергә ризалыҡ бирҙе. Театр бүлегендә мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр түңәрәктәре өсөн режиссерҙар әҙерләйҙәр икән, ситтән тороп уҡыйҙар. Тәүге сессиялары башланырға тора ине. Театр бүлегендә иһә уҡыу яйланды, баянға өйрәтеү буйынса уҡытыусылар, ғәжәпләнеп: «Ҡара әле, театралдар һине маҡтай бит!» – тип аптырай. Сессияны уңышлы тамамланым. Артабан Салауат башҡорт драма театрына бутафор-декоратор булып эшкә индем. Сөнки талап шундай: студент мотлаҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләргә тейеш. Училищела уҡығанда курстың художество етәксеһе Рима Шәһит ҡыҙы Шакирова булды. Сәхнә теленән Нәжибә Әсғәт ҡыҙы Искәндәрова уҡытты. Нәҡ улар: «Быйыл Өфө сәнғәт институтының актер бүлегенә уҡырға ҡабул итеү була, бәхетеңде һынап ҡара!» – тип мине имтихандарға әҙерләй башланы. Һуңынан Салауат театры менән тәүге тапҡыр оҙайлы гастролгә сыҡтым. Ҡунаҡханала Рафаэль ағай Сәлихов менән бер бүлмәгә төшөп йөрөнөк, ул да миңә Өфөгә актерлыҡҡа уҡырға барырға кәңәш итте. Мәктәпте тамамлауым тураһында аттестатым – училищела. Документтарҙы һораманым, сөнки ситтән тороп уҡып йөрөйөм бит, институтҡа уҡырға инә аламмы-юҡмы, тигәндәй. Өфөгә ярым-ярты документтар менән юлландым. Абитуриенттар күп, 120 кеше, шуларҙың 12-һен генә ҡабул иттеләр.
– Өфөлә уҡыуы ауыр булдымы? Курсташтарығыҙҙан йәшкә олораҡ та булғанһығыҙ...
– Эйе, ул ваҡытта мин әрме хеҙмәтен дә үткәйнем, эшләп тә өлгөргәйнем. Башҡа курсташтарымдан, ысынлап та, бер башҡа өлкән булдым. Курстың художество етәксеһе – Фәрдүнә Ҡасимова. Актер оҫталығы буйынса – Булат Хәйбуллин, сәхнә теленән – Илшат Йомағолов һәм Римма Лощенкова, бейеүҙән – Тамара Хоҙайбирҙина һәм Ирина Филиппова, вокалдан Ләлә Муллабаева уҡытты. 4 йыл буйына курс старостаһы булдым. Юғары стипендия тәғәйенләнеләр: башҡалар 40 һум алһа, мин 65 һум алдым. 2-се курста партия ағзаһы булып киттем. Заһир Исмәғилев, Фәрдүнә Ҡасимова, Ғабдулла Ғиләжев кеүек профессорҙар менән бергә партия йыйылыштарына йөрөй инем.
Курсташтарым – Илдар Вәлиев, Ринат Бассариев, Иҙрис Кәлимуллин, Илсур Хәбиров, Фирҙәт Ғәлиев, Зилә Дибаева, Гөлназ Алсынбаева, Ирек Шаһивәлиев, Резеда Фәхруллина. Староста булараҡ, һәр шәмбе курсты йыям, аҙналыҡ һөҙөмтәне барлайым. Дәрескә йөрөү-йөрөмәү буйынса ғына түгел, уҡыуҙа өлгәшеү тураһында ла отчет ала инем. Хәҙер уйлап ҡуям – миңә ундай хоҡуҡты бер кем дә бирмәгән бит, үҙем дә студент ҡына. Әммә бер кем дә: «Һинең ни хаҡың бар?» – тимәне.
– Студент йылдарында уҡ ғаилә ҡорҙоғоҙмо?
– Эйе. 2-се курс уртаһында өйләнергә ҡарар иттем. Айтуған улыбыҙ тыуғас, ҡатыным ял алманы, бала ҡарашырға ҡәйнәм ярҙам итте. Йоҡлап ятҡан улыбыҙҙы институт ишеге төбөндә бер-беребеҙгә тапшырған саҡтар ҙа булды: мин дәрескә инәм, ә ҡатыным дәрестән сыға ла, коляска этеп, өйгә ҡайтып китә.
– Һеҙҙең өс улығыҙ бар. Уларҙы тәрбиәләгәндә ниндәй кәңәштәрҙе тоттоғоҙ?
– Атайыбыҙ тәртип боҙғаныбыҙ өсөн яза бирмәне, сыбыҡ эләкмәне. Көслө кешеләр шулай булалыр инде: ваҡланып торманы, уҫал ғына итеп ҡарап ҡуйһа, аҡылға ултыра ла ҡуя торғайныҡ. Үҙ улдарымды тәрбиәләгәндә атайымдың алымдары менән генә уларға йоғонто яһау мөмкин түгеллеген аңланым. Бәләкәй саҡтарында мөйөшкә баҫтырҙыҡ, үҫә төшкәс инде һөйләшеп аңлашырға тырыштыҡ. Аңлашыу килеп сыҡмаһа, үҙҙәрен ни өсөн шулай тотоуҙарын яҙып аңлатырға ҡуша инем. Ул яҙмалар әле лә ҡағыҙ араһынан килеп сыҡҡылай.
– Ижадығыҙға арналған мәҡәләләрҙә йыш ҡына Һеҙҙең хаҡта «өйөрмә булып килеп инде» тип яҙалар…
– Тәүге ролемә бәйле атама был. 4-се курста уҡып йөрөгән осорҙа урам һепереүсе булып эшкә урынлаштым. Бер кис ҡар көрәп йөрөйөм шулай. Эргәмә режиссер Лек Вәлиев килеп баҫты. Мин уның менән Салауат театрында эшләгән ваҡыттан таныш. «Ҡустым, иртәгә киске 7-гә театрға кил әле», – ти. Мин «Ярай!» тип тороп ҡалдым. Иртәгеһенә тәғәйен ваҡытҡа академтеатрға килдем. Лек Вәли улы: «Әсғәт Мирзаһитовтың «Утлы өйөрмә» спектаклен ҡуйырға йыйынам. Һине төп ролгә тәғәйенләргә булдым. Яңы йылдан һуң, 1986 йылдың 25 февралендә, КПСС-тың XXVII съезы асыла, беҙҙең премьера 17 февралдә булырға тейеш. Ҡурҡма, дублёрың буласаҡ, ул әлегә дауаханала. Репетицияларға Яңы йылдан һуң, премьера алдынан ғына килеп ҡушылыр», – тип пьесаны тоттороп ҡайтарҙы.
Бына тәүге репетиция. Минең образ һуңғараҡ пәйҙә була, шуға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән оло коллегаларымдың ҡағыҙға баҫылған ролдәрен сиратлап уҡығанын күҙәтәм. Ҙур паузалар менән, кинәнеп уҡыйҙар. Сират миңә килеп етте. Ҡаушай-ҡаушай тексты тиҙерәк уҡып бөтөргә тырышам. Тәүге эш көнөм шулай үтте.
Уҡып йөрөгәс, театрға кисен генә килә инем. Лек Вәли улы өҫтәмә репетициялар үткәрҙе. Эске барьерымды еңеүҙә, мине «һындырыуҙа», үҙ-үҙемә ышаныс биреүҙә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ булды.
«Утлы өйөрмә»нән һуң башҡа театрға китмәнем, институтты тамамлау менән штатҡа алдылар. Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» пьесаһында Ҡарағол ролен башҡарҙым, Мольерҙың «Ирекһеҙҙән табип» комедияһында – Лука, Еврипидтың «Медея»һында – Эгей, Нәжиб Асанбаевтың «Рәйсә менән Фәйзи» спектаклендә – Сәлим, «Яралы яҙмыш»та майор Йосопов образдарын ижад иттем. Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» (Шатморат), Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» (Аҡйегет) спектаклдәрендә лә уйнаным. Фәрит Богдановтың ике генә персонажлы «Төнгө ҡунаҡ» драмаһында партнерым Таңсулпан Бабичева менән уйнаған спектакль хәтерҙә ныҡ ҡалған.
– Театрҙа эшләй башлаған йыл хәтерегеҙҙәме?
– Әлбиттә. Йәйге ялға китер алдынан: «Көҙөн Ташкентҡа гастролгә барабыҙ», – тип иғлан иттеләр. Гастроль репертуарында концерт та буласаҡ икән. Был концертта мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк, тип йөрәкһей башланым. Йәйге ялда, бер кем ҡушмаһа ла, «Ҡарт Байыҡ» бейеүен өйрәнергә булдым. 4-се курс аҙағында уны Тамара Шәһит ҡыҙы менән өйрәнә башлағайным. «Башҡорт бейеүе» тигән китап һатып алдым һәм йәй буйы тыуған ауылымда шул бейеүҙе өйрәндем. Ҡатыным Ләлә менән ай ярым самаһы репетиция үткәрҙек. Ул нотаға ҡарап йырлай һәм һәр тактта ниндәй хәрәкәт эшләргә кәрәклеген әйтә. Бик ауыр шөғөл булды был. Мәҫәлән, ярты сәғәт буйы көйҙө көйләй-көйләй хәрәкәт өйрәнәбеҙ. Баҡһаң, бөйөргә таянып тыпырҙарға ғына кәрәк булған икән! Шулай уҡ ҡурайҙа «Сибай» көйөн уйнарға ла ярайһы ғына өйрәндем. Тырышыуымдың сәбәбе – театрға осраҡлы килеп эләкмәүемде, үҙемдең төрлө яҡтан булдыҡлы икәнемде иҫбат итеү. Йәйге ялдан Өфөгә килеү менән яҡташым, бейеүсе Мөхәммәт ағай Иҙрисов менән бейеүемде шымарттыҡ. Театр етәкселеге сығышымды хупланы. Тиҙҙән өр-яңы милли концерт костюмы тегеп бирҙеләр, Ташкенттағы концертты асып ебәреү хоҡуғына лайыҡ булдым. Шулай итеп, театрҙағы тәүге отпускымда эшһеҙ ятманым – бейеү менән ҡурайҙы бергә ҡушып, концерт номеры эшләп алдым. Шул номер менән аҙаҡ Алма-Ата, Ош, Фрунзе, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙәге театраль концерттарҙы асып ебәреү бәхете тәтене.
– Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу оҡшай инеме?
– Театрға эшкә урынлашыу менән йәмәғәт эштәренә ылыҡтырылдым. 1986 йылдың октябрендә комсомолдың отчёт-һайлау йыйылышы булды. Трибунаға сығып һөйләнем. Комсомол ойошмаһы актив булырға тейеш, шефлыҡ концерттары, осрашыуҙар ойошторайыҡ, тигән тәҡдимдәр индерҙем. Мине театрҙың комсомол ойошмаһы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Комсомол ойошмаһының йыллыҡ планын төҙөнөм, аҙна һайын тиерлек осрашыуҙарға йөрөйбөҙ, балалар йортон шефлыҡҡа алдыҡ. Бер ял көнөндә А.Вампиловтың «Өлкән улым» спектаклен уйнаныҡ, билеттар һатыуҙан йыйылған аҡсаны балалар йортона тапшырҙыҡ. Театрҙың комсомол ойошмаһын еткәкләгәс, театрҙың художество советы һәм профком ағзаһы итеп тә һайландым. Өс йылдан партия ойошмаһы рәйесе урынбаҫары булып киттем. Бына шулай әүҙем рәүештә инеп киттем театр тормошона.
– Ниндәй спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙығыҙ ул йылдарҙа?
– Лек Вәлиев – Н.Асанбаевтың «Майҙан тотабыҙ», Вәзих Сәйфуллин Ф.Богдановтың «Аманатҡа хыянат» спектаклдәрен ҡуйҙы. Ышаныс белдереп, төп ролдәрҙе тапшырғандарына әле лә рәхмәтлемен. Рифҡәт Исрафилов та ролдәр бирә башланы. «Диләфрүзгә дүрт кейәү» пьесаһындағы Йәмил – йырлы образ, унда оркестрға ҡушылып йырлайым. «Башҡорт туйы» (М.Буранғолов), «Ҡанатланып ос һин, толпарым!» (Ф.Бүләков), «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим), «Ыстағафирулла» (Н.Ғәйетбаев) – уларҙың барыһында ла төп ролдәрҙе башҡарырға яҙҙы.
– Һеҙ театрҙа эш башлаған йылдар – илдәге үҙгәрештәр осоро. Ул ваҡиғаларҙың театр эшмәкәрлегенә йоғонтоһо булдымы?
– 90-сы йылдарҙың тәьҫире, әлбиттә, ныҡ ҡына булды. Рифҡәт Вәкил улы театрҙы сағыштырмаса ҡаты тотто. СССР тарҡалғас, театрҙа тартҡылаш-низағтар башланды. Тәүге тулҡын матбуғатта ҡуҙғалды – «Ҡайҙа бара театр?», «Рампа артында нимә бар?» тигән мәҡәләләр донъя күрҙе. Театр репертуары менән үҙебеҙҙең драматургтар риза түгел ине. Ошо көсөргәнешле ваҡытта Йәш тамашасы театры асылды һәм Олег Ханов – художество етәксеһе, Әхтәм Әбүшахманов актер булып унда эшкә китте. 1990 йылда Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылғас, директоры итеп Әхәт Хөсәйеновты тәғәйенләнеләр. Хәмит Яруллин, Илшат Йомағолов ағайҙар ҙа Стәрлегә китте. Фидан Ғафаров үҙ театрын булдырҙы. Быуыны нығынған, ололар ҡорона ингән актерҙар шулай бермә-бер таралышып бөттө, әммә театр эше туҡталырға тейеш түгел бит – репертуарҙы үҙ иңендә күтәреп барыусы 5–6 ғына ир-егет тороп ҡалды. Мин ул ваҡытта театрҙа ни бары дүрт йыл ғына эшләп өлгөргәйнем, тәжрибәм артыҡ ҙур түгел. Таһир Таһировтың гөрләп барған «Ғәлиә» спектаклендә Фидан ағай Заһирҙы уйнай ине. Мине шул ролгә индерҙеләр. Төп образ, спектакль буйы фонограммала Фидан ағай тауышы менән яҙылған йыр яңғырай. Өфөлә лә уйнайым, гастролдәргә лә сығам Заһир роле менән. Спектаклдән һуң тамашасылар эргәмә килеп: «Фидан, рәхмәт!» – тип ҡотлайҙар. Башта: «Мин Фидан түгел», – тип әйтеп тә ҡараным, был хәл барыбер дауам итте, аҙаҡтан ҡул һелтәнем. Фидан Сафа улының «Еҙнәкәй» спектаклендәге Ғиззәт роле миңә тороп ҡалды, оркестрға ҡушылып, йырлы ролдәр башҡарҙым.
Макмерфи ролендә (К.Кези, «Кәкүк ояһы»)
«Ҡарағол»да тәүҙә Һөйөндөк ролен башҡара инем, аҙаҡтан Ҡарағолдо уйнай башланым. Сөнки театрҙан киткән ир-ат ҡатнашҡан пьесаларҙы репертуарҙан алып ташлап булмай, улар ҡуйылырға тейеш. Халыҡ күп йөрөй, тамашалар байтаҡ аҡса килтерә, шуға күрә төшөрөп ҡалдырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әүҙем эшләгәнде күреп, 1992 йылда – «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 1995 йылда – «Башҡортостандың халыҡ артисы», 1998 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы» исемдәрен бирҙеләр.
– Ҡатмарлы мәлдәрҙә сәхнәгә сығып, спектаклдәрҙе ҡотҡарып ҡалғанһығыҙ, тимәк! Ә 2000 йылдар? Унда ла бит театр юл сатында тороп ҡалғайны.
– 2000 йылдың 12 сентябренән театрҙа директор булып эшләй башланым. Яңы бинала актерҙар, цехтар өсөн шарттар юҡ тиерлек. Бар уңайлыҡ тамашасы өсөн булдырылған – фойе, буфет, тамаша залы, ә артистарға тик сәхнәне генә йүнәткәндәр. Сәхнәлә һыуыҡ булды, фуфайка кейеп уйнаған артистар ҙа өшөй ине. Транспорт иҫке, белгестәр ҙә, эшләргә кешеләребеҙ ҙә юҡ. Мәскәүҙән М.С.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһынан йәштәр ҡайтыр мәл еткәндә генә Бәләкәй залды аса алдыҡ. 7–8 йылдан һуң театрҙың икенсе яғы файҙаланыуға яраҡлы булды. Әммә бина менән генә тамашасыны ылыҡтырып булмай – яңы спектаклдәр кәрәк. Өйһөҙ йөрөгәс, үҙ тамашасыбыҙҙы юғалтҡайныҡ. Уларҙы яңынан ҡайтарыу – алдыбыҙҙа торған маҡсаттарҙың береһе ине.
2000 йылдың октябрендә Мортаза Рәхимов менән осраштым. 2001 йылдың мартында иһә «Башҡорт академия драма театры тураһында» тигән махсус Указ сыҡты. Театр менән етәкселек итеү директор корпусына тапшырылды. Генераль директор итеп Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова тәғәйенләнде, ә мин төп эшмәкәрлек буйынса директор эшен үҙ ҡулыма алдым. Тап шул осорҙа актерҙарға 100 процент өҫтәмә түләү хәстәрләй алдыҡ. Шифахана, ял итеү йорттарына 18 кешегә бушлай юллама бирелде. Йыл һайын театрға 300 квадрат метр бушлай фатирҙар бүлергә, дөйөм ятаҡта бүлмәләр менән тәьмин итергә, тигән күрһәтмәләр ҙә бар ине Указда. Автопаркты яңырттыҡ: «Камаз» йөк машинаһы, «Икарус» автобусы алыуға өлгәштек.
Худсовет ағзалары менән кәңәшләшеп, ситтән режиссёрҙар саҡырҙыҡ. Илдар Ғиләжев «Нәркәс» спектаклен ҡуйҙы, яңы формалағы әҫәргә, театрыбыҙға тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуы көсәйҙе. Мелоромантик жанрҙа ҡуйылған заманса спектакль бинаһыҙ йөрөгән йылдарҙан һуң юғалған тамашасыларҙы яңынан ҡайтарыуға бик ныҡ булышлыҡ итте. «Ҡатынымдың исеме Морис» комедияһын сәхнәләштерергә Татарстандан Фәрит Бикчәнтәевты саҡырҙыҡ. Театр эшмәкәрлегенә Михаил Рабинович, Петр Шеин йәлеп ителде.
– Һеҙ педагог булараҡ та әүҙем эшмәкәрлек алып барҙығыҙ. Театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшаһманов менән берлектә сығарған курс бөгөн өлкән артистарға лайыҡлы алмаш булып үҫеп килә.
– Уҡытыу йәһәтенән тәүге аҙымдарым 1992 йылда башланды – Гөлли Мөбәрәкова Салауат театры өсөн махсус йыйылған курста сәхнә теленән уҡытырға саҡырҙы. Был эшкә шатланып тотондом. Шул уҡ йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт педагогия институтында кафедра мөдире булып эшләүсе Фирҙәүес Хисаметдинова: «Башҡорт филологияһы факультеты асырға йыйынабыҙ. Программаға яңы фәндәр индерәбеҙ, һеҙҙе «Телмәр мәҙәниәте» тигән предметтан уҡытырға саҡырабыҙ», – тип мөрәжәғәт итте. «Сәнғәт институтындағы курста – 12 бала, һәр береһе менән айырым эшләйем. Ә һеҙҙә алты төркөм, һәр береһендә – 30-ар студент. Ҡулдан килмәҫ бит», – тип икеләнеүемде белдерҙем. «Программа, методик ҡулланмалар ҙа юҡ, ярҙам итегеҙ инде», – тигәс, ризалаштым. Шулай итеп, бер юлы ике уҡыу йортонда студенттарға белем бирергә тура килде.
Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһында Сынтимер бей ролендә
Уҡытҡан осорҙа ҡыҙыҡ ҡына ваҡиғалар ҙа була торғайны. Пединститутта күберәк ҡыҙҙар уҡый бит ине, дәрескә инһәм, студенткалар көлөшә башлай. Кисен театрға барып спектакль ҡарайҙар ҙа иртәнсәк дәрестә мине шул образда уйнаған персонаж итеп ҡабул итәләр икән. Бигерәк тә комедияларҙан һуң шулай булды.
2014 йылда үҙебеҙҙең театр өсөн сығарылған төркөмдә актер оҫталығынан уҡыттым. Режиссер Айрат Әбүшаһманов йыйған курс ул. Ошо егет-ҡыҙҙар менән «Шәмсетдин һәм Шәмсүрә» спектаклен (Т.Ғиниәтуллин әҫәре буйынса) театр сәхнәһендә тергеҙҙек.
– Һеҙгә бер ниндәй һөнәр ҙә ят түгел. Ышаныс белдерһәләр, тотаһығыҙ ҙа эшләйһегеҙ. Режиссерлыҡ йүнәлешендә эш нисек башланды?
– 2012 йылда Рәми Ғариповтың 80 йәшлек юбилейына арналған «Февраль. Буран...» спектаклен ҡуйҙым. Мин ул ваҡытта директорҙың беренсе урынбаҫары булып эшләй инем. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән уйлаштыҡ та, Зөһрә Бураҡаеваға инсценировка яҙырға тәҡдим иттек. Ул, шағирҙың ижадын һәм биографияһын яҡшы белгән кеше булараҡ, ҡыҫҡа ваҡытта ҙур күләмле сценарий яҙҙы. Тамашала Рәми ағайҙың гәүһәр бөртөгөнә тиң шиғырҙары, аяныслы тормош юлы хаҡында күренештәр, йырҙар яңғыраны. Композитор Илшат Яхин яҙған «Минең йондоҙом» йыры ғына ни тора?! Артур Кәбиров башҡарыуындағы ул йыр хәҙер йәштәрҙең яратҡан хитына әүерелде. Быға тиклем театрға һирәк-һаяҡ ҡына йөрөгән яҙыусыларҙың тамаша залын тултырып килеүе, спектаклде бик эмоциональ ҡабул итеүе – ҡул сабыуҙар, көрһөнөүҙәр, күҙ йәштәре – хәтергә уйылып ҡалды. Тамашасылар, берәм-берәм сәхнәгә сығып: «Рәмиҙе ҡайтарғанығыҙ өсөн рәхмәт!» – тип, артистарҙы алҡыштарға һәм сәскәләргә күмде.
2014 йылда «Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» исемле яңы проект өҫтөндә эш башланым. «Телем, милләтем, халҡым» тип янып ижад иткән шағирәләребеҙ – Тамара Ғәниева, Тамара Искәндәриә, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Тәнзилә Дәүләтбирҙиналарҙың ижадын театр алымдары менән асырға, киң йәмәғәтселеккә сығарырға ине ниәтем. Уларҙың һутлы ижадынан иң-иңдәрен һайлап алдым. Улар үҙҙәре лә сәхнәлә артистар менән бергә сығыш яһаны. Был проект һүҙ сәнғәте өлкәһендә яңылыҡ булды – беҙ уны ике миҙгел дауамында уйнаныҡ, һәр шағирәнең тыуған төйәгенә алып барып күрһәттек.
Дәүләт эшмәкәрҙәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына – 100, Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойошторҙом. Мәүлит Ямалетдиновтың «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма» китабының исем туйы ла яҡты, изге рухта үтте.
– Бөгөнгө тәжрибәгеҙҙән сығып, ижад кешеһенең ниндәй булырға тейешлеге хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Ижад кешеһе үҙ өҫтөндә даими эшләргә, сәнғәт өлкәһендәге яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булырға тейеш. Театр сәнғәте – ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та донъя. Ул илке-һалҡылыҡты, битарафлыҡты ғәфү итмәй. Бер көн үҙ өҫтөңдә эшләмәһәң, тимәк, һин ике аҙым артҡа атланың. Һәр роль өҫтөндә тәүге тапҡыр эшләгән кеүек тырышырға тейешһең. Һәр сығышыңда фекер тослоғон түкмәй-сәсмәй еткереү – төп бурыстарҙың береһе. Шул талаптарҙы үтәгән осраҡта ғына тыуҙырған образдар тамашасы йөрәгенә барып етә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Әлеге ҡыҙыҡлы хәтирәләрегеҙҙе китап итеп сығарырға насип итһен, йөрәгегеҙҙә ижад ҡомары һүрелмәһен!