Әсәйебеҙ Рәшиҙә Сәлимгәрәй ҡыҙы Ғәйфуллина (Әлибаева) Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа, наҙға ҡойоноп үҫеп килгән ҡыҙ бала биш йәшендә әсәйһеҙ ҡала. Бәпесләгәндә йән биргән әсәһе фанилыҡҡа күскәндән һуң атаһы күрше ауылдағы Гөлбикә исемле йәш ҡатынды алып ҡайта. Матур йәшәүҙәре оҙаҡҡа бармай – һуғыш башлана. Туғыҙ йәшендә ҡыҙ, фронтҡа киткән атаһына «похоронка» алып, тулы етем ҡала. Үгәй әсә бәпес ҡарашыу һылтауы менән кескәй Рәшиҙәне лә үҙ ауылына, әлегәсә бикле торған өйөнә, алып ҡайтып китә. Тамаҡтары – ашҡа, өҫтәре кейемгә туймай...
Бөтә йорт-ҡура эше туғыҙ йәшлек ҡыҙ елкәһенә күсә. Тора-бара мәктәпкә йөрөүҙән дә тыя үгәй әсә. Ауылда кейәүҙә булған апаһы, онотҡанда бер булһа ла, һеңлеһенең хәлен белешеп йөрөй. Бик ҡайғыра, тик үгәй әсә һеңлеһен бирмәй. Ә инде апаһының ире һуғыштан яраланып ҡайтып, мантый алмай үлеп ҡалғас, ул, төндә килеп, әсәйемде урлап алып ҡайтып китә. Ҡыҙ яңынан уҡыуын дауам итә. Уҡымай үткәргән йылдары арҡаһында уға үҙенән бәләкәй йәштәге балалар менән белем алырға тура килә. Ҙур тырышлыҡ менән тиҫтерҙәрен ҡыуып етә, яҡшы уҡый. Өлгөр ҡыҙға район үҙәгендә лә иғтибар итәләр – ете класты тамамлағас уны Ҡабаҡ ауылына үҙенән күпкә өлкән апай-ағайҙарҙы уҡытырға ебәрәләр. Әсәйем ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә. Йәй көндәре апаһы менән емеш-еләк йыйып, Өфөгә килтереп һаталар, шул рәүешле өҫтәрен бөтәйтеп, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары алалар. Тормоштары яйлап көйләнә башлай.
Беренсе кластан бер парта артында ултырған Муса исемле егет менән дуҫлашып йөрөйҙәр, буй еткергәс, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәне һәм алтын туйҙарынаса бәхетле ғүмер кисерҙе.
Беҙ иһә уҡытыусы балаһы булыуҙың бик яуаплы «миссия» икәнен бәләкәй саҡтан уҡ яҡшы аңлай инек, шуға ла әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Әлегеләй хәтеремдә: мине алдына ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп:
– Ҡыҙым, үҙ балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдың яҡшы булыуын талап итәйем?! Һәр яҡлап өлгө булырға тейешһең, сөнки һин – уҡытыусы ҡыҙы, – тине әсәйем. Ғүмерлек һабаҡ булды ул һүҙҙәр.
Мәктәп эше, йәмғиәт эше, йорт эше, ишле ғаилә... Уйлап ҡараһаң, башҡа һыймаҫтай хәл! Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тиһәләр ҙә, ғәзиз кешебеҙҙең ҡурҡып торорға ваҡыты ла булмағандыр, сөнки бөтәһенә лә өлгөрөргә, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ҡырҡ йыл тынғыһыҙ хеҙмәт...
Киң донъяға оло юл башы мәктәп һуҡмағынан, мәктәп тупһаһынан, изге күңелле беренсе уҡытыусынан башлана. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙе «мөғәллим балаһы» итеп тойоп, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышып йәшәһәк ине, сөнки уҡытыусыға һәр уҡыусы үҙ балаһылай яҡын һәм ҡәҙерле.
Ауылға бер ҡайтҡанымда әсәйем үҙенең иҫке теген машинаһын миңә димләп:
– Иҫке тимә, ҡыҙым, ал, тегене-быны еңелсә үткәреп алырға эшкинә әле ул, – тине, алмаҫымдан ҡурҡҡандай. – Хәҙер инде уның менән әйбер тегеп ултыра алмаҫмын. Күҙҙәрем дә бөткән, мохтажлығым да юҡ, ана, кәрәк әйбер магазин тулы. Ә бар ине бит заманалар. Һеҙ бәләкәй саҡта магазинда ситсанан башҡа бер әйбер ҙә булмай торғайны. Иренмәнем, бөтәгеҙгә бер төрлөнән ҡупшы итеп күлдәктәр тектем, матрас, юрған һырыным. Ә башҡа ваҡ-төйәк тегеүҙең иҫәбе-һаны булманы. Эй, һанай китһәң!.. Ауылда берҙән-бер теген машинаһы миндә булғанғамы, күрше-тирәнән дә ярҙам һорап инеүселәр күп булды. Уларға ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштым.
Эйе, әле лә хәтерҙә – эштән ҡайтып, беҙҙең тамаҡты туйҙырып, өҫ-башыбыҙҙы ҡарап, йорт-ҡура эштәрен бөтөргәс, әллә күпме дәфтәр тикшереп, иртәгәһе көнгә дәрес пландары яҙғас, теген машинаһы артына ултырыр ине әсәйебеҙ. Таңғы сәғәт дүрттән дә иртәрәк ятҡаны булманы.
– Атайығыҙға рәхмәт, ҡатын-ҡыҙ эше тип торманы, бөтәһен дә эшләне. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килде. Йортобоҙҙоң бураһын Инйәрҙән үҙе барып алып ҡайтты. Өмә әйтеп, бураны күтәреп, түбәһен ябып ултыртҡас: «Әсәһе, ҡыҙҙар йәшәгән йорт матур булырға тейеш», – тине. Биш ҡыҙы иҫәбенә мине лә ҡушып, алты ҡыҙлы атай мин, тиер ине, ихлас йылмайып. Шунан, таҡта быса торған станок һатып алып ҡайтҡас, кистәрен эшенән һуң өйөбөҙҙө ҡупшылау менән мауыҡты. Эстән нимә кисергәндер, белмәйем, әммә бер ваҡытта ла, малайым юҡ, тип көйөнгәнен ишетмәнем. Әллә шуны Хоҙай Тәғәлә баһаланы – алтынсы сабыйыбыҙҙы ир бала итеп бирҙе. Атайығыҙҙың түбәһе күккә тейҙе! Унан да нығыраҡ үҙем шатландым, сөнки, нисек кенә булмаһын, атай кешегә ир бала кәрәк инде ул. Ә был теген машинаһын Ҡарлыман магазинынан 57 һумға һатып алып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта бик ҙур аҡса ине. Киреләнеп, ватылып ултырған сағын хәтерләмәйем. Аллаға шөкөр, бөгөн дә уңған килендәй хеҙмәт итә. Тик бер аҙ ҡартайыбыраҡ китте. Бына бит тартмаһының ағасы... Ағас та туҙғас, кеше ҡайҙан ҡартаймаһын инде... – тип көрһөнөп ҡуйғайны шул мәлдә ул.
Донъяла иң ҡыҫҡаһы – кеше ғүмере. Әле ҡасан ғына алтыбыҙ ҙа, ҡаҙ бәпкәләре кеүек, йорт алдынан китмәй гөр килеп уйнап йөрөй инек. Атай менән әсәйҙең йәш, көслө сағы. Ул ваҡытта беҙҙең үҫеп ситкә сығып китеүебеҙҙе күҙ алдына ла килтермәгәндәрҙер. Шулай ҙа атайыбыҙҙың: «Балаларыбыҙ буй еткерер. Аллаға шөкөр, бынамын тигән аҫыл балалар үҫтерҙек. Беҙ, әбей менән бабай, төпсөк улыбыҙ менән үҙ нигеҙебеҙҙә, Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәте менән иҫәнлектә, һаулыҡта, шатланып йәшәрбеҙ. Ә Инйәр ҡарағайынан һалынған йортобоҙ бер нисә быуынға етер әле. Әсәһе, беләһеңме, иң бәхетле атайҙарҙың ғына биш ҡыҙы һәм төпсөгө ир бала була, ти. Бер улға торорлоҡ биш малай үҫтергәнсе, биш малайға торорлоҡ бер улың һәм биш ҡыҙың булһын ти, вәт, беҙҙеке кеүек», – тигәне хәтерҙә...
Әсәйем ҡулына эләккән туҡыма киҫәген элекке етеҙлек менән машинаһынан үткәреп күрһәтте.
– Әле был, ҡыҙым, күпкә етер, тик ҡарап, майлап, туҙанын һөртөп, ҡәҙерләп тот, йәме. Тик берүк иҫке, кәрәкмәҫ тип сығарып ташлай күрмә! Тыуған йортоңдоң иҫтәлеге, ҡомартҡыһы итеп һаҡла! Мин әсәйемдән – биш, атайымдан туғыҙ йәшемдә генә етем тороп ҡалдым. Ҡәҙерлеләремдән иҫтәлеккә бер нәмә лә ҡалмаған. Уларҙы инде үҙем дә йүнләп хәтерләмәйем, ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙгә булған йылы мөнәсәбәт кенә күңелем түрендә тәрән уйылып ҡалған. Ярай, ҡыҙым, һүҙгә әүрәп, себештәремде онотоп ҡуйырмын әле...
Бер аҙҙан әсәйем мейес алдынан ебеткән икмәген алды ла:
– Атаһы, әйҙә, ана ҡомған менән һыуҙы ла тотоп ал. Көн бик эҫе, бәләкәстәрем һыуһаған-асыҡҡандыр, – тине. Улар, бер-береһенә эйәреп, ишек алдына сығып киттеләр.
Шул мәл атайымдың әсәйемә бағышлап уҡырға яратҡан шиғыр юлдары иҫемә төштө (авторын хәтерләмәйем, бәлки, үҙенекелер ҙә):
Һинең менән генә уртаҡлаштым
Эс серемде, күңел сафлығын.
Һиңә генә бирҙем йөрәгемде,
Хистәремдең иң-иң татлыһын.
Һинең өсөн булды бар шатлығым,
Ҡайғыларым, янып-көйөүем.
Барыһын да биреп бөттөм һиңә,
Бөтмәй ҡалды ләкин һөйөүем.
Ғүмер үтеп, үҙебеҙ өлкәнәйгән һайын әсәйебеҙгә булған һөйөү, ихтирам тағы ла арта, ғәзиз, йылы нигеҙебеҙ нығыраҡ һағындыра. Әүәлге бәхетле, бер ҡайғыһыҙ, ел-ямғырһыҙ бала саҡҡа ҡайтҡы килә...