Все новости
Конкурсы
8 Сентября 2023, 12:33
ОБЩЕСТВО

«БАШҠОРТ БИҘӘҮЕСТӘРЕНЕҢ КӨСӨ БАР»

Журналыбыҙҙың «Бәйләнеш­тә» төркөмөндә уҙғарылған «Милли кейем – рух асылы» конкурсында 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Бәйгеселәрҙең үҙ ҡулдары менән теккән күлдәктәре, аллы-гөллө селтәр-ҡашмауҙары, биҙәүестәре күҙ яуын алырлыҡ ине! Та­уыш биреү һөҙөмтәһендә ике еңеүсе билдәләнде. Бөгөн Жуково ҡасабаһында йәшәүсе Зөләйха Рыҫҡолова менән яҡындан та­ныштырмаҡсыбыҙ.

«БАШҠОРТ БИҘӘҮЕСТӘРЕНЕҢ КӨСӨ БАР»
«БАШҠОРТ БИҘӘҮЕСТӘРЕНЕҢ КӨСӨ БАР»

Ҡул эшенә оҫталар

Зөләйха Иһәш ҡыҙының та­мырҙары – Әбйәлилдән. Легендар генерал Таһир Күсимовтың ауылдашы ул. Ҙур, татыу ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булып буй еткергән. Ата-әсәһе, яҡындары хаҡында һөйләгәндә әңгәмәсемдең күҙҙәре айырыуса йылылыҡ, яҡты һағыш менән балҡый.
– Атайым тархандар тоҡомонан. Олатайым бик уҡымышлы булған, Зәйнулла ишандың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған. Улдарына ул тархан-бейҙәрҙең көслө яңғырашлы, мәғәнәле исемдәрен ҡушҡан – Иһәш, Йомор, Тәүәш, Арыҫлан, – тип башланы һүҙен Зөләйха Иһәш ҡыҙы. – Әсәйем Әсмә ҡул эштәренә оҫта булды. Белмәгәне юҡ ине – һис ҡасан магазин әйбере кеймәне, гел үҙе текте, беҙҙе лә баштан-аяҡ кейендерҙе. Бәйләмгә лә сос булды, турпыша (сепрәк балаҫ), буй балаҫтар һуға торғайны, миндә хатта боронғо станок та һаҡлана. Кейеҙ баҫыу тиһеңме, тире иләүме – барыһы ла ҡулынан килде. Кейемгә ҡытлыҡ ваҡытта атайыма һәм дүрт ағайыма, һарыҡ тиреһен эшкәртеп, тун тегеп кейҙергәне әле лә хәтерҙә.
Ғаилә башлығы үҙе лә тирә-яҡта дан тотҡан балта оҫтаһы була. Атайҙарына оҡшап, улдары ла эш рәтен белеп үҫә.
– Ауылдағы байтаҡ ҡапҡа уның ҡул йылыһын һаҡлай, әле булһа шыҡ та итмәй торалар. Өйҙәр һалды – нигеҙенән алып баҫҡы­сына ҡәҙәре эшләй торғайны. «Йоҙағын элеп, асҡысын хужаның ҡулына тотторорға кәрәк», – тиеүе уның хеҙмәткә мөнәсәбәтенең асыҡ күрһәткесе, – тип хәтерләй Зөләйха Рыҫҡолова. – Ҡыҙғанысҡа, олатайым ялған донос буйынса репрессия ҡорбаны була, шуға ла атайыма уҡыу эләкмәгән. Район гәзитендә «Нахаҡҡа ғәйепләгәндәр» тигән мәҡәлә лә донъя күргәйне. 1931 йылда һөргөнгә оҙатылып, 17 йыл үткәс кенә әйләнеп ҡайта ул тыуған яғына. Шулай итеп, бик зиһенле булһа ла, атайым ете класс белем менән ҡала. Ике ҡустыһы иһә артабан уҡыу бәхетенә эйә була. Йомор Атауллинды, мәҫәлән, Башҡортосандың атҡаҙанған рәссамы булараҡ беләләр.
Бәләкәй саҡта Зөләйхаға ҡул эштәренә тотоноу форсаты тей­мәй – бер генә ҡыҙ булғас, өй хәс­тәренән бушамай. Бесән сабыу, утын ярыу, мал ҡарау кеүек эштәр ағайҙары елкәһендә булһа, ҡыҙ көнөнә әллә нисә тапҡыр тамаҡ йүнәтеп, ҡашығаяҡ тирәһендә ҡайнай.
– Мәктәптән һуң Магнитогорск пединститутын тамамланым. 37 йыл мәктәптә математика уҡыттым, – ти Зөләйха Иһәш ҡыҙы. Юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытта ул ғүмерлек юлдашы – Сафуан Зәкир улын осрата. – Ҡустым менән Сафуан Магнитогорск тау-металлургия институтында бер төркөмдә уҡый ине, ниндәйҙер бер кисәлә танышып, дуҫлашып киттек. Өйләнешкәс, тормош иптәшемдең тыуған ауы­лы Хәлилдә йәшәнек. Колхоздар тарҡалып, балалар ҙа үҫә башлағас, Сибайға күстек. Тиҙҙән улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ, башлы-күҙле булып, Өфөлә төпләнде, беҙ ҙә баш ҡалаға юлландыҡ.
Мәғариф алдынғыһы булған педагогты БДУ эргәһендәге колледжға математика уҡытыусыһы итеп алалар. Һуңынан Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында фәнни хеҙмәткәр булып эшләй.
– Музейҙа эшләгән осорҙо һағынып иҫкә алам – патриотик рух менән һуғарылған матур саралар үткәрә торғайныҡ, тап шул ваҡытта Альбина Исхаҡова, Лилиә Нафиҡова кеүек билдәле ағинәйҙәр менән таныштым. Милли ке­йем, биҙәүестәргә ныҡлап ылығып китеүем дә шул мәлдә булды, – ҡул эшенә маһир ата-әсә тәрбиәһендә үҫкән Зөләйха Иһәш ҡыҙының был шөғөлгә ныҡлап тотоноуы тәбиғи ҙә. – Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡорт костюмы» тигән сара үткәргәйне, шунда үҙем эшләгән милли биҙәүестәрҙе тағып барҙым. Сараны ойошторған Гөлгөнә һылыу Баймырҙинаға рәхмәт – ҡул эштәренә битараф булмағандарҙы бер ҡорға йыйҙы. Даими осраша башланыҡ. Шулай итеп «Селтәр» студияһы барлыҡҡа килде. Хәҙер студияны Фатима Хәйретдинова етәкләй. Милли костюмдарыбыҙҙы тергеҙеүҙән тыш, төрлө сараларҙа фольклор программаһы менән сығыш яһайбыҙ. Концерттарҙа билдәле бейеүселәр Гүзәл Мамина, Зөлфиә Ҡудашевалар ҙа ҡатнаша. Тағы бер ҡыҙыҡлы проектыбыҙ «Өләсәйем һандығы» тип атала. Һандығыбыҙға милли ҡомартҡыларыбыҙҙы тултырып, музейҙарға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына йөрөйбөҙ, төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ.
Күҙ нурҙары түгеп эшләнгән ҡашмау, түшелдерек, альяпҡыс, балаҫ, таҫтамалдарҙан торған күргәҙмә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята икән. Башҡорт йыр-бейеүҙәре тарихын, легендаларҙы ла йотлоғоп тыңлайҙар, ти әңгәмәсем. Тынғы белмәй, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған «Селтәр» башҡорт халыҡ кос­тюмы студияһы оҫтабикәләренә «афарин»дан башҡа һүҙ юҡ!


Ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө

Зөләйха апай тәүге эштәрен яҡшы хәтерләй:
– Был ҡашмауҙы оҙон ҡыш буйы эшләнем. Өлгөнө Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Рита Шәйҙуллинанан һатып алдым. Ул үҙе ун йыл эсендә йөҙҙән ашыу ҡашмау эшләгән, – ти ул. – Беҙҙең яҡта был баш кейеменең түбә тирәһен ябыҡ итеп эшләйҙәр – миңә ҡалһа, шулай матурыраҡ та, дөрөҫөрәк тә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бит сәс-башын ялпылдатып йөрөмәгән, эстән барыбер яулыҡ ябынған.
Зөләйха Иһәш ҡыҙы өсөн иң ҡәҙерле ҡомартҡы – Ғәшүрә өләсәһенең селтәре. Гөлсөм Хөсә­йенованың «Хан ҡыҙы» марафонына ҡушылып, селтәрҙең күсермәһен эшләргә ҡарар итә. Башлаған эш – бөткән эш, тигәндәй, ниәтен атҡарып та ҡуя.
– Күптән уйлап йөрөгән уйым­ды тормошҡа ашырып ҡуйҙым, Гөлсөм һылыуға ҙур рәхмәт! Сулпыларҙы – Рөстәм Дәүләтовтан, сәйләнде – Гөлнара Вәхитованан, тәңкәләрҙе Иҙел Хәкимов менән Флорид Вәхитовтан алдым, совет сатины – Ғәбиҙә Вәлиеваныҡы, – ти ул. – Селтәрҙе яҡын туғаныма бүләк иттем, үҙем иһә гел генә өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны кейеп йөрөйөм. Башҡорт биҙәүестәренең көсө бар – шуға ныҡлы инанғанмын.
«Бәйләнештә» социаль сел­тәрендә «Хан ҡыҙы» марафонын ойоштороусы Гөлсөм Хөсәйенова – билдәле мастер-реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лау­реаты.
– Зөләйха Иһәш ҡыҙы марафонда өләсәһенән ҡалған селтәргә реплика эшләне. Бик тырыш, алтын ҡуллы оҫта апай. Матур-матур күлдәктәр тегә, милли биҙәүестәр эшләй. Эштәре лә, күңеле лә матур уның, – тип фекере менән бүлеште Гөлсөм Йыһанур ҡыҙы.
Зөләйха Иһәш ҡыҙы кейем­дәрҙе стилләштереү, заманға яраҡ­лаштырыуҙы өнәмәй, традицион кейем-биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә. Әйткәндәй, Рыҫҡоловтар йортонда этномөйөш булдырылған. Стенала оҫтабикәнең күҙ нурҙары түгеп эшләнгән селтәрҙәр һәм тартҡы урын алған. Ҡул эштәре өсөн тәңкәләрҙе ғаилә башлығы Саф­уан ағай үҙе көмбәҙ итеп сүкеп бирә икән.
– Был – 22 ҡусҡарлы Әбйәлил тартҡыһы, – ти хужабикә, ҡа­бартмалы сигеү ысулы менән баш­ҡарылған урын-ер элементына күрһәтеп. – Урын тартҡыһы – башҡорт халҡының ғаилә, ырыу ҡотон һаҡлап торған аксессуар. Ҡаралды тартҡыһы, урын бауы тип тә йөрөтәләр уны. Бик мөһим һаҡлау көсөнә, ырымға эйә әйбер ул. Килен төшөргәндә тартҡыһының оҙонлоғона ҡарап, алып килгән байлығын самалағандар. Урын тартҡыһында төп биҙәк булып уртанан шәжәрә ағасын һынландырған орнамент тора. Күбеһенсә ҡусҡар биҙәге, шулай уҡ сәскәләр менән нағышлана. Ситтәрендә суҡтар була. Тартҡының ике яҡ ситен шул килеш ҡалдырырға ла, бер яҡтан түңәрәкләтеп ҡуйырға ла мөмкин. Ике яғына бау тағыла. Көньяҡ Уралда биҙәкте энә менән сиккәндәр.
Зөләйха Иһәш ҡыҙының ҡы­ҙыҡһыныуҙары күп төрлө. Хаҡ­лы ялда булһа ла, буш ваҡыты юҡ тиерлек – «Селтәр» студияһына йөрөүселәр менән бергә хәҙер үҙе лә оҫталыҡ дәрестәре бирә. Әленән-әле осрашыуҙарға саҡыралар, рес­публика кимәлендә үткән сара­ларҙа, һабантуйҙарҙа сығыш яһай. Башҡорт Википедияһын үҫте­реүгә лә үҙ өлөшөн индергән – топонимикаға, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына ҡағылышлы мәҡә­ләләр яҙған. Әле шәжәрә эшләүгә башкөллө сумған.
– Бик ҡыҙыҡ ул шәжәрә өй­рәнеү! Ни ҡәҙәре асыш яһала, тарих биттәре асыла! Әсәйем яғынан шәжәрә байрамы үткәрҙек инде, хәҙер атайым яғынан уҙғарырға ниәтләнәбеҙ, – тип бүлешә уй-ниәттәре менән әңгәмәсем. Туған-тыумасаны оло ҡорға йыйып ҡына ҡалмаған, «Шәжәрәлә – бы­уындар тарихы» тигән йыйынтыҡ та баҫтырған икән Зөләйха Рыҫҡолова. – Киләһе быуындарға иҫтәлек булып ҡалһын, балалар туған-ырыуҙы белеп йәшәһен, тигән теләктәмен.
Рыҫҡоловтарҙың ейән-ейән­сәрҙәре – Әмирхан, Алмас, Сәлимә менән Йәмиләгә лә өләсәләренең ҡыҙыҡһыныуҙары күскән. Былтыр Әмирхан, шәжәрә буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар алған. Ҡул эштәренә лә һәләтле икән – ҡабартмалы сигеү менән туҡымала ҡусҡар биҙәктәре сигә, ыҡсым ғына селтәрҙәр эшләй.
– Өләсәйемдең биҙәүестәр эшләүен ҡарап торҙом да, үҙем дә ҡыҙығып киттем. Һүрәт төшөрөү, саңғыла шыуыу бик оҡшай. Киләсәктә архитектор булырға хыялланам, – тип сере менән бүлеште 6-сы класты тамамлаған Әмирхан.
– Шөкөр, тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ. Балаларыбыҙ матур донъя ҡорҙо, беҙҙең терәгебеҙ һәм таянысыбыҙ улар. Улыбыҙ Азамат, Рәми Ғарипов исемендәге респуб­лика гимназия-интернатын тамамлап, юридик белемгә эйә булды, күптән түгел Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡып сыҡты. Ҡыҙыбыҙ Гөлназ мәктәпте миҙалға тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерҙе, банкта эшләй, – тип ихлас ҡыуана Рыҫҡоловтар. – Шуныһына бигерәк шатбыҙ – ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе төрлө яҡтан үҫтереү өсөн ныҡ тырышалар.
Үҙҙәре лә бер минут эшһеҙ тормай хужалар – йорт, баҡса хәстәре ваҡыт та, көс тә талап итә.
– Донъя көткәндә ир кеше аҙ һүҙле булырға, ҡатынына ярҙам итергә тейеш, – тип һүҙгә ҡушылды Сафуан Зәкир улы. – Ә ҡатын кеше тап Зөләйхам кеүек булһын ул. Балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәре тәрбиәләп, усаҡ йылыһын һаҡ­лауына бик тә рәхмәтлемен. Бер-береңә яҡты йөҙҙә, йылы һүҙҙә булып йәшәүгә ни етә!
...Ҡапҡа төбөнә үк сығып оҙатып ҡалған хужаларҙы өй янында үҫкән төҙ ҡарағай менән сәскәгә күмелеп ултырған йәсмин ҡыуағына оҡшаттым. Береһе селтәр-ҡашмау эшләгәндә икенсеһе тәңкәләрҙән көмбәҙ сүкегән, уртаҡ хәстәрҙәр менән янып йәшәгән ошондай ғаиләләрҙә милли рух, үҙаң һаҡлана ла инде.


Автор фотолары.

Әсмә менән Иһәш Атауллиндар (фото ғаилә архивынан).
Өләсәй ҡомартҡыһы.
Шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныу ейәндәргә лә күскән.
«Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп йәшәгеҙ!» – ти Рыҫҡоловтар.
Әсмә менән Иһәш Атауллиндар (фото ғаилә архивынан).
Автор:Рәйлә ҒӘЛИЕВА, «Ватандаш»
Читайте нас: