Хеҙмәт кешеһен данлау электән килгән йола. «Эше барҙың ашы бар», «Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен», «Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте» тигән мәҡәл-әйтемдәр юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Ә күпме йыр сығарылған, күпме әҙәби әҫәр ижад ителгән хеҙмәттән йәм табып йәшәгән кешеләр тураһында. Шулай ҙа бер мәл кешене хеҙмәт биҙәй тигән хәҡиҡәт үҙ көсөн юғалтҡайны. 90-сы йылдарҙа булды был. Эшләмәйенсә генә байыу шәплек һаналып китте, хәйлә менән мал йыйыу, бол туплау булдыҡлылыҡ билгеһе итеп ҡабул ителә башланы. Иң аяныслыһы – шуға ышанған һәм табынған бер быуын үҫеп сыҡты.
Шөкөр, хәҙер хәлдәр үҙгәрә, хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм ихтирам яңынан ҡайта. Былтыр 9 июндә республикала «Хеҙмәт батырлығы өсөн» тигән миҙал булдырылыу шуға дәлил. Республика башлығы Р.Ф.Хәбиров үҙенең сығыштарында ла йыш ҡына төрлө һөнәр оҫталарын үрнәк итеп ҡуя, профессиональ байрамдар менән тәбрикләй. Оҙаҡ йылдар эшләп, пенсияға киткән хеҙмәт ветерандарына дәүләт наградалары тапшырыу ҙа ғәҙел, сөнки араларында төрлө сәбәптәр менән ваҡытында тейешле баһа ала алмаған кешеләр булыуы мөмкин. Шуларға өҫтәп, быйылғы йылдың республикабыҙҙа Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителеүен дә әйтһәк, әлеге йүнәлештә эштәр комплекслы рәүештә алып барылыуын күрербеҙ.
Баймаҡта «Хеҙмәткәр» конкурсының йәштәр араһында уҙғарылыуы айырыуса әһәмиәтле. Хеҙмәткә һөйөү уятыу, йәштәрҙә профессиональ оҫталыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Ойоштороусыһы – район хакимиәтенең йәштәр бүлеге. Юл ыңғайы шуныһын да әйтеп үтәйек: Башҡорт дәүләт университетында магистратура тамамлаған Заһит Ғүмәров ҡайтып эшләй башлағаны бирле был бүлектең эше бермә-бер йәнләнде. Улар әленән-әле яңы идеялар менән сығып тора һәм, йәштәрҙе туплап, район хакимиәте менән берлектә матур, файҙалы эштәр башҡара.
– Былтыр конкурсты беренсе тапҡыр ойошторғанда ҡатнашырға теләүселәр булмай ҡуйһа тип ҡурҡҡайныҡ, быйыл йәштәр баштан уҡ әүҙем ҡушылды, тимәк, конкурс йәшәйәсәк, – тип ҡәнәғәт йылмая Заһит Ишбулат улы. – Спонсорҙар ҙа ихлас күтәреп алды. Матур-матур бүләктәр әҙерләнек еңеүселәргә.
Район мәҙәниәт йортона үҙҙәренең конкурсанттарына теләктәшлек йөҙөнән хеҙмәт коллективтарынан вәкилдәр килгәйне. Плакаттар, шарҙар тотҡан көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡыштары тамашаға күтәренкелек һәм тантана өҫтәне.
Бәйгегә 12 конкурсант сыҡты. Улар араһында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа хеҙмәткәрҙәре бар ине. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев иң яҡшы хеҙмәткәр исеменә дәғүә итеүселәрҙе сәләмләп, ғәҙел ярышҡа фатиха бирҙе.
Майҙан тотоусылар дүрт һынау үтте. Тәүге этапта улар үҙҙәре менән таныштырҙы. 1-се Этҡол мәктәбендә секретарь булып эшләгән Ғәлиә Ҡасҡынова телмәрен шиғри юлдарға һалған, Баймаҡ район үҙәк дауаханаһының урта медицина хеҙмәткәре Данил Сафиуллин видеояҙма әҙерләгән, «Күбәләк» балалар баҡсаһы логопеды Илүзә Үтәғолова «Маша һәм айыу» әкиәтенә нигеҙләп инсценировка эшләгән.
Әлбиттә, бындай конкурстарҙа ҡатнашыу мәғариф өлкәһендә эшләүселәргә еңелерәк, ни тиһәң дә улар аудитория менән эшләп өйрәнгән, презентация ла улар өсөн ят нәмә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә бирешергә теләмәне, барыһының да сәмләнеп тотонғаны күренеп тора.
«Кеше булыу өсөн эшең булыу ғына етмәй» тигән социолог Абраам Маслоу. Әгәр эштән буш ваҡытыңды бағышлар шөғөлөң, күңелеңә ял бирер ҡыҙыҡһыныуың булмаһа, тормош күпкә төҫһөҙ һәм күңелһеҙ булыр ине. Һөнәр менән хобби бер-береһен тулыландырып, кешенең рухи донъяһын байытып килә. Киләһе һынау йәштәрҙең яратҡан шөғөлдәрен асырға тейеш. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Юлиә Абдрахманова ғаиләһе менән сәйәхәт итергә ярата икән, Башҡортостандың, Рәсәйҙең бик матур, иҫтәлекле урындарында булыуҙарын сағыу видеояҙмала күрһәтте ул. «Техномаркет» магазинының һатыусы-консультанты Айгиз Фазуллин спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша, гитарала уйнай, йырлай ҙа. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринар станцияһының персонал менән эшләү хеҙмәткәре Ләйсән Фәйзуллина ла вокал менән, шулай уҡ ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Конкурсҡа ул Рәми Ғариповтың шиғыры менән сыҡты. «Төҙөлөш материалдары» магазинының һатыусы-консультанты Илнур Исмәғилев та шиғыр һөйләне, ҡатыны менән икәүһенең поэтик дуэты күңелдәрҙе хушландырҙы. «Айыуҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Баййегетованың буш ваҡыттарҙа волейбол уйнарға, машина йөрөтөргә, зумба менән шөғөлләнергә әүәҫлеген белдек.
Ҡуянтау ауылынан китапханасы Гөлсөм Ғәбиҙуллина менән Халыҡ ижады үҙәге хореографы Фәйез Усмановтың – башҡортса, Иҫәп һәм отчет үҙәге бухгалтеры Рәйсә Ҡудашеваның – ҡалмыҡса, «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлкәй Ишдәүләтованың заманса бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Илүзә Үтәғолова менән Ғәлиә Ҡасҡыноваларҙың да башҡа бик күп шөғөлдәрҙән тыш бейергә лә әүәҫлеген өҫтәһәк, Баймаҡта йырламаған, бейемәгән, йә ҡурайҙа уйнамаған кеше юҡ, тигән һүҙҙәр раҫлана ла ҡуя.
Бына шулай бәйгеселәр конкурстан конкурсҡа асыла барҙы. Һорауҙарға яуап биреү тәү ҡарашҡа еңел генә тойолһа ла конкурсанттарҙы шәхес булараҡ асырға ярҙам иткән мәғлүмәтле һынау булды. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе атап сығыу өсөн үҙеңдән алда әйтелгәндәрҙе ҡабатламау дөрөҫөрәк. Мин үҙ сиратымда «Һеҙ ниндәй гәзит-журнал уҡыйһығыҙ?» тигән һорау бирҙем. Әйткәндәй, күптән түгел Белорет районында уҡытыусылар араһында уҙғарылған конкурста ла шундай уҡ һорауҙы биргәйнем. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләүселәрҙең генә түгел, ғөмүмән, үҙен заман кешеһе тип иҫәпләгән барса әҙәмдең мотлаҡ матбуғат уҡырға тейешлегенә иманым камил.
Һуңғы этапта бәйгеселәр үҙҙәре эшләгән ойошма йәки предприятиеның киләсәген һүрәтләп күрһәтте. Юлиә Абдрахманованың сығышы айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ул үҙе эшләгән колледждың киләсәген күргәҙмә материалдар ярҙамында бик аныҡ итеп күҙ алдына баҫтырҙы. Айгиз Фазуллин менән Рәйсә Ҡудашеваның да сығыштары башҡаларҙан төплөлөгө менән айырылып торҙо. Күберәк бөгөнгөһөн һөйләп, киләсәге хаҡында 1-2 ауыҙ һүҙ менән генә сикләнеүселәр ҙә булды.
Жюри ағзалары һәр сығышты тағы бер ҡат күҙҙән үткәреп, ғәҙел баһаларға тырышты. Һөҙөмтәлә егеттәр араһында «Иң яҡшы хеҙмәткәр» исеменә – Данил Сафиуллин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Илүзә Үтәғолова лайыҡ булды.
Данилға – 22 йәш. 2020 йылда Сибай медицина колледжын тамамлаған, Баймаҡ район үҙәк дауаханаһында урта медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Пандемия шарттарында тәүге көндән үк ҡыҙыл зонала эш башларға тура килә уға: госпиталдә лә, приемный покойҙа ла эшләй. Әле наркология бүлегендә шәфҡәт туташтарының система ҡуйыу, укол ҡаҙау кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ бурыстарын үтәй.
– Коллективыбыҙ бик татыу, табиптар һәйбәт. Мине бик йылы ҡабул иттеләр. Тәүҙән үк ҡыҙыл зонаға инеп киттем, һис тә үкенмәйем. Сөнки ауырыуҙар менән аралаша белеү уларҙың хәлен еңеләйтеүҙә ҙур роль уйнай. Киләсәктә медицина университетына инергә теләгем бар, медбрат тәжрибәһе миңә табип булғас та ярҙам итер тип уйлайым, – ти ул.
Әйткәндәй, егеттең ата-әсәһе лә дауаханала эшләй. Әсәһе – буфет хеҙмәткәре, атаһы – балта оҫтаһы.
Эштән бушаған ваҡытта Данил футбол уйнарға, һүрәт төшөрөргә ярата. Конкурс барышында уның башҡарыуында «Бик йәшәге килә» тигән йыр бигерәк тә тулҡынландырғыс яңғыраны.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы төп еңеүсе Илүзә Үтәғолова Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында психолог һөнәренә уҡыған, әле балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Насар һөйләшкән балалар менән өндәр өҫтөндә эшләйем, телдәрен шымартам, ти ул.
Сәхнәлә аҡҡоштай йөҙөп самауыр менән бейегән Илүзәне бейеүсе тип уйларға була ине. Баҡһаң, ул студент сағында «Дәрүиш» ансамблендә бейегән, 2015 йылда «Байыҡ» телевизион конкурсында 1-се урын яулаған. Тормош иптәше менән 5 йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр.
Конкурста 1-се, 2-се, 3-сө урындар, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде, махсус приздар ҙа тапшырылды. Бер ҡатнашыусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һәм был дөрөҫ тә. Сөнки, нимә генә тимә, бындай конкурсҡа әҙерләнеү ваҡыт та, көс тә талап итә. Халыҡ алдына сығырға тәүәккәлләгән йәштәрҙе дәртләндереү кәрәк, уларға киләһе йыл башҡалар эйәрер. Кемдәрҙер бөгөндән үҙенә яңы маҡсат ҡуйыр.
Мин иһә «Ватандаш» журналының махсус призын Юлиә Абдрахмановаға тапшырҙым. Ул Шүлкә ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Бәләкәйҙән уҡытыусы булып уйнарға яратҡан ханым 14 йыл колледжда рус теле менән әҙәбиәтен уҡыта. Ире Себерҙә эшләй, ике ҡыҙҙары бар.
Әйткәндәй, Юлиә Баймаҡтағы иң беренсе волонтер була пандемия башланғанда.
– Беҙ йәшәгән йортта өлкәндәр күп. Бер көн магазинға барғайным, һатыусы миңә бер инәйҙең запискаһын бирҙе. Ул аҙыҡ-түлек, дарыу алып килеп биреүҙе һораған ине. Мин шуны тотоп хакимиәткә киттем. Әйҙә, өлкәндәргә ярҙам ойошторайыҡ, тип. Шул көндән беҙҙең эш башланып китте. Рөстәм Түләков, Айгөл Йосоповалар менән ҡарттарға магазиндан аҙыҡ-түлек ташыныҡ, дарыу алып бирҙек, коммуналь түләүҙәрен түләп, квитанцияларын тапшырҙыҡ.
Ошоларҙы белгәндән һуң мин редакциябыҙҙың махсус призы бик тә дөрөҫ бирелгәнлегенә тағы бер ҡыуандым. Юлиәгә беҙ «Ватандаш» журналына подписка бүләк иттек. Журналыбыҙ уға дәрескә әҙерләнгәндә, гөрләп торған ижтимағи эшендә ярҙамсы булыр тип ышанабыҙ.
Матур конкурсҡа нигеҙ һалынған Баймаҡта. Әлбиттә, ул йылдан-йыл камиллаша, шымара барырға тейеш. Ә инде артабан уны тағы ла мауыҡтырғысыраҡ итергә тырышыу ойоштороусыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Уңыштар теләйек уларға!