Все новости

Егеттең сибәрлеген хатта әбей батша ла күрергә теләгән...

Әбйәлил районындағы Амангилде ауылына нигеҙ һалған кешенең улы тураһында ҡыҙыҡлы тарих.

Амангилденең улы Күркәм Туйыш тураһында матур ҙа, ҡыҙғаныс та тарих һаҡлана. Ул иҫ киткес матур ир булған. Ят кеше күҙәнән һаҡланып йәшәгән, сөнки тиҙ генә күҙ тейер булған. Уның матурлығы тураһында тирә-яҡҡа дан таралған. Хатта Әбей батшаға ла барып еткән. Батшабикә уны матур аттар ектереп алып килергә ҡушҡан. Сит кеше күҙенә күрһәтмәй батшабикәгә алып барып еткерәләр, әммә ҡайтҡан саҡта, төнгөлөккә туҡтаған мәлдә, бер ҡатын хеҙмәтсе кейемен кейеп Күркәм Туйыш бүлмәһенә инә. "Матур тип әйтәләр ине, ысынлап та иҫ-киткес матур икән дә баһа!" тип һоҡланған. Шул ваҡыттан һуң Күркәм Туйыш ныҡ ауырып китә. Тыуған еренә ҡайтып еткәс, вафат булып ҡала.

Айгөл Валиеваның сәхифәһенән алынды.

Читайте нас: