Все новости
Конкурсы
10 Февраля , 15:50

«Мостай беҙҙең менән!»

Журналыбыҙҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә ошолай тип исемләнгән фотоконкурс үткәрҙек. Маҡсатыбыҙ – халыҡтың бөйөк шағирға ҡарата һөйөүен сағылдырған, шәхси архивтарҙа һаҡланған, юғала барған фотоларҙы йыйып алып, бер урынға туп­лау, шулар аша әҙиптең ижадын популярлаштырыу ине. Конкурсҡа теүәл 100 фото килде һәм баҫылып сыҡты. Уҡыусыларыбыҙ Мостай Кәрим менән күрешеү иҫтәлектәре менән бүлеште. Комментарийҙар аша барған күңелле аралашыуҙар конкурсыбыҙҙы йәнләндереп ебәрҙе.

Фотоларҙа – халыҡ һөйөүе

Конкурс халыҡта ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Унда өлкән быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә, уҡыу­сылар ҙа ҡатнашты. Беҙ бөйөк шағир менән Өфө, Баймаҡ, Сибай, Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Неф­текама, Дәүләкән ҡалаларында, Мәсетле, Бөрйән, Баймаҡ, Кү­гәрсен, Шишмә, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет райондарында «булдыҡ». Баҫыу эшсәндәре, уҡыусылар, күп балалы ғаиләләр, ауыл халҡы, завод эшселәре, редакция хеҙмәткәрҙәре, театр эшмәкәрҙәре менән «осраштыҡ».
Бына Мостай ағай – Хәйбулла районында. Нәфисә Билалова ебәргән был фотола – ябай ауыл өйө. Ҡунаҡтар һикелә аяҡ бөкләп ултырып, ҡымыҙ эсә. Ә башҡортта ҡурайһыҙ табын буламы? Алдынғы комбайнсы Ғүмәр Билалов ҡурайҙа уйнап, ҡорҙаштарының күңелен күтәрә. Йылдар аша уның моңо һаман да ишетелә кеүек.
Өфөләге Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ колледжы студенты Юлдаш Булатов ебәргән фотола ҡунаҡсыл баймаҡтарҙың пар аттар егеп, хөрмәт күрһәтеп, икмәк-тоҙ менән шағирҙы ҡаршы алыуҙары үҙе ни тора! Мостай Кәримдең: «Баймаҡ яҡтарына һәр ваҡыт ашҡынып киләм. Һеҙ минең әҫәрҙәремде яратып уҡыйһығыҙ. Был миңә ижади этәргес көс бирә», – тип әйткән һүҙҙәрен улар онотмай, ғорурлыҡ менән иҫкә ала.
Йылайыр районынан Флүрә Шәрәфетдинова: «Мостай ағай беҙҙе, йәштәрҙе, һәр ерҙә үҙ ҡанаты аҫтына алды, осрашыуҙарҙа бер сәхнәләрҙә шиғырҙар уҡып йөрөгән саҡтар иҫтән сыҡмай. Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү – уның төп кешелек сифаты ине», – тип үҙ хәтирәләре менән бүлеште.
Учалынан шағир Рамай Ҡа­һировтың иҫтәлектәренән. «Беҙҙе Яҙыусылар союзына ҡабул иткәндә, дауаханала ятыу сәбәпле, Мостай ағай үҙе килә алмаһа ла, идара исеменә хат яҙып ебәргәйне. Шул кескәй генә хат минең алдағы яҙмышымды яҡшы яҡҡа хәл итеүгә ыңғай йоғонто яһаны. Бер юбилейы алдынан уға арнап, ошо шиғырымды хат аша ебәрҙем.

Күптәр тормош кәбәндәрен
Килештереп ослай алмай.
Һеҙ яҙғандар – ҡупшы кәбән,
Шундай мәғрур, Мостай ағай.
Ҡоштар бик күп, тик күптәре
Юғарынан оса алмай.
Һеҙ яулаған бейеклектәр
Насип булһын беҙгә, ағай.
Күптәр тормош кәбәндәрен
Килештереп ослай алмай.
Беҙгә кәбән ҡойошорға
Өмәгә сыҡ, Мостай ағай.

Күп тә үтмәй Мостафа Сафичтан хат алдым. «Өмәгә сығырға ҡаршылығым юҡ, Рамай. Әммә һин үҙ кәбәнеңде матур ҡояһың. Шулай дауам ит», – тиелгәйне хатта. Алдағы яҙмышымда ла уның йылы иғтибарын тойоп йәшәнем»,– ти автор.
Бәләбәй ҡалаһынан Тәнзилә Мәүлиева ебәргән фотоны ла ҡара­ған һайын ҡарайһы килә.Уҡыу­сы баланың ҡулдарын усына алып, йылмайып тороуы шағирҙың бар булмышын асып биргән төҫлө.
Конкурсыбыҙ инде тамамланды тигәндә, Бөрйән районынан бер фото килеп төштө. Уны ла баҫмайынса мөмкин түгел ине. «Был иҫтәлекле фотоһүрәттә, йола буйынса, Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева юлдан килгән Мостай ағайҙың ҡулын табынға ултырыр алдынан ҡомған менән йыуҙырып тора. Бик тә ҡәҙерле фотоһүрәт, – тип яҙа Мәһәҙей ауылынан уҡытыусы Сәйҙә Сәйәхова. – 1989 йылдың 27 майында Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Муса Ғәли, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбаевтар менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Бөрйән районында булып, Бешәке һыуынан ауыҙ итеп, ҡыуанып йөрөп ҡайтты. Һәр ваҡыттағыса мәһәҙейҙәр, мәртәбәле ҡунаҡты район сигендә ҡаршы алып, самауыр сәйе эсереп, хөрмәт күрһәтте. Артабан осрашыуҙар районыбыҙҙың Тимер һәм башҡа ауылдарында дауам иткәйне.
– Эй, ғүмер... 36 йыл элек Мос­тай ағайҙың да, минең дә апаруҡ йәш саҡтар. Һигеҙ йәшлек Ишбаев Данияр: «Булғадир булған, ай, Салауат егерме лә ике йәшендә», – тип, халыҡ йырын йырлап бөтөүгә, уны күтәреп, «Ооо, башҡорт йәшәгән, йәшәй, йәшәйәсәк», – тип, күккә сөйөп ҡыуанғайны. Ул көндө малайҙар шағирҙы Ылаҡты йылғаһы буйында һыбай ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙы ҡаймаҡлы бәпкә ашы менән һыйлағайныҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәгән ветеран уҡытыусы Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева-Ғарифуллина.
Ошолай итеп, Мостай Кәрим менән төрлө осрашыуҙарҙа булып, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биреүселәргә, беҙҙең менән хәтирәләрен бүлешеүселәргә ҙур рәхмәтлебеҙ, әлбиттә.
Өфө ҡалаһынан Әнисә Мул­лағолова шағир менән төшкән бер нисә фотоһын ебәрҙе. «Башҡорт дәүләт университетының акттар залында Мостай ағайҙың 80 йәшлек юбилей кисәһен уҙғарғайныҡ. Миңә кисәне алып барыу бәхете тейҙе. Шағирҙың шул тиклем күңеле булды, кисәне матур алып барҙың тип, миңә хатта «Әҙәбиәт батшаһы» тигән таж да кейҙерҙе», – тип яҙҙы ул.
Халыҡта Мостай ағайҙың автографлы китаптары ла күп. Улар ҡулдан-ҡулға киткән осраҡтар ҙа барҙыр. Шундай тарих тураһында.
«Мостай Кәримдең ҡултамғаһы булған ҡомартҡы миндә лә бар.Тик ул миңә бүләк ителгән китап түгел. Исемләп яҙылған кешене лә белмәйем, таныш түгелбеҙ (Фәрүәткә, тип яҙылған). Яҙмыш бүләге, тип ҡабул иттем был ҡомартҡыны. «Мустай Карим. Годам вослед.1971» тигән китап ул. Сөнки бөйөк шағир менән осрашыу бәхете миңә эләкмәне. Был китапты тормош иптәшем эшендә макулатураға тапшырылған китаптар араһынан алып ҡайтып бирҙе. Күпме әҙәби, тарихи ҡомартҡы шулай юғала», – тип яҙа Венера Сибәғәтова.
Шулай итеп, айҙан ашыу бар­ған конкурста матур ваҡиғалар эсендә ҡайнаныҡ, иҫтәлекле хәтирәләргә юлыҡтыҡ. Постарҙы көнөнә меңәрләгән кеше ҡараны. Комментарийҙар аша йәнле аралашыу барҙы, иҫтәлектәрҙе бергәләп барланыҡ.


Иҫтәлектәр
күңел йылыта

Конкурс булғас, әлбиттә, уның еңеүселәре лә була. Ә кемдәр улар, тиһегеҙме? Мәсетленән Әнүзә Сираева, Баймаҡтан Лилиә Ғәниева, Райхана Булатова, Өфөнән Ришат Сабитов, Айгөл Игелекова, Сәлимә Ҡолдәүләтова, Ирэна Сафина, Әлиә Мөҙәрисовалар. Улар барыһы ла Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетына шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы менән осрашыуға саҡырылды. Сара Мос­тай Кәрим кабинетында үтте.
Бүләкләү тантанаһын асып, журналыбыҙҙың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева: «Конкурсҡа килгән фотоларҙа яҙыусының – халыҡҡа, халыҡтың яҙыусыға булған һөйөүе мәңгеләштерелгән. Сифаттары бик яҡшы булмаһа ла, фотоларҙың йөкмәткеһе ҡиммәт, тарихы ҡәҙерле», – тине.
«Мин Бөрйән районы Тимер ауылынанмын, – тип һөйләне Әлиә Мөҙәрисова, – 1989 йылда Мостай Кәрим беҙҙең ауылға осрашыуға килде. Ул ваҡытта һигеҙ-туғыҙ йәштәр тирәһе генә булған миңә. Әсәйем апайым менән икебеҙҙе матур итеп кейендерҙе, сәстәребеҙҙе таҫма менән үрҙе, ауылға ҙур ҡунаҡтар киләсәге тураһында әйтте. Апайым яҡшыраҡ аңлаған булғандыр, улар өс ҡыҙ ул көндө йырланы ла. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ шул тиклем берҙәм, ихлас, ҡунаҡсыл. Был юлы ла ҡунаҡтарҙы ауылға килеп төшкән юлда бөтә халыҡ менән ҡаршыланыҡ. Фотола Мостай ағай ҙа ихлас көлөп, кемгәлер дәрт биреп, ҡул сабып тора. Икенсе фотола шағирә Земфира Аҡбутинаның әсәһе – Зәйнәп инәй Яубаҫарова менән икәүләп ихлас бейеп йөрөйҙәр. Был фотолар уҡытыусыбыҙ Марат Муллағоловтың архивынан алынды».
Өфөләге 158-се Мостай Кәрим исемендәге мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Сәлимә Ҡолдәүләтова «Мостай Кәрим минең ғаилә тормошомда» тигән альбомын алып килгәйне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Игелекова менән бергәләп фәнни эш башҡарған улар. «Фронтта олата­йым Хөрмәт Аманбаев менән Мос­тай Кәрим Будапештта осрашып, дуҫлашҡан булғандар. Олатайым – связист, Мостай ағай хәрби корреспондент булған. Һуғыштан һуң, 42 йыл үткәс,1987 йылда Хәйбулла районында Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көндәре ваҡытында уларға осрашыу бәхете тейә. Тап ошо мәлде кемдер фотоға төшөрөп алған. Һүрәттә ике яуҙаштың ҡо­саҡлашып тороуы башҡалар өсөн дә көтөлмәгән шатлыҡлы хәл икән­леге сағыла.Осрашҡанда Мостай Кәрим олатайыма китабын да бүләк иткән».
Сәлимәнең әсәһе Әлмира Рәйеф ҡыҙы: «Был фотолар беҙҙең ғаилә архивында ята, уларҙы ха­лыҡҡа күрһәтер өсөн әлдә ошон­дай конкурстар бар», – тип ре­дакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Әлфиә Мостаевна ошоға оҡшаш тағы бер тарихҡа туҡталып үтте:
– Ярославль ҡалаһынан 85 йәшлек берәү телефондан шылтырата. Мин – Мостай Кәримдең һуғыш ваҡытындағы дуҫының улымын, – ти. – Улар Будапештта танышҡандар, ул да связист булған. Һуғыштан һуң атайым менән осрашырға теләгән. Хаттар яҙған, адресты белмәгәс, улары ебәрелмәй ҡалған. Мәҙәниәт министрлығына ла яҙып ҡараған. Хәҙерге кеүек телефонлы заман булһа, осрашҡан да булырҙар ине. Яңыраҡ ул Өфөгә килде. Атайымдың һәйкәлен барып күрҙе, театрҙа, фондта булды, Келәшкә алып барҙыҡ.
«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырында:

Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.
Береһе ҡалды сержант Фоминда
Текә яр ситендә ҡәберҙә...
Икенсеһе минең тәнемдә
Ун ике йыл әрней шул яра, –

тигән юлдар бар.
1955 йылда шиғыр баҫылғандан һуң, атайыма күпме кешенән хат килде! «Фомин – минең атайым түгелме икән, ағайым түгелме?...» Аҙаҡтан ейәндәре яҙа башланы. «Минең олатайым түгелме икән?...» Ә ысынында иһә, Фомин атайымдың яратҡан дуҫы, йәп-йәш егет була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йортонда тәрбиәләнгәнгә бер туғаны ла булмай. Ә күпме кеше үҙенең туғаны итергә теләне...
1982 йылдың 27 июлендә Мә­сетле районы «Мәсәғүт» совхо­зының 1-се бүлексәһендә баҫыу эшсәндәре менән ураҡҡа төшкән көндө төшөлгән фото шағирҙың ябай хеҙмәт кешеһенә ҙур хөрмә­тен сағылдыра. Уны Әләгәҙ мәктә­бенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнүзә Сираева ебәргәйне. Осрашыу иҫтәлеге булып, ике фото һаҡланып ҡалған.
Мәсетлеләр бөйөк шағирҙың үҙ ерҙәрендә булыуын мәңгеләштереү маҡсатынан 1986 йылда, Мос­тай Кәрим әле үҙе иҫән саҡта, һәйкәл ҡуялар. Ул район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта китапхана алдында урынлаштырылған. Тәүҙә Мос­тай ағай үҙе күрһә, ни әйтер, тип ҡурҡып ҡалалар. Ә ул ябай ғына итеп: «Торһон», – тигән. Ошо бер һүҙҙә лә шағирҙың халыҡ ихтирамын матур итеп ҡабул итә белеүе күренә. Ошо бөйөклөк түгелме?
Мостай Кәримдең комсомол билетына арналған шиғыр юлдары һәр беребеҙгә таныштыр. Өфөнән Ирэна Сафина ебәргән фото тап ошо турала һөйләй.
Ирэна Миңдеәхмәт ҡыҙы Си­ләбе өлкәһе Арғаяш районынан. «Беҙҙә башҡорт теле уҡытылмай ине. Башҡорт телендә белем алһын тип, әсәйем мине 5-се класҡа Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә алып килгәйне, Силәбе өлкәһенән булғас, алманылар. Шунан Иглин районына күсеп килдек һәм 6-сы кластан мин интернат-мәктәптә уҡый башланым. Әлеге ваҡытта статистика хеҙмәтендә эшләйем, – тип үҙе менән таныштырҙы ул. – Беҙҙең интернатта Мостай Кәрим исемендәге кабинет бар, унда беҙ өс уҡыусы экскурсовод инек. 1988 йылда Мостай ағай үҙенең комсомол билетын кабинетҡа тапшырҙы. Мин ошо сарала шағирҙың «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» шиғырын өс телдә (башҡорт, рус, немец) һөйләнем. Тормошомда бөйөк шағир менән әҙ генә булһа ла аралашыуым менән бәхетлемен. 1983 йылда шағирҙың тыуған көнөндә беҙ уның өйөнә алып барып сәскәләр бүләк иттек», – тип тәьҫораттары менән бүлеште Ирэна Миндеәхмәт ҡыҙы.
Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Игелекованан килгән фотоны үҙебеҙсә «Һүҙҙәр береккәндә» тип исемләнек. «Мостай ағай менән осрашыуым тәүге тапҡыр мәктәп йылдарында булды. Балалыҡ осоронда булғанғалыр, бик иҫтә лә ҡалмаған. 2004 йылда Өфөгә күсеп килгәс, беренсе эшем сценарий яҙып, Мостай Кәрим менән осрашыу үткәреү ине. Ул кисәгә ике халыҡ шағиры килде: Рауил Бикбаев һәм Мостай Кәрим. Сабыйҙарса шатланып ултырҙы Мостай ағай. Беҙ инсценировкалар әҙерләнек, рәхәтләнеп һөйләшкәндән һуң, тәмле итеп сәй эстек. Өйөмдән ҙур ҡунаҡтар өсөн тип, алтын ялатылған ҡалаҡтарымды алып килгәйнем. «Мине бында алтын ҡалаҡтан ғына ашаталар»,– тип шаяртып алыуҙары ла иҫемдә. Улар Яҙыусылар союзының аҡ «Волга»һында килде. Аҙаҡ лицей ихатаһында оҙатып ҡалдыҡ. Йәнле һөйләшеү машинаға ултырыр алдынан да дауам итте. Беҙ – Мостай ағайҙан, ул беҙҙән айырыла алмай. Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы һаман бирәбеҙ, һәр беребеҙҙе тыңлай, ашыҡмай ғына кәңәшен әйтә. Тап бына ошо мәл мәңгеләштерелгән дә инде. Фотоға ҡараһаң, ул яңы ғына булған осрашыу кеүек. Ә күпме ғүмер үткән».
Баймаҡ ҡалаһынан Лилиә Ғә­ниеваның фотоһүрәтендә ша­ғирҙың күп балалы фронтовик ғаиләһе менән ихлас аралашы­уын күрһәтә.
«Минең олатайым – Йылайыр районы Һаҡтау ауылынан Ғәйнулла Сәйетғәле улы Ғәниев, фронтовик, ҡурайсы, 40 йыл уҡытыусы булып эшләй. Һуғышта ла ҡурайҙан айырылмай. Ял иткәндә яуҙаштарының күңелен күтәрә.
1987 йылда Мостай ағай Һаҡ­тауға, олатайым һәм Герой-әсә, йыраусы Мәфтүхә Сәлихйән ҡыҙы Ғәниевтар менән осрашыу-танышыу теләге менән килә. Уның менән бергә Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡа шағир-яҙыусылар ҙа була. Ҡыҙыу бесән мәле булғас, ҡунаҡтар хужаларҙы Ярыҡбаш тигән ерҙә, бесәнлектә тап итә. Ҡурай моңо, шиғри һүҙ аша аралашыу иҫ киткес матур байрам булып хәтерҙә ҡалды. Бер фотола олатайым менән ике улының ҡулында – ҡурай. Дүрт улы, ике ҡыҙы ҡурайҙа уйнай ине. (Олатайымдың апаһы, Ырыҫбикә инәйем – Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Ишморат Илбәковтың әсәһе).
Фотоларҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Мостай Кәрим менән бер генә көн булһа ла бергә булыуыбыҙға ғорурланабыҙ».
Мостай Кәрим Өфөнөң 1-се һанлы интернат-мәктәбендә ос­рашыуҙарҙа йыш булып торған. Конкурсҡа шундай бер нисә фото килде. Һәр береһендә матур тарих һаҡлана. 1997 йылда интернат-мәктәптә Мостай Кәрим кабинетын тантаналы асыу мәлендә төшөрөлгән һүрәттә алғы планда – Мостай ағай менән ҡатыны Рауза ханым, ейәндәре Тимербулат һәм фотоны бөгөнгө көнгә тик­лем ҡәҙерләп һаҡлаған уҡыусы – хәҙерге ваҡытта Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Хажғәле улы Сабитов тора.
Конкурста баймаҡтар бик әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Райхана Булатова:
– Вилүр Шәкирйән улы Мәү­литов, мәрхүм, ошо фотоны ныҡ ҡәҙерләп һаҡланы. Унда ул буласаҡ билдәле йырсылар Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Вилдан Ғүмәров менән.
Тағы бер иҫтәлек менән бү­лешкем килә.

Ҡышҡы юлдан аҡбуҙ килә,
Саба-елә, саба-елә.
Көпшәк ҡарҙы яра-яра
Сана елә, сана елә.
Ялан ҡуллы күсер егет,
Дилбегәне тотҡан тура.
Иҙеү асыҡ, ҡара бүркен
Һалып алған ҡырыныраҡ.
Ат ярһыған, сана оса,
Күсер егет, һин самала.
Толоп кейгән берәү килә,
Берәү килә шул санала.

Ҡыш. 1995 йыл ине. Беҙ шағирҙы пар аттар егеп, район
сигенә сығып ҡаршы алдыҡ. Ошо шиғырҙы яттан һөйләнем. Яңылышҡайным, Мостай ағай үҙе миңә ҡушылып, шиғырҙы бергәләп тамамлап ҡуйҙыҡ. Ул сананан килеп төштө һәм беҙгә: «Мин Баймаҡ районына йыш килергә яратам. Сөнки бында саф башҡорттар йәшәй һәм улар менән аралашыу миңә көс, дәрт өҫтәй», – тигәйне. Мостай ағайҙың ошо һүҙҙәрен беҙ ҡанатлы һүҙҙәр итеп ҡабул иттек. Сәйҙәр эсереп, аралашып, оҙатып ҡалғайныҡ. Ошо хәтирә ныҡ хәтеремдә уйылып ҡалған, – тине Райхана Эдуард ҡыҙы һәм осрашыу иҫтәлеге итеп Әлфиә Мостаевнаға аҡ шәл ябындырҙы. Был, әйтерһең дә, ошо хәтирәнең дауамы, толоп ябынған Мостай ағай янында – аҡ шәл ябынған ҡыҙы Әлфиә... Ә тарих санаһы һаман алға елә төҫлө. Матур хәтирәләр, йылы иҫтәлектәр ағылды ла ағылды...


Үҙебеҙгә әйтер һүҙ

Редакциябыҙҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Зөлфиә Ханнанова үҙенең тарихын иҫкә төшөрҙө:
– Мин Инйәр мәктәбендә уҡытып йөрөй инем. «Башҡортостан әҙәбиәте тарихы һәм мәҙәниәте» тигән бик матур предмет була торғайны. Дәрестә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын өйрәнәбеҙ. Уға ҡушып, халҡыбыҙҙың йолаларын да өй­рәнергә булып киттек. Бик матур итеп әҙерләнеп, «Бәпес ҡаршылау» йолаһын сәхнәләштерҙек.
Мәктәптәге ошо темаға ҡағы­лышлы берҙән-бер «Долгое-долгое детство» китабын ҡулландым. Шундай матур дәрес булды, әммә дәрес бөткәйне, китап юҡ булды. Уҡыусыларымдан һорайым: «Юҡ, күрмәнек», – тиҙәр. Китапханасы минән таптыра. Бәлки, Инйәр ҡасабаһында был бер бөртөк китап булғандыр. Нимә эшләргә? Өфөләге магазиндарҙы йөрөп сыҡтым – юҡ. Аптырағас, Мостафа Сафичҡа шылтыратам: «Мостафа Сафич, мин шундай ҡыйын хәлгә ҡалдым, китабығыҙҙы таба алма­йым, миңә уңайһыҙ», – тип хәлде аңлатып бирҙем. «Кил өйөмә», – ти Мостай ағай.
Сәскә һатып алдым да киттем. Мостай ағай үҙе ишек асты. «Мин һиңә прималыр шул, сәскә тотоп йөрөргә», – ти. Шулай итеп, миңә китапты тоттороп ҡайтарып ебәрҙе. Аҙаҡ, күп йылдар үткәс, бер осрашҡанда: «Мин һине хөкөмдән ҡотҡарып алып ҡалдым, эйе бит?» – ти. «Эйе», – тип көләм. Шул ваҡытта мин йәш, тәжрибәһеҙ уҡытыусы булғанлығымды әле аңлайым. Әҫәрҙе өйрәнгән ваҡыт­та уҡыусыларға әйтергә кәрәк булғандыр:
– Иҫләйһегеҙме, Оло инәй әхирәткә күсер алдынан үҙе ҡабул иткән, кендектәрен киҫкән бөтә балаларҙы йыйып, һәр береһенә бүләк өләшә, фатихаһын бирә. Тик берәүгә генә фатихаһын бирмәй. Тажетдинға! Ни өсөн? Сөнки ул әсәһенә ҡаты өндәшкән, ҡул күтәр­гән була. «Тажетдин, һин әсәйеңә ҡул күтәргән ҡулың менән минең ҡәберемә тупраҡ һалаһы булма!» –ти. Миңә ошо эпизодты балаларға һөйләп, һорайһы булған:
– Балалар, ә Оло инәйгә тағы ниндәй сифаттар оҡшамай ине?
– Ялҡаулыҡ, уҫаллыҡ...
Бик күп сифаттарҙы әйтерҙәр ине. Урлашыу, әйберҙе һорамай алыу тигән сифаттарҙы ла әйтерҙәр ине, кем белә? Бәлки, ул китапты минең өҫтәлгә килтереп һалып та китерҙәр ине...
Икенсе иҫтәлек. Яҙыусылар­ҙың ҙур сараһы булды һәм беҙҙе, йәш шағирәләрҙе, сәй эсергә саҡырҙылар. Мин, Гөлназ Ҡотоева, Айһылыу Ғарифуллина. Беҙгә уңайһыҙ унда ултырыуы, тиҙ генә сәй эстек тә ҡайтырға булдыҡ. Сығып бара инек, беҙҙе Мостай ағай туҡтатты:
– Ҡыҙҙар, ҡайҙа киттегеҙ?
– Ашығабыҙ, – тибеҙ инде, китеп барабыҙ.
– Мин дә ашығам, минең дә ваҡытым әҙ. Бына матур итеп өҫтәл йыйылған. Минең өйҙә бөтә нәмәм бар, ризығым да етәрлек, ә мин бында ултырам. Һеҙ бөгөн бер түгел, ике халыҡ шағиры менән табындашһығыҙ. (Рауил Бикбаев та бар ине). Ҡалығыҙ, ҡыҙҙар, – тине. Беләһегеҙме, күп йылдар үтте. Халыҡ шағирҙары ла күбәйҙе, ошолай Мостай ағай кеүек өҙөлөп, табындаш булығыҙ, – тип саҡырып торғандары юҡ әле.
Билдәле диктор Флүрә Мурзина ла тәьҫораттары менән бүлеште:
– Мостай Кәрим менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған саҡта уҡ осрашыу бәхете тейҙе. Сәхнәгә сығып, уның ши­ғырҙарын һөйләй торғайныҡ, ул беҙҙең арҡанан һөйөп-һөйөп ала ине. Бер осрашыуға килгәнендә нисек итеп Германияға барғанын һөйләне. «Журналистар миңә һорау бирәләр, – ти. – Беҙгә килгән юлда нимәләр уйлап, ниндәй кисерештәр менән килдегеҙ? – тигәнгә, – ҡорбан булған 20 миллион ватан­дашымды уйлап, мин нимәләр кисерергә тейешмен?» – тип яуап­ланым», – тигәне хәтерҙә ҡал­ған. Мәктәптә уҡығанда шиғыр­ҙарын ятлап һөйләй инек, хәҙер уларҙы яңынан уҡыйым да, аңлап, эстәлегенә төшөнөп етмәгәнбеҙ икән, тим. Бөгөнгө көндә лә уның һәр шиғыры актуаль, һәр шиғырында тәрән фәлсәфә, һәр шиғырында халыҡ һүҙе ята. Әлеге конкурс та шуға дәлил. Мостай ағайҙың «Үҙемә әйткән һүҙ» тигән шиғыры күңелемә бигерәк яҡын.
Был көндө Флүрә Мурзина башҡарыуында шиғыр барыбыҙға ла әйтелгән һүҙ булып яңғыраны. Башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты студенттары ла шағирҙың иҫ киткес фәлсәфәүи һәм тормошсан шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Еңеүселәр редакцияның дип­ломдары, шағирҙың фотоһы ме­нән биҙәлгән календарҙар менән бүләкләнде. Мостай Кәрим исе­мендәге Фонд та бүләктәр тап­шырҙы. Әлфиә Мостаевнаға беҙ конкурсҡа килгән фотоһүрәттәрҙән төҙөлгән альбом бүләк иттек.
Күңелле һөйләшеү сәй табынында дауам итте. Әлфиә Мостай ҡыҙы атаһы тураһында һөйләне. Яратҡан шағирыбыҙҙың шиғырҙарын иҫкә төшөрҙөк. Тағы хәтирәләргә бирелдек. Һөйләр һүҙҙәр, иҫтәлектәр бер ултырып һөйләшеүҙә генә бөтөрлөк түгел ине.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы: «Был акцияны дауам итербеҙ, сөнки ҡыҙыҡһыныусылар арта. Киләһе йылға «Мостай беҙҙең менән» конкурсын яҙыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, журналистар араһында үткәрергә ниәтебеҙ», – тине һүҙен йомғаҡлап.
Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙҙең Мостай Кәрим менән төшкән фотоларығыҙ булһа, редакцияға ебәрегеҙ, йәки алып килегеҙ. Фото төшөрөлөү тарихына бәйле иҫтәлектәрегеҙ менән бүлешегеҙ. Бәлки, видеолар ҙа һаҡланғандыр.
Мостай Кәрим – беҙҙең менән!

Фотоконкурс еңеүселәре Әлфиә Мостай ҡыҙы һәм журналдың  баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән.
Әлиә Мөҙәрисова 1-се урын яуланы.
Сәлимә Ҡолдәүләтова Әлфиә Мостай  ҡыҙы менән осрашыуына бик шат.
Ирэна Сафинаның Әлфиә Мостай ҡыҙына  һөйләр һүҙҙәре күп.
Айгөл Игелекова Мостай Кәрим ижады буйынса бай материал туплаған.
Райхана Булатова шағир менән осрашыуҙарҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Мостай Кәрим исемендәге фонд еңеүселәргә  шағирҙың китаптарын бүләк итте.
Осрашыуҙан һуң иҫтәлеккә фото.
Фотоконкурс еңеүселәре Әлфиә Мостай ҡыҙы һәм журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән.
Автор: Фәйрүзә Абдулова, «Ватандаш»
Читайте нас