Рәйлә ҒӘЛИЕВА.
– Ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһын, булмышын, күңел торошон бар тәрәнлегендә сағылдыра милли кейемебеҙ. Һәр элементта, нағышта халҡыбыҙҙың сал тарихы ла, бай мәҙәниәте лә, тормош фәлсәфәһе лә ярылып ята. Электән ҡыҙыҡһындырҙы мине был йүнәлеш, тик милли кейем тегеү, биҙәүестәр эшләүгә ныҡлап тотонормон, хатта артымдан йөҙләгән ҡатын-ҡыҙҙы әйҙәрмен, тип уйламағайным, – ти Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. – Һәр ташы тарих һаҡлаған ерҙә көн итеүем дә йоғонто яһағандыр, бәлки, – халыҡсанлыҡ ҡаныбыҙға һеңгән бит.
Рәғиҙә Әхмәтшинаның бар ғүмере Баймаҡ районы менән бәйле. Беренсе Этҡол ауылында тыуа ул. Ҡыҙға алты йәш тулғанда Төркмәнгә күсәләр – атаһын, партком секретары булып эшләгән Рәфҡәт Хәмитовты, шунда эшкә күсерәләр. Тап Төркмәндә Рәғиҙә мәктәпкә бара, буласаҡ тормош иптәшен осрата.
– Фәтих менән бер класта уҡыныҡ. Оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң тормош ҡороп ебәрҙек. Ул ваҡытта мин Сибай педучилищеһын тамамлап, Баймаҡта балалар баҡсаһында эшләй инем. Агроном булараҡ, иремә күрше ауылға китергә тура килде. Бергәләп Басайға күстек. Улыбыҙ Тимур ҙа, ҡыҙыбыҙ Земфира ла шунда тыуҙы. – Биш йылдан һуң йәш ғаилә йәнә Төркмәнгә юллана – был юлы инде бөтөнләйгә төпләнергә ҡарар итәләр. Өй һалып сығалар, баҡса үҫтерәләр, мал-тыуар ишәйтәләр.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын ситтән тороп тамамлаған Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы күрше Әхмәрҙә башҡорт теленән уҡыта башлай.
– Дүрт йыл йөрөп уҡыттым. Ҡыш көндәре юл булмағанда ауырға тура килгәс, машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алдым. Һуңғараҡ Төркмәндә балалар баҡсаһы мөдире итеп ҡуйҙылар, – ти ул. – Ҡыҙғанысҡа, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, өҫтәүенә, тормош-көнкүрешебеҙгә ҡағылған күңелһеҙ хәлдәр эҙһеҙ үтмәне – балалар баҡсаһы, ике төркөмгә ҡалдырылып, мәктәпкә күсерелде. Мин мөдир булып барғанда, мәҫәлән, баҡсаға мәктәпкәсә йәштәге 101 бала йөрөй ине, хәҙер – ни бары 27.
Рәғиҙә апайҙың күңелһеҙ хәл тигәне ике йыл самаһы элек Төркмән ауылында малдарҙың йоғошло ауырыуға дусар булыуына бәйле. Карантин иғлан ителеп, йорттарҙан малдар йыйып алына, яндырыла, прививка эшләтеү һөҙөмтәһендә генә был сир күрше-тирә ауылдарға таралмай ҡала.
– Ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны шул мал-тыуар бит инде. Ни тиһәң дә, донъя бөтәйткән, ашлы ла, эшле лә иткән – шул малҡайҙар. Ауылда һыйырҙар күп ине, кеше башлыса үҙ хужалығы менән йәшәне. Мин үҙем һигеҙ һыйыр һауа торғайным. Һауын аппараты ла алып ебәргәйнек. Һөттө эшкәртеп, Сибайға алып барып һаттым, даими заказ биреүселәрем дә булды. Май-ҡаймағымды тәғәйен ергә ҡалдырам да, ҡайтып китәм. Аҡмаһа ла, тамып торҙо. Бар халыҡ шулай йәшәне, – тип хәтерләй ул ваҡиғаларҙы әңгәмәсем. – Әлеге күңелһеҙ хәлдән һуң байтаҡ йәш ғаилә ауылдан күсеп китте. Хәтерләйем дә, йән өшөп китә: кәртә-ҡура бушап, етемһерәп ҡалды, кешеләр өйҙәренә инеп бикләнеште, күңелһеҙ.
Донъя туҡтап ҡалған төҫлө тойолдо. Ауылда бер бөртөк һыйыр малы, һарыҡ йәки кәзә булһасы! Әмәлгә ҡалғандай, ноябрь аҙағы, декабрь башы ине, алда – оҙон ҡыш. Йәй буйы әҙерләгән бесән күбәләре өйөлөп тора. Иртәнсәк эшкә китеп бараһың, ауылда үле тынлыҡ, аҡ ҡарҙа бер эҙ һалынмаған. Эштән ҡайтҡанда ла шул уҡ хәл – эс бошорғос тынлыҡ. Уйлап-уйлап йөрөнөм дә, былай булмай, нимәлер эшләргә кәрәк, тигән фекергә килдем. Үҙем электән ҡул эше тота инем, махсус дәфтәр алып барҙым – ҡайһы ваҡытҡа ниндәй бәйләмде тамамлап ҡуйырға кәрәклеген планлаштыра инем. Пальтолар ҙа бәйләп кейҙем, свитер-кофталарҙың иҫәп-һаны юҡ.
Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы әлеге хәл-ваҡиғаларға тиклем интернет аша Өфөлә йәшәүсе Зөлфиә Насированан ҡашмау эшләү буйынса дәрестәр ала. Әммә, әлеге лә баяғы хужалыҡ ҙур булғас, был эшкә тотонорға ваҡыты етмәйерәк тора.
– Малдан ҡалғас, күңелгә ятышлы шөғөл кәрәклеген аңлап, ҡашмау эшләргә булып киттем. Туҡта әле, күмәкләп эшләһәк, күңеллерәк булыр тип, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын да өйөмә саҡырҙым. Шулай итеп, ҡул белгән, илһам-дәрт уятҡан эшкә тотондом. Сәйлән, туҡымалар алып, эш башланыҡ. Төндәр буйы өлгөләр әҙерләйбеҙ, һөйләшеп ултырабыҙ, күңел дә бушап ҡала. Шулай итеп, ҡыш буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләнек, – ти ул. – Тап шул осорҙа ошо шөғөлгә ныҡлап ылығып киттем, биҙәүестәрҙең тарихын өйрәнә башланым. Мәҫәлән, беҙҙең бөрйән ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының селтәре ниндәй булғанын бығаса белмәй ҙә инем.
Оҫтабикәләр «Ихлас» тигән төркөм булып берләшә. Ҡул эштәрен күрһәтеү ихтыяжы ла килеп тыуа – күҙ яуын алырлыҡ ҡашмау, селтәр, хәситәләрҙе һандыҡҡа бикләп ҡуйыу, хеҙмәттең тәүге емештәре менән бүлешмәү яҙыҡ эш тә! Яҙға табан Моҫтай ауылында ошо төбәктең мәшһүр ҡурайсыһы Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә «Боронғонан аманат» тип аталған төбәк-ара милли байрам ойошторолоуы хаҡында ишеткәс, шул сарала ҡатнашыу теләге тыуа.
– Сараны ойоштороуға Баймаҡ районы хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге, Моҡас ауыл биләмәһе һәм «Ирәндек» этнотуры етәксеһе Фәнис Кәримов ҙур көс һалды. Тамашаны алып барыусы Әлнисә Алдырхановаға шылтыратып, сәхнәлә ауылдаштарымдың ҡул эштәрен күрһәтергә тәҡдим иткәс, ул ихлас риза булды. Беҙ иһә йәһәт-йәһәт кенә күлдәктәр тегергә керештек, эштәребеҙҙе теүәлләнек. Байрам мәлендә сәхнәгә тиҫтәнән артыҡ ҡатын-ҡыҙ күтәрелде. Ҡурай моңо менән оҙатылған дефилены ихлас ҡабул иттеләр. Матур, сағыу тамаша булараҡ хәтерҙә ҡалды ул көн. Республика кимәлендәге сарала ҡатнашыуыбыҙға эй ҡыуандыҡ! Атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың ейәнсәре Анжела Мөхәмәтшинаға селтәр ҙә бүләк иттем, – тип хәтерләй Рәғиҙә Әхмәтшина. – Тиҙҙән беҙгә күрше ауылдар ҙа ҡушылырға теләк белдерҙе. Машинаға ултырып, әле бер ауылға китәм, әле икенсеһенә. Әбйәлил районынан, Сибайҙан килеүселәр күбәйҙе. 180-дән ашыу кеше булып киткәс, яуаплылыҡ та артты. Дөрөҫ итеп өйрәтер өсөн үҙемә лә күп нәмәне төшөнәһе бар ине. Өфөнән Гөлсөм Хөсәйенованың «Хан ҡыҙы» тигән төркөмөнә яҙылдым. Ҡуш ҡуллап ярҙам итергә теләүселәр булғас, эш тә ырап барҙы.
«Хан ҡыҙы» төркөмө уҙғарған марафондарҙа Баймаҡтан ҡатнашыусылар байтаҡ була. Бергә йыйылып, Баймаҡ ерлегенә хас милли кейемде башҡаларға күрһәтергә була оҫтабикәләр. Сентябрҙә үткәрелгән милли кейем көнөндә ҡатнашып, районда дипломдар ҙа ала улар.
– Теге йәки был кейемгә ҡағылышлы һорауҙарым булһа, Учалыла йәшәүсе этнограф Азат Ғариповҡа мөрәжәғәт иттем. «Ерле селтәр, ҡашмау эшләйһегеҙ икән, халыҡҡа ҡарағыҙ», – тине ул. Эҙләй башланыҡ. Иҫәнбәттә боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән шундай матур алмиҙеү һаҡланған икән – һоҡланып бер булдыҡ. Уны Вәлимә апай Фәйзуллина (тиҫтә йылдар дауамында ошо ауылда клуб мөдире булып эшләне) алып килде. Боронғо камзул, елән, күлдәктәр ҙә табылды. Ысынлап та, халыҡта һаҡлана икән милли кейемдәребеҙ, эҙләргә генә кәрәк. – Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙының тағы бер хыялы бар, ул да булһа – балаҫ һуғырға өйрәнеү. – Ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уянғас, йәнә Азат Салауат улына мөрәжәғәт иттем. Рәхмәт инде – ике станок ҡайтартты, уларҙы нисек ҡорорға, ҡайһылай эшләргә – барыһын да күрһәтте. Станоктың икенсеһе Баймаҡ ҡыҙы Гөлсинә Зәйнуллинала, ул, тиҙ арала төшөнөп, балаҫтар һуға башланы ла инде. Ептәр ҙә алдым, әммә ҡул етмәй, әле Әхмәргә, әле Күсейгә йә Басайға сығып китәм. Балаҫ һуғыу теләген дә мотлаҡ тормошҡа ашырырмын, тим.
– Һуңғы ваҡытта боронғоға яҡыныраҡ булырлыҡ итеп эшләргә теләүселәрҙең һаны арта. Тарихи мәғлүмәт йәһәтенән һорауҙары менән мөрәжәғәт итеүселәр булһа, ҡуш ҡуллап ярҙам итәм. Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы башҡорт халыҡ кейемен тегеү традицияларын тергеҙеү өҫтөндә актив эш алып бара. Тыуған яғына хас кейем өлгөләрен дә өйрәнә. Халҡыбыҙҙың балаҫ һуғыу кәсебен өйрәнергә теләүе лә хуплауға лайыҡ. Һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, үҙенә талапсан. Уға уңыштар теләйем, маҡсаттарына өлгәшергә яҙһын, – ти Азат Салауат улы әңгәмәсем хаҡында.
Белгәнен башҡалар менән дә ихлас бүлешеүсе Рәғиҙә апай һәр ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан гөл тамыуына тамсы ла шикләнмәй. Кәрәк ерҙә өйрәтеп ебәрә, кәрәк икән – үҙе лә өйрәнә.
– Шундай оҫта ҡыҙҙар бар! Уларҙың эшенә ҡарайым да, һоҡланыуымдың сиге юҡ. Ни ҡәҙәре талантлы булыуҙарын үҙҙәре лә белмәй йөрөгәндәр. Ауылда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Зөлфиә Ибраһимова, Рәғиҙә Әминева, Гөлсирә Рахманғолова, Гөлсирә Илбулова, Ләлә Йыһангирова, Дилара Атанғолова, Сания Латипова, Земфира Мәсәлимова, Фирүзә Рәсүлева, Айгөл Талипованы, Иҫәнбәттән – Минзифа Ласынова, Нәсимә Илбуловаларҙы, Әхмәрҙән Фәрхәнә Амантаеваларҙы билдәләп үтке килә, – ти ул. – Күптән түгел Сибайҙан бер апай бәйләнешкә сыҡты. Баҡтиһәң, 17 йәшлек улы сигеү менән мауыға икән. Компьютерҙа сигеү өлгөләре эшләп бирә, ә әсәһе махсус машинкала туҡымаға әҙер нағыш һала. Эштәрен күргәйнем, хайран ҡалдым! Мәҫәлән, аят аштарына доға һүҙҙәре сигелгән гүзәл ашъяулыҡтар – кеше уларҙы ҡуш ҡуллап һатып алыр ине. Бына шулай, оҫталар күп, саҡ ҡына ярҙам итеп ебәрергә генә кәрәк.
– Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы менән бер йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ. Икенсе ауыл бит әле, тип тормай, тиҙ арала килеп етә, йә телефондан тәфсирләп аңлата. Селтәр, ҡашмау, алмиҙеүҙәр – быларҙың барыһына ла унан өйрәндек, – ти Әхмәр ауылынан Фәрхәнә Амантаева. – Күптән түгел Йылайырға нигеҙ һалыныуҙың 270 йыллығына арналған сараға алып барҙы, ер-һыу күреп, үҙ эштәребеҙ менән таныштырып ҡайттыҡ. Әле ҡорама ҡорорға өйрәтергә теләге ҙур. Беҙҙе дәртләндереп тороуы, яҡшы ғәмәлдәргә әйҙәүе өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Боронғо кейем-һалым, ҡаралты кәрәк-яраҡтары эҙләгәндә Рәғиҙә апайҙың ҡулына сергетыш та килеп эләгә. Быға тиклем сергетыштың нимә икәнен дә белмәй инем, ти ул.
– Быйыл Баймаҡта уҙғарылған «Башҡорт аты» фестивалендә сергетыш әҙерләү буйынса конкурс буласағын ишеттек тә, ҡатнашырға булдыҡ. Унан алда байтаҡ мәғлүмәт йыйҙыҡ, сөнки был йәһәттән белемебеҙ юҡ ине. Районыбыҙ ағинәйҙәренең «Хазина» төркөмөнә рәхмәт – оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр, барыһын да аңлаттылар. Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткәс, тиҙ генә тетелгән йөн һатып алдыҡ та, бер өйгә йыйылып, кейеҙ баҫтыҡ. Күмәкләп эшләргә ултырҙыҡ. Тағы ла Азат Салауат улына мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең ерлеккә хас нескәлектәрҙе тәфсирләп аңлатты. Сергетыштың һәр биҙәге айырым мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, туй мәлендә аттың үҙен, сананы биҙәүҙең дә үҙенсәлектәре бар. Ҡаралты сергетышында туҡыманың дүрт яғы ла кейеҙгә ҡуша тегелһә, ат өсөн тәғәйенләнгән сергетышта ике оҙон яғы ғына тегелә, ә ҡыҫҡа яҡтары беркетелмәй – ат тирләһә, тиҙерәк кипһен, елләһен өсөн, – ти Рәғиҙә апай. – Тынғыһыҙ оҫталарҙың тырышлығы бушҡа китмәй – улар конкурста 3-сө урын ала һәм 10 меңлек сертификат менән бүләкләнә.
«Ихлас»тар хәҙер ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Берҙән, йыйылып эшләр урын бар – Төркмән ауылы клубында «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса ремонт бара. Уның икенсе ҡатында төркөмгә яҡты, йылы бүлмә бирелгән. Икенсенән, ҡул эштәре оҫталары өсөн теген машиналары һатып алынған.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәрендә, халыҡ ижады үҙәге булдырыуҙы хуплап, ойошмабыҙға ярҙам итергә вәғәҙәләгәйне. Аллаға шөкөр, һигеҙ теген машинаһы алдыҡ. Үҙем Сибайға барып һайлап алдым. Икәүһе өйрәнеүселәргә ҡулай, шуға балаларҙы ла тегеү серҙәренә уҡытыу ниәте бар, – ти «Ихлас» төркөмө етәксеһе. – Ҡалғандары 16-19 операциялы заманса машиналар. Уларҙа эшләү эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә, күрше ауылдарҙы ла халыҡ кәсептәрен һаҡлау эшенә йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Һәр эшкә дәртләнеп тотонған, башҡаларҙы ла үҙе артынан әйҙәгән, еңеүҙәргә илһамландырған кеше ул Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. Уның бәләкәй генә шишмәнән юл алған эше, тау йылғаһы кеүек ярһып ағып, тулыланып, яңынан-яңы кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә. Оҫталарҙың һәр береһе – күҙ яуын алыр ҡашмауҙағы мәрйен бөртөгө төҫлө: сағыуҙар, һәләтлеләр, ижадҡа мөкиббәндәр. Бергәләп яңы асыштарға ҡыуанырға, яңы үрҙәргә артылырға яҙһын!