Все новости
Конкурсы
5 Апреля 2022, 10:16
ОБЩЕСТВО

Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар

Баҫмабыҙҙың «Бәйләнештә» төркөмөндә уҙғарылған «Минең ҡәҙерле атайым» конкурсының икенсе еңеүсеһе – Ғафури районы уҙаманы Мәүлимбирҙе Нәзиров хаҡында яҙма тәҡдим итәбеҙ. Мәүлимбирҙе Хәйретдин улына күңел түрендә һаҡлаған рәхмәт хистәрен һөйөклө ҡыҙы еткерә.

Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар
Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар

Атайыбыҙ – беҙҙе ҡурсалаусы, тормоштоң ыжғыр елдәренән һаҡлаусы ныҡлы ҡалҡан. Инде үҙебеҙ атай-әсәй булһаҡ та, һаман уға һыйынып, терәгебеҙ һәм тая­нысыбыҙ булғанлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ 1952 йылдың но­ябрендә Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында тыуған. Бәләкәйҙән сос, тырыш, ныҡышмал малай була ул. Апаһы менән рус ауылына йөрөп, рус мәктәбендә белем ала. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға инә.
Дөйөм ятаҡта Юлай Ғәйнет­динов (билдәле ҡурайсы), Салауат Әбсәләмов (БДУ профессоры ине), Таһир Амангилдин (БДУ профессоры), Рәфҡәт Сәсәнбаев (оҙаҡ йылдар БР Эске эштәр министрлығында эшләне) менән бер бүлмәлә йәшәй. Ябай ауыл малайҙары дуҫ-татыу булып, бер-береһенә ярҙам итеп, тырышып уҡыйҙар. Студент йыл­дарындағы дуҫлыҡ әлеге көндә лә дауам итә.
Ул мәлдә олатайыбыҙ Хәйретдин Фәтхетдин улы менән өләсәйебеҙ Фатиха Мырҙагилде ҡыҙы оло йәштә була. Ғәзиз кешеләренең һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле, атайыбыҙға университеттың 3-сө курсынан һуң уҡыуын туҡтатырға тура килә. Бер аҙҙан әсәйебеҙ Миңзәлә Миңлеғәли ҡыҙы менән танышып, матур ғаилә ҡоралар. Икәүләшеп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға күсәләр ҙә Ҡауарҙы урта мәктәбендә ең һыҙғанып эш башлайҙар.
Йәш, көс-ҡеүәте ташып торған йәш белгес тәүҙә математика уҡы­тыусыһы булып эшләй, артабан мәктәп директорының тәрбиә, һу­ңынан уҡыу-уҡытыу эштәре буйын­са урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда иһә уға мәктәп директоры вазифаһын ышанып тапшыралар.
Атайыбыҙ етәкселек иткән осор­ҙа ауылда яңы мәктәп төҙөлә, ту­лыһынса йыһазландырыла. Бар ауырлыҡ уның иңенә төшһә лә, ғәзиз кешебеҙ һынатмай. Район­да беренселәрҙән булып лингафон, компьютер кабинеттары асыуға өлгәшә, автомодуль класын сафҡа индерә. Тегеү цехы, бәләкәй икмәкхана булдырыла. Тегеү цехында эшләүсе апайҙар ауыл халҡына ла заказ буйынса әйберҙәр тегә. Ә икмәкханала, мәктәп балаларын сифатлы аҙыҡ, төрлө тәмлекәстәр менән туҡландырыуҙан тыш, байрамдарға тел йоторлоҡ икмәк-ҡаластар, төрлө бәлештәр бешерелә. Ҡауарҙы мәктәбенең икмәкханаһында бешерелгән икмәкте райондың төрлө төбәк­тәренән килгән ҡунаҡтар ҙа күс­тәнәскә бик теләп алып китә ине.
Мәктәптә тағы ла милли костюмдар тектерелә, ҡурай, бейеү түңәрәктәре әүҙем эшләй башлай. Ул осорҙа район мәктәптәре араһында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн тегелгән иң матур, килешле милли күлдәктәр, итектәр, ситектәр, ҡамсат бүректәр, еләндәр тик Ҡауарҙы мәктәбендә булды, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ, моғайын.
1995 йылда атайыбыҙ Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты менән хеҙмәттәшлек итеүҙе юлға һалды. Ошо йылдарҙа төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар, Асыҡ дәрестәр, педагогик советтар үткәрелде. Республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу уҡыу-уҡытыу сифатының күҙә күренеп яҡшырыуына булышлыҡ итте. Каникул осоронда алдынғы уҡыусыларҙы гимназияға алып килеп ял иттерәләр ине. Төрлө сараларҙа ҡатнашыу, баш ҡаланы күреп ҡайтыу ауыл балалары өсөн оло шатлыҡ булды.
Шуныһы ла хәтерҙә – атайыбыҙ йыш ҡына Өфөнөң китап магазиндары менән һөйләшеүҙәр төҙөп, күпләп китаптар һатып алып, яҡшы уҡыусы балаларға бүләк итә торғайны.
Мәктәпте тамамлаусыларҙы юғары һәм урта белем биреү йорттарына етәкләп тиерлек алып барып, ятаҡтарға урынлаштырып, аҙаҡтан мәктәп машинаһы менән аҙыҡ-түлек ташып, ҡулынан килгәнсә ярҙамлашты ул. Бөгөнгө көндә ундай мәктәп етәкселәре юҡтыр, булһа ла, бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр, моғайын. Уҡырға инергә ярҙам иткән уҡыусылары уға әлеге көндә лә рәхмәтле. Шуны ла билдәләп үтке килә: атайыбыҙ етәкселек иткән осорҙа мәктәпте йыл һайын бер уҡыусы көмөш миҙалға тамамлап сыға ине. Был етәксенең уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә кимәлен күтәреүен, балаларҙың тәртибе хаҡында уйлауын күрһәтә.
Районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнгәйне. Тап шул осорҙа башланып киткән шахмат-шашка фестивалдәре үткәреү традицияһы әле лә дауам итә.
2004 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан­сы математика һәм информатиканан уҡытты атайыбыҙ. Дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үткәнлектән, уҡыусылар ҙа был фәндәрҙе үҙ итте. Тырыш, фиҙакәр эшенең һөҙөмтәләре лә баһаланмай ҡалманы – бихисап Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф ал­дынғыһы» тигән маҡтаулы исем бирелеүе уның үҙ эшенең оҫтаһы – киң ҡарашлы уҡытыусы, талантлы ойоштороусы, яуаплы етәксе булыуын дәлилләй.
Ауыл һәм район советтары депутаты булып та ең һыҙғанып эшләне ҡәҙерле кешебеҙ. Ябай уҡытыусы ғына түгел, халыҡ уҡытыусыһы ла булған атайыбыҙ – ярҙамсыллығы, изгелекле, тос фекерле булыуы менән ауылыбыҙҙа абруй ҡаҙанған аҡһаҡал.
Атайлыҡ бурысын да тейешле кимәлдә үтәне ул. Әсәйебеҙ менән икәүләп өс ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирҙеләр. Һәр береһе юғары белем алды, үҙ ояһын ҡорҙо.
Үҙҙәренең балаларына ғына түгел, бер туған малай менән ҡыҙға ла ата-әсәй йылыһын, лайыҡлы тәрбиә биреп, уҡытып сығарҙы, аяҡҡа баҫтырҙы ғәзиздәребеҙ.
Бәләкәй саҡта беҙҙе ҡарашҡан Фатиха һәм Ғәмилә өләсәйҙәре­беҙҙе, Хәйретдин олатайыбыҙҙы ғүмерҙәренең аҙағынаса ҡәҙерләп ҡаранылар, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар. Беҙҙең балаларыбыҙ, шөкөр, быуындар күсәгилешлеген күреп, белеп, тойоп үҫә.
Күп йылдар йәмәғәт эшендә ҡайнаған кеше булараҡ, атайыбыҙ бөгөн дә ауылыбыҙ яҙмышы, киләсәге өсөн янып йәшәй, интернет селтәрендә ауылыбыҙ яңылыҡтарын яҡтыртып бара. Матбуғат баҫмаларын ҡалдырмай уҡый, һәр ваҡыт өҫтәлендә китап-журналдар ята. Ағинәйҙәр ҡорон етәкләүсе, ауыл китапханаһы эшен алып барыусы әсәйебеҙгә лә төрлө яҡлап ярҙам итә.
Аллаға шөкөр, ғәзиздәребеҙ әле лә бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреп, тыуған йорт усағын һүрелтмәй йәшәй. Ҡура тултырып мал-тыуар тоталар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Киләсәктә лә бергә-бергә сәләмәтлектә, ҡыуа­ныс-һөйөнөстәргә төрөнөп йә­шәүҙәрен теләйбеҙ!

Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар
Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар
Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар
Халыҡ уҡытыусыһы тигән даны бар
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Читайте нас: