Все новости
КОНФЕРЕНЦИИ
19 Апреля 2023, 18:15

Иҫ киткес талантлы һәм егәрле

Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған йөкмәткеле Түңәрәк өҫтәл үтте бөгөн Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә.

– Ғайса Хөсәйенов  барыбыҙ өсөн дә уҡытыусы, остаз. Ул һәр ваҡыт үҙенең алдында маҡсат ҡуя һәм тайпылмайынса шуға бара белгән, – тине йыйылыусыларҙы сәләмләп  Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһенең ғилми-ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары Илдус Шәйәхмәтов.  – 42 йәшендә фән докторы булған, 48 йәшендә – атҡаҙанған фән эшмәкәре,  52 йәштә уның хеҙмәте Салауат Юлаев премияһы менән баһаланған. 1991 йылда Ғайса Батыргәрәй улы беренселәрҙән булып Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы булып китә, 1996 йылда “Ватандаш” журналын ойоштороуға тотона.

Артабан Илдус Фаат улы институтта Ғайса Хөсәйенов  тарафынан йыйылған ҡулъяҙмалар фондының ғалимдар өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.    

– Ул фондҡа ҡайҙарҙан ғына мөрәжәғәт итмәйҙәр, – тип дауам итте Тарих, тел, әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина. – Беҙ  уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ,  уны яратабыҙ. Институтыбыҙҙың сағыу символы ул Ғайса ағай!  

Филология фәндәре докторҙары Ғиниәт Ҡунафин менән Миңлеғәле Нәҙерғолов – Ғайса Хөсәйеновтың аспиранттары. Уларҙың ғилми етәкселәренең фәнни эшмәкәрлегенә һәм башҡорт әҙәбиәт ғилеменә индергән өлөшө хаҡындағы сығыштары йылы һәм яҡты иҫтәлектәр менән үрелеп барҙы. 

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов ғалимдың текстологик хеҙмәттәренә иғтибарҙы йүнәлтте, филология фәндәре кандидаты Фәнилә Салауатова яҙыусының парсалары тураһында һөйләне. Сығыштарҙа шулай уҡ Ғайса Хөсәйеновтың әҙәби журналдағы тәүге сығыштары, матбуғат тарихы буйынса,  археографик экспедициялар етәксеһе булараҡ эшмәкәрлеге,  шәхси фондындағы архив материалдары, ғилми китапханалағы иң мөһим хеҙмттәре тураһында ла һүҙ булды.

 Мин үҙемдең сығышымда Ғайса Батыргәрәй улының Башҡортостан матбуғатын үҫтереүгә һалған хеҙмәтен яҡтырттым. Билдәле булыуынса, ул 1996 йылда яңы ойоштороласаҡ “Ватандаш” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм ошо баҫманы барлыҡҡа килтереүгә, уның идея-тематик йөкмәткеһен булдырыуға, йөҙөн билдәләүгә ҙур көс һала. 

Сараға Ғайса Батыргәрәй улының ҡатыны менән ҡыҙҙары ла саҡырылғайны. Улар Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште.

Ғайса Хөсәйеновтың фәндәге, әҙәбиәттәге хеҙмәттәрен өйрәнеп тә, баһалап та бөтөрлөк түгел. 30 йылдан ашыу Тарих, тел, әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлеген етәкләү осоронда Ғайса Хөсәйенов  бөгөнгө көндә әҙәбиәт ғилеменең классикаһына әүерелгән хеҙмәттәр яҙған. Ғалим етәкселегендә 10 фән докторы һәм 30-ҙан ашыу фән кандидаты әҙерләнгән. Уның тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ойошторолған ҙур күргәҙмәгә күҙ һалып алыу ғына ла  уның ни тиклем ҙур талант эйәһе булыуын һәм ни тиклем егәрле ғалим булыуын күрһәтә.

Рәшиҙә Мәһәҙиева,

“Ватандаш” журналының баш мөхәррире,

филология фәндәре кандидаты.

 

Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас: