Все новости

ҠОМАРТҠЫЛАР СЕРЕН ЮЛЛАП

2024 йылдың Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителеүенә бәйле журналыбыҙҙа «Ғаилә ҡомартҡыһы» тигән конкурс башлап ебәргәйнек. Атай-әсәйҙәрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған, быуындан быуынға ҡәҙерләп тапшырылған әйберҙәр – һандыҡ төбөндә һаҡланған биҙәүестәр, һарғайған фотоһүрәттәр, фронт хаттары, яратып ябынған яулыҡ йәки алъяпҡыс, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар көтәбеҙ, дуҫтар! Педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Люциә Аҙнағолова Әлшәй районы Ҡармыш ауылында йәшәй. Ул беҙгә күҙ ҡараһылай күргән ҡомартҡылары тураһында бәйән итә.

ҠОМАРТҠЫЛАР СЕРЕН ЮЛЛАП
ҠОМАРТҠЫЛАР СЕРЕН ЮЛЛАП

«Музейым – байлығым»

Хәтере тәрән булған халыҡтың киләсәге оҙон һәм өмөтлө. Был – хәҡиҡәт! Ошо хәҡиҡәтте аңлаған кеше үҙенең этник тарихынан мөмкин тиклем күберәк аҡыл туп­лай. Тамырҙарын белмәгән кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бушлыҡта ятып ҡала йәки ҡамғаҡ кеүек тәгә­рәй. Оло быуындан ҡалған алтын­ға бәрәбәр ҡомартҡылар ошо буш­лыҡты тултырырға ярҙам итә, үткә­небеҙҙе байҡау мөмкинлеге бирә.
Боронғо әйберҙәргә ҡыҙыҡһы­ныуым электән килә. Ҡулыма эләккән һәр нәмәне һаҡларға тырыштым. Ҡомартҡылар бихисап булып киткәс, шәхси коллекция булдырыу теләге тыуҙы. Бер нисә йыл элек ниәтемде атҡарып ҡуйҙым – йорт ихатаһындағы аласыҡта ыҡсым ғына музей эшләнем. Нимәләр генә юҡ унда! Экспонаттарҙың барыһы ла – нәнәй-ҡартатай, әсәй-атайҙарҙан ҡалған иҫтәлекле әйберҙәр. Улар тематика буйынса урынлаштырылған: башҡорт өйөнөң интерьеры, көнкүреш әй­берҙәре, аш-һыу мөйөшө, музыка һәм эш ҡоралдары, хатта хеҙмәт даны һәм хәрби мөйөштәр ҙә бар.
Әсәйем Хәбирә Минеғәзиз ҡы­ҙының (1917 йылғы) сәйлән менән биҙәлгән, яулыҡ эсенән кейә торған таҡыяһын ҡәҙерләп һаҡлайым. Төньяҡ башҡорттарында ғына тү­гел, баҡһаң, мең ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары ла был баш кейемен ҡул­ланған икән. Хәлимә нәнәйемдең боронғоса тегелгән күлдәге менән еләне лә һаҡлана. Ул ҡул эшенә бик оҫта булған. Миндә уның сүпләм һөлгөләре, шаршауы, буй һәм аҫалы балаҫтары бар. Аҫалы балаҫ XIX быуатта һуғылған һәм ҡәҙерле ҡомартҡы булып миңә – өсөнсө быуынға – килеп етте. Быуындар сылбырының кәүҙәләнеше булараҡ, ейәнсәремә – бишенсе быуын вәки­ленә – тапшырыласаҡ ул. Ромб рәүешендәге башҡорт орнаменттары менән һуғылған был балаҫтан матурлыҡ, боронғолоҡ бөркөлөп тора. Ерлеге итеп үҙенсәлекле ҡыҙғылт-һары төҫ һайланған, ул усаҡ йылыһын хәтерләтә, муллыҡҡа ишара. Бындай төҫтәге балаҫтар бик һирәк осрай. Үлсәме яғынан да хәҙергеләрҙән ныҡ айырыла, бик ҙур итеп эшләнгән. Тимәк, уның туҡыу станогы ла ҙур булғандыр, тип фаразлайым.
Әсәйемдең атаһы Минеғәзиз Шафиҡов (билдәле шағир, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов менән әсәйем – ике туған) «Ғәлиә» мәҙ­рәсәһен тамамлаған, заманына күрә алдынғы, дини ҡарашлы кеше булған. Көсө ташып торған, ғәйрәтле ир-егет итеп иҫләйҙәр уны, ат менән баҫтырып бүре лә алған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Германияла әсиргә эләгә. Уны шунда бер немец фермерына эшкә бирәләр. Оҙаҡ ҡына тир түгә алпауытта, зирәклеге менән немец телен дә ярайһы өйрәнеп ала. Эш рәтен белгән, уңған башҡорт егете хужаға оҡшап ҡала. Һуғыш тамамланғас, ҡартатайым тыуған иленә ҡайтарыуын һорай. Теге тәүҙә яҡын да килмәй, ризалашмай. Оҙаҡ ҡына ныҡыша торғас, немец: «Ярай, ҡайтарам, ләкин барыбер кире киләсәкһең, сөнки һеҙҙә тормош насар. Мин һине бында өйләндерермен», – тип, ҡайтырға рөхсәт биргән.
Бер ҡайтҡас, ҡартатайым, әл­биттә, кире китергә уйламаған да. Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауы­лы ҡыҙы Аҡсулпанова Хәлимә нәнәйемә өйләнеп, донъя ҡора, биш бала үҫтерәләр.
Ҡартатайым оҫта ҡуллы булыуы менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған. Немец алпауы­тында эшләгән саҡта байтаҡ һөнәргә өйрәнеүе лә тормош көткәндә бик ярап ҡалған. Миндә һаҡланған бөтә ағас әйберҙәр ҙә уның ҡулы менән эшләнгән: ағас тәпән, батман, һандыҡ, шәйкә, ялғаш, һауыт-һаба өсөн семәрле шкаф, он өсөн һелкеүес, көбө, бешкәк, ағас кер үтекләгес, тимер үтек, кейәү мискәһе, бизмән, сүлмәктәр... Алты герле, ике тәрилкәле үлсәү иһә бөгөн дә үҙ функцияһын юғалтмаған, тикшереп ҡараным – теп-теүәл үлсәй.
Был ҡәҙәре байлыҡ миңә нисек килеп эләкте һуң? Төп йорттағы ҡартатайымдың кесе улы Йәүҙәт абзыйым Шафиҡов мәрхүм булғас, ерләргә тип барҙыҡ. Улы менән икәүләп һалған шыңғырлап торған ҡарағай йорт. Соландан өй башына баҫҡыс менеп китә. Мин шул баҫҡыс тирәһендә уралам да уралам. Ҡыйыҡ башында ҡартатайымдың ҡул йылыһын һаҡлаған әллә күпме ҡомартҡы яталыр кеүек. Менеп ҡарарға ҡыйманым. Ҡайтып киткәндә, яҡын ғына туғаныма: «Аҙаҡ ҡарарһың әле, кәрәкмәгән әйберҙәр булһа, ташлай күрмәгеҙ, миңә килтерегеҙ», – тип әйтеп киттем. Һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты. Үрҙә һанап сыҡҡан кәрәк-яраҡ, ысынлап та, шунда ятҡан. Бер аҙҙан туғаным бер машина әйбер тейәп килеп төштө. Шатлығымдың сиге булманы! Ә өй һатылды. Юҡһа был ҡомартҡылар, әрәм-шәрәм булып, тәләфләнә ине.
Күңелемә бик тә ҡәҙерле шул әйберҙәр араһынан кейәү мискәһе­нә туҡталып киткем килә. Ҡайһы яҡта нисек тиҙәрҙер, беҙҙә, Дим – Өршәк буйында, был ағас һауыт шулай атала.
Ҡартатайымдың кейәү мискәһе шул тиклем оҫта эшләнгән, һоҡла­нып ҡарап торорлоҡ! Үҙе бер ҡолас­лыҡ. Борон заманда, кейәү егете ҡыҙ яғына барғанда, шул мискә менән барған. Эсенә ҡоҙаларға күстәнәскә әсегән бал йә бал балы һалғандар. Ғөмүмән, кейәү мис­кәһен асыу һәр туйҙа мотлаҡ үтәлә торған йола һаналған. Уны ҡыҙҙың ағай-еңгәһе йәки яҡын ағай-энеһе аса. Хәленә ҡарап, «айыры тояҡ – һарыҡ» әйтәләр, асҡас, эсемлекте табындағы кешеләргә тәмләтеп сығалар.
ХХ быуат башында уҡ эшләнгән был кейәү мискәһенең бөгөнгө көнгә тиклем яҡшы хәлдә һаҡланыуына хайран ҡалам. Бер быуатлыҡ мискә! Өс урындан тимер менән ҡоршалған, өҫ яғынан ике уймағы бар. Шул уймаҡтарға тығылған бөкөләре лә тап үҙенеке, һис бер тәгәрәп тө­шөп китеп юғалмаған. Аласыҡ-му­зейҙағы һике түрендә, «бына мин!» тигән кеүек, ҡуҡырайып ултыра.
Күпте күргән, бер быуат дауа­мында байтаҡ туйҙар шаһиты бул­ған ошо мискәне һыуға батырып, тикшереп ҡараным да, Азамат улым өйләнгән ваҡытта ҡулланырға булдым. Килен яғында үткәрелгән никах тантанаһының матур биҙәге булды ул ҡомартҡы. Үҙем умарта ҡорто тотҡас, бер аҙналыҡ бал балы һалып алып барҙыҡ Ҡырмыҫҡалы тарафтарына. Кеүәҫ кеүек кенә булды эсемлек, йәйге эҫе көндә ҡунаҡтар бик яратып ауыҙ итте. Әле булһа ҡыуанып хәтерләйбеҙ – боронғо йола ла үтәлде, үҙенә күрә ҡыҙыҡ ваҡиға ла булды. Ҡар­татайымдың бар оҫталығын һалып эшләгән кейәү мискәһе, тиҫтә йылдар үткәс, бүләһенең никах туйында табын йәме булды – был бит үҙе оҙаҡ йылдар һағынып һөйләрлек тарих!
Үҙ ырыуыңдың, ғаиләңдең шә­жәрәһен белеүҙе лә намыҫ эше, рухи талап тип һанайым. Нәҫел та­мырҙарын барлау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды: Ноғоман исемле ҡарт ҡартатайыбыҙҙың шәжәрә ағасы әлеге музейҙың тү­ренә элеп ҡуйылды, унда 15 ба­лаһының зат-зәүере асыҡ күре­нә. Бынан тыш, шәжәрә ике ҙур ҡалын дәфтәргә текст итеп тә яҙылды. Үҙ хәтирәләремде барлап, «Күңел һандығы» тигән йыйынтыҡ та сығарҙым. Әйткәндәй, шуға һөйөнәм – музейға уҡыусы балалар йыш килә, һәр әйберҙең атамаһы, ни өсөн ҡулланылыуы хаҡында һорашалар. Мин иһә кинәнес менән уларға барыһын да һөйләйем, бай тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡа­рата ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам.
Үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған ҡомартҡы­ларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырайыҡ, тип әйткем килә йәш быуынға. Тамыр ныҡ булһа, нәҫел дә ныҡ була.

Люциә АҘНАҒОЛОВА, Әлшәй районы.

«Был балаҫтан йылылыҡ бөркөлә», – ти Л.Аҙнағолова.
Бер быуатлыҡ кейәү мискәһе.
Азамат улымдың туйында.
«Был балаҫтан йылылыҡ бөркөлә», – ти Л.Аҙнағолова.
Автор:Люциә АҘНАҒОЛОВА, Әлшәй районы.
Читайте нас: