Все новости
Конкурсы
18 Января , 14:46
ОБЩЕСТВО

ХИСТӘРЕН МОҢҒА ТӨРӨҮСЕ

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рөстәм Миһранов – полиция подполковнигы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының өлкән уҡытыусыһы. Эшендә уны ғәҙел, бурысын еренә еткереп, теүәл башҡарған кеше тип беләләр һәм ихтирам итәләр. Хәрби хеҙмәт етдилек, йыйнаҡлыҡ талап итеп, күңел асыуҙан алыҫ торһа ла, Рөстәм Нурулла улының күңеле һәр ваҡыт йыр-моңға тартыла. Тап шул сифаты уны «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ватандаш» журналы уҙғарған конкурста ҡатнашырға этәрә. Шарт буйынса, унда баянға ҡушылып йыр башҡарырға кәрәк ине. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, хатта сит өлкәләрҙән килгән тиҫтәләгән видеояҙма араһында Рөстәм Миһрановтың сығышы иң шәбе тип табылды, халыҡ һөйөүен яуланы.

ХИСТӘРЕН МОҢҒА ТӨРӨҮСЕ
ХИСТӘРЕН МОҢҒА ТӨРӨҮСЕ

«Башҡортса акцент менән уйнайһың»

Белорет районы Манышты ауы­лында йәшәүсе Миһрановтар тураһында аҙ ғына булһа ла хәбәр­ҙар кеше бөгөнгө геройыбыҙҙың талантлы, ижади зат булыуына ғәжәпләнмәҫ. Нурулла Мөхитдин улы менән Мөнирә Ғәрифйән ҡы­ҙының күмәк балалы ғаиләһендә дүртенсе булып тыуған Рөстәм Миһранов бала саҡтан йыр-моңға төрөнөп үҫә. Әңгәмәсем хәтерлә­үенсә, элегерәк маныштылар ға­иләләре менән гармун-баянда уй­наған. Ҡушылып йырлаусылары, таҡмаҡ әйтеүселәре лә күп булған. Киске уйындарҙа гармунсылар, бер-береһен алмаштырып уйнап, бейеүселәрҙе хәлдән тайҙырған.
– Атайым менән әсәйем – 40 йылға яҡын ғүмерҙәрен мәктәпкә биргән уҡытыусылар. Атайым – математика фәненән, әсәйем рус теленән уҡытты. Әсәйемдең тыуған яғы – Туймазы районы, улар Белорет ҡалаһында танышҡан. Ике ҡыҙға һәм дүрт улға ғүмер бирҙеләр, бынан тыш, ауылдаш ҡыҙҙы тәр­биәгә алып үҫтерҙеләр. Әсәйем бик матур йырлай торғайны. Ата­йым яғынан олатайым репрессияға эләккән, ҡурайҙа бик оҫта уйнаған, тип әйтәләр, – тип һөйләй ғаиләһе тураһында Рөстәм Нурулла улы.
Шулай ҙа Маныштыла йәшәгән сағында егеткә музыкаль яҡтан һәләтен үҫтерергә артыҡ мөмкинлек булмай. Яңы йырҙарҙы радио аша отоп ала, йыш ҡына үҙ алдына йыр йырлап, көй көйләп йөрөй ул. Миһрановтарҙа ҡунаҡ йыйылһа, ағайҙары ярышып-ярышып гармун-баянда уйнай, туғандары ҡушылып йырлай. Шул саҡтарҙа бәләкәй Рөстәм: «Эх, минең дә шулай баянда уйнағым килә», – тип уйлай, күҙҙәре ҡыҙып.
– Ауылда музыкаль мәктәп юҡ. Теләгең булһа – өйрәнәһең, юҡ икән – бер кем дә махсус өйрәтеп тормай. Бер туған Зөлфиә апа­йым Өфөләге гимназия-интернатта уҡығайны. Бер йыл уҡыны ла, кире ауыл мәктәбенә ҡайтты, әммә шул арала баянда һыҙҙырырға арыу уҡ өйрәнгәйне. Әсәйем дә ҡасандыр уйнаған булған, әммә тормош баҫҡанмы, күмәк бала ирек бирмәгәнме – ташлаған. Зөл­фиә апайым менән әсәйем тәүге уҡытыусыларым булды, – тип хә­терләй ул.
Мәктәптән һуң Рөстәм Нурулла улы Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Тап шунда музыка дәрестәре башлана.
– Педучилищела баянда яҡ­шылап уйнарға өйрәнеп булманы. Йә уҡытыусы юҡ, йә башҡа сәбәп табылды – нота серҙәренә төшө­нә алманым. Көйҙәрҙе тыңлап, хәтерҙә ҡалдырып уйнай инем. Уҡытыусының теге йәки был көй­ҙө башҡарыуын һорайым да, уны күҙәтеп тороп, иҫләп ҡалам. Өйгә ҡайтҡас, апайымдың баянында хәтерҙән уйнайым. Икенсе юлы уҡытыусыға уйнап күрһәтһәм, ул: «Өйрәнгәнһең, тик башҡортса акцент менән уйнайһың», – тип көлә ине. Башҡортса акцент тигәне – «проигрыш»тарҙы башҡортса көйҙәргә оҡшатып ебәреүем, –йылмайып, ҡабат хәтирәләргә бирелә әңгәмәсебеҙ.
Ныҡышлығы, тырышлығы ме­нән хыялын тормошҡа ашыра башлай йәш егет. 1994 йылда Сибай ҡалаһына юғары юридик белем алырға юлланғас та был шөғөлөн ташламай.


Ике баян тарихы

Сибайҙа – Урал аръяғының мәҙәни үҙәгендә – шаулы студент тормошо башлана. Йәш егет һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтә, яҡташтар ойошмаһы уҙғарған сараларҙа ҡатнаша. Бер осор дуҫ егеттәре ме­нән музыкаль төркөм ойоштороп, концерттарҙа ла сығыш яһайҙар.
– Беренсе баянымды шул йыл­дарҙа һатып алдым, – тип һөйләй Рөстәм Нурулла улы. – 1995 йыл ине. Аҡсаны «миллионлап» тотҡан саҡ. Музыкаль инструменттар магазинына барып инһәм, биш рәтле баяндар тора. Хаҡы – 1 миллион. Эх, алғы килә бит, әммә аҡса юҡ. Шунан ситтәрәк торған бер баянға иғтибар иттем – 400 мең. Нишләп улай осһоҙ тиһәм, боҙолған икән. Ҡулға алып ҡараштырғас, яҡынса аңланым нимәһе боҙолғанын. Һат­май тороғоҙ, үҙем алам, тип сығып киттем.
Ауылға ҡайтып, ата-әсәһе менән кәңәшләшкәс, теге боҙолған баянды барып һатып ала ул. Йүнәтеп, рәткә килтергәс, инструментҡа йән керә: әле булһа ла Рөстәм Миһрановтың ҡулында моңдар түгергә әҙер.
Икенсе баянына 2016 йылда осраҡлы рәүештә эйә була. Был ваҡытта Рөстәм Нурулла улы Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге полиция бүлегендә эшләп йөрөй. Музей ойоштороп йөрөгән полиция ветераны менән аралашып китәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан бүлектә үткәрелгән үҙешмәкәр сарала Миһрановтың баянда сығы­шын күргәс: «Өйҙә яҡшы баян ята, ҡыҙыма алғайныҡ, уйнаманы. Хәҙер боҙолдо инде. Теләһәң, йүнәтеп ал да уйна», – тип тәҡдим итә ул. «Ә мин һеҙҙең музейға ауылдан экспонаттар алып килермен», – тип килешә Рөстәм.
1949 йылда Германияла яһалған өс рәтле музыкаль инструмент булып сыға бүләк. Ҡутарып ташлағас, эсен көйә ашап бөткәнлеге асыҡ­лана, әммә үҙе ныҡ, яҡшы һаҡ­ланған. Раритетты йүнәтеп, йыйып ала һәүәҫкәр музыкант.
– Быйыл был инструменттың яһалыуына – 74 йыл, һаман да моңло тауышлы, – тип ҡыуана әң­гәмәсебеҙ. – Тәүге хужаһы ҡасан­дыр Калининградта хәрби осоусы булып хеҙмәт иткән, шунда һатып алған икән, аҙаҡ теге ветеранға һатҡан булған. Совет баяндары менән сағыштырғанда, сит илдеке­ләр еңел һәм тауыштарының матур, моңло булыуы менән айырылып тора.
– Замана баяндары менән ҡы­ҙыҡһынғаным булды, әммә һа­тып алманым. Музыкаль инстру­менттарҙы ремонтлаусы бер һөнәр­се менән аралашам. Уның һүҙҙәре буйынса, хәҙергеләр еңелерәк, уңайлыраҡ, әммә тиҙ генә боҙолоп, моңо бөтә лә ҡуя. Икенсе төрлө тимер ҡулланалар, күрәһең, – Рөстәм Нурулла улы һығымта яһап ҡуя.
Әйткәндәй, журналыбыҙ иғлан иткән конкурста еңеү килтергән видеояҙмала Рөстәм Миһранов хеҙ­мәттәше бүләк иткән баянда уйнай.


Тау йылғаһы ауазы

Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Йыр-моңға һәләтенән тыш, Рөстәм Нурулла улының шиғри һүҙгә лә һәләте бар. Бер нисә йыйынтыҡта шиғырҙары баҫылып сыҡҡан.
– Тыуған төйәгемдә ижадтың был төрөнә тартылыусылар бик күп. Беҙҙең ауылдағы 150–180 тирәһе өйҙән 18 кеше шиғыр яҙа булып сыҡты. Күптәренең ижад емештәрен китап рәүешендә күрергә теләүен белдем. Тиҙ арала был эште яйға һалдыҡ. 2019 йылда үҙнәшер менән тәүге шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе, – тип һөйләй ул.
Китапҡа «Тау йылғаһы ауазы» тигән исем бирәләр. Уның үҙ сере лә бар. Баҡһаң, Манышты ауылының атамаһы боронғо башҡорт теленең ике һүҙенән тора: «ман» – тау, «ышты» йылға тигәнде аңлата икән. Беренсе китап булғас, ауаз һүҙен дә өҫтәйҙәр.

Маныштыҡай, һин бит тау
йылғаһы,
Тауҙар ҡуйынынан сығаһың.
Урман, таштар араһынан ағып,
Әллә инде моңдар йыяһың.

Маныштының һыуын эскәнгәме,
Ауылымда моңло һәр кеше.
Йыр-моң тулы булғас күңелендә,
Бейей, йырлай, ҡайнай һәр эше.

Маныштыҡай, көс һәм ғәйрәт
биреп,
Аҡһаң ине мәңге-мәңгегә.
Алда килер быуындарға етеп,
Дәрт һәм илһам бирһәң кешегә.
Был юлдарҙа геройыбыҙҙың атайсалына булған мөхәббәте, ауыл­даштарына тәрән хөрмәте асыҡ сағыла.
2022 йылда Рөстәм Миһрановты Белорет районының Сабир Шәри­пов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһына ағза итеп алалар һәм уның шиғырҙары ошо ойошма альманахында һәм тағы бер йыйынтыҡта донъя күрә. Үҙе­нең күп шиғырҙарына һәм бүтән шағирҙарҙың әҫәрҙәренә көй ҙә яҙа ул.
– Көй яҙ әле, тип шиғырын тотоп килгән кешенең үтенесен кире ҡағыуы ҡыйын булһа ла, быны махсус рәүештә эшләй алмайым.
Көй сығарыуҙың да үҙ ваҡыты бар. Улар минең күңелдәге хистәргә бәйле тыуа, һуңынан һүҙҙәре килеп сыға йәки, киреһенсә, күңелдә иң беренсе шиғыр юлдары тыуа, шунда уҡ көйләп тә ебәрелә. Шулай көйләп яҙғанға микән, махсус филологик һәм музыкаль белемем булмаһа ла, һүҙҙәр нисектер үҙенән-үҙе рифмаға һалына. Шиғырҙар уҡырға яратам, китап магазиндарына керһәм, иң беренсе шиғри йыйынтыҡтар алам. Ҡайһылары шундай яҡын, күңелгә үтеп инә – көйләп ебәрәм. Әммә ул йырҙарымды киң аудиторияға сығарғаным юҡ, үҙ-ара йыйылғанда йырлайым,– ти Манышты егете.
«Ватандаш» журналы үткәргән конкурсҡа Рөстәм Миһранов ҡәйнәһе Гөлнара Ҡотлоғәлләмова шиғырына үҙе яҙған йыры менән сыҡҡайны. Гөлнара ханым – дан­лыҡлы ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Кәрим Дияров­тың ҡыҙы. Атаһы кеүек үк, ул ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күңеле шиғриәткә тартыла башлай.
– Ҡунаҡҡа барған саҡта ши­ғырҙары яҙылған дәфтәрҙе күреп ҡалдым. Үҙенең рөхсәте менән уҡый башланым. Бер шиғыры бигерәк күңелгә ятты. Шунда уҡ көй ҙә тыуҙы, – тип һөйләй Рөстәм Нурулла улы йырҙың тарихы тураһында.
Гөлнара Кәрим ҡыҙы йырҙы бик оҡшата. Баҡһаң, үҙе лә уны ижад иткән саҡта көйләп-көйләп яҙған икән.
– Конкурста еңеүемдә ҡәйнәм­дең өлөшө ҙур. Уның шиғырҙарын яратып уҡыған, ижадын юғары баһалаған Баймаҡ районы халҡы ла тауыш бирҙе миңә. Ғөмүмән, сығышымды оҡшатып, еңеүгә илһамландырыусыларға оло рәх­мәтлемен, бәйге көсөргәнешле булды, – ти әңгәмәсебеҙ. – Конкурста ҡатнашыусылар араһынан Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан Миңлебай Хәлитовтың сығышы күңелемә ятты. Йырҙарҙы еренә еткереп башҡарған, матур итеп уйнаған кешеләр күп булды. Минеңсә, баянда, гармунда уйнап йырлаусыларҙың һәммәһе лә еңеүгә лайыҡ ине.
Гөлнара Кәрим ҡыҙы Рөстәм Нурулла улының кешелек сифаттарын айырыуса юғары баһалай.
– Ауыр эшендә ижадҡа ваҡыт бүлә алғанына һоҡланам, – ти ул. – Үҙенә талапсанлығы, кешеләргә ҡарата ихласлығы, ярҙамсыллығы, башлаған эшен һәр ваҡыт аҙағына еткереп ҡуйыуы, әйткән һүҙенә тоғро ҡалыуы менән күптәргә өлгө кейәүебеҙ, – ти ул. – Конкурста еңгән «Йылмай әле» шиғырын бер әхирәтемдең күңел торошона бәйле яҙғайным. Рөстәм кейәү был шиғырҙы оҡшатты, тиҙ арала көй яҙып, йырлап күрһәтте. Еңеүҙең 75 йыллығына арнап яҙылған «Олатай» шиғырына ла көй сығарҙы. Бик уңышлы килеп сыҡты. Уға артабан да ижади уңыштар теләйем, яңынан-яңы шиғырҙары менән беҙҙе ҡыуандырһын!
Рөстәм Нурулла улы тормош иптәше Резеда Алмас ҡыҙы менән ике ул үҫтерә: Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты Таһир менән 161-се лицейҙың 10-сы класс уҡыусыһы Фәтихте баш­ҡорт рухлы итеп тәрбиәләй. Аталары, туғандары менән улар тик башҡортса ғына һөйләшә – ғаиләлә был ҡағиҙә теүәл үтәлә.
– Русса һүҙ ҡушһалар, мин аң­ламайым, ти торғайным. Бәләкәй саҡтарында ышана инеләр, хәҙер көләләр. Башҡорт булғас, баш­ҡортса һөйләшегеҙ тип әйтеп, хәтерҙәренә төшөрөп торам, – ти ғаилә башлығы. Фәтих, атаһы кеүек, йырға оҫта, вокал конкурстарын­да ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Таһир, данлыҡлы ҡартатаһы Кәрим Дияров кеүек, ҡурайҙа уйнай.
Рөстәм Миһранов – күп яҡлы, талантлы һәм туғандарының, хеҙ­мәттәштәренең, таныштарының хөрмәтен яулаған замандашыбыҙ. Тап уның кеүек кешеләр булғанда донъя ла йәмлерәк, сағыуыраҡ.Күңел һалған шөғөлөгөҙ артабан да шатлыҡ ҡына килтерһен, тигән теләктәбеҙ!

Миһрановтар – ижади ғаилә.
Туғандарҙың бергә йыйылған сағы.
Миһрановтар – ижади ғаилә.
Автор:Миңзәлә АСҠАРОВА, «Ватандаш»
Читайте нас: