Һәр ғаиләлә тиерлек атай-олатайҙарҙан ҡалған иҫтәлекле әйбер – ҡәҙерле ҡомартҡы һаҡлана. Эш уның ҡиммәтле йәиһә осһоҙ булыуында түгел, иң мөһиме – мираҫтың тарихи әһәмиәте. Беҙҙең өйҙә лә күҙ ҡараһы кеүек күргән биҙәүес – ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығын асҡан, уға тағы ла күркәмлек өҫтәгән селтәр бар. Уны өләсәйемдең әсәһе Бәҙерниса эшләгән. Бөгөн был ҡомартҡы миндә, йәғни уның дүртенсе быуын ейәнсәрендә, һаҡлана. Һирәкләп һандыҡтан сығарып, яҡындарыма, ейән-ейәнсәрҙәремә күрһәтәм, нәҫелебеҙ тарихы тураһында һөйләйем.
Селтәр яҡынса 150 йыл элек эшләнгән. Тамъян ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының был биҙәүесе – шау көмөштән, ысын мәрйендән. Уға ҡараһам, Бәҙерниса өләсәйҙең ҡыҙы Ғәшүрә Хәлфетдин ҡыҙын да күргәндәй булам. Өләсәйем Әбйәлил районы Нияҙғол ауылында тыуған. Атаһы Хәлфетдин Ильясов ауылда магазин тотҡан, сауҙагәр булған. Уның хажға барғаны хаҡында өләсәй йыш һөйләй торғайны. «Ат егеп, тәүҙә Троицкиға китте. Күсер егет унда атайымдың ҡайтҡанын айҙар буйы көтөп ята торғайны. Троицкиҙан бер ҙур кеше менән (Зәйнулла ишандыр, тип фаразлай ине) ары киткәндәр», – тип атаһының нисек хажда йөрөп ҡайтыуын, юлдағы мажараларын, кемгә ниндәй күстәнәс, бүләк алып ҡайтҡанын да онотмай бәйәнләй ине.
Өләсәйемдәр ғаиләлә дүрт ҡыҙ, бер малай була. Атаһы ҡыҙҙарын яҡын-тирәләге үҙе кеүек хәлле кешеләрҙең улдарына кейәүгә бирә. Өлкән ҡыҙы Бибиғәйшә Нияҙғол ауылына сығып, бәпәй тапҡанда үлеп ҡала. Ғәззамалды – Теләш ауылына Рәхмәтуллиндарға, һеңлеһе Факиһаны Күсем ауылына Йәнһәйет исемле тол иргә бирә олатай. Йәнһәйеттең йәш ярымлыҡ ҡына Фәтиха исемле ҡыҙына әсәй булып бара ун биш йәшлек Факиһа. Ә Ғәшүрә өләсәй Күсемдәге Хәйбулла байҙың өлкән улы Афзал менән йәрәшә.
«Өләсәй, һеҙҙе нисә йәштә кейәүгә бирҙе атайығыҙ?» – тип һораныҡ бер мәл. «Атайым беҙҙе еткереп, үҫтереп бирҙе, хәлле булғас, ҡабаланманы, – ти. – Ун биш, ун алты йәштә генә кейәүгә сыҡтыҡ». Беҙгә ҡыҙыҡ, көләбеҙ. «Башҡалар ҡыҙҙарын ун ике, ун өс йәштә биреп бөтә ине», – тине ул. Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын кейәүгә бөтә йолаларҙы үтәп, тейешенсә мал, бирнә биреп оҙата. Беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, ҡыҙыҡһындырғаны шул бирнә инде. Олатайым ҡыҙҙарының һәр береһенә, малдан тыш, кейем-һалым, биҙәүестәр, түшәк кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, хатта һәр береһенә ҡул тирмәне менән туҡыу станогы ла эшләтеп биргән. «Килен булып төшкәс, бер кемдән дә бер нәмә лә һоранмай, үҙ әйберҙәребеҙ менән донъя көтөп алып киттек», – ти торғайны ул.
Тик ҡыҙҙар кейәүгә сығып, тормош көтә башлауға донъялар болара. Илдә революция, колхозлашыу, репрессиялар, аслыҡ башлана. Заман шауҡымы өләсәйемдәрҙең ғаиләһен дә урап үтмәй. Ил күргәнде улар ҙа күрә. Иң тәүҙә ун алты ғына йәшлек ҡустылары Исхаҡ һәләк була. 1921 йыл, йотлоҡ. Атҡа бесән тейәп, Смеловск тигән ауылға китәләр, бесәнде аҙыҡҡа алмаштырыу инде уйҙары. Үҫмерҙең бер кешенең ҡапҡаһына ингәнен күрәләр, сыҡҡанын күреүсе булмай. Шулай юҡ була малай.
Күп тә тормай, аталарының башына етәләр. Ул ваҡытта аҙмы-күпме малдары була әле. Беренсе төн бәйҙә торған этте юҡ итәләр. Икенсе төн олатай үҙе һаҡта тора. Уны һәнәк менән сәнсеп, ҡалған малды алып китәләр. Был хәлдәрҙән һуң өләсәйемдең әсәһе, ҡайғы-хәсрәтте күтәрә алмай, үлеп ҡала.
Аслыҡтан һуң – тағы һынау. Илдә кулактар бөтөрөү башлана. Ғәшүрә өләсәйемдең ҡайны-ҡәйнәһенә беренселәрҙән булып ҡанығалар. Ҙур ғаиләне бер-ике аҙнала туҙҙырып бөтәләр: кемде – Себергә, кемде төрмәгә оҙаталар, бүтәндәре бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Өй эсендәге әйберҙәрҙе тышҡа сығарып өйәләр, ярлыларға тараталар. Хатта мал аҙбарын да һүтеп алып китәләр. Бәхеткә күрә, әле миндә һаҡланған селтәрҙе, тағы бер нисә ҡиммәтле әйберҙе бер килен: «Минең әйберҙәрем», – тип алып ҡала, һуңынан хужаларына кире тапшыра. Аяныслы йылдар шаһиты булған селтәрҙең беҙҙең көндәргә килеп етеүенә бик шатбыҙ һәм шул киленгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ғәшүрә өләсәйем менән Афзал олатайымдың биш балаһы була. Ҙур ҡыҙҙары Тәслимәгә – ун дүрт йәш, бәләкәс Ильясҡа ике генә ай булған саҡта Афзал олатайҙы ҡулға алып, Асҡарға алып китәләр. Белоретҡа ебәрәсәктәрен ишетеп, Ғәшүрә өләсәй, ике айлыҡ сабыйын күтәреп, уны күрергә Белоретҡа сыға. Көс-хәл менән аҙыҡ йүнәтә – үҙе менән талҡан, ҡорот, ҡул икмәк алып юлға сыға. Абҙаҡта берәүҙәргә йоҡларға инә. Үҙе менән алып сыҡҡан ризығынан яҙып, көс-хәл менән барып етә ул Белорет төрмәһенә. Тик күрә алмай хәләлен. «Кисә генә алып киттеләр уларҙы», – тиҙәр. Башҡа бер ниндәй хәбәр ҙә, һүҙ ҙә булмай, эҙһеҙ юғала олатай.
Өләсәй бер үҙе үҫтерә биш балаһын. Кескәйҙәр 10-11 йәштән үк колхоз эшенә егелә. Балаларын буй еткереп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшеп, 78 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы ҡәҙерлебеҙ. Бына шулай, бер ҡомартҡы әллә күпме тарих һөйләй! Селтәрҙе киләһе быуындарға тапшырыу өсөн беҙ ҙә ҙур тырышлыҡ һалабыҙ: ҡыҙҙарыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләйбеҙ, башҡорт кейеменә, мәҙәниәтенә һөйөү уятабыҙ. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Мин, мәҫәлән, ғаиләмдәге ҡатын-ҡыҙҙарға милли кейем тектем, һәр береһенә өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡы селтәргә реконструкция эшләп бүләк иттем.
Бөгөн Ғәшүрә өләсәйҙең йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәре үҙ-ара аралашып, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй йәшәй. Татыу, берҙәм булыуыбыҙ өлкән быуын тәрбиәһенә бәйле. Башҡорт йолаларын, традицияларын түкмәй-сәсмәй еткерҙеләр – шуға бик рәхмәтлебеҙ.